

«Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа мин»
Тыуған илем тим дә һүҙ башлайым,
Тыуған илем – Башҡортостаным.
Уны ҙурлап тик бер һүҙ әйткәндә,
Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа мин.
Шулай тип яҙғайны Кәтибә Кинйәбулатова үҙенең бер шиғырында. 15 сентябрҙә әҙибәнең тыуыуына 105 йыл тулды. Ошо айҡанлы уның тыуған яғы – Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Ҡолой ауылында 12-се Кәтибә Кинйәбулатова уҡыуҙары үтте. Сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина етәкселегендә делагация ла ҡатнашты.
Тантанала ҡатнашыусылар тәүҙә Бикҡол ауылында шағирәнең ҡәберенә зыярат ҡылды. Һуңынан осрашыу Кәтибә Кинйәбулатова исемен йөрөткән китапханала дауам итте. Ҡунаҡтар әҙәбиә хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Тәнзилә Сәлих ҡыҙы шағирәнең бөгөн әҙәбиттәге тос өлөшө, ижадының тәү башланғысында остазының алтын кәңәштәре, уның фатирына йыш барып йөрөүе хаҡында һөйләне.
Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова — башҡорт балалар шағиры, 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты (1989).
К.Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Арғаяш кантоны (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) Мәүлит ауылында тыуған. Үҙҙәрендәге башланғыс һәм Мөхәммәтҡолой ете йыллыҡ мәктәптәрендә белем ала. 1935 йылда Өфө педагогия рабфагында, 1939—1940 йылдарҙа Өфө педагогия институтында уҡый. 1941—1953 йылдарҙа Мөхәммәтҡолой урта мәктәбендә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, һуңынан уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләй.
1953 йылда Өфөгә килеп «Әҙәби Башҡортостан» («Ағиҙел» журналы) редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып урынлаша. 1962 йылда СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курсын тамамлап ҡайтҡас, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.
Шағирә һәм прозаик Кәтибә Кинйәбулатова Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай. Республика гәзит, журналдары биттәрендә шиғырҙары, мәҡәләләре даими донъя күрә. 1954 йылда «Тәүге сәскәләр» тигән беренсе шиғырҙар китабын сығара. Унан һуң «Алтын тояҡ аҡ кәзә» тигән китабы нәшер ителә. «Йәшел япраҡтар» тигән шиғырҙар китабында шағирәнең таланты нескә лирик булараҡ асыла. «Һүнмәҫ мөхәббәт», «Мин йырлайым», «Йондоҙҙар бейей», «Саҡыр мине», «Әсә һулышы» тип аталған китаптарында К.Кинйәбулатова оҫта һәм һиҙгер лирик сифатында күҙ алдына баҫа. Уның ижадында мөхәббәт лирикаһы ҙур урын биләй. Үҙ ғүмерендә ул 30-ан ашыу китап сығарҙы.
Кәтибә Кинйәбулатова проза жанрында ла эшләне. «Терелергә әйтер һүҙ» повесында ул һуғышта һәләк булған башҡорт ҡыҙы Маһипәрүәз Сакаеваның ҡаһарман образын тыуҙырҙы. Балалар өсөн яҙылған «Атай тауышы», «Партизан ейәнсәре» повестары ла һуғыш йылдары ваҡиғаларына арнала. Әҫәрҙәре рус уҡыусыларына ла таныш һәм бик күп башҡа халыҡтар теленә тәржемә ителгән.
Ауыл мәҙәниәт йортонда дауам иткән кисә лә йәнле барҙы. Әҙәбиәт һөйөүселәр шағирәнең шиғырҙарын һөйләне. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйет Билалов байрамды үҙенең моңло йырҙары менән биҙәне.