Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Ғинуар , 19:21

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (3). Рәзинә Зәйнетдинова

Буйы ҡолас хәтлем ҡара йыландың ҡаршыһындағы бер ташта борғоланғанын күреп терт итеп ҡалды. – Бына нимә мине арбай икән, – тине көлөмһөрәп. Ҡорбанынан еңелеүен һиҙгән йылан яуап итеп асыулы ыҫылданы. 

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (3). Рәзинә Зәйнетдинова
Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (3). Рәзинә Зәйнетдинова

Ике осрашыу

Ҡатыны, балалары менән бергәләп төшкө ашты ашаны ла, Райфат Миңнуллович йәнә яңғыҙы ял йортонан сығып китте. Китапханасы апай менән һөйләшеүе уның күңеленә тынғылыҡ бирмәй ине. Йөрәге дөпөлдәп, ҡайҙалыр саҡыра төҫлө. Уйлана торғас, Гөлдәниә фажиғәле һәләк булған ҡая яғына машинаһына ултырып сығып китте.

Бейек, текә ҡаяға менеү еңел түгел. Баҫҡан һайын тиерлек ваҡ таш ишелеп төшә. “Кабинетта ғына ултырып эшләп, физик яҡтан бөтөнләй ебегән малайға әйләнеп барам икән дә”, – тип уйланы Райфат Миңнуллович. Әлһерәп, телен арҡыры тешләп, сарсап саҡ ҡая башына күтәрелде. Тик һалҡынса һауаны күкрәгенә тултырып тын алғас, бер нисә минуттан арыуы ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Үҙендә көс-дәрт өҫтәлгәнен тойҙо. Зиһене яҡтырып китте. Тирә-яҡ ус төбөндәй генә күренеп тора. Бар донъя йәшеллеккә күмелгән. Әйтерһең дә, рәссам-тәбиғәт был тирәлә йәшел буяуҙарҙың төрлөһөн йәлләмәйенсә буяған да буяған. Зәңгәрһыу күк йөҙө, аҫта урыны-урыны менән күренеп ҡалған йылға, күлдәр сихри матурлыҡҡа йәм өҫтәй. Был тормоштоң мәңгелек икәнлеген иҫбатлай төҫлө. Бөркөт саңҡылдап ҡуйҙы. Бейектә оя ҡорған был ҡоштар бала сығарылыр инде. Ошо хозурлыҡҡа һоҡланып, Райфат Миңнуллович ҡосағын йәйҙе. Был донъяны ҡосағына алғыһы килде.

 – Эһе-һе-һей! – тип үҙе лә һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрҙе. – Ошо матурлыҡҡа һоҡланып, бер-беребеҙҙе ҡәҙерләп кенә йәшәр урынға, нишләп яуызлыҡҡа юл ҡуябыҙ?! Ҡомһоҙланабыҙ!!! Енәйәт ҡылабыҙ?! А-у-у! Кешеләр!

Үҙ алдына һөйләнеп, яҙғы тәбиғәттән иҫереп-илереп торған полиция лейтенантының иғтибарын ҡапыл ғына һайыҫҡан шыҡырыҡлауы бүлде. Йомортҡа урлап тамаҡ туйҙырырға, ялтыр-йолторға ҡыҙыҡһынған был ҡош борон-борондан ниндәйҙер яңылыҡ, шик барыуын хәбәр итеүсе ролен башҡарған.  Райфат Миңнуллович та һиҫкәнеп ҡуйҙы. Кемдең йөрөүе мөмкин? Берәй йылан-фәлән генә яҡын-тирәлә уралмаһа инде? Шулай ҙа, итәк-еңен йыйып, тиҙ генә ҙур бер таш араһына ышыҡланды. Сүкәйеп, башын баҫып боҫманы. Ә кәүҙәһен тура тотҡан килеш таш артына барып баҫты. Һайыҫҡандың шыҡрыҡлауы буштан булмаған икән. Тиҙҙән урмансы кейемендә, арҡаһына мылтыҡ аҫҡан бер ир килеп сыҡты. Мыҡты кәүҙәле, аяҡтарын кирә баҫып тороуынан үҙенә ныҡ ышаған әҙәм икәнлеген аңларға була. Тик Райфат Миңнуллович кеүек тирә-яҡҡа һоҡланып, хистәренә баш була алмайынса үҙ алдына һөйләнеп торманы. Бер ни тиклем торғас, аяҡ аҫтына ласҡылдатҡансы төкөрҙө лә кире боролдо һәм яҡында ғына таш артында торған кешене шәйләп ҡалды.

– Һы, бында кеше бар икән дә, – тине, Райфат Миңнулловичҡа ярты кәүҙәһе менән боролған килеш кенә.

– Һаумыһығыҙ! Тирә-яҡ тәбиғәткә һоҡланып тора инем, – тине Райфат Миңнуллович таш артынан сығып. – Райфат булам.

– Урмансы Дамир. Теге ней, ял итергә килдеңме?

 – Эйе. Һеҙҙең яҡ тураһында күптән ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп маҡтаусыларҙан ишетеп белә инем. Бына әле форсат сыҡты.

– Улай икән, – тип үҙ алдына мығырлап ҡуйҙы ир. – Был хәтлем бейеккә яңғыҙығыҙ нисек ҡурҡмайынса мендегеҙ?

– Тирә-яҡты бейектән күргем килде лә, тырыштым инде. Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ҡурҡыныс, – тине Райфат Миңнуллович. Бер ни тиклем аҫҡа ҡарап тын торғас: – Белеүемсә, осоп төшөүселәр ҙә бар икән, – тип яңы танышының күҙенә тура ҡараны.

– Һы... Ипләп йөрөмәһәң, бәлә аяҡ аҫтында инде ул, – тине Дамир, ҡапыл бирелгән һорауға баҙауын йәшерергә тырышып. – Ял итергә генә килһәгеҙ ҙә, күпте белеп, ишетеп өлгөргәнһегеҙ икән...

– Һөнәрем буйынса журналистмын. Халыҡ менән аралашыу, төрлө ваҡиға тураһында һорашыу ҡаныма һеңгән, – тип Райфат Миңнуллович алдашты. – Ошонан осоп төшөп фажиғәле һәләк булған Гөлдәниә менән студент саҡта танышҡан инек.

– Һы... Һеҙ, ысынлап та, күпте беләһегеҙ. Күҙегеҙ ҙә осло икән. – Үҙенә урын таба алмаған Дамир торған ерендә ыуаланып ҡуйҙы.

– Һеҙ көн дә ҡая башына менәһегеҙме? – Райфат Миңнуллович ҡаршыһында торған кешенең үҙен беҙ өҫтөндә торған кеүек тойғанын аңлағанға күрә, һорау алыуҙы дауам итергә, үҙе теләгән яуапты ишетергә тырышты. – Бында ней урмансыға һаҡлау өсөн әллә нимә юҡтыр ул. Шыуып төшөр таш былай ҙа төшә. Айыу, болан кеүек януарҙар бында йөрөмәй. Йылан ояһы инде.

 – Журналист иптәш, бер нимәне иҫәпкә алырға оноттоғоҙ. Бында менеп баҫһаң, тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренеп тора. Яман ниәт менән килеүселәрҙе лә тап ошонан аңдырға мөмкин. – Ситтән саҡырылмай килгән ҡунаҡтың ауыҙын яптырыуына шатланып, Дамир йәнә аяҡ аҫтына сыртлатып төкөрөп ҡуйҙы.

– Уныһы ла бар... Улай булғас, Гөлдәниәне был тирәлә элек йыш осрата инегеҙме? Ул фажиғәле һәләк булған көндө лә, моғайын, ҡаяға менгәнһегеҙҙер?

– У-у-у-у, хәҙер ун йыллап ваҡыт үткән нәмә тураһында ҡайҙан иҫләйем, ти? – Дамир ҡарашын йәшерергә маташты. – Артына урын тапмай йөрөгән һәр бисә-сәсә артынан күҙәтеп йөрөү минең вазифаға ла инмәй! – Урмансы ҡыҙып уҡ китте.

– Һәр ҡатын-ҡыҙ артынан тикшереп йөрөргә тимәнем бит. Ошонда һәләк булған кеше тураһында ғына һораштым. – Райфат Миңнуллович үҙен тыныс тоторға тырышты. Яңы танышының ҡапыл ҡыҙып китеүенең сәбәбе, ауыртҡан еренә баҫҡанлығын, аңлай ине. – Үҙегеҙ ҙә был урында йыш булам, тиһегеҙ...

– Юҡ. Күрмәнем. Ҡулынан килмәгәс йөрөмәһен ине. – Дамирҙың тауышы ыҫылдап сыҡты. – Эҙләгәнен тапҡандыр...

– Һеҙҙе борсоһам, ғәфү итегеҙ, – тип Райфат Миңнуллович ҡаянан төшөр яҡҡа ыңғайланы.

– Юлығыҙҙа булығыҙ... – тип ыҫылдауға оҡшаған тауыш ҡая башында туҡтауһыҙ иҫкән ел менән килеп етте Райфат Миңнулловичҡа.

Ҡаяға менеүгә ҡарағанда төшөүе тағы ла ҡурҡынысыраҡ икәнлеген ошо йәшенә етеп саҡ аңланы полиция лейтенанты. Һәр баҫҡан аҙымда ваҡ ҡына таштар ишелеп тора. Яңылыш баҫып аяғын ҡаймыҡтырҙы. Етмәһә, әсе ел сығып китте. Райфат Миңнуллович, шешә башлаған аяғын һуҙып, ял итергә тип бер ялпаҡ таш өҫтөнә ултырған ине, үҙенә төбәлгән ҡараштарҙан арбала башлағанын тойоп терт итеп ҡалды. Йоҡо баҫа, тәне ауырая. Ниндәйҙер ғиллә барлығын һиҙеп Райфат Миңнуллович ҡарашын көскә-көскә күсереп тирә-яҡты һаҡ ҡына байҡай башланы. Буйы ҡолас хәтлем ҡара йыландың ҡаршыһындағы бер ташта борғоланғанын күреп терт итеп ҡалды.

– Бына нимә мине арбай икән, – тине көлөмһөрәп. Ҡорбанынан еңелеүен һиҙгән йылан яуап итеп асыулы ыҫылданы. – Бар, бар, юлыңда бул! Һинең кеүек берәүҙе әле генә ҡая башында осраттым. Йылан ише әҙәмдәр үрсегән һайын был донъяла яуызлыҡты изгелек ғүмер буйы еңә алмай инде...

Ял йортона Райфат Миңнулла улы хәлдән тайып, телен арҡыры тешләп саҡ-саҡ ҡайтып йығылды. Һул аяғындағы крассовкиҙы сискәндә ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрә яҙҙы. Ҡапыл сыҡҡан көслө ел тиҙҙән һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында хәбәр итә ине.

Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (3). Рәзинә Зәйнетдинова
Йырым ҡалыр... Детектив повесть. Дауамы (3). Рәзинә Зәйнетдинова
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас