Улым ҡалыр...
Дамирҙы хөкөм иткәндә Ҡарағас ауылынан Закирға, китапханасы апайға, Райхана менән Илмирға повестка бирҙеләр. Хәтирә менән Мираҫ та килде. Люциәне лә саҡырҙылар. Иң тәүге эш Гөлдәниәнең үлеменә бәйле ине.
– Ул елтәкәйҙе мин үлтергәнде кем күргән? Дәлилдәр бармы? Ун йыл үткәс кем соҡоп сығарҙы? – тип ажғырҙы рәшәткә артында ултырған Дамир.
– Гөлдәниәнең телефонының флешкаһында уның һуңғы төшөрөлгән фотоларының береһендә һеҙҙең ярты кәүҙәгеҙ һәм бысағығыҙ күренә, – тине ғәйепләүсе адвокат.
– Бәлки, был фотомантаждыр. Кем гарантия бирә ала? – тип һикереп торҙо Дамирҙы яҡлаусы адвокат.
– Фотоларҙың барыһы ла оригиналь икәнлеге тикшерелде, – тип прокурор был бәхәскә нөктә ҡуйҙы.
– Ни өсөн Гөлдәниә Ғүмәрованы үлтерҙегеҙ? Йәғни ҡаянан этәп төшөрҙөгөҙ? – тип судья һорау бирҙе.
– Эткә эт үлеме тигәндәрен ишеткәнегеҙ бармы? – тип мыҫҡыллы йылмайҙы Дамир.
– Нимә? Кемде эт менән сағыштырҙың? – тип һикереп торған Илмирҙы янында ултырған Райфат Миңнуллович еңенән тартып ултыртты. Тынысландырырға тырышты.
– Үҙе кеше үлтергән кешене тағы нимә тип әйтәһең? – тип тамағын ҡырҙы Дамир. – Беҙҙең ауылда йәш йырсы Мират Һөйәрғоловтың үлеүен барығыҙ ҙа иҫләйҙер. Шул ҡыҙҙың ярҙамы менән теге донъяға киткән бит ул...
– Нимә? Нимә һөйләйһең һин шаҡшы әҙәм? – Илмир йәнә һикереп торҙо. – Ошо ҡулдарым менән быуып үлтерәм бит хәҙер!
– Илмир Ғүмәров, тынысланығыҙ! – тип судья сүкеше менән туҡылдатты. – Йә иһә суд залынан сығып китәсәкһегеҙ! Ә һеҙ һүҙегеҙҙе дауам итегеҙ! Гөлдәниә Ғүмәрованың Мират Һөйәрғоловты үлтереүе тураһында һеҙ нимәләр беләһегеҙ? Ҡайҙан?
– Ғайсар Зәйнуллович тигән Өфөлә йәшәгән эшҡыуарҙың ҡушыуы буйынса, Гөлдәниә Ғүмәрова Мират Һөйәрғоловтың сәйенә ағыулы шыйыҡса һала.
– Уф! – Суд залында ултырған Хәтирәнең тәрән итеп тын алғаны ишетелде.
– Ағыу менән аҡса алһа ла, һуңынан Гөлдәниә Ғүмәрова Ғайсар Зәйнулловичтан йәнә аҡсамы, фатирмы таптыра башлай, – тип һүҙен дауам итте Дамир, йөрәк тәңгәлен ҡулы менән һыпырып ултырған Хәтирә яғына ҡарап алғас. Өфө эшҡыуары унан ҡотолоу сараһы тураһында ярҙам һораны.
– Тимәк, һеҙ Гөлдәниә Ғүмәрованы үлтереүегеҙ тураһында танаһығыҙ инде?
– Үлтереү тип әйтеү дөрөҫ үк булмаҫ. Ҡаяның ситендә былай ҙа көслөрәк ел иҫһә лә осоп төшөр ине ул. Мин ҡулым менән бер тапҡыр ғына этәнем...
– Ә Райфат Миңнуллович һеҙҙең эҙегеҙгә төшә башлағас, башта машинаһына, һуңынан үҙенә һөжүм иттегеҙме? – Кеше үлтереүҙе шулай тыныс ҡына һөйләп торған әҙәмгә судья асыулы ҡарап алды.
– Шул нәмә аяҡ аҫтында буталып йөрөмәһә... – Дамир башын аҫҡа эйҙе.
– Ғайсар Моратов ни өсөн Мират Һөйәрғоловты үлтертте икән? Был турала һеҙ хәбәрҙәрме? – тип судья Дамирҙан һорау алыуын дауам итте.
– Ҡыҙына өйләндерергә теләгән дә, Мират Һөйәрғолов баш тартҡанмы шунда. Аныҡ ҡына нимә булғанын белмәйем, – тип мығырланы Дамир.
– Судья әфәнде, миңә һүҙ бирәһегеҙме? Был турала аныҡлап һөйләр инем, – тип Люциә тороп баҫты.
– Һеҙ кем булаһығыҙ?
– Мин Ғайсар Моратовтың ҡатыны Люциә Моратова булам.
– Рәхим итегеҙ! Ялған хәбәр һөйләгән осраҡта айырым статья барлығын онотмағыҙ! – Судья залдың уртаһына ымлап саҡырҙы.
– Беҙ Ғайсар Моратов менән Лүзә исемле бер ҡыҙ үҫтерҙек, – тип һүҙҙе баштан башланы Люциә. – Ирем ҡыҙымдың сәхнә оҫтаһы булыуын теләне. Төрлө йыр, бейеү, музыка ҡоралдарына уйнарға өйрәткән түңәрәктәргә йөрөттө. Тик ҡыҙымдың спорт яғынан һәләтле ине. Йәнә минең кеүек ботаника менән ҡыҙыҡһынды. Әммә атаһына был оҡшаманы. Һаман да үҙенең теләген тормошҡа ашырырға маташты. Шуның менән ҡыҙыбыҙҙы юғалттыҡ та беҙ.
– Ни рәүешле юғалттығыҙ? – тип һораны судья Люциәнән.
– Атаһы һәр ваҡыт юлына арҡыры төшөп, сәнғәт уҡытыусылары уның һәләтһеҙ икәнлеген иҫбатлай торғас, ул ҡулдан ысҡынды. Уҡыманы, аҙаҡ наркоманға әйләнде. Үҙенә ышанысы бөткән ине уны. Шул ваҡыт Мират Һөйәрғолов йәшәгән районға һабантуйға барғанда уның йырлағанын күреп ҡала һәм үҙенең кейәүе итергә уйлап, Өфөгә саҡыра. Ниәте килеп сыҡмағас, Гөлдәниә Ғүмәрова аша үлтертә.
– Ах! – суд залынан Райхана апайҙың йөрәк өҙгөс тауышы ишетелде. – Ҡыҙымды кеше үлтереүсе итеп үҫтермәгән инем дәһә! Беҙ гүзәл зат ғүмер биреүсе, йән алыусы түгел! Түгел! – Асырғанып тағы ла нимәлер ҡысҡырырға уйланы ла, баҫҡан килеш, яйлап ҡына ауа башланы. Янында ултырған Илмир саҡ тотоп ҡалып, әсәһен ҡултыҡлап тышҡа алып сыҡты.
– Ирегеҙ ни өсөн ҡыҙығыҙҙы сәхнә кешеһе итергә уйланы икән? – Әсәй кешенең әсенеү ҡатышлы әйтелгән һүҙҙәренән һуң, судья бер мәлгә тын ҡалып торҙо ла, Люциә Моратованан ҡабаттан һорау алыуын дауам итте.
– Ғайсар Моратовтың ауылында бәләкәй генә үҙемдең лабораториям бар. Бер йылды йәйен ауылда оҙаҡ ҡына ваҡыт эш менән ҡалырға тура килде. Шунда ярҙамсым, иремдең ауылдаш ҡатын: “Ғайсарҙың ҡатыны йә йырсы, йә бейеүсе булыр, тип уйлаған инек”, – тип әйтеп һалды. Баҡһаң, тәүге мөхәббәте иремде ауылындағы йырсы егеткә алмаштырған икән. Үҫмерлек йәрәхәте шулай ғүмере буйы күңелендә уңалмай ҡала һәм буш хыялдарын тормошҡа ашыра алмаған кешеләрҙең ғүмерҙәрҙе ҡыйыла. – Люциә башын аҫҡа эйҙе.
– Хм, кемдеңдер балалыҡ, үҫмерлек йәрәхәте ике йәш кешенең ғүмерен ҡыйҙы тиһегеҙ инде? Ни өсөн ирегеҙҙең енәйәттәре тураһында полицияға хәбәр итмәнегеҙ?
– Өс йәш кешенең. Ҡыҙымды мораль яҡтан үлтерҙе атаһы. – Люциә ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. – Ғайсарҙың енәйәте тураһында полицияға хәбәр итергә күп тапҡырҙар уҡталып ҡуйҙым да, кире туҡталдым. Сөнки аҙым һайын һәр урында түрә булып ултырған таныштары булған, аҡсалы кеше рәшәткә артында бер төн дә ултырмаҫ ине. Ә үсен беҙҙән икеләтә алыр ине. Шап-шаҡтай атайымды ла, фабриканы үҙенең ҡулына тулыһынса төшөрөр өсөн, секретары аша сәйенә әйләнгән һайын көслө дарыу һалдыртып эшлектән сығартты. Шул ауырыуҙан бынан дүрт йыл элек гүр эйәһе булды.
Дамирға Гөлдәниә Ғүмәрованы үлтергәне өсөн һигеҙ йыл, Райфат Миңнулловичҡа һөжүм иткәне, машинаһын эшлектән сығарғаны өсөн дүрт йыл өҫтәп бирҙеләр.
– Ниһайәт, иремдең исеме ун ете йылдан һуң булһа ла аҡланды. Һеҙгә ҙур рәхмәт! – тип Хәтирә Райфат Миңнулловичтың ҡулын ҡыҫты суд залынан сыҡҡас. – Люциә ханым, бер генә минутҡа туҡтап тороғоҙсо әле! – тип Хәтирә, башын баҫып бинан сығып китеп барған ҡатынды ҡысҡырып туҡтата һалды.
– Ә! Миңә әйтәһегеҙме? – тип тегеһе боролоп һораулы ҡарашын үҙенең ҡыҙы йәшендәге ҡатынға төбәне.
– Һеҙгә! Рәхмәт әйтәйем тигән инем... – Хәтирәнең тауышы өҙөлөп ҡалды. Күрәһең, тамағына төйөр килеп тығылды. – Мираҫ һеҙ ебәргән кейемде кейеп, һеҙҙең уйынсыҡтарҙы уйнап үҫте...
– Ирем алдындағы ғәйебемде саҡ ҡына булһа ла еңеләйтәйем тип уйланым. Йәнә һеҙгә әҙ генә булһа ла ярҙам итеү ниәтенән. Атайһыҙ бала үҫтереүе лә еңелдән булмағандыр... Беҙҙең ғаиләне кисерә күрегеҙ инде... – Люциә Хәтирәнең ике ҡулын усына ҡыҫты.
Теүәл ике айҙан Мираҫ Һөйәрғоловтың концерты булды. Ҡыҙының үлтереүсе икәнлеген белгәс, һаман да ҡайғынан ҡара янған әсәһен, китапханасы апайҙы үҙенең машинаһына ултыртып Илмир Ҡарағас ауылынан килде. Саимә ауылына ҡайтып Хәтирәне ҡыҙҙары менән килтерҙе. Райфат Миңнуллович та Зөлфиәһе менән тәүгеләрҙән булып билет алды. Концерттың спонсоры булған Люциә лә улар араһында инде. Йәш йырсы атаһының шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы. Тәүге йырын уҡ тамашасы аяҡ өҫтө баҫып тыңланы:
Нәҫелемдең дауамы булып
Улым ҡалыр.
Моңом булып, рухым булып,
Йырым ҡалыр...