

Булат өйләнгән әле ул!
Күҙҙәремде асҡас, кәүҙәмде саҡ күтәрҙем. Һыҙламаған ерем юҡ. Баш ауырта. Бик насар йоҡланым. Кемдер төшөмдә өҫтөмә ултырып алып ҙур ҡулдары менән быуҙы. Муйынымды көскә бороп, эргәлә хырылдап ятҡан Булатҡа әйләнеп ҡараным. Иҫе лә китмәй йоҡлай. Саҡ тороп киттем дә йыуынғыс эргәһендә көҙгөгә ҡараным. Һул күҙем күм-күк. Оялмай эшкә барырға кәрәк! Йыуындым да моң замандан ҡалған пудраны алып күҙ аҫтына һөртөргә керештем. Ҡайҙан ғына ул ҡунағына барҙым инде!
Кисә кис бергә эшләгән Флүрә апай ҡунаҡҡа әйтте. Йәмилә бәләкәй тип быға тиклем бер ҡайҙа ла сыҡҡаным булмағайны. Инде дүрте тулған Йәмиләне Әсмә апайҙарға ҡалдырҙыҡ та Булат менән сығып киттек. Юл буйы Булатҡа тылҡып барҙым:
— Күп эсмә! Күп эсмә! Самаһын белеп кенә... — Ҡулын ғына һелтәне.
Мин әйтеү менәнме! Бер рюмканы ла ҡалдырманы. Исмаһам, ашап эсһен тип, алдына ризыҡтар өйҙөм генә. Өҫтәл аҫтынан төртөп тә ҡараным. Юҡ, иҫе лә китмәй. Эсте лә эсте.
— Мин иллегә етеп һаман өйләнмәнем, — тине бер заман беҙҙең менән бергә эшләгән яңғыҙ Таһир. — Бер ҙә үкенмәйем. Ҡартайған һайын кәләш һылыуыраҡ була. Ана ҡырҡҡа етеп барғанында Булат ниндәй матурға өйләнде әле ул! — Миңә ҡарап күҙ ҡыҫмаһынмы! Бөтәһе лә хахылдап көлөп ебәрҙе. Оялышымдан өҫтәл аҫтына инеп китә яҙҙым.
— Әҙерләп ҡуйған һиңә кәртинкә кеүек бисә, — тине яуапҡа ферма мөдире Әйүп ағай. — Исмаһам, Аҡйондоҙ кеүек йүгереп йөрөп эшләгәнде таба алһаң әле ул, ҡарт ишәк.
Хахылдап көлөүҙәрҙе ватылған һауыт тауышы бүлде. Булат рюмкаһын иҙәнгә осора һуҡты. Бөтәһе лә уға төбәлде. Ул иҫерек күҙҙәрен саҡ асып тороп баҫты ла:
— Нимә, кеше бисәһен тикшерәһегеҙ? — тине теле саҡ әйләнеп.
— Ултыр, Булат. Улар шаярта бит, — тип тегенең еңенән тартам. Ҡулын тартып алды ла:
— Мине мыҫҡыл итәгеҙме?
— Булат! — тине Әйүп ағай иҫерек менән һөйләшергә теләмәй. — Ултыр!
— Атыу нимә? Нимә, һауынсыларыңды эшкәртеп бөтөп, хәҙер сусҡа фермаһына күстеңме?.. Таһир ҡартлас ултыра унда күҙе ташбайып. Нимә, йәш ҡыҙ кәрәк булдымы?
— О-о, Булатҡа еткән! Ҡоймағыҙ башҡа! — тине Таһир ағай, көлкөгә ебәрергә тырышып.
Булат ултырғысын ҡолатып Таһир ағай эргәһенә китте. Таһир ағай ҙа килеп баҫты.
— Нимә, һинән һорап эсергә тейешменме?
— Булат! Ултыр урыныңа, — тине тәүҙә йомшағыраҡ итеп Таһир ағай. — Һыйғансы эс!
— Нимә? Мине алкаш, тиһеңме? Мине күп эсә, тиһеңме?
Булат Таһир ағайҙың кейеменә барып йәбеште. Ул башта йылмайып торһа ла, ҡыҙмаса булғас, ҡулын шаҡарып тотоп ысҡындырҙы. Булат бер нисә секунд уйланды ла:
— Әйҙә, сыҡтыҡ тышҡа!
— Бер-ике рюмка ҡыйыулыҡ өҫтәнеме, Булат? Ултыр урыныңа, ҡунаҡта икәнеңде онотма. Аҡйондоҙ булмаһа, һине саҡырған кеше лә булмаҫ ине!
— Һин нимә, ҡартлас?! Ҡурҡтыңмы әллә? — тип Таһир ағайҙы этеп ебәрҙе. — Сыҡтыҡ әйҙә!
— Ну, Булат! — Таһир ағай сығыу яғына ыңғайланы.
— Таһир ағай! — тип арттарынан ынтылдым. — Эскән бит! Иғтибар итмәгеҙ. Беҙ ҡайтайыҡ!
— Беҙ бит һөйләшеп кенә алабыҙ, — тине Таһир ағай һәм ишекте танауым төбөндә шарт япты.
— Килен, ултыр, сәй эсеп ал. Хәҙер тынысландырып индерер Булатыңды, — тине лә Әйүп ағай, башҡа ирҙәр менән сығып китте.
— Флүрә апай, — тинем мин хужабикәгә. — Уй, ғәфү ит инде! Әйттем мин уға күп эсмә тип! Ояты ни тора! Ғәфү ит инде!
— Йә, килен. Тыныслан. Иҫерек ирҙәр күргән юҡ тиһеңме? У-уй. Улар шулай ҡоролған бит. Эсеп алып парҙарын сығармаһалар, ир булмайҙар. Һөйләшерҙәр ҙә инерҙәр. Ҡыҫылма!
Ҡатындар тынысландырып маташа. Мин оялыуҙан башымды ла күтәрә алмай ултырам. Уй, ошо ҡунаҡҡа йөрөһәң, бер оялмай ҡайтып булмай. Инде саҡырһалар ҙа бармайым...
Бер егерме минуттан берәм-һәрәм ирҙәр инә башланы. Йөҙҙәренә ҡарап нимә булғанын аңларға маташам. Былай йылмайышып, шаярып инделәр, тимәк, ҡурҡыныс бер нәмә лә булмаған. Таһир ағай менән Булат юҡ. Тышҡа сығып ҡарап килергә кәрәктер тип урынымдан торғайным ғына, танауын һөртә-һөртә Булат килеп инде.
— Аҡйондоҙ! Ҡайттыҡ! — Бөтәһе ишетерлек итеп ҡысҡырҙы.
Мин шуны ғына көтөп ултыра инем. Ҡайтып китеү яҡшыраҡ. Флүрә апай ҙа ҡаршылашып торманы. Күстәнәсен йыйҙы ла оҙатып ҡуйҙы. Тышҡа сыҡҡанда Таһир ағай тәмәке тарта ине. Булат уға иғтибар ҙа итмәй үтеп китте.
— Килен, — тине Таһир ағай. — Үпкәләмә инде. Ҡайһы берәүҙәр, шулай уҡытып алмайынса, тынысланмай.
Мин яуап бирмәй Булат артынан йүгерҙем. Ул ишек алдына еткәнсе бер ни өндәшмәне. Ҡапҡа аша килеп инеү булды, миңә бәйләнә башланы:
— Һөйәрҙәрең һине яҡлай түгелме? Танауҙы онтай һуҡты ҡартлас.
— Юҡты һөйләмә! Әйттем бит мин һиңә эсмә тип! Әҙәмдән оят!
— Һиңә оятмы? Һиңә оятмы? — тип ҡысҡырып ебәрҙе.
— Ҡысҡырма! Ҡәйнәм уяна. Әйҙә ятайыҡ! — Усаҡлыҡ яғына атланым. Булат мине ҡулдан тотоп ҡалды.
— Миңә оят булырға тейеш. Һин унда фермаңда теләһе кемгә биреп ятаһың! Оноттоңмо әллә ирең бар икәнен?! — Битемә һуғып ебәрҙе. Тағы бер тапҡыр һуҡты. Тағы. Ауыҙҙа ҡан тәме беленеп китте. Ҡәйнәм эт өрөүенә килеп сыҡмаһа, ҡанға батырыр ине.
— Һәй, унда нимә бара?! — тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡәйнәм.
— Ят, йоҡла, әсәй! — тине Булат уға.
— Ҡәйнәм! Үлтерә!
— Кәрәк инең берәүгә, — тине ҡәйнәм, минең ерҙә ятыуыма ла иғтибар итмәй. — Ятығыҙ йоҡларға! Эт бауылдатып бында ни!
Булат тәмәке тартырға кереште. Күрәһең, тегендә эшләй алмағанын яңы миндә күрһәтте лә тынысланды. Мин инеп китә һалдым. Булат инеп йоҡлап китмәйенсә мөйөштә көтөп ултырҙым. Ул хырылдай башлағас ҡына яттым.
Бына әле пудра менән күкте һөртөп маташам. Эсемде асып ҡарарға ла ҡурҡам. Эштә нисек күренергә? Кисә былай ҙа бар кеше алдында оятҡа ҡалдырып ҡайтты, хәҙер инде күҙҙәге күк менән барһам... Һуғыш суҡмары! Эй Алла, был эскесе ирҙе нимә итергә!..
Эштә артыҡ иғтибар итеүсе кеше булманы. Бөтәһе лә тиерлек ҡунаҡтан һуң йоҡолары туймай, кемдеңдер башы ауыртып, ыҙаланып ҡына йөрөнөләр. Һәр кем эшен тиҙ генә башҡарып ҡайтыу яғын самаланы. Мин дә йәһәт кенә ҡайтып индем. Ишек алдына инеүем булды, ҡәйнәм ҡаршыма килеп сыҡты:
— Ул ниндәй бөтмәҫ ҡунаҡ ул? Кисә лә ҡунаҡ, бөгөн дә ҡунаҡ! Ял итергә тиһәң, һиңә ҡуш!
— Ниндәй тағы ҡунаҡ, ти?
— Ниндәй-ниндәй! Булатты кисә эсергәнһең, бахырҙың башы ярылып бара. Эсмә тип әйтеп булмаймы? Ана хәҙер миндә йоҡлап ята. Үҙ өйөндә лә ял итә алмай. Инде ваҡытһыҙ килгән ҡунаҡ булһа, ҡыуып сығарам! Нещево әйҙә!
— Аһ, кем килгән һуң?
Усаҡлыҡҡа ашыҡтым. Ҡәйнәм үҙенә инеп китте. Бер кемде лә көтмәйем, шикелле. Әллә кисәге ҡунаҡтан һуң берәйһе хәл белешергә ингәнме? Юҡ, унда Йәмилә менән Хәҙисә апайым уйнап ултыра!
Йәмилә тыуғас, бер килеп сыҡҡайны, бына өс йылдай күрешкән юҡ. Уй ҡыуанысым! Ҡосаҡлашып алғас, йәһәтләп өҫтәл ултырттым. Кисәге күстәнәс тә яҡшы булды әле ул.
— Донъя мәшәҡәттәре бөтмәҫ, йөрөп киләйем тип сығып киттем әле. Балалар мал ҡарарға эшкингән. Ир ҙә минән ял итһен, һеҙҙең хәлдәрҙе белеп, тыуған йортта булып ҡайтайым, тип йөрөп ятам. Киске автобус менән әсәйҙәргә барып йоҡлармын, — тип хәбәрен теҙеп алып китте апай.
Хәлдәрҙе белешкәс, балалар тураһында һорашып, бәләкәй саҡты иҫкә алғас ҡына апай, Йәмиләне алдаштырып, яңы ҡурсағың менән маҡтан тип, уйнарға сығарып ебәрҙе лә, һорап ҡуйҙы:
— Ҡул күтәрәме әллә? — Күргәс тә һорамай, кәйефемде төшөрмәйем тип ултырғандыр.
— Эй, кисә ҡунаҡта эсеп ҡайтып, ҡыҙғанып, боларғайны. — Үҙем илап ҡына ҡуймайым тип түҙәм.
— И-и, бәләкәсемде, — тип апай арҡамдан ҡағыуы булды, быуа ташып киткәндәй, иланым да ебәрҙем. Апай мине ҡосаҡлап алды. Икәүләшеп тауыш-тынһыҙ ғына илап алдыҡ.
— Туҡмай. Беренсегә түгел... — Ебегән танауымды тарта-тарта тәүге тапҡыр кемгәлер хәлемде һөйләргә булдым. — Айыҡ ҡайтһа, һүҙ менән бәйләнә. Уны насар бешергәнһең, быны насар йыуғанһың. Эсеп ҡайтһа, эштә теләһе кем менән йоҡлайһың, тип ҡул күтәрә... Мин унан ҡурҡам! Шул тиклем ҡурҡам! Эсеп ҡайтыр ҙа йоҡлап ятҡанымда сәнсеп үлтерер... — Апай бүлдермәй тыңланы. — Ҡәйнәм дә яҡлашмай. Мине туҡмаһа, ҡыуаналыр әле ул. Көн күрһәтмәй, һәр нәмәгә ҡыҫыла. Бына һин килгәнде лә яратмай, ҡайтыуыма ҡаршы сығып тороп, һөйләнә. Кис йоҡлап китергә, иртәнсәк уянырға ҡурҡып торам.
— Эй! Кемдә булһа ла шундай хәл. Ҡәйнә — ул бар ерҙә лә ҡәйнә инде. Минеке лә бүләк түгел. Нисә йыл кейәүҙә булып та, нисә ейән табып биреп тә ярай алманым, — тип йылмайҙы апай. — Насар бешерәм тиһә лә, улын ҡалай һимертеп алдым! Өйөм ялтырап ятһа ла, үҙе менән алып килгән саңды сығарып күрһәтергә әҙер. Өйрәндем уға ла. “Һеҙҙең кеүек бешереп өйрәнергә ине”, тигән булам да, маҡтап-маҡтап ҡайтарып ебәрәм. Байрам булһа, еҙнәңдән уға матурыраҡ бүләк алдыртам. Әрләһә, ауыҙҙы йомам да тағы күберәк эшләп тик йөрөйөм. Ул әбейҙәргә шул ғына етә. Иғтибар булһын да улдары уларҙы нығыраҡ яратһын.
— Белмәйем инде, апай. Әллә айырылырғамы икән тип тә уйлап ҡуям. Булатты нимә ҡарап өйләндерҙе икән, киленен шул тиклем яратмағас? Ул эскесегә мин иҫәрҙән башҡа кем барһын инде.
— Булатыңды һин өшкөртөп ҡара.
— Нисек? Кемдән?
— Ошо арала һеҙҙең ауылға көслө бер мулла килергә тейеш. Мин шуға ла был яҡтарға килгем килгәйне. Дингә баҫҡым килә, шул мулла менән күрешеп, һөйләшергә уйым. Булатты алып бар. Уның башын шул эскелек бутай. Эскелектән дә ҡурҡыныс нәмә юҡ ул! Еҙнәң дә шуның менән булышып алған ваҡыттары була. Икәүләп дингә баҫырға булдыҡ әле мына. Ул мулла менән һөйләшеү ҙә еңеллек бирә, тиҙәр. Шул тиклем көслө, тиҙәр. Эскелек арҡаһында ғына балаңды атайһыҙ итеп ултырмайың бит!
Һөйләшеп ултырып кискә тиклем ваҡыт тиҙ генә үтте лә китте. Апайымды шул тиклем ҡайтарғым килмәгәйне. Автобустың эсенә тиклем инеп, оҙатып ҡуйҙым. Шунан ҡотһоҙ булып ҡалған усаҡлығыма кире үҙемде көсләп алып ҡайттым. Булат гәзит тотоп диванда ята.
— Булат... — Уйланым-уйланым да, әйтергә булдым: — Әллә муллаға бараһыңмы? Эсеүеңде әйтәм... — Өндәшмәне. Дауам итәм: — Апай беҙҙең ауылға көслө мулла килә ти, шуға барып ҡарайыҡ.
— Тектереп ҡараны бит әсәй. Файҙаһыҙ. — Миңә ҡараманы ла. Бәлки, кисәге өсөн ояттыр? Улайһа, күндерергә рәхәтерәк булыр ине.
— Әллә. Был мулла бит.
— Ҡарарбыҙ.
Башҡа был һөйләшеүгә ҡағылманыҡ. Мулла, ысынлап килһә, ныҡлап һөйләшермен әле, тип уйланым. Күп көтмәнем. Беҙҙән бер нисә генә өй аша торған йортҡа мулла килде тигән хәбәр алғас, быны билдә тип ҡабул иттем. Тәүҙә Булатҡа әйтермен тип уйланым да, башта ҡәйнәм менән һөйләшергә булдым. Мине тыңламаһа, әсәһен тыңлар. Ҡәйнәм минең менән ризалашты. Үҙе лә Булаттың эскелегенән арый. Аҡсаһы бөтһә, ҡәйнәмдең башын ҡатырып сыға бит.
— Ул муллаға үҙем барам! — тип алдан киҫәтте ҡәйнәм. — Сусҡа еҫе аңҡытып шунда инеп ултырмайһың!
Ҡәйнәм иң матур күлдәген кейеп, сығып китте. Сиратта тороп ыҙалаған кеше түгел ул. Эргә-тирәнән килгән кешеләргә иғтибар итмәй тура ишек алдына инеп киткәнен тәҙрәнән ҡарап торҙом. Биш минуттай үтмәне, ҡып-ҡыҙыл булып ҡәйнәм килеп инде.
— Суҡынып китһен ул муллаң! Мине мыҫҡылларға ебәрҙеңме шунда? Оятҡа ҡалһын, тинеңме? Булат туҡмап дөрөҫ эшләйҙер әле! Битһеҙ!
Төкөрөктәрен сәсеп әрләне мине. Аптырауымдан ауыҙымды ябырға ла оноттом. Һүгенеп-һүгенеп ҡысҡырып, Йәмиләнең ҡотон осороп, илатып сығып китте. Бер нимә аңламай шаҡ ҡатып ултырҙым. Уйҙарымдан ишекте туҡылдатыу бүлдерҙе.
— Һаумыһығыҙ, еңгәй! — тине мулла ҡунаҡ булған өй хужаһының малайы.
— Һаубыҙ әле!
— Ней, Дәүләтбай мулла һиңә килергә ҡушты. Тиҙ булһын, тине.
— Аһ-аһ, мин уға нимәгә икән? Унда яңы нимә булды ул? — Ҡәйнәмдең аҡырып сығып китеүен һаман аңламай торам.
— Фәридә инәй менәнме? — Малай артта бер кем дә юҡмы икәнен ҡарап алды. — Уны мулла тупһаға ла баҫтырмай ҡыуып сығарҙы.
— Ыста, нимәгә?
— Насар кешеһең, тине. Ярай, еңгәй, тиҙ генә бул, тигәйне. Киттек.
Мулла үҙе саҡырғас, мине сиратһыҙ үткәрҙеләр. Саҡ тынысланған Йәмилә менән өйгә килеп индем. Урындыҡта ап-аҡ һаҡаллы мулла, уның эргәһендә абыстайы, ултырғыстарҙа йорт хужалары ултыра.
— Үт, оялма. Әйҙә ултырығыҙ.
Мин уңайһыҙланып ҡына урындыҡтың бер мөйөшөнә барып терәлдем. Йәмиләне тубығыма алдым.
— Был ҡыҙыңдың ҡото осоп тора бит, — тине Дәүләтбай мулла Йәмиләгә төртөп. — Ялбыр сәсле ҡарсыҡтан ҡурҡҡан. Өшкөртөргә кәрәк. — Шунан һуң миңә бер аҙ ҡарап алды. — Үҙең дә нимәнәндер ҡурҡып тораһың түгелме? Мә, тип эргәһендә ятҡан тоҙҙо һуҙҙы. — Ошоно ятыр алдынан да, торғас та “Бисмилла” әйтеп яла, ҡыҙыңа ла бир, — тине лә доға уҡый башланы. Уҡып бөткәс, сүрәләр яҙылған ҡағыҙ биттәре тотторҙо. Кис һәм иртән уҡырға ҡушты.
— Рәхмәт! — тип әйтә һалдым. — Минең бер йомошом да бар ине... Ирем эсә, — тип уңайһыҙлана-уңайһыҙлана һүҙ башланым. Мине үтә күргән һымаҡ мулла алдында бигерәк оялдыра. — Шуны берәй нисек дауалап булмаймы икән?
— Ирең үҙе ниңә килмәне?
— Ул... — Эштә тип әйткем килде, тик ул бөгөн эшләмәй. Ысынлап та, ҡайҙа сығып китте икән?
— Ана, шул-шул, ҡыҙым. Үҙенең теләге булмағандың көсләп ауыҙын тегеп булмай.
— Түҙер әмәл ҡалманы бит әле...
— Маңлайыңа яҙылғандан ҡасып булмай. Аллаһы Тәғәлә кеше күтәрә алмаҫлыҡ һынауҙар ебәрмәй. Түҙемле бул! Һин былай ҙа сабырһың да, көслө лә.
Булатҡа ярҙам итә алмаһам да, тыныс күңел менән сыҡтым мулланан. Тәүге тапҡыр киләсәктә яҡшы берәй нәмә булыр тигән уй барлыҡҡа килде башымда. Тик ошо ғына һынауҙарҙы сабырлыҡ менән үтергә ине.
Дауамы бар.