

Түҙемлегем бөттө
Ә яҙмышым сабырлығымды һынауын дауам итте. Әленән-әле берәй нәмәһе килеп сығып ҡына тора. Ул ваҡыттағы үҙемде иҫләйем дә аптырайым: ҡайҙан миндә көс һәм түҙемлек булған? Тик кеше ниндәй генә көслө булмаһын, барыбер һуңғы сиккә етә. Минең дә түҙемлек бөттө.
Йәмиләне балалар баҡсаһынан алып ҡайттым да уға сәй яһап биреп, ишек алдына ҡар көрәргә сығып киттем. Йәһәт кенә мунсаға тиклем юл асып, тоҡандырып ебәрергә кәрәк. Шунан инә һалып, Булат ҡайтыуға аш бешерһәм...
— Килен! Ин әле бында! — Ҡәйнәм тәҙрәһен туҡылдатып ҡына саҡырҙы. Тағы нимә кәрәк икән? Яңы ҡулға алған көрәгемде кире ҡуйҙым да индем өйөнә. Ингәс, ултыра төшә яҙҙым. Өҫтәл артында Хәйҙәр ултырмаһынмы!
— Һиңә ҡунаҡ килгән, — тине ҡәйнәм, сәйен йотоп.
— Һаумы, Аҡйондоҙ!
— Аһ, һин бында нимә ҡарайһың?!
— Кеше ҡунаҡ менән улай һөйләшәме ни, килен? — тип мыҫҡыллы йылмайҙы ҡәйнәм.
— Һиңә килдем...
— Әллә аптырап бараһыңмы? Аһ! Ҡайҙан таптың?
— Бергә уҡығандарҙан белдем. Һине бәхетһеҙ, тиҙәр, — тине ҡәйнәмә тиҙ генә ҡараш ташлап. — Ирең эсә, тиҙәр.
— Аптырап бараһыңмы? Юҡты һөйләмә! Ҡәйнәм, әйтегеҙ берәй нәмә!
— Йә-йә. Шаяртам ғына бит. — Йылмайған булды. — Ҡыумай тор. Мин былай, хәл белергә генә индем бит.
— Белдеңме? Хәҙер бар сығып кит!
— Үпкәләмә. Ҡыҙыҡ бит, минән ҡалған бисә нисек йәшәй икәне, — тип хахылдап көлөп ебәрҙе. — Ташлап дөрөҫ эшләгәнмен икән. Сәпсим ауыл бисәһенә әйләнгәнһең.
Хәйҙәрҙе һөйрәп тигәндәй тышҡа алып сығып, бәлтәһен ҡарға ташланым.
— Аҡйондоҙ! Ҡыҙма!
— Килеп йөрөмә, алйот!
Йүгереп кире соланға индем. Бына хәлдәр! Нисә йыл үткәс килеп тороуын әйт! Оятһыҙ... Ҡәйнәм нимәһен ҡарап индереп, сәй эсереп тороп ултыра икән уны? Ҡәйнәмә ярһып барып индем.
— Оҙаттың дамы? — тине был спектаклдән ҡәнәғәт ҡалған ҡәйнәм.
— Ниңә уны индерҙегеҙ? Уның менән бер нәмә юҡ! — Нимәгәлер ҡәйнәм алдында үҙемде ғәйепле тойҙом.
— Булмаһа, килеп йөрөр инеме?
— Ҡәйнәм! — Әллә нимә әйтермен тинем дә тыйылып ҡалдым. — Булатҡа ғына әйтмәгеҙ, — тинем үтенеп. — Белеп ҡалһа...
— Йәшерер нәмәң бармы?
— Юҡ! Ул бит былай ҙа ҡыҙғана. Хатта эштәге ағай-бабайҙарҙан да. Ә бында...
— Йә, — тине ҡәйнәм. — Бар ҡарыңды көрә!
Ҡулға эш бара буламы хәҙер. Тик Булатҡа ғына әйтмәһен. Эй Аллам, ниндәй гонаһым бар? Берәй нәмәһе килеп сығып ҡына тора бит.
...Ҡәйнәм Булатҡа әйткән. Ҡайтып инеү менән, тыңлап та тормай, ялан күлдәк көйө сәсемдән тотоп ишек алдына һөйрәп сығарып туҡманы. Инде һыуыҡты ла, ауыртыуҙы ла һиҙмәҫ булғайным, тупһала беҙгә ҡарап, илап торған Йәмиләне күреп, йөрәгем өҙгөләнде. Әй, бәпесем, йөрәк майым, етем генә ҡалырһың, тип үлергә әҙерләнгәндә, ҡәйнәм Булатты артҡа һөйрәне:
— Йә, етәр, Булат! Шул бисә өсөн төрмәгә ултырырға етмәгән ине, — тип Булатты өйөнә индереп алып китте. Мин бер нисә минут тора алмай яттым. Эргәмә Йәмилә килеп, ҡосаҡлап илағас, йән көсөмә аяғыма баҫтым да, ҡыҙымды күтәреп Фуат ағайҙарға йүгерҙем... Ә ике сәғәттән әсәйемә барып ингәс, ул аптырауынан:
— Сәй эсәһегеҙме? — тип кенә әйтте лә, шешенеп бөткән битемә ҡарап илап ебәрҙе.
Ике көн ҡан төкөрөп, урынымдан тора алмай яттым. Әсәй менән Сулпан дауаханаға барайыҡ, тип тә әйтеп ҡаранылар. Тыңламаным. Тупһа аша сыҡһам, Булат ҡаршыма килеп сығыр, тип ҡурҡам. Ишекте эстән бикләттем. Гөлира апайҙы, ауыл фельдшерын, әсәй барыбер саҡырып алды. Ул, ауыртыуҙы баҫҡан дарыуҙарын биреп, ял кәрәк тип ҡуйҙы. Бер аҙнанан өй тирәһендә эш менән булыша алырлыҡ хәлдә инем. Тәнем генә күм-күк булыуын иҫәпкә алмағанда, шәп һымаҡмын. Йәмилә лә башта кис һайын:
— Атай килеп инмәйме? Атай алыҫтамы? — тип йоҡлай алмай ыҙаланы. Тик бала ни Сулпан апаһы менән уйнап, тиҙ онотолдо.
Әсәйгә лә, Сулпанға ла әйтеп ҡуйҙым:
— Булат килһә, ишекте асмағыҙ! Индермәгеҙ, — тип. Бына-бына көтмәгәндә килеп инер һымаҡ булып тик тора. Тойомлауым дөрөҫкә сыҡты. Ике аҙналай үткәс, Йәмиләне әүрәтеп ултырған Сулпан тәҙрәгә ҡараны ла ап-аҡ булып китте:
— Килә ята!
— Ишекте бикләй һал!
Сулпан йүгереп соланға сығып китте. Эй, әттәгенәһе, йә әсәй өйҙә юҡ. Йәмиләгә:
— Ошонда ғына уйнап ултыр, — тинем дә ҡулыма тәртешкә алып соланға сыҡтым.
Булат башта ишекте асып ҡараны. Бикле икәнен аңлағас, туҡылдатырға кереште. Сулпан миңә ҡарап ҡатты. Мин уға баш ҡаҡтым.
— Нимә кәрәк? — тине Сулпан.
— Балдыҙ! Был мин... Апайыңды саҡыр әле.
— Юҡ! Ул өйҙә юҡ.
— Ҡайҙа ул?
— Дауаханала! Үҙең үлтерә яҙғансы туҡмағанһың бит!
— Ә Йәмилә бындамы? — тине ул тынып торғас. Тауышы айыҡ һымаҡ.
— Һиңә нимәгә ул? — тине Сулпан.
— Һағындым. Күргем килә. Саҡыр әле.
— Саҡырмайым! Ҡайтып кит! Милиция саҡыртам!
— Сулпан!.. Апайың ҡасан ҡайта?
— Әйтмәйем.
— Йәмиләне саҡыр әле. Бер күҙ менән генә күрәйем. Исмаһам, ошо тәҙрәнән ҡул болғайым, — тауышы ҡалтырап китте. — Бына күстәнәстәр ҙә алып килдем. Яратҡан тәтәйен дә. Ул нисек?
Әллә илай инде? Ипләп кенә солан тишегенән ҡарайым. Күҙен ыуалай.
— Һинһеҙ уға рәхәт! Ҡайтып кит!
— Юҡ, Сулпан. Апайыңды күрмәйенсә ҡайтмайым.
Ул тупһаға ултырып алды.
— Күргем дә килмәй һине! — тип мин, түҙмәй, илап ебәрҙем. Булат урынынан торҙо.
— Аҡйондоҙ! Сыҡ әле. Һөйләшәйек!
— Һөйләшкем килмәй! Айырылышабыҙ!
— Аҡйондоҙ! Ғәфү ит! Ҡайтығыҙ кире. Һеҙҙән башҡа минең бер нәмәм юҡ. Башҡа эсмәйем! Ант итәм! — Булат илап ебәрҙе. — Бына тубыҡланып ултырам! Ҡайтығыҙ! Әсәй бутаны араны. Ул вис боҙҙо! Әйҙә ҡайттыҡ. Башҡа сығырбыҙ әсәйҙән... Тырнаҡ осо менән дә теймәйем! Бер тамсы ла ауыҙыма алмаҫмын. Ҡайтығыҙ!
Өсәүләшеп илайбыҙ.
— “Эйе” тимәйенсә ошонда тубыҡланып тик торасаҡмын! Аҡйондоҙ! Бер нәмә әйт инде?
— Нимә тип әйтәйем?
— Уйлайым тип булһа ла әйт! Башҡа теймәйем дә, эсмәйем дә. Айырым сығырбыҙ...
— Уйлармын! Ҡайт бар!
— Ысынмы?
— Бар ҡайт!
Булат бер аҙ тынысланып, йәштәрен һөрттө.
— Мин иртәгә тағы килермен. Бына бында күстәнәстәр. Сығып ал, йәме, Аҡйондоҙ. Уйла, ныҡ уйла! Йәмиләне үҙең һымаҡ атайһыҙ итмә. Уйла!
Уйлайым тип һүҙ бирҙереп кенә ҡайтып китте. Оҙаҡ ҡына уның ҡалдырған күстәнәсен алырға баҙнат итмәнек. Эштән ҡайтҡан әсәй тотоп килеп инде.
— Килдеме?
— Килде. Апайға ҡайтһын, ти. Иртәгә тағын киләм, тине.
Төнгә тиклем мине бер кем борсоманы. Башымда ҡырҡлаған уй әйләнде. Ятҡас ҡына әсәй миңә һүҙ ҡушты.
— Нимә уйлайһың, Аҡйондоҙ?
— Белмәйем, әсәй, — тип, тынып ҡалдым. Күҙҙән йәштәр тәгәрәне. — Мин ауырлы. Балам төшкәндер, тип уйлағайным...
— Ауырлыһың?
— Эйе, әсәй.
— Апай, барма кире! — Сулпан да йоҡламай ята. — Бәпәйҙәрҙе үҙем ҡарашырмын! Мин дә эшкә төшөрмөн, бик кәрәкһә!
— Сулпан, һиңә уҡырға кәрәк. Үҙеңде уйла.
— Тормошоңа бер тапҡыр ҡыҫылып, кейәүгә бирҙем, — тине әсәй. — Башҡаса ҡыҫылмайым. Үҙең уйла, үҙең хәл ит. Ҡайтыр булһаң, шуны бел: ҡәйнә менән, ир менән донъя көтөүе рәхәт түгел, әммә яңғыҙыңа ике бала менән тағы ла ауырыраҡ була. Бирешеп торма. Ирҙәр улар бөтәһе лә ҡурҡаҡ. Һуҡһа, ҡулыңа нимә эләгә шуның менән кире һуҡ. Тағы һуҡһа, тағы һуҡ. Берҙе яуап бирә алғаныңды күрһә, икенсе ваҡыт ҡырҡ тапҡыр уйлай ул. Ҡәйнәңдең дә теле генә әсе. Ҡартайһа, барыбер һинең ҡулға ҡала. Уны шул балалары ҡарар тиһеңме?..
Иртәгә килгәнендә Булатты үҙем тупһала ҡаршы алдым. Ул тубыҡланып тороп иланы.
— Ҡайтһам, ҡәйнәмдән башҡа өйгә генә ҡайтам, — тинем. Булат ризалашып, өй тапҡас та килеп алам тип, ауылына ҡайтып китте.
Донъямды боҙҙоң, әсәй!
Булатты ошо арала ғына үҙгәртерлек нимә булған икән тип аптырап йөрөнөм. Мине лә, Йәмиләне лә шулай үлеп яратҡанына, беҙһеҙ йәшәй алмағанына ла ышанмайым. Аҡылына нимә ҡайтарҙы икән? Дөрөҫ уйлағанмын, бер нәмә булған икән шул.
Йәмилә менән ҡасҡандан ике көн үткәс, Булат, күрәһең, айығып бер аҙ аңына килгән. Беҙҙең юҡлыҡты аңғарып ҡалғас, шунда уҡ Әсмә апайҙарға инеп таптырған. Унан Фуат ағайҙан бер-икене эләктерелеп, ҡыуылып сыҡҡас, ҡәйнәмә ингән.
— Ҡайҙа Аҡйондоҙҙар?
— Мин ҡайҙан беләйем?! Әсәһенә ҡайтып киткәндер! Сығып киткәндәренә инде ике көн, яңы күреп ҡалдыңмы, диуана? Күберәк эс, алкаш!
— Боҙҙоң! Донъямды боҙҙоң, әсәй! — тип Булат ултырғысты тибеп осора.
— Кем боҙҙо? Минме ни? Оялмай мине ғәйепләйһеңме? Башың эсеүҙән сыҡмай!
— Һинән башҡа эт тә түгел, әсәй. Һин шул ир тураһында һөйләмәһәң, ҡул да күтәрмәҫ инем. Һин бит ҡыҫылаһың! Һин бит бисәңде тәрбиәлә тип тылҡып тораһың! Ул тиклем яратмағасһың, ниңә өйләндерҙең?
— Һин алкашты ғүмер буйы мин ҡарарға тейешме? Бына һинең эскелегең ҡайҙа ултыра! Муйынымда! Мине түгел, шешәңде ғәйеплә!
— Бәләһеңме мин нимәгә эсәм? Һинең арҡала, әсәй! Бөтә тормошомдо боҙҙоң! Кәләш алам тигәндә, өйләндертмәнең...
— Ул Земфираң хәҙер уйнаш та эскесе, рәхмәт әйт!
— Шунда ҡыҫылмаһаң, башҡа төрлө булыр ине!
— Тағы нимәлә ғәйеплемен? Оялмаһаң әйт!
— Ветеринарға барам тигәндә, буҡ еҫкәп йөрөмәйһең, тип кем аҡса бирмәне уҡыуға? Һин! Фермаға эшкә барам тигәндә, кем мине шул мәктәптә ҡалдырҙы? Һин! Был тормош һинеке, минеке түгел. Хәҙер ана баламды ла ҡыуып сығарҙың!
— Әсәһе менән кем шулай һөйләшә! Оят! Ғәрләнеп үләм хәҙер! Кем һине ашатты, кем эсерҙе, кем кейендерҙе? Кем һине үлә яҙып уттан сығарҙы? Шулмы рәхмәтең?
— Ул уттан сығарҙың да ул. Мин хәҙер эстән янам, әсәй. Һинең арҡала!
Ҡәйнәм шунда уҡ йөрәгенә тотона. Булат ҡул һелтәп сығып китә:
— Ышанмайым һиңә, әсәй. Теләһә нәмә эшлә!
— Ташлап сығып кит шул мине! Әйҙә, яңғыҙым ҡалам! Туғандарым ҡалманы инде! Атаң үлде! Кейәү үлде! Миңзифа ситтә! Хәҙер һин! Мине ҡарарға тейеш кеше!
Ошо һөйләшеүҙәренән һуң Булат эсеүен туҡтатып, айығып алғас, беҙгә беренсе тапҡыр килә лә. Мине генә түгел, бөтә ауылды аптыратып, һүҙендә тороп, беҙҙе тура ауылдың икенсе осонда торған өйгә алып ҡайтты. Әсәһенең итәгенән ысҡынды, тип һөйләнеләр ауыл ирҙәре Булат тураһында. Эсеүенән туҡтағас, хатта ҡул биреп һаулыҡ та һораша башланылар.
Өйгә күскәс тә, ҡәйнәм башта килмәй торҙо. Булатҡа ныҡ ҡына үсеккән ине. Аҙаҡ ул сәбәп, был сәбәп табып инә башланы. Хатта көнөнә ике килгән саҡтары бар. Ғүмер буйы Булат менән йәшәп, кеше араһында йөрөп өйрәнгән кешегә бер үҙенә ҡыйындыр. Ҡайынбикәм дә Самира менән йәйгеһен генә ҡайта, күршеләре менән дә аралашмай.
Бөгөн дә иртә менән килеп инде. Йәмилә яңы йоҡоһонан уянып ултыра.
— Ул нимә ҡарап һаман йоҡлатып һалғанһың?
— Ял бит, йоҡлаһын.
— Әллә үҙең дә яңы тороп ултыраһыңмы? Шул-шул, әбидкә тиклем кеше ятамы? Әйтәүер, һимереп киттең...
— Аһ, ҡәйнәм, ауырлы булғасмын, һимерәм инде.
— Булһаң ни, Йәмиләне көткәндә бер ҙә улай һимермәнең дә. Күберәк бот күтәреп ята бир, балаң эсеңдә уҫлаптай булып китһә, таба алмай ятырһың әле.
Мин өндәшмәй үҙемдең эшем менән булам. Йәмилә урынын рәтләп килеп сыҡҡас, ҡәйнәм уға бәйләнә башланы:
— Бумала баш. Сәсең ойошоп бөткән. Әллә, килен, тарамайһыңмы сәпсим? Бетләп китһен ти инде. Кил, Йәмилә, үҙем үреп ебәрәм, сикәләп тороп. Әпсәңдең эше ҡаты.
— Юҡ! Һин ауырттыраң! — тип Йәмилә ҡасып китте.
— Ана, килен! Баланы миңә ҡаршы ҡотортаң. Мин ҡайтып киткәс, яманлайһыңдыр әле. Шуға миңә ебәрмәйһеңме?
— Ҡотортмайымсы бер ҙә.
— Атыу нишәп килеп тә сыҡмай?
— Ҡайһы арала барһын? Көн һайын балалар баҡсаһында...
— Нисек инде бала ҡәртәсәһенә барғыһы килмәһен. Һин, моғайын, ҡаршы ҡотортаң! Булатты бит ҡоторттоң.
— Малды ҡарарға ваҡыт, — тинем дә, ишек алдына сығып киттем. Эшем бөтөп инеүгә, ҡәйнәм ҡайтып киткән ине.
— Нимә ти ҡәртәсәйең, Йәмилә? — тип һораным. — Ҡуша барырға кәрәк ине, килмәй, ти бит һине.
— Эй! Барғым килмәй, әсәй. Ул һине әрләп тик ултыра! Шунан өләсәйҙе әрләй. Шунан Сулпан апайҙы ла. Атайҙы ла әрләй. Унда уйнарға ла сығып булмай. Сәй эсеп тик ултырабыҙ икәүләп.
— Атайыңды нимә тип әрләй? — Ҡыҙыҡһыныуымды тыя алмай һорап ҡуйҙым.
— Һеҙ ирешәһегеҙме тип һорай. Һине тота белмәй ти. Нисек тоталар ул, әсәй? Ошолай усына ҡуйыпмы?
Ҡыҙыҡ ул минең Йәмилә. Өлкәндәрсә хәбәр һөйләп-һөйләп ҡуя ла, ҡапыл балаларса берәй нәмә әйтеп һала. Ауырға ҡалғас, бөтөнләй үҙгәреп китте. Ҡустыһына йә һеңлеһенә тәмлекәстәрен ашамай һаҡлап ҡуя, “әсәй, ауыр күтәрмә”, “әсәй шулайтма” тип минең хаҡта борсолған була. Үҙ аллы бала. Бәпәй тыуһа, мин өйҙән сыға алмай ятһам, тип ваҡ төйәк артынан магазинға йөрөтөп өйрәттем. Ҡәртәсәһенә лә бара белә. Уны сығарам да артынан ипләп кенә күҙәтеп бара инем. Шулай бер нисә тапҡыр йөрөткәс, тыныс күңел менән сығарып ебәрә башланым.
— Йәмилә, беҙҙе әрләй башлаһа, тыңлама ла ҡуй. Берәй һорау бир. “Мәктәптә эшләүе ауырмы?” тип һора, бик булмаһа. Яратып эше тураһында һөйләп бирәсәк! Ҡәртәсәң бит өлкән кеше, уға күңелһеҙ. Шуға ғына әрләй ул, ысын итеп түгел. Бөгөн барып кил, йәме? Ҡуша берҙе сәй эс тә ҡайтырһың.
— Яра-ай, — тине Йәмилә. — Ҡәртәсәй мәктәптә һаман эшләйме ул?
— Үәт, үҙенән һорарһың!
Йәмиләне кейендереп сығарып ебәргәйнем генә, өйгә Әсмә апай килеп инде.
— Һаумы, килен!
— Һаумы-һаумы, үт, ултыр!
— Ҡәйнәңде осраттым әле. Әрләй-әрләй ҡайтып бара.
— Эй Алла. Был юлы нимәһе оҡшамаған.
— “Сәй ҙә эсермәне” тип һөйләнә.
— Эсермәнем шул. Сәйгә саҡырһаң, ултыра бармаҡ осо менән генә тейеп, ерәнеп ҡарап. Сәй ҡойоп бирһәң, кәсәне өйрөлтөп ҡарап сыға, ҡалаҡты һөртә. Икмәк – ҡаты, сәй – шыйыҡ. Ҡайнатма ултыртһаң, балаға күп тәмле ашатаһың тип һөйләнә... Йәнем көйөп, был юлы сәй эсереп торманым.
— Ыста, шулаймы? Әллә ҡартайған һайын хыялыйыраҡ булып баралыр ул. Ҡуй, килен, сәй эсеп тормайым. — Мин өҫтәл ултырта башлағайным ғына, тыйҙы. — Бер нәмә әйтәм генә тип ингәйнем. Земфира кисә кис магазинға инде. Булатты һин сихырлап алғанһың тип һөйләнә. Хәҙер килмәй ти.
— Уныһына нимә етмәй инде.
— Сихырыңды нисек сисергә беләм, Булатты кире эсереп алам ти. Оятһыҙ! Әрләп сығарып ебәрҙем. Кискеһен ҡайтып барһам, ҡәйнәңдән килеп сыҡты ул бисә. Был ике алама ҡушылып берәй нәмә уйлап йөрөмәйме икән тием. Шуға, килен, ипләп бул!
— Үҙенең улын эсереп ултырмаҫтыр ҡәйнәм, китсе.
— Әллә, килен. Фәридә апай, һин ҡайтып киткәс, ҡыуанысын йәшермәне. Булатҡа унан да яҡшыраҡтан алып бирәм, ҡыҙҙан кәләш табам, тип һөйләп йөрөмәне түгел. Айырым сыҡҡасһығыҙ ҙа, Булат менән талаштырҙы тип һәр кешегә мыжыны, белеп тораһың.
— Ҡуйсы, Әсмә апай.
— Ярай, Земфира менән нимә һөйләшкәндәрҙер ҙә, ҡәйнәңдә нимә ҡарағандыр, белмәйем. Тик шул шайтан бисәнең ауыҙынан сыҡҡанын үҙем ишеттем: эсерәм, тине. Булатыңды ҡарап йөрө, килен!
Шул ғына етмәгәйне инде! Әсмә апай борсоуға һалып сығып китте. Кире Булатҡа ҡайтҡас, бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡ тип әйтеп булмаһа ла, исмаһам, кешеләрсә йәшәй башланыҡ. Һигеҙенсе ай инде ауыҙына бер тамсы ла алғаны булманы. Ваҡыты-ваҡыты менән енләнеп китә ул Булат, йә миңә, йә Йәмиләгә тиктомалға ҡысҡырып ала. Эсендәге шайтап ҡоторталыр. Эсмәй бит, түҙә. Шулай ҙа эшенән ҡайтҡас, сәй артында ипләп кенә һүҙ башлап ҡараным.
— Ҡәйнәм инеп сыҡты. — Булат өндәшмәй. Дауам итәм: — Йәмилә килмәй ти. Күңелһеҙҙер яңғыҙына.
— Күңелһеҙҙер. — Һурпаны шөрөлдәп тороп эсеүен дауам итте.
— Йә, күрше-тирәһендә йәштәше юҡ, былай сәйгә йөрөшһәләр ҙә. Әсмә апай Земфира инеп бара ти ине. — Земфира тураһында ишеткәс, ҡапыл ашауынан туҡтап, миңә ҡараны. Әһә, тип уйланым, былар күрешкәндәрҙер инде.
— Шунан нимә булған?
— Земфира... — Уҫал ҡарашын күтәр алмай, күҙемде ситкә алдым. — Һине эсерәм тип әйтә...
Булат ҡалағын тәрилкә эсенә ташлап ебәрҙе. Мин артабан нимә әйткәнде көтә башланы.
— Эсеп ҡуйма, тиеүем. Инде һигеҙ ай бит эсмәйһең...
— Һин нимә, миңә ышанмайһыңмы?! — Улай ҡысҡырып ебәрер тип уйламағайным. — Әйттем бит эсмәйем тип! — Ашын бер ҡулы менән һыпыра һуҡты. Әллә шайтан ҡотортҡан мәленә эләктем, әллә ни. Был һөйләшеү ошолай тамамланыр тип уйламағайным. Иҙәнгә төшөп ярылған тәрилкә тауышы яңы ҡәртәсәһенән ҡайтып, уйнап ултырған Йәмиләне ҡурҡытты. Сығып тиҙ генә беҙгә ҡараны ла мейес артына инеп китте. Атаһы тауыш күтәрә башлаһа, шунда йәшенә. Булат ашын осора һуғып түкһә лә, өҫтәлдән торорға ашыҡманы. Сепрәк алып, өҫтәлде һөртөп алдым да, яңынан аш һалып бирҙем. Булат шапылдап тороп ашанып алды ла тәмәке тартырға сығып китте. Йәмиләне тәмлекәс менән генә әүрәтеп, мейес артынан сығарып алдым.