- КИТАП УҠЫ – КЕШЕ БУЛ
Әсәһенең мәктәпкә йыйыштырыусы булып эшкә урынлашыуы ҡайһылай яҡшы булды әле! Бергә баралар. Мәктәптә уны көн һайын күрә. Дәрестәр тамамланғас, бергәләп өйгә ҡайталар, ашайҙар. Төшкө аштан һуң әсәһе тағы ла мәктәпкә китә. Ҡайһы берҙә кистәрен Йомарт та әсәһенә ярҙам итешергә бара. Һыу ташый. Парталарҙы дымлы сепрәк менән һөртә.
Көндәр һыуыта башлағас, малдар ҡураға инде, уларҙы ҡарарға кәрәк. Йомарт һарай ҡыйығынан бесәнде төшөрөп, уны балта менән ҡырҡып һарыҡтарға һала. Ҡояш күтәрелгәс, уларға ялғашҡа һыу тултыра. Күптән түгел ерән һыйыр быҙауланы, уға ла йомшаҡ бесән кәрәк. Ул атаһының ҙур бирсәткәһен кейә лә утын әҙерләй. Әсәһе эштән ҡайтҡас, һыйырҙы һауып, быҙауҙы ебәрә. Өйҙәге мәшәҡәттәр бөткәс, Йомарт дәрестәрен әҙерләргә ултыра, ә әсәһе ашарға бешерә. Көндәр шулай үтә торҙо.
Күк йөҙө ҡурғаш болоттар менән ҡапланып, өс көн буйы ямғыр ҡойҙо. Мәктәпкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла улар лысма һыу булдылар. Ҡыйыҡтан да һыу үтеп торғас, һыйыныр урын таба алмаған әсәһе улын үҙенә ҡыҫып, мейес янында йоҡлап китте.
– Ямғырҙан һуң йәй көнө килтергән он еүешләнгән. – Ул әсәһенең кем менәндер һөйләшеүенә уянып китте. Баҡтиһәң, әсәһенең атаһы ҡыҙының шундай көслө ямғыр аҫтында нисек йәшәүен белергә килгән икән. Нисек кенә ауыр булмаһын, әсәһе атаһынан ярҙам һорамай. Һуңыраҡ ул кешеләрҙән әсәһенең әсәһе үгәй булыуын белде. Шуға, күрәһең, әсәһе атаһынан ярҙам һорарға батырсылыҡ итмәгән, ата-әсәһенең өйөнә лә һирәк бара ине. Икенсе көндө олатаһы иртә тол ҡалған ҡыҙына ярҙам итеү өсөн тиҫтәләгән төргәк баш ябыулыҡ алып килде. Хәҙер улар әсәһе менән һауа торошоноң тулыһынса асылыуын көтә башланы. Кесаҙна иртән көн салт аяҙ ине. Әсәһе олатаһы алып килгән ҡара ҡағыҙ менән ҡыйыҡты ҡапларға ике өлкән кешене алып килде. Оҫталар ҡыйыҡҡа ҡара ҡағыҙ түшәп, өҫтөнән ағас, тимер менән көпләп ҡуйғас:
– Хәҙер беҙҙең ҡыйыҡ һыу үткәрмәй, Йоматай, – тип ҡыуанды әсәһе. – Хатта йорттоң ҡыйығын ҡалын ҡар ҡаплаһа ла, һыу эскә инмәй. Яҙғы көслө ямғырҙар ваҡытында ла ҡара ҡағыҙ ышаныслы һаҡлаясаҡ.
Йомарт өйҙәре янында аҡ ҡыйыҡлы матур йорттарға ҡарап: ”Мин үҫкәс, шундай йорт төҙөйәсәкмен. Әсәйем ямғырлы көндәрҙә борсолоп ултырмаясаҡ”, – тип хыялланды.
Дүртенсе сиректә Ырысалды апай:
– Балалар, һеҙ хәрефтәрҙе таный, яҙа беләһегеҙ, ҡайһы берҙәрегеҙ китаптарҙы ла уҡый белә, – тип дәртләндереп әйтте. – Хәҙер һеҙ мәктәп китапханаһынан китап ала алаһығыҙ. Күп уҡыған бала белемле, ғилемле булып үҫә. Тел байлығы арта. Фекере үҫешә. Шуға күрә китапты бәләкәйҙән һаҡлағыҙ һәм яратығыҙ! Иртәгеһе көндән китапхананан китап алып, нимә уҡый башлағанығыҙҙы күрһәтегеҙ.
Уҡыусылар уҡытыусының нимә һөйләүен тулыһынса аңламаһалар ҙа, китап уҡыған насар кеше булып үҫмәүенә төшөндө. Бер төркөм уҡыусылар, уҡытыусы ҡушҡанды иртәгәгә ҡалдырмайынса, дәрестәрҙән һуң мәктәп китапханаһына ашыҡты. Шулай ҙа ишек алдында улар, һин ин, һин башла, тип инергә баҙнатсылыҡ итмәй туҡталып ҡалды. Һәр ваҡыт беренсе булып йөрөгән отличник Чырай:
– Нимәнән ҡурҡып тораһығыҙ, инәйек, – тип ишекте асты ла үҙе беренсе булып инеп китте.
Ҡалғандар уның артынан эйәрҙе. Йомарт бөтәһенән һуң килеп инде лә кәштәләрҙә теҙелгән китаптарға ҡыҙыҡһынып ҡарай башланы. Ишектең уң яғында өҫтәл артында ултырған инәй балаларҙы күргәс, урынынан тороп:
– Рәхим итегеҙ, балалар! Һеҙ ниндәй кластан? – тип ихлас сәләмләне.
– Беҙ беренсе «Б» класынан, – тине Чырай.
– Һаумыһығыҙ, балалар! Ҡайҙа барһағыҙ ҙа һеҙ иң тәүҙә һаулыҡ ҡушырға тейешһегеҙ, – тине китапханасы, бөтәһенә лә ҡарап.
– Һаумыһығыҙ, апай! – тине бөтәһе лә хор менән.
– Һаумыһығыҙ, балалар! Китап донъяһына рәхим итегеҙ! Мин һеҙҙең китап уҡырға теләүегеҙгә бик шатмын! – тине ул. – Был яҡта һеҙҙең кеүек иң йәш уҡыусылар өсөн китаптар. Кәштәләр буйлап йөрөп, үҙегеҙгә кәрәкле китаптарҙы һайлап алығыҙ ҙа уларҙы миңә теркәү өсөн килтерегеҙ.
Уҡыусылар кәштәләрҙән китаптар һайлай башланы. Йомарт тирә-яғына ҡаранып торҙо. “Ниндәй китап алырға икән?” Был рәттә ул “Әкиәттәр”, “Ете быҙау һәм бүре”, “Йыл миҙгелдәре”, “Бүре һәм терпе“ тигәндәрен уҡып сыҡты. Ниндәй матур китаптар! Ә был китап “Икмәк ҡайҙа үҫә?" тип атала! “Таштар ҙа
- һөйләй” тигәне бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Әкиәттәрҙе әсәйем һөйләр, икмәк, таш тураһында китап алһам, яҡшыраҡ булыр”, тип уйлап ул ошо китаптарҙы яҙҙырҙы.
Өйҙә ул әсәһенә Ырысалды апайҙың ҡушыуы буйынса китапханаға барыуы, китаптар алып ҡайтыуы тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне.
– Йә, Хоҙайым, минең улым белемле һәм ата-әсәһе өлгәшмәгән бейеклектәргә етерме?! – Әсәһе сикһеҙ ҡыуанды. – Йә, ниндәй китап алып ҡайттың?
– Бына, "Таштар ҙа һөйләшә", "Икмәк ҡайҙа үҫә?” тигән китаптарҙы һайлап алдым.
– Йоматай, хәҙер һин үҙеңдең китаптарыңды уҡып, миңә һөйлә.
Малай аҙнаның шәмбеһе менән йәкшәмбеһе китап уҡыны. Йомарт тәүҙә “Икмәк ҡайҙа үҫә?" тигән китапты уҡып сыҡты, әммә бер ни аңламаны. Ахырыһы икенсе тапҡыр уҡығас, ул әҫәрҙә нимә тураһында һүҙ барғанын аңлаһа ла, йөкмәткеһен һөйләй алманы. Өсөнсө тапҡыр уҡығас, үҙ-үҙенә һөйләп ҡараны. Шул уҡ ваҡытта ул китапҡа ҡарап ҡабатлап та алды.
Йәкшәмбе киске аш ваҡытында әсәһе:
– Иртәгә мәктәпкә бараһың. Әгәр уҡытыусы һинән уҡыған китап тураһында һораһа, нимә тип һөйләр инең? – тине. Йомарт әсәһенә китаптың эстәлеген, хикәйәнең мәғәнәһен һөйләне. Олатаһы, өләсәһе ейәндәре менән өҫтәл артында ашап ултырғанда, олатаһы: “Икмәк ҡайҙан алынғанын кем белә?" – тип һорай. Ейәндәре: “Өләсәйем магазиндан алып ҡайта”, – ти. Шунан уларҙың олатаһы бер тарих һөйләй. “Барыһы ла Ер-әсәнән башлана", – ти. Әсәй, ә ни өсөн Ер-әсә? – тип һораны ул әсәһенән.
– Эйе, ер – әҙәмдәрҙең әсәһе. Ул беҙҙе ашата, кешеләргә, хайуандарға икмәк, һыу һәм башҡа бөтә аҙыҡты бирә, шуға ла беҙ уны әсә тип әйтәбеҙ.
– Ә икмәкте кем үҫтерә?
– Уңыш сәсеүсе олатай. Беҙ ҡырға сыҡҡанда һап-һары булған баҫыуҙарҙы күрәбеҙ. Уны Дыйкан атай үҫтерә, – тип аңлатты әсәһе.
– Ә бойҙай нимә ул?!
– Шул һары үҫемлектең исеме бойҙай. Уның емеше иген тип атала. Орлоҡ ергә төшкәс, күктәге ҡояш уны йылыта, ә ерҙәге һыу уны туҡландыра. Иген көҙөн өлгөргәс, уны комбайн менән йыйып алалар. Таҙа бойҙайҙы ырҙынға алып баралар. Һин ауыл ситендә ырҙынды күрҙең бит?
– Эйе, беҙ бергәләп һарыҡтар өсөн аҙыҡ барып алып килдек бит, – тип хәтерләне малай.
– Был мал аҙығы – бойҙайҙың кәбәге. Урып алғандан һуң бойҙай тирмәнгә оҙатыла. Һин баҫыуҙағы тирмәнде лә күрҙең бит, – тине ул.
– Эйе, беҙ унда ишәккә бойҙай тейәп барҙыҡ.
– Был таш бойҙайҙы ваҡлай һәм аҡ он эшләй. Беҙ уны һинең менән алып килдек, хәҙер ул тоҡтарға һалынған, – тине әсәһе.
– Унан һин икмәк бешерәһең, – тип шатланды Йомарт.
– Дөрөҫ, мин һиңә икмәк, бауырһаҡ бешерәм, – тип күңелле итеп әйтте әсәһе. Шунан: – Ҡалала уны икмәкхана тип аталған урынға алып китәләр. Унда икмәкте күп итеп бешереп, магазиндарға тараталар. Кешеләр магазиндан икмәк һатып ала. – Ә хәҙер, бер шиғыр һөйләйем, һин уны иҫеңдә тот.
Валсығын да ташламағыҙ,
Һәм уларға баҫмағыҙ.
Һаҡ ҡына йыйып алығыҙ,
Турғайҙарҙы һыйлағыҙ!
Быны яҙып ал, ятлап ал, иҫеңдә тот. Йомарт ҡәләм, ҡағыҙ алып килде лә, әсәһенән бер нисә ҡабатлатып, яҙып алды.
– Йоматай, элек ата-әсәйебеҙ: “Икмәктең валсығын ашаған кеше бай буласаҡ”, – тип беҙгә бирәләр ине. Әйҙә, һин дә икмәк валсығын аша, бай булырһың, – тине ул, йылмайып, өҫтәлдән икмәк ваҡ-төйәктәрен ҡулына йыйып улының ауыҙына һалды. Йомарт барыһын да ашаны.
– Ә хәҙер бай булырмынмы? – тине ҡәнәғәт булыуы йөҙөнө сыҡҡан Йомарт.
– Атайың һиңә Йомарт тип исем ҡушҡас, ул һинең бай һәм йомарт егет булыуыңды теләне, – тип улына атаһы тураһында һөйләне. Үҫкәс, тырышып уҡырһың, бай булырһың, һуңынан йомарт кеше булырһың, – тине әсәһе, улының сәсен һыйпап.
– Ә ниндәй кеше йомарт була?
– Ул – кешеләргә, етемдәргә, беҙҙең кеүек мохтаждарға ярҙам итеүсе яҡшы кеше.
– Әсәй, хәҙер мин күп уҡыясаҡмын.
– Уҡы, балам, китап уҡыған бала ысын кеше буласаҡ! – Әсәһе улын ҡосаҡлап яратып алды.
– Ә уҡымаған кеше кем була?
– Наҙан булыр...
– Кем ул наҙан?
– Бер нимә лә аңламаған кеше. Ярай, хәҙер йоҡла, иртәгә мәктәпкә барырһың, – тине әсәһе, уға юрған ябып.
Йомарт:
– Әсәй, иртәгә мин уҡытыусыға ла, балаларға ла икмәк тураһында һөйләйәсәкмен, – тине лә йоҡлап та китте.
Йомарт беренсе класты маҡтау грамотаһы менән тамамланы. “Бергенәм, яҡшы уҡыйһың, һин үҫкәс бай һәм йомарт буласаҡһың!” – тип
- әсәһе уны маҡтап, яңағынан үбеп алды, ә улының беренсе уңышы билдәһе итеп келәмгә булавка сәнсеп ҡуйҙы. Ә грамотаны йорттоң иң хөрмәтле урынына, атаһының портреты эленгән тәҙрә быялаһына ҡуйҙы. Хәҙер унда маҡтау грамотаһы, улының беренсе еңеүе тураһында таныҡлыҡ бар. Икенсе йылда ла ул әсәһенә, шатланып, шундай уҡ маҡтау грамотаһы алып ҡайтты.
Өсөнсө кластың аҙағында уҡытыусы: "Балалар, йәйге каникул ваҡытында китапхананан ошо китаптарҙы алығыҙ “Улан” гәзитен дә уҡығыҙ, Көҙгөһөн дүртенсегә килгәс, һеҙҙән нимә уҡығанығыҙҙы һорайым, ҡыҫҡаса йөкмәткеһен яҙып алығыҙ, телдән һөйләйәсәкһегеҙ, – тине һәм таҡтаға бер нисә китаптың, авторҙарының исемдәрен яҙҙы. Исемлектең башында “Минең исемем – Кожа”. Бердибек Сокпакбаев тип яҙылғайны. Уҡытыусы кластан сыҡҡас та Йомарт китапханаға йүгерҙе. Әммә был китапты кемдер алып та өлгөргән. Китапханасы:
– Китапты теге уҡыусы килтергәс, әсәйеңә бирермен, башҡа китаптарҙы ал. Ни өсөн был малайҙан алдараҡ килмәнең, ул һинән алдараҡ килде?! – тине. Йомартҡа бик ҡыйын ине. “Ни эшләп теге малайҙан алданыраҡ өлгөрмәне икән? Китапты кире килтермәһә, нимә эшләргә?” – тип уйлай-уйлай өйөнә ҡайтып китте. Ул көн һайын китапханаға барып, шул китапты һораны. Китапханасы ла малайҙың китапҡа ҡыҙыҡ–һыныуы ҙур булыуына ҡыуанды. Ахыры бер көндө ул махсус рәүештә районға барып, шул китапты һатып алды. Ул ваҡытта мәктәп йәйге каникулға ябылғайны. Икенсе тапҡыр китапханаға килгәндә, ишек бикле ине. Йомарт уйға ҡалды. “Теге малай китапты кире килтереү түгел, хатта китапхана ла бикле. Нимә эшләргә? Көҙөн Ырысалды апайға нимә һөйләйәсәкмен?” – тигән хәсрәткә батты, хатта бөрсөк-бөрсөк күҙ йәштәре атылып сыҡты.
Бер ваҡыт әсәһе эштән ҡулына китап тотоп ҡайтты. Ихатаны һепереп, һыу һибеп йөрөгән Йомарт әсәһен шунда уҡ күреп ҡалды ла уның янына йүгерҙе.
– Әсәй, һин миңә китап алып ҡайттыңмы?
– Эйе, әле генә китапханасы Шайҙат һиңә биреп ебәрҙе, – тине әсәһе арыған тауыш менән, уның йөҙө эҫелектән ҡыҙарғайны.
Тышында ат өҫтөндә ике бала һүрәте төшөрөлгән нәҙек көрән китапҡа “Минең исемем – Кожа” тип яҙылғайны!
Йомарт үҙен бәхеттең етенсе күгендә тойҙо, шатлығынан түҙмәйенсә һикергеләй башланы: “О, әсәй, ҙур рәхмәт!” Йомарт хатта өйгә лә инеп тормай, эскәмйәлә ултырған килеш биттәрен ҡарай башланы. Ҡыштырлап торған китап биттәренең үҙенсәлекле еҫе үҫмерҙе тағы ла нығыраҡ тулҡынландырҙы. Ул бында авторҙың өс повесы ингәнен белмәй ҙә ине бит. “Минең исемем – Кожа”, “Көрәш”, “Бала саҡҡа сәйәхәт” тип уларҙың исемдәрен уҡыны. Ул шунда уҡ уҡый башланы. Әсәһе әйтмешләй, китапҡа башы менән ҡаҙала ла унан сыға алмай. Йәй буйына малай уны өс тапҡыр уҡып сыҡты. Ҡайһы ваҡыт әсәһе, ошо китаптан башҡа эшең юҡмы ни, һәр ваҡыт үҙең менән йөрөтәһең, тип еңелсә генә асыуланһа ла, ул һыуға барғанда ла, һарыҡ көтөүен көткәндә лә, Адилкан ағаһы менән бесәнгә барғанда ла был китапты ҡулынан төшөрмәне. Китап шул тиклем ҡыҙыҡлы ине, уны Адилкан ағаһы ла уҡыны. Хәҙер улар Кожоберген, Солтан, Жанар һәм хатта уның уҡытыусыһы Майканованың ҡыҙыҡлы тарихтары тураһында фекер алышасаҡ. Йомарт: «Эх, әсәйем дә был китапты уҡыһа ине», – тип хыяллана ла, тик ул уҡый-яҙа белмәй шул. Көндәрҙең береһендә: «Бәлки, үҙемә әсәйемә уҡып ишеттерергәлер”, – тигән уй килде.
– Әсәй, ошо китапты һиңә уҡыһам, буш ваҡытың булырмы икән? – тип һораны. Ул әсәһенең холҡон бик яҡшы белә. Әгәр уға берәй нәмә оҡшамаһа, шунда уҡ баш тарта, шуға күрә Йомарт ашығып:
– Адилкан ағай ҙа уҡыны, уға оҡшаны, – тип өҫтәне.
– Ә-ә, әйҙә, уҡы. Адилкан ағайыңдан мин ҡайһы ерем менән кәм? Китапта нимә хаҡында яҙылғанын мин дә белермен, – тип ризалашты әсәһе.
Ошо көндән башлап китап уҡыу улар өсөн бер байрамға әүерелде. Әсәһенә бигерәк тә “Минең исемем – Кожа” китабы ныҡ оҡшаны. Кожонундың әсәһе тураһындағы уҡыған урындарҙа:
– Был китап беҙҙең хаҡта, – тип иламһырап та алды. Әсәһе күҙ йәштәрен йәшерергә тырышһа ла, был китаптың уға ныҡ тәьҫир итеүе Йомартты хайран ҡалдырҙы.
– Меҫкен ҡатын, моғайын, баҫалҡы булғандыр, шуға уны тол тип һанға ла һуҡмағандарҙыр. Ҡәйнәһе һуң! Оятһыҙ! Кемдер минең менән шулай эшләргә уйлап ҡына ҡараһын! – тип асыуланды ул.
Ысынлап та, бер кем дә
Йомарттың әсәһен рәнйетә алмаҫ! Уны апһындары “уҫал килен " тип йөрөтә. Әсәһе үҙен дә, улын да кешегә кәмһетергә юл ҡуймай. Әгәр кемдер Каратай кеүек насар ниәт менән килһә, әсәһе уларҙы туҡмаясаҡ. Йомарт әсәһенең кейәүгә сыҡмаясағына ла ышана.
– Йоматай, был уҡытыусы ғәҙел түгел, – тине әсәһе Майканованы яратмай. – Уҡытыусы баланы дәртләндерергә тейеш. Ә ул – үсле кеше, көҙ еткәнсегә тиклем йәйге фажиғәне хәтерләй!
Йомарт уның китапты башҡа тыңларға теләмәүенән ҡурҡа:
– Әсәй, ни өсөн беҙгә был насар уҡытыусыны тикшерергә? Бөтә ҡыҙыҡлы нәмәләр әҫәрҙең ахырында, – тине ул. – Был китапты өс-дүрт тапҡыр уҡыным.
Әсәһе:
– Был Солтан насар иптәш, ул тыңлашмай, тәмәке тартырға өйрәтә. Боронғолар, яҡшы кеше менән дуҫ булһаң, маҡсатҡа өлгәшерһең, насар менән дуҫ булһаң, хурлыҡҡа ҡалырһың, тип белмәй әйтмәгәндәр. Һин дә өлгөлө балалар менән генә дуҫ бул, – тине әсәһе, китап менән ҡыҙыҡһынып.
Шулай итеп, Йомарт ҡына түгел, әсәһе лә яҡшы китап уҡығандан һуң ысын кеше булырға тырышты.
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.