

5
– Мин өйҙә булмайым, эшкә саҡыралар, ә һин кил, ҡатындың портретын эшләй торорһоң. Балалар өйҙә, ҡыйынһынма, – тине Рөстәм, Сабит шылтыратҡас.
Сабитты Айһылыу йылмайып ҡаршы алды. Улы менән ҡыҙы, икенсе ҡаттан төшөп, Сабит менән иҫәнләшеп таныштылар.
– Һеҙҙә талант, әйтерһең дә, атай үҙе ултыра, – тине картинаға ҡарап егет.
Сабит бер һүҙ өндәшмәне, бары йылмайып ҡына ҡуйҙы.
– Теге ваҡытта һеҙ ҡайтып киткәс, мин хат көттөм һинән, ни өсөн үҙем дә белмәйем. Талантыңа ғашиҡ булған инем, – тине Айһылыу, балалары икенсе ҡатҡа менеп киткәс.
– Хат яҙырға ҡыйынһындым, үҙең менән ныҡлап һөйләшеп тә булманы. Һинең турала мин дә уйланым.
– Икенсе йылына Өфөгә уҡырға киттем, иҫәбем уҡытыусы һөнәре алырға ине. Икенсе курста Рөстәм менән таныштым. Ул нефть институтында белем ала ине. Ике балабыҙ булды. Ҡыҫҡаса тормошом шулай, – тине Айһылыу, Сабиттың күҙенә ҡарап.
– Бында нишләп килеп сыҡтығыҙ?
– Һине эҙләп... Әлбиттә, шаяртам. Өфөләге һауа миңә ярамай башланы, табиптар ауыл ере кәрәк тигәс, бында күсеп килдек. Өфөгә яҡын, тәбиғәте матур.
– Беҙ ҙә шулай, тыныслыҡ эҙләп килдек. Мәҙәниәт һарайына рәссам кәрәк булған.
Сабит ҡулындағы бумалаһын ҡуйҙы ла Айһылыу янына килеп:
– Бер көндө сәстәрең шулай тора ине, – тип сәстәрен рәтләп ҡуйҙы.
Уның ҡулы тейеүҙән Айһылыуҙың тәне буйлап эҫелек йүгерҙе. Ниндәйҙер бер ләззәт тулҡынында башы әйләнеп киткәндәй итте. Үҙе лә һиҙмәҫтән, Сабиттың ҡулынан тотто.
– Ғәфү ит, Сабит, – тине, ҡулын тиҙ генә тартып алып.
Айһылыуҙың ҡулы буйлап Сабиттың тәненә йылы тулҡын үтеп китте. Ҡатынды ҡосаҡлап алыуҙан үҙен көскә тыйып ҡалды.
– Батыр ни хәлдә йәшәп ята? – тип һорау бирергә ашыҡты.
– Йәй ҡайтҡанда иҫән-һау ине. Буранбай ағай ялға туҡтағас, Батыр директор булып ҡалды. Ул ситтән тороп ауыл хужалығы институтында уҡып йөрөй ине. Халыҡ уны һайланы. Бөгөн иһә совхоз юҡ, бөтә эш шәхси ҡулға күсте. Ауыл халҡының күбеһе эшһеҙ ҡалды.
– Беҙ эшләгән портреттар хәҙер ҡайҙа икән? Совхоз тарҡалғас, уларҙың кәрәге ҡалмағандыр?
– Совхоз тарала икән тип ишетеп ҡалғас, ауылға ҡайттым. Һеҙ эшләгән портреттарҙы алып китапханаға тапшырҙым. Унда эшләгән ҡыҙға әйтеп ҡуйҙым, ташлама, бер ҙә булмаһа, хужаларына бирерһең, тинем. Улар бит – һеҙҙең хеҙмәт.
– Рәхмәт инде һиңә!
– Минең һиндәге үҙемдең портретты күргем килә. Ҡасан күрһәтәһең? Өйөңә барайыммы? Өй тигән һүҙҙе ишеткәс, Сабит кинәт башын күтәреп:
– Өйҙә түгел, оҫтаханала.
– Ҡасан барайым?
– Әллә. Шылтыратырһың. – Сабит уның киләм тигән һүҙенән ҡурҡып китте.
– Ярай.
Айһылыуҙың портретын эшләп бөтә яҙҙы.
– Хәҙер ирегеҙ менән бергә ултыртып эшләп бөтөрәһе бар. Уныһы киләһе аҙнаға ҡала инде. Бөгөнгә етте. Улым ялға ҡайтҡайны, уның менән эшләйһе эш бар, – тип ҡайтырға сыҡты Сабит.
Ял көндәре үткәс, Айһылыу Сабитҡа киләсәген белдереп шылтыратты. Оҫтаханаһына ҡайҙан инергә икәнен һораны. Сабит Айһылыу килер көндө оҫтаханаһына иртәрәк барып бер аҙ тәртип урынлаштырҙы. Тегеләй-былай ятҡан әйберҙәрҙе матурлап ҡуйҙы, иҙәнде һеперҙе. Кибеткә барып шарап һәм ҡапҡыларға ашамлыҡ алды. Кем белә, бәлки, осрашыуҙы билдәләп үтергә тура килер, тип уйланы. Электр сәйнүгенә яңы һыу һалды.
Сәғәт ун берҙәр тирәһендә ишек шаҡынылар. Сабит ишекте барып асты. Был Айһылыу ине.
– Инергә яраймы? Мин килдем, – тине ҡатын матур итеп йылмайып.
– Әйҙә, әйҙә, көтәм, – тине Сабит. – Бындағы тәртипһеҙлектән ҡурҡып китмә, оҫтахана шулай була инде.
– Аңлайым. Ҙур ғына икән, һәйбәт.
– Айһылыу, кил кәнәфигә ултыр, – тип уға урын күрһәтте.
– Рәхмәт. Мин ултырып торорға түгел портретымды ҡарарға тип килгәйнем, – тине Айһылыу, етди булырға тырышып. Сабит башҡа төрлө уйлай күрмәһен өсөн шулай тип әйтергә мәжбүр ине.
Сабит портретты алып Айһылыуҙың алдына ҡуйҙы.
– Их, йәшлек! Ҡайтарып булһа икән шул йылдарҙы?! – Айһылыу үҙенә оҙаҡ итеп ҡарап торҙо. – Рәхмәт һиңә, Сабит, йәшлегемдең бер көнөн бүләк иттең. Айһылыуҙың күҙҙәренә йәш йыйылды.
– Хәтереңдәме, мине һағынһаң, айға ҡара, айһыҙ төндәрҙә портретҡа ҡарарһың тигәйнең?
– Хәтеремдә. Мин ул саҡта бер ни ҙә уйламай әйткәйнем.
– Сабит, һин талантлы кеше, тарихта ҡала торған кеше, – тине Айһылыу моңһоуланып.
– Кил әле, Айһылыу, бында ултыр, осрашыуҙы билгеләп үтәйек. – Сабит ҡатындың маҡтау һүҙҙәренән ҡанатланып китте.
Айһылыу өҫтәлде күреп ғәжәпләнде.
Һөйләшә-һөйләшә бер шешә шарапты эсеп бөтөрә яҙҙылар. Икеһенең дә телдәре асылды, оялып тороу, ҡыйынһыныу онотолдо.
– Мин ҡайтайым инде, рәхмәт һиңә. Һине яңынан осратҡаныма бик шатмын. Бер күреп һөйләшәһе килә ине. Күңелем тынысланды, – тип Айһылыу урындығынан торғанда, бер яҡҡа сайҡалып китте. Сабит тотоп ҡалды, һәм улар ҡосаҡлашып ҡуйғандай булдылар. Сабит көслө ҡулдары менән Айһылыуҙы ҡосағына ҡыҫты. Ҡатын ҡаршылыҡ күрһәтмәне, үҙе лә уның биленән ҡыҫты.
– Мин ошо минутты күпме көттөм, – тип Айһылыу ирҙең ҡолағына бышылданы.
Сабит эште ҙурға ебәрмәҫкә тырышты. Айһылыу башын артҡараҡ тартты ла бер ҡулы менән Сабиттың һаҡал-мыйығын һыйпап ҡуйҙы. Шунан йылмая биреп:
– Миңә мыйыҡлы егеттәр менән йөрөргә тура килмәне. Ни өсөн рәссамдар һаҡал-мыйыҡ үҫтерә ул? – тип һораны.
– Бумала бөтһә, киҫеп алаһың да ҡуяһың, – тине Сабит йылмайып.
– Һәйбәт икән.
– Миңә килешәме һуң?
– Килешә. Хатта һине тағы матурлай төшә, – тине лә Айһылыу Сабитты үбергә теләп яҡын килде.
– Ғүмерҙә уйламағайным һине тағы осратырмын тип. – Сабит ҡулдарын Айһылыуҙан алып, һүҙҙе икенсегә борорға тырышты.
– Был яҙмыш, – тине ҡатын.
Айһылыу оҫтахананан сығып киткәс, Сабит уның менән бергә булған минуттарҙы тағы бер ҡат күҙ алдынан үткәрҙе. Күңелендә рәхәтлек тойғоһо барлыҡҡа килде. Айһылыу менән осрашыу уның күңелен үҫтерҙе. Сит ҡатындар менән һөйләшеп ултырғаны уның булманы. Айһылыу менән йәшлекте иҫкә төшөрөү, шул йылдарға алып ҡайтҡандай тойолдо. Ҡырҡ йәштән үткән ирҙәрҙең икенсе ҡатынға ғашиҡ булып йөрөүҙәрен ишетеп кенә түгел, күреп тә белә. Үҙе менән дә шул хәл килеп сыҡмаһа ярар ине, тигән шомло уй килде башына. Сабит тиҙ генә өйөнә ҡайтырға ашыҡманы. Йәшерен осрашыу нимәгә алып килер, тигән уй башына инеп урынлашты. Ҡулына эш бармаһа ла, ватман киҫәге алып, ҡәләм менән һыҙғылай башланы.
Айһылыу оҫтахананан сыҡҡас, битенә көҙҙөң һалҡын еле килеп бәрелде. Ел уны айнытып ебәргәндәй итте, элекке халәтенә ҡайтарҙы. Үҙе атлай, ә башында уйҙар ҡайнай. Нимә була был? Ирле ҡатынға былай йөрөү килешәме? Ирем, балалар белһә, ни әйтерҙәр? Юҡ, юҡ, уларға һиҙҙерергә ярамай. Бындай осрашыуға сик ҡуйырға кәрәк. Юғиһә, аҙағы яҡшы булмаҫ. Башҡа осрашмаҫҡа! Шул ваҡыт:
– Нимә ҡурҡып ҡалдың, һин уны оҡшатаһың бит, башлаған юлың хаҡ, – тигән һүҙҙәрҙе күңеле төбөндә йөрөгән хисе әйтте.
– Һин кешене насар юлға төшөрмә, – тип уға ҡаршы сыҡты аҡылы.
– Һөйөү, мөхәббәт насар юл буламы ни? Кеше ғүмер буйы мөхәббәте өсөн көрәшергә тейеш.
– Ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәп ятҡанда ул турала уйларға һуң инде.
– Ысын мөхәббәтте кеше ҡасан булһа бер татырға тейеш.
– Һинең тейештәрең күбәйҙе, әгәр барыһы ла мөхәббәт артынан ҡыуа башлаһа, нимә була?
– Нимә булһын, бәхетле була.
– Кемделер бәхетһеҙ итеп бәхетле булырға тырышыу бик насар, барыһын да уйлап эш итергә кәрәк.
– Уйлап торорға түгел, теләгеңә ирешергә тырышыу кәрәк.
– Рөстәмде оҡшатып кейәүгә сыҡтың бит, нимә кәрәк тағы?
– Быныһы беренсеһе булды, шул тойғо туҡталып ҡалды, мин уны яңынан осраттым, мине тыйма.
– Беренсе мөхәббәт ул ҡауышмағанда ғына ҡәҙерле. Мин беләм беренселәре менән нисек йәшәгәндәрҙе. Аҙағы насар тамамланһа, миңә үпкәләмә.
Хис менән аҡыл байтаҡ ҡына шулай көрәшкәндән һуң, Айһылыу түҙмәне:
– Етте һеҙгә, – тип әйтеп ҡуйҙы. – Барыһын да үҙем белермен, икегеҙҙе бергә ҡушып, ҡат-ҡат уйлармын.
Юл ыңғайы кибеттәргә инеп сыҡты. Бер-ике кеше менән һөйләшеп торҙо. Халыҡ араһында йөрөп Сабитты оноторға тырышты. Ләкин бер үҙе ҡалды иһә Сабит иҫенә килә лә төшә. Янына барып дөрөҫ эшләнем микән, тигән уй уға тынғылыҡ бирмәй. Портрет ҡарайым тигән һүҙ сәбәп кенә булғанын яҡшы белә. Ул портретын күрер өсөн түгел, Сабит менән икәүҙән-икәү генә осрашып һөйләшергә тип барҙы. Осрашыуҙан күңел булыр ҙа бер ни булмағандай йәшәп ятырмын тигәйне, ләкин яңылышҡан, уның тағы-тағы күргеһе килеп тик тора.
Йортона ҡайтып ингәс, өҫ кейемдәрен һалып ырғытты ла диванға һуҙылып ятты. Сабит менән булған минуттарҙы, һөйләшкән һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөргә тырышты. Сабит минең турала нимә уйлай икән? Күңелемдә ятҡан хис-тойғоно аңлай алдымы икән? Сабиттың “һин һаман матурһың” тигән һүҙҙәре бына нисә көн инде уның ҡолағында яңғырай. Был һүҙ уның йөрәгенә асҡыс. Башҡа ирҙәргә мәңге ябыҡ булған йөрәк түрен аса алды. Хәҙер уны бары ул ғына яба ала.
Күп ваҡыт кеше, хатта үҙ-үҙенә хужа була алмай, урыны, ваҡыты, кешеһенә ҡарап үҙгәрә, теләһә теләмәһә лә буйһона. Тормошҡа ҡарашын, йәшәү асылын үҙгәртергә мәжбүр була. Аҡылы көсһөҙ булып ҡала. Сабиттың да әле шундай ваҡыты. Айһылыу менән осрашҡандан һуң уй-фекере бөтөнләй башҡа йүнәлеш алды. Быға саҡлы шундай тыныс йәшәгән икән! Уны хәҙер тынғыһыҙлыҡ биләне. Ҡатынына ҡарап уйланып ултыра башланы. Ҡатын белеп ҡалһа нимә булып бөтөр – ошо уй башына инеп урынлашты. Ҡатыны уға башҡа ҡатындарға ҡарар өсөн бер генә сәбәп тә бирмәне. Ҡатынын ярата ул. Айһылыу менән осрашыу күңелен елкендерҙе. Айһылыу... Айһылыу миңә ни өсөн тартыла әле? Иренә яратмай ғына сыҡтымы әллә? Һинән хат көттөм, ти бит, әллә миңә булған мәхәббәте көслөмө? Тәүге һөйөү булып йөрәгенә инеп урынлаштыммы? Шулай булмаһа нисә йылдан һуң минең менән осрашырға тырышмаҫ ине. Һинең күңелеңдә ниҙәр ята, Айһылыу? Их, белһәң ине?!
Сабит уның менән башҡа осрашмаҫҡа тырышыр ине, портреттарын эшләп бөтөрәһе бар. Теләйһеңме, юҡмы, уларға барырға тура килә. Ул осрашыуҙан ҡурҡа башланы, Айһылыу уның йөрәк түренән урын алыр кеүек. Ныҡлап эйәләшеп китһә, аҙағы нимә менән тамамланыр? Уларға тыныс ҡына барып инә ине, бынан һуң нисек булыр?
Айһылыуҙың ире, Рөстәм алдында үҙен ғәйепле тоя. Үҙенең Рәмзиәһе тураһында уйлап ҡуйҙы, әгәр ул элек йөрөгән егете менән осраша башлаһа, үҙе ни эшләр ине? Юҡ, юҡ, бындай хәл булыуы мөмкин түгел. Ул ошо уйҙан ҡалтыранып китте, ҡатынын башҡа ир-ат менән осрашыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай. Ундай хәл була ҡалһа, ул бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәк. Был инде ғаилә боҙолдо тигән һүҙ. Ғаилә тарҡалыу – иң ҡурҡыныс нәмә, беренсенән, балалар етемһерәп ҡала, икенсенән, иргә лә, ҡатынға ла яңы ғаилә ҡороп йәшәп китеүе бик ауыр буласаҡ. Йәш саҡ булһа, бәлки, һәр ҡайһыһы үҙ тиңен табыр ине, ә бына ғүмер уртаһында боҙолғандар, яңғыҙ аҡҡоштар кеүек, ҡаңғырып йөрөүсән була.
Атаһының бер туған ҡустыһы, Әмир ағаһы менән шундай хәл булды инде. Бик матур ғына йәшәп ятҡанда, ҡатыны бергә эшләгән ир менән йәшерен генә осраша башлаған. Беҙ ҡапсыҡта ятмай тигәндәй, иртәме, һуңмы беленә. Ул ваҡытта Сабит мәктәптә генә уҡып йөрөй ине. Әмир ағаһы уларға килеп атаһы менән һөйләшкәнде тыңлап торорға тура килде уға.
– Абдулла ағай, мин башҡа улай йәшәй алмайым, әйт, миңә нимә эшләргә? – тип башын аҫҡа эйеп һораны. Уның тауышында өҙгөләнеү, тормоштан ваз кисеү һиҙелә ине.
– Бәлки, юҡ һүҙҙер, үҙ күҙең менән күрҙеңме һуң? – тип һораны атаһы.
– Бергә эшләгәндәр күптән белгән, мин генә иң һуңғы кеше булып ишеткәнмен, бергә йәшәп булмаҫ, ғәфү итә алмайым.
– Килен нимә ти һуң?
– Ғәфү үтенә, яңылышҡанмын, башҡа был эш ҡабатланмаҫ, ти. Юҡ, ышанмайым да, кәрәкмәй ҙә. Мин был позор менән йәшәй алмайым. Ярай, балабыҙ юҡ. Бәлки...
– Нимә тип кенә кәңәш бирәйем икән? Яңылышҡан шул килен, яңылышҡан.
Ошо һөйләшеүҙән һуң оҙаҡ ваҡыт та үтмәй улар айырылыша. Зәбирә еңгәһе әйберҙәрен алып Сабиттарҙа бер нисә көн ҡуна. Еңгәһе ҡайтып китер көндө Әмир ағаһы уларға килә. Улар өҫтәлдең ике яғына ултырып бер-береһенең ҡулдарын тотоп оҙаҡ ҡына күҙгә-күҙ ҡарашып ултыралар. Сабит йорттоң икенсе яғынан барыһын да күҙәтеп тора. Ата-әсәһе, иркенләп һөйләшһендәр тип, сығып китте.
– Их, Зәбирә, мин һине шул тиклем яратҡайным, һин барын да юҡҡа сығарҙың, – тип һүҙ башланы Әмир.
– Мин дә яратам һине, Әмир. Һинән башҡа нисек йәшәрмен!? Яңылыштым шул...
– Һинең менән беренсе осрашҡан көн бөгөнгөләй күҙ алдында. Беҙ бит мәңге бер-беребеҙгә тоғро булырға вәғәҙә бирешкәйнек, ни өсөн тотманың?
– Әллә инде...
Уларҙың икеһенең дә күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты. Әмир башын өҫтәлгә терәне. Уларҙың араһында өҫтәл. Сабитҡа уларҙы ошо өҫтәл айырып торғандай тойолдо. Ул уларҙың ҡосаҡлашыуын көттө, ләкин ул булманы. Әмир өҫтәлдән башын күтәрҙе лә:
– Бәхетле бул, Зәбирә. Башҡа яңылышмаҫҡа тырыш, кеше араһында абруйың төшөр, – тине, бер ҡулы менән күҙ йәштәрен һөртөп. Ҡулдары менән ҡатынының ҡулдарын ҡат-ҡат һыйпап алды. – Минең насарлыҡтарым булһа, ғәфү ит.
– Әмир, бәлки...
– Юҡ, Зәбирә, киҫкән икмәкте ялғап булмағандай, беҙ бергә була алмайбыҙ. Ул саҡта мин үҙемде ғәфү итә алмаясаҡмын. Бәхил бул!
Әмир өҫтәл артынан тиҙ генә торҙо ла шәп итеп атлап тышҡы яҡҡа ашыҡты. Зәбирә ултыра бирҙе. Сабиттың уны бик йыуатаһы килһә лә, ҡыйманы. Зәбирә еңгәһен ул бик ярата. Уныһы ла, ҡәйнешем минең, тип кенә тора. Уларҙың айырылышыуы Сабит өсөн дә ҙур ҡайғы булды. Зәбирә еңгәһе уны шатланып ҡаршы ала, тәмле итеп ашата ине. Еңгәһе ҡайтып киткәс, барып инһә, өй ҡараңғыланып, моңһоуланып киткәндәй тойолдо. Әмир ағаһының моңһоуланып гармун уйнағанын ишетеү йөрәген өҙгөләне. Ул шулай гармун тартып күңелен йыуатты. Уларҙың өйөнән таңға саҡлы гармун моңо ағылды. Сабиттың атаһы ҡустыһының өҙгөләнеүен ауыр кисерҙе. Нимә эшләргә, ниндәй кәңәш бирергә белмәне. Ваҡ-төйәк эш тапҡан булып йортона саҡырҙы. Уның йөрәк яраһын эш менән баҫырға теләне булһа кәрәк. Көндөҙҙәрен кеше араһында йөрөп онотолоп торһа ла, Әмир кистәрен, төндәрен ғазап менән үткәрҙе. Бер көндө Абдулла түҙмәне ҡустыһын әрләп ташланы.
– Һин нимә, ҡатындар кеүек ебеп төштөң, ҡарт түгелһең, яңынан өйләнерһең, бәлки, балағыҙ ҙа булыр. Бер һин генә түгел, тирә-яҡҡа ҡара, күпме кеше айырыла.
– Мин бит уны яратам, ағай, аңлайһыңмы, яратам!
– Барыһы ла яратып өйләнә. Нишләйһең, шулай килеп сыҡҡан икән, түҙергә кәрәк. Килендең үҙенә лә еңел түгелдер. Хатаны эшләүе генә рәхәт, ә төҙәтеүгә ғүмер етмәй. Ул да аңлар әле.
– Ағай, әллә ауылдан сығып китәйемме? Зәбирәне табып, ситтә йәшәп ҡараһаҡ, унда беҙҙе бер кем дә белмәй.
– Үҙең ҡара, мин ҡаршы түгел.
Әмир ауылдан сығып китә алмай, араҡы менән мауыға башлап бөтөнләй юҡҡа сыға. Эскән килеш һүнмәгән тәмәкеһе менән янғын сығара. Янғын һүндереүселәр уның яртылаш янған кәүҙәһен карауатында табалар. Гармуны ла янында булған...
Сабит шул көндәрҙе иҫкә алһа, бөгөн дә бөтә тәне ҡалтырай башлай. Мәхшәр булып, уның күңеленә һеңеп ҡалды.
Зәбирә еңгәһенең дә тормошо барып сыҡмаған, бер нисә тапҡыр кейәүгә сығып ҡараған, бәхетен таба алмаған.
Сабит Әмир ағаһының яҙмышын күҙ алдынан үткәргәс, Айһылыу менән дуҫ булып ҡалырға, артығын эшләргә ярамай, тигән уйға килде.
Дауамы бар.