“Япраҡтары йәшел аҡ ҡайындыңХәтфә йәйәгән кеүек һәр яғы,Әйлән-бәйлән уйнай йәш балаларГөрләп тора һәр саҡ тау яны”.Халыҡ йырыБеҙҙең ауылдан алыҫ түгел, юл ситендә генә, япраҡтарын иртәнге иҫкән елдәргә елберҙәтеп, аҡ ҡына матур күлдәген кейеп, йәшел яулығын болғап барыһын да янына саҡырып торған, йәш һылыу ҡыҙҙар төҫлө, зифа буйлы ҡайын үҫә ине. Үҙе юл ситендә генә. Берәү генә үҙе, яңғыҙ ғына. Әммә үҙе шундай матур, ботаҡтары шундай киң йәйелгән, япраҡтарының асыҡ йәшел генә төҫтә булып, болондо, юл ситен шундай ҙа йәмләп ултырыуы, моңһоҙҙо – моңло, йырһыҙҙы йырлы иткәндер... Уның эргәһенән үткән һәр юлсы туҡтап, үҙ хәлен белдергәндәй, һылыу ҡайындың сибәрлегенә һоҡланып, ҡоштар моңон тыңлап уҙа ине шул. Еләктән ҡайтыусы инәйҙәр, апай-еңгәйҙәр уның күләгәһенә ултырып хәл йыйҙы, һәр кем үҙенең белгәндәре, өйҙәрендәге күңелле яңылыҡтарын һөйләне, йәш еңгәйҙәр серҙәре менән бүлеште. Шул тиклем дә шат, ғорур ине яңғыҙ ҡайын! Нисек ҡыуанмайһың?! Көнө буйы төрлө ҡоштарҙың ярһыу тауыштары, балаларҙың килеп төрлө уйындар менән шау-гөр килеүҙәре, эргәнән генә үткәндә ат арбаһынан йәки һыбайлынан ишетелеп ҡалған, күңелгә шундай ҙа ҡыуаныс килтергән йырҙар: “Йәшәү матур, йәшәү шундай матур...”Ҡоштар ҙа ташламай оя ҡоралар, бала сығаралар, яҙҙан көҙгә тиклем аҡ ҡайындың дуҫтары һәр саҡ эргәһендә! Ә балалар ҡайын янына көн һайын да килә, уйындар уйнай: “Йәшерәм, йәшерәм яулығым, йәшел ҡайын артында, һиҙҙермәйсә ташлап киттем, бер иптәшем артына”...Яратҡан уҡытыусыбыҙ Ғәлиә Әхмәтхан ҡыҙы (Садиҡова) артынан себештәр ише теҙелешеп беҙ ҙә килә инек яңғыҙ ҡайын янына – төрлө уйындар уйнайбыҙ, йырлайбыҙ.“Йәш егеттәр, бигерәк матур ҡыҙҙарАҡ ҡайынды һөйөп маҡтайҙар.Һәр йыл һайын яҙғы һабан еткәс,Шул ҡайында байрам яһайҙар”...Тәбиғәттә лә шулай була икән, кеше яҙмыштары төҫлө икән дә?“Бер минутта, бары бер минутта – Үҙгәрә лә ҡуя бөтәһе”.Ҡапыл күкте ҡара болот ҡапланы, яҡтылыҡ ҡайҙалыр артҡа сигенде... Ямғырҙың эре тамсылары тәҙрә быялаһын йыуҙы ла йыуҙы... Шундай ҙа ҡурҡыныс итеп йәшен йәшнәне лә тәҙрә быялаларын зыңлатып, ҡаты гөрһөлдәп, нимәнелер атып та ебәрҙе...Аҙаҡ белдек: беҙҙең яратҡан ҡайыныбыҙҙы атып киткән икән. Ярты биленән генә ҡалған ҡайыныбыҙ ҡот осмалы хәлдә ине: япраҡтар ғына түгел ботаҡтары ла ҡара көйөп, күмергә әйләнеп, төрлө яҡҡа сәселгәйне. Ғәрип булып ҡалды ҡайыныбыҙ! Көттө ул дуҫтарын, көттө ул яҙ һайын, йәй буйына ла. Һирәк-һаяҡ ҡына күренде япраҡтары ла. Көндән-көн кипте генә ҡайыныбыҙ. Бер көндө нисектер бер ҡарға осоп килеп, үҙенә шунда оя яһаны. Инде хәҙер ҡарғаның йәмһеҙ итеп, “ҡаррр-ҡарр” тип ҡысҡырғаны ғына ишетелеп тора ине...