

ҮКҺЕҘЛЕК
Йәй – йәй инде, туя ашамаһаң да, астан үлерлек түгел. Әлеге лә баяғы – баҡса өлөш сығарып тора. Олатаһы менән мөгәрәпте йәнә, мулдан булмаһа ла, ҡаҡ яланғас ҡалдырмай, бер аҙ йәшелсә-емеш һалып ҡуйҙылар. Бары менән байрам инде. Олатаһы әйтмешләй, мал табыу менән түгел, тота белеү кәрәк. Шуға күрә булғанын ҡыҫып ҡына сығарҙылар.
Юра һәр йәкшәмбене баҙар ҡыҙырып башлап ебәрә, кемгә булһа ла ярҙам кәрәк булып ҡуя: йә әйбер ҡарауыллап торорға, йә нимәлер килтерергә һорайҙар, кемгәлер төйөнсөктәрен күтәрешеп бара. Шунан ҡапҡылап алырлыҡ берәй нәмә тотторалар.
Олатаһының хәрби кейем киҫәктәрен ризыҡҡа алмаштырғанын кемдер немецтарға еткергәнмелер, утын аҫтына икмәк һалып инеп барғанында тентеп, тоталар. Улай ҙа әле байтаҡ ваҡыт бәлә-ҡазаһыҙ ғына әсирҙәргә ярҙам итеп йөрөгәйне, бер ошаҡсы килеп сыҡҡан инде. Подпольщиктар менән бәйләнеше барҙыр тип, бик оҙаҡ туҡмайҙар, бер ниндәй ҙә мәғлүмәт ала алмағас, аталар. Ярай әле теге Дуня апай малайҙы күреп, иҫкәртеп өлгөрә, олатаһы тураһында мәғлүмәт таптырып, уны ла эләктереп алып китеүҙәре мөмкин булған даһа.
– Юра, өйөңә ҡайтма, – тип ҡаршыһына сыға ул бер көндө. – Теге вәхшиҙәр олатайыңды ҡулға алған.
Малай бындай хәлдәрҙең нисек тамамланғанын ишетә йөрөгәнгә күрә ҡойолоп төшә. Ҡайҙан белеп өлгөргәндер, Дуня апай фатирға тентеү килгәнсе үк баланың кейемдәрен алып сығып, йәшерә һалып ҡуя, шуға күрә аҡтарынып йөрөүселәрҙә бында тағы кемдер йәшәгәненә шик уянмай. Юрка ай самаһы ҡатындың фатирынан сығыу түгел, тәҙрәһенән дә кеше күҙенә салынмай ғына йөрөргә тырыша. Кемдер улар яғына йүнәлгәнен күреү менән баҙға төшөп китә. Атылған кешенең ейәнен үҙ ҡанаты аҫтына алып, шәфҡәтле ҡатын үҙ ғүмерен дә аямай; дошмандарға еткерһәләр, уларҙың икеһен дә Яҡшыбай-Яша яҙмышы көтөр ине.
Сабый һаман әле ғүмерлек юғалтыуҙың ни икәнен аңламай, ихтимал, аңлайҙыр ҙа, тик ышанғыһы килмәй. Олатаһының мәйетен күрмәгәс, бәлки, атын менеп, ҡасып сығып киткәндер, тип үҙен-үҙе йыуата...Һирәкләп кенә урамға сыҡҡылай башлағас, баҙарҙа төйөнсөк әҙерләп ҡуя торған теге таныш ағайҙы ла ҡулға алып, олатаһы менән бергә атҡандарын, мәйеттәрен шахтаға ташлағандарын ишетә, шунда ғына ниндәй ҙур ҡайғы килгәненә ышанырға мәжбүр була. Бәләкәй генә йөрәгенә фашистарҙан ҡурҡыу ғына түгел, нәфрәт, күрә алмау оялай, ҙурҙан ҡаза килтерә алмаһа ла, мөмкин булған ерҙә үс алырға тырышып тора башлай.
– Фил ниндәй йәнлектән ҡурҡҡанын беләһеңме? – тип һорап ҡуйҙы көтмәгәндә Ҡылысбайҙан.
Егет белмәүен аңлатып, ғәҙәтенсә, яурынын ғына һикертеп ҡуйҙы.
– Сысҡандан ҡурҡа, тигән инаныс бар. Имеш, томшоғона инһә, тын ала алмай һәләк булыуы мөмкин. Был уйҙырма ғына, әлбиттә. Әммә кинәйәле уйҙырма. Бәләкәй генә булһаҡ та, беҙ ҙә, һуғыш осоро балалары, дошманға ҡаршы көрәштә көсөбөҙҙән килгәнсә ҡатнаштыҡ, ҡон ҡайтарҙыҡ.
...Бер көн олатаһын юҡһынып, Казбекты ла һағыныуҙан, инде фашист ояһына әйләнгән йорт яғына барып сыҡҡанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Ул ситтән генә күҙәтә бирҙе лә, ишектә йоҙаҡ икәнен күреп, мал һарайына барып инде. Ат юҡ ине инде, әлбиттә. Күҙе тышта ҡалып, бер аҙ ярым ҡараңғыға күнегә төшкәс, олатаһы ҡамыт йүнәткәндә тотонған, мөйөшкә ҡаҙап ҡуйылған беҙҙе шәйләне. Эргәһендәге ырмауҙа ҡалпағы яталыр тип ҡапшап сыҡһа ла, табылмағас, иҙәнгә төшкәндер тип һәрмәнә башланы, һәм һалам вағы араһында ҡулы бер дүңгәләккә тейҙе. Кеҫәһенә һалып алмаҡсы булып тартыуына ҡапҡас асылып киттелә... хазина боҫҡоно пәйҙә булды: буй етмәле генә соҡорға олатаһы йәшниккә һалып, эш ҡоралдарын төшөрөп ҡуйған икән. Теге рамлы Сталин портреты ла шунда.
Бабай ҡоралдарын бик бөхтә тотона ине: малай беҙ осона кейҙерелә торған ҡалпаҡты, ейәненә тип махсус эшләгән, ҡын кейҙерелгән бәләкәй генә балтаны, сүкеште, һалып алғанда ла шалтырамаҫлыҡ итеп, бер һауытҡа тыңҡыслап тултырылған төрлө ҙурлыҡтағы сөйҙәрҙе күрҙе. Уларҙың ҡайһыһын ашамлыҡҡа алмаштырырға, ҡайһыһы менән кемгәлер хужалыҡта ярҙам итергә бик ярап ҡаласаҡ бит. Теге киндер муҡсайға ҡоралдарҙы тултыра ғына башлағанда урамда мотоцикл тырылдағаны, уның ихатаға килеп ингәне ишетелде.
Хәҙер сығып ҡасырға һуң инде. Әгәр фашист һарайға килеп инһә...Ысынлап та, был яҡҡа йүнәлә ахыры. Аяҡ тауыштары яҡыная бара. Малай ялт итеп тығыҙ соҡорға инеп ултырҙы ла тиҙ генә ҡапҡасты ябып ҡуйҙы. Ниндәйҙер тауыш ҡолағына салынып ҡалғандыр дошмандың, Йортомбай һарай эсендә уның тапылдап йөрөгәнен тойҙо, теге бер аҙ ҡуҙғалмай тора бирҙе лә, күрәһең аңдығандыр, йәнә йөрөй башланы. Соҡорҙағы туҙандан малайҙың үлеп сөскөргөһө килеп китте, танауын ҡыҫып тотоп, саҡ тыйылды. Күҙенә бер ни ҙә салынмағас, фашист сығып китте, табыр-тобор һарай башына менеп төшкәне ишетелде.
Кешеләрҙең һарайынан бер мәл ваҡ-төйәк юғала башлағайны, олатаһының, эш ҡоралдарын йәшерҙем, тип әйткәнен иҫләне малай. Бына ошонда йыйып ҡуйған инде. Ул яңынан мотоцикл тырылдауын көтөп ята торғас, йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған.
Уянып киткәс, бер аҙ ҡайҙа икәнен аңлай алмай ҡаңғырҙы. Ҡапыл баяғы хәл иҫенә төшөп, өҫтөнә һалҡын һыу ҡойолғандай булды – әле көнмө, әллә төнмө ? Ихатала берәйһе йөрөмәйме икән? Ҡыҫылып ятып, ойоп киткән аяҡ-ҡулын саҡ яҙып алып, яйлап ҡына теге ҡапҡасты күтәрә бирҙе – ҡараңғы. Тимәк, төн. Һәрмәнеп, йәшниктән һала башлаған байлыҡты муҡсайына тултырып бөттө лә, шауламаҫа тырышып, соҡорҙан сыҡты. Аяҡтарын һаҡ ҡына шыуҙыра-шыуҙыра ишек яғына килде, әкрен генә башын тығып тышҡа ҡараны. Уф-ф, әлдә генә бер кем дә тойолмай. Ул бер аҙ ҡолаҡ һалып тыңлап тора бирҙе лә, тимерҙәрен шалтыратмаҫҡа тырышып, мүкәйләй-мүкәйләй һарай артына, баҡсаға сыҡты, инде артыҡ һаҡланмайынса тиҙерәк кәртә артына барып етергә уҡталды.
Шул мәл йорттан лабыр-лобор һөйләшеп кемдәрҙер сыҡҡаны, һарай артына ыңғайлағандары ҡолағына сағылды. Ул йәһәт кенә бейек итеп күмелгән бәрәңге бураҙнаһы араһына ауҙы. Һабаҡтарҙан үткер еҫ килә, малайҙың йәнә үлеп сөскөргөһө килә башланы. Ул танауын баҫып йәнә көс-хәл тыйылып ҡалды. Һарайҙың ҡабырға яғынан фонарь яҡтыһы күренде, ул баҡса өҫтөн дә ҡапшап сыҡты. Шунан теге хайуандар, мындыр-мындыр гәпләшеп, кесе йомоштарын үтәнеләр ҙә килгән яҡтарына юлландылар. Йортомбай немец телен икмәк-тоҙлоҡ аңлай башлағайны инде, былар урыҫ теленә яҡын ниндәйҙер телдә лапылдай, йә серб, йә чех булғандарҙыр. Йөҙө ҡаралар, баҫҡынсылар, нимә ҡалған уларға совет илендә!
Улар күҙҙән юғалыу менән малай бәрәңге рәттәре аша, ауыр тимер-томор һалынған муҡсайҙы ҡыҫып тотоп, бар көсөнә ырғый-һикерә тиҙерәк ҡойма яғына элдерҙе. Йөрәге алҡымына тығыла яҙып, атлығып, Дуня апай йортона килеп еткәс, уны борсомаҫ өсөн сарлаҡҡа менеп китеп, шунда таңды ҡаршыланы.
Беҙ малайҙың кеҫәһендә бушҡа ғына ятманы инде, тырышлығынан ялтырап китте хатта. Береһе лә күрмәгәндә фашистарҙың мотоцикл, хатта машина тәгәрмәсенә әҙ ҡаҙалманы ул... Бәләкәй генә булһа ла, эшсән малай беләкле шул инде.
Йортомбайҙың теге саҡ бергә шешә йыйып тапшырған иптәштәренең күбеһе йә күсеп киткәйне, йә Германияға оҙатылғайны, икәүһе газ камераһында һәләк ителгәйне. Әҙ генә ҡалһалар ҙа, осраштырып торалар, балалар бит әле, һуғыш булһа ла, уйнағылары ла килә. Тик хәҙер улар сыр-сыу килеп сапмай, быға йыш ҡына хәлдәре лә, теләктәре лә юҡ.
Савелий тигән малай уларҙан йәшкә олораҡ та, кәүҙәлерәк тә, ул йөрөтә инде дуҫтарын уйнатып. Үҙҙәренең өйө артында аулаҡ урын йүнәтеп алған да, шунда бер шөғөл табып, йыуанып ултыралар. Бер мәл иҫке таҡталар алып килгән:
– Әйҙәгеҙ, ошонан пистолет йә автомат юнып алайыҡ, – тип үҙе үк күмер менән һыҙып, ҡайҙан бысырға, юнырға икәнен күрһәтеп бирҙе.
Ҡорал әҙер булғас, сарлаҡҡа менеп, фашистарҙы атҡан булып уйнанылар.
– Бында ҡалдырығыҙ, тышта яңылыш немецҡа төҙәрһегеҙ ҙә, үҙегеҙҙе ысынлап атып ҡуйырҙар, – тип киҫәтергә лә онотманы.
Таҡта киҫәктәрен иретелгән ыҫмалаға манып йәбештереп, кесе туғандары өсөн уйынсыҡ йорт, мебель, арба-сана эшләргә лә өйрәтте. Атаһы балта оҫтаһы булған бит. Булыр бала биләүҙән, аҙаҡтан уның архитектор һөнәре алып, ҙур етәксе булып киткәнен ишетте Юрий Николаевич.
Кеменеңдер әсәһе, һыйыр малының баҡтаһын йыйып, кейеҙ туп баҫып биргән. Бер-береһенә тәгәрәтеп, таҫыллыҡта уҙышалар. Сәрүәр (акация) ҡыуаҡтары сәскә атып бөткәс, ҡуҙаҡтарынан бына тигән һыҙғыртҡыс әтмәләп алып, фашистарҙың ауыҙ гармошкаһынан кәм сутылдашманылар. Йәй етһә, яр буйындалар. Ҡыҫала, балыҡ тоталар, балсыҡтан һындар әүәләп йыуаналар.
Йышыраҡ “һунар”ға, йәғни фашистарҙың йөк машинаһынан берәй нәмә сәлдерергә бергәләп йөрөйҙәр. Кеме булһа ла ҡасып ҡотола ла аҙаҡ табышы менән бүлешә.
Бер мәл Германияға ебәрер өсөн бәшмәк тапшырырға саҡырғандары ишетелде. Бына шунда сөйҙәр ҙә бер шәп нәмәгә ярап ҡуйҙы. Йортомбайҙы дуҫтары бәшмәк танырға бергәләп өйрәтте, шунан муҡсайына ла, Дуня апаһынан һорап алған кәпрәнгә лә тултырып табышын алып ҡайтҡас, өйҙә бешерергә тигән өлөштән ҡалғандарының һабаҡтарына ваҡ сөй тығып сыҡты. Әйҙә, йотһондар, тештәрен һындырһындар... Аҡсаһын да күберәк түләрҙәр. Шуны күҙ алдына килтереп, малай шатланып, хатта устарын ыуып ҡуйҙы. Тапшырырға барғас, ҡабул итеүсе:
– Нишләп бәшмәгең ауыр? – тип шикләнеберәк һорау бирҙе.
– Яңы ғына йыйылған бит, шуға һәлмәк инде, – тип, юғалып ҡалманы малай.
Олатаһын юғалтып, үҙ көнөн үҙе күреүгә ҡалғас, бик ауырға тура килде. Мөгәрәптәге һаҡлантыларының рәхәтен баҫҡынсылар күрә инде... Ризыҡ хаҡына эш биреүселәр ҙә әҙәйә барҙы, ҡаласыҡ халҡын фәҡирлек баҫты. Түҙә алмаҫлыҡ асығып киткәнендә әлдә шул Дуня апаһы ҡабул итә, уны нисә тапҡыр үлемдән ҡотҡарғандыр, һуңғы телеме менән бүлешкәндер!
Ҡатынды кешеләр өйҙәрендәге ауырыуҙарҙы ҡарарға яллай. Ҡайһы саҡ, хужалар рөхсәт иткәндә, ул малайҙы ла ярҙамға саҡыра. Шулай билбау аҫтын нығытыр яйы сығып ҡуя. Тамаҡ яуы булып йөрөмәҫкә тырышып, Йортомбай шәхси йорттарҙа йәшәүселәр тирәһендә уралғыланы. Бәләкәй генә балтаһы менән сытыр-сатыр турап бирә, ҡайҙа таҫыллы ғына итеп ҡойма йүнәтешә, сүкеше лә муҡсайҙа кәрәкһеҙ булып ятманы.
Ҡулының да, һүҙенең дә ғәжәйеп тылсымы бар ине апайҙың. Бер мәл теше ныҡ итеп һыҙлай башлағас, уны доға менән дауаланы:
– Башҡаса һинең тешең бер ваҡытта ла ауыртмаҫ, – тине ул, өшкөрөп бөткәс. – Доғаны ятҡа биклә, тормошта кәрәк булыр ул. Тик бик һирәк ҡуллан, тылсымы бөтә барыр.
Ысынлап та, шунан бирле Йортомбай теше менән яфаланманы, доғаны иһә һирәк ҡулланғанлыҡтан онота биргәйне. Теге әзери иҫенә төшөрөргә мәжбүр итте инде.
Мәрхәмәтле апай бер мәл яңы һуйылған сусҡа тиреһе алып ҡайтты, уны тәрбиәләгән ауырыуҙың ғаиләһе эш хаҡы итеп биргән, баҡһаң.
– Йә әле, балаҡай, баҫ ошонда, – тип малайҙың себешкеләгән аяғын тире өҫтөнә ҡуйып, яланаяҡ йөрөгәнлектән ҡатып бөткән табан ситтәрен киңерәк алып, күмер менән һыҙып сыҡты ла шулар буйлап киҫәкләп ҡырҡып алды, – хәҙер мин һиңә постол эшләйем, көҙ етте бит, һыуыта, аяҡ кейеме кәрәк.
Постол тигән нәмә ябай ғына ҡата булып сыҡты – ҡатын уның йөнлө яғын эстә ҡалдырып, сит-ситтәренән тишектәр уйып сыҡты ла ла, тирене таҫмалап телеп, шулар аша тарттырып үткәреп, бәйләп ҡуйҙы. Кипкәс, малай уны рәхәтләнеп кейеп йөрөнө, ауыртына-ауыртына, яралана-яралана яланаяҡ йөрөгән ише түгел инде. Йылы ла.
Апай, тиренең эс яғындағы һуйып бөтөлмәй ҡалған майҙы ҡырып алып, бер һауытҡа иретеп һалды. Ҡатанан ҡалған киҫәктәренең йөнөн өтөп, бәрәңге турап, аш бешерҙе. Бик тәмле кеүек күренде ул малайға. Күпме ваҡыттан бирле тәүге тапҡыр шундай һый тейгән бала алҡынғансы йыфырҙы ғына, хатта эсе шурҡылдай башланы.
– Бер юлы артығын ашама, сирләрһең, – тип ҡатын көршәкте алып ҡуйырға мәжбүр булды.
Тиренең ҡалғанын мейес артына кеше күҙенә салынмаҫлыҡ итеп киптерергә элде. Был уларға бер нексегә үҙәк ялғап йөрөргә етеп ҡуйҙы.
ҮКЕНЕС
...1943 йылдың көҙөндә, Донбассҡа совет ғәскәрҙәре яҡынлаша башлағанда, ҡаласыҡҡа ниндәйҙер бик ҙур түрә килергә йыйыныуы мәғлүм була.
– Ихтимал, Украинаның рейхскомиссары Эрих Кох тигән яуызды көткәндәрҙер, – тип фараз итә хәҙер Юра ағай. – Гитлер бер ниндәй шартта ла Донбасстан сигенмәҫкә тигән бойороҡ биргән булған бит. Бала ғына булһам да, ул бәндәнең ҡот осҡос мәрхәмәтһеҙлеген, ҡанһыҙлығын ишеткәнем бар ине. Һуғыштан һуңғы гәзиттәрҙә, 4 миллиондан артыҡ совет гражданын үлтергән, тағы 2,5 миллион кешенең башына етеүҙә ҡатнашҡан, тип яҙылып сыҡҡайны.
Түрә килеүенә ҡаласыҡ үҙәгендәге майҙанда сәхнә һымаҡ бер нәмә төҙөйҙәр, Гитлерҙың ҙур портретын тирәсләп лампочка менән биҙәп, иллюминация ҡоралар. Малай уларҙың өтәләнеп әҙерләнеүҙәрен күреп, башына бер уй төшә.
Юра ағай кисә генә булған кеүек, хәтерләй ул көндө:
– Фашистарҙың ҡалалағы ҡанһыҙлығы, олатайым менән танышын һәләк итеүҙәре, етем ҡалып, ҡот осҡос шарттарҙа йәшәүем, мәктәпкә барыуҙан да мәхрүм булыуым, ғөмүмән, һанап та бөтмәҫлек барлыҡ вәхшәт өсөн үс алғым килде. Күрһәтәм мин һеҙгә байрамды, тип эстән генә ярһыйым. Шул тирәне ҡыҙырам, ҡайҙа нимә ҡуйылғанын хәтергә бикләй барам: һиҙҙермәй генә лампочкаларҙы бороп алырға булдым. Ҡылы янған бер нисә лампочка әҙерләнем. Ә урланғандарын икмәккә алыштырырмын тип уйлаған булдым. Немецтар – теүәллек яратҡан халыҡ, лампочкаларҙы ҡуйып сыҡҡас, бер нисә тапҡыр тикшереп ҡаранылар әле.
Тантана башланырҙан саҡ ҡына алда, дошман һалдаттарының, һиҙгерлекте юғалтып, башҡа мәшәҡәттәр менән мәш килеп ҡайнашыуынан файҙаланып, малай лампочкаларҙы теге бөрмәле балаҡлы ыштан кеҫәһенә олаҡтыра, ә урындарына эштән сыҡҡандарын бороп ҡуя.
Бына эскорт күренә, иллюминацияны ҡабыҙырға бойороҡ бирелә. Тик унда-һанда бер нисә генә лампочка ҡабына. Немецтар шаҡ ҡата, “партизанен” тип ҡысҡыра-ҡысҡыра яҡын-тирәне тентей башлай, байрам урынына мәхшәр ҡуба. Ә Юра майҙандан табан ялтыратҡан була инде.
Ошо хәлдән һуң ҡаласыҡта фашистар, ҡотороп, байрам урынына хурлыҡлы мәсхәрәгә ҡалдырған партизандарҙы эҙләй, облавалар үткәрә, шикле тойолған һәр берәүҙе лагерға тыға башлай. Урман юлдарына һаҡ ҡуйып сығалар.
Бәхетһеҙлегенә ҡаршы, өләсәһе менән генә йәшәгән ун йәштәрҙәге бер етем ҡыҙ баланы урмандан сытыр-сатыр йөкмәп ҡайтып килгәндә тотоп алалар. Партизандар менән элемтә тотоусы шулдыр тигән ҡарарға килеп, уны бик ҡаты туҡмайҙар, меҫкен баланан үҙе белмәгән мәғлүмәттәрҙе алырға тырышалар. Юра иһә боҫа, һис берәүгә сер сисмәй, лампочкаларға ҡайҙа икмәк алыу – бөтәһе лә теге һаҫыҡ бәҙрәф соҡорона оса.
Көткән яуапты ала алмағас, ҡыҙыҡайҙы үҙәк майҙанда, әлеге сәхнәгә ҡорған дарға аҫалар. Быныһын Юра, ул көндә таңдан йылға буйынан ҡайтып инмәй ҡыҫала тотоп маташып, ишетмәгән була. Табышының эре генә бер нисәһен Дуня апаһына тип һалып алып, ҡаласыҡ үҙәгенән үтеп барғанда үҙе лампочка урлап үс алған сәхнә өҫтөндәге дарҙа ҡапыл бер кескәй кәүҙә бәүелгәнен күрә. Теге етем ҡыҙ! Күрше урамда йәшәй ине, яңыраҡ ҡына аҡһай-туҡһай атлаған өләсәһен етәкләп, баҙарҙан ҡайтып килгәнен күргәйне. Өҫтөндә йыртылып бөткән шул күлдәге ине. Ҡулға алғандарын ишеткәйне, бына хәҙер аҫып ҡуйғандар! Уның ҡылғаны арҡаһында!
Артабан ғүмере буйына йөрәк төбөндә йөрөтөр үкенес, ғәйеп тойғоһо, уның бөтә тәне буйлап табанына тиклем көйҙөрөп үтеп, мейеһе ҡайнай башлай. Ҡото осоп бер аҙ ҡарап торғас, йән-фарман Дуня апаһы янына йүгерә. Илағыһы килһә лә илай алмай, ҡысҡырып-аҡырып ятып ерҙе туҡмайһы ине лә, күрәсәктәр, шикләнәсәктәр. Был юлы инде уның күҙе аларған фашистан түгел, кеше үлеменә сәбәпсе булған үҙ-үҙенән ҡасырға тырышып йүгереүе булғандыр.
Дуня апайҙың бүлмәһенә атылып барып ингәс кенә малай иҫен юғалтып йығыла. Аңына килгәндә түшәктә ята, ни булғанын иҫенә төшөрә алмай әле бер талай. Шунан ҡапыл дар күренеше, шунда бәүелгән, йөҙө танымаҫлыҡ булып онталған ҡыҙ һыны мейеһен ялағай уты кеүек телеп үтә, яңынан һаташып йығыла. Күпме ятҡандыр, оҙаҡ ауырый, тик тоғролоҡло ҡатын ғына үҙ ауыҙынан өҙөп, уны дауалай, аяҡҡа баҫтырыуға бар көсөн һала. Малай тәүге тапҡыр урынынан тороп йыуыныу бүлмәһенә ингәс, йәнә бер тапҡыр тетрәнеү кисерә – көҙгөнән уға сап-сал етек сәсле, күҙҙәре батҡан, яңаҡтары үңкәшкән ят малай ҡарай. Шунда ул тәүге тапҡыр ҡысҡырып илап ебәрә...
Ул ауырып ятҡан арала совет һалдаттары ҡалаға яҡынайған була, азат ителер көндәргә күп ҡалмай.
Күтәргеһеҙ ауыр был серен ул ғүмере буйы бер кемгә лә һөйләмәй, таштай йөк итеп күңелендә йөрөтә. Әле бына атаһы исемле егет юлында осрағас, инде оло ғына йәштәге ир тәүге тапҡыр алдын-артын уйламай, эсен бушата. Әйтерһең, ошо исем, исем үҙе генә, уның атаһына әүерелгән дә уны, бәләкәй генә улын, ҡосағына ҡыҫып һөйә, балалыҡ ғәйебен ярлыҡап йыуата.
Ике йылға яҡын ғазаплы фашист ҡоллоғо осоронда әллә күпме яфалар кисерергә тура килә малайға: ҡаласыҡҡа совет һалдаттары инеп, инде ҡотолдоҡ тип уйлағанда, улар яңынан сигенә, әйләнеп ҡайтҡан фашистар халыҡҡа оторо ҡаныға, себендәй ҡыра. Юра шул саҡтан уҡ ғүмер буйы әллә күпме яҡлауһыҙ, ярҙамһыҙ ҡалған кешеләргә ҡулынан килгәнсә булыша, игелек ҡылырға тырыша, тик һаман выждан ғазабынан өҙгәләнә. Яу уртаһында ҡалғанда, атыш-шартлауҙарҙан, бомбаларҙан ҡасып, баҙҙарҙа ятыуҙар, аслыҡ-яланғаслыҡ, һанһыҙ күп үлемдәр шаһиты булыу түгел, һуғыш уның өсөн үҙенең аңһыҙ ғәйебе арҡаһында ҡала уртаһында дарға аҫылған 10 йәшлек етем ҡыҙ һынында ғүмере буйы оҙатып бара.
Совет ғәскәрҙәре Донбассты тулыһынса азат итеүгә өлгәшкәс, үкһеҙ етем сабыйҙарҙы балалар йорттарына йыя башлайҙар. Юра ла шулар араһына эләгә. Дуня апаһы уны оҙатып ебәрә, тик башҡаса осраша алмайҙар. Балалар йортонда уҡып сыҡҡас, уны күрергә ҡаласыҡҡа килә, тик инде вафат булып ҡалғанын ғына ишетә.
Ҡаласыҡта теге саҡта һәләк ителгән ҡыҙ иҫтәлегенә партизандар менән бәйләнеш булдырған ҡаһарман итеп тасуирлап ҡуйылған обелискыны ла күрә. Дөрөҫлөккә тап килмәһә лә, ул күпмелер еңеллек кисерә – бәхетһеҙ баланың һис юғы исеме юғалмаған, иҫкә алалар, тирә-яғы сәскәләргә күмелгән. Әйҙә, шулай булһын. Ғәмәлдә был обелиск һуғыштың кескәй ҡорбандарына һәйкәл бит. Ә улар ысынлап та һәйкәлгә лайыҡ. Олатаһы тотолғас, Дуня апай уны иҫкәртеп, йәшереп өлгөрмәгән булһа, Йортомбайҙы ла шундай яҙмыш көтөр ине, моғайын. Һуғыш башланыр алдынан ғына килеп төшкән малайҙың барлығын да белгән кеше әҙ ине бит.
Ихтимал, ҡарт ысынлап та подпольщиктар менән бәйле булғандыр, тик ейәне, балалығы менән ҡайҙалыр ысҡындырып ҡуйыр тип, сер итеп тотҡандыр. Өләсәһе тиктәҫтән генә бары эшкә ялланырға барған иренә «һаҡ бул» тип әйтмәгәндер бит. Олатаһына баҙарҙа икмәк әҙерләп торған кешене бергә атыуҙары ла шулай уйларға урын ҡалдыра. Фашистар ҡалаға инер алдынан эшелонға һорарға тип китеп, алманылар, тип ҡайтыуы ла подпольела берәй бурыс һалып ҡалдырыу менән бәйле булмағанмы икән...
Аҙаҡтан ҡаласыҡ янында партизандар булған тигән һүҙҙәр ҙә ишетелгән. Быныһына ағай үҙе лә шикләнмәй:
– Моғайын, фашистарға ҡаршы эш алып барыусылар беҙҙә лә булғандыр, булмауы мөмкин түгел. Мин уларҙы белмәнем, бары олатайыма әсирҙәрҙең кейемдәрен аҙыҡ-түлеккә алмаштырышырға ярҙам иттем. Белгән булһам, һис шикһеҙ, ҡаршылыҡ хәрәкәтендәгеләргә лә ҡулымдан килгәнсә булышыр инем. Ә былай, балаларса ғына, булдыра алған тиклем генә өлөш индерергә тырыштым.
Сигенгәндә фашистар ҡаланы мөмкин тиклем емереп, ҡыйратып ҡалдырыуға бар көсөн һала, юлдарға мина ҡуйып сығалар. Беҙҙекеләр киткәндәге кеүек үк, һауаны төтөн баҫа, ҡулға алыуҙар көсәйә, әсирҙәрҙе атып, шахтаға ырғытып бөтәләр.
– Беҙҙә күберәк кешеләре тереләй яндырылған Хатынь тураһында ғына һөйләйҙәр, ә бит ундай тамуҡтар башҡа урындарҙа ла ойошторолған. Сталино ҡалаһында бер подвалға фән кешеләрен йыйып яндырғандар, – тип өҫтәне Юрий Николаевич.
– Шул тиклем йыртҡыслыҡтары башҡа һыймай, – Ҡылысбай вәхшәттең тере шаһиты хәтирәләрен тыңлауҙан ғына ла тетрәнеү кисерҙе.
– Улар өсөн беҙ кеше түгел инек бит, “унтерменшен”, йәғни кеше булып етмәгән, етлекмәгәндәр. Улар өсөн кеше үлтерҙе ни, себен үлтерҙе ни – айырмаһы юҡ ине.
Фашистар ҡаласыҡтан киткәс, атыштар бер аҙ тынып тора. Иртәнге яҡта ҡаланың икенсе осона совет һалдаттары килеп инә. Юра был ваҡытта баҙҙа йәшенеп ултырған була. Кемдер:
– Беҙҙекеләр! – тип ҡысҡырып сығып йүгергәс, бер-береһен тапай яҙып, бөтәһе лә ишеккә ырғыла.
Малай ҙа, урамға атылып сығып, ҡыҙыл йондоҙло фуражкалар күҙенә салыныу менән уларҙың ҡаршыһына йүгерә. Арығандары тойолһа ла, шат йылмайып килгән һалдаттар араһында ҡәҙерле кешеһен күрә, “ата-а-ай”, тип ҡысҡырып, уға табан йомола. Моғайын, ул ҡаласыҡты тиҙерәк азат итеп, улын күрергә тип, бөтәһенән алда килеп ингәндер. Ана бит, күреп, ҡул да болғай. Тик шул саҡ һалдаттарҙың береһе күкрәген тотоп ауып китә, уны-быны аңлап өлгөргәнсе йыш-йыш тыҡылдаған автомат тауышы яңғыраған ыңғайы иптәштәре бер-бер артлы ергә йығылып бөтә. Малай атаһы янына ташланырға торғанда ғына кемдер елкәһенән эләктереп алып, тиҙ генә эргәләге йорт мөйөшө артына тартып индерә.
Бер йорттоң сарлағында немец снайперы боҫоп ҡалған булған, баҡһаң.
– Мине ҡыуаҡтар араһына һөйрәп индергән кешенең ҡулынан ысҡынырға тырышып, тыбырсынам, ә ул ауыҙымды ҙур усы менән ҡапланы ла, “шаулама, хәҙер үҙеңде лә атырҙар”, тип саҡ тыя алды. Автомат тыҡылдаған һайын үҙемә төбәлгәндәй, йөрәгем ярылып бара, тиҙерәк атайымды, уның иҫән ҡалғанын күргем килә. Атыш тынғас, боҫҡан ерҙән сыҡтым да һалдаттарға ҡаршы йүгергәндәрҙең дә ҡырып һалынғанын күрҙем.
Юра ағай, башын эйеп, бер аҙ өндәшә алмай ултырҙы.
– Шәһит һалдаттарҙың йөҙҙәре фотолағы кеүек һаман хәтеремдә. Снайперҙы юҡ иткәндәрен ишетеү менән юлда ятҡан мәйеттәргә абына-һөрөнә теге һалдаттар янына йүгереп барҙым, атайым кеүек күренгәнен эҙләп таптым. Яраланған ғына булһа ярар ине, мин уны барыбер һауыҡтырам, тип уйлаған булам. Атайыма ныҡ оҡшаған, тик ят кеше икәнен күргәс кенә, эсемә йылы йүгерҙе – минеке терелер тигән өмөт уянды. Йылдар буйы шул өмөт күңелемде йылытып торҙо. Мәгәр атай-әсәйемдең эҙҙәре табылманы. Улар һуғышта һәләк булғандыр тип уйлайым, икеһенең береһе барыбер эҙләп килеп сығыр ине.
Юра ағай тағы шымып ҡалды, Ҡылысбай ҙа, уның кисерештәрен аңлап, һүҙ ҡатмай ғына, ишеткәндәре тәьҫиренән сыға алмай ултырҙы. Ни тиклем фажиғәләр кисерергә тура килгән кескәй генә малайға! Нисек тере ҡалған да нисек тормошта юғалмай, айыҡ аҡыл һаҡлап ҡала алған!
– Бына шулай, туғанҡай, – тип йәнә телгә килде ағай. – Фашист ҡалабыҙ азат ителгән көндә лә еңеүсе булып килеп ингән һалдаттарыбыҙҙы һәләк итте. Йылан үҙе үлһә лә, ҡаяуы үлмәй шул. Ағыуы йылдар буйы үҙен һиҙҙерә тора, утлы һуғыш туҡтаһа ла, һалҡын һуғыш туҡтағаны юҡ. Көл аҫтында көйрәп кенә ятып, бер заман гөлтләп яңынан ҡабынып китеүе лә мөмкин. Йәшерен яуҙы юҡҡа һанамаҫҡа кәрәк, йәш быуын шуны онотмаһын ине.
ЭПИЛОГ
Курсовка көндәре күҙгә һалған тамсылай ғына булып тамамланып та ҡуйҙы. Йортомбай менән ҡосаҡлашып, яҡын туғандарҙай хушлаштылар, ул иртә менән юлға сыҡты. Ағай, ғүмер буйына иңендә йөрөткән таштан да ауыр йөгөнән бушанып, хатта йәшәреп киткәндәй тойолдо егеткә.
Кистән һуңғы тапҡыр хәтирәләргә сумып һөйләшеп ултырғанда ул көтмәгәндә, һүҙҙәрен аңлап бөтмәһә лә, ятлап алған“Шахта” йырын ярайһы төҙөк итеп көйләне лә ебәрҙе. Тауышы ла моңло икән. Йөрәктән сыҡҡан башҡорт моңо!
Китә йәнейем, китә йәнейем,
Китә йәнейем Донбассҡа,
Ул китә инде Донбассҡа,
Һүҙ бирҙек ташлашмаҫҡа.
Алыҫ яҡтан был яҡтарға
Кемдәр күпер һалғандар (шул).
Беҙ айырылдыҡ та һарғайҙыҡ,
Һарғаймаһын ҡалғандар.
Икеһенең дә күҙҙәрендә йәш ине.
Ҡылысбай был сәфәренән, ҡуйын дәфтәрен ваҡ ҡына хәрефтәр менән лыҡа тултырып, ҡайтырға әҙерләнә башланы. Ҡайтҡас яҙырға әллә күпме тема тупланы. Фотоплёнка һауыттары ла йыйылып китте.
Михаил Лермонтов йөрөгән һуҡмаҡтарҙан йөрөп сығыу үҙе генә ни тора; Кисловодскиҙың күҙ яуын алған, хуш еҫтәре менән тау үңерен ожмахҡа әйләндергән “Раузалар үҙәне”; тәү тапҡыр тәмләп ҡараған һары сейә, каштан-платандарҙың, урам тулы сәскәләрҙең хозур күренеше; әллә күпме тарихи ҡомартҡылар, архитектура әҫәрҙәре ...
Әммә Ҡылысбай тигән берәүҙең бала ғына көйө сәстәре салланған улы менән осрашыу хәтирәһе, айырым бер йәдкәр булып, ил яҙмышы, ир яҙмышы тураһында уйландырыр, Бөйөк Еңеүҙең ниндәй ҡорбандар, фажиғәләр аша яуланыуын, уның ҡәҙерен белергә кәрәклеген иҫенә төшөрөп торор.
Ниндәй шәп исем ҡушҡан икән бит уға атаһы менән әсәһе!