

Август айының үҙенә генә хас һөйкөмлөлөгө бар. Бер яҡтан, урман-ҡырҙар тулып емеш-еләк өлгөрә, шул уҡ ваҡытта күҙҙең яуын алыр сәскәләр ҙә төҫ ташламаған. Көҙ яҡынлашыуын белдереп, иртәле-кисле һалҡын һауа өрөп ебәрһә лә, көндөҙҙәрен ҡояш барыбер ҡайнар. Ә август төнөндә генә була торған йондоҙҙар туйы кемдең генә күңелен иләҫ-миләҫ итмәҫ?!
Шағирә һәм журналист Зөһрә ҡотлогилдина – август ҡыҙы. Һәм был уның булмышында ла, ижадында ла асыҡ сағыла.
Зөһрә ҡотлогилдина ғүмере буйы балалар гәзитендә эшләй. Ошо уңайҙан «Кешене урын биҙәмәй, кеше урынды биҙәй» тигән әйтем иҫкә төшә. Студент ҡына сағынан үҙен ҡабул иткән редакцияға 30 йылдан ашыу тоғро ҡалып, бер ҡаҙанда ҡайнай. Ошо йылдар эсендә гәзиттең исеме генә түгел, есеме лә үҙгәрҙе, илдә етәкселәр генә түгел, ижтимағи ҡоролош та алмашынды. Ә ул сабыр һәм тыйнаҡ ҡына итеп балаларға донъяны танырға, йәшәү асылын аңларға өйрәтә, эшенең йәмен һәм тәмен тойоп хеҙмәт итә. Үҙ һөнәреңә, маҡсатыңа һәм хыялдарыңа тоғролоҡ бөгөнгө заманда бик һирәк осрай торған сифат, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Зөһрә ҡотлогилдина – танылған хәбәрсе һәм публицист булыу менән бергә бик күп һәләтле журналист тәрбиәләп биргән уҡытыусы һәм остаз да. Башҡортостанда журналистарҙы ике урында әҙерләйҙәр: БДУ-ла һәм «Йәншишмә» гәзите редакцияһында. Айырма шунда: университетта уларҙы төркөмләп сығарһалар, редакцияла берәмләп, бөртөкләп әҙерләйҙәр. Йырсыларҙы уҡытҡан кеүек. Зөһрә ҡотлогилдинаның йәш хәбәрселәр мәктәбен үткән бик күптәр бөгөн республикабыҙ баҫмаларында төптән егелеп эшләй, Башҡортостан журналистикаһының йөҙөн билдәләй.
Юбилярҙың шиғриәте – айырым бер донъя. Унда төп урынды әсә образы алып тора. Миңә ҡалһа, башҡорт шиғриәтендә әсәйҙәр тураһында унан да матурыраҡ яҙған кеше юҡ һымаҡ. Ул һүрәтләгән образда беҙ үҙ әсәйебеҙҙе таныйбыҙ, уға ҡарата әйтеп тә еткерә алмаған хис-тойғоларыбыҙҙы табабыҙ. Йылылыҡ, яғымлылыҡ тоябыҙ. «Аһ, минең дә әсәйем бәйләп биргән шәлем бар бит, ҡарасы, әсәй бәйләгән бирсәткә лә туҙмаған әле». Ошондай ябай ғына деталдәр аша шағирә уҡыусы күңеленә күпер һала һәм шиғриәт донъяһына алып инә. Ә был донъяла нисектер күңелең бөтәйеп, тынысланып ҡалғандай булаһың. Уның шиғырҙары уҡып сыҡҡандан һуң да бик оҙаҡ ҡолаҡта «яңғырап» тора, күңелдә моң булып ағыла.
Моң тигәндән, Зөһрә ҡотлогилдина һүҙҙәренә Салауат Низаметдинов һәм башҡа композиторҙар яҙған йырҙарҙы кемдәр генә яратып тыңламаған да, кемдәр генә яратып йырламаған икән. «Күҙҙәремә ҡара», «Ялан сәскәләре», «Кәкүк», «Һандуғасың булам, тимә...» кеүек бик күп популяр йырҙар башҡорт эстрадаһының классикаһына әүерелде. «Күҙҙәремә ҡара»ны беренсе булып башҡарыусы Айһылыу Солтанова, алыҫ Финляндияла йәшәһә лә, шағирә менән бәйләнешен өҙмәгән. «Зөһрә ҡотлогилдина нескә нағыштар менән ҡатын-ҡыҙ асылын сағылдырырға һәләтле», – ти ул. Йырсы әле яңыраҡ ҡына шағирәнең ете шиғырына йыр яҙған.
Әйткәндәй, З. ҡотлогилдинаның йырҙары әле икенсе һулыш кисерә, уларҙы йәш башҡарыусылар яңыса яңғырата, заманса ритмдарға һала.
З. ҡотлогилдинаның публицистикаһы ла танһыҡ, һыуһағанда бер йотом һыу кеүек. Тормошта булып торған, беҙ күрә йөрөп тә иғтибар итмәгән күренештәр тураһында яҙа ул. Ябай ғына нәмәләрҙә тәрән мәғәнә күрә, бәләкәй генә күренештәрҙән оло һығымта яһай. Шуның менән уҡыусы күңеленә уй һала, ғәм һәм сәм уята.
Юбилярҙың ике публицистик китабы донъя күрҙе. Шуның һуңғыһына туҡталып китмәү мөмкин түгел. «Һуғыш балалары – тарих яралары» тыл ветерандарының иҫтәлектәренән тора. Унда бер генә уйлап сығарылған ваҡиға ла, бер генә яһалма образ да юҡ. Һуғыш темаһы ҡабалан, урыҡ-һурыҡ эшләгәнде яратмай. Ул туҡтауһыҙ эҙләнеү, эҙмә-эҙлелек, аҡыл һәм күңел көсө талап итә. Һәм, ғөмүмән, был темаға осраҡлы ғына килмәйҙәр. Ул йылдар буйына күңел төбөндә йөрөгән хәтер, изге иҫтәлектәр һәм ҡәҙерле кисерештәрҙән хасил була. Уға тотоноу өсөн «өлгөрөргә» кәрәк.
Яҙыусы Рәшит Солтангәрәев китапты: «Изге генә түгел, күҙгә күренгән тарихта ҡалыр эш», – тип атаған. Һәм яңылышмаған. Был, ысынлап та, күҙгә күренер, Башҡортостан журналистикаһының кимәлен билдәләй алыр хеҙмәт. Бындай хеҙмәтте рухи яҡтан камил булған, үҙенең эске донъяһына хыянат итмәй йәшәгәндәр генә яҙа ала.
Зөһрә ҡотлогилдина үҙен был донъяға килтергән август айы шикелле. Ул үҙенең уҡыусыларына күңел байлығын йомарт өләшә. Хис-тойғолар менән тулған шиғырҙар яҙа. Матбуғатта әленән-әле тос фекерҙәрҙән торған мәҡәләләр менән сығыш яһай. Күңелендәген таратҡан һайын, өләшкән һайын үҙе байый бара. Сөнки урамдағы бер инәйҙең хәлен белешеп уҙыуҙан да йәм таба. Балалар йортонда көн күреүсе етемде барып ҡыуандырыуҙан да үҙен бәхетле тоя. Күңел халәте уның шундай. Ошо булмышын ғүмере буйы һаҡлап ҡала алыуы үҙе бер матурлыҡ.
Ә тышта әле август айы ғына. Өлгөрөп бешкән емештәр менән бергә сәскәләр күҙҙең яуын ала. Иртәле-кисле һалҡындарға кем иғтибар итһен?! Ә көндөҙҙәрен ҡояш барыбер әле ҡайнар. Ә төндәрен күк көмбәҙен балҡытып йондоҙ ямғыры яуа! Тәбиғәттең ошо ғәжәйеп миҙгеле шикелле шағирә киләсәктә лә мул һәм сағыу ижады менән уҡыусыларын ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ.
Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА.
P.S. Был мәҡәлә 10 йыл элек "Йәшлек" гәзитендә донъя күргәйне.