Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Августа 2025, 05:05

Ҡуй инде, килендән уңманыҡ Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ

– И-и, туғанҡайым, әйттең һүҙ! Сепрәк баш. Биш йыл буйы шуның өсөн ыштан тыжып йөрөгәнме! Бисә тип ҡаплан инде. Үҙе институт бөттө бит әле, инженер, әҙерәк кенә шуны аңламаймы икән? Биш йыл буйы нимәгә уҡытҡандарҙыр! Бисә тип үлеп бара бит.

Ҡуй инде, килендән уңманыҡ   Юмористик хикәйә    Венер ИСХАҠОВҠуй инде, килендән уңманыҡ   Юмористик хикәйә    Венер ИСХАҠОВ
Ҡуй инде, килендән уңманыҡ Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ

– Ооо, кемде күрә-ә-әм! Зәбирә апай, ни хәлдәгенәһегеҙ? Был тиклем йөкмәнеп ҡайҙан ҡайтып киләһегеҙ?
– Арыубыҙ әле! Бына Өфөнән ҡайтып киләм. Балаларға хәл белешергә тип барғайным.
– Бик һәйбәт булған! Ни хәлдәрҙә һуң? Улығыҙ ҙа өйләнгән тип ишеттем. Киленегеҙ ҡайһы яҡтан әле?
– Килен тиһеңме? Ҡуй инде, һин һорама, мин әйтмәйем тигәндәй. Эй, шул бер Хәйбулла ялҡауы инде. Уфа һынлы Уфала ҡыҙҙар бөткәндер шул. Әллә ҡайҙан шуға юлыҡҡан! Ҡуй инде, килендән уңманыҡ.
– Нисек инде уңманығыҙ? Теге ваҡыт ҡына маҡтап бөтә алмай инегеҙ?
– Ул ваҡытта бит ул! Хәҙер маҡтарлығы юҡ. Балаһын ҡосаҡлап ҡына тик ултыра. Бер ул ғына бала тапҡан тиерһең. Әлләсе, беҙ ҙә бала үҫтерҙек, бер ҙә иргә ҡарап ултырманыҡ. Был ни, бигерәк килештерә. Хан ҡыҙы тиерһең. Улымды, меҫкенде, йәлләп ҡайтып киләм әле бына. Эштән ҡайтып инмәй, телефондан шуны апҡайт, быны апҡайт тип күтәнселәп кенә ултыра. Хатта ашаған һауыт-һабаһына тиклем улым йыуып ҡуя бит.
– Йыуыр инде, ҡалала башҡа эш бармы ни?
– Китсәле, бисәнең алдынан алып. Шуны яман өйрәтеп. Бына мин үҙем дә алты бала үҫтерҙем, бер ҙә ирем аш-һыу тирәһендә буталманы. Бер ерем дә өҙөлөп ҡалманы. Ул балаһы бит әле! Ауыҙын күтәреп илауҙан башҡаны белмәй. Шуны һәпесүкләп ҡулдарынан төшөрмәйҙәр.
– Иламайса бала үҫмәй инде, ауырып та китә.
– Әллә инде, әллә! Беҙ ҙә бала үҫтермәгән кеше түгел. Бер ҙә ауыҙҙарын күтәреп олоп ултырманылар. Был бит тас киленгә оҡшаған. Ищеү әйләнгән һайын ауырый ҙа китә, ауырый ҙа китә. Килен ни уныһы сөскөргән һайын бальнис ти ҙә йүгерә, услап дарыу ашата. Кисә теш вырашына алып барҙым, ти. Тыуып өлгөрмәгән уға ниндәй выраш? Мин дә балалар үҫтерҙем, бер ҙә выраш тип сабыуламаным. Баланың теше һыҙлар инде, унан берәү ҙә үлмәгән.
– Ҡуй, апай, үҙҙәре килешкән икән, бер үк араларына инеп ҡуймағыҙ.
– Юҡ, юҡ, мин быға түҙеп тора аламдыр шул. Кисә улым былау бешерҙе лә, әйҙә, әсәй, ашайыҡ, тигән була. Түҙмәнем, әйттем, бисәләр кеүек теләһә нәмә бешереп йөрөмә, тинем.
– Улың нимә ти һуң?
– Нимә тиһең?! Яҡлаша бисәһен! Әсәй, тигән була, киленең былай ҙа арый, ярҙамлашырға кәрәк, ти. Аш әҙерләү бисәләр эшенә, ирҙәр эшенә бүленмәй, тигән була. Хәҙер әсәһен өйрәтә. Хәҙер мин кәрәкме ни! Әсәйгә ҡарағанда бисәһе ҡәҙерле шул.
– Улай тимә, әле, Зәбирә апай! Бөтә ирҙәр ҙә һинең улың кеүек булһа икән! Ул эшләгән ере һәйбәт, килә тороп аҡыллы!
– И-и, туғанҡайым, әйттең һүҙ! Сепрәк баш. Биш йыл буйы шуның өсөн ыштан тыжып йөрөгәнме! Бисә тип ҡаплан инде. Үҙе институт бөттө бит әле, инженер, әҙерәк кенә шуны аңламаймы икән? Биш йыл буйы нимәгә уҡытҡандарҙыр! Бисә тип үлеп бара бит. Килен балаһының ыштанын систереп алыуы булды, уныһы килеп алып йыуа ла башланы. Ай Аллам, ҡарап тороуы имәнес. Йә, бисәһе өйҙә нимә ҡыйрата? Мал-тыуар ҡараймы? Баҡса утаймы? Бер эше лә юҡ бит, юҡ бит.
– Зәбирә апай, үҙең дә бала үҫтергән кеше, бала ҡатындыҡы ғына түгел, ир кеше ярҙамлашырға тейеш инде. Ана бит, ҡоштар ҙа балаларын бергә-бергә үҫтерә.
– Ҡуй, ҡуй, өйрәтмә лә, нитмә лә, ул ҡош түгел, биш йыл уҡыған кеше. Йәнем көйөп әйттем әле бына, улым, былай булһа, бисәң башыңа менеп атланасаҡ бит, аңла аҙаҡтан һуң булыр, атайың бер ҙә бисә-сәсә эшенә ҡыҫылып йөрөмәне, тинем.
– Улығыҙ нимә ти һуң?
– Нимә эшләһен – көлә. Әсәй, һин бигерәк арттырып ебәрәһең инде, ти. Ищеү аҡыл өйрәтеп маташа, һеҙ элекке заманда йәшәгәнһегеҙ, ти. Ҡуй инде, ҡуй, шул бер бөртөк улымдың да һис кенә бәхете булманы. Әллә ҡайҙан осраны шул бисура! Ищеү уҡытыусы бит әле! Балаһы булмаған саҡта ла өйгә йоҡманы, тота ла шул мәктәп, тота ла шул мәктәп тип саба ине. Әллә бар, әллә юҡ эшен сәбәп итә, лиш бы өйҙә тормаҫҡа. Ҡайтһа ла өй эшен бар тип белмәне. Дәфтәрҙәренә, китаптарына ҡаҙалып ғүмере үтә торғайны. Ҡуй инде, ҡуй. Бер бөртөк улымдың ғүмере заяға үтә.
– Ҡуйсы, Зәбирә апай! Юҡҡа үҙегеҙҙе бөтөрмәгеҙ! Күрмәгеҙ ҙә, белмәгеҙ ҙә. Киленең дә, улың да харап һәйбәттәр. Пар килгәндәр. Бергә тиң ғүмер итһендәр тип теләп кенә тор.
– Ҡара, ҡара, нимә тисе бынау! Тиң килгәндәр, имеш. Булыр һиңә тиң! Бер бумала башҡа ла хужа булмағас, ниндәй ир, ниндәй тигеҙлек! Шуға кисә давлением күтәрелеп китте. Кис булғас, ҡайҙа

бараһың, әсәй, тиһәләр ҙә фатирҙары бәләкәй булһа ла, ҡыҙыма, кейәүемә барып йоҡланым.
– Улар ни хәлдә генәләр?
– И-и-и-и, уларымы, ал да гөл! Үҙ ҡыҙың үҙ ҡыҙың инде. Йән рәхәте бына, ул кейәү өлтөрәп тора.
– Бик һәйбәт! Әсә кеше өсөн балаларыңдың бәхетен күреүҙән оло шатлыҡ юҡтыр.
– Эйе, эйе! Ҡыҙым эт бәхетле бына! Тфү-тфү, алама күҙҙәр теймәһен. Шуға шатланып ҡайтып киләм әле. Ул кейәүҙең һәйбәтлеге! Ҡыҙым өсөн өлтөрәп тора. Өрмәгән ергә ултыртмай. Ҡулына эш тейгеҙмәй. Ҡыҙым ханбикә һымаҡ ҡына йәшәй инде бына. Ул фатирҙарының ҙурлығы. Кейәү ашын да бешерә, үәринйәһен дә ҡайната. Кейәүең булһа, шундай булһын икән ул! Кисә ни, баҡсаларына барып, бер биҙрә еләк йыйып алып ҡайтты. Шуны ни арала таҙартып, үәринйәһен дә ҡайнатты. Бына миңә лә өс литр банка үәринйә бирҙе. Әле мин ҡайтҡанда ҡурай еләгенә китеп ҡалды! Ҡышын һалҡын тейгәндә яман шифалы була, ҡәйнәм, һиңә лә бирәм, үҙем алып барам, тип ҡалды. Хоҙайым, аяҡ-ҡулы һыҙлауһыҙ ғына булһын. Был тиклем уңған булыр икән! Уңдыҡ инде, уңдыҡ кейәүҙән. Ҡыҙымдың бәхете бар, бәхете бар. Әйткәс әйтәйем бына, ҡыҙымды йылына ике тапҡыр санаторийға ебәрә. Ҡәҙерен белә балаҡайымдың. Ир кеше шулай булырға тейеш инде. Эй, шуға ҡыуандым. Кейәүем алтын бит, алтын бит! Һис кенә лә тик ултыра белмәй. Ул керен йыуа һалып ҡуя, ул иҙәнен һөртөп ала. Булыр-булмаҫ килендәрҙән ары торһон. Кинйәкәй ҡыҙыма ла шундай ғына кейәү осраһын инде, Хоҙайым-Аллаҡайым... Ә бына килендән уңманыҡ инде. Ни эшләп шулайҙыр?!

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас