Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
5 Ғинуар , 18:53

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Башы. Рәзинә Зәйнетдинова

Аҙна самаһы үлем менән көрәште Ғайсар Зәйнуллович. Ҡан баҫымы ныҡ түбәнәйеп, тамырҙары бөтөнләй эскә батып, бер нисә тапҡыр ғырылдай-ғырылдай әжәл менән алышты. Тик ҡаланың билдәле эшҡыуары – серегән байҙың был донъя менән бәйләнеше бөтмәгән ине. Керәле-сығалы торған иҫенә килгән һайын, кемдәндер ғәфү үтенде, кисереүҙәрен һораны. Ялбарҙы. Иламһырап нимәлер мығырлап та алды. Реанимация бүлегендә эшләгән, Ғайсар янына көн аша кереп йөрөгән, Саимә исемле шәфҡәт туташы уның бер үк кешеләрҙең исемен ҡабатлауын аңғарып ҡалды. Башта ниндәй таныш исемдәрҙе телгә ала икән был тип, баш ватты.

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Башы. Рәзинә Зәйнетдинова
Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Башы. Рәзинә Зәйнетдинова

Концерттан – дауаханаға

Аҙна самаһы үлем менән көрәште Ғайсар Зәйнуллович. Ҡан баҫымы ныҡ түбәнәйеп, тамырҙары бөтөнләй эскә батып, бер нисә тапҡыр ғырылдай-ғырылдай әжәл менән алышты. Тик ҡаланың билдәле эшҡыуары – серегән байҙың был донъя менән бәйләнеше бөтмәгән ине. Керәле-сығалы торған иҫенә килгән һайын, кемдәндер ғәфү үтенде, кисереүҙәрен һораны. Ялбарҙы. Иламһырап нимәлер мығырлап та алды. Реанимация бүлегендә эшләгән, Ғайсар янына көн аша кереп йөрөгән, Саимә исемле шәфҡәт туташы уның бер үк кешеләрҙең исемен ҡабатлауын аңғарып ҡалды. Башта ниндәй таныш исемдәрҙе телгә ала икән был тип, баш ватты. Бары тик әсәһе менән телефон аша һөйләшкәндә генә, йомғаҡтың осо һүтелде. 

– Мираҫ концертта шул хәтлем матур йырлаған икән. Видеоһын ауылдаштар чатында ҡарап ике-өс көн дауамында илай-илай тыңланыҡ.

 – Ниндәй Мираҫ тураһында әйтәһең, әсәй? – тип Саимә башта кем хаҡында һүҙ барғанын аңламай торҙо.

– Хәтирә апайыңдың улы инде. Атаһына оҡшап моңло бит.

– Бәй, Мираҫ та үҫкән икән дә, – тине Саимә аптырап. Ҙур күҙле, асыҡ йөҙлө, мәктәптә үткән бер сарала ла ҡатнашмай ҡалмаған Мираҫ, Саимә мәктәпте тамамлағанда, башланғыс класта ғына уҡый ине. Шуға ҡапыл ғына иҫенә төшмәне. – Мират ағайҙың да улы үҫкән икән, – тине йәнә ҡабатлап.

 – Ғүмер аҡҡан һыуҙай үтә ул, ҡыҙым. Атаһы үлгәндә ул тыумаған да ине. Хәҙер ун етеһе менән бара.

– Ысынлап та, күҙ асып йомған ара һымаҡ ҡына шул. – Йырсы Миратты оҙатырға әсәһенә эйәреп барғанын, Хәтирә апайҙың иренең йәнһеҙ кәүҙәһенә ҡапланып илағанын иҫләй Саимә.

– Мираҫ йырлаған йырҙың тексын атаһы яҙып ҡалдырған булған икән. Атаһының көндәлеген уҡығанда улы юлыға. Ярай ҙа, әсәһе әйберҙәрен йыйыштырып ҡуйған булған. – Әсәһенең тауышы өҙөлдө. Күңелсәк кеше телефондың теге осонда балауыҙ һыға ине. – Яҡшы кешенең үлемен Аллаһы Тәғәлә алдан иҫкәртеп ҡуя, тиҙәр бит. Был йырҙың тексын да үҙе менән нимә буласағын белгән кеүек яҙғандыр инде, бахырҡай.

Саимә әсәһе менән һөйләшеп бөтөп, ауырыуға система ҡуйырға кергәндә лә, Ғайсар Зәйнуллович үҙ алдына һөйләнеп ята ине.

– Мират, Мираҫ, ғәфү итегеҙ! Мин-минлегемә баш була алманы-ы-ым! – тип йәлләүесле тауыш менән ыңғырашып ҡуйҙы ул.

Егермеһен яңы ғына тултырған, билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында үлгән йәш йырсы менән был байҙың араһында ниндәй уртаҡлыҡ булырға мөмкин һуң, тип уйланды Саимә. Икеһе ике донъя кешеләре. Береһе – серегән бай. Икенсеһе – ауылдан сыҡҡан йәш йырсы булған. Был уй йәш ҡатынға тыңғылыҡ бирмәне. Икенсе көнө әсәһе менән һөйләшкәндә был турала әйтте.

 – Мираттың үлеме сәйер булды, – тип хәтирәләргә бирелде әсәһе. – Олатаһы тирә-яҡта билдәле мулла ине. Эсеү, аҙып-туҙып йөрөү уларҙың нәҫеленә хас нәмә түгел. Йәштәре етеү менән өйләнәләр ҙә, гөрләтеп донъя көтөп алалар ҙа китәләр. Ә Миратты төпкөл бер районда гастролдә йөрөгәндә эсеп үлде, тинеләр. Быға, әлбиттә, ауылдаштарынан берәү ҙә ышанманы. Тик тикшереп, артынан йөрөүсе генә табылманы. Тәртип һаҡсылары, табиптар һатылып алынған, тигән имеш-мимеш йөрөнө.

– Ата-әсәләре дөрөҫөн белгеләре килмәнеме икән ни? – тип аптыраны Саимә.

– Ҡурҡытҡандар шикелле. Мираттың эсеп үлеүенә ауылдаштар ышанмауҙарын әйтһәләр, атаһы ҡанатҡансы ирен тешләй, әсәһе йәшле күҙҙәрен ергә төбәй ҙә ҡуя ине. Көслөнөкө – замана бит ул, балам, һәр осорҙа ла.

– Мират ағайҙың кемгә ниндәй зыяны тейҙе икән һуң? – Саимә асырғанып ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Уныһы бер Хоҙайға билделә инде, балам... Кемдеңдер юлын ҡыйғанмы, әллә һәләте менән юлына төшкәнме?!

Икенсе көн иртән эшкә килеүенә Саимәне төнгөлөккә уны алмаштырған шәфҡәт туташы йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа ҡаршы алды.

– Теге бизнесмынды төнө буйы һаҡлап сығып хәлдән тайҙыҡ, – тине төнгө яңылыҡ менән таныштырып.

– Тереме һуң?

– Тере. Тик телдән ҡалды шикелле. Төнө буйы Мират, Мираҫ, Гөлдәниә, Дамир тип ҡысҡырып, һаташты. Концерт мәлендә был хәлгә еткререлек нимә булды икән?

– Бәй, концерттан бында килтергәндәрме ни уны?

– Белмәй инеңме ни? – Шәфҡәт туташы ҙур зәңгәр күҙҙәрен Саимәгә тултырып ҡараны. – Имәндәй һап-һау, һин дә мин йөрөгән кеше ҡапыл ғына концерт мәлендә бөгөлгән дә төшкән, тиҙәр бит.

– Һм... Был тормош – серле йомғаҡ кеүек, – тине Саимә ирендәрен ҡымтып.

– Әйтмә лә. Үҙ алдына асырғанып ҡысҡыра башлағас, яҡындары өсөн берәй мөһим нәмә әйтеп ҡалырға теләйме икән әллә, тип әҙерәк видеоға ла төшөрөп өлгөрҙөм. – Реанимацияла эшләп төрлөһөнә күнеккәнгә, шәфҡәт туташы күп ваҡыт пациенттарының үлемен күреп өйрәнгә, тиҙ генә сараһын күрә белә. Ғайсар Зәйнуллович та яҡындары менән бәхилләшергә теләйҙер тип уйланы. Етмәһә, янына килеп хәл белешеүсе лә юҡ. Ярҙамсыһы ғына бер нисә тапҡыр килеп эш буйынса документтарға ҡултамғаһы кәрәк, тип керетеүҙәрен һорап йөрөнө.

– Шул видеоны миңә ебәрәһеңме? – тине Саимә.

– Журналистарға һатырға уйламайһыңдыр ул? Ни тиһәң дә был абзый эшҡыуарлыҡта акула, тиҙәр бит.

– Ундай холҡом булһа, бында йөрөмәҫ инем, – тип көлөмһөрәне ҡатын. – Ул телгә алған исемдәрҙең кемлектәрен беләм шикелле.

– Атаҡ! – Шәфҡәт туташы аптырауынан ҡысҡырып ебәрҙе лә, ҡайҙа икәнлеген иҫенә төшөрә һалып, ауыҙын ҡулы менән баҫты. – Ә һин уларҙы ҡайҙан беләһең?

– Мират менән Мираҫ беҙҙең ауыл кешеләре...

Ғайсар Зәйнулловичты дауаханаға килтергән көндө баш ҡалала ниндәй концерттар ҡуйылыуын Саимә айлыҡ афиша аша белде. Филармонияла йыр конкурсына йомғаҡ яһалған. Тимәк, билдәле эшҡыуар шунда барған. Дәрәжәле, эш тип көнө-төнө сапҡан кешеләрҙең ундай ваҡ-төйәк күңел асыу сараларына йөрөйҙәр икән, тип уйламай ҙа ине. Етмәһә, йылына бер нисә тапҡыр йылы яҡта курорттарҙа йөрөп, һаулығын ҡараған, үҙенең ғүмере өсөн ҡото осоп торған кешене аяҡтан йығырлыҡ нимә булған унда?

Яҙғы каникул тамамланып килә ине. Саимә ауылда өләсәләрендә ҡунаҡта йөрөгән ҡыҙын үҙе барып алмаҡсы булды. Бер юлы Хәтирәне лә күрергә ниәтләне. Видеоны күрһәтһә, бәлки, ептең осо ла һүтелер... Ниәт иткән – моратына еткән, тиҙәр бит. Һуңғы ваҡытта күңелендә тынғылыҡ тапмаған һорауҙарына яуап та табылды шикелле.

Ауыл клубында эшләгән Хәтирә төш мәлендә өйҙә ине. Мираҫ үҫмерлек ҡорона кергәс кенә, яңынан кейәүгә сыҡты ул. Икенсе иренән ике ҡыҙы бар. Ҡаймаҡ айыртып, ҡыҙҙарына сәй эсерә ине. Ҡапыл ғына килеп кергән Саимәне күргәс, баҙап ҡалды.

– Аһ, аһ, әллә Саимә һеңлем һин инде? – тип килеп күреште.

– Мин, Хәтирә апай, мин. Йомош менән килгән инем, – тип хәлде аңлатты.

Видеоны ҡарағас, Хәтирә бер ни тиклем ваҡыт шым ултырҙы.

– Был кешенең үҙен күреп белмәһәм дә, кем хаҡында һүҙ барғанын аңлайым, – тине ул уфтанып. – Ошо ир Миратҡа алтын тауҙар вәғәҙә итеп, ҡалаға саҡырҙы бит.

– Таныштар инеме ни?

– Юҡсы. Район һабантуйында Мираттың йырлағанын күреп үҙе эҙләп тапҡан да, Өфөгә саҡырған. Шундай ҙур кешенең, ул ваҡытта депутат та ине шикелле, үҙенә ҡарата булған иғтибарын аптырап ҡайтып һөйләгән ине.

– Бына нисек икән, – тине Саимә. – Мират ағайҙан, Мираҫтан ни өсөн кисереүҙәрен һорап асырғана икән һуң ул? Етмәһә, Мираҫ йырлаған концерт мәлендә йөрәге ауыртып дауаханаға эләгә бит ул.

– Мират Өфөгә дәртләнеп китте. Дөйөм ятаҡтан йә бүлмә, йә ҡуртымға фатир табам да, мине лә алып китәм, тине. Яңы ғына никах уҡытҡан инек.  Көҙгө табан баш ҡалаға юлланырмын, тип йөрөй инем. Тик бер нисә айҙан һуң, пландары ҡапыл үҙгәрҙе. Һуңғы тапҡыр күрешкәндә: “Гастролдә йөрөйем дә, бөтөнләйгә ҡайтам”, – тип киткән ине.

– Мираҫ тыуғансы уҡ үлеп ҡалған шикелле, – тине Саимә, был турала белһә лә. Ауыр тынлыҡта ултырырға уңайһыҙланып.

 – Эйе. Тыумайынса ҡалған балам менән тол ҡалдым. Өфөнән ниндәйҙер уҡытыусыбыҙ ебәрә тип, ауылдан уҡыған студенттар уйынсыҡтар, кейем килтереп бирә ине. Башта алмай маташтым. Шунан һуң, үҙемә түгел бит, балаға, тип ризалаштым.

 – Кем булды икән? – Саимәнең аптырауҙан ҡаштары төйөлөп китте.

– Аграр университетта уҡыған бер студент ҡыҙ сирттағыса Яңы йыл байрамына Мираҫҡа бүләк килтергәнендә: “Люциә Хәйҙәровна һеҙҙе ҡайҙан белә?” – тип һораны. “Ул кешене үҙем дә белмәйем. Юл төшһә, һеҙгә эйәреп беҙгә ҡунаҡҡа килһен”, – тип саҡырып ҡалған инем. “Саҡырыуығыҙға рәхмәт әйтте һеҙгә”, – тип сәләмен генә еткерҙеләр. Атаһының берәй яҡшы танышы булдымы икән, тип уйланым да ҡуйҙым.

– Мираҫ атаһы яҙған йырҙы башҡарған, тиҙәр. Мират ағай шиғыр ҙа яҙа инеме ни?

– Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле була, тигәндәрен уға ҡарап ныҡлап ышандым. Моңло булғанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Бейегәнен дә күргәнең булғандыр. Ҡурай, гармунда уйнай ине. Ағастан семәрләп эшләгән һындарын күреп шаҡ ҡата инем. Шиғыр яҙғанын үҙе үлгәс кенә белеп ҡалдым. Өфөнән әйберҙәрен алып ҡайтҡанда ҡалын бер дәфтәр ҙә бар ине. Бер нисә тапҡыр уҡыйым тип ынтылдым да, йәшемә төйөлөп кире яптым. Мираҫ, ҡулына эләккәс, бер нисә көн айырыла алманы. Иң һуңғы яҙылған шиғырына көй яҙҙыртып, конкурста ҡатнашты....

Саимә ауылдан әйләнеп килеүенә, эшендә күңелһеҙ хәбәр көтә ине. Ғайсар Зәйнуллович был донъя менән бәйләнеште өҙгән. “Үҙ тиҙәгенә буялып, система бауы муйынына уралған йәнһеҙ кәүҙәне иң беренсе мин күрҙем. Ярты сәғәт һайын янына кереп хәлен ҡарап тора инек. Ғазраилдың янына килеүен көтөп арыған булған, күрәһең”, – тип һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙы Саимәне алмаштырыусы шәфҡәт туташы.

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Башы. Рәзинә Зәйнетдинова
Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Башы. Рәзинә Зәйнетдинова
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас