

Вәлиуллина Фәриха Нәҙербай ҡыҙы (1956 йыл) — матбуғат ветераны, журналист, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Белорет районы һәм ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге премияһы лауреаты. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары балаларына арнала
Нәғим юлы
Повесть
Күршеләр
Иртәнән бирле кәртә-ҡураһында тегенеһен ҡаҡҡылып, быныһын һуҡҡылып йөрөй торғас, Нәғим ҡарт ял итеп алырға тип, урамға сығып, баҡсаһы буйындағы оҙон эскәмйәгә барып ултырҙы.
Майҙың һуңғы көндәре. Баҡсалағы алмағас, сирендәр шау сәскәлә. “Өфөлә сәскәләр ҡойолоп бөттө тигәндәй. Беҙҙә саҡ ата. Ҡайһылай һәйбәт. Тағы ла сирендең хуш еҫтәренә өлгөрәбеҙ икән”, – тип ҡыуана ҡыҙы Наилә. ”Беҙҙә һуңыраҡ шул, тәбиғәт ҡырыҫыраҡ. Бер-ике көн булһа ла үҙебеҙҙең яҙҙы күреп ҡайтырһығыҙ йылдағыса”, – тине Нәғим ҡарт.
Ҡатыны мәрхүмә булғанына ун йыл тулды. Шунан бирле ҡарт ҙур йортонда яңғыҙы көн күрә. Ҡышты йә ҡыҙында, йә улында үткәрә. Ер ҡарҙан әрселеү менән ауылына юл ала. Ҡыҙы менән килене килеп, өйөн йыуып таҙартып китәләр. Бөгөн бына балалары килеп төшәсәк.
Күрше малайҙар Ришат менән Ринат бер урам тултырып тигәндәй магазиндан киләләр. Олорағының бер ҡулында сумка, икенсеһендә – икмәк.
– Олатай, икмәк әпкилделәр. Һиңә кәрәкме? – тип ҡысҡыра Ришат килеп етер-етмәҫтән. – Бөтөп ҡуйыр, кеше йүгерешә шул яҡҡа.
– Бөгөнгә етер тигәйнем.
– Иртәгә магазин эштәмәй ул, ял итә. Барып киләйемме?
Малайҙар ҡарт эргәһенә килеп ултырҙы. Бер икмәктең ситенән тәмләп кенә тешләп алалар.
– Тәмде генә, бигерәк тә ҡыйыры, – ти бәләкәсе.
– Ҡай берҙә өйгә килеп ингәнсе бер яҡ ситен ашап бөтәбеҙ ҙә ҡуябыҙ.
– Икмәкте аяҡ өҫтө ашарға ярамай, тип өләсәйегеҙ орошмаймы һуң?
– Эләгәәә, әсәйҙән дә, өләсәйҙән дә. Ошолайтып тештәп ашап ҡайтһаң, ниңә ныҡ тәмде була икән ул?
– Оһоооо, ашарһың да шул. Яңы ғына мейестән сыҡҡас, еҫтәре ҡайһылай таралып китте.
– Ыһы. Олатай, кеҫәңдә бәкең ятмаймы?
– Ниңә? Мин һеҙгә йәш кенә еҙнәме ни бәке таратырға. - Ҡарт ихлас кеткелдәне.
– Өлкәндәрҙең кеҫәһендә бәке ятырға тейештер ул. Ана, өләсәйемдең бәкеһе ҡулында ғына була. Алма ашар булһаҡ, тиҙ генә әрсеп тә ҡуя. Әллә ҡайҙан ала ул.
— Бәке нимәгә кәрәк булып китте, малайҙар?
– Өләсәй аңғармаҫ борон ситтәрен ҡырҡып алып тигеҙләп ҡуям.
– Ағый, хәр өләсәй ҙур өйгә намаҙға инә. Шул мәлдә өлгөрөп ҡалыр кәрәк. Әйҙә!
– Күрһә, әрләшер шул. Икмәкте аяҡ өҫтө тороп ашау гонаһ, валсығын да ергә төшөрөргә ярамай, ти ул.
– Дөрөҫ әйтә, ярамай.
– Эй, олатай, малай саҡта үҙегеҙ ҙә шулай икмәктең ситен ҡайыра тешләп ашап йөрөгәнегеҙҙер әле, – ти Ришат.
Ҡарт һүҙһеҙ ҡалды. Ни әйтергә белмәне. Ахырыһы:
– Шулай булдыҡмы икән?.. Ҡана, малайҙар, улай булғас, миңә лә бер икмәк алып килегеҙ, һеҙҙең һымаҡ ашап ҡарармын, - тине.
– Һи-һи-һи!
– Мәгеҙ, - ул кеҫәһенән аҡса алып бирҙе. – Ҡалғанына үҙегеҙгә тәмлекәс алырһығыҙ.
Ришат магазинға йүгерҙе.
– Олатай, һин уҡытыусымы? – тип һораны Ринат.
– Ниңә, улым?
– Өләсәй, Нәғим олатайығыҙ ғүмер буйы мәктәптә генә йөрөгәс, һау, һеҙҙең олатай һуғыштан һуң тракторист булды, ауыр эштән оҙаҡ йәшәмәне, ти.
– Шулай тиме? Һап-һау тиме?
– Атайымды, әсәйемде лә һин уҡытҡанһың, ивет?
– Эйе, ошо бөтә ауылды тигәндәй беҙ уҡыттыҡ. Күрше ауылдарҙан да килделәр белем алырға.
– Атыу ағайым менән мине лә уҡытаңмы?
– Инде мин ял итәм. Һеҙҙе йәш апай-ағайҙар уҡытыр. Улар ҙа – минең уҡыусыларым.
– Ҡалай ҡыҙыҡ та ул.
Шул арала, ауыҙы йырылып, Ришат та килеп етте.
– Икебеҙгә икешәр перәник алдым, олатай. Бына ҡалған аҡсалар. Рәхмәт!
– Үҙеңә рәхмәт, улым! Мин дә хәҙер өйгә инеп, икмәгемде һеҙҙең һымаҡ ҡайыра тешләп ашап ҡарайым.
– Ысынмы? Беҙгә күрһәтеп аша, – тип көлә малайҙар.
– Әсәйегеҙ юғалтҡандыр, балалар.
– Ағый, әйҙә!
Малайҙар гөрөлдәшеп, ҡапҡаларынан инеп киткәс, Нәғим ҡарт та урынынан ҡуҙғалды.
Өй эсенә икмәктең хуш еҫе таралды. Ул бер аҙ ҡарап торғас, мөйөшөнән тешләп ҡараны.
У-у, тәмле шул, малайҙар шуға ла сыҙап тормай инде. Их, ғәмһеҙ бала саҡ. Ни уйлайҙар, шуны әйтәләр. Ололарҙың ауыҙынан ысҡынғанды шундуҡ баштарына һеңдерәләр. Беҙҙең һымаҡ сағыңда үҙең дә икмәкте ҡайыра тешләп ашағанһыңдыр әле, тип ебәрәләр. Их, шулай булһасы. Ҡайыра тешләү түгел, шырпы ҡабындайына тилмереп ҡараған саҡтар күп булды. Нәғим ҡарт күкрәгенә икмәген ҡәҙерләп ҡыҫҡан килеш, алыҫта ҡалған бала сағын күҙ алдына килтереп, уйға батты.
Михнәтле йылдар
Тирә-яғын сусаҡ тауҙар, бәләкәй йылғалар уратып алған тыуған ауылы Ҡайынлыла ата-әсә ҡосағында, бәхетле балаларҙың береһе булып, оҙаҡ йәшәргә яҙмай Нәғимгә. Бер ул ғынамы ни! Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙыу, ауыр осоро. Ауылда аслыҡ. Һуғыштың тәүге көндәренән үк алынған Әхмәдулла ағаһының Ленинград блокадаһында һәләк булыуына “ҡара ҡағыҙ” килде. Аслыҡ өйҙәренән бер-бер артлы дүрт кешене алып китте. Нәғим менән ҡустыһы Сафиулла ғына тороп ҡалды. Өйҙә тәғәм дә ризыҡ ҡалмағас, эҙләнеп, күршеләге совхозға эшкә алмаҫтармы тип, барып ҡаранылар. Хәлһеҙ, бәләкәс балаларҙы алманылар. Нишләргә лә белмәгән малайҙар шунда ашхананың ҡалған-боҫҡандарын ашап, аҙна буйы фермала мал араһында йоҡлап йөрөнө. Кеше үҙе лә саҡ көн күрә, берәүҙән дә ярҙам өмөт итерлек түгел.
– Бында йөрөмәгеҙ, малайҙар, ана, бынан илле саҡрымдай алыҫлыҡта ятҡан ауылда диддум бар. Шунда китегеҙ, – тине ферма ҡарауылсы бабай, балаларҙы йәлләп. – Ошонда ғына ятып үлеп ҡуймағыҙ. Миңә бер бәлә булырһығыҙ әллә ни. Ай, Аллаҡайым, ҡалайтып ҡына ҡарарға икән үҙегеҙҙе.
– Алыҫмы ул ауыл, апа? – Нәғимдә артабан йәшәүгә өмөт сатҡылары уянды.
– Ошо ауылдан илле саҡрымдай, тинем дәһә. Барығыҙ, ҡыр типмәҫтәр етемдәрҙе. Һөкөмәт ҡарай ул.
Етәкләп алған ҡустыһы шыңшый башланы. Әллә айырырҙар тип ҡурҡтымы, ағаһына сат йәбеште.
Ҡарауылсы ҡарт малайҙы йәлләп кеҫәһенән алып бәләкәй генә ҡорот киҫәге ҡаптырҙы.
– Мә, балам, ошоно һур, әҙерәк хәл инер. Эйй, бөтә ғәм күргәнде күрелә, ни хәлдәр ҡылаһың. Мә, һиңә лә саҡ ҡына буһа ла, имеп барырһың юлда.
– Рәхмәт, апа!
– Быныһын әле түгел, юлда ашарһығыҙ. – Ҡарт Нәғимдең кеҫәһенә бер ус ҡурмас һалды. – Тишек түгелме кеҫәң? Икмәкте әҙләп кенә ҡабырһығыҙ. – Ул икеһенә ике һыныҡ икмәк тотторҙо.
Икмәк күргәс, малайҙарҙың ҡыуаныстан күҙҙәре йылтыраны. Шундуҡ ашап ҡуйырҙан ҡурҡыпмы, Нәғим уны тиҙ генә түш кеҫәһенә һалып ҡуйҙы.
– Ҙур рәхмәт, апа! Шайтып ҡына ҡәҙерләп ашарбыҙ.
– Ҡустыңды ҡулыңдан ысҡындырма, яҙатайым әллә ҡайҙа китеп, юғалып ҡуймаһын. Урманда эт-ҡошо ла күбәйгән, тиҙәр.
– Ярай, апа, шайтырмын!
Кеҫәлә икмәк һынығы ятҡас, күңелдәр күтәрелде. Шул тиклем араны йүгереп кенә үтерҙәй тойолдо.
Юлды һораша-һораша, мең михнәттәр менән барып таптылар балалар йорто булған ауылды. Ҡустыһы бәләкәй булғас, шундуҡ алдылар. Һин бында йөрөмә, эшләп аша, тип Нәғимде ҡыуып сығарҙылар.
Ҡустыһы менән айырылышыу бик ҡыйын булды. Яңғыҙы ҡаласағын аңғарғас, сеңләп илай, уны йәлләп Нәғим илай.
– Ағый, ҡал. Ҡурҡам бында, ҡайтам.
– Илама, Сафиулла, илама. Бында ашаталар, кейендерәләр. Асыҡмаҫһың. Ана, күрҙеңме бер бәләкәс кенә малай камауай шәкәр һурып китеп бара ине, кеҫәһенән перәниге лә күренеп ҡалды, үәт. Һиңә лә бирерҙәр, – тип алдаштыра Нәғим.
– Кәрәкмәй шәкәр. Асыҡмайым, һинең менән ҡайтам.
– Килеп алырмын, әҙерәк кенә өлкәнәй ҙә.
– Өлкән ул мин. Ҡалдырма бында.
– Илама, атыу әсәй менән атай ҡайғырыр. Улар бит беҙҙе күктән ҡарап тора.
Сафиулла инде күккә ҡарап илай башланы.
– Һине ниңә алмайҙар?
– Мин ҙур булғас. Эшкә ингәс, һиңә күп итеп мәмәйҙәр әпкилермен, йәме.
– Кәрәкмәй мәмәйҙәрең.
Ҡустыһын шарылдатып илатып индереп алып киткәстәре, ишек алдында үҙе лә илап торҙо бер аҙ. Ярай, ҡустым хәҙер ҡараулы, мин бер үҙем бирешмәм, тип уйлап, ҡабат ауылына юл алды.
***
Тура колхоз рәйесенә инде. Ҡоро һөйәккә ҡалған, хәлһеҙ генә баҫып торған малайға берғауым ҡарап ултырғас:
– Сырамытмайымсы, кем уланы әле ул һин? – тип һораны оло ғына ҡарт.
– Үрге ос Фәтихтыҡы, – тине Нәғим.
– Ызнашитса, Фәтих ҡустыныҡы. Эш кәрәкме? Бигерәк мөсһөҙһөң дәһә. Нисә йәштәһең һуң?
– Ун өсөм тулып килә.
– Һыуу, бәләкәс тип торам, ап-аруҡтаһың икән дәһәң. Фәтих ғүмер буйы йылҡы көттө. Һин дә мал ҡарай беләһеңдер. Какырас та беҙгә һарыҡ көтөүсеһе кәрәк, – тине.
– Беләм, беләм шул. Һыбай йөрөргә оҫтамын, еккегә аттарҙы өйрәткәнем булды, – тине Нәғим ҡыуанып.
– Йылҡы түгел, һарыҡ көтөрһөң, – тине рәйес.
Нәғим шулай итеп һарыҡ көтөүсеһе булып китте. Тағы ике ҡатын бар.
Ашарға наҡыҫ, өҫтә йүнле кейем юҡ. Бер һарыҡты, бер генә бәрәсен дә юғалтырға ярамай. Һәр береһе ҡаты иҫәптә. Һарыҡтар яланда бәрәсләһә, бәрәстәрен биш-алтауын бер тоҡҡа һалып, яурынына аҫып фермаға йүгерергә тура килә.
Бер кис өйөнә күрше йәшәгән инәй килеп инде.
– Улым, яңғыҙыңа ҡыйын даһа. Беләһеңме, һинең бит әсәйеңдең атаһы – олатайың бар. Күрше районда леспромхозда эштәй. Мәйтәм, әллә уға барып ҡарайыңмы? – тине.
– Белмәйем ул уны.
– Әсәйең мәрхүмә булғанда кигәйне ләһә, таныштырманымы ни үҙе менән?
– Ҡустым менән икебеҙҙе ҡосаҡлап, арҡабыҙҙан һөйгәйне ул бер бабай. Шулмы, инәй? – Олатаһы барлығын ишетеп, Нәғим ҡыуанып китте.
– Әйе, үҙе. Аптырайым, ниңә ул һеҙҙе шунда апҡайтмаған икән?
Орҡоя әбей Нәғим эргәһенә килеп ултырҙы.
– Әллә шунда барып ҡарайыңмы? Үҙ балаһының үкһеҙ етем балаһын, моғайын да, кире сығарып ебәрмәҫ.
– Улай булғас, председателгә аңғартайым да иртәгә үк юлға сығам.
– Ҡана, ҡайта һалып, юлыңа берәй нәмә әҙерләп бирәйем. Оҙон юл, асығырһың.
Орҡоя әбей ҡабаланып, сыға һалып китте.
Олатайҙы эҙләп
Иртәгәһенә күршеһенең ҡырҙыҡтан, алабутанан бешергән икмәген, арыуыраҡ күренгән кейемдәрен бәләкәй киндер тоҡҡа һалып алып, оҙон юлға сыҡты Нәғим. Май айы булһа ла, ағастар япраҡ ярмаған әле. Юлда, исмаһам, ҡуҙғалаҡ та осрамай. Ауылынан егерме саҡрымдай ары ятҡан бер ауылды урап үтте. Орҡоя инәһе юлды ҡат-ҡат өйрәтеп аңлатҡайны. Бара биргәс, тағы ауыл күренде. Нәғимдең аяҡтары талды, арыны, асыҡты, һыуһаны. Саҡ-саҡ атлап, һөйрәтәләнеп килеп инде ауылға. Олатаһына нисек барып етергә, күпме ара ҡалды икән? Тирә-яҡҡа ҡарап торҙо ла ситтәге бер өйгә барып инде. Уның кеүек үткенселәр күптер, күрәһең. Килеп инеүсегә хужабикә бер ҙә аптыраманы. Яғымлы ҡарашлы, матур ғына ҡатынға ҡарап, ни әйтергә белмәй, тупһала тапанып торҙо.
– Үт-үт, тартынма! – тине йомшаҡ ҡына итеп. – Алыҫтан киләһең, ахырыһы.
Нәғимдең тамағына төйөр тығылды, күҙе йәшләнде.
– Һаумыһығыҙ, апай, Сәйет ауылына китеп барам. Юлды оноттом.
Өй йылы, плитәлә аш бешә, ахырыһы, еҫе таралған. Ул төкөрөгөн йотоп, тамшанып, шул яҡҡа ҡараны.
– Хоҙайғынам, ниндәй хәлгә төштөк, – тип уфтанды апай. – Үтеп ултыр, туғаным, әйҙә, үҙәк ялғап сыҡ.
Ул һаман урынында баҫып торған малайҙың бит-ҡулдарын йыуҙырып, тиҙ генә аш һалып бирҙе, мәтрүшкә сәйе эсерҙе.
– Унда кемең йәшәй? Алыҫ бит, тағы утыҙ саҡрымдай атларға тура киләсәк, – тине борсолоп.
– Олатайыма барам. Һеҙгә рәхмәттәр яуһын, апай. Изгелегегеҙҙе һис онотмам!
– Тәрбиәле малайға оҡшағанһың, яҡшы уҡығанһыңдыр мәктәптә, матур һөйләшәһең, –тине апай йылмайып. – Ҡайһы бер юлаусы рәхмәт тә әйтә белмәй. Өйөм ситтә булғас, йыш күренәләр. – Ул Нәғимгә текләп, баштан-аяҡ ҡарап ултырҙы. – Хәлгенәң шәптән түгеллеген күрәм. Юлыңа ашарға ла һала алмайым, шуға көйөнәм. Булған ғына ономдан ыумас ыуғайным.
– Апай, бындай ашты күптәнән ашағаным юҡ ине. Рәхмәт! Бик тәмле булды.
– Эй, балаҡай, нисек кенә барып етерһең икән. Һин бер үк ял итәм тип, ергә ултырып ҡуйма, ҡабат тора алмаҫһың. Юлда тағы берәй ауылға инеп сәй эсеп алырға тырыш, – тип оҙатып ҡалды.
Өйҙән сығыуына бер малай ҡаршы осраны.
– Эй, малай, Ғәлиә учителдә нимәңде ҡарап йөрөйһөң? Һин кем?
– Учителме әллә?
– Әйе, беҙҙең апай ул.
– Юл һораштым.
– Ә-ә-ә, ярай, атыу кемеу тиһәм. – Малай ергә сырт төкөрөп, китеп тә барҙы.
Үҙен йыуындырып, туйындырып сығарған өйгә әйләнеп ҡараны. «Уҡытыусылар шулай һәйбәт була. Әгәр иҫән-һау үҫеп етһәм, мин дә уҡытыусы буласаҡмын ошо апай һымаҡ», - тип ары атланы.
Уҡытыусы апай өйрәтеп ебәргән ҙур ауыл күренгәс, Нәғим тау башынан ҡарап торҙо. Былай ҙа ҙур ауыл була икән дәһә тип, бер ташҡа хәл алырға ултырҙы. Бер аҙҙан тороп китәйем тигәйне, быуындары тотмай, ергә йығылды. Тегеләй-былай итеп, торорға күпме маташһа ла, ҡалҡына алманы. “Их, ниңә генә ултырҙым, уҡытыусы апай иҫкәрткәйне бит”.
Күпме маташҡандыр, бәхетенә күрә, ҡулына йүгән тотҡан бер ир килеп сыҡты.
– Нимәшләп улай ерҙә ятаһың? Кем балаһы? – тип һораны эргәһенә килеп.
– Һаумы, ағай! Аяғымдың хәле бөттө лә ҡуйҙы, тора алмай ыҙалайым.
Ат ҡайғыһы китте ирҙә. Малайҙы күтәреп торғоҙоп баҫтырҙы.
– Ай-ай, ни ғәләмәт булды? Һы, ни хәл итергә? Ҡалдырып та китеп булмай. Әйҙә, үҙебеҙгә апҡайтайым. Яҡын, ана ғына.
Уларҙы күреп, ҡатыны йүгереп килеп сыҡты.
– Кемеуы был, Ғазыуан? – тип аптырап һораны.
– Мосафир бала. Өйгә индерәйек. Сәймә, нимәң бар, ашат малайҙы. Әҙерәк хәл йыйһын.
Хужабикә бер туҫтаҡ ойотҡан тотторҙо. Икмәк бирҙе.
– Аша, аша, арыуланырһың.
– Ҡайҙа китеп бараһың? Беҙҙең ауыл балаһына оҡшамағанһың, - тип һораша башланы ағай кеше.
Ойотҡанын эсеп бөткәс, Нәғим уларға үҙ тормошон һөйләп бирҙе. Йәлләп, баштарын сайҡай-сайҡай тыңланылар.
– Шулай инде, күрһәтә күрмәгәндәреңде. Ай, Аллаһ, олатаңды нисек кенә табып алырһың икән, ә?
– Бөгөн йөрөмә, ял ит, иртәгә иртүк сығырһың юлға, – тип үҙҙәрендә ҡалдырҙылар.
Шуны ғына көткәйне Нәғим, ҡыуанысынан хужаны ҡосаҡлап уҡ алды.
Йоҡонан уянғанында ағай өйҙә юҡ, хужабикә түрбашта нимә менәндер булыша.
– Сәймә апай, уйланып яттым әле. Ауылығыҙ бигерәк ҙур икән, бәлки, миңә ошонда берәй эш табылыр, ә? – тине.
– Әлләсе, ҡустым, савхуз кантурына барып, Мирза тигән ағайҙы табып, аңғартып ҡара хәлеңде. Мужыт эш тә табыр.
– Атыу шайтып ҡарайым.
– Моғайын да, ауыҙыңа һуҡмаҫ. Кантур ҙа бынан алыҫ түгел ул. Ана ғына, ҡара әле килеп, күрәһеңме? – Сәймә апай был яҡҡа ике ҙур тәҙрәһе күренеп торған бинаны күрһәтте.
– Барайым әле.
... Етәксе урынында ултыра ине. Хәл-әхүәлен, ҡайҙан, нимә эшләп йөрөүен һорашҡас, текәлеп ҡарап ултырҙы.
– Сыҡмаған йәнең ҡалмаған, ҡустым. Кәүҙәң бәләкәй малайҙарҙыҡы һымаҡ булһа ла, телеңә ҡараһаң, мал көтөүсе түгел, ә берәй ҙур кеше сығыр һымаҡ. Һиңә мал ҡарарға түгел, ә үҙеңде ҡарарға кәрәк – ул шулай тине лә ашығып сыҡты ла китте.
Нәғим баҫҡан ерендә торҙо ла ҡалды. «Инде нишләргә? Ошонда ятып үлергәме, әллә тағы тәпәйләргәме? Юлдың күп өлөшө үтелде ләһә».
Ҡабаттан Сәймә апайҙарға китте. Ул әҙерләп ҡалдырған сәйҙе эсеп алғас, артабан юлын дауам итергә булды.
Ауылды үткәс, артына әйләнеп, ниңәлер ошонан киткеһе килмәй ҡарап торҙо. Күпме ара үтелде, алда ниҙәр көтә? Олатаһы йәшәгән леспромхозды ҡайһылайтып ҡына табыр? Ҡабул итерҙәрме? Өләсәйең үгәй, тигәйне Орҡоя инәй. Кире бороп сығарһалар нишләр? Ошондай ауыр уйҙар менән саҡ-саҡ атлап, кисләтеп кенә барып етте. Һораша-һораша олаталарына килеп ингәндә аяҡтарында баҫып торорлоҡ хәлдә түгел ине. Өйҙәгеләр аптырап ҡалды.
– Ошо хәйерселәр биҙрәтте. Иркенләп сәй эсер әмәл дә юҡ, – тип өләсәһе һуҡрана-һуҡрана ишек төбөнә ултырғыс ҡуйҙы.
— Нәғим балам, һин түгелме? – Олатаһы килеп малайҙы ҡосаҡланы. – Нисек таба алдың, ҡустың ҡайҙа? Ҡалайтып, кем менән килеп еттең?
– Ҡустым детдомда, – тине ҡурҡып ҡына. – Миңә һине өйрәтеп ебәрҙеләр. Һыуһаным. Яңғыҙым килдем.
– Эй, балаҡайым! Әйҙә, кил, сәйгә ултыр. – Олатаһы ейәнен эргәһенә ултыртты. Алдына картуф, икмәк һалды.
Тәмле сәй эсеп, ашап алғас, күңеле күтәрелеп, шәбәйеп киткәндәй тойҙо үҙен.
Бер ни һиҙмәй йоҡлаған. Тауышҡа уянып, күҙен асты. Ололар сәй эсә. Өләсәйҙең тауышы уҫал, ҡаты сыға.
– Хаммат, ейәнеңде бөгөн үк эшкә апсыҡ, – ти ул.
– Әҙерәк ял итһәсе, күрҙең дәһә ниндәй сүрәттә икәнен.
– Эшләп ашаһын, артыҡ тамаҡ аҫрар хәлем юҡ, – тине ҡырҡа ғына. – Ана, хәҙер үк һайғау ҡырҡырға сыҡһын. Ун һайғауға бер һум түләйҙәр. Күрше малайҙарына эйәртеп ебәрәм.
– Ярай, әбей, үҙең ҡара.
Олатаһы ҡабаланып эшенә сығып китте.
Сәй эскәс, өләсәһе Нәғимдең ҡулына балта тоттороп, һайғау ҡырҡырға ебәрҙе. Ни бары өс һайғау йыға алды малай, әммә уларҙы һөйрәтеп урынына алып барырға көсөнән килмәне.
– Һин, малай, бында аяҡ аҫтында буталып йөрөмә, – тигәстәре, илап ҡайтып китте.
Өйҙә өләсәһе пыр туҙынып әрләшеп йөрөй.
– Кисен ҡараңғыла күрмәгәнмен. Йүнһеҙ, беткә батырҙың бит беҙҙе. Эшкә лә эшкинмәйһең. Хәҙер үк күҙемдән юғал! Ана, бетле бушлатыңды сығарып аттым. Ҡымжышып йөрөйҙәр, ҡороғорҙар.
Аҡырып әрләй генә. Шул саҡ олатаһы ҡайтып инде.
– Ә-әә, шулаймы ни? Бетләгәнме? – Ейәненә ҡарап торғас: – Әйҙә, улым, чүркә мейесенә барып, беттәреңде ҡыҙҙырайыҡ әләйһәң, – тине. Ҡарт тракторҙар өсөн чүркә киптерә икән.
Нәғим аптыранып, кейемдәренә ҡараны, башын тотҡоланы.
– Миндә бер ҡасан да бет булғаны юҡ. Ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң ул бөжәктәр?
– Ана, бушлатыңды ҡара ышанмаһаң.
Нәғим барып бушлатты тотоп ҡараны.
– Айй, мин быны кисәге һеҙҙең ауылға инер ерҙә табып алдым даһа. Ағас ботағына элеп киткәндәр. Кейеп ҡарағайным, арыу күренгәс, тоғома һалдым. Эшкә кейергә ярай, тип ҡыуанғайным.
– Ҡәһәре тигер малай, кеше элеп киткән инде, бетле булғас, йә берәй үлектекелер. Әҙме ни хәҙер ундайҙар. Һин ишшу шуны өйгә индереп тороп һалып ҡуйғанһың. Нимәгеҙҙе ҡарап тораһығыҙ? Бетле әйберҙәреңде лә алып кит бынан! – тип ҡысҡыра быларға.
– Әйҙә, улым!
Бер аҙ бара биргәс:
– Улай уҡ боҙоҡ түгел ул өләсәң, туҙына-туҙына ла тиҙ онота. Ике малайҙан да хат юҡ. Һуғышталар. Шуға ла көйәләнеп бер була. – Олатаһы ҡарсығын йәлләп килә. Нәғим һаман кейемдәрен ҡапшап, бөжәктәр эҙләп маташа.
– Бөтәһе лә һәйбәт кенә башланғайны лаһа, ҡайҙан ғына килеп сыҡҡан был мәхлүктәр. Шунсама саҡрымдар юл үтеп килдем. Их, хәҙер ҡайҙа барырға?
– Табырбыҙ берәй әмәлен. Түҙәһең инде, башҡа сара юҡ.
Хаммат ҡарт ейәнен яр аҫтына ҡаҙып эшләнгән мейескә индереп ебәрҙе.
– Мин тиҙҙән килермен, ошонда ғына тороп тор. Төпкә үтмә!
Нәғим 4-кә 5 ҙурлыҡтағы бүлмә эсенә күҙ йүгертте. Ике ҙур тимер мейес. Ул мейестәрҙән тимер урындыҡтар буйлап торбалар китә. Шунда күп итеп чүркә һалалар. Мейестәр тыштан яғыла. Ике мейес араһы метр самаһы. Ғүмерҙә лә бындай мейестәрҙе күргәне юҡ.
Шул арала бүлмә эсе ныҡ эҫене. Тәнде бешереп алып килә. Битен ышыҡлайым тип, кейемдәрен яндырып бөттө. Эләүкәгә менеп, чүркәләргә күмелеп тә маташты. Ишекте эткеләй, сыҙар әмәле ҡалмағас, ҡысҡырырға тотондо. Олатаһы юҡ та юҡ. Оҙаҡ һымаҡ тойолдо үҙенә. Килгәнендә эргәлә генә йылға күреп ҡалғайны. Бәлки, берәйһе һыуға төшөр тип, бар көсөнә ҡысҡырҙы. ”Ҡотҡарығыҙ! Ишекте асығы-ы-ыҙ! Яна-а-ам!” Ярай әле бер ҡатын һыуға килгән. Олатаһы ишек йоҙағын тыштан элеп киткән. Ҡатын ишекте асып ебәреп, сығарып, биҙрәләрендәге һыуын һибеп, алдында торған шыр яланғас малайҙы ҡосаҡлап илап ебәрҙе. Тауыштарҙы ишетеп, йылғаның арғы яғында чүркә бысыусы ҡатындар йүгерешеп килде.
– Айй-ай-яй, унда нимәшләп бикләп киттеләр? Кем малайы?
– Бешеп үлә яҙғанһың даһа.
– Олатайым беттәремде яндырырға тип ҡалдырып киткәйне.
– Китсе. Атаҡ-ата-а-аҡ! Тыштан бикләп тороп ни.
Ҡатындар «ах» та «ух» килешеп, кемдең нимәһе артыҡ, шуны сисеп биреп, Нәғимде кейендереп ҡуйҙылар. Әлдә салбары янмаған, уныһына ҡыуанды.
– Бахыр ғына, ҡарасҡыға оҡшап ҡалдың даһа, йә ярай, шыр яланғас түгелһең әле.
– Ҡабат олатаңдарға барма, ана, әллә ни алыҫта ла түгел бер ҙур ауылда детдом бар. Хәҙер үк шунда кит.
– Ул ауылда кисәге генә булдым. Ниңә әйтмәнеләр икән? Унда һәйбәт кешеләр йәшәй, моғайын да, ярҙам итерҙәр, – тине Нәғим ҡыуанып.
– Бар, балаҡай, бар шунда.
– Эй, бахырҡай, бер үлемдән ҡалдың, йә инде.
– Рәхмәт, инәйҙәр, апайҙар!
Ҡатындар юл өйрәтеп, илашып оҙатып ҡалды.
Әҙерәк бара биргәс, Нәғимде икеле уйҙар солғап алды. “Олатайҙарға барып, әйтеп китергә кәрәктер ул. Эҙләһә, борсолһа? Шул арала ғына ул олатаһын яратып та өлгөргәйне. Кисәге эргәһенә ултыртты, арҡаһынан һөйҙө. Әрләмәне лә. Ял итеп алһын әҙерәк, тип яҡлашҡайны. Ҡарт бит. Ярай, барып урынлашһам, килеп хәлемде белгертермен, ҡатындар ҙа, моғайын, ҡайҙа киткәнемде әйтерҙәр. Онотҡандыр ҙа, яңылыш ҡына бикләгәндер, йә әбейе берәй эш ҡушып оҙаҡлағандыр. Ваҡыт та тиҙ генә үткәндер, шул арала ғына бит. Кем белә, бәлки, үҙе лә килеп сығыр эргәмә. Олатайҙар улай яуыз булмай”.
Нәғимдәрҙең ауылда олаталары бар ине. Атайҙарының атаһы. Ҡарт ине. Һуғыш алдынан ғына үлеп ҡалды. Үгәй булһа ла, өләсәләре һәйбәт, был өләсәй кеүек уҫал түгел. Нәғимдәргә ярҙамлашып торҙо.
Их, Абзал олатайым булһамы, күтәреп кенә йөрөтөр ине. Ауылдың иң оло, иң мөһабәт кәүҙәле ҡарты. Унан ҡурҡтылар ҙа, ихтирам да иттеләр. Шул Абзал олатаһына бәйле бер ҡыҙыҡ иҫенә төштө.
Олатай ниңә сөскөргән
– Нәғим ағай, сыҡ әлеү тышҡа-а-а! – Күрше ҡыҙҙары Маһира менән Заһира тора тәҙрә алдында. Нәғимдән бер-ике йәшкә кеселәр. Ул үҙе лә мәктәпкә бармағайны әле.
– Тиҙерәк бул, ағый!
Нәғим теләр-теләмәҫ кенә ҡыҙҙар янына сыҡты.
– Нимәкәй? Нимәгә сыҙамай тыпырсынаһығыҙ?
– Абзал олатайҙарға бараңмы беҙҙең белән?
– Үҙегеҙ барығыҙ! Нимәгә?
– Беләңме, ул сөскөрөп ебәрһә, тәҙрә сыңғырҙай, хатта ер һелкенә, ти әсәйем. Ысынмы? Әйҙә, улар алдында барып көтөп ултырайыҡ.
– Нимә? Имеш тәһә! Алдашмағыҙ. Ғүмерҙә лә ишеткәнем булманы. Үҙегеҙ барығыҙ, миңә кәртүк утарға ҡушылған.
– Ысын ғына. Әйҙә инде, беҙ ҡурҡабыҙ. Ер һелкенеп китһә, нишләрбеҙ. – Ныҡыша ҡыҙҙар. Шулай ҙа малайҙың үҙенә лә ҡыҙыҡ булып китте.
– Һы, ысын микән? Ҡасан сөскөрә?
– Көтөп ултырабыҙ өй алдында.
– Ярай.
Өсәүләшеп барып олаталарының өй нигеҙе буйына ултырҙылар. Шылт иткән тауыш та юҡ. Байтаҡ ултырғас, Нәғим солан ишеген ҡарап килергә булды. Ишеккә терәү терәтелгән, тимәк, өйҙә юҡтар.
– Ултырабыҙ шунда юҡты көтөп, өйҙә юҡ улар. Һыпыртығыҙ бынан.
...Иртәгәһен төшкә ҡарай тағы киттеләр. Өйҙәләр икән. Кисәнге урындарына ултырҙылар. Тәҙрә ярығынан өйҙән тәмле еҫтәр сыға.
– Өләсәй йыуаса бешерә.
– Йома бөгөн, таба еҫе сығара, – ти Маһира.
– Ашағы килә лә ул.
Шул саҡ яңы ғына бешкән йыуаса тотоп, Шафиҡа өләсәй килеп сыҡты.
– Бында нимәштәп утырағыҙ, тәнәйҙәр? – ти эргәләренә килеп.
– Ял итәбеҙ!
– Мәгеҙ, ашап ултырып ял итегеҙ. Әле генә бешкән. Ҡалай һәйбәт булды.
Балалар ҡыуанышып йыуаса ашарға тотондо.
– Олатайым өйҙәме, Шафиҡа өләсәй? – тип һораны Нәғим.
– Урмандан килеп, серем итергә ятты. Хәҙер сәйгә уятам.
– Инәй, апам бөгөн ниңә сөскөрмәй? – тип һорай Маһира.
– Тиктомалға ниңә сөскөрһөн.
– Ул сөскөргәндә ер һелкенә, тиҙәр ҙәһә, – Заһира һүҙгә ҡушыла.
Әбей кеткелдәп көлөргә тотондо.
– Ай, балалар. Бабайҙы сөскөртә торған ағасты ҡырҡып ырғыттыҡ таһа. Хәҙер һирәк кенә сөскөрә.
– Эй-й, беҙ ишетмәй ҡалдыҡ.
Балалар көлөшә-көлөшә ҡайтып китте.
– Һеҙгә эйәргән мин иҫәүән. Өлкән башым менән.
– Зату беҙҙең арҡала йыуаса эләкте...
...Ниңә был олатайымдың әбейе Шафиҡа өләсәйем һымаҡ һәйбәт булмаған икән. Мине башта уҡ яратмағайны.
Шулай ҡайғырып, уйланып килә Нәғим.
Балалар йортон эҙләп
Байтаҡ ара үткәс, Нәғим ҙур булмаған йылға кисеүендә туҡтаны. Тамағы кибеп, күҙ алдары ҡараңғыланып киткәс, һыу эсеп алырға булды. Эйелгәйне генә, ярға ҡоланы. Аяғы, ҡулдары быуынһыҙ булып, хәрәкәтһеҙ ҡалды. Битенә йәбешкән себен-бөжәктәрҙе лә ҡыуырға хәле юҡ. “Үлеү шулай буламы икән? Йәшәге килә. Ҡустым минһеҙ ҡалайтыр?” Ул күҙҙәрен сырт-сырт йомғоланы. Баяғы апайҙар әйтмешләй, фәрештәләрем ярҙамға ашыҡһа ине. Бар улар, килгәнемдә яңғыҙ ҡалдырманылар». Бите буйлап аҡҡан күҙ йәштәренә себендәр оторо йәбеште. Уйҙарын машина тауышы бүлде. Нәғим шул яҡҡа ҡарай башын ҡалҡытты. Таҡта тейәгән өс йөк машинаһы килә. Алдағыһының шоферы “туҡтағыҙ” тигән сигнал бирҙе. Ике ир Нәғим эргәһенә йүгереп килеп етте.
– Нишләп унда ятаһың? Тапалаһың бит! – тип ҡысҡыра береһе.
– Тор, ҡустым!
– Торорға хәлем юҡ, булһа, анау алдағы ауылдағы детдомға барып етеп йығылыр инем.
– Һы, теле шәп үҙенең. Һындымы аяғың?
– Һынманы ла, ауыртманы ла, тик йөрөмәне лә ҡуйҙы. Ҡулым да шулай. Себендән таланып ятам, – тине малай.
– Етерһең тиҙҙән, ана ғына ята.
Шоферҙар йылғаға төшөп йыуынып алғас, ашарға булып киттеләр. Тәмле еҫтәргә Нәғимдең башы әйләнеп киткәндәй булды хатта. Береһе килеп Нәғимгә бер бөтөн икмәк һондо.
– Мә, ашанып ал, шәбәйерһең.
– Их, ашар инем, ҡулдарым ҡыбырҙамай, – тине.
– Ай-ай-ай, эштәрең хөрт тәһә. Ҡалайтып ҡарарға? Ҡана, иң тәүҙә битеңде таҙартайыҡ, алмаҫтар атыу үҙеңде.
Шоферҙар малайҙың битен йыуып һөртөп, күтәреп алып таҡта өҫтөнә һалып, ҡолап төшөп ҡалмаһын өсөн уға ҡуша бәйләп ҡуйҙылар.
Эй, зәңгәр һауа, рәхмәт һиңә, изгеләреңде ебәрҙең юлыма тағы ла. Былай булғас, бирешмәм тип, ҡыуанып килә күккә ҡарап. Бер аҙҙан машина туҡтаны. Шоферҙар малайҙы төшөрөп, ергә һалды.
– Ауылға теймәйбеҙ. Хәлең насар икән шул. Зыярат эргәһендә ҡалдырып китәбеҙ.
– Берәй мәрхәмәтлеһе осрап, соҡор ҡаҙып күмеп китер, исмаһам, – тине шым ғына береһе икенсеһенә. Ишетте Нәғим, ҡолаҡҡа һаҡ ул.
– Үлмәйем! Ярҙамсыларым килеп сығасаҡ барыбер, – тине Нәғим.
– Ҡана һуң. Яҡшы булыр ине лә!
Эргәһенә икмәген дә һалып киттеләр.
Икмәк еҫен еҫкәй-еҫкәй шатланып ята. «Ошо икмәкте бер юлы бөткәнсе ашаһаң, нимә булыр ине икән? Күмәгебеҙ әҙләп кенә әллә нисәмә көн ашаныҡ, әле бер үҙемә ҡалдырҙылар. Юҡ, ярамай бер үҙемә, эсем күбеп шешенер. Еҫенә генә туяйым. Эт-ҡош ҡына килеп сыҡмаһын». Шулай ҡыуанып ята ине, эргәһенә ағас тейәлгән арба килеп туҡтаны.
– Тпрууу, нимәштәп ятаһың ул унда? Әйҙә, арбаға ултыр! Ҡайҙа бараһың? – тине оло ғына бабай.
– Хәлем юҡ бит, ятмаҫ та инем, анау ауылдағы детдомға китеп барам.
– Бахыр, шыуышыпмы? Вәт һин уны. Ҡалайтып ҡарарға һуң?
Бабай Нәғимде арбаһына күтәреп һалды ла, балалар һымаҡ һеңкелдәп илап, Гитлерҙы әрләне, ҡат-ҡат ҡарғыш яуҙырҙы. Әйтерһең, фашист килеп аяҡһыҙ итеп киткән. Нәғимдең көлкөһө килеп китте хатта.
– Ҡәһһәре тейгер нимес, ни хәлдәргә ҡалдырған. Нисек кенә әҙәм булып китер был бала?
Шулай илай-һөйләнә Нәғимде ике бүрәнә араһына һалып, арҡан менән бәйләп ҡуйҙы.
Ҡарт Нәғимде балалар йорто баҡсаһы эргәһендә үҫкән йыуан тирәк төбөндә ҡалдырҙы.
– Миңә рәнйемә, улым. Ҡалайтайым, хәлемдән килгәнен эшләнем, – тине.
– Изгелегегеҙҙе онотмам, рәхмәт!
...Май ҡояшы аҫтында: йә күләгәлә, йә ҡояшта кискә тиклем ятты Нәғим. Ағас башындағы ҡоштар төшөргән тиҙәккә күмелеп бөттө. Эргәләге ҙур йорттан балалар ҡысҡырышҡан, көлөшөп уйнаған тауыштар ишетелә. Ҡайһылары күреп ҡалып килеп, таяҡ менән төрткөләп ҡарай.
– Эй, малай, тор!
– Ҡарасҡы! – тип шарҡылдашып көләләр.
– Көлмәгеҙ, мин дә һеҙҙең кеүек етем. Зинһар, директорҙы саҡырығыҙ! – тип үтенә. Уҡымышлы, яҡшы күренер өсөн шиғыр һөйләй, йырлап та ебәрә.
Ҡыҙарып та сыҡҡан, ай, ҡояштың
Нурҡайҙары төшә диңгеҙгә.
Ирекле лә рәхәт тормош бирҙең,
Юлбашсыбыҙ Ленин, һин беҙгә!
Менәбеҙ ҙә тауҙың ай башына,
Эләбеҙ ҙә флаг ташына.
Беҙ төҙөйбөҙ илдә коммунизм,
Ойошоп коммунистар сафына.
Шулай ҙа эргәһенә директор килде. Нәғим уға күргән михнәттәрен һөйләне. Аяҡ-ҡулы йөрөмәһә лә, теле шәп, тағы белгән шиғырҙарын ятлап күрһәтте. Директор башын баҫып тыңлап торғас:
– Нишләйем һуң, ҡустым, ярамай. Һин бит икенсе райондан. Белеп ҡалһалар, мине эштән ҡыуырҙар йә төрмәгә тығырҙар, – тине лә ауыр һулап китеп барҙы.
Кискә табан Нәғимдең тауышы сыҡмай башланы. Хәҙер йырлай ҙа, шиғыр ҙа һөйләй алмай. Күҙе һаман шул ылыҡтырған ҙур йортта. Әйтерһең, унда барып эләкһә, бөтә ыҙалары юҡҡа сығыр, иң бәхетле көндәре башланыр кеүек. Йылылыр. Тәмле аштары, өҫтәл тулы икмәктәрен күҙ алдына килтереп, тамшанып ята.
Эңер төшә башлағайны, дүрт малайҙы эйәртеп директор килде.
– Ятаһыңмы һаман?
– Атлай алмағас, ятам шул, – ти Нәғим. Моғайын да, алып китергә килгәндәрҙер тигән шатлыҡлы уй үтте башынан.
– Үлеп ятһаң, ғүмер буйы үкенермен, үҙемә төрмә янаһа ла, алмай сарам юҡ, – тине директор.
Дүрт малай Нәғимде күтәреп алып, ашхананың бер мөйөшөнә индереп һалдылар.
– Был малайға ҡапыл ғына ашатмағыҙ, ҡалаҡлап ҡына ауыҙына һурпа ҡойоғоҙ!
Ашнаҡсыларға шундай бойороҡ биреп сығып китте директор.
Ике аҙна буйы Нәғим ашхананың кәрәк-яраҡтары һаҡланған бүлмәһендә урынынан тора алмай ятты. Уны ҡарарға тип Ғәйшә тигән ҡатынды беркеттеләр.
Һынауҙар, һынауҙар...
Әҙерәк арыуланғас, ятаҡҡа күсерҙеләр. Шатлығының сиге булманы. Ҡараусыһы Ғәйшә апайына ҡат-ҡат рәхмәттәр әйтте. Тәүҙәрәк балалар араһында ла ыҙа сигеп алды. Йоҡлар алдынан Нәғимдең карауатынан юрғанын, матрасын тартып алып, тәрбиәсе иртәнсаҡ килгәнгә тиклем ҡаҡта йоҡлаттылар. Ошаҡлашырға, ҡаршылашырға көсө юҡ.
– Малайҙар, өшөйөм дәһә. Мин дә шул һеҙҙең кеүек бит, – тигән була ялынып.
Хахылдашып көлөшәләр.
– Ошаҡлашһаң, бөттөң. Ҡарышлауыҡ һымаҡ шыуышып килеп ингәнеңде онотма.
– Бысраҡһың, бетлеһеңдер ҙә.
– Селәүсен, селәүсен! – тип күҙенә инеп кенә килә буйға бәләкәй генә булһа ла Яхъя тигәне. Уны ололары ҡоторта.
Һынауҙар, кәмһетеүҙәр оҙаҡҡа һуҙылманы. Директорға еткергәндәр, күрәһең. Нәғимдең бер үҙен санчасҡа һалдылар. Медсестра ла килеп тикшереп тора. Нығынды малай. Август айының, малға аҙыҡ әҙерләүҙең ҡыҙыу мәлендә, инде арыуланып киткән Нәғим үҙен ҡарап аяҡҡа баҫтырған Ғәйшә апайына бесән эшләшергә йөрөй башланы.
– Бесән рәтен беләһең. Малығыҙ булғандыр, – тип һораны Ғәйшә.
– Һыйырыбыҙ, һарыҡ-кәзәләребеҙ бар ине. Беҙҙә һеҙҙәге һымаҡ ялан ерҙәр күп түгел. Ауыл тирә-яғында урман, тауҙар. Арбаға тейәлеп, алыҫҡа йөрөй инек бесәнгә. Күңелле ине. Ағайым шунда үҫкән ҡурай үләненән ҡурай эшләп ала ла уйнап ебәрә. Ҙурая биргәс, миңә лә өйрәтәм тигәйне лә. Ағайым бейеүсе лә булды.
– Эй, бахырҙар, бик иртә мәрхүм булып ҡалғандар икән. Һин дә өйрәнерһең, беҙҙә кружок тигән төрлө нәмәләр бар. Йөрөрһөң.
– Их, сабынлыҡта эскән сәйҙәр бигерәк тә тәмле шул. Арыуҙар ҙа онотола. Һинең яҡшылығыңды һис онотмам, апай, - тигән була Нәғим хисләнеп. Ғәйшә апай ихлас көлөп ҡуйҙы:
– Мин дә һиңә эҫендем. Һиңә йәшәргә лә йәшәргә әле. Миңә ярҙамсы булдың. Яңғыҙыма барыбер ҙә ауыр булыр ине. Ике генә бөртөк кәзәмә артығы менән эшләп ҡуйҙыҡ. Шуға һөйөнөп ултырам. Үҙең дә нәсилә ҡалдың, үлеп кенә ҡуймаһын тип ҡурҡтыҡ таһа. Директор эргәңдән китмәне, рәхмәт яуғыры. Ата-әсәң шулай иртә китеп барҙылармы ни һеҙҙе ҡалдырып? Һорашырға ҡыйманым.
– Атайымды ағас баҫҡан. Оҙаҡ ятманы. Ағайым һуғышта үлде. Ике ҡустым, әсәйем шешенешеп ятып үлеп ҡуйҙылар. Күрше инәй серек картуфтан, тине. Ҡустым Сафиулла менән икебеҙ тороп ҡалдыҡ. Әсәйем ошо райондыҡы булған, туғандары ла юҡ тигәндәй. Атайымдың атаһы ҡартайып үлеп киткәйне. Ауылда баш терәр кешебеҙ ҙә ҡалмағайны... – Яҡындарын хәтерләп, Нәғимдең күҙҙәре йәшләнде.
– Ҡуй инде, бөтә ауырлыҡ бала-сағаға, ҡарттарға төшә. Иртә егелдегеҙ эшкә. Бигерәк оло бәйелһең. Күп нәмәгә өйрәнеп үҫкәнһең.
Ғәйшә урынынан тороп, сәйен эҫетергә булды.
– Хәбәр һатып ултырып, сәйнүкте бүҫкәрткәнсе эскәнбеҙ. Ҡыр сәйе тәмле шул.
***
Инде үҙен яҡларҙай үҫмер ҡорона еткәс, балалар йортонда тәртип урынлаштырырға уйланы. Башта уҡ Нәғимгә балалар араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәт оҡшамағайны. Бөтәһе лә уның кеүек бала, ауырлыҡтар күреп килеп эләккән, ниңә генә дуҫ, туғандар кеүек йәшәмәҫкә. Сосораҡтар яңы килгән балаларҙы ҡусты, һеңле итеп алалар ҙа уларҙың ризығының өлөшөн үҙҙәренә ҡайыралар. Яңылар нишләһен, күнә улар тәртибенә. Етемде етем талай булып сыға. Быға сик ҡуйырға кәрәк. Нәғим тәүге көрәшен шунан башланы.
Уға яуап итеп, уҡымай, эшләп йөрөгән малайҙар ҡаршы сығырға булған. Бер кескәй ҡыҙ килеп:
– Нәғим ағай, һиңә “темный” ойошторалар, туҡмарға йөрөйҙәр, – тип әйтте.
– Үҙебеҙҙекеләрме? Кемдәр?
– Үҙебеҙҙекеләр, атыу кем булһын. Һин дә бармаҡтарыңа ҡурғаш йөҙөк кейеп ал, – ти ҡыҙыҡай.
– Уныһы нимә була? – ти аптырап. Малайҙар ауылда ла тас та тос һуғышып китә. Йөҙөк тигәнен ишеткәне юҡ.
– Ағайымдыҡы ла бар ул. Миндә һаҡлап тота. Һиңә бирәйемме?
– Юҡ, кәрәкмәй. Иҫкәртеүең өсөн рәхмәт, ҡыҙыҡай.
Һуғыша белмәгән малай бармы ни! Нәғимдең ағайҙары һуғышыу алымдарын өйрәтә инеләр. Быға тиклем берәүҙән дә еңелеп ҡалғаны булмағайны. Ярай, килегеҙ, ҡарарбыҙ, тип тегеләрҙе көтөңкөрәп, һағайып йөрөнө.
Бер көн, һағалап тороп, өс малай уны мөйөшкә ҡыҫырыҡланы.
– Малайҙар, минән һеҙгә нимә кәрәк? Һеҙҙең һымаҡмын, артыҡ бер нәмәм дә юҡ. Әйҙәгеҙ дуҫ, татыу булайыҡ! – тине артҡа сигенә биреп.
– Ҡурҡаһыңмы, маңҡа малай. Нисек килеп эләккәнеңде онотма. Атыу хәҙер иҫеңә төшөрәбеҙ, – ти былар ыржайышып.
– Ҡыҫылып йөрөмә, бында беҙ хужа, белдеңме? Ант ит! Беҙҙең аяҡ араһында буталып йөрөмә.
– Иң элек үҙегеҙ ант итегеҙ: берәүҙе лә йәберләмәҫкә, урлашмаҫҡа, тәртип боҙмаҫҡа!
Тауышҡа малайҙар, ҡыҙҙар йыйылышып китте.
– Мин бер үҙем, ә һеҙ – өсәү. Оят түгелме? Әйҙә, туҡмағыҙ! – Нәғим батырайып китте.
Өсәүләшеп килеп йәбештеләр. Ҡайҙан көс, ғәйрәт килгәндер, Нәғим үҙе лә аңғармай ҡалды. Бирешмәне барыбер. Ҙурыраҡ малайҙар килеп тегеләрҙе саҡ айырып алдылар.
Нәғим еңеүсе ҡиәфәттә:
– Башҡаса килеп бәйләнеп йөрөйһө булмағыҙ! – тип ҡысҡырып ҡалды арттарынан. Башҡалар ҙа тиҙ генә таралышты.
Ҡустыһы Сафиулла иҫенә төшөп, күңелһеҙләнеп торҙо. “Ағый, ҡал, ҡурҡам”, – тип, ҡулын ысҡындырмай илағайны. Ошондағы бәләкәй малайҙар кеүек кенә. Унда нисек икән? Бында мине һымаҡ уны ла ҡыйырһыттылармы? Икмәген тартып алманылармы? Йүгереп сығып китерҙәй була. Эргәһендә булһа, етәкләп кенә йөрөтөр ине лә...
Ошо төрткөләшеү балалар араһында туғандарса яңы тормоштоң башланыуына сәбәп булды. Әлбиттә, директорға ла ошаҡлағандар.
Тиҙ арала йыйылыш булып, унда Нәғимде детсовет етәксеһе итеп һайлап ҡуйҙылар. Нәғимдең абруйы үҫеп, үҙен ҙур етәкселәй хис итеп, ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙе. Яуаплы бурысы үҙенә лә оҡшап ҡалды. Ярҙамсылары ла үҙе һымаҡ уҡыу алдынғыһы, тырыш, тәртиплеләр. Балалар араһында килеп тыуған сетерекле хәлдәрҙе тик шул советта ғына тикшерҙеләр.
Тәрбиәләнеүселәргә төрлө яҡлап үҫер өсөн мөмкинлектәр бар: ҡурай, баян, мандолина, флейта, фортепианола өйрәнергә мөмкин. Нәғим һүрәт төшөрөү түңәрәген яратты. Балаларҙың буш ваҡыты ла ҡалманы. Ярҙамсы хужалыҡ, тегеү машинкаһы, ағастан әйберҙәр эшләү станоктары бар. Ҡыҙҙар ойоҡ-бейәләй, башлыҡ, шарф бәйләй. Төркөмдәр араһында ярыштар ойошторолдо. Ултырғыс, балта, көрәк һаплау ярыштары үткәрҙеләр.
Ял көндәре концерт, спектаклдәр менән күрше ауылдарҙа сығыш яһайҙар. Уҡытыусы, тәрбиәселәр генә түгел, кер, иҙән йыуыусы, ашнаҡсы апайҙар ҙа ихлас ҡатнашты. Һуғыш, аслыҡ еле ҡағылған етемдәрҙе киләсәктә илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып сығырға тейешһегеҙ тип тәрбиәләгәндәренә, шулай уҡ директорға һоҡланып ҡарай Нәғим.
Балалар йорто директоры Рәйсә Йомағол ҡыҙын тәрбиәләнеүселәренә яғымлы, бер тигеҙ ҡарауы, йомшаҡ һүҙле булыуы өсөн ихтирам иттеләр. Балаларҙы ҡысҡырып әрләгәне ишетелмәне. Тәрбиәселәре лә уға оҡшарға тырышты. Тәртип боҙоусыларҙы директор үҙенсә тәрбиәләне. Ә балаларҙың әле бер, әле икенсе ҡырын эштәре килеп сығып ҡына торҙо.
Ошонда эшләгән уҡытыусы балалар йорто баҡсаһының бер мөйөшөнә картуф сәскән. Көҙөн ҡаҙып алырға килһә, һабағы бар, төбөндә картуфы юҡ. Аптырашып ҡарап торалар икән. Директор килеп йолҡоп ҡараған да:
– Йәһәт кенә Нәғимде ошонда алып килегеҙ! – тип бойорған.
Нәғим, нимә булды икән тип, бара һалып етте.
– Улым, бына һиңә көрәк, тоҡ, картуф ҡаҙ, – ти Рәйсә Йомағол ҡыҙы.
Нәғим бер нисә ояны ҡаҙҙы, ысынлап та эре картуф сыҡманы.
– Ошо йәшкә етеп һабағы булып та картуфы булмағанын күргәнем юҡ. Беҙҙең балалар соҡоп ашап бөткән булып сыға. Вәт һин уларҙы! Нәғим, хәҙер үк үҙең йәштәге малайҙарҙы йыйып алып кил. Бына тоҡтар. Үҙебеҙҙекен ҡаҙып алып килеп, ошо ергә ултыртығыҙ, шундай уҡ майҙан булһын! - тип бойорҙо.
Күмәкләшеп сүпләп, тиҙ арала тоҡтарға тултырып, күрһәткән урынға ултыртып ҡуйҙылар.
Бының өсөн директорҙан шелтә буласағын, йә ҡыуылырбыҙ тип ҡурҡып йөрөнөләр. Юҡ, әрләмәне, яза ла бирмәне.
– Үҙебеҙҙең абруйлы уҡытыусы алдында оятҡа ҡалдыҡ, балалар. Бына шул һеҙгә ҙур шелтә, – тине.
Нәғим активистарын йыйып, күмәкләшеп асыҡланылар, тикшерҙеләр. Ғәйеплеләр бындай хәлдең башҡаса ҡабатланмаясағына ышандырҙылар.
Бер көн Нәғимде тағы директор саҡыртты. Был юлы нимә ҡылдылар икән тип, ҡурҡа-ҡурҡа барып инде.
– Һаумыһығыҙ!
– Әлегә һау! – тине йылмайып.
Нәғим еңел һулап ҡуйҙы.
– Улым, ҡыйын булмаһа, икәүләшеп бер ергә барып киләйек әле хәҙер үк.
– Әйҙәгеҙ, ҡайҙа?
– Ярҙамсы хужалыҡҡа!
Икәүләшеп шунда киттеләр. Иң оста бер нисә түтәл. Осонда ғына һары сәскәһе булған үҫемлек эргәһенә алып килде директор.
– Йә, улым, бында нимә үҫкән? Кем сәсте? – ти түтәлдәргә күрһәтеп.
Нәғим тирә-яғына ҡаранды. Башҡа ошоға оҡшаған үләндәр күренмәй.
– Һы. Әллә, белмәйем, күргәнем дә юҡ. Беҙ сәсмәнек ул, – тине ыҡ-мыҡ итеп.
– Ошо йәшемә етеп, япраҡһыҙ сәскәле үҫемлекте минең дә күргәнем булмағайны. Бына күрҙек тә! – ти ул. – Үәт, мин директор, мәгеҙ, тартығыҙ тип һеҙгә тәмәке сәсеп биргәнмен булып сыға. Ә һеҙ ошонан файҙаланғанһығыҙ. Кемдең эше? Тап тиҙ арала. Тикшер!
Ҡаты-ҡаты ғына әйтте лә, шәп-шәп атлап китеп тә барҙы. Нәғим берсә түтәлдәргә, берсә япраҡһыҙ һары сәскәле үләнгә ҡарап тороп ҡалды. Сәскәһен өҙөп, еҫкәп ҡараны. “Бының нимәһен тартырға була һуң? Нисек?” Үҙе лә аңламаны.
Детсовет тағы эҙләнергә тотондо. Баҡһаң, үҙҙәренекеләр, ауыл малайҙары менән бергәләп, япраҡтарын өҙөп алып, ҡомға һалып киптереп, тәмәке итеп тартып йөрөгәндәр. Ошонан һуң детсовет, дружина советы ағзалары тәмәкегә ҡаршы көрәш йәйелдереп ебәрҙе. Тәмәкенең кешегә зарары тураһында стена газеталары сығарып элделәр. Карикатураларын Нәғим үҙе эшләне. Шәфҡәт туташтары менән берлектә, тәмәке тартыусылар менән айырым әңгәмәләр үткәрҙеләр.
Бер аҙҙан балалар йортонда, эшләп йөрөгән малайҙарҙан башҡа, тәмәке менән шаярыусылар күренмәне.
Хыялдар тормошҡа аша
Бында килгәндә иң һөйөндөргәне - педагогия училищеһының булыуы. Нәғим киләсәктә мотлаҡ уҡытыусы булырға ҡарар итте. Яратҡан директоры, тәрбиәселәре, уҡытыусылары, үҙен ашатып, йыуындырып сығарған уҡытыусы апай һымаҡ яҡшы, кешеләргә ярҙамсыл булғыһы килә. Әйе, ул да уҡытыусы, балаларға тәрбиә бирәсәк. Атаһы менән әсәһе, ағайы иҫән булһалар, ҡыуанырҙар, ғорурланырҙар ине.
Тирә-йүн шатлыҡҡа күмелгән. Күңелдәр көр. Бөтәһе лә фашистарҙың өңдәренә ҡыуылыуына шатлана. Әңгәмәләр бары Еңеү хаҡында. Ҡайҙа булһа ла гел бергә йөрөгән, үҙенең иң яҡын дуҫы, ярҙамсыһы Юлай ике ағаһының һуғыштан ҡайтып, үҙенә иң элек ҡайһыһы килер икән тип хыяллана.
– Бошонма, дуҫ, ағайҙарым йортобоҙҙо рәтләр ҡайтҡас, бергәләшеп матур итеп йәшәрбеҙ. Әйҙә, һин дә беҙгә бар, – ти ихласлап. Һине көткән кеше юҡ, тиһең дәһә.
– Мин, дуҫ, уҡытыусылыҡҡа уҡырға ҡалам.
– Етенән һуң да уҡытырға була, беҙҙең ауылда уҡытырһың.
– Ҡустым бар ҙаһаң. Уҡып бөткәс, ауылға ҡайтыр, армияға барыр. Атай нигеҙендә йәшәр. Әйҙә һин дә училищеға ин. Концерттарҙа кем һуң гармунда һыҙҙырыр?
– Әллә инде, ағайҙар ни тиер?
– Ҡыуанырҙар ғына. Улар кәләш алыр, балалары тыуыр. Һин улар менән бергә йәшәмәксе итәһеңме шунан? Балаларын ҡарашаһыңмы?
– Көлкө түгел дә ул. Ысынлап. Имтихандар нисек булыр, ҡарарбыҙ, уйларбыҙ.
...Дуҫы менән аңлашып алғандан һуң, Нәғим үҙенең яратҡан урынына, тәүге килеп ятҡан еренә, тирәктәренә китте. Балалар йорто яғына текәлеп, ҡуҙғала алмай тилмереп ятҡан урыны үҙенә ҡәҙерле, яҡын һаман да. Бына йырлап, шиғыр һөйләп ятҡан ер. Күп ваҡыт та үтмәне. Әйтерһең, үҙе бер ғүмер кеүек. Күккә ҡарап, үҙен күҙәтеп торған Хоҙайынан илап, ялбарып, килеп алыуҙарын теләгәйне. Малайҙарҙың мыҫҡыллы көлөүҙәре, таяҡ менән төрткөләүҙәренә түҙеп ятҡайны.
Ер һыу, дымлы булғас, эргә-тирәнән ҡоро ботаҡтарҙы йыйып түшәп алды. Күктә болот әҫәре лә юҡ. «Рәхмәт һиңә, Хоҙайым, ата-әсәйем. Миңә көс, ярҙам бирәһегеҙ. Мин иҫән-һаумын, ҡустым да һәйбәт кенә йөрөй. Яҡшы уҡыйым, тәртиплемен. Директор, тәрбиәселәрем мине үҙҙәренең ярҙамсыһы итеп һанай. Тырышам, һынатмайым. Уҡытыусы булам тигән хыялымды тормошҡа ашырасаҡмын. Беҙҙең ғаиләлә уҡытыусы булманы. Әхмәдулла ағайым, бәлки, булыр ҙа ине. Яҡшы уҡыусы, бигерәк тә математиканан көслө. Ярыштарҙа ҡатнашып, китаптар, дәфтәрҙәр алып ҡайтты. Матур йырланы, бейене лә. Ҡурайҙы нисек шәп тарта торғайны. Ҡыҙҙар ғашиҡ ине үҙенә. Бында төрлө түңәрәктәр эшләне. Миңә һүрәт төшөрөү, лозунгылар яҙыу оҡшай. Уҡытыусыға кәрәк һөнәр тип уйлайым. Илдең фашистарҙан азат ителеүенә ана, күк тә шатлана».
– Нәғим, кем менән һөйләшәһең ул? Аһ-аһ! Һине эҙләйбеҙ. Нимәгә һуҙылып төшөп ятаһың ул ерҙә?
Артынан ҡалмай эйәреп йөрөгән Гөлнәфисә килеп торған.
– Күрәһең дәһә, күкте өйрәнәм. Уның менән һөйләшәм.
– Көндөҙ йондоҙ күренмәй ҙәһә. Кискә концерт булғанын оноттоңмо ни?
– Юҡсы, кеше юҡта шиғырымды ятлап ятам, – шулай тип аҡланып, урынынан тороп, ботаҡтарҙы тирәк төбөнә өйөп һалды.
– Һинһеҙ башлап булмай. Алып барыусы ла икәнеңде онотма!
Гөлнәфисә һөйләнә-һөйләнә йүгереп китеп тә барҙы.
Нәғим юлы
Ауылға яҡын түбәгә менеп, тирә-яҡты күҙәтергә ярата Нәғим. Ана, ҡәҙерле балалар йорто. Урау-урау юлдар аша килде ул унда. Бөгөн ул мыҡты кәүҙәле, ҡуйы сәсле, ҡушыла биреп торған ҡуйы ҡара ҡашлы, уйсан, аҡыллы ҡарашлы, бер ҡараһаң, бер урында тик кенә баҫып тора алмаған егет булып баҫып тора. Килгәндән алып гел яҡшы билдәләргә уҡыған, егәрле, аҡыллы егет. Хыялы тормошҡа ашты. «Нәғим юлы анау бейек тауҙар араһынан башланып, ошо нөктәгә етеп, артабан дауам итәсәк», – тип әйтеп ҡуйҙы үҙ алдына. Балалар йорто, иң яратҡан кешеләренең береһе булған Рәйсә Йомағоловна, училище, уҡытыусылар, дуҫтары, яратҡан, туғанындай күргән Ғәйшә апайы, менән хушлашыр мәл етте. Артабан ҡайһы тарафтарға алып китер тормош юлы. Кем менән, ҡайҙа? Эш юлы бына-бына билдәле буласаҡ.
Күптәнән үҙенә күҙ һалып, яратыуын ҡараштары менән генә аңлатып йөрөгән Гөлнәфисә, моғайын да бөгөн дә күҙәтеп торалыр. Ҡайҙа ғына барһа ла һәр саҡ алдында пәйҙә була. Ә егеттең күңеле икенсене, әлегә үҙенә лә таныш булмаған һылыуҙы көтә. Уның һөйгәне бынан йыраҡтарҙа, юлы ошо тауҙан алыҫлашҡас, тыуған яҡтарында көтәлер төҫлө. Шулай тип уйлап та өлгөрмәне, Гөлнәфисә тауға йүгереп менәп тә килә. Йүгермәһә ни була? Әллә үҙенән ҡасып китер тип уйланы микән? Ысынлап та! Тышылдап, эргәһенә килеп тә баҫты.
– Йүгереп мендем артыңдан. Күреп ҡалһаң, тауҙың теге яғында йәшенеп ҡалырһың, тип уйланым.
– Ысынлапмы? Йөрәгең ярылып китһә, тауға йүгереп менмәйҙәр.
Нәғим шаяртып һөйләшергә маташты.
– Нишләп һинең һымаҡ һәйбәт ҡыҙҙарҙан ҡасырға, ти.
– Йә, етте, мин шаярмайым. Нәғим, һин эшкә ҡайҙа бараһың? Әйҙә бергә китәйек, – тине Гөлнәфисә ҡыйыу ғына. Тауышында элеккесә оялыу ҙа, тартыныу ҙа һиҙелмәй.
– Ниңә? Ҡайҙа? – Егет аңламағанға һалышты.
– Эшкә, тим.
– Әәә, минең артабан да уҡығым килә. Өфөгә институтҡа барырға уйлайым. Һинең уҡығың килмәйме ни?
– Килә лә ул, әсәйемдәргә ярҙам итәйем тигәйнем башта.
– Тиҙ арала кейәүгә лә сығып китерһең, – шулай тигән булды егет, ҡыҙҙың моңһоу күҙҙәренә ҡарап. – Һин уңған, аҡыллы. Матур итеп эшләрһең, туғандарыңа ла ярҙамлашырһың. Бәхетле булырһың, – тине Нәғим.
Шул арала ҡыйыу Гөлнәфисә шымып ҡалды. Үҙенә урын тапмағандай, ҡараштарын алыҫҡа төбәне. Керпектәре дерелдәп китә. Тулҡынланыуынанмы, оялыпмы, ҡулын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, костюмы кеҫәһенә бер тыға, бер ала. Ахырҙа, эргәлә үҫеп ултырған әремде һыпырып алып, усына йомдо. Еҫкәп ҡараны.
– Әрем еҫен яратам, – тине шым ғына.
Нәғим уны тын да алмай күҙәтеп торҙо. Йәл булып китте. Уға ҡарата һабаҡташы, яҡшы, һөйкөмлө генә ҡыҙ тигән ҡараштан башҡа хис юҡ, тоймай ҙа.
– Шулай тиһеңме? – тине ҡыҙ үҙен ҡулға алып. – Ә мин һинең ихлас көлөүҙәреңде, йырлап ебәреүҙәреңде, үҙеңде һағынасаҡмын. Туң йөрәктер ул һин! Ошо әрем һымаҡ әсеһең!
Гөлнәфисә шулай тине лә, йөҙөн ҡаплап, боролоп китеп барҙы. “Илаттым ҡыҙҙы. Әллә ысынлап та шулаймынмы икән? Туңға әүерелеп бөттөммө? Нишләтәйем һуң? Алдаша алмайым даһа яратам тип”.
Һылыу ул Гөлнәфисә. Курсташтары яҡын килеп ҡараны, ләкин ҡыҙ уларға иғтибар ҙа бирмәне.
“Йөрөй шунда эреләнеп, әллә кем булып”, – тиеште егеттәр һәм уға яҡын килмәнеләр.
Их, Нәғим юлы әлегә парлашып түгел, яңғыҙ дауам итәсәк. Осрар уның юлына күңеленә ятҡаны, төн йоҡоларын ҡасырғаны. Һис шикһеҙ, осрар. Тик әле генә түгел. Әммә шуны һиҙә. Киләсәге шатлыҡлы, бәхетле, оҙон юллы буласаҡ! Хәсрәтле үткәндәре артта ҡалды.
Нәғим – уҡытыусы
Педагогия училищеһын яҡшы баһаларға тамамланы Нәғим.
– Һабаҡташтарым! Барығыҙҙы ла ҡотлайым. Ауыр йылдар кисерҙек, һынманыҡ, бөгөлөп төшмәнек. Хәҙер беҙҙең алда эш башлау, илгә кәрәкле киләсәк тәрбиәләү бурысы тора. Уңыштар теләйем! Осрашып, күрешеп торорға яҙһын.
– Моғайын да, һин директор йә райкомда ултырған түрә булырһың ул, – тип шаяртты дуҫтары.
– Ниңә, булыр ҙа, матур һөйләй белә, егәрле.
Ул күрше райондың балалар йортона завуч итеп тәғәйенләнгәйне. Әммә ауылында ҡустыһы менән бергәләп атай нигеҙен ипкә килтереп йөрөп, ваҡытында барып етмәне. Унда икенсе кешене алғас, шул уҡ райондың бер мәктәбенә башланғыс класс уҡытыусыһы итеп ебәрҙеләр. Уҡыу башланырға бер аҙна ваҡыт бар. Тик ятмаҫҡа тип, колхоз идараһына барып, бинаны биҙәргә эш һораны. Колхоз рәйесе ҡыуанып китте.
– Ҡайһылай ҙа маладисһың, ҡустым, нимәләр беләһең?
– Стена газетаһы сығарырмын, лозунгылар яҙып элермен.
– Во-во, һәйбәт! Ана ята ҡыҙыл дауар. Эскә лә, тышҡа ла яҙып эл, әллә ҡайҙан күренеп торһон! Тик түләргә аҡсам юҡ, он яҙып бирермен, - тине.
Нәғим шат булды. Уҡығанда уҡ күңел биреп башҡарған шөғөлө ләһә. Аҡсаһы бар. Стипендияһын кассаға һалып барҙылар. Балалар йорто кейендереп, түшәк- яраҡтары биреп сығарҙы.
Колхоз биргән онға йәшәргә ингән хужабикәһе бигерәк тә ҡыуанды. Тоҡтағы ондо ҡосаҡлап, тегеләй-былай әйләндереп, һыйпап һөйөп ултырҙы. Киндер орлоғон төйөп, картуфты шуға бутап ашап көн күргәндәр икән ошо араларҙа. Уға ҡарап үҙе лә ҡыуанды Нәғим.
...Төпкөлдә, бәләкәй ауылда бер уҡыу йылы шулай үтеп тә китте. Артабан уҡыу теләге менән Нәғим Өфөгә барып, ситтән тороп институтҡа уҡырға инде.
Иҙел башында
Дуҫы Юлай эшләгән ҡалаға яҡын ҙур ғына ауылда тормош ҡайнап тора.
– Шул төпкөлдә нисек сыҙап ятмаҡ булаһың. Беҙҙең мәктәпкә һинең һымаҡ егеттәр етешмәй. Мәктәп ете йыллыҡ. Әйҙә, беҙгә кил, – тигәйне Юлай.
– Урын булырмы һуң?
– Һо-о, бар, бар. Йәштәр күп, концерттар, спектаклдәр ҡуябыҙ. Күңелле!
Тәүәккәлләне Нәғим.
Яҡын дуҫы менән бергә булғас, эшләүе лә, йәшәүе лә күңелле. Дәрестәрҙән тыш клубҡа концерт, спектаклдәр репетицияларына, колхозға ла ярҙамға йөрөйҙәр. Йәштәр, белемлеләр тип, етәкселәр Нәғим менән Юлайҙы йәмәғәт эштәренән бушатманылар. Икеһен дә партияға алып, агитаторҙар итеп ҡуйҙылар, кистәрен политуҡыуҙарға ҡуштылар. Ауыл халҡы ла йәштәрҙе яратты.
Әллә ҡайҙан, алыҫтарҙан көтөп йөрөгән ғүмерлек йәрен дә шул спектакль арҡаһында осратты. Математиканан уҡытып йөрөгән йәш ҡыҙға әллә ни иғтибар ҙа итмәгәйне. Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”ын ҡуйырға булдылар. Гармунсы, моңло йырсы Юлай – Хәлил, уҡытыусы Рәйҙә – Ғәлиәбаныу, Нәғим Исмәғил ролен өйрәнергә тотондолар. Репетициялар мәлендә Рәйҙә – Ғәлиәбаныуға ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. “Их, ниңә генә гармунда уйнарға өйрәнмәнем икән, хәҙер мин торор инем Рәйҙә ҡаршында. Юлайға ғашиҡ булып ҡуймаһа ярар ине. Юлай уға күҙ һалып ҡуйһа?” – тип эстән һыҙҙы. Ана бит, Юлайға ҡарап нисек өҙҙөрөп йырлай, ҡараштары һуң!
Нескә генә билле, ҡуйы ҡара сәстәре биленә төшөп тора. Ҡыйғас ҡашлы ҡараҡай. Көлөп ебәрһә, бит остары соҡорайып китә. Ниңә элегерәк иғтибар итмәгән. Ҡылт итеп Гөлнәфисә иҫенә килеп төштө. Оҡшашлыҡтары бар һымаҡ, тик Гөлнәфисә аҡ йөҙлө. Сәстәре, ҡаштары бер иш һымаҡ. Тауышы һуң! Ҡолаҡтарҙы иркәләй, йөрәкте елкендерә.
Исмәғил атып үлтергән Хәлилде ҡосаҡлап, ысынлап тороп илаған Ғәлиәбаныуҙы күрһә, унда ниңә мин түгел, күҙ йәштәре минең биткә тамыр ине, тип көнләшеүенән үҙенә урын тапмай. Төн йоҡолары ҡасты Нәғимдең. Нисек уға яҡынайырға? Ҡыҙҙың кабинетын биҙәште. Шунда нимә ҡараған? Улай тиһәң, Рәйҙә янында һәр саҡ балалар. Нисек эргәһенә бараһың улар булғанда. Былай ҙа ҡыҙҙарҙың ҡараштары ике уҡытыусыла ине. Күҙәттеләр үҙҙәренсә. “Апай, мәсьәләне систем. Апай, ошолай дөрөҫмө? Апай, сәсемде ошолайтып үрһәм матур буламы? Апай, әсәйем һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡыра”. Апай ҙа апай тип инеп кенә киләләр. Уҡытыусыларын яраталар. Кабинетҡа инеп сығып йөрөгәнендә Нәғим шуға иғтибар иткәйне. Ә Рәйҙә һәр береһе менән матур ғына итеп һөйләшә, аңлата, кәңәштәр бирә. Шул һылыуҙы әле килеп ныҡлап күрҙе. ”Һәр нәмәнең үҙ мөҙҙәте”, – тиер ине Ғәйшә апайы. Күрәһең, Нәғимдең ғашиҡлыҡҡа мөҙҙәте еткән.
“Ғәлиәбаныу”ҙы яраттылар. Күрше ауылдарға ла барҙылар.
Дуҫындағы үҙгәреште, эстән янып йөрөгәнен Юлай һиҙмәй буламы инде! Ярҙамға килде.
– Ҡайҙа булды ҡыйыу, ялҡынлы телмәре, шиғырҙары менән ҡыҙҙарҙы үҙенә ҡаратҡан Нәғим, ә? Һиҙәм, күрәм, дуҫ. Йоҡлап ҡалма. Ауыл егеттәре урлап алып ҡасып ҡуймаһын.
– Бәй, һиҙелеп торамы ни? Ситтән күренәме?
– Шулай шул, йөҙөңә сыға. Етте, тиҙ арала һеҙҙе осраштырмаһам, исемем Юлай булмаһын. Шулай тип ебәргән булалар ҙаһа. Әйе бит.
– Нисегерәк?
– Ялға минең ҡыҙыҡай килә ҡунаҡҡа. Сәбәп булды, икегеҙҙе саҡырам, – тине Юлай ҡыуанып.
– Һинең ҡыҙың да бармы ни ул? Белмәгәйнем. Миңә ҡарармы икән ул? Ул да егетен эйәртеп килһә?
– Барсы. Һин тиһеңме әллә. Ғәлиәбаныуҙы минән көнләшеп ҡайһылай үлтерә яҙып ҡараның. Вәт шулай. Ятып ҡалғансы атып ҡалырға кәрәк. Килештекме?
– Булды былай булғас!
Саҡ таң аттырҙы Нәғим. Ҡунаҡҡа нимә кейергә, үҙен ҡыҙҙар алдында нисегерәк тоторға икән, тип уйланды.
***
Юлай ике туған апаһының кәртәһе эсендәге бәләкәй өйөндә йәшәй. Ҡалала уҡып йөрөгән һөйгән ҡыҙы Ғәлимәне ялға ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бер юлы дуҫын Рәйҙә менән таныштырыу ине ниәте. Күҙәтеп йөрөй: аҡыллы, матур, балалар үҙен ярата. Талантлы ла, мандолинала өҙҙөрөп сиртә, матур йырлай. Мәктәптә инструменталь ансамбль ойоштороп ебәрҙе.
– Рәйҙә, шәмбелә ҡаланан Ғәлимә килә. Һеҙ таныштар ҙа буғай. Һин дә беҙгә килерһең әле, йәме? - тине Юлай.
– Шулаймы? Танышбыҙ. Берәй иҫтәлекле көнмө әллә? – тип һораны Рәйҙә.
– Юҡ та, Ғәлимәгә иптәш булырһың, дуҫымды ла саҡырҙым.
– Нәғим Фәтиховичтымы?
– Әйе, яҡын дуҫым. Бергә уҡыныҡ.
– Ярай, барырмын!
Рәйҙә күҙендә шатлыҡ осҡондары ялтлап китеүен аңғарҙы Юлай. Тимәк, ҡаршы түгел. Эш сығасаҡ былай булғас, тигән һығымтаға килде.
Рәйҙә
Яңы килгән уҡытыусыға тәүҙә үк күҙ һалып ҡуйғайны Рәйҙә. Килеү менән бөтә мәктәпте аяҡҡа баҫтырҙы тиһәң дә була, биҙәргә тотондо. Кабинеттарға стендтар, стена газеталары, мәктәп тышына ла, эскә лә плакаттар яҙып элеп бөттө. Тегендә, бында саба. Директор ҙа, башҡа уҡытыусылар ҙа оҡшаттылар үҙен. Элек-электән бергә эшләйҙәрме ни! Шундуҡ үҙ кешегә әүерелде лә ҡуйҙы. Алсаҡ, ярҙамсыл да. Айырым ғына һөйләшеп торғандары булманы. Пьеса өйрәнә башлағас ҡына аралашырға форсат тейҙе. Баштараҡ тартынһа ла, тиҙ генә уртаҡ тел таптылар. Ололарса йор һүҙле, шаян ғына икән. Хәлил ролендә ул булһа ине тип уйлап, үҙ уйынан үҙе ҡыҙарып ҡуйғайны. Ниңәлер гел генә Нәғимгә осрап торғоһо килә башланы. Яҡындан ғына ултырып әңгәмәләшергә ине. Олобәйел кеше нисек була икән һуң? Олораҡ йәштәге уҡытыусы апайҙар уны яратып, бигерәк тә олобәйел ошо Нәғим. Белмәгәне юҡ. Йәм инде мәктәпкә ул килгәс, директор ҙа уға йомошон ҡушып ҡына тора. Ә ул шундуҡ эшләй ҙә ташлай, тип маҡтайҙар.
Рәйҙәнең күңеле күтәрелеп, ниндәйерәк күлдәген кейергә, күстәнәскә нимә алып барырға икән, тип уйлана башланы. Ахырҙа, әсәһе һымаҡ, тәмле, ҡабарып торған ҡоймаҡ ҡойорға булды.
Өс малай, ике ҡыҙ үҫтеләр Рәйҙәләр. Һуғышҡа тиклем урта хәлле генә инеләр. Малды күп кенә тоттолар. Өс ағаһы ла һуғышта ҡатнашып, өлкәне шунда ятып ҡалды. Ике ағаһы иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Рәйҙә төпсөктәре. Атаһы оло булғас, һуғышҡа алынманы. Ауылда ололарға былай ҙа эш етерлек төштө. Һуғыш, ашарға етешмәй башлағас, малын кәметте Баттал. Бөтә аҙыҡ һалдаттарға китеп торҙо, үҙҙәре асыҡһа ла, улар өсөн тип тырышты халыҡ.
Иркә үҫте Рәйҙә. Малайҙарын уҡыта алмаһа ла, ҡыҙҙарын уҡытты Баттал. Оло ҡыҙҙары курс бөтөп, колхозда хисапсы булып эшләһә, Рәйҙәләре уҡытыусылыҡҡа уҡыны.
– Иҫәп-хисапҡа буйтым шәпһең, ана, апайың һымаҡ кәнсәләрҙә шут тартып ҡына ултырыр өсөн уҡы, – тине атаһы. – Ауыр күтәрергә, көйәләнергә лә кәрәкмәй.
– Атый, мин уҡытыусы булам. Балалар менән эшләгем килә, – тине ҡыҙы.
Тырыш ҡыҙ яҡшы уҡыны. Эй ҡыуанды әсәләре.
«Балдарҙың күҙ алдында ғына торорһоң, матур ғына йөрө», – тип, кейем алырға башмаҡтарын һуйып һаттылар.
– Беҙҙең төшкә лә инмәгән аҫыл кейемдәр, бәтинкә. Гурды ғына йөрө, һин бит хәҙер мөғәллимә! – тине ҡыҙына ҡарап һөйөнөп әсәһе. – Кем белә, берәй арыу ғына егет тә осрап ҡуйыр. Бергәләшерһегеҙ, Аллаһ бирһә.
Шатланды Рәйҙә яңы кейемдәренә. Тиҙерәк уҡыу йылы башланып, ошо кейемдәрен кейеп, мәктәпкә барғыһы килде.
Нәғимде бында оҙаҡ эшләмәҫ ул, моғайын да, райкомға алып китерҙәр, тигән һүҙҙәр ҙә ишетелеп ҡалғайны. Уның тураһында күрше ауыл ҡыҙы Ғәлимә лә һөйләй биреп ҡуйғайны. ”Юлайҙың йән дуҫы ул. Бергә уҡығандар. Дан егет. Түрә булып ҡына ултырырҙай”, – тигәйне. Шунан бирле Нәғимгә йәшертен генә күҙ һалыштырғылап йөрөнө. Атай-әсәйле үҫкәс, йәлләне лә. Хәйер, һуғыш күптәрҙе атай-әсәйһеҙ ҡалдырҙы. Класында ғына ана яртыһының атаһы юҡ. Бирешә торғандарҙан түгел, ысынлап та етәксе булырҙай егет. Талантлы ла. Бына бөгөн улар ҡунаҡта бергә ултырасаҡ. Рәйҙә осрашыуҙы уйлап, күҙ алдына килтереп, йылмая-йылмая, татлы хыялдарға бирелеп, ҡоймаҡ ҡойҙо.
Осрашыу
Нәғим Сәхипъямал исемле әбейҙә йәшәй. Үҙ улындай күреп яратты ул егетте.
– Аллаһ Тәғәлә миңә малай бирмәне. Ҡыҙҙарым кейәүгә сығып, береһе – ауылда, икенсеһе гурытта йәшәй. Ҡартайған көнөмдә уллы ла булдым, – тип килеп, Нәғимдең арҡаһынан тупылдатып һөйөп-һөйөп ала. “Улым, йылы нәски кей, яланбаш сыҡма, тымау тейер, учителгә мыршылдап йөрөргә ярамай. Улым, колопҡа барғанда алдыңды артыңды ҡарап ҡына йөрө. Уҫалыраҡ ҡыҙҙар тотоп алыр. Һәҙер ирһеҙ һалдаткалар күп, әүрәтеп ҡуймаһындар”, – тип ҡат-ҡат тыҡып ҡына тора. Нәғим ятлап та бөткән уларҙы. Ярай, һөйләнһен, үҙенсә ҡурсалап маташа лаһа, тип уйлап, эстән генә көлә лә ҡуя. Бөгөн дә эргәһендә өйөрөлөп-сөйөрөлөп йөрөй.
– Кемгә бараһың, улым?
– Юлай дуҫыма.
– Ә-ә, ярай әләйһәң. Ишеккә келә һалмаҫмын. Плитәлә йылы сәй ултырыр, эсеп ятырһың.
– Мине көтөп ятма, йәме, йоҡла. Сәйҙе лә унда эсеп килермен.
– Ярай. Шай ҙа сәйнүк утырыр плитәлә. Теләһәң, ойотҡан эсеп ят. – Ҡарсыҡ барыбер үҙенекен һөйләй.
– Ярай, борсолма. Эсермен.
Юл ыңғайы магазинға инеп, күстәнәскә әҙ-әҙләп төрлөһөнән кәнфит үлсәтеп алды.
Нәғимде күңелле көйҙәр ҡаршы алды. Юлай гармунда, Рәйҙә мандолинала, Ғәлимә ҡумыҙҙа бик таралып, яратып уйнаған «Косилка-молотилка» көйөн һыҙҙыралар.
...Уйнайбыҙ бергә-бергә лә
Бейейбеҙ бергә-бергә.
Косилка, молотилка,
Сортировка, веялка.
Уйнап-көлөп, шау-гөр килеп
Йәшәрбеҙ бергә-бергә!..
Юлай уйнап ултырған еренән тыпырҙатып бейеп, ҡушылып йырлай.
Нәғим килеп ингәс, туҡтап ҡалдылар.
– Һаумыһығыҙ! Шәп ансамбль, дауам итегеҙ. Күңелдәр күтәрелеп китте, – тине. – Ғүмер буйы бергә сәхнәнән уйнаған һымаҡһығыҙ, маладистар!
– Белгән кешегә ни, ҡушылып китеүе бер ни тормай, - тине Юлай.
– Их, мин белмәйем уйнарға. Ағайым ҡурай тартырға өйрәтермен тигәйне лә, өлгөрмәй ҡалды.
– Һине лә өйрәтербеҙ, ҡайғырма. Әйҙәгеҙ, ултырышығыҙ!
Ғәлимә үҙен хужабикә һымаҡ тота. Килештереп алъяпҡыс тағып алған. Эйтерһең, элек-электән яҡшы таныштармы ни, тиҙ арала уртаҡ тел табып, күңелле генә аралашып, көлөшөп сәй эстеләр. Йырлашып, бейешеп тә алдылар.
– Ҡыҙҙар, оҫта икәнһегеҙ. Ҡыҙҙырылған картуф та, ҡоймаҡ та бик тәмле булды, – тине Нәғим.
– Ғәлимәне шулай бешерендереп ҡарап һынайым. Былай уңған хужабикә сығасаҡ.
Көлөшөп, шаярышып, көйҙәр тыңлап ултырып, кис еткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.
– Рәхмәт, дуҫ, эшкә төшкәне бирле ошолайтып матур ултырған юҡ ине. Пар килгәнһегеҙ. Туйығыҙға ла саҡырырһығыҙ тип өмөт итәм. Бәхет теләйем! – тине ҡояштай балҡышып үҙенә ҡарап торған дуҫтарына. Ҡосаҡлашып хушлаштылар.
– Осрашыуҙар, күрешеүҙәр алда әле. Мин хәҙер Ғәлимәне ауылына оҙатып ҡуям. Һеҙгә ҡабаланырға түгел. Өйҙәрегеҙ ҙә яҡын.
– Осрашҡанға тиклем, Рәйҙә, Нәғим! – Ғәлимә Рәйҙәне ситкәрәк алып китеп, ҡолағына ниҙер шыбырҙаны. Икеһе лә көлөшөп алды.
– Беҙҙең арала серҙәр булырға тейеш түгел. – Юлай ҡыҙҙарға ҡарап бармаҡ янаны.
– Ҡыҙҙарҙың ғүмер буйы үҙ серҙәре була торған. Һәр береһен һөйләй башлаһаң, тиҙ ҡартайырһығыҙ
– Ярай, ярай, шаяртам.
– Рәхмәт һеҙгә, Юлай ағай, Ғәлимә. Күңелле булды.
Рәйҙә, сығайыҡ, тигәндәй, Нәғимгә ҡараны.
– Рәхмәт, дуҫтар! Инде беҙ Рәйҙә менән бергәләшеп саҡырып алырбыҙ үҙегеҙҙе, – тине Нәғим.
– Вот-вот! Шулай саҡырышып ҡына йәшәйек!
Тау башында
Яҙ көндән-көн үҙен нығыраҡ һиҙҙерә. Күңелдә лә, йөҙҙәрҙә лә яҙ шатлығы. Кискә ҡарай туңдырған. Йәштәр, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, тыҡрыҡтан сығып, өйҙәргә терәлеп тигәндәй ятҡан тау битләүенә ыңғайланы.
– Ошонда ана-ау яңғыҙ ҡарағай төбөндә ауылды күҙәтеп ултырырға яратам. Әллә ниңә тауҙар тарта үҙенә. Уҡыған еремдә хас та ошондай бәләкәй түбә бар ине. Гел шунда барҙым унда ла, – тине бара биргәс Нәғим.
– Күргәнем бар. Тенәүге инәйем менән самауыр ҡайнатыр өсөн тубырсыҡ йыя сыҡҡайныҡ, шунда күреп ҡалғайным.
– Мин нишләп абайламағанмын икән? Бергәләп йыйыр инек.
– Әлләсе.
Артабан шым ғына атланылар.
– Бына ошо ерҙән ауылды күҙәтеп, уйланып ултырам. Матурмы? Минең арттан әллә тауым күсеп килде инде ул, тип көләм. Хас та тыуған ауылымдағы, уҡыған еремдәге түбә кеүек тә ул.
– Әйе шул, матур. Ә минең ауылым анау тау артында ғына.
– Минеке алыҫта. Анау осло тауҙың уң һыртынан үтеп, Ҡырҡты аша төшәһең. Юл буйында түңәрәк күлдәр ята. Унан һуң да байтаҡ ҡына бараһың әле. – Нәғим ҡулына ерҙән таяҡ тотоп алып, дәрестә уҡыусыларға картанан күрһәткән кеүек итеп һөйләй. – Ҡараңғыла йүнләп күренмәй. Көндөҙ күрһәтермен, йәме. Минең юлым ана шул яҡтарҙан башлап, тәүҙә Баймаҡҡа, унан Бөрйәнгә барып сыҡты. Хәҙер Иҙел башындамын. Ялҡманыңмы минең күп һөйләүҙән, Рәйҙә?
Егетте шым ғына тыңлап торған ҡыҙ ҡапыл тертләне.
– Юҡсы. Миңә ҡыҙыҡ ул һине тыңлауы. Үҙем әллә ни күп һөйләшмәйем шул.
Егеттең һәр хәбәрен кинәнеп тыңлай. Йылмайып ебәрһә, бите янып киткән кеүек, тиҙ генә ҡараштарын ситкә бора.
– Мин һине бейек ҡаяларҙағы бөркөткә оҡшатамсы. Шуға ла күңелең тауҙарға тартылалыр.
– Бөркөөөт? – Нәғим әйләнеп Рәйҙәгә ҡараны. Бәй, был минең түштәге бөркөт һүрәтен ҡасан күреп өлгөргән икән, тип уйланы. Хәйер, бергәләп спектакль ҡуйып йөрөнөләр ҙәһә. Күреп ҡалғандыр.
– Әйесе!
– Тыңла улай булғас. Уйланым-уйланым да, Рәйҙә, оҙон да, ҡатмарлы ла юлым ошо ауылда туҡтар. Мәктәп киләсәктә тағы ҙурайыр. Балалар күп. Халҡы, коллектив оҡшай. Ҡалаға ла эшкә барырға мөмкинлек тыуғайны, әммә мин ошоно һайланым. Юлымдың иң бейек нөктәһе ошо ҡарағай булыр, моғайын. Ошонан бөтә тормош башлана кеүек. Аҫтағы мал-тыуар, тегендә-бында йөрөп ятҡан кешеләр, сыр-сыу килгән балалар, иңдәренә көйәнтә һалып һыуға йөрөүселәр, һыбайлы, арба менән китеүселәр, ара-тирә трактор геүләүе – һәммәһе лә ерҙә тормош матурлығын, дауам итеүен күрһәтә. Күңелле булып китә шунан. Өйләнеп, ошонда төпләнергә ҡарар иттем.
– Матур ауыл. Теләгең ҡабул булыр!
Өйҙәрҙә берәм-берәм уттар күренә башланы. Ҡайһыларының шәме яҡты, ҡайһыларының һүрән генә яна. Кәрәсин йәлләгәндәр бөтөнләй яндырып та тормайҙыр. Усаҡтағы ут яҡтыһы, ахырыһы, ҡайһы бер тәҙрәләрҙән ялт-йолт иткәне сағыла.
Йәштәр тауҙан етәкләшеп төштө. Бер-береһенең ҡул йылыһын, йөрәк тибешен тойоу ниндәй ҙә рәхәт икәнлеген аңланылар икеһе лә.
Ныҡлы ҡарар
Йәйге каникулдан һуң уҡыуҙар башланып, дәрестән һуң колхозға картуф ҡаҙышырға йөрөй башланылар. Уҡыусылар менән шау-гөр килешеп, ҡайтып киләләр ине, ауылға етәрәк урман ситендә ҡаршыға бер егет килеп сыҡты ла:
– Рәйҙә, туҡта! – тип ҡысҡырҙы.
Рәйҙә ҡурҡышынан ағарынып китте.
– Ни булды, Батталовна? Нәғим йүгереп килеп етте.
– Ай, нишләйем икән? Артымдан йөрөгән берәү. Әллә иҫерек ул? Эсмәй ине ләһә. Ҡайһылай ҡысҡыра. Нәғим, уға яҡын барма, йәме? Балаларҙы ҡурҡыта инде.
Ул ҡабаланып, “Наил” тип ҡысҡырҙы.
– Әү, апай!
– Класташтарыңды өйҙәренә тиклем һин оҙатып ҡуй, йәме, – тине.
– Ярай, апай! – Наил алға йүгерҙе.
– Һин дә, яраймы, Нәғим, – тине лә урман яғына ыңғайлағайны ғына, Нәғим:
– Рәйҙә Батталовна, уҡыусыларығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ! Бер ҡайҙа ла йөрөмәгеҙ! – тине ҡаты ғына бойороп.
– Мин хәҙер!
– Юҡ, тинем!
Ахырҙа Рәйҙә, артына боролоп ҡарай-ҡарай, балалар артынан йүгерҙе.
Нәғим ҡайынға һөйәлеп торған егет эргәһенә килде.
– Һаумыһығыҙ!
– Минең һаулыҡта эшең булмаһын детдом малайы. Күреп тораң, шап-шаҡтаймын.
Асыуынан бәреп йыҡҡыһы килде Нәғимдең. Көскә тыйылып ҡалды.
– Етемлекте һорап алмайҙар, мәғәнәһеҙ. Иҫерек баш. Көпә-көндөҙ оят түгелме һиңә? Етмәһә, балалар янына килгән бит әле үҙе, – тине Нәғим асыуланып үҙен ашарҙай булып ҡарап торған егеткә. Уныһы ике ҡулын да кеҫәһенә тығып, әллә кем булып сайҡалып торған була. Был тиктомалға түгел, берәй этлек уйлап торалыр, тигән уй үтте башынан.
– Һин, килмешәк, йөрөмә беҙҙең яҡта ҡыҙҙарҙың башын бутап. Рәйҙә минеке буласаҡ, белеп ҡуй, яҡынайма уға, – тине сайҡала-сайҡала.
– Яратҡан ҡыҙ янына шундай ҡиәфәттә килмәйҙәр, белеп ҡуй. Ниңә ул һинән ҡурҡты, ниңә ҡосағыңа атылманы?
– Уҡытыусы лаһаң, оялғандыр кешенән. Ә һин инмә беҙҙең араға. Батырлыҡ өсөн генә ҡапҡайным, эскесе түгел ул мин. Малай-шалай тип тормам, бына, күрәһеңме? – Ҡурҡытмаҡсы булып, кеҫәһенән бәке килтереп сығарғайны ғына, Нәғим шунда уҡ ҡулынан тартып алып та өлгөрҙө.
– Бәләнән баш аяҡ. Бар ине, хәҙер юҡ. Бында бармаҡ эҙҙәрең ҡалды, милициянан барып алырһың бәкеңде.
– Шулайтып ҡурҡытмаҡсы булаһыңмы?
Нәғимгә һуғырға һелтәнгәйне, ҡулын артҡа ҡайырып та ҡуйҙы.
– Бар ҡайт, айныҡҡас килерһең, иҫеректәр менән һүҙ көрәштермәйем дә. Йә, тағы ниндәй алымдарың бар, күрһәтеп ҡал.
Нәғим уға яҡыная башлағайны ғына, ҡасты. Һыҙғырып ебәргәйне, ағастар араһынан аты килеп сыҡты. Саҡ-саҡ менеп алып, елдерҙе урман ситенән.
– Ана шулай, һыпырт ауылыңа!
Нәғим ауылға табан йүгерҙе.
Сәхипъямал әбей өйө алдында ҡобараһы осоп Рәйҙә көтөп тора.
– Һуғыштығыҙмы әллә? Нимә һөйләй? – тине борсолоп.
– Һөйләшеп торҙоҡ. Арыу егет күренә.
– Шаяртма әле. Ул бит эскән ине.
– Әлләсе, аҡыллы ғына егеткә оҡшағансы. Нишләп һин уны яратмайһыңдыр, аптырайым, – тине көлөп Нәғим.
– Һаман мине мыҫҡыл итеп көләһең. Һине туҡмап ташламаһын тип ҡурҡып торған булам.
Рәйҙә илап ебәрҙе.
– Йә, асыуланма инде. Аңлайым ул егетте. Йәлләп тә ҡуйҙым. Яратҡан ҡыҙын ситтәргә биргеһе килмәйҙер. Үҙенсә шулай итеп көрәшеп маташалыр. Уның урынында булһам, мин нишләр инем икән? Шулай уҡ һуғышырға маташыр инемме. Бар, ҡайт инде. Ана, тәҙрәнән минең инәй ҡарап тора. Асыулана ул самауырында сәйе һыуынып китһә. Кискә осрашырбыҙ.
Нәғим усын нығытып йомған килеш өйгә инә һалып китте. Бәкене тартып алғанда саҡ ҡына осо усына тейеп ҡалғайны. Рәйҙә күреп ҡалһа, әллә нимә уйлар тип, һөйләшеп оҙаҡ торорға тырышманы.
Өйҙә ҡулын йыуғанда Сәхипъямал әбей күреп ҡалды.
– Ыста, улым, усыңды яралағаның даһа. Ҡана йүҙе һөртәйек, боҙолоп китмәһен.
– Эй, был ғына яраны ни. Бөтә ул. Картуф ҡаҙғанда быялаға эләкте.
– Рәйҙә мөғәллимә ниңә инмәне, сәй эсеп сығыр ине, – ти әбей, урындыҡҡа ашъяулығын йәйеп. – Какырас та йыуаса бешергәйнем сәйенкә генә ондан. Бисәләр әйтә ине шул, һеҙҙе һөйҙәшеп йөрөй тип. Үҙең, улым, уҡыған кеше, бынамын тигәнен һайҙап ал.
Әбей самауыры ҡапҡасына ҡуҙ һалғанда ҡойолоп ҡалған көлөн сепрәк менән һөртә-һөртә аҡыл өйрәтә.
– Бына ҡайһы бер бисә ошолайтып һөртмәй, улым, итәктәре менән һыпыра ла ҡуя. Ай-һай, улайттырма кәләшеңдән. Йә самауыры оҙон итәккә эләгеп, ҡолап китер, эҫе һыуға бешерер. Аллам һаҡтаһын инде. Тағы ла шуны әйтәйем әле. Өйөн ҡалмалап тотҡан ҡыҙ эләгеп ҡуймаһын, тикшереп, ҡарап ҡына ал.
Әбей ҡыҙып-ҡыҙып аҡыл өйрәтергә тотоноп китте. Ҡулын бәйләп торған Нәғим “пырх” итеп көлөп ебәрмәҫ өсөн иренен тешләп ҡотолдо.
– Ярай, инәй, кәләште иң тәүҙә үҙеңә алып килеп күрһәтермен. Үҙең һайларһың. Кеше бөтәһен дә күреп, белеп тора икән дәһә.
– Шулай ул. Һеҙ бит икегеҙ ҙә уҡыған. Рәйҙә тирә-яҡта бер һылыу. Ата-әсәһе, туғандары бына тигән. Миңә зат та килеп сыға ул әсәм яғынан. Тәрбиәле ҡыҙға оҡшаттым ул мин уны. Бер көн ҡойоға һыуға унан һуң барғайным. Артынан ҡойо таҙа ҡалған, буръяҡланмаған. Биҙрә тыҡмай, бисмиллалап, ижау менән генә алғаны күренде. Атыу ҡайһы берҙәренең артынын барһаң, һыу таҙарғанын көтөп бер булаһың.
– Шулаймы?
– Ы-ы. Әгәр ул ҡараҡай һылыу осрамаһа, үҙемдең өлкән ҡыҙымдың ҡыҙын димләрмен тигәйнем әле. Гурытта шитауатҡа уҡып ята. Шитауат ни, гулый ғына аҡса инде ул, әйтәгүр. Һинең жалауанйаң, уның жалауанйаһы. Икегеҙҙекен ҡушһаң, һай-һай, бына тигән өй һалып, деврәниндәр һымаҡ йәшәп ятыр инегеҙ. Ейәнсәрем дә һып-һылыу ғына ул. Ярай, үҙең тапҡас ни.
Әбейҙең көнө буйына йыйылып киткән хәбәрҙәрен тыңлап, көлә-көлә сәй эсеп алғас, Нәғим дәрес әҙерләргә ултырҙы.
Ата-әсәһе ҡаршы булмаһа, анау егете эш боҙоп ҡуймаҫ элек өйләнеүҙе тиҙләтергә кәрәк булыр, тигән ҡарарға килде Нәғим ул көндө.
Эпилог
Нәғим ҡарт ҡыйырын тешләп ашап ҡараған икмәген ҡәҙерләп төрөп һалып ҡуйҙы.
– Шөкөр, икмәккә туйындыҡ!
Йомшаҡ креслоһына барып ултырып, өйгә күҙ йүгертте. Стеналарҙа үҙе яҙған картиналар, ҡатыны менән икеһенең, улы, ҡыҙының, ейәндәренең ҙурайтылған фотоһүрәттәре, Маҡтау грамоталары эленгән. Картиналарының күбеһен бүләк итте. Урта мәктәптә, мәҙәниәт йортонда, балалар баҡсаһында уның төрлө-төрлө һүрәттәре урын алған. Ана Рәйҙәһенең портреты. “Фәтихыч, бала сағыңа ҡайттыңмы? Малайҙарҙан күреп, икмәк кимерҙеңме?” – тип көлөп ҡарай төҫлө.
“Их, Батталовна, ҡыйыу бөркөтөм, тип өндәшеүҙәреңде, күпертеп һалған икмәктәреңде һағындым, йәшәй бирмәнең, иртә ҡуҙғалдың. Әлдә күрше малайҙар бар, улар менән күңелле итеп һөйләшеп алам. Үҙебеҙҙең, үҙең әйтмәшләй, бөркөт балалары, ҙурайышып бөттө. Ҡарағай һымаҡтар, иншалла. Бына бит, өс ейәнебеҙ, ейәнсәребеҙ менән төшкән фотобыҙ иң түрҙә тора. Ана, туғанымдай күреп яратҡан директорым Рәйсә Йомағол ҡыҙының портреты. Беҙ уға, ул беҙгә ҡунаҡҡа йөрөштөк. “Бәпәйем” тип ярата ине ул мине. Изге күңелле апайыбыҙ булды.
Тиҙҙән балалар килеп етер. Иртәгә һиңә 80 йәш тулыр ине, Рәйҙәкәйем. Илле йыл бергә татыу ғүмер иттек. Һиңә барып ҡайтабыҙ йылдағыса. Минең әле күрер көндәрем, йөрөр юлдарым бөтмәгән, ахырыһы. Яҙышам, яҙам, Рәйҙә. Ғүмер юлымды, бала сағымды, икәүләшеп эшләгән мәктәп, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәүебеҙ тураһында бәйән итәсәкмен. Урта мәктәптә утыҙ йыл директор булып эшләүемде, һинең атҡаҙанған уҡытыусы булыуыңды, ул һәм ҡыҙыбыҙҙың да абруйлы уҡытыусылар икәнлеген, ейәндәребеҙ тураһында яҙам. Һуғыш йылдарында беҙҙең кеүек ыҙалыҡ күреп үҫкән тиҫтерҙәрем яҙмышын иҫкә төшөрәм. Ҡустымдың матур ғаилә ҡороуын, төҙөүсегә уҡып, прораб булып, Магнит ҡалаһының күп йорттарын төҙөүҙә ҡатнашыуы тураһында, йәндәй күргән дуҫтарыбыҙ – абруйлы уҡытыусылар Юлай менән Ғәлимәне лә онотмайым. Ҡалала йәшәһәләр ҙә, ауылда йыш булалар. Ғүмеребеҙҙең иң һоҡланғыс дәүере ошо ауылда үтте, Рәйҙәм”.
Нәғим Фәтих улы шулай күңеленән һөйләшә-кәңәшләшә яҙа башлаған хәтирәләр дәфтәрен ҡулына алды.