

Сабит ФАЗЛЫЕВ 1969 йылда Ейәнсура районының Иҙәш ауылында тыуа. Ырымбур һөнәрселек училищеһын тамамлап, шофер булып хеҙмәт юлын башлай, әрме хеҙмәте үтә. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлап, төрлө йылдарҙа Иҙәш, Үтәғол мәктәптәрендә тарих уҡытыусыһы, завуч булып эшләй. 2015 йылда ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлана. 2024 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана һәм Донецк өлкәһендә барған ҡаты бәрелештә һәләк була.
Сабит Мағаз улы әҙәбиәткә “Ҡара этап” романы менән килә. 2015 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.
Әсәләр көтә улдарын
Хикәйә
Сираттағы атака барышында Миңлеғәле немец минаһының көслө шартлауынан аяҡтарының ерҙән айырылғанын ғына тойоп өлгөрҙө, кәүҙәһе, ғәҙәттәгесә, һаҡланыу инстинктына бирелеп, үҙенән-үҙе тирә-яҡҡа һибелгән үлемесле ярсыҡтарҙан ҡасырға маташты, шулай ҙа һалдат фашист ҡоралының утлы киҫәктәрен эләктереп, тупраҡҡа йөҙ түбән барып төштө. Шартлау тулҡыны юлындағы тағы ла бер нисә һалдатты ергә һеңгәҙәтә һуҡты ла үҙенең артынан өҙгөләнгән кәүҙәләр өҫтөнә ҡара тупраҡтар һибеп, күптәрен ер менән тигеҙләне. Ошондай шартлауҙар бер-бер артлы ҡабатланды һәм ҡәҙимге дәррәү генә башланған атаканы тонсоҡтороп бөтә яу яланын теткеләп сыҡты. Снарядтарға эләкмәгәндәрҙе дошмандың ҡалҡыулыҡта ныҡлы урынлашып алған дзоттары иркенләп сүпләне. Мөғжизә менән генә иҫән ҡалған башҡа һуғышсылар ергә һылашып, артҡа, үҙ окоптарына табан сигенергә тырышты.
– Әсәй… – тип ыңғырашты шаңҡыған Миңлеғәле.
Йәш һалдаттың башы шаулай, ер түңкәрелеп барғандай, ҡолаҡтары тонған, гүйә, тупраҡ нышып тултырылғандай. Ул бите менән ерҙе һөрөп барып төшкәйне, шул килеш күҙҙәрен асырға теләне, әммә күҙ ҡабаҡтарына, әйтерһең, ҙур таш аҫып ҡуйғандар, көскә ҡыбырлатты, ниһайәт, тырыша торғас ҡарашы һуғыш барған Украин яланының һарғайған үләнен шәйләне. Зиһене асылһа ла, оҙаҡҡа барманы, эсен аҡтарып күңеле болғанды, ҡабат күҙ алдары ҡараңғыланып, бер аҙға аңы томаланды. Ҡараңғылыҡ уны бәүелтеп берсә упҡынға быраҡтырҙы, берсә күктәргә сөйөп ундағы йондоҙҙар араһынан йөрөттө, һаташтырып күптән күрмәгән тыуған ауылы өҫтөнә осорҙо. Уларҙың ауыл осондағы туҙанлы арба юлынан ташлы оло юлға табан әсәһе йүгерә. Аҡ яулығын болғай-болғай йүгерә. Шатлығы ҙур уның: улы һуғыштан иҫән-һау ҡайтып килә. Ҡыуанысынан аяҡтары ергә теймәй ҡатындың, ләкин оло юлға еткәс кенә, шунда ятҡан таш остоғона эләгеп, тәкмәсләп китте. Туҙанды борҡотоп йәпһеҙ йығылды, тубыҡтары, терһәктәрен һыҙырып барып төштө. Әсә бар булмышын биләп алған шатлыҡтан әсе ауыртыуҙы һиҙмәне, йөҙөнән йылмайыуҙы юғалтмай еңел генә тороп баҫты ла артабан йүгерҙе. Ул туҡтауһыҙ яулығын болғай, тәрән ярылған яраларҙан ҡан һыҡрауын һиҙмәй ҙә…
– Әсәй, әсәкәйем… – Миңлеғәленең кипкән ирендәре ҡәҙерле һүҙҙәрҙе ҡабатлай.
Башы туҡтауһыҙ әйләнә, ер менән күк тоташып бөтә ғаләмдең аҫты-өҫкә килгәндәй һалдатҡа.
– Миңлеғәле! Миңлеғәле! – Һалдаттың ҡолаҡтарындағы көслө геүләү аша таныш тауыш ишетелгәндәй.
– Әсәй, мин бында… – тип һаташты контузия алған яралы.
Ул үҙен-үҙе белмәй ауыҙына тулған ҡан ҡатыш тупраҡты көскә теле менән этеп сығарып төкөрөндө.
– Миңлеғәле! – Кемдер уның яурынынан һелкетә.
Яралы яйлап иҫенә килде. Ыңғыраша- ыңғыраша салҡан әйләнде егет, шул ваҡыт аяғының ҡаты ауыртыуын тойоп, әкренләп ысынбарлыҡҡа ҡайта башланы.
– Иҫеңә кил! – тине баяғы тауыш.
Ул тауыш тәрәндән, ер аҫтынан ишетелгәндәй, берсә күк көмбәҙе артынан яңғырағандай. Ана, шул күм-күк күктән әсәһе ҡарап тора, эйе, ана йылмая, улына табан ҡулдарын һуҙа. Миңлеғәле лә уға табан ынтылмаҡ булып күҙҙәрен асты. Ләкин әсәһенең йөҙө урынына томан араһынан тәүҙә һалдат каскаһын төҫмөрләне, шунан шул каска аҫтындағы ҡыҫыҡ күҙҙәрҙе таныны: “Торсонбай…”
– Ес жина! – тине үҙенсә Торсонбай һәм ҡаҙаҡса-урыҫсалап һалдаттың башын һаҡ ҡына аҫҡа баҫты. – Жат. Дзоттары етмәгән, дошман яғынан снайпер эшләй. Басты көтөрмепин… Беҙҙең бәхеткә үлән бейек, күптән сабылмаған.
– Атака… Атака барып сыҡтымы? – Миңлеғәле үҙенең тауышын үҙе таныманы, уртына һылашҡан тупраҡтан телен саҡ әйләндерә алды.
Ул башын ситкә бороп тағы төкөрөндө, ҡулын хәлһеҙ күтәреп, танауынан аҡҡан ҡанды һөрттө.
– Атака тонсоҡто, – тине Торсонбай. – Йәнә ҡырылдыҡ…
– Һигеҙенсегә… – Яугир әллә яра һыҙлауынан, әллә йәне ғазапланыуҙан йөҙөн йәмһеҙ боҙоп, күҙҙәрен йомдо. – Һигеҙенсегә мәғәнәһеҙ һөжүм…
Ул арала немец пулеметы сигенеүселәрҙе сүпләп йонсоғандай, йыбанып ҡына тағы бер-ике тыҡылданы ла тынып ҡалды. Минометтары ла, үҙҙәренең көслөлөгөн иҫбатлар өсөн генә, моғайын, өс-дүрт минаһын һыҙғыртып осороп, һөжүм яланында шартлатты һәм бәрелеш тамамланыуын белдереп, башҡа өндәшмәне. Уларҙың үҙенсәлекле ухылдаған тауышы фронт өҫтөндә байтаҡ яңғырап торҙо, шунан теләмәгәндәй, йыбанып ҡына алыҫтарға китеп юғалды. Яҡында ғына үлемесле яраланған һалдаттарҙың ыңғырашыуы, ярҙамға санитарҙарҙы саҡырыуҙары ишетелде. Ул үлем менән көрәшкән яралыларға ярҙамға ташланған санитаркаларҙы баяғы снайперҙар тиҙ арала ергә һылаштырҙы. Бәғзе үҙһүҙлеләре яралыларға барып еткән ерҙән үлемдәрен шунда тапты. Ҡаты яралылар ғүмерҙәренең аҙаҡҡы минуттарын ғазаплы тартыш ҡосағында үткәрергә дусар булды.
– Минең аяҡты пулемет теткеләне, ай-бо-ой, һөйәкте онтаған ғуй… – Торсонбай ятҡан килеш хәрәкәтһеҙ һул аяғын үҙенә табан тартты. Уныһы, гүйә, сит кеше аяғы, бәлкелдәп хужаһының артынан теләмәй генә эйәргәндәй. – Һинең итеккә лә ҡан тулған. Башҡа ағзаң теүәл күренгәндәй, әйҙә, үҙебеҙҙең яҡҡа шыуышайыҡ. Әкренләп жылжы. Кемдәндер ярҙам көтөп булмай…
Миңлеғәле ыңғыраша-ыңғыраша һул яғына ятты, каскаһын күҙҙәренән күтәреңкерәп, сәнсеп һыҙлаған аяғына күҙ һалды. Кирза итегенең айырылып төшкән ҡунысынан ҡып-ҡыҙыл ҡан һыҡрай, аяғы аҫтында ҡалған винтовкаһының прикладына аға. Ул винтовкаһының көбәгенән эләктереп үҙенә тартты һәм яман ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрҙе. Бер мәлгә генә иҫен юғалтҡандай булды.
– Тс-с-с, – тине Торсонбай ҡабаланып. – Фриц тауыш ишетелгән тәңгәлгә пулеметтан һиптерә башлай торған. Күпме ауыртһа ла, бирешмә, иң мөһиме аңыңды юғалта күрмә…
– Рус капут, ха-ха-ха ! – Дошман позицияларына тиклем ҡәҙимге алыҫ ара булһа ла, ҡәнәғәт немецтарҙың ҡыуанышып һаһылдағандары хатта контузия алғандарға ла ап-асыҡ ишетелде.
Эйе, фашистарҙың шатлығы эстәренә һыймай, сөнки туҡтауһыҙ ут сәскән пулеметтарға ҡаршы бер ниндәй тактикаһыҙ ташланған роталарҙы улар кинәнеп ҡыра. Рустар яғынан ҡылынған бындай ахмаҡлыҡҡа немец та аптырай. Әйтерһең, психик атака. Көлә немецтар. Рустарҙың һан менән генә алдырғандарына өйрәнеп бөткән улар. Сталиндың тәжрибәле командирҙарҙы һуғышҡа тиклем үк аттырып бөтөргәнен Геббельс пропагандаһы һәр ябай һалдатҡа тиклем еткергәйне. Бына хәҙер ҡайһы бер һәләтһеҙ ҡалдыҡтар хатта дивизиялар өҫтөнән командалыҡ итә, һан менән алдыра.
Ҡаҙаҡ яугирына йәнәш аҡтыҡ көсөнә шыуышҡан Миңлеғәленең контузия алған башын бер туҡтауһыҙ бер үк һүҙҙәр сүкей: “Мәғәнәһеҙ һөжүм. Мәғәнәһеҙ һөжүм”. Был файҙаһыҙ атакаларҙың кем тарафынан ойошторолғанын бөтә батальонда бер Миңлеғәле генә беләлер. Ирекһеҙҙән ике командирҙың һөйләшкәнен ишеткәйне шул. Һөжүм башланыр алдынан төндә блиндаж-штабта ҡарауылда тора ине. Шунда ишетте ул ике иҫерек командирҙың һүҙ көрәштергәнен. Күрше батальондан уларға ҡунаҡҡа, спирт эсергә командирҙары килгәйне. Шунда иҫерек комбат бәхәсләшеп, күршеһенең өҫтөнә менеп бара:
– Бына күрерһең, ошо ҡалҡыулыҡты мин бер ниндәй артиллерияһыҙ, ярҙамһыҙ, үҙемдең пехотам менән генә аласаҡмын! – тип ул ҡараңғылыҡ эсендә йәйрәп ятҡан ялан яғына төрттө. – Хатта миңә танктар ҙа кәрәкмәй!
– Тимәк, үҙеңде күрһәтеп үрләргә уйлайһың, – тип тегенеһе, юрамал үсектерә, сөнки был ҡалҡыулыҡта уның эше юҡ. Майорға айырым бойороҡ бирелгән, уның батальоны төптө икенсе яҡҡа хәрәкәт итә.
– Үрләһә?! – ти ҡупыҡ командир башын өҫкә сөйөп. – Мин генерал булмаҫлыҡ кешеме? Аҙаҡҡы һалдат ятып ҡалғансы ҡуймаясаҡмын, әммә ҡалҡыулыҡты аласаҡмын!
Ул төндө йәш һалдат спирт эсеп алйыған икәүҙең һүҙҙәренә әллә ни әһәмиәт бирмәгәйне. Әле бына ҡанһырап артҡа шыуышҡандарында шул төн иҫенә төштө. Ҡаҙаҡ иптәше лә, уның уйҙарын һиҙгәндәй, көсөргәнештән тамырҙары бүрткән бите буйлап буй-буй аҡҡан бысраҡ тирҙе һөрттө лә асыуланып һөйләнде:
– Уйлайым-уйлайым да төшөнмәйем: артиллерия нимә көтә һуң? Яҡында ғына бер дивизион тора ла баһа!
– Комбат… Батальон командиры… – Миңлеғәле саҡ тын алып әйтеп еткерә алмай аҙапланды. Ул ҡалтыраған ҡулдарын көскә тыңлатып, биленән фляжкаһын ысҡындырҙы, ғолҡолдатып һыу уртланы, шунан һелкетеп ҡалғанын самалағас, Торсонбайға һуҙҙы. – Мә, эс… Батальон командирының бәхәсе… Шуға артдивизионға хәбәр итмәй… Начальствоны шаҡ ҡатырмаҡ уйы…
– Ах, шайтан! – Торсонбай шунда уҡ аңланы, асыуынан усына эләккән үләнде төбө-тамыры менән йолҡоп алды. – Әйтәм, бая алтынсы һөжүмдән һуң беҙҙең ротный тегенең яғаһынан алырға итә! Ниместән ҡурҡыныс бит ул бәндә! Ундайҙарҙы беҙҙә осло ҡаҙыҡҡа ултырталар!
Һәр кем үҙ уйына батып, артабан шыуыштылар. Ҡара тупраҡҡа бармаҡтарын батырып, ҡаты үлән һабаҡтарына йәбешеп, кәүҙәләрен һөйрәй торғас хәлдәре бөттө икәүҙең. Винтовкалары ла артыҡ әйберҙәй һәр төпһәгә эләгә. Күпте күргән ҡаҙаҡ бик бирешеп бармай, ул Миңлеғәленән күпкә өлкән, тәжрибәле һуғышсы. Миңлеғәлене һуғышҡа алғандарында ун һигеҙе лә тулмағайны. Яңы егет ҡорона инеп барған сағы, әле мыйығы ла сыҡмаған, йәғни шыйтыҡ сыбыҡ. Һуғышҡа оҙатҡандарында ҡайғыға батҡан әсәһе ябыҡ улының ослайып торған янбаштарын һыйпап, башынан ҡосаҡлап илағайны:
– Әле малай ғынаһың, балаҡайым, ни кәүҙәң юҡ, эй, Аллам. Бер йүнле ризыҡ күрмәй үҫтең шул, иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтырға насип булһын инде…
Көйә әсәһе, сөнки берҙән-бер улы уның. 33-сө йылғы аслыҡта бөтә ғаиләһе ҡырылды ҡатындың. Шул һыуыҡ ҡыш Миңлеғәленең атаһы ла, тапҡанын балаларына еткерәм тип, таҡы-тоҡо аҙыҡҡа ҡағылманы, тағы ике улы, бер ҡыҙы менән февраль төнөндә яҡты донъянан китеп барҙы. Ниндәйҙер мөғжизә арҡаһында, бәлки, Хоҙай шулай ҡушҡандыр, күтәртә яҙып, әсәһе менән Миңлеғәле март айының ҡара еренә аяҡ баҫтылар...
Бер аҙыраҡ шулай аршинлап шыуышҡас, Торсонбай иптәшенә күҙ һалды ла сүл бүреһе олоғандай тауыш сығарҙы:
– Ай-бо-ой! Ҡаның бөтөп бара ғуй! Сырайың ап-аҡ! – Күпте күргән һуғышсы өйрәнелгән хәрәкәттәр менән штык-бысағын ҡынынан һөйрәп сығарҙы ла гимнастеркаһының итәген телеп ебәрҙе. – Мин дә инде, нимә уйлағанмын… – тип урыҫтарса әсе һүгенеп алды. – Ҡана аяғыңды ошо менән быуайыҡ, юғиһә, күп ҡан юғалтыуҙан окоптарға ла барып етә алмаҫһың… – Торсонбай арҡыры төшөп Миңлеғәленең балтырын әлеге гимнастерка киҫәген менән һығып бәйләп ҡуйҙы. – Бына шулай… Аяғың һинең һынғанға оҡшаған, итен мина ярсығы умырған. Һеңерҙә генә эләгеп тора буғай… Түҙ, барып етһәк йүнәтерҙәр… Ә мин… үҙемдең хәлде беләм, минең ҡан тиҙ төйөрләнә, – тип өҫтәп ҡуйҙы, хәрәкәтһеҙ аяғына ымлап.
Артабан үткән минуттар сәғәттәрҙәй тойолдо. Ике яҡ позициялар ҙа тынып ҡалды, немецтар үҙ көстәренә ышанып ял итә, моғайын, ә беҙҙең роталар яңы һөжүмгә көстәрен барлай. Ниндәйҙер ҡурҡыныс алдынан була торған тынлыҡ, тик алыҫта ғына канонада тауыштары урыҡ-һурыҡ ишетелеп ҡала. Тағы онотҡанда бер яңғыҙ пуля аҙашҡандай сикә ситендә генә һыҙғырып ҡуя, күрәһең, немец снайперы тирбәлгән үләнде шәйләп, шул тирәне ҡапшай.
Үҙебеҙҙең окоптарға барып етергә байтаҡ ара бар. Шыуышып немец снаряды шартлауҙан хасил булған соҡорға төштөләр. Дөрөҫөрәге, Торсонбай алдан имгәкләп, көскә Миңлеғәлене һөйрәп алды. Ахта ух килеп йәтешләп ятыуҙарына ҡаҙаҡ яугиры иләмһеҙ тауыш сығарып артҡа сигенгәндәй итте. Уларҙың танау төбөндә генә билдәһеҙ һалдаттың өҙөлгән ҡулы һаман да һерелдәп ята ине. Ҡул терһәктән өҙөлгән дә бер аҙыраҡ күмелгән, тәү ҡарашҡа шул ҡулдың хужаһы тупраҡ аҫтында ята кеүек. Ҡаҙаҡ та шулай уйлағандыр, ҡапыл ҡулды тартып алды, әммә өҙөлгән урындан тамған аҡтыҡ ҡанды күреп, йәшен тиҙлеге менән юҡҡа сыҡҡан һалдат ҡалдығын балсыҡ араһына тыҡты. Йөҙөн йәмһеҙ боҙоп, Торсонбай алыҫта, окоптар артында урынлашҡан блиндаж-штабтың бүрәнәләренә ҡарап алды ла, Миңлеғәлегә эйелеп, күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсрәтте, шунан теш араһынан ыҫылданы:
– Ана, күрәһеңме, шунда теге ҡәбәхәт! Һөжүмгә лә бармай бит әле үҙе! Әлеге ваҡытта эшлекле ҡиәфәттә блиндаж тишегенән нимес яғын байҡайҙыр әле! Һин йәшһең, күҙең үткер булырға оҡшаған, байҡа әле…
Ахылдап, йәнәш һылашҡан Миңлеғәленең хәле хөрт ине, кәүҙәһен ул аҡтыҡ көсөнә һөйрәп килде. Шулай ҙа тирле күҙҙәрен һөртөп бер аҙыраҡ текләгәндән һуң яуапланы:
– Шунда… Мин уны фуражкаһынан таныйым... Һин әйткәнсә яу яланын күҙәтә…
Ул арала беҙҙең окоптар яғында йәнләнеү һиҙелде, траншеялар буйлап каскалар ялтырап китте. Күп тә үтмәне роталар яңы, үлемесле атакаға күтәрелде.
– Урра-а-а-а! Урра-а-а-а!
Яу яланы өҫтөн совет һалдаттарының дәррәү ҡысҡырыу тауышы ярып үтте. Тигеҙ рәт булып күтәрелгән батальон, тиҙ арала йүгереүгә күсеп, һөжүм яланының яртыһына тиклем барып та етте. Яралыларҙы тапап тиерлек үтте һалдаттар, ҡараштары тик фашист яғына йүнәлтелгән. Фашист өндәшмәй, ниәте – яҡын ебәреп, ҡырыу. Шуларҙы күреп нәфрәтләнгән Торсонбай ҡайҙа ятҡанын онотоп ҡалҡынды, асыуынан ҡыҫыҡ күҙҙәрен ҙур асып, әлеге блиндаж яғына тос йоҙроғон һелкте:
– Ҡайҙа?! Ҡайҙа?! Ай-бой, был ниткән эш! Харап итә бит был егеттәрҙе! Тфү, шайтан!
Миңлеғәле иптәшенең аҙаҡҡы һүҙҙәрен һәм шул һүҙҙәр артынан немец пулеметының үҙенсәлекле таҡылдауын ғына ишетеп өлгөрҙө, сираттағы иҫен юғалтыуҙан яралының башы үлән өҫтөнә һәленеп төштө. Уның йәне кәүҙәһен тиҙ ҡалдырҙы, өҫкә күтәрелде лә бер аҙыраҡ һуғыш барған киң яу яланына ҡарап торҙо. Туҡтауһыҙ үлем сәскән пулеметтарға элеккесә фашист минометтары ҡушылды: ”Ух!” “Ух!” “Ух!” Роталар аяуһыҙ ит турағысҡа эләкте. Сатай-ботай кәүҙәләр осто, артҡа сигенгәндәрҙе пулемет уты ҡырҡты, немец автоматсылары ҡуянға һунар ойошторғандай, ярты кәүҙәләрен окоптарҙан сығарып иркенләп ҡурғаш ямғыры һиптерҙе. Тас тәүге атакалар ише. Минометтар яу яланын эшкәртеп сыҡҡас, ҡыҙыҡ өсөндөр, юл ситендә ултырған һалам башлы украин өйөнә уттарын йүнәлтте. Тура эләгеүҙән өйҙөң яртыһы ишелеп төштө, күҙ асып йомғансы бейек ҡыйығын ут ялмап та алды. Йән бындай мәхшәргә ҡарап түҙеп тора алманы, киң яландар, ташландыҡ ауылдар, емерек ҡалалар аша тыуған яғына юл алды. Ана, ауыл осонда, оло юлға табан әсәһе йүгерә.
– Улым, ҡайт! Зинһар өсөн үлмә, тере ҡайт! – тип ялбарып ҡысҡыра әсә, ҡулдарын алға һоноп.
Шул ваҡыт әсәһе ташҡа эләгеп тәкмәсләп китте һәм туҙан борҡотоп йөҙ түбән ҡапланды. Йән үрһәләнеп ғәзиз кешеһенә ярҙамға ташланды, әммә ниндәйҙер кәртә уны үткәрмәне. Оҙаҡ маташты йән, бейектә өйөрөлөп-сөйөрөлдө, аңҡы-тиңке килде. Бер нисә тапҡыр шул кәртәгә һөҙөмтәһеҙ бәрелеп һуғылғас, ары йүгергән әсәнең терһәктәренән аҡҡан ҡанға текләп өйөрөлгәндән һуң, кире фронт яҡтарына осто...
Миңлеғәле ауыр ыңғырашып иҫенә килде. Башын хәлһеҙ күтәреп, каскаһын рәтләгәнсе геүләгән ҡолағында кемдеңдер бер үк һүҙҙәре шаулап тик торҙо.
– Дөмөктөрәм мин һине, шайтан! Пуля ла йәл һиңә, алырлыҡ булһа, берәй фашисты теге донъяға оҙатыр инем!
Ул күҙҙәрен асты. Ҡарашы ҡараңғылыҡ эсендәге тырым-тырағай йүгерешкән йондоҙҙарҙан ҡотолоп, шул ҡараңғылыҡ пәрҙәһен йырғансы бер аҙыраҡ ваҡыт үтте. Тәүҙә бейек үләнде шәйләне, шунан әлеге һүҙҙәрҙең хужаһын таныны. Шунда ғына яралы үҙҙәренең аяныслы хәлен иҫенә төшөрҙө, аяғы һаман да үлтереп һыҙлай икән. Торсонбай винтовкаһын баяғы күҙәтеү блиндажына тоҫҡап сәпкә ала алмай интегә ине:
– Дөмөктөрәм мин һине, шайтан! – Был һүҙҙәрҙең кемгә төбәлгәне аңлашыла ине, әммә ҡаҙаҡтың әллә күҙҙәре насар күрә, әллә хәле мөшкөлләнгән: винтовкаһын яурынына терәп килештерә алмай этләнде.
– Ыһ… – Миңлеғәле ирекһеҙҙән ыңғырашып ҡуйҙы.
Йәш һалдаттың хәле насарайғандан-насарая бара ине. Ул берсә тиргә батты, берсә бөтә тәнен һалҡын ҡалтырау алды. Торсонбай, иптәшенең иҫенә килеүен шәйләп, балаларҙай шатланды:
– Мин һине тегеләй тип уйлағайным инде… Былай булғас, йәшәйһең! – Уның тауышы, гүйә, алыҫтан килә, тоноҡ ишетелә. Ҡаҙаҡ винтовкаһын төшөрөп, бер аҙ өндәшмәй ятты. Шунан:
– Миңлеғәле, һин һунарсы тоҡомонан түгелме? – тип һораны.
Миңлеғәле баклажкаһын көскә ысҡындырып, һыуҙың аҙаҡҡы тамсыларын уртланы ла өҙөк-өҙөк яуапланы:
– Һунарсы тоҡомонан түгелмен, әммә һунарға барған бар… Ҡуянға…
Торсонбай иптәшенә тотош кәүҙәһе менән әйләнеп ятты, арыған күҙҙәрен ялтыратып, йәнләнеп китте:
– Башҡа хәтәр уй килде бит әле. Батальон командирын сафтан сығарырға ине, аңлайһыңмы? Шунһыҙ был тәртипһеҙ һөжүмдәрҙе туҡтатып булмаясаҡ, бөтә батальон ҡырыласаҡ.
Ҡапыл Миңлеғәлегә үтә лә ҡыйын булып китте, яраһының һыҙлауы йөрәгенә бәрҙе. Нисек инде үҙ командирыңа атырға? Һалдат, әлбиттә, аңлай: ысынлап та комбат ахмаҡ. Тик, нимес түгел дә инде ул!
– Был – хыянат, Торсонбай! Арттан йәшенеп иптәшеңә хәнйәр ҡаҙаған ише…
Торсонбай бөтәһен дә төптән уйлаған, әле генә ағарып йонсоған бите ҡыҙылға мансылды.
– Ул дошманыңдан яман, йыртҡыстан ҡурҡыныс! Күпме бынамын тигән егеттәр ҡырылды, бушҡа баштарын һалды. Ә тағы күпме ҡорбан буласаҡ! Аңлайһыңмы? Бөтә өмөт һиндә, дуҫ. Минең ҡулдан килерлек түгел, йә яҙа атырмын. Яуҙарҙа күп һынаным: төҙ атаһың, һанһыҙ фашистың башына еттең. Шуға өндәшеүем. Һин уның күкрәгенә тоҫҡа, Аллаһ бойорһа, иҫән ҡалыр. Политрук һәләк булды, артабан батальон хәрби тәртип буйынса беренсе рота командиры ҡулына күсәсәк. Ул булдыҡлы егет…
Миңлеғәле үҙҙәренең һөжүмдәр араһында үҙенә урын таба алмай енләнгән рота командирын күҙ алдына килтерҙе. Яраланған ротный мөғжизә менән сафта ҡала килде, атакаларҙан һуң һәр ятып ҡалған яугиры өсөн йоҙроғон йомарлап теш араһынан ыҫылдай ине. Йыш ҡына асыулы күҙҙәрен блиндаж-штаб яғына йүнәлтеп, артиллерия таптырҙы.
“Эйе, булдыра ротный. Яуҙарҙа сыныҡҡан егет, уның менән етәрлек мәхшәрҙе үттеләр. Тик батальон командирына ата алмаясаҡ ул. Юҡ, ҡулы күтәрелмәй…”
– Уралда хыянат юҡ, Торсонбай, беҙҙең халыҡ хыянатһыҙ…
– Ни һөйләйһең, Миңлеғәле? Әйтерһең, далала хыянат бар! – иптәше ҡабаланып бүлдерә һалды. – Их!
Уның ҡуңыр битендә мускулдар тәрән һырҙарҙы юғалтып тартылды, балсыҡ ҡатыш ҡанға буялған ҡулдары винтовкаһының прикладын һындырырҙай итеп ҡыҫты. Шунан ҡаҙаҡ яугир кире эсенә әйләнде, икеләнгән иптәшенә өмөтөн юғалтып, ергә башын терәне.
– Ыһ! – Әллә ғазаплы уйҙарынан, әллә һыҙланыуҙан Миңлеғәленең маңлайына тир бәреп сыҡты.
Кинәт Торсонбай башын күтәрҙе, тиҙ генә винтовкаһын яурынына терәне лә хәйерһеҙ блиндажды тағы сәпкә алды. Ҡабаланды һалдат, яңы уңышһыҙ һөжүм башланасағынан ҡурҡты, шуға ҡулдары ҡалтыранды, тағы яраһы һиҙҙерҙе, хәлһеҙлектән күҙ алды ҡараңғыланды. Шулай ҙа, зиһенен туплап, бер аҙыраҡ тоҫҡап ятты. Юҡ, булдыра алманы, күҙҙәре алдында блиндаж ҡатыш үләндәр һикерешә башлағас, винтовкаһын ергә төшөрөп, асыуынан прикладын туҡманы.
– Шайтан! Шайтан! – тип төйгөсләне ул ғәйепһеҙ прикладты. Шунан Миңлеғәлегә ҡараны. Күҙҙәре йәшләнгәйне ҡаҙаҡтың, ирендәре лә дерелдәй, хәҙер ҡысҡырып илап ебәрерҙәй. – Өйҙә әсәйең көтә һине, Миңлеғәле, шулай бит? – Ялыныслы ҡарап, һәр һүҙгә баҫым яһап башланы ул. – Иҫән-һау ҡайтһын, тип зарығып көтә. Бөгөнгө көнгә батальондың яртыһынан күбеһе өҙгөләнеп ошо яланда ята. Күпме әсәнең өмөтө өҙөлдө, күпме бала атайһыҙ ҡалды? Бөтәһе лә бер йүнһеҙ командир арҡаһында. Үлгәндәрҙе лә, тереләрҙе лә һинең әсәйең һымаҡ әсәләре, туғандары көтә. Әгәр һин быны эшләмәһәң, бөтә батальон ошонда ятып ҡаласаҡ. Йә…
Торсонбайҙың ябай, әммә йөрәккә үтерлек һүҙҙәре минут һайын хәле насарая барған Миңлеғәленең аңына тиҙ барып етте. Тәүҙә ул атакалар барышында немец миналары һәм снарядтары шартлауынан өҙгөләнгән, тураҡланған кәүҙәләрҙе күҙ алдына килтерҙе, шунан әсәһен иҫенә төшөрҙө. Әле яңыраҡ ҡына төшөндәме, хыялындамы ауыл осонан йүгергән әсәһен күрҙе бит ул. “Улым, ҡайт! Иҫән-һау әйләнеп ҡайт!” – тине бит. Эйе, уны өйҙә әсәһе көтә. Миңлеғәле ҡайтмаһа, әсәһе бөләсәк. Йә ҡайғынан, йә яңғыҙлыҡтан. Һәм ҡапыл егетте ҡурҡыу тойғоһо солғап алды. Был ҡурҡыу анау һыҙғырып яуған миналарға ҡарағанда ла ҡурҡынысыраҡ, себендәй безелдәгән пуляларҙан да яманыраҡ. Яралының ҡото осто. Әле ул үҙе тураһында ғына уйлай ине. Яраһы һыҙлауға түҙмәй, был донъя менән хушлашырға ла әҙер ине. Юҡ, ул йәшәйәсәк! Уны өҙөлөп көткән ғәзиз әсәһе өсөн йәшәйәсәк!
Миңлеғәле тағы ла аңын юғалтыуҙан ҡурҡып, винтовкаһын күтәрә һалды. Ҡулдар хужаһын да көтмәй, өйрәнелгәнсә затворҙы этте, затвор үҙ сиратында патронды көбәккә ашыҡтырҙы. Блиндаждың күҙәтеү тәҙрәһендәге таныш фуражканы ап-асыҡ күрҙе ул. Әммә икеләнеү тойғоһо тағы биләп алды һалдатты. “Атырғамы? Атмаҫҡамы? Фашисты дөмөктөрөүе анһат, ул – дошман. Ә бында? Үҙебеҙҙең совет һалдаты. Ә яланда уның ғәйебе менән һәләк булғандар? Ул уларҙы күрәләтә үлемгә ебәрә. Шулай булғас, ул да дошман. Торсонбай әйтмешләй, ҡаҙыҡҡа ултыртыу кәрәк. Их, ауыр хәл! Ни эшләргә? Юҡ, атырға!..” Винтовканың мушкаһын әлеге өңөрәйеп ҡарайған тәҙрәгә тап килтереп уйланған арала Миңлеғәле аяҡтарының биле менән бергә һиҙеү һәләтен юғалтыуын тойоп ҡалды. Гүйә, кәүҙәһе тотошлай ҡатып бара. Һау аяғын ҡыбырлатып ҡараны, әммә уныһы ла тыңламаны. “Тиҙерәк! Уның бер генә пуляһы бөтә батальон яҙмышын хәл итә! Тиҙерәк!”
Атыу тауышы оҙаҡ көттөрмәне, көсөргәнештән ағарған бармағы тәтене үҙенән-үҙе тартты. Йәш яугирҙың мәргәнлеге үҙенекен эшләне: күкрәгенә тейгән пулянан яңы һөжүмгә бойороҡ бирергә ауыҙын асҡан комбат блиндаж иҙәненә ҡоланы. Түҙемһеҙлек менән көтөп алынған шартлау яңғырағас, иптәшенең мәргәнлегенә шикләнмәгән Торсонбай ятҡан килеш кенә устарын йыйырсыҡлы битенә тигеҙеп, ишетелер-ишетелмәҫ: “Аллаһу әкбәр!” – тип бышылданы. Артабанғы ваҡиғалар ҡаҙаҡ һалдаты уйлағанса барҙы. Рота командирҙары: “Фашист снайперы!” – тип ҡысҡырышып, ығы-зығы килгән арала, бер аҙыраҡ хәлдең айышына төшөнә алмай аңшайған беренсе рота командирының яраланып ҡан юғалтыуҙан ағарған йөҙөндә, ниһайәт, йылмайыу ғәләмәте сағылды. Ул үҙен тиҙ ҡулға алды.
– Батальон, минең бойороҡто тыңла! Комбатты һис кисекмәҫтән санчасҡа! Радисты минең янға! – тип беренсе бойороҡтарын бирҙе өлкән лейтенант.
Батальон ҡалдығы мәж килде, бойороҡтар теүәл, еренә еткереп үтәлде, комбатты носилкаларға һалып алып та киттеләр. Яңы командир рация трубкаһын радистан тартып тиерлек алды ла бөтә блиндажды шаулатып һөрән һалды:
– Артдивизион! Артдивизион! Һеҙҙән Н квадратын утҡа тотоуығыҙҙы һорайым! Унда дзоттар урынлашҡан! Тағы Р квадратында минометтар! Тыңлайһығыҙмы?! Бөтә фронт буйынса барған һөжүм уңышын тап ошо участок хәл итә! Ҡабатлайым: Н квадратында дзоттар, Р квадратында минометтар!
Бер нисә минуттан дошман яғында ысын ғәрәсәт ҡупты. Артдивизион утының бөтә ҡеүәте ике квадратҡа йүнәлтелде. Дзоттарҙың бүрәнәләре бүлгеләнеп һауаға осто, окоптар өҫтөн ҡуйы, ҡара саң болото ҡапланы, бындай хәлде көтмәгән немец автоматсылары ҡайҙа ҡасырға белмәй аҡырышып сәбәләнде, күптәре көслө шартлауҙар аҫтында ҡалып, тупраҡ менән бергә буталды. Миномет взводы биләгән позицияһын үҙгәртергә маташып ҡарағайны ла, командирҙың дөрөҫ күрһәткән квадраттары буйынса артиллерия шул взводты тиҙ арала юҡ итте. Был ваҡытта Совет ғәскәрҙәренең көсһөҙлөгөнә артыҡ ышанған немец командованиеһы контрударға йәйелергә уйлап ҡына тора ине, беренсе снарядтарҙан уҡ һалдаттарын яҙмыш ҡосағына ҡалдырып, хәрби машиналарына ташланды. Ләкин алыҫ китеп өлгөрмәнеләр, шартлау тулҡыны уларҙы ла түңкәреп, машиналарын ут ялмап алды. Артиллерия дошман позицияларын аҡтарып, окоптарын ер менән тигеҙләүгә, беҙҙең окоптар өҫтөндә һирәк, әммә дәртле: “Ура!” – ишетелде. Беренсе рота командиры әйҙәгән һуғышсылар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ фашист окоптарына бәреп ингәндә, немец һалдаттарының үле кәүҙәләре тырым-тырағай аунашып ята ине.
Ә был ваҡытта Торсонбай иҫен юғалтҡан Миңлеғәленең бил ҡайышынан эләктереп үҙебеҙҙекеләр яғына һөйрәне. Тир, ҡан, тупраҡҡа буялып бөткән ҡаҙаҡ яугиры шундай уҡ хәлдәге иптәшен һөйрәп, бер туҡтауһыҙ һөйләнде: “ Үлмә, Миңлеғәле… Һин үлергә тейеш түгелһең… Һине әсәйең көтә…”
Ваҡытлыса кәүҙәһен ҡалдырған йән ҡайһы тарафҡа барырға белмәй, һуғыш булып үткән ялан өҫтөндә өйөрөлдө...