Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
30 Декабрь 2025, 14:35

Ауылдан сыҡҡан миллионер Повесть (1) Сауле Досжан

Йомартҡа биш йәш булғанда, атаһы көтөүҙә һалҡын алдырып, туберкулез менән ауырый башланы. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй: бер йылдан һуң ул ошо сирҙән яҡты донъянан китте. Ирен юғалтҡан әсәһе колхоздың малын дәүләткә тапшырҙы ла кешеләр араһында йәшәү өсөн ҡышлауҙан ауылға күсте. Ғүмер буйы йәйге һәм көҙгө көтөүлектәрҙә йәшәгән ата-әсәһе ауылда йорт һатып алыу тураһында уйламаған да. Хәҙер, ауыр хәлгә ҡалып, ауылға ҡайтҡас, туғандары тол ҡатын менән етем малайға хатта ихатаһындағы иң насар өйҙәрен дә бирергә теләмәне.

Ауылдан сыҡҡан миллионер  Повесть (1)  Сауле ДосжанАуылдан сыҡҡан миллионер  Повесть (1)  Сауле Досжан
Ауылдан сыҡҡан миллионер Повесть (1) Сауле Досжан

ӘСӘҺЕН ЯҠЛАУСЫ

Ул тыуғас та, атаһы: “Мин уға Йомарт тип исем ҡушам”, – тине.
– Эй, атаһы, йомарт булыр өсөн, иң тәүҙә байырға кәрәк. ”Ә колхоз һарыҡтарын үрсеткән атаһынан ниндәй байлыҡ ҡалһын, бирергә бер нәмәһе лә булмайынса нисек ул йомарт булһын? – тип ҡаршы килде уға ҡатыны. – Байбул тип исем ҡушайыҡ, бай булһын.
Әммә атаһы әйткән һүҙендә ныҡ торҙо: ул ауыл советына барып, «Йомарт» тип яҙылған таныҡлыҡты алып ҡайтты.
– Ул йомарт буласаҡ! Быйылдан һарыҡтарым икешәрҙе бәрәсләйәсәк, мин иң яҡшы көтөүсе буласаҡмын, улым өсөн мал үрсетәсәкмен. Ул үҫкәс, мин ҡалдырған малдарҙы үҙе ҡараясаҡ, уларҙы үрсетәсәк һәм байып китер. Ул бай ғына түгел, ә йомарт бай буласаҡ. Туғандары өсөн уның өҫтәле һәр ваҡыт мул, мохтаждарға мәрхәмәтле, ауырыуҙарға ҡарата игелекле булыр. Ул асыҡ күңелле, йомарт, бай буласаҡ, – тине ул хыялға бирелеп. Ошонан һуң ул үҙенә көс өҫтәлгәнен тойоп, тағы ла тырышып эшләй башланы. Ҡайыштан ҡамсы, йүгән үреп, арҡан ишеп, үҙен үҙе дәртләндереп, уйҙарында киләсәккә сәйәхәт итте.
Их, бөтә хыялдар ҙа тормошҡа ашһа икән…
Йомартҡа биш йәш булғанда, атаһы көтөүҙә һалҡын алдырып, туберкулез менән ауырый башланы. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй: бер йылдан һуң ул ошо сирҙән яҡты донъянан китте. Ирен юғалтҡан әсәһе колхоздың малын дәүләткә тапшырҙы ла кешеләр араһында йәшәү өсөн ҡышлауҙан ауылға күсте. Ғүмер буйы йәйге һәм көҙгө көтөүлектәрҙә йәшәгән ата-әсәһе ауылда йорт һатып алыу тураһында уйламаған да. Хәҙер, ауыр хәлгә ҡалып, ауылға ҡайтҡас, туғандары тол ҡатын менән етем малайға хатта ихатаһындағы иң насар өйҙәрен дә бирергә теләмәне. Ҡайғыға батҡан әсә менән ул һарай ҡарауылсыһы өсөн төҙөлгән землянкаға һыйынырға мәжбүр булды. Ул ферма хужаһынан колхоздың арыҡ быҙауҙарын һәм һарыҡтарын ҡарарға һораны. Ферма янында ҡәберлектәр улар ҡараңғыла айырыуса ҡот осҡос булып күренә. Төндә әсәһе яурынына атаһының иҫке көпөһөн һалып, шарпылдап торған ҙур ирҙәр итектәрен кейеп аҙбарҙы ҡарап сыға, һауыттарға аҙыҡ һәм ҡара тоҙ һала, һыуҙы ауыр биҙрәләр менән ташый. Тик Таймаҫ исемле эт кенә, атаһы уны көсөк сағында уҡ алып килгән, был ҡайғыларға тоғро, йортто көнө-төнө һаҡлай һәм үҙ эшен бик яҡшы башҡара.
Улар өсөн иң ауыры – төн була. Әсәһе аҙбарҙар араһында йөрөй. Тайбас унан бер аҙым да ҡалмай, бер туҡтауһыҙ өрә, уны һәр ерҙә оҙатып йөрөй. Яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡып, улы: “Мин дә барайыммы?”– тип ялына. Уға әсәһе: “Ҡал, тағы ла ҡайҙалыр абынып йығылаһың!” – тип ҡәтғи әйтә. Әсәһе ҡайтҡас, улар майшәм эшләп, уны һарыҡ майы менән майлап, киске ашты ашайҙар. Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә бүлмә мөйөшөндәге тимер мейес тишегенән ялтырап торған яҡтылыҡ ҡына уларға өмөт бүләк итә. Улар атаһы ҡалдырған бүре тиреһенән тегелгән юрғанға төрөнөп, мейес янында йоҡларға ята. Көн буйына өй эштәренән арыған әсәһе шунда уҡ әүен баҙарына китә. Тайбас, һарайҙы урап үтеп, тупһаны һаҡлай. Ҡайһы берҙә һыйыр мөңрәй, һарыҡтар баҡыра. Айһыҙ төндә, ут яҡтылығы һүнгән саҡта, зыяратҡа ҡараған бәләкәй тәҙрәнән зәңгәр-йәшел нурҙар балҡып торғандай тойола. Ошондай мәлдәрҙә әсәһе: "Биссмилла, биссмила”, – тип улын ҡосаҡлап, бишек йырын йырлай һәм уны йоҡларға һала. Бала сағында Йомарт әсәһенең был зәңгәр-йәшел яҡтылыҡтан ныҡ ҡурҡыуын күрә ине, һуңынан мәктәптә уҡығанда, ул ҡараңғыла был һөйәктәрҙән люминофор нурланыш булыуын белде. Әлбиттә, ҡәберҙәрҙән сыҡҡан был серле нурҙарға ҡарау ҡурҡыныс ине.
Ҡайһы ваҡыт ул әсәһе менән ауылдың берҙән-бер аҙыҡ-түлек магазинына йөрөй. Ул шаҡтай ғына алыҫ булғанлыҡтан, бәләкәй Йомарт арый торғайны. Ҡайтышлай әсәһе уны йыш ҡына арҡаһына йөкмәп ала. Үҫеп килгән малайҙы күтәреп йөрөү еңел түгел ине, шуға күрә әсәһе ишәк һатып алды ла инде. Хәҙер улар икеһе лә арымай ғына ауылға бара. Ишәк бик еңмеш, ауыл яғына барырға теләмәй, саҡ ҡына һуғып алаһың, ә өйгә ҡайтыу яғына булһа саба ғына.
Йомарт: “Ауыл халҡы ни тиклем бәхетле, уларҙың йорттары бар, баҡсаларҙа татлы алма, абрикостар үҫә”, – тип йыш уйлай. “Урам тулы балалар рәхәтләнеп уйнай. Уларҙың әсәләре бер-береһе менән һәр ваҡыт аралаша, күршеләр менән тәмле сәй эсә, – тип көнләшә. – Ә йорт һатып алыу өсөн беҙҙең атайыбыҙ юҡ. Шуға күрә беҙ ошо һарайҙа йәшәйбеҙ. Мин дә ошо балалар

кеүек уҡырға барһам, шул тиклем алыҫҡа нисек йөрөрмөн? Әгәр ишәгем менән барһам, уны ҡайҙа ҡалдырырмын? Ауыл янында ҡалдырһам, мин ҡайтҡансы берәйһе урлап ҡуйһа?! Һуңыраҡ, үҫкәс, трактор йөрөтәсәкмен күп аҡса эшләйәсәкмен. Аҙаҡ әсәйемә ауылда йорт һатып алам. Ул абрикостар, алма ағастары ултыртасаҡ. Мин уңыш йыйып алғансы, әсәйем күрше әсәйҙәр менән сәй эсәсәк, магазиндан төрлө нәмә һатып аласаҡ”.
Йомарттың маҡсаты – ошо һарайҙарҙан ҡотолоу һәм ауылға күсеп китеү, әсәһе – ҡатын-ҡыҙҙар менән, ә ул балалар менән рәхәтләнеп аралашыу. Уның әсәһе был ҡырағай ерҙә яңғыҙлыҡтан арыған, ул үҙе лә йонсоған.
Тик уларҙың эте Таймас ҡына бер нәмә тураһында ла уйламай һәм уға бындай ғазаптар ят. Уға тик мал көтөүе генә булһын, көнө буйы уларҙы ҡыуып сығара һәм кире ҡыуып килтерә. Йомартҡа уның эргәһендә йөрөргә, икмәгенең яртыһын бирергә кәрәк. Тайбасҡа башҡа бер нимә лә кәрәкмәй, сөнки ул бит эт!
Бер ваҡыт әсәһе йорт эргәһендәге һарайға ҡыҙыл тана алып ҡайтты.
– Зойка минең! Зойка минең! – тип һөйләнде әсәһе, муйынынан һыйпап.
– Әсәй, ә ул хәҙер бәләкәй генә аҙбарҙа йәшәйәсәкме? – тип һораны Йомарт.
– Эйе, балам. Зойка тиҙҙән быҙаулай. Һөт эсәсәкһең һәм ыуыҙ ашарың, – тине ул. Уның ауыр тормоштан йонсоған кәйефе күтәрелә күҙҙәрендә шатлыҡ ялҡыны барлыҡҡа килә.
Ошо көндән әсәһе Зойкаға йомшаҡ үлән килтерә башланы һәм балта менән ваҡлай. Ул аҙбарҙағы тишектәрҙе бөтәштерҙе һәм йылыта. Йомарт шулай уҡ әсәһе көткән яңылыҡты түҙемһеҙлек менән көттө, “Быҙау ҡасан тыуа?” – тип һораны ул. Бер төндә ул әсәһенең өйгә бер инеп, бер сығыуына уянып китте.
– Йомартым, ниңә торҙоң? – тине әсәһе.
– Әсәй, һин ҡайҙа киттең?
– Зойка быҙаулаған. Хәҙер һинең бәләкәй генә ҡыҙыл быҙауың бар, мин уны алып килермен, – тине ул һәм тағы ла сыҡты.
Был яңылыҡты ишеткәс, Йомартты йоҡо алманы. Ул толопҡа төрөнөп әсәһен көттө. Бер мәл ҡулына быҙау тотоп килеп ингән әсәһе күренде. Ул уны мейестең икенсе яғына һалды ла һәм утты тоҡандыра башланы.
– Нимә эшләп тораһың, ят. Иртәгә быҙауың менән уйнарһың, – тине улына.
Йомарт үҙ урынына барып ятты ла иртәгә ҡыҙыл быҙау менән уйнарға хыялланып, ә Тайбастың уларҙың артынан эйәрәсәген уйлап йоҡлап та китте.
Иртәнсәк күҙҙәрен асҡанда:
– Быҙауым, торҙоңмо? – тип ҡыҙыл быҙауҙы һыйпап яратҡан әсәһен күрҙе.
– Әсәй, ә ул йөрөй аламы? – тип һораны Йомарт, башын күтәреп, күҙҙәрен саҡ асып.
– Эйе, минең бәләкәсем, быҙауҙар шунда уҡ аяҡҡа баҫа. Әҙәм балаһы бер йәш тулғанда ғына тәүге аҙымдарын яһай. Бына, һинең быҙауың аяҡта тора!
Ысынлап та ҡыҙыл быҙауҙың буйы мейес бейеклегендәй генә, дүрт аяғы ла ҡалтырай, ә ыҫмала кеүек ҡара күҙҙәре Йомартҡа ҡарай. Әсәһе уны ҡулына алып ишеккә ыңғайланы.
– Әсәһенә имеҙергә алып барам. Тор, улым! – тип һөйләнде ул.
Ул көндө улар бал кеүек татлы ризыҡ ашаны. Уны ыуыҙ тип йөрөтәләр икән. Әсәһе аш ваҡытында улына был һөт ризығы тураһында һөйләне:
– Ыуыҙ яңы ғына быҙаулаған һыйыр һөтөнән әҙерләнә. Был һөт түгел, уны сәйгә ҡушып булмай. Һөттән ҡуйыраҡ. Төҫө һары, тәме әсе. Әсә һөтө менән туҡланған быҙау тиҙ үҫә һәм нығына. Әсәһенең ыуыҙын имгән бала ла көслө булып үҫә, – тип улына ыуыҙ һондо. – Беренсе быҙау тыуғас, кешеләр ыуыҙ бешереп күршеләрен саҡыра. Атайың иҫән саҡта беҙ ҙә күршеләребеҙҙе яҙғы көтөүлектәрҙән саҡырып, теләктәр әйтә инек: Хәҙер беҙ икәү генә, бөгөн ыуыҙ эшләйем дә иртәгә туғандарыбыҙға алып барырһың..
Төшкә табан әсәһе ишәк эйәрләй башланы һәм уға бәләкәй генә ҡамсы һуҙҙы:
– Йоматай, һин егет булдың! Юлда ишәгең өрөкп ҡурҡмаһын, ҡамсы менән һаҡ ҡылан, был ыуыҙҙы өләсәйеңә алып бар, – тине ул, тоҡсайҙы эйәргә бәйләп. Унан бер аҙ оҙатып барҙы ла ауылға юлды күрһәтте.
Эйәреп барған Тайбасҡа күрһәтеп:
– Әсәй, Тайбас минең менән барһын! – тине Йомарт.
Ә әсәһе:
– Ярамай, улым! Ауылға етеп барғанда бөтә эттәр ҙә ярһып һеҙгә өрә башлар. Ә ишәк артынан эт йүгермәйәсәк. Эт – эткә дошман! Һәр кем үҙенең көсөн күрһәтергә теләй, – тине, йүгәнде Йомарт ҡулына тапшырып.
Ишәк алдынан китеп барған Тайбас, ҡатындың саҡырыуына ҡапыл боролоп, уның артынан өйгә ҡарай эйәрҙе.
Йомарт ғүмерендә беренсе тапҡыр алыҫ юлға бер үҙе сыҡты. Ул теҙгенде ҡулына алғандан һуң, ике ҡулы ла хәрәкәтһеҙ ҡалғандай тойолдо. Күҙҙәре ҙур юлға, ауыл яғына ҡарай йүнәлде. Улар соҡорҙар аша үткәндә ишәктең арҡаһы бөгөлдө. Бындай мәлдәрҙә Йомарт йығылмаҫ өсөн эйәренә ныҡ итеп тотонорға тырышты. Бер мәл уның күңелендә ҡурҡыныс уйҙар барлыҡҡа килде: "Әгәр ҡәберҙәр яғынан бүреләр өйөрө килеп сыҡһа? Теге ваҡыт әсәйем “күрше ауылда бер ишәкте бүре ашаған” тигәйне. Бүре ишәктең дошманымы икән? Кемдер артынан эйәргән кеүек тойола, ул артына боролоп ҡарарға теләй ҙә һуң, әммә ҡурҡа. Уның йөрәге дарҫлап тибә, ул ишәкте туҡмай. Хужа туҡмаған һайын, ишәк бөтә көсөнә сапты.
Шулай итеп, ул олатаһының өйөнә килеп етте. “Эй, Жибектең улына ҡарағыҙ, ул ҡурҡмай, ҡәбер яғынан бер үҙе килгән. Эй, минең батырым!” Өләсәһе уны ҡаршы алырға сыҡҡанда, Йомарт был йорттоң балалары алдында ғорурланып бөтә алманы. Үҙен шәп кеше ҡиәфәтендә күрһәтеп, ул ишәктән төштө лә, уны ҡоймаға бәйләп, әсәһе биргән тоҡто алды һәм өләсәһенә тапшырҙы. Әсәһенең беренсе йомошон үтәп, Йомарт ҡояш байыған мәлдә һарайға имен-аман ҡайтып инде. Уны беренсе булып Тайбас күрҙе. Эт алыҫтан ишәккә ултырған хужаһын танып, уға ҡаршы сапты.
– Тайбас! Тайбас! – тип ҡысҡырҙы Йомарт. "Ул ир-ат булып етте”. Олатайҙарының маҡтауынан күңеле булған Йомарт үҙ-үҙенән ҡәнәғәт һәм ғорур ине. Ул әсәһе янына ашыҡты.
Ниңә әсәйем күрмәй? Ул ишәкте аҙбар ҡоймаһына бәйләп ҡуйҙы ла өйөнә йүгерҙе. Туҡыма тоҡсайҙа өләсәһе биргән күстәнәстәр. Ул әсәһенән күстәнәс тапшырыуына, ауылдан үҙе лә туғандарынан күстәнәс менән ҡайтыуына сикһеҙ шат ине. Берҙән-бер бүлмәнең шығырлап торған ағас ишеген асып:
– Әсәй! – тип ҡысҡырҙы.
Шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Өйҙә ҡараңғы, бер йән әҫәре күренмәйсе. Ҡурҡып ҡарап торҙо ла ул тағы урамға сыҡты. Моғайын, ҡыҙыл тана янындалыр тип уйлап, бәләкәй генә һарайға йүгерҙе. Ҡабаланып йүгереп һөрлөгөп барып төшкәнен дә һиҙмәй ҡалды, ҡулындағы тоҡсайы әллә ҡайҙа барып төштө... Ул тағы ҡурҡып ҡысҡырып ебәрҙе:
– Әсәй?!
– Нимә, ҡолонсағым! – Аҙбарҙан сығып барған Йомартты күргәс, шатлығынан: – О, Хоҙай биргән, бергенәм! Ҡайттыңмы? – тине лә улына табан атланы.
Әсәһе улын ҡосаҡлап алды. Әсәһенең ҡабатланмаҫ еҫе уның танауына үтеп инеп, тәнен тынысландырҙы, йәнен иретеп ебәрҙе. Бәләкәй ҡулдары менән уны күкрәгенә ҡыҫып, ныҡ ҡосаҡлап, ебәрмәй торҙо. Ҡулын бер аҙға ғына ысҡындырһа ла уны юғалтыр кеүек тойолдо. Әсәһе уның көн һеңгән башын еҫкәп туя алманы.
– Йоматай, яҡшы яңылығым бар, әле генә ҡара быҙау ҙа тыуҙы, – тине әсәһе.
– Майка?! – тип ҡыуанды Йомарт.
– Әсәһе ҡыҙыл һәм ҡара тананы Зойка менән Майка тип атаған. Ике һыйыр ҙа колхоздыҡы булһа ла, әсәһе уларҙы үҙенеке кеүек ҡарай. Ә хәҙер, Майканың ҡара быҙауын таҙартып, уны өйгә индерергә йыйына. Йәйгеһен әсәһе ике һыйыр һауып ҡорот эшләй, май бешә. Уларҙы ауыл магазины һатыусыһы булған ҡәйенһеңлеһе менән һөйләшеп, майҙы һатып, аҡса йыя. Йомарт үҙенең ишәгендә йыш ҡына шунда барып ҡайта. Дарый әбейгә май, ҡорот алып бара. Ул биргән аҡсаны кеҫәһенә һалып, уны булавка менән ҡаҙап ҡуйып, әсәһенә алып ҡайтып бирә.
Бер көндө ул магазиндан шәп кәйефтә ҡайтты. Тик Тайбас ҡына күренмәйсе. Ишек алдында бригадирҙың ҡара айғыры бәйле тора. Бәләкәй генә һарай алдында бәләкәй буйлы бригадир әсәһенә ҡысҡыра, ҡулындағы ҡамсыһы менән һелтәнә. Әсәһе башын түбән эйеп илай.
– Ни өсөн һин колхоз малын үҙ файҙаңа файҙаланаһың? Һеҙ ҡорот, май һатып аҡса эшләйһегеҙ! Мин һине сауҙагәр, спекулянт булараҡ ҡулға аласаҡмын! Төрмәлә серетәм! Балаң менән бергә ебәрәм. – Ул бәләкәс кенә күҙҙәренән осҡон сәсрәтеп, әсәһенә ташланды.
Малай ҡурҡыуынан тиҙ генә ишәктән төштө лә уларға табан йүгерҙе: "Әсәйемде туҡмама!”– тип ҡысҡыра-ҡысҡыра бригадирҙың салбарына йәбеште, ҡулынан ҡамсыны тотоп алырға маташты.
– О, бүре балаһы! Һин нимә?! – Бригадир әсәһенә һуҡҡан ҡамсыһы менән Йомарттың арҡаһына һыҙырып-һыҙырып ебәрҙе.
Улының ҡысҡырған тауышынан аңына килгән әсәһе ҡапыл ирҙең яғаһынан тотоп алып ергә алып бәрҙе. Шул мәлдә ишек алдында ауыл советы машинаһы килеп туҡтаны ла унан ике ир сыҡты. Уларҙың көрмәкләшеүен күреп, яндарына йүгереп килде лә:
– Эй, эй, туҡтағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. Яҡыныраҡ килгәс, ул ҡатындың ирҙе тотоп алыуын күрҙе.
–Жибекжан, һин нимә? – тип ҡысҡырҙы ул.
– Мин һиңә етем кешене нисек һанға һуғырға күрһәтермен! Һин минең баламды туҡмағанда ҡарап торор тип уйлағайныңмы? – тип ҡысҡырҙы әсәһе һәм уны нығыраҡ ҡыҫты. Уның аҡ яулығы башынан шыуып төштө. Икенән үрелгән сәсе, таралып төшөп, бригадирҙың йөҙөнә һуҡты.
Ауыл советы рәйесе, ир менән ҡатын араһындағы һуғышты айырып:
– Һеҙгә нимә булды, бала алдында оялмайһығыҙмы? – тине.
– Был таҙ етем малайҙы туҡманы, уның арҡаһында сыбыртҡы эҙҙәре бар! – Әсәһе уларҙың иғтибарын Йомартҡа йәлеп итергә тырышып, хатта бригадирҙың “һин май һатаһың, төрмәлә серетәм” тигән янауҙарын да онотто.
Машинанан сыҡҡан икенсе кеше – Муҡан, Йомарттың атаһының алыҫ туғаны ине. Ул килененең һүҙҙәрен ишеткәс:
– Эй, әҙәм аҡтығы! Ағайымдың берҙән-бер вариҫын туҡмау өсөн һин кем әле?! Үҙең коммунист бит әле! Хәҙер мин партия йыйылышын үткәрәм, етемгә ҡул күтәргәнһең, тол ҡатынды иларға мәжбүр иткәнһең, – тип ул бригадирға ташланды. Ауыл советы рәйесе уны саҡ тотоп ҡалды.
“Бындай бәләгә ҡайҙан юлыҡтым?” Ҡото осҡан бригадир, бер ни әйтә алмайынса, атына ултырып сапты. Йомарт әсәһенең бригадирҙың яғаһынан эләктереп алыуын күргәс, уға ҡамсы менән һуҡҡанын да онотоп, шулай уҡ туғанының уларға ярҙам итеүенә шатланып бөтә алманы.
Әсәһе ерҙә ятҡан яулыҡты табып башына ябынды ла:
– Ағай, ғәфү итегеҙ, – тип илап ебәрҙе. Һуңынан тубыҡланып, ҡайнағаһы менән иҫәнләште.
– Рәхмәт, аҡыллым! Был нимә булды? – тип һораны ир, килененә ҡарап.
Әсәһе улының күлдәген күтәреп, ҡамсы эҙен иргә күрһәтте. Малайҙың арҡаһы ҡып-ҡыҙыл, шешкән ине.
– Мин барыһын да парткомға һөйләйәсәкмен. Ялыу итегеҙ. Ҡыҙыл билетты кире ҡайтарһын! – Туғаны бик ныҡ асыуланды.
– Яҡшы тормоштан мин зыярат янында малдар менән йәнәш йәшәйем тип уйлайһығыҙмы? Ирем һарыҡ көтөүе тип йөрөп үлде. Беҙгә йәшәргә урын юҡ, баш өҫтөндә ҡыйыҡ юҡ, мин улым менән тереклек итәм ошонда. – Әсәһе илай ине.
Килененең бөтә һөйләгәндәренән һуң, туғаны бик ныҡ асыуланды:
– Эй, ауыл советы! Һин был ерҙең хужаһы түгелһеңме ни?! Ни өсөн һеҙ колхоз тип үлгән көтөүсенең ғаиләһен ошонда тормошта йәшәргә мәжбүр итәһегеҙ? Иртәгә район комитетына барам!
Үҫкәс Йомарт әсәһенә бер кем дә һуғырға баҙнат итмәҫлек көслө булырға тейешлеген аңланы. Һәр хәлдә, үҫкәс, ул бригадирҙан әсәһе өсөн үс аласаҡ.
Был шау-шыу бригадирҙың унан әсәһе­нән ғәфү үтенеүе менән тамамланды... Ауыл советы, партия комитеты һәм колхоз рәйесе йыйылыш үткәреп, уларға ауыл ситендә кирбестән төҙөлгән йорттан ике бүлмәле фатир бирергә тигән ҡарар сығарҙы. Ул әсәһе менән йортто тыштан буяп аҡлағас, ҡупшы ғына өйгә әйләнде. Мал-тыуар өсөн ҡамыштан һарай ҙа эшләп ҡуйҙылар.
Йомарт был йортҡа күсеүҙәренә ҡыуанып бөтә алманы, сөнки хәҙер уға мәктәп яҡын буласаҡ, тиҙ генә барасаҡ та етәсәк. Улар үҙҙәре менән Тайбас менән ишәкте лә алды. Әсәһе май һатып алған аҡсаға орғасы быҙау ҙа алды.
– Ул үҫкәс, быҙауы булыр. Шул саҡта һин рәхәтләнеп ыуыҙ ашарһың, һөт эсерһең, – тине әсәһе. Ул тағы ла биш-алты бәрәс һатып алды.
Йәйгеһен Йомарт әсәһе менән ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләне.
– Бына, хәҙер беҙҙең дә, бөтә кешенеке кеүек, үҙ йортобоҙ бар! Һин егет булдың, миңә ярҙам итәһең! – Әсәһе маҡтаған һайын, малай үҙен бәхеттең етенсе ҡатында тойҙо, кәйефе күтәрелде.

Дауамы бар. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас