

Сабит икенсе көндө телефондан әйткән адрес менән кәрәкле йортто эҙләп китте. Ул урам алыҫ ҡына булһа ла, машина менән түгел, йәйәү генә барырға хәл итте. Әйткән адрес яңы төҙөлөштәр яғында ине. Бында гел ике ҡатлы йорттар. Йорттарға ҡарап хәлле кешеләр йәшәгәнлеген белеп була. Шуға күрә уны саҡырған кеше лә насар йәшәмәйҙер. Сабит һөйөнөп ҡуйҙы, бай кеше аҡсаһын ҡыҙғанмаҫ, тигән уй үтте башынан.
Ике ҡатлы ҙур йорт алдында туҡтап ҡалды. Ҡоймаға яҡын килеү менән ҡалын тауышлы эт өрөп ебәрҙе. Сабит ҡапҡалағы төймәгә баҫты.
– Кем бар унда? – тигән тауыш ишетеп, ҡаушап китте.
– Был рәссам ине, кисәге һеҙҙең саҡырыу менән килдем, – тине Сабит ҡоймаға беркетелеп ҡуйылған тишекле тимергә.
– Астым, инегеҙ, – тигән тауыш ишеткәс, ҡапҡаны әкрен генә асып эскә үтте. Тауышына ҡарағанда уны ҙур эт ҡаршы алыр тип ҡурҡып ҡына атлай башланы. Ни ғәжәп: эттең тауышы ишетелһә лә, үҙе күренмәне. Сабитты урта йәштәрҙәге ир ҡаршы алды.
– Һаумыһығыҙ, Рөстәм булам, – тине ир, моронона төшөп килгән күҙлеген бармаҡ осо менән күтәрә биреп.
– Сабит, – тине, уға ҡулын һуҙып.
Ир кеше Сабитты үҙ артынан эйәртеп йортона алып инеп китте.
– Барыһын да өйҙә һөйләшербеҙ.
Сабит ихатаның ҙурлығына, төҙөклөгөнә ғәжәпләнеп, тирә-яғына ҡарана-ҡарана ир артынан эйәрҙе.
Өй эсенә ингәс, Сабитҡа залға үтеп, ултырып торорға ҡушты. Матур итеп, етешлектә йәшәп ятыусылар бар бит, тип уйлап ҡуйҙы, өй эсенә күҙ йүгертеп сыҡҡас. Ир өҫтөндәге халатын һалып, күлдәк кейеп сыҡты. Кәүҙәгә артыҡ таҙа булмаһа ла, ҡорһағы күлмәген йыртырҙай төртөп тора ине. Күрәһең, етәкселер, был тиклем ҙур йорт һала алмаҫ ине, тигән уй үтте Сабиттың башынан. Ҡаршыһындағы кәнәфигә ултырып алғас, ир һүҙ башланы:
– Гәзиттә һеҙҙең белдереүҙе күргәс, ҡатын, икебеҙҙең портретҡа заказ бирәйек, тине. Әгәр бындай эш ҡушһаҡ, беҙҙән нимәләр талап ителә?
– Мин фотонан ҡарап эшләүҙе хуп күрмәйем, натуранан эшләгәндә яҡшы булыр ине. Бары кейемдәрҙе, арттағы фонды эшләгәндә фото ҡулланырға мөмөкин. Портрет эшләү мәшәҡәтле тиер инем, сөнки һеҙгә бер позала бер нисә сәғәт ултырырға тура киләсәк. Шунан һеҙ ниндәй рәсемгә заказ бирергә уйлайһығыҙ?
– Ҡатын менән икебеҙҙе бергә төшөрөргә мөмкиндер?
– Мөмкин. Һеҙгә ҡайҙа эшләү уңайлы? Йортоғоҙҙамы, башҡа урындамы?
– Йортобоҙҙа яҡшы булыр ине. Мин эшкә йөрөйөм, ҡатын әлегә өйҙә тора. Ял көндәрендә беҙгә килә алаһығыҙ.
– Ярай, мин риза.
– Хаҡын һөйләшәйек.
– Үлсәме күпмерәк?
– 60х80 тирәһе, ни тиклем хаҡҡа баҫа? Сабит артыҡ күп һораманы, был тәүге заказ, реклама булһын, тип уйланы.
– 10 мең самаһы, риза булһағыҙ, – тип өҫтәне.
– Портрет оҡшаһа, мин хаҡында тормаясаҡмын, – тине ир, тағы күҙлеген күтәрә биреп. – Ҡатын кил әле, – тип тормош иптәшем саҡырҙы.
Кухнянан төҫ-башҡа сибәр ҡатын килеп сыҡты. Ул Сабитҡа кемделер хәтерләткәндәй итте.
– Һаумыһығыҙ, – тип иҫәнләште һәм иренә ҡараны.
– Һаумыһығыҙ, Сабит булам, – тине.
– Айһылыу, – тине лә ҡатын ҡып-ҡыҙыл булды, ҡаушап китте.
– Бына, рәссам әйтә, икегеҙҙе бергә ултыртып эшләйем, ун мең була ти. Мин ризалыҡ белдерҙем.
– Ярар, – тине Айһылыу, уйға батып. Был бит минең портретымды эшләгән рәссам, тип уйланы. Таҙарып китеп, һаҡал-мыйыҡ үҫтереп ебәргән.
Сабитты Айһылыу шундуҡ таныманы, танып алғас, нимә тип әйтергә лә белмәй юғалып, аптырап ҡалды.
Сабит Айһылыуҙы таныны. Әммә танығанын һиҙҙермәне, ире әллә ни уйлауы бар. Танышыңды белеп саҡырғанһың, тиергә лә мөмкин. Ире әллә ниндәй кеше әле. Юҡтан көнләшеп тауыш сығарған ирҙәрҙе лә, ҡатындарҙы ла күп күрҙе ул. Шуға күрә һаҡ булыуға ни етә. Айһылыуҙы күп йылдарҙан һуң тағы осратыуына Сабит ҡыуанды. Бына ни өсөн кисә уның портретын ҡулға алып ҡарап ултырған икән.
– Ҡатынды йәш сағында бер рәссам портретын эшләгән бик яҡшы килеп сыҡҡан, миңә оҡшаны. Айһылыу, бар әле шул портретты алып кил, – тине ир, ҡатынына йылмая биреп.
Хужабикә икенсе бүлмәгә сығып китте лә оҙаҡ тормай бынан егерме йыл элек Сабит эшләгән портретты алып сыҡты.
– Бына ул, – тип Айһылыу портретты Сабитҡа тотторҙо.
Ул был эште беренсе күргән кешеләй оҙаҡ итеп ҡарап торҙо.
– Бәлки, һин ул рәссамды беләһеңдер әле, бына бында инициалдары ҡуйылған, – тине ир, портрет аҫтында ҡуйылған хәрефтәрҙе күрһәтеп.
– Берҙә иҫкә төшөрә алмайым бит әле, – тигән булды Сабит, үҙенең яҙыуына ҡарап. Һәм тиҙ генә һүҙҙе икенсегә бороп ебәрҙе. – Һеҙгә ҡасан эш башлау уңайлы?
– Ял көндәрендә, шулаймы? – тине ире, ҡатынына ҡарап.
– Киләһе шәмбе шылтыратырһығыҙ, минең номер телефонда ҡалғандыр?
– Бар, шылтыратырмын. Ҡайтайым, – тип тороп ишек яғына атланы.
– Беренсе килгән кешене сәй эсермәй сығармайбыҙ, беҙҙең ғөрөф-ғәҙәт шундай, – тине Айһылыу, Сабитҡа ҡарап.
– Уңайһыҙ була бит әле, – тине Сабит, Айһылыуҙың саҡырыуына һөйөнөп.
– Ҡатын әйткән икән, буйһонорға тура килә, мин дә ҡаршы килә алмайым, – тине хужа, Сабитҡа ҡарап.
Улар донъя хәлдәре тураһында һөйләшеп сәй эстеләр. Сабит та, Айһылыу ҙа бер-береһен белгәндәрен һиҙҙермәнеләр. Сабит киләһе шәмбе шылтыратырға һүҙ биреп һаубуллашты.
Сабит урам ҡапҡаһын япҡас та уйға батты. Бына һиңә мә, башына ла килтергәне булманы, ул йәшәп ятҡан ауылда (район үҙәге булһа ла, ауыл тип йөрөтөлә) егерме йыл элек танышҡан, портретын эшләгән ҡыҙ менән яңынан осрашыр тип. Тау менән тау ғына осрашмай, кеше менән кеше осраша, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Уның өсөн был ҙур яңылыҡ ине. Өҫтәүенә, портреттарын эшләтергә заказ бирҙеләр. Ни өсөн быға тиклем Айһылыуҙы бер ҙә осратманы икән? Бәлки, улар яңы ғына күсеп килгәндер? Юғиһә, бер осратмаһа, бер осратыр ине.
Сабиттарҙың бында күсеп йәшәп ятыуҙарына ун ике йылдан артыҡ. Уны белмәгән һәм ул белмәгән кеше бик һирәктер. Әллә Айһылыу нәҡ Сабиттың гәзиткә белдереү биргәнен белеп заказ бирергә уйланымы? Шулай тиһәң, ул белдереүгә исемен ҡуйманы, телефон номерын ғына. Нисек кенә булһа ла, Сабит был осрашыуға ғәжәпләнде һәм һөйөндө. Кешене яҙмыш йөрөтә, яҙмыш осраштыра, тигәндәре дөрөҫ икән. Ул Айһылыу менән осрашырмын тип һис уйламағайны. Кисә портретын тотоп ҡарап ултырҙы, ә бөгөн үҙе менән осрашты. Быны яҙмыш тимәй нимә тип була? Теге ваҡыт Айһылыуҙың үҙе менән ныҡлап танышырға теләгәнен һиҙә ине. Һиҙһә лә, яҡынайманы, ҡыҙҙың йөрәгенә ут һалаһы килмәне. Һәр командировкаға барған һайын ҡыҙҙар йөрәгенә ут һала башлаһа, нимә булыр?
Шундай уйҙар менән ҡайтыр яҡҡа атланы. Айһылыуҙы осратҡанғамы, заказ ҡабул иткәнгәме, уның кәйефе күтәрелде. Осраған кешеләр менән йылмайып, күңел күтәренкелеге менән ихластан һөйләште. Йөрәге төбөндә бер йылылыҡ тойҙо. Уның бындай сағы бик һирәк. Ул ҡырыҫ кеше булмаһа ла, артыҡ асылып һөйләшеп бармай. Үҙен яҡшы белгәндәр менән генә төрлө темаға һөйләшә ала. Таныш түгелдәргә күңелен асып бармай һәм кәрәк тә тапмай. Ул белә: күңелеңде күберәк асҡан һайын абруйың юғала, ябайлығың үҙеңә кире насарлыҡ булып ҡайтырға мөмкин. Күп һөйләшеп бармағандар, үҙҙәрен һауалы тотҡандар абруй ҡаҙана, үҫешкә тиҙ ирешә. Әллә ниңә тормош шулай ҡоролған, үҙен эре тотҡан, күп һөйләшмәгән кешегә айырым ҡараш. Уның ни уйлағанын, күңелендә ни ятҡанын белмәһәләр ҙә, ул кешегә хөрмәт менән ҡарайҙар. Һөйләшеп барған, асыҡ, мөләйем күңелле, ябай кешеләр менән аралашыу еңел уларҙың асыҡлығы үҙҙәренә ҡаршы ла булып ҡуя.
Сабиттың хәтерендә бер ваҡиға һаман һаҡлана. Үҙенән оло бер рәссам менән сираттағы командировкаға барҙылар. Ауыл кешеһенең ябайлығы, ихласлығы һәр кемде үҙенә тарта. Ә был рәссам ауылға барып төшкәс тә рус телендә генә һөйләште. Урындағы халыҡ менән артыҡ аралашмаҫҡа тырышты. Быны күреп, Сабит ғәжәпләнде. Юғиһә, ул бит башҡортса бына тигән итеп һөйләшә. Бер көндө кис йоҡларға ятыр алдынан Сабит түҙмәне, ни өсөн шулай ҡыланғанын һорашты.
– Ғәли ағай, һин ни өсөн русса ғына һөйләшә башланың, миңә бик ҡыҙыҡ тойола, сәбәбе барҙыр әле, – тип һорап ҡуйҙы.
– Һиҙҙеңме? – Ғәли уға ҡарап йылмайып ҡуйҙы. – Үҙ телебеҙҙә һөйләшә башлаһаң, һәр береһе һүҙ ҡуша, үҙҙәренең проблемаларын һөйләй башлайҙар. Баштараҡ мин дә һөйләшә торған инем, ялҡытты. Русса һөйләшһәң, ауыл кешеһен беләһең, юғалып ҡала.
– Мин һинең менән килешәм дә, килешмәйем дә кеүек.
– Күп һөйләү арҡаһында артығын ысҡындырып ауыҙ беште. – Ғәли ағаһы, һүҙем бөттө тигәндәй, икенсе яҡҡа әйләнеп ятты.
Шул көндән алып Сабит та күп һөйләшмәҫкә үҙенә һүҙ бирҙе, Ғәли ағаһының һүҙендә хаҡлыҡ бар, тип уйланы. Һөйләшмәҫкә тип әйтеү ул бөтөнләй өндәшмәҫкә тигән һүҙ түгел, самаһын белеп, артыҡ асылып китеүҙән тыйылып ҡалыу.
Сабиттың бөгөн һөйләшкеһе, шаярғыһы килә. Юл уңайында магазиндарға инеп сыҡты. Һатыусыларҙан, алырға иҫәбе булмаһа ла, тегене-быны күрһәтеүҙе һораны. Улары ихластан күрһәттеләр, аңлаттылар. Сабитты барыһы ла таный, хөрмәт итә. Ҡатынының табип булып эшләүе лә уларҙың абруйын арттыра. Бер нисә кеше ҡатынының хәлен һорашты.
Сабит йортона күтәренке кәйеф менән ҡайтып инде. Рәмзиә уның шулай ҡайтып инеүенә күнегеп бөткән. Кәйефе ниндәй булһа ла йортона гел яҡты йөҙ менән ҡайта. Килеп тыуған күңелһеҙлектәрҙә ҡатынының, балаларының ғәйебе юҡ икәнен яҡшы аңлай, шулай булғас, ни өсөн уларға һиҙҙерергә. Бер аҙ тынысланғас ҡына күңелен борсоған ваҡиғаны һөйләп ала, ҡатыны ни әйтер икән тип, сабыр ғына көтөп тора. Рәмзиә, аҡыллы ҡатын булараҡ, башта тынысланырға, аҙаҡ фекер йөрөтөргә кәрәк, тип кәңәш бирә. Ваҡытында сисә алмаҫлыҡ мәсьәлә булып тойолған күренеш күпмелер ваҡыттан һуң бөтөнләй ваҡ-төйәк булып ҡала. Сабит шуға бер ваҡытта ла ашығып бармаҫҡа тырыша.
Сабит сығып киткәс, Айһылыу уйға батып, ни эшләргә белмәй торҙо. Уның уйға батыуын ире һиҙер кеүек тойолдо. Шуға, аш бүлмәһенә инеп, ашыҡмай ғына һауыт-һаба йыуа башланы. Ул алдан һиҙә торған кеше булараҡ, Сабитты ҡасан булһа ла осратыуын белә ине. Күңеленән генә ул көндө көттө. Ни өсөн? Үҙе лә белмәй, күргеһе килә ине. Портретын эшләп биргәндән һуң, уның күңеле төбөндә нимәлер ҡуҙғалды. Көн дә ҡулына алып оҙаҡ итеп үҙенең һүрәтенә ҡарап ултырыр булды. Икенсе йылында Өфөгә уҡырға киткәс, Сабит осрамаҫмы тип эҙләнде. Уның ҡайҙа эшләүен һорамай ҡалғанына үкенде. Бәлки, бик тырышҡанда таба ла алыр ине, Сабиттың бер ни ҙә әйтмәй ҡайтып китеүе уны тотҡарланы. Күңелендә миңә ҡарата берәй хис булһа, хат яҙып һалыр ине, адресты белә бит, тип уйланы. Ярты йыл буйы почта килгән һайын күңеленән генә хат көттө. Ул эшләгән портретты һәр ваҡыт үҙе менән йөрөттө. Алмабикә, ҡыҙының уй-тойғоларын һиҙенһә лә, бер нимә лә эшләй алманы. Үтер, йәш ваҡытта ундай яныуҙар була инде, тип уйланы. Ҡыҙы бер ауылға ҡайтҡанда портретын ҡулына алып уйланып ултырғанда, һүҙ ҡушмай булдыра алманы.
– Рәссам егетте уйлайһыңмы? – тип һораны.
– Портретты бик матур эшләгән икән, ҡараған һайын үҙемде нығыраҡ аңлағандай булам. Һәйбәт егеткә оҡшағайны, күңелемде тынысһыҙландырып китте, – тине лә Айһылыу әсәһен ҡосаҡланы. Ошо ҡосаҡлау барын да аңлата ине.
– Өфөлә күренмәйме? – тип һорап ҡуйҙы, ҡыҙына ни әйтергә белмәй әсә кеше.
– Өфө ҙур бит, әсәй.
– Әгәр ҙә һиңә яҙған булһа, осрар әле, бер ҡайҙа ла китмәҫ, – тине, үҙенсә ҡыҙын тынысландырып.
Айһылыу Сабитты осратманы, Салауат һәйкәле янында "пятачок"тарҙың береһендә нефть институтында уҡып йөрөгән Рөстәм менән танышып китте. Егет бер нисә мәртәбә ҡыҙҙы бейеүгә саҡырҙы, аҙаҡ дөйөм ятағына саҡлы оҙатып ҡуйҙы. Икеһе лә уҡыуҙарын тамамлағас, өйләнешеп ҡуйҙылар. Айһылыу мәктәпкә эшкә керҙе, Рөстәм нефть эшкәртеү заводында инженер булып эш башланы...
Айһылыу кәнәфигә килеп ултырҙы ла телевизор ҡабыҙҙы. Телевизор ҡарағыһы килгәндән түгел, уйҙарының осона сығырға тырышты. Сабит менән осрашыу күңеленең төбөндә нисә йылдар ҡуҙғалмай ятҡан хисте уятҡандай итте. Уның менән бынан егерме йыл элек осрашҡан ваҡытты иҫенә төшөрҙө. Был осрашыуҙың һәр минуты, һәр сәғәте уның хәтерендә. Сабиттың айыу менән осрашҡанын ауылда әле булһа ҡыҙыҡ итеп һөйләп иҫкә алалар. Сабит һунарсыларға, бер үк һөйләмәгеҙ инде, тип әйткән булһа ла, рәссамдар ҡайтып китеү менән, хәбәр ауылға таралды. Батыр таратманы, һунарсыларҙың береһе ҡыҙыҡ итеп һөйләп ҡуйған.
Айһылыу Сабит менән осрашҡанға шатланһа ла, икенсе яҡтан ни өсөндөр күңелһеҙләнеп ҡуйҙы. Уның менән осрашып торһа, нимәлер булыр төҫлө. Йөрәге төбөндә йәшеренеп ятҡан хис-тойғо бәреп сыҡһа, нимә эшләр? Үҙен ҡулға ала алырмы? Күпмегә тиклем түҙә алыр? Үҙенең уйҙарынан ҡурҡып китте.
Һаҡал-мыйыҡ үҫтергән Сабитты ул күргән көйө таныманы. Ул белгән Сабит ябығыраҡ, мыйығы ла саҡ-саҡ күренә ине. Ирҙәр төҫө инеп киткән, элеккегә ҡарағанда ла матур күренде. Бына ни өсөн Айһылыуҙы был район үҙенә тартҡан.
Дауамы бар.