Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Сентябрь 2025, 10:05

Килен Повесть (5) Заһиҙә МУСИНА

Булатты көтөп-көтөп тә, ун ике үткәс, ятырға булдым. Ҡайҙа йөрөйҙөр, этем белһен. Иҫерек ирҙе көтөп ултырыуҙан да файҙа юҡ, тинем дә яттым. Инде етенсе төшөмдө күргәндә, уның дөбөр-шатыр тауышы ишетелде. Соланда эләгә-йығыла өйгә килеп инде. Тора һалып утты тоҡандырҙым. Булат тура өҫтәл артына ултырып алды.

Килен Повесть (5) Заһиҙә МУСИНАКилен Повесть (5) Заһиҙә МУСИНА
Килен Повесть (5) Заһиҙә МУСИНА

Үҙ йортом

 

Көҙ башында усаҡлығыбыҙға ныҡлап күстек. Унда күсер булғас, билдәле, үҙем эсле-тышлы һылап сыҡтым. Булат менән бергә түбәһенә тупраҡ һалдыҡ. Ул өҫтә тигеҙ итеп һалып торҙо, мин аҫтан баҫҡыс буйлап тупраҡ ташыным.

Артыҡ йыһаз да булманы — өҫтәл, диван, шифоньер. Күп тә кәрәкмәй. Һәр әйберҙе үҙемсә матур итеп теҙеп сыҡтым. Һауыт-һабаларҙы урынлаштырҙым. Шунан һуң үҙем йыйып, үҙем эшләгән еләк ҡайнатмаһын өйҙәге баҙҙан күсерҙем. Быныһы мине айырыуса ҡыуандыра. Ниһайәт, ҡайнатма ашай алам! Ҡәйнәм ашаттырмай ыҙалатты бит! Ә ҡайһы саҡ шул тиклем шәкәрле берәй нәмә тәмләге килә. Ҡунаҡҡа, ти ҙә йәшерә. Ҡунаҡ килмәһә лә, ҡайнатма кәмей. Әллә минән йәшереп ашай, әллә кешегә тарата... Шуға аптырап, үҙем ҡайнатып алдым. Шул ике банканы, әй, ҡәҙерләп кенә соланыма ултыртып ҡуйҙым! Бындай мәлде бер ни боҙмаҫ кеүек ине. Әммә артымдан ҡәйнәм килеп инде.

— Һин үҙеңдең шыйыҡ ҡайнатмаңды миңә ҡалдырғанһың да, минең ҡуйымды үҙеңә алғанһың! Кире бир! — тип ҡулындағы ике банканы алдыма килтереп ултыртты.

— Үҙемдекеләрҙе мин таныйым бит! Минең банка төбөндә муйылдың ҡайнатмаһы әҙерәк бар ине, өҫтәп ҡойҙом. Әйҙә алмашайыҡ һуң, улай булғас, — тип әйтһәм дә, ҡуйманы. Йәнем көйҙө лә теге ике банканы алып алдына ҡуйҙым.

— Мә, ҡарағыҙ!

Ҡәйнәм егерме минуттай һәр банканы ентекләп тикшерҙе, болғап та ҡараны, тәмләп тә. Һөҙөмтәлә башы буталып, кире үҙенекен тотоп сығып китте. Аҙаҡ, тулыһынса күскәс, бөтә әйберҙәргә “ревизия” үткәрҙе. Бер иҫке таҫтамал уныҡы булған икән, шуны алып сығып китте.

Бөтөнләйгә башҡа сығыу мине ҡанатландырып ебәрҙе. Әйтерһең, бер дейеүҙән ҡотолдом. Әлбиттә, ҡәйнәм көн дә инеп йөрөнө. Беҙ булмағанда ла ҡутарынғанын беләм. Әммә уны күрмәгән кис мәлдәре өсөн дә шат инем.

Тик бер нәмә күҙ уңынан киткән. Булат та ғүмер буйы шул дейеүҙән ҡотолоуҙы көткән, ул да шул әсәһенең балаһы. Хәҙер ул үҙенең яйлап холҡон күрһәтә башланы. Йышыраҡ эсеп ҡайта башланы. Әллә еҙнәнең үлеме уға шулай тәьҫир иттеме тип тә уйлап ҡуя инем.

Булатты көтөп-көтөп тә, ун ике үткәс, ятырға булдым. Ҡайҙа йөрөйҙөр, этем белһен. Иҫерек ирҙе көтөп ултырыуҙан да файҙа юҡ, тинем дә яттым. Инде етенсе төшөмдө күргәндә, уның дөбөр-шатыр тауышы ишетелде. Соланда эләгә-йығыла өйгә килеп инде. Тора һалып утты тоҡандырҙым. Булат тура өҫтәл артына ултырып алды.

— Булат, ят, йоҡла, — тип өҫ кейемен сисеп маташам. Ҡулымды ситкә этеп ебәрҙе.

— Ултыр! — Икенсе ултырғысҡа төрттө.

— Һуң бит, Булат. Әйҙә ят!

— Ултыр, тинем. — Ҡуйынынан бер эшкәлек сығарҙы. Мин ҡаршыһына ултырғысҡа ҡундым. Ике кәсә алып ҡойҙо ла береһен миңә этте:

— Тот!

— Юҡ, Булат.

Миңә иҫерек күҙҙәре менән төбәлде.

— Эсмәһәң, тор! — тип үҙе күтәрҙе. Шунан бер нисә минут миңә текләп ултырҙы.

— Бына һине бөтәһе лә матур ҙа матур, ти. Бер ҙә матурлығыңды күрмәйем. — Миңә ҡойғанын алып күтәреп ҡуйҙы. — Һине бит мин түгел, әсәй бисәлеккә алды. — Хахылдап көлөп ебәрҙе. — Кәрәгең бер тин ине...

— Ҡуй, Булат, теләһә нәмә һөйләп ултырма, ятайыҡ...

— Тфү! “Булат, ят, ултыр, эсмә, сысма...“ Бер балыҡ башы. Бисәләр! Әсәй ни, һин ни... “Булат, кәләш ал! Булат, өйлән! Булат, ғаилә ҡорор кәрәк! Булат, ҡартайып бараһың!” — тип ул кемделер эләкләргә тотондо. — Алдым. Кем бәхетле шунан? Һинме? Минме? — Көлөп ебәрҙе. — Әсәй!.. Мин өйләнәм тигәндә, доярка ҡыҙын өйөмә индермәйем тип ташлаттырҙы. Хәҙер килене — сусҡа ҡараусы, — тип тағы хахылданы. Бер минут тынып ултырҙы ла  үҙенә ҡойоп алды. Күҙен йоммай ҙа йотоп ебәрҙе.

— Ә мин яраттым. Унан матурыраҡтар юҡ башҡа! Хатта һин тырнағына ла тормайһың. Ул ғына мине аңланы, ул ғына мине яратты. Ҡартласты тыңламаһам шунда... — Был юлы шешәһенән күтәреп йотто. — Эсмә, тиһегеҙ! Нисек эсмәҫкә, эсемдә уттар янғас, — тип әллә нисек итеп йылмайып ҡуйҙы. Күҙҙәре бына-бына илар төҫлө, ә ирендәре йылмая...

Тапҡанһың ваҡыт!

 

Тәүге һыуыҡтар төштө. Мин беренсегә усаҡлығыбыҙға ут яҡтым. Кисте ҡәйнәмдә үткәрҙек,  ҡайынбикәм килгән. Ул инде өсөнсө айында. Еҙнәй мәрхүм булғас, әсәһе янына бөтөнләйгә ҡайтҡайны. Әммә бер ай ҙа бергә йәшәй алманылар, ығы-зығы ҡуба башлағас, ҡайынбикәм кире ҡалаға сығып китеүҙе яҡшыраҡ күрҙе.

Көнөмдө ҡәйнәмдәрҙә бешеренеп, һауыт-һаба йыуып үткәрҙем. Ҡайынбикәгә ҡыл да ҡыбырлатырға рөхсәт итмәй ҡәйнәм. Бәпәй имен-аман тыуһын тип кенә тора. Шуға усаҡлыҡҡа йоҡларға ғына индек. Төн уртаһында һауа етмәгәнгә башым ауыртып, йөрәгем болғанып уяндым. Көс-хәлгә барып утты ҡабыҙҙым. Әллә еҫ бармы? Булатты барып һелкетергә тотондом, ул ҡыбырламай ҙа... һәм ҡараңғылыҡ.

Артабан өшөп, ҡалтыранып уяндым. Ишек шар асыҡ. Булат юҡ. Баш геүләй генә. Сәғәткә ҡарайым. Эшкә барырға ваҡыт. Артыҡ бер ни уйламай саҡ-саҡ эшкә йыйындым. Сусҡа фермаһында эшләгәс, ундағы аммиак еҫенә аңыма бөтөнләй килдем. Шул саҡ башыма барып етте! Беҙгә, ысынлап, еҫ тейгән. Мин уянғанда Булат иҫһеҙ ине. Тимәк, уны кемдер алып сыҡҡан. Кемдер тип, ҡәйнәм менән ҡайынбикәм! Күрәһең, ут янғанын күреп килеп ингән берәйһе. Булатты улар алып сыҡҡан. Ә мине иҫһеҙ көйө иҙәндә ҡалдырғандар! Ярай, исмаһам, ишекте асып киткәндәр...

Ярһыуымдан илай ҙа алманым. Дошманыңды ла улай ҡалдырмаҫ инең бит! Кеше түгелдәр! Юҡ, айырылам. Айырылам! Тағы ла һауа етмәй башланы, күҙ алды ҡараңғыланып, ҡолаҡ шауланы, иҫемде юғалттым.

Күҙемде асҡанда, ҡатындар уратып алған ине. Минең менән бергә эшләгән апай:

— Килен, әллә ауырлыһыңмы? — тип ипләп кенә һораны...

Эштәге апайҙың һүҙе хаҡлы булыуына тамам инанғас ҡына Булатҡа был хәбәрҙе еткерергә булдым.

— Булат, мин ауырлы.

— Ысынмы?  Алдамайһыңмы?

— Ысын.

— Һе, — тине сәйен һемереп ултырған Булат. — Һәйбәт булған! — тип йылмайҙы ла эшенә сығып китте. Һәм, күрәһең, әсәһенә лә инеп өлгөргән. Ул сығып китеүгә биш минут та үтеп өлгөрмәне, ҡәйнәм килеп инде.

— Ысынмы? Һин ауырлымы? — тине ул, өҫтәлгә килеп таянып.

— Эйе, — тинем йылмайып. — Дүрт аҙна.

Ҡәйнәм стеналағы календарға күҙ ташланы. Эстән генә нимәлер иҫәпләне лә:

— Булат ул ваҡытта апаһында ине бит...

— Ҡәйнәм! Аптырап бараһығыҙмы әллә?! — Урынымдан һикереп үк торҙом.

— Мин аптырамайым бер ҙә. Бына һин! Тапҡанһың ваҡыт ауырға ҡалырға! Белеп тораһың бит Миңзифа бәпәй көткәнен. Ҡалышмайым, тиһеңме?

— Һуң...

— Уны    нисек    ҡарамаҡ    булаһың?    Мин Миңзифаға ғына ярҙам итәм, ул яңғыҙ. Минән бер тин дә көтмә! Ишетһен ҡолағың!

Өҫтәлгә шарт һуҡты ла һөйләнә-һөйләнә сығып китте. Бына бит әбей! Етмәһә, Булат өйҙә булманы тип ҡарап торасы! Оятһыҙ! Аҡсаһы ла кәрәкмәй. Ҡараһам, үҙем ҡарармын. Быға тиклем дә аҡса һорап ултырманыҡ, бәпес тыуғас та һорамаҫмын. Мин дә эшләп йөрөйөм, Булат та... Бәлки, уныһы балаһы тыуғас, эсеүен  ташламаһа ла, һирәгәйтер.

Ауырлы икәнемде белгәс, ҡәйнәмде алмаштырып ҡуйҙылармы ни. Тағы ла уҫалланып китте. Һәр нәмә өсөн әрләй. Инһәм, һаулығымды ла алмай, яман ҡараш ташлай ҙа ултыра бирә. Хатта эштәре лә күбәйҙе. Ҡайһы саҡ әллә бала төшһөн тип тырыша инде тип тә уйлап ҡуям да, кемдең башына улай ҡурҡыныс уй килһен тип, үҙемде тыям. Бына бөгөн дә, эсем ҡәҙимге беленеүгә ҡарамаҫтан, саҡыртып алды:

— Килен, Миңзифа картуф ала килә. Баҙҙан ике тоҡтай сығар.

— Ҡәйнәм ауыр күтәреү ярамаҫ ул...

— Һигеҙенсе айында булған Миңзифа ташыһынмы атыу? Әллә мин, етмешкә еткән әбей, ташыйыммы?

— Булат ҡайтҡас алыр ине.

— Ул кисһеҙ ҡайтмай! Алырға хәҙер килә. Бында ищү телләшеп тора. Минең баҡсала үҫкән картуфты ашайбыҙ тимәйҙәр әле ул. Ярҙам һораһаң, береһе эшләмәй...

Уның һөйләнгәнен тыңлағансы тинем дә, төшөп киттем. Ҡәйнәмдәрҙең баҙы бейек кенә. Тышҡа ике тоҡ ултыртып, яйлап ташырға керештем. Һигеҙ тапҡыр тулы биҙрәне мендереп, тоҡтарҙы тултырҙым.

— Иҙәнде саңлап бөттөң. Йыуып ал. Әҙәм килһә, ояты ни тора!

Эш бөтөүгә өйрәктәй һимереп киткән Миңзифа килеп инде. Ул үҙе руль артында йөрөй. Тоҡтарҙы машинаһына тейәнем. Ярай, фермала ауыр-ауыр мал аҙығы һөйрәп йөрөп, оҫтарып алғанмын.

Инеп сәй ултыртып, сәй ҡойоп бирәм дә ипләп кенә таям тип, ҡәйнәмә кире килеп индем. Шунан бына эсемдең аҫты тартышып алып китмәһенме! Ауыртыуҙан түҙмәй, күҙгә күренгән урынға барып ауҙым.

— Йә, килештермә, — тине ҡәйнәм.

— Уй, балам... балам төшә... — тип эсемде ҡосаҡланым.

— Шул тиклем ауыртмайҙыр инде, — ти ҡәйнәм.

— Төшә инде! Төшә! — Мин илар сиккә еттем.

— Төшһә ни! Яңынан табырһың! — тип ебәрҙе ҡайынбикәм. — Һиндәй ялан-йорпоға Хоҙай бирә лә бирә. Миндәйҙәргә генә ул инәлтә... — Был һүҙҙәр йөрәгемде телеп үтте.

Булат килеп инмәһә, нимә булырын да белмәйем.

— Нимә булды? — тип ул миңә ташланды.

— Ауыр күтәрҙем... Балам төшә инде...

— Ниңә уға ауыр күтәртәһең, әсәй? — Булат әсәһенә ҡысҡырҙы.

— Кем уға күтәртһен? Алдап ятмаһын!

Уның менән бәхәсләшер хәлем юҡ ине. Бары тик Булаттан фельдшер саҡырыуын һорай алдым.

Өс аҙна дауаханала ятып сығырға тура килде.  Бәпесем менән  барыһы һәйбәт, тинеләр табиптар. Һуңғы аҡсама улар яҙған витаминдар алдым. Ҡәйнәмә лә, үҙебеҙгә лә берәр ҡап сәй алдым. Буш ҡул менән йөрөү әллә нисек булыр. Ни тиһәң дә, ҡаланан ҡайтып барам. Инһә, бирермен, инмәһә, үҙебеҙгә булыр. Ауылға төшкө автобус менән ҡайтып киттем. Эшкә өйрәнгәс, өс аҙна буйы дауаханала ятыу ауыр булды. Хатта был ишек алды бер аҙ һағындырылған да әле. Тура үҙемдең бәләкәй генә мөйөшөмә, усаҡлығыма, йүнәлдем. Булат өйҙә юҡ. Усаҡлыҡта шешәләр, һаҫыҡ еҫ сыға. Бысраҡ. Тағы эскән. Яҡшы кәйеф шунда уҡ юғалды. Тиҙ генә ишекте шар асып, өйҙө елләтеп, шешәләрҙе йыйып алдым. Иҙәнде, тамаҡ ялғағас, йыуыштырырмын.  Эй асыҡтырылған! Өйҙә бер һыныҡ икмәк юҡсы. Бөтә ерҙе ҡарап сыҡтым, бер йомортҡа ла тапманым.

— Ял итеп туйҙыңмы шунан? — Артта ҡәйнәмдең тауышы яңғыраны.

— Һаубыҙ әле! — тинем, һорауына йәнем көйөп. Икенсе яҡтан аптыраманым да, шикелле.

— Һауһың инде, көндөң көнө буйы мендәрҙә генә ятып йоҡо һимерткәсһең. Нормальный ҡатын ҡайтып өйөн йыйыштырыр ине, быныһы сәй эсә, ас ҡарғалай. – Ҡайнап ултырған сәйнүгемә ымланы. — Ә былары нимә? – Минең витаминдар ятҡан һауытымды ҡутарырға тотондо. — Аҡсаны ҡайҙа тығырға белмәйһеңме?

— Табиптар яҙҙы.

— Уларға ни һинең кеүек иҫәрҙәрҙе алдарға ғына кәрәк. Беҙ  дарыуһыҙ ҙа таптыҡ әле. У-у! Оялмай ике сәй алып ҡайтҡан! Байып киттеңме?

— Береһен һиңә тип алдым.

— Һе, — тине сәйҙе өйөрөлтөп. — Быны үҙең эсергә генә түгел, күстәнәскә биреү ҙә оят. Кәрәкмәй.

— Булат ҡайҙа икән?

— Эшкинмәгәсһең, Земфираға китте, — тип йылмайҙы ҡәйнәм.

Тәүҙә аңламай ҙа ҡалдым. Нимәгә эшкинмәйем икән... Шунан башҡа барып етте. Земфира — ирҙәрҙән өҙөлмәгән ҡатын...

— Нисек? Унда нимәһен ҡарай?!

— Ул бит ир. Түҙеп ятырға тейешме һин балалағансы? — тип әйтмәһенме! 

Ултыра төшә яҙҙым. Ауыҙым асылған көйө ябылманы. Ҡәйнәмдең иҫе лә китмәне.

— Сәйеңде эсеп тормайым, — тине тәҡдим итеүсе кеше булмаһа ла. —  Сынаяҡтарыңа себен сысып бөткән, — тип туйтаңлап сығып китте.

Әллә ҡәйнәм алдап әйтте? Әллә ысынын? Булат бит балаһы була тигәс, инде ҡыуанғайны. Кит инде, был ҡәйнәгә ышанһаң, ыштанһыҙ ҡалырһың. Үҙемде бер аҙ тынысландырҙым да магазинға барып килергә булдым. Бер тин аҡса юҡ, шулай ҙа ашарға кәрәк. Әсмә апайҙан яҙҙырып алырмын.

Магазинда кеше юҡ ине. Уңышлы килгәнмен.

— Һаумы, килен! Шунан нисекһең? Сығарғандар икән дауахананан. Автобус менән ҡайттыңмы? Фуат ағайың ҡаршылар ине, әйтһәң... Булат, ҡороғор, тағы эсеп йөрөй.

Әсмә апай һәр ваҡыттағыса тытылдарға кереште. Шунда уҡ үҙенең ултырғысын миңә алып килеп бирҙе.

— Ултыр! Ял итеп ал.  Һиңә ял кәрәк.

— Яңы ҡайтып торам. Өйҙә ризыҡтар бөтөп киткән. Һеҙ ни хәлдә?

— Беҙ шул инде – ал да гөл! Артта сәскә...

Үҙем Әсмә апайҙың хәбәрен тыңлайым, үҙемдең күҙем тоҙло ҡыярҙа. Инде ашағы килә. Ауыҙ һыуы ҡойолоп китте.

— Әсмә апай, минең бирәсәк күпме булып китте?

— Хәҙер ҡарайым. — Дәфтәрен ҡутарырға тотондо. — Ике йөҙ егерме биш.

— Уй Аллам! Ҡалай күп! — Тоҙло ҡыярҙы оноторға ла була, былай продукты бирһә лә яҡшы...

— Килен, көтөп тор әле, — тип, Әсмә апай уйымды бүлеп, икенсе бүлмәгә инеп китте. Унда әҙерәк мыштырлағандан һуң, бер банка асыҡ тоҙло ҡыяр алып сыҡты. Ҡыҙарып киттем. Ояты ни тора! Шул тиклем ҡарап ултырмаһам да була бит инде!

— Бына әбидкә тип асҡайным. Үҙем ауырлы саҡта шул тиклем ашағы килә торғайны. Һин дә ашап ал, — тигән булды Әсмә апай. Уңайһыҙланғанымды күреп, үҙе берҙе алып һоғондо. — Һыуын күтәреп тороп эс. Оялма! Тоҙло нәмә ашағың килгәс, малайҙыр ул.

— Уй, рәхмәт, Әсмә апай! — Кетерләп торған ҡыярҙы тешләп ебәргәс, кәйефем күтәрелеп китте.

— Ә бурысты уйлама ла. Мин аны яйлап ҡәйнәңдән алып бөтәм ул, — тип күҙ ҡыҫты.

— Ҡуйсы әле!

— Ҡуйсы тип! Ул  әбей яңғыҙына ҙур пенсия алып ята! Һеҙгә ярҙам итмәй бит, белеп торам. Ундай алама кеше икәнен алдан ғына белмәгәнмен! Килһә, Булат бер ярты алды тип, йә уға хаҡ артты тип түләтәм мин, борсолма, гонаһы үҙемә!

— Әсмә апай, әллә нисек бит...

— Ундай кеше тамуҡта ла үҙ өйөнә ҡайтҡан кеүек килеп инәсәк. Һине ул тиклем ыҙалатҡанына, исмаһам, бында түләһен.

— Әллә инде.

— Өлөкөгөн ингәнендә хәлеңде һораш­ҡайным, әллә Булаттан, әллә кемдән ауырлылыр тип оялмай ҙа тормаһынмы! Булатыңдың әллә нисә бисәнән, әллә нисә балаһы булһа барҙыр, Аҡйондоҙ уйнаш түгел тип ауыҙын йырып сығарҙым.

Мин Земфираны иҫләнем дә күҙҙәремдән йәштәр тәгәрәне лә китте. Әсмә апай артығын әйтеп ташлағанын аңғарып ҡалды:

— Уй, Аҡйондоҙ, мин бит былай ғына әйттем. Ул бит иң нығы намыҫын ярата ла, балаларын ярата, шуға ла төрттөрөр иткәйнем. Булат насар түгел у-ул!

— Ул бөгөн Земфирала тине, ҡәйнәм...

— Башын бутаған тәким, ҡартлас! Уй шул әбей, бөтөрҙө инде Булатты! Һин ауырлы икәнеңде белгәс, беләһеңме Булат нисек ҡыуанып килеп инде! Уй күрһә-әң! Ауыҙы ҡолағына еткән, аяҡтары бейеп тора! Ҡапылда таныманым хатта.

— Ысынмы-ы? — Тыныслана башлағандай булдым.

— Эйе-е. Алдап тормайым инде. Беләһеңме нимә, килен? Ҡәйнәңдән айырым йәшәр кәрәк һеҙгә!

— Былай ҙа бит.

— Юҡ, бөтөнләй. Ауылдың икенсе осона. Йә булмаһа, икенсе ауылға. Вәт! Ҡыҫылмаҫлыҡ булһын ул ҡартлас. Үҙенең ире йүнләп булмағас та, кешенекенә ҡыҫыла бит. Фуат менән ярҙам итербеҙ. Күсегеҙ!

Булатты Земфираһынан ҡайтыуын түҙем­һеҙлек менән көттөм. Төн йоҡламаным. Ниндәй һүҙҙәр әйтеүемде әллә нисә тапҡыр ҡабатланым:

— Әйҙә шул алкаш бисәңә сығып кит! Баланы үҙем дә ҡарайым! Суҡынып кит! Минең эргәмә ятып ҡына ҡара!

Бәләкәй генә өй буйлап улай атланым, былай атланым. Ҡыҙыуымды сығарып, йоҡлап киткәнемде һиҙмәй ҡалғанмын. Күҙҙәремде асһам, Булат эсемде тотоп, ҡарап ултыра.

— Минекеме?

— Һинеке. Булат, әйҙә күсәйек. Айырым өйгә. Ауылдың икенсе осона.

Булат ҡулын алды ла иҙәнгә текләп ултыра бирҙе:

— Бәпәй тыуһын да.

Тимәк, шикләнә. Ҡәйнәм үҙенекен эшләгән.

 

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас