

Сабит бер аҙна ваҡытты саҡ үткәрҙе. Оҫтаханаһына барып киндер тарттырылған рамды әҙерләне, этюднигына кәрәкле буяуҙарҙы, бумалаларҙы һәм етен майын һалып алды. Күптән натуранан ҡарап портретҡа тотонғпн юҡ тип, бергә эшләгән егеттең рәсемен ҡәләм менән дә, буяу менән дә төшөрөп ҡараны. Айһылыу алдында оятҡа ҡалғыһы килмәне. Мәҙәниәт йортонда уға сәхнә биҙәргә, төрлө плакаттар яҙыу менән генә сикләнергә тура килә. Үҙе өсөн күпселек тәбиғәт күренешен яҙҙы, портреттар яҙыу һирәк эләгә. Бер кем дә үҙенең рәсемен эшләтергә ашығып бармай. Шулай ҙа бер нисә кеше ҡыҙыҡһынды, хаҡын һораны һәм тынып ҡалды. Хаҡы менән килешмәнеләр булһа кәрәк. Сабит уларға, был фото түгел, ижад эше, тип әйтеп ҡараһа ла, һүҙ башҡа ялғанманы. Халыҡта аҡса юҡлыҡ, сәнғәткә ҡараш түбән булыу менән дә бәйлелер. Элек тә бит хәлле кешеләр генә һатып ала алған. Бөтәһе лә етеш йәшәгәндә генә кеше рухи байлыҡҡа тартылалыр.
Айһылыуҙарҙың заказ биреүҙәре уның күңелен күтәрҙе, әле бөтөнләй сәнғәткә ҡараш юғалмаған икән, тигән уйға килде. Уларҙан күреп, бәлки, башҡалар ҙа заказ бирә башлар. Шәмбе көндө иртәнге туғыҙҙар тирәһендә Рөстәмгә шылтыратты. Уныһы сәғәт ундарҙа килә алаһығыҙ тигәс, машинаһына шатланып әйберҙәрен һалды ла барасаҡ сәғәтте көттө.
Сабит барып ингәндә, йорт хужалары әҙерләнеп, көтөп торалар ине. Айһылыу өҫтөнә милли колорит менән тегелгән күлдәк кейгән, ә Рөстәм:
– Мин нимә кейәйем икән? – тип Сабиттан һораны.
– Яратып кейгән күлдәгегеҙ барҙыр, кейегеҙ шуны, – тине этюдын уңайлап ҡуйып.
Рөстәм икенсе бүлмәгә инеп китте. Шунан файҙаланып Айһылыу:
– Мин һине белгәнде әйтмәнем, әллә ни уйлауы бар, – тине тауышын әкренәйтеп.
– Борсолма, һиҙҙермәм. Һин тағы ла матурланып киткәнһең, күҙ теймәһен, – тине Сабит Айһылыуға ҡарамай ғына.
– Һинең менән һөйләшкем килә. – Ҡулын Сабитҡа һуҙҙы. – Мә, ваҡытың булғанда шылтырат. Айһылыу уның ҡулына телефон номеры яҙылған ҡағыҙ тотторҙо.
– Ошо күлдәкте бик яратып кейҙем, – тип һөйләнә-һөйләнә Рөстәм икенсе бүлмәнән килеп сыҡты. – Беҙҙе баҫтыраһыңмы, ултыртаһыңмы? Улар күптән һингә күскән инеләр.
– Ултырырһығыҙ инде, баҫып тороу арытыр, – тип Сабит уңайлы урын эҙләне. Үҙенә оҡшаған урын тапҡас, ике ултырғыс һорап алды.
Сабит ҙур иғтибар менән баш формаларын һыҙғылап сыҡты. Айһылыуға күптәнге таныш итеп түгел, модель итеп ҡараны. Шулай иткәндә генә эш уңышлы сыға. Башҡа уй килһә, иғтибар үҙгәрә, иң мөһим характеры төшөп ҡалыуы бар. Сабит төҫлө буяу менән эшләгәндә төшөрөүсе кешенең характерын аңлар өсөн төрлө һорауҙар биреп һөйләндерә, ниндәй холоҡло икәнен белергә һәм шуны портретҡа күсерергә тырыша. Портреттың бөтә көслөлөгө шунан тора. Йөҙҙөң күсермәһенән бигерәк, моделдең уй-кисерешен, тормошҡа ҡарашын сағылдырыу мөһим. Айһылыуҙың характерын бер ни тиклем белһә лә, ирен беренсе күреп тора. Ниндәйерәк кеше икәнен аңлау кәрәк, Айһылыу ҙа үҙгәргәндер, донъяға ҡарашы үҙгәрә биргәндер. Ҡәләм менән эшләгәндә характерҙары мөһим түгел, формаларҙы дөрөҫ биреү кәрәк
– Әлегә яҡынса эскиз ғына, киләһе килеүҙә төҫлө буяу менән башлармын, – тине Сабит, әйберҙәрен йыя башлап.
Айһылыу урынынан тороп киндергә күҙ һалды:
– Оҫта икәнһең, нисек килеп сығырын аңлап була, – тине, балаларса шатланып.
– Яҡшы килеп сығыр тип уйлайым, – тине Рөстәм дә ултырған урынынан тороп рәсемгә күҙ һалғас.
– Былар барыһы ла һеҙҙә ҡалып тора инде, эш бөткәнсе, – тине Сабит.
– Ашарға әҙер, йылытып ҡына алаһы бар, ашыҡмағыҙ, – тине Айһылыу, аш бүлмәһенә атлап.
– Бына бында килтереп ҡуйһағыҙ, бер кем дә теймәҫ, – тип Рөстәм урын күрһәтте.
Сабит буяуҙарын, ҡәләмдәрен этюдник тултырып, ҡапҡасын япты ла йорт хужаһы күрһәткән урынға илтеп ҡуйҙы.
– Әйҙә ҡулдарҙы сайып алайыҡ, – тип Рөстәм уны үҙ артынан эйәртеп ваннаға алып инде.
– Ҡайтып та китер инем, һеҙҙең эске халәтегеҙҙе белер өсөн бер аҙ һөйләшеп ултырырға кәрәк. Юғиһә, портрет характерһыҙ килеп сығасаҡ, – тип аңлатты Сабит хужаға.
– Бөгөн эшкә түгел, балалар өйҙә юҡ, теләгәнсә ултыра алабыҙ, – тине Рөстәм.
Улар һөйләшә-һөйләшә ашанылар, ара-тирә көлөшөп тә алдылар. Рөстәм үҙенең Өфөгә йөрөп эшләүен һөйләне. Айһылыу ваҡытлыса эшләмәй тора икән. Сабит был районға ҡасан күсеп килеүе, йәшәгән урынын яратыуын әйтте. Ҡала эшләр өсөн яҡшы булһа ла, йәшәр өсөн бик яҡшы түгел, тип һөйләне. Йорт хужалары ла уның фекере менән килеште. Шуның өсөн бында күсеп килдек тә инде, тинеләр.
Аш-һыу өсөн рәхмәт әйтеп, киләһе аҙнаға шылтыратыуын белдереп һаубуллашты Сабит.
Машинаһы менән ҡуҙғалып бер ни тиклем барғас, туҡтаны ла кеҫәһенән Айһылыу биргән ҡағыҙ киҫәген сығарып яҙылған номерға ҡарап уйға батты. Берәйһе күреп ҡалмаһын тигәндәй тиҙ генә тирә-яғына ҡаранып алды. Телефонын сығарып номерҙы күсереп алды ла исеме урынға "Ай" тип яҙып ҡуйҙы. Кем икәнен Сабит үҙе генә беләсәк. Ҡулындағы ҡағыҙҙы йыртып ташланы.
Сабит та, Рәмзиә лә бер-береһенең телефондарын ҡарағаны, тикшергәне юҡ. Тикшереү – бер-береңә ышанмау, хөрмәт итмәү. Улар ошо принцип менән йәшәй. Сабитҡа эш буйынса күп шалтыраталар, Рәмзиә өйрәнеп бөткән. Береһе лә шылтыратмаһа, ул борсолоп:
– Береһе лә шылтыратмай, әллә һине оноттолар инде, – тип шаяртып ала.
– Олоғаям бит, кәрәгем бөтә башлағандыр, – тип яуаплай Сабит та.
Рәмзиәгә эш урынында бер ҡатын:
– Ир эштән ҡайтып инеү менән телефонын алам да тикшерә башлайым: кем шылтыратҡан, кем менән һөйләшкән, – тигәйне.
Рәмзиә ғәжәпләнеп:
– Ирең нимә тип әйтә һуң? – тип һорап ҡуйҙы.
– Ни әйтһен, ҡулын һелтәй ҙә ашарға ултыра. Береһе лә шылтыратмаған булһа, минең асыу килә, нимә осрашып ҡына һөйләштегеҙме тим. Таптыра башлайым.
– Ни өсөн шулай ышанмайһың?
– Нисек ышанаһың?! Машинаһында помада таптым, икенсе ваҡыт перчатка ята. Кемдеке тим? Ул, белмәйем, ултырып ҡайтҡандар ине, онотоп ҡалдырғандарҙыр, ти.
– Ә ни өсөн һин ҡатындар ултыртып йөрөйһөң? Ултыртма, бер әйбере лә ҡалмаҫ, тим. Алдай инде ул, алдай, мин барыбер ышанмайым, бер эләгәсәк.
Ошо һөйләшеүҙән һуң Рәмзиә лә машинаның ултырғыстарына күҙ һалғылап алды. Бер нәмә лә күренмәгәс, был ғәҙәтен ташланы. Ышанмау үҙ-үҙеңде ғазаплау, йән ашау ғына. Былай ҙа ҡатмарлы тормошто ник тағы ҡатмарландырырға? Бер-береңә лә ышанмай йәшәүҙән дә ғазаплырағы юҡтыр.
Сабит быға тиклем шикләнергә сәбәп бирмәне. Матур ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланып ҡараһа ла, йөрәгенә бер кемде лә индермәне. Уның бына тигән Рәмзиәһе бар! Башҡа ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарау тигән уйҙы башына ла килтергәне юҡ. Ул үҙ ғаиләһе эсендә ҡайнап, тыныс ҡына йәшәргә ярата. Йөрәктәрен тәҡдим иткән ҡатын-ҡыҙ булманы түгел, булды. Ул оҫта ғына, үпкәләтмәҫлек итеп кире ҡаға белде. Уның шулай булыуы ҡатын-ҡыҙҙарҙа хөрмәт арттырҙы.
Айһылыу телефон номерын биргәс, Сабиттың күңел тыныслығы бөттө. Ни өсөн бирҙе әле? Иренә лә таныш икәнде әйтмәҫкә ҡушты. Быны нисек аңларға? Шылтыратырғамы, юҡмы? Шылтыратмаһаң, дөрөҫ аңламауы бар, теге ваҡыт уларҙа йәшәнеләр, хөрмәт итмәү буласаҡ. Айһылыуҙы осратыуға шатланһа ла, икенсе яҡтан борсоуға ҡалды. Уның номеры үҙенең телефонында йөрөүе уйға һалды. Ҡатыны алдында ҙур гонаһ эшләгәндәй тойҙо. Түҙемһеҙлек менән дүшәмбене көттө. Эшкә барғас шылтыратасаҡ, шунда барыһы ла беленер, тип уйланы. Бәлки, уның миңә әйтер һүҙе барҙыр, тип күңелен тынысландырҙы.
Дүшәмбе башлаған эштәрен тамамланы ла, оҫтаханаһының ишеген бикләп ҡуйҙы. Тыныс ҡына һөйләшер өсөн шулай итте. Эшләп арығандан һуң хәл ала торған кәнәфиенә ултырҙы ла телефонын ҡулына алды. Кәрәкле номерға шылтырата башланы. Икенсе яҡта ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелгәс:
– Алло, был кем әле? – тине. Үҙенең йөрәге ярһып тибә башланы.
– Айһылыу.
– Һаумы, Айһылыу, был Сабит шылтырата.
– Һаумы, Сабит. Рәхмәт шылтыратҡаныңа. Ирем янында һөйләшеп булмағас, телефон номерымды бирергә булдым шул. Хәлеңде белгем килде. Күрешмәгәнгә байтаҡ йылдар уҙып киткән икән. Һин үҙгәрмәгәнһең. Һаҡал-мыйыҡ ҡына үҫтергәнһең.
– Үҙгәргәнмендер инде, олоғаябыҙ бит. Ә һин һаман матурһың, Айһылыу, беренсе күргәндәге кеүекһең. Әсәйең, Алмабикә апай, ни хәлдә?
– Уҙған йыл һуңғы юлға оҙаттыҡ...
– Айһылыу, ғәфү ит, белмәнем. Ҡайғыңды уртаҡлашам.
– Рәхмәт. Әсәй булмағас, ауылға йылына бер-ике генә ҡайтып китәбеҙ, туғандарым юҡ, үҙең беләһең. Өфөлә йәшәнек тә уҙған йыл ер һатып алып бында күстек. Улыбыҙ Өфөлә уҡып йөрөй, ҡыҙыбыҙ быйыл унынсы синыфта уҡый.
– Беҙҙең дә улыбыҙ Өфөлә уҡый, ҡыҙыбыҙ унынсыла. Бәлки, бергә уҡыйҙарҙыр әле. Үҙең ни хәлдә, иҫәнлек-һаулыҡ нисек?
– Ярарлыҡ, Аллаға шөкөр әлегә. Һин эшләгән портретҡа ҡарап һирәк булһа ла һине иҫкә алам. Ҡайҙарҙа йөрөй икән, тип уйлай инем.
– Һин киләсәкте алдан белә инең, хәҙер ҙә шулаймы? Һинең әйткәндәрең дөрөҫкә тура килде.
– Кәрәк булһа әйтә алам. Хәҙер уның менән булашмайым, кәрәкмәй.
– Үҙең беләһең инде, – Сабит һөйләшеү оҙаҡҡа китте тип һүҙҙе ҡыҫҡартырға уйланы. – Айһылыу, ғәфү ит, осрашҡанда һөйләшербеҙ әле, минең янға килделәр.
– Иҫән-һау бул, Сабит!
– Һау бул!
Телефонды һүндергәс, әллә минең тарафтан мәғәнәһеҙлек булды инде, тип уйланы. Ул телефондан оҙаҡ һөйләшергә яратмай. Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙе хуп күрә. Берәй һөйләшербеҙ әле, тип ҡуйҙы үҙ-үҙенә. Ул Айһылыуҙың күңелендә нимә ятҡанын белмәй. Теге саҡта күҙҙәрендә һағыш күреп ҡалғайны. Бәлки, шул хисте ул һаман һаҡлайҙыр. Йәшлектәге хистәр ҡайһы бер кешеләрҙә мәңгелеккә һаҡланыусан була. Күңелдәге хисте бары аҡыл менән генә тыйып торорға мөмкин. Ә уларға юл бирһәң, тормошоноң емерелгәнен көт тә тор.
Айһылыуҙың төн йоҡолары ҡасты. Уйларға теләмәһә лә, Сабит күҙ алдына килә лә баҫа. Беренсе осрашҡан көндәрҙе ҡат-ҡат күҙ алдынан үткәрә. Ул бит Сабитты беренсе күреүҙән үк оҡшатты. Нимәһелер йәлеп итте. Улар ҡайтып киткәс, төндәрен йоҡлай алмай уйлап ятты. Ник һөйләшмәнем икән, тип үкенде. Бирелеп китеп эшләгән егеттәрҙе эштәренән бүлдерәһе килмәнеме? Ҡыҙ кеше булараҡ, үҙе башлап һүҙ ҡушырға ҡыйынһындымы? Уның бер кемгә лә шулай күңеле ятҡаны юҡ ине. Ауылдашы Хәйҙәр артынан ҡалмай янып йөрөһә лә, күңеленә яҡын итә алманы. Уның яҡшы егет икәнен белә, тик нишләһен, йөрәгенә көсләп ҡуша алмай. Үҙе оҡшатҡанды, яратҡанды эҙләй. Күрше Һылыубикә еңгәһе бер ингәнендә илай-илай һөйләгәне бөгөнгө кеүек күҙ алдында тора.
– Еңгә, ник илайһың, бер-бер хәл булдымы әллә? – тип һораны ҡыҙ ашығып.
– Булды шул, булды, – тине лә Айһылыуҙы ҡосаҡлап алды.
– Әйт инде, интектермә, – тине ҡыҙ ғәжәпләнеп.
– Айһылыу һылыуым, һиңә шуны әйтергә тейешмен, бары яратҡан, күңелеңә хуш килгән кешегә генә кейәүгә сыҡ, яраймы!
– Еңгә, минең киләсәгемде уйлап илайһыңмы ни?
– Юҡ, үҙемдең тормошомдо уйлап илайым. Бер кемгә һөйләмә, был беҙҙең сер булһын. Мин Хәмит ағайыңа яратып сыҡманым, яратҡан егетемә үс иткәндән генә.
– Яратҡан егетең менән нимә булды һуң?
– Үҙем ғәйепле, үҙем. Ул Магнитҡа эшкә китте, мин ауылда ҡалдым. Уға күҙ һалып йөрөгән ҡыҙ, Айбулат өйләнде, балалары булырға тора, тип ауылға һүҙ ебәрҙе. Ә мин, алйот, уны-быны уйлап торманым, мине оҡшатып йөрөгән Хәмиткә кейәүгә сыҡтым да ҡуйҙым. Үс иттем, йәнәһе. Айбулат ҡайтып төштө, мин ауырлы. Ул өйләнмәгән булған. Мине күргәс, бер һүҙ әйтмәй ситкә сығып китте. Ҡайҙа икәнен дә белмәйем. Хәмит насар кеше түгел, минең өсөн өлтөрәп тора, ә шулай ҙа күңелдә бушлыҡ. Уға һиҙҙермәйем, яҡшы ҡатын ролен башҡарам. Балалар үҫеп килә, уларға ҡарап һөйөнәм. Кис ятһам Айбулатым иҫкә килә лә төшә, күҙемде йомам да Хәмиттең ҡосаҡлауын уныҡы итеп ҡабул итәм. Беләм, был ғәфү итмәҫлек хәл, нимә эшләйем һуң? Бына шулай, Айһылыу, ғазап менән ғүмерең үтмәһен тиһәң, яратҡан кешеңә кейәүгә сығырға тырыш. Миңә хәҙер килешергә генә ҡала.
– Һылыубикә еңгә, мин һеҙгә ҡарап, ниндәй матур пар, тип уйлай инем.
– Бәлки, күптәр минең кеүек йәшәйҙер. Хәмиттең бында ғәйебе юҡ, ул мине ярата. Тағы шуны аңланым: йәшәй-йәшәй ярата башлайһың тиҙәр, дөрөҫ түгел, бары бер-береңә яраҡлашаһың ғына. Ә һөйөү ҡайҙалыр алыҫта, һауалағы ҡош кеүек, ҡанаттарын елпей-елпей үҙенә саҡыра. Айһылыу, быны бер кемгә лә һөйләргә ярамай. Беҙҙең тормош боҙоласаҡ.
– Ышан миңә, мин ундай кеше түгел.
Айһылыу Һылыубикә еңгәһенең һүҙҙәрен иҫкә төшөргәс, үҙенең тормошон уйлап ҡуйҙы. Рөстәмде ул оҡшатып сыҡты. Ныҡ көслө тойғо булмаһа ла, йөрәгенең бер өлөшөн биләй алды. Бөгөн ул үҙенең тормошонан ҡәнәғәт. Сабитты осратыу ғына күңел төбөн тар-мар килтерҙе. Уға булған мөхәббәт, мин дә бар тигәндәй, баш күтәрә башланы. Айһылыуҙың быға тиклем бер ваҡытта ла бындай хәлдә ҡалғаны юҡ ине. Ул тиҙ генә ир-егеткә ғашиҡ булып та бармай, тәбиғәте шундай. Ә бына Сабит уның юлына яңынан килеп сыҡҡас, күңел тыныслығы юғалды. Ҡасандыр юғалтҡан әйберен ҡабаттан тапҡандай булды. Үҙенең ир ҡатыны, ике бала әсәһе икәнен аңлаһа ла, әйтерһең дә, йәшлегенә яңынан ҡайтты. Йәш ҡыҙҙай ғашиҡ утында яна башланы. Башына йүләрлек булып инеп урынлашҡан уйҙарын алып ташларға, оноторға тырышһа ла, булдыра алмай. Сабиттың телефондан һөйләшергә теләмәүен һиҙҙе, уның ошо ҡыланышы ут өҫтөнә май һипкәндәй булды.
Айһылыу эшләмәй өйҙә ятыуҙан, көнө буйы яңғыҙ ултырыуҙан ялҡты. Һуңғы ваҡытта урам буйына сығып магазиндарҙа йөрөп ҡайтҡаны ла юҡ. Уны күңелһеҙлек биләй башланы. Ауылда өс мәктәп булһа ла, быйылға эш булманы. Киләһе йылда ғына буласағын әйттеләр. Көтөргә риза булды. Ире менән Өфөгә йөрөп эшләргә була ине, ризалашманы, ҡыҙы өйҙә бер үҙе ҡаласаҡ. Бер көндө район гәзитен ҡараштырып ултырғанда картиналарға заказ алам тигән белдереү күреп ҡалды.
– Әллә портретҡа заказ бирәбеҙме? – тине ул иренә.
– Һинең портретты эшләгән кеүек матур төшөрһә, бирергә лә була, – тине Рөстәм.
– Шылтыратып ҡара әле.
– Бөгөн эш уңышлы ғына барһа, киләһе аҙнаға бәлки, тамамлап та ҡуйырбыҙ, – тине Сабит, эшен дауам итеп.
– Беҙ ашыҡтырмайбыҙ, үҙеңә нисек уңайлы, шулай эшлә, – тине йорт хужаһы.
Айһылыу бер һүҙ өндәшмәй кәрәкле позала ултыра бирҙе. Ул, үҙ уйына бирелеп, Сабиттың эшләгәнен күҙәтә. “Киләһе аҙнаға эш тамамланыр” тигән һүҙе уны уйҙарынан бүлде. Һуңынан Сабитты күрмәйәсәкме? Һәр аҙна һайын уның килгәнен ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Шуны уйлап, күңеле шатлана ине. Нисек булһа ла уның эшен оҙаҡҡараҡ һуҙырға кәрәк. Шул ваҡыт уның башына бер уй килде.
– Мине ғәфү итегеҙ, күршем кереп сығырға ҡушҡайны, онота яҙғанмын, әлегә иремде эшләй тор, – тип кейенеп сығып китте. Айһылыу был хәлде уйлап сығарҙы. Ваҡытты оҙаҡҡа һуҙыр өсөн. Ул булмағас, эш оҙаҡҡа барасаҡ, Сабит тағы киләсәк. Күршеһендә юҡ-бар һөйләшеп оҙаҡ ҡына ултырып сыҡты.
– Ғәфү итегеҙ инде, күрше хаҡы – Тәңре хаҡы, тигәндәй, – тип Айһылыу аҡланғандай итте.
– Зыяны юҡ, иреңдең портреты әҙер булып бара, киләһе аҙнаға һине эшләрмен, – тине Сабит.
– Һәйбәт сыға, тап үҙе, – тине Айһылыу, эште ҡарап.
– Бөгөнгә етер, бараһы урыным бар ине, – тине Сабит, буяуҙарын йыйыштырып.
– Уф, билдәр талып китте. Бер урында ултырған кешегә Хоҙай ярҙам бирһен, – тине Рөстәм урынынан тороп. Ул үҙенең портретын күреп йылмайып ҡуйҙы.
– Оҡшатҡанһың.
– Минең эшем шул. Әле эшләйһе бар әле.
Бөгөн көн ҡояшлы, ағастарҙа япраҡтар ҡойолоп бөткәнсе бер нисә эскиз эшләп ҡайтмаҡсы Сабит. Бер нисә йылдан юбилейы буласаҡ, шул уңай менән райондамы, Өфөләме күргәҙмә асырға тура килер. Элек эшләгәндәр янында яңылары ла кәрәк. Әлеге заказ уны тағы ла дәртләндереп ебәрҙе.
Йортона ҡайтып бер аҙ ҡапҡалап алды ла, өйҙәге этюднигын алып, машинаһы менән урман яғына сығып китте. Урман буйындағы күл уны әллә ҡасан үҙенә тарта. Көҙ төрлө буяуҙарға бай. Ундай күренеште эшләүе лә күңелле. Яйлы урынды табып, акварель менән дә, майлы буяу менән дә бер нисә эскиз эшләп алды. Күлдең икенсе яғына сыҡты. Тал ағастары ботаҡ-итәктәрен һыуға мансып ултырған урынды ла һыҙғылап алды. Күл өҫтөнә ҡойолоп төшкән төрлө төҫтәге ағас япраҡтары иҫ киткес йәм биреп торалар. Сабит оҙаҡ итеп һоҡланып торҙо. Ошо матурлыҡты нисек итеп киндергә төшөрмәйһең? Шағир булһам – шиғыр, яҙыусы булһам, хикәйә яҙыр инем, мин – рәссам, ошо матурлыҡты киндергә күсерергә тейешмен, тип үҙ-үҙенә һөйләнеп алды. Тәбиғәт шундай һоҡланғыс, тик уны күрә белергә генә кәрәк. Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы, үҙ моңо бар. Сабит бала саҡтан матурлыҡты күрә белде. Малайҙар менән тәбиғәт ҡосағына сыҡһалар, ул уйынды онотоп сәскәләрҙе, уларға ҡунып йөрөгән күбәләктәрҙе күҙәтте. Ике ҡулын баш аҫтына ҡыҫтырып һауалағы аҡҡан болоттарҙы оҙатып ятҡан саҡтары ла байтаҡ булды. Хәтерендә ҡалған күренештәрҙе ҡайтҡас, аҡ ҡағыҙға төҫлө буяу менән төшөрөп ҡуя ине. Уның был эштәрен күреп атаһы:
– Бик матур эшләгәнһең, булдыраһың икән, молодец, улым! – тип маҡтап ебәрер ине.
Атаһының һүҙҙәре уны дәртләндерҙе. Рәссамдар тураһында китаптар уҡый, уларҙың рәсемдәрен ҡарай башланы. Уның һүрәт менән мауыҡҡанын күреп, мәктәптә синыф өсөн сығып килгән стена гәзитенең рәссамы итеп һайланылар. Ул һәр гәзиттең биҙәлешен бирелеп китеп эшләргә тырышты. Байрамдарға бағышлап сыҡҡан гәзиткә һүрәтте үҙе уйланы. Мәктәпте тамамлағанда ҡайҙа уҡырға барасағы, ниндәй һөнәр аласағы билдәле ине. Аттестат алғас та, эшләгән эштәрен күтәреп, Өфөләге сәнғәт училищеһына юлланды. Эштәрен ҡарағас, имтихандар тапшырырға ҡуштылар. Ул үҙенең рәссам һөнәрен һайлағанына бер ваҡытта ла үкенмәне. Төрлө ваҡыт булды, ләкин төшөнкөлөккә бирелмәне. Үткән быуат рәссамдарының тормоштарын яҡшы белә, уларға ла йәшәү еңел булмаған. Сәнғәт юлын һайлайһың икән, уға тоғоро икәнһең, түҙәһең. Ҡатыны Рәмзиәнең уны аңлауы, битәрләмәүе лә уға көс-ҡеүәт бирә. Улы Илсур атаһы һымаҡ рәссам булырға теләүен белдергәс, Сабит ҡаршы килде.
– Бөгөнгө тормошта кәрәкле һөнәр һайла инде, рәссамдарға эш юҡ. Ә һүрәт төшөргөң килә икән – төшөр, уныһы һинең күңел эше булыр, – тине.
Улы атаһының һүҙен тыңланы, БДУ-ның юридик факультетына уҡырға инде.
Дауамы бар.