

Өс аҙнанан артығыраҡ ауырып ятып эшкә сыҡҡан артель етәксеһе Прохоров төҫкә-башҡа ныҡ һурыҡҡайны.
План үтәлеше барышы, башҡа яңылыҡтарҙы һорашып белгәс, оҙонса-һарғылт ҡаҡса йөҙөн сирылтып, ул үҙ алдына үртәләнде.
– Ватан яҙмышы өсөн кешеләр фронтта алыша. Әммә миңә тылда ауырып ятырға тура килә... Һуғыш тамамланғас, фронтовиктарҙың күҙенә нисек күренермен, улар алдында нисек аҡланырмын?
– Ауырыуға һеҙ ғәйеплеме?
– Аңлайым... Барыбер ҡыйын... Күңел тынғыһыҙлығынан да яман нәмә юҡ донъяла. – Хәлен һаман мөшкөл тойған Прохоров спецовкаһын кейҙе. – Әйҙә, забойҙар торошон ҡарап сығайыҡ!
Тимер ситлеккә ултырып, беҙ шахтаға төштөк. Иван Антипович шахталағы штрек менән забойҙар торошон ентекләп тикшерҙе. Төрлө урындан алынған тау тоҡомдарының һәр кубометрынан нисә грамм алтын табылыуы, буш породаларҙың ҡайҙа түгелеүе, ташландыҡ забойҙар нисек ҡапланыуы тураһында ҡыҙыҡһынды.
Барлыҡ забойҙарҙы йөрөп сыҡҡас, ҡәнәғәт йылмайып, ул мине маҡтаны:
– Молодец! Һәммәһе тейешле башҡарылған. Шәп тау белгесе сығасаҡ һинән. Һуғыш тамамланыу менән үҙеңде тау-мәғдән институтына уҡырға ебәрербеҙ...
Беҙ баш штрек буйлап сығыу юлына табан ыңғайланыҡ. Шахта көбәгенә етер саҡта тау тоҡомдары өйөп тейәүле күмәк вагонеткалар теҙелешеп тороуын күргәс, Прохоров асыуланды.
– Эште ниңә туҡтаттығыҙ?
– Лебёдка йөрөмәй, – тине ствольный.
– Ни сәбәптән?
– Лебёдчица йоҡлап киткәндер, ахырыһы. Ул икенсе тәүлек эшләй.
– Ни өсөн?
– Сменщицаһы ауырый, – тинем.
– Уны алмаштырырҙай кеше юҡмы ни?
– Юҡ... Лебёдчицаны бер аҙға үҙем алмаштырырға булғайным...
Артель етәксеһе, шахта көбәге буйлап юғары һуҙылған тимерсыбыҡты тартҡылап лебёдчицаны уята алмағас, кәйефһеҙләнде.
– Төнгө смена бөткәнсе уянмаһа, ҡалайтабыҙ? План үтәлеше өҙөлә бит!
– Шахта көбәге буйлап өҫкә сығып ҡарайым микән әллә? – тип һораным.
Прохоров яуап ҡайтарырға ашыҡманы. Танауын мыш-мыш тартып, юғарыға ҡарап торғандан һуң, икеләнде.
– Белмәйем... Утыҙ метр тәрәнлегендәге шахтанан сығыуы уйын эш түгел...
– Иртәнгә саҡлы ошолай ултырырға тура килһә, ҡалайтырбыҙ? Шулай ҙа самалап ҡарайым, Иван Антипыч?
– Самала...
Шахта көбәге бурамаһына йәбешеп, мин юғарыға үрмәләнем. Ҡурҡыу тойғоһо һиҙелмәне. Ике-өс метр һайын туҡталып-туҡталып, юғарыға ҡысҡырҙым:
– Ә-ә-әй, лебёдчица!..
Шахта көбәгенең яртыһынан күберәк өлөшөн уҙғас, һалҡын һауа ағымы нығыраҡ беленде, боҙланған нығытмаларға тотонғанда аяҡ-ҡулым шыйғалауы, тәнем ҡалтыраныуы һиҙелде. Арыным. Бурама мөйөштәренә тармаҡландырып баҫҡан аяҡтарым йәки өшөгән бармаҡтарым ана-бына ысҡыныр ҙа, кәүҙәмде тота алмайынса, аҫҡа табан тәкмәсләрмен кеүек күренде.
Юғарыға саҡлы биш-алты метр самаһы ҡалды. Әммә ул иң ауыры, иң хәүефлеһе ине. Бармаҡтарымдың өшөүе лә һиҙелмәй башланы, аяҡтарым ҡалтыранды.
«Хәҙер тәкмәсәм, үләм», тигән уйҙан аҙаҡ бөтөнләй хәлһеҙләнгәндәй булдым.
– Эһе-һе-е-ей!..
Шахта көбәге уртаһындағы йыуан канат ҡыймылданы, һелкенде, ҡалтырана-ҡалтырана тартылды. Аҫтағы буш ситлек-клеть ҙур тиҙлектә юғары күтәрелеүен күргәс, иҫән ҡалырыма ышаныс тыуҙы.
Һыңар ҡулымды алға һонған ыңғайҙа, канатҡа тотоноп ситлек түбәһенә инде баҫам тигәндә генә, тайып, уң аяғым ситлек ҡыры менән арҡыры ҡуйылған нығытмаға ҡыҫылды.
– Туҡта-а-а-а!..
Ситлек туҡталды. Шунан, көс-хәлгә ҡыҫылған аяғымды тартып алғас, тағы ҡуҙғалды.
Юғарыға сыҡҡас та, баҫып тора алмайынса, ергә йығылдым. Шул уҡ ситлек эсендә булған Прохоров, мине ҡултыҡлап, ҡаршыға килгән кешегә ҡысҡырҙы:
– Ярҙамлаш! – Мине йыуан бүрәнә өҫтөнә ултыртышҡас, ул тирә-яғына ҡаранды: – Лебёдчица ҡайҙа?
– Ул иҫһеҙ ята, – тип әйтте эшсе.
– Беҙҙе кем сығарҙы шахтанан?
– Мин, Иван Антипыч.
– Лебёдчица менән ни булған? – Прохоров аптыраны.
Уға иренең похорон ҡағыҙын килтереп биргәндәр икән. Шуны уҡығас та һушһыҙ йығылған...
– Кешеләргә ҡайғы артынса ҡайғы. – Артель етәксеһе, минең һыҙланыуым тураһында онотоп, баҫҡан урынында шаҡҡатты. – Исмаһам, бер генә көн дә похоронка килмәй ҡалмай! Ә һуғыш аҙағы һаман күренмәй... Үҙең нисек килеп сыҡтың бында?
– Ствольный саҡырып килтерҙе.
– Йоҡоңдан уятыпмы?
– Эйе.
– Әләйһә, кеше табылғансы, лебёдкала эшләп тор, – тине лә Прохоров һушһыҙ ятҡан лебёдчица менән мине өйөбөҙгә алып барырға ҡушты.
Иртәгәһе көндө мине Әүжән дауаханаһына оҙаттылар.
Мин тиҙ һауыҡтым. Тубыҡ өҫ яғынан һынған һөйәгем бер аҙ төҙәлгәс, аҫҡаҡлай-аҫҡаҡлай эшкә килдем. Әммә оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Шул уҡ 1942 йылдың август айында миңә, хәрби комиссариатҡа саҡырып, повестка тапшырҙылар. Етәкселәрем аптырашҡа ҡалды, улар мине ун һигеҙ йәшем тулғанға тиклем эшләр әле, тип өмөтләнгән, сөнки минең йәштәгеләргә сират етмәгәйне әле...
Мырҙабай Байымов фронтҡа алынғандан һуң, Исмаҡай ауылы Советы рәйесе вазифаһын Сәғит Мөхәммәтшин башҡарҙы. Ул мине, ун ете йәштә икәнлегемде белә тороп, ун һигеҙ йәштәге Әхмәтулла улына иптәш итеп армияға ебәрттерҙе...
Беҙ китәсәк көндө Әхмәтулланың туған-тыумасалары, белеш-таныштары йыйылды. Улар, бер-береһен уҙҙырырға тырышып, бер туҡтауһыҙ ғауғалашты, уға өгөт-нәсихәт уҡыны, төрлө кәңәш бирҙе, фронттан иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләне. Тик миндә генә кешеләрҙең эше булманы, япа-яңғыҙым бер яҡ ситтә торҙом.
Әхмәтулла тирәһендә кешеләр күбәйгәндән-күбәйә барҙы. Урам буйлап килгән уның буласаҡ кәләше Рәхилә исемле ҡыҙ күренгәс, кешеләр тауышы бер аҙ баҫыла төштө.
Рәхилә берәүгә лә иғтибар итмәне. Әхмәтуллаһының муйынына барып аҫылынды ла үкһеп-үкһеп иларға тотондо. Буласаҡ кәләшен нисек йыуатырға белмәгән егет ауыҙ эсенән генә әллә ниндәй һүҙҙәр шыбырҙап өтәләнде..
Уның туған-тыумасалары ла ҡыҙҙы әүрәтте:
– Рәхилә, балаҡай, артыҡ бөтөрөнмә!
– Әрмегә китеүсене илап оҙатыу килешмәй!
– Әхмәтулланың иҫән-аман ҡайтыуын теләйек...
Иң яҡын туғандарҙан башҡа мине ҡайғыртыусы кеше юҡ ине. Үҙемде донъяла артыҡ итеп тойоп, эсем бошто: «Мине күҙгә лә элмәйҙәр! Оҙатып ҡалырҙай таныш ҡыҙым да юҡ бит, исмаһам!»
Ауылдағы ҡыҙҙарҙы берәм-берәм күңелемдән байҡап сыҡтым. Улар араһынан күңелемә оҡшарҙайын таба алмағас, рухи төшөнкөлөккә күмелеп, Әхмәтулла менән Рәхилә эргәһендә сыбалыусы кешеләр ҡыланышын күҙәттем. Ҡыутомшоҡтай япа-яңғыҙ тороуымдан ялҡып, эстән генә тағы үртәләндем: «Ауылдаштарым өсөн мин – ҡый үләне! Һуғышҡа китеп үлһәм-нитһәм, иҫкә алыусы ла булмаясаҡ...»
Миңә табан яҡынлашҡан Фәйзулланы күргәс, күңелем күтәрелеп ҡалғандай тойолдо.
– Әүжән лафкаһына барып, һинең юлыңа етерҙәй ашамлыҡ апҡайттым. – тип, ул тоҡсайына ымланы: – Бәхетеңдән, ашамлыҡ мул!
Үҙемә биргән ризыҡтың яртыһын бүлеп ҡалдырырға булғайным, дуҫым асыуланды:
– Бүлмә! Юлға әҙерләнгән аҙыҡты бүлергә ярамай. Боронғо йола ҡушыуы буйынса, әсәйем тоҡсайҙағы ҡул икмәгенең ситен һындырып алып, һандыҡ төбөнә йәшерҙе. Ул һыныҡ һинең иҫән-һау ҡайтыуыңды теләп ятасаҡ.
– Рәхмәт!
Фәйзулла кеҫәһенән сығарған сите йыртыҡ бер һум аҡсаны һондо.
– Ошоно ҡултыҡ аҫтына тегеп, бетеү урынына йөрөт!
– Борон замандан ҡалған йоланы боҙорға теләмәйенсә, изге йөрәкле Шәһәрбаныу әбей биреп ебәргән аҡсаны кеҫәмә һалып ҡуйҙым.
Күҙ йәштәремде йотоп, мин үҙемә үҙем иҫән-һау ҡайтырға тип һүҙ бирҙем...
– Ҡуҙғалырға ваҡыттыр инде, – тинем.
– Ҡабаланма, – дуҫым ҡул һелтәне. – Ашығып нимә бар һиңә? – Өлгөрөрһөң. Алдағын белеп булмай... Танһыҡтары ҡанырҙай булғансы хушлашһындар инде, – тине ул. Бер нисә минут самаһы шымып торғандан һуң: – Эх, һыңар ботом зәғиф булмаһа, әрмегә мин дә китер инем... – бошонҡо тауыш менән бышылданы Фәйзулла, оҙонса йөҙөн сирылтып. – Ил яҙмышы өсөн үлемесле алыш барған осорҙа ирҙәрҙән айырылып ҡалыуы бик тә ҡыйын!
Дуҫыма нимә тип әйтергә лә белмәнем.
Уның ҡайғылы йөҙөнә ҡарап, мине оҙатыуға арналған кисәге мәжлесен иҫемә төшөрҙөм. Беҙ унда араҡы урынына берәр стакан һыуҙы эсеү менән ҡәнәғәтләндек...
Һәммәһе менән ҡул биреп хушлашҡан Әхмәтулла арбаға менеп ултырғас, күсер артына боролоп ҡараны.
– Ҡуҙғалабыҙмы инде?
– Ҡуҙғалабыҙ!..
Март – август, 1981 йыл.