Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Октябрь 2025, 04:45

Сал сәсле малай Повесть (1) Гүзәл Ситдиҡова

– Ә мин – Ҡылысбай, – тине егет, исеменән уңайһыҙланып. Тапҡандар бит ата-әсәһе космос быуатында исемде! Тик нисек кенә ризаһыҙ булһа ла, барыбер исемен бер ваҡытта ла урыҫсалатманы үҙе.

Сал сәсле малай Повесть  (1) Гүзәл СитдиҡоваСал сәсле малай Повесть  (1) Гүзәл Ситдиҡова
Сал сәсле малай Повесть (1) Гүзәл Ситдиҡова

ЯҢЫ ТАНЫШ

Яңы ерҙәр асырға, яңы кешеләр менән танышырға, яңы кисерештәр алырға ярата Ҡылысбай. Әле лә самолет иллюминаторынан ҡайҙан-ҡайҙа күренеп ятҡан киңлектәрҙе, йылға-күлдәрҙе, тау һырттарын байҡап, танау аҫтынан ғына Пушкиндың “Кавказ подо мною, один в вышине” тигән юлдарын бышылдап ҡуйҙы. Кавказ уҡ түгел-түгелен – алды ғына, яңғыҙы ла түгел – салон тулы пассажир, тик күңеле елкенеп, Ҡафтау ҡаяларында, Пушкин, Лермонтов үткән һуҡмаҡтарҙа гиҙеп йөрөй ине инде егет. Романтик... Һөнәрен дә булмышына ярашлы һайлаған бит – журналист.
Минераль Һыуҙар аэропортына килеп төшөп трапҡа сығып баҫыу менән үк йофарҙай тәмле һауаһы тын юлдарын асып ебәргәндәй булды егеттең. Аяҙ зәңгәр күк, йәшеллек, алыҫта күренгән тау һыҙатланыштары. Ҡәләм тибрәткән кеше бит, юлға сығыр алдынан уҡ Ставрополь өлкәһенә ингән шифалы һыуҙар төбәге тураһында бер аҙ мәғлүмәт тапҡайны инде.
Баҡһаң, был тарафтарҙа төрки телдәрҙән ингән атамалар күп икән. Ҡала урыҫса Кума тип аталған йылға буйында урынлашҡан, уныһы ла “ҡом” тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан, ти. Борон ошонда йәшәгән ҡыпсаҡтар үҙҙәрен “ҡомандар” тип атауы ла йылға исеменән булған икән, йәғни Ҡом йылғаһы буйыныҡылар. Башҡорт халҡында ла булған бит яңы таныштан иң башта “ниндәй йылға һыуын һыулайһың?” тип һорау.
Тау менән тау бер түгел шул, башлыса иңкеү, һөҙәк һыҙатланышлы, урмандар менән ҡапланған Көньяҡ Уралдан был яҡтыҡылар ныҡ ҡына айырыла; ярайһы йыш йылдар, елдәр, яуым-төшөм ашағандан һуң сәйер рәүештәргә инеп ҡалған, урыҫса “останцы” тип аталған тау булғанлыҡ ишараттары осрай. Бештау тигәне тәржемәһеҙ ҙә аңлашылып тора, биш айырым тауҙан тора. Улар янында урыҫсалап Пятигорск тип аталған ҡала ла төҙөгәндәр. Лермонтов эҙҙәрен һаҡлаған ҡала...
Уның ниәтләп килгәне – Кисловодск. Ҡалаға автобуста барырға ҡарар итте егет. Былай поезд менән дә сығырға ла булыр ине – алыҫ 1936 йылда уҡ унда электропоездар йөрөй башлаған икән.
Ҡаланың атамаһы “кислая вода”, йәғни “әсе һыу” тигәндән килеп сыҡҡан, нарзан сығанағын шулай атағандар. Лермонтов һүрәтләгән һыу менән дауаланыу ошо төбәктә булған да инде. Башҡортостанда ла бар бит, әйткәндәй, шифалы тоҙло һыуы арҡаһында “Асы” тип аталған шифахана.
Автобуста егеттең эргәһенә аҡ кепкалы, аҡ киндер костюмлы оло ғына йәштәге ағай килеп ултырҙы. Ул юл буйына ниндәйҙер ауыр уйҙарға батып, күршеһенә бер ауыҙ һүҙ ҡатмай барыуын белде. Ҡалаға килеп төшкәс, улар икеһе лә бер үк бинаны – курсовкалар регистратураһын эҙләй булып сыҡты.
Курсовка тигәнде хәҙерге йәштәр белмәйҙер ҙә. Шифаханаларға юлламанан айырмалы, уның буйынса фатирҙа йәшәп дауаланыу мөмкинлеге бирелә ине. Көн эҫе, автобуста ла бышлығып килгәйнеләр, юлаусыларҙы теркәй торған бүлмәлә халыҡ хәтһеҙ йыйылып киткән, балалылар бар, улары эҫергәнеп мыжый, сайылдаша. Теге аҡ кепкалы ағай менән тағы йәнәшә урынлаштылар. Уларҙан һуң килгәндәр, ни ғәжәп, фатир адрестары алып китеп торалар, ә был икәүгә һаман сират етмәй. Төштән һуң ғына уларға автобус юлы буйынса өс туҡталыш алыҫлыҡтағы фатир адресы тотторҙолар.
– Әйҙә, танышайыҡ инде, – тине, бинанан адресты алып сыҡҡас, аҡ кепкалы. – Мине дядя Юра тиерһең, Юрий Николаевич мин.
– Ә мин – Ҡылысбай, – тине егет, исеменән уңайһыҙланып.
Тапҡандар бит ата-әсәһе космос быуатында исемде! Тик нисек кенә ризаһыҙ булһа ла, барыбер исемен бер ваҡытта ла урыҫсалатманы үҙе.
Ә яңы танышы ғәжәпләнергә лә уйламаны, тик тауышы бер аҙ ҡалтыранғандай:
– Шулаймы? Бик һирәк исем. Бик матур ҙа үҙе, – тип уның ҡулын ҡыҫты.
Егет иғтибарлыраҡ булһа яңы танышының тулҡынланыуҙан йөҙө үҙгәреп китеүен дә һиҙер ине, тик ул яңы ҡала күренештәренә албырғап, әле бер, әле икенсе яҡҡа алаҡанлай башлағайны инде.
Туҡталыш артыҡ йыраҡ түгел икән. Яҙҙың иң төмән урындарҙағы ҡыу ботаҡты ла япраҡ ярҙыртып, дыуамал юрғалай шашынып сабып йөрөгән мәленән гөрләп сәскә атып ҡалған Кисловодск өҫтөндә хуш еҫтәр аңҡый. Ҡылысбайҙың йырҙарҙа ғына ишеткән, фотолар аша ғына таныш каштандарҙы тәүгә күреүе, бер аҙ онотолоп ҡарап торҙо әле. Йыр юлдарын иҫенә төшөрөп: ”Снова цветут каштаны...” – тип ауыҙ эсенән генә мөңгөрләп тә алды. Ярай юлдашы сабыр, транспортҡа ашыҡтырманы, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып, буйсан, фильмдағы Салауат Юлаевҡа ла оҡшап торған егетте күҙәтте – яҡташымы, ырыуҙашымы икән тип уйлап ҡуйҙы. Ижад кешеләренә хас хисле икәне лә күренеп тора.
Ниһайәт, улар фатирҙы барып тапты. Иркен генә бер ҡатлы ағас йорт, ихатаһында сатыры ярты майҙанды тиерлек биләп торған йыуан ағас, баҡһаң, әстерхан сәтләүеге шулай бәһлеүән булып үҫә.
– Быныһы душ, – тип аңлатты оло ғына йәштәге хужабикә, клеенка шаршаулы, дүрт бейек тимер бағанаға ултыртылған, аҫтына селтәрле кран беркетелгән дәү тимер мискәгә күрһәтеп. –Көн оҙоно ҡояшта йылынып, хатта ҡайнарланып китә ул эсендәге һыуы.
Һм. “Йомошҡа” йөрөй торған урыны ла тышта икән. Ҡыҫҡаһы, ябай ауыл йорто инде, бары курорт ҡалаһында тигән исеме бар. Ярай, хан һарайында түгел, бындайҙы күреп үҫелгән дә, тип күңелдәрен төшөрмәй генә көлөшөп алдылар.
Ихатаны күрһәтеп, нимә эшләргә мөмкин, ә нимә ҡәтғи ярамай икәнен аңлатҡас ҡына хужабикә квартиранттарын уларға тәғәйен бүлмәгә алып инде.
Икәү генә йәшәрһегеҙ, тип ебәрһәләр ҙә, өс койка ҡуйылған бәләкәй генә был өлөштә Таһир тигән бер әзери егет тә йәшәп ятыуы асыҡланды. Уныһы сытырайып ҡына сәләмләне лә, яңағын тотоп, үҙенең түшәгенә ауҙы.
Әҙерәк ял итеп алғас, кискелеккә мосафирҙар йәйәүләп кенә регистратуранан алыҫ түгел урынлашҡан ашханаға туйынырға барып ҡайтты.
Курсовка менән дауаланыусылар өсөн ашхана айырым бинала. Инеп теркәлгәс, һөйөнөсөнә күрә, урынын да Юра ағай менән бер өҫтәлгә тәғәйенләнеләр. Унда оло ғына йәштәге бер кеше рәхәтләнеп “цыбуля” ла “цыбуля” тип һуған көйшәп ултыра ине инде. Яңы таныш Павел Петрович исемле булып сыҡты, ул Ҡылысбайға һарымһаҡ һуҙҙы ла файҙаһын һөйләп ташланы. Ауыҙҙан еҫе сығыр тип ундай йәшелсәләрҙе ашамаған егетте тәләкәләп:
– Ешь-ешь, пока еще девку не нашел, чать, целоваться не с кем, – тип көлөп тә алды.
Был ағай ҙа, Юрий Николаевич кеүек үк, яңыраҡ ҡына авария булған Чернобыль яғынан икән, шуға күрә оло йәштәге ике ирҙең һөйләшеүҙәре лә артыҡ йәйрәп китмәй генә ошо хаҡтараҡ барҙы. Ул Кисловодскиға элек тә килгәне булған, әле таныштарында йәшәй, ҡаланың иҫтәлекле урындарын күрһәтергә вәғәҙә итте.
Төнөн Ҡылысбай ыңғырашҡан тауышҡа уянды. Таһирҙың теше һыҙлай икән. Юра ағай ҙа тороп ултырҙы. Ҡафтаулының озлауына түҙмәй, ҡапҡа тышына ла сығып йөрөп килделәр. Тик таңғы йоҡо – иң тәмлеһе бит, Юрий Николаевич түҙмәне, әзеригә ултырырға бойорҙо ла эстән генә нимәлер уҡынырға тотондо, шунан егеттең йөҙөнә ҡарап тынын өрҙө. Тиҙҙән теге һикереп тороп, уны ҡосаҡлап уҡ алды:
– Ағай, һин – тылсымсы! Туҡтаны бит тешемдең һыҙлауы!
Тик хәҙер инде Юрий Николаевич яңағына тотондо – үҙенең мәрйен кеүек тап-таҙа теше һыҙлай башланы. Түҙә алмай, яңағын баҫып, ҡапҡа тышына сығып киткәс, Ҡылысбай ҙа уның артынан эйәрҙе – изгелекле был кешене яңғыҙ ҡалдырғыһы килмәне. Унан, һөйләшеп китһәләр, теш һыҙлауын да онотор кеүек тойолдо.
– Шайтан алғыры, доғаның һыҙлау үҙеңә күсмәһен өсөн уҡый торған өлөшөн онотҡанмын да ҡуйғанмын, хәтергә төшкәнсә яфаландыра инде, – тине ағай, һыҙлаған яғын усы менән сабыр ғына ҡаплап.
Шуғаса Ҡылысбай ундай им-томға ышанмай ҡарай ине, әле лә осраҡлылыҡтыр тип кенә уйлап ҡуйҙы. Ҡапҡа тышындағы эскәмйәгә сығып ултырҙылар.
– Йәшһең бит әле, ял итергә генә килдеңме, әллә дауаланырғамы? – тип һораны Юрий Николаевич егеттән.
– Дауаланырға кәрәк тинеләр шул, үпкәм шешеп, ҡыш буйы ауырып яттым.
– Нисек ул хәлгә тиклем еткерҙең һуң?
– Әй, иҫәрлек инде. Район гәзитендә эшләйем мин, ҡышын тауҙарҙа машина боҙолоп ултырып, һыуыҡ тейҙерҙем. Ҡупшы өшөмәй ҡалтырай, тип әйтәләр бит, – тип, йәнен ала яҙған эш сәфәрен иҫенә төшөрөп, егет күңелһеҙ генә иренен кәүшәйтте.
Редакцияның йәйгеһен тынсыу, ҡышҡыһын урындығына ҡуша туңырлыҡ һыуыҡ уазигында район буйлап йөрөп сыҡмаған ауылы ҡалмағандыр егеттең, мәгәр ҡалтырашҡа әйләнеп бөтһә лә, машина ватылып ултырғаны булманы. Шуға ышанып, ҡышын ботинка ғына кейеп юлға сыҡҡайны ла (имеш, егет башы менән ҡарттарға оҡшап быйма кейеп йөрөмәҫ инде), әмәлгә таянғандай, райондың иң төпкөл ҡасабаһына етәрәк уазик бер-ике сөскөрҙө лә шып туҡтаны ла ҡуйҙы. Водитель Зиновий бабай машинала ҡаҙына бирҙе лә, ҡул һелтәп, кабинаға инеп ултырҙы. Өмөтһөҙ, күрәһең. Ул сәфәрҙең төрлөһөн күргән, һаҡлыҡҡа толоп менән быймаһыҙ сыҡмай, шунда уҡ йылы кейемдәренә уранып та алды. Ә Ҡылысбайҙың аяғы һыуыҡтан ҡатты, модалы ҡупшы япон курткаһы ла йылы бирмәй, күлдәксән генә торған кеүек, ҡалтырата башланы. Водитель, уны йәлләп, аҙға ғына толобон биреп торҙо ла, егеттең ағарынған йөҙөнә алһыулыҡ инә башлау менән, кире алды – уға ла үҙ һаулығы ҡәҙерле. Был төпкөлдә юлайҡан машина ла һирәк йөрөй бит әле, тик ни хәл итһендәр, көтөргә тура килә инде. Бәхеттәренә, алыҫтан, тау артынан, геүләү тауышы килеп яғылды – ҡышын тауҙарҙа тауыш әллә ҡайҙан ишетелә.
– Берәй ярты сәғәттән килеп етер, – тип ҡуйҙы бабай.
Ярты сәғәәәәт... Был минуттар Ҡылысбай өсөн мәңге үтмәҫ кеүек тойолдо. Түҙмәй, ул машинаға ҡаршы йүгерҙе. Ҡыҫҡаһы, егеткә ҡыш буйы бальнис карауаттарында аунап, үпкәһен дауаларға тура килде, ярай әле аяғы, туңыуҙан шешеп сыҡһа ла, төҙәлеп китте. Бына шунан һуң ата-әсәһе уға “илле алла, алтмыш мулла” менән тигәндәй курсовка ҡағыҙын юллап алды ла инде.
– Гәзиттә эшләйһеңме ни? Улай булғас, егет, мин һиңә әлегәсә бер кемгә лә һөйләмәгән серемде сисермен әле, ихтимал, берәй заман яҙып сығырһың. Исемең дә Ҡылысбай булғас, – тип көлөмһөрәне. – Бая танышҡанда уңайһыҙланғаныңды тойҙом. Юҡҡа тартынаһың, бик матур башҡорт исеме ул – Ҡылысбай. Етмәһә, минең атайыма ла ҡушылған булған.
Егет был һүҙҙәрҙе ишеткәс, “г” өнө урынына йомшаҡ ҡына “һ” тип украинсараҡ акцент менән һөйләшкән ағайҙың һүҙҙәренән ғәжәпләнеүе хаттин ашты, бер талай үҙ ҡолағына ышана алмай ултырҙы.
Нисек инде, ошо зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө, украин акценты менән һөйләшкән ағай – милләттәше?
– Аптырама, балаҡай, мин – башҡорт, Силәбе башҡорто. Беҙҙең яҡтарҙа зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлөләр әҙ түгел ине. Исемемде лә саф башҡортса Йортомбай тип ҡушҡан булғандар.
Шулай башланып китте Кисловодскиға дауаланырға килеп, бер фатирға урынлашҡан оло ғына йәштәге ағай менән район гәзитендә яңыраҡ хеҙмәт юлын башлаған йәш журналист Ҡылысбай исемле егеттең тәүге әңгәмәһе.
– Һин миңә башҡортса ла һөйләп күрһәт инде, йәме. Радио аша мөмкинлек булған һайын тыңларға тырышам ул. Башҡортса йырҙар, ҡурай моңон тыңларға яратам. Әйткәндәй, армияла хеҙмәт иткәндә Белорет ҡалаһынан Сергей тигән урыҫ егете булды. Башҡортса һөйләшә белмәһә лә, ҡурай тауышын ишетһә, радионы ҡосаҡлап алып, күҙҙәренә йәш тулып тыңлай торғайны. Беҙ бит – ике башҡорт, тип көлөшә инек. Бигерәк тә “Шахта” тигән йыр оҡшай, Донбасс тураһында бит ул, яҙмыш елдәре мине шунда алып барып ташлаған төйәк, икенсе тыуған ерем. Уны тыңлай башлағас, егет өсөн ваҡыт сиктәре юйылды, ғәжәйеп яҙмыш тулҡындарына инеп китте лә, йотлоғоп тыңлай-тыңлай, инде ҡояш һөңгө оҙонлоҡ күтәрелеп, врачҡа барырға кәрәклеген дә онота яҙҙы.
Осраҡлы осрашыуҙар булмай тигәндәре дөрөҫтөр, Ҡылысбайҙың да курсовка буйынса дауаланыуға килгән еренән тормош юлы үҙе бер ҡиссалыҡ ғибрәтле яҙмышлы юлдашҡа тап булыры башына инеп тә сыҡмағайны.
Ағайға Чернобыль реакторындағы быйылғы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашырға тура килгән дә, оҙаҡҡа һуҙмай дауаланырға ебәргәндәр. Ҡояш нурҙарынан һаҡланырға ҡушҡандар, шуға кепка кейеп йөрөргә мәжбүр. Һыу әле йылынып өлгөрмәгән булһа ла, теге душ аҫтында сайына һалып та алды – нурланыш тәьҫиренән шулай арынырға тырыша икән. Керпек ҡаҡмай төн үткәргәндән һуң йоҡо баҫа башламаҫҡа ла ярҙам итер.

Дауамы бар. 

Автор:
Читайте нас