Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Ғинуар , 14:42

Ханбала менән хан бала. Хикәйә. (Башы). Фәрзәнә Аҡбулатова.

Дошмандар улар ҡасабаһын көтмәгәндә, ҙур байрамдан һуң, халыҡ ҡаты йоҡоға талғанда, таң атыр алдынан килеп баҫтылар. Ҡара ҡойон һымаҡ ине улар. Күҙ асып йомғансы бөтөн тирә-йүнде янғын ялмап алды. Дошмандар аяғы баҫҡан ерҙә көл-күмер, мәйеттәр генә ятып ҡалды. Өйҙәр урынында шөкәтһеҙ харабалар ғына һерәйеште. Үлектәр, үлектәр, үлектәр… Ирҙәр, ҡарт-ҡоро, бала-саға мәйеттәре тәгәрәшә…

Ханбала менән хан бала. Хикәйә. (Башы). Фәрзәнә Аҡбулатова.
Ханбала менән хан бала. Хикәйә. (Башы). Фәрзәнә Аҡбулатова.
Дошман үткән ерҙә ҡуҙ быҫҡый ҙа, әсе төтөн борхорай. Ҡан ҡойолдо. Бөтәһенең дә ҡаны бер төҫтә, кем ҡаны аҡҡанын айырып булмай. Ҡан ергә һеңә, һеңмәһә, кибә, ямғыр яуып йыуып алып китә. Ни өсөн ҡойола һуң был ҡан? Ни өсөн ҡыйыла йән? Ни өсөн ер йөҙөндәге кешеләр бер-береһен үлтерергә тейеш? Ниндәй түләп бөтөлмәгән бурыс һуң ул? Ханбала (эйе-эйе, уны беҙ ҙә Ханбала тип атайыҡ, сөнки һәр ата улының шундай дәрәжәгә эйә булыуын теләй) был турала ил ҡашғарҙарынан һорағайны. “Һәр саҡ шулай булған. Шулай буласаҡ. Беҙҙең ата-бабалар алышып йәшәгән, беҙ ҙә шулайтырға тейешбеҙ. Бүтәнсә ярамай, юҡһа, беҙҙең үҙебеҙҙе ҡырасаҡтар,” – тип яуап биргәйне улар.

Әле генә ырыу ирҙәре еңеүҙе туйлағайнылар. Бөгөн шуларҙың береһе лә был донъяла юҡ. Дошмандары ҡон ҡайтарырға улар артынан килде. Шым ғына баҫып алып, бөтөнөһөн һуйып сыҡтылар.

Дошмандарҙың шат һөрәнләүе мейене сүкей… Ҡайҙалыр көсөк шыңшый. Ҡасабала бүтән тере йән эйәһе ҡалманы. Көсөк һәм ул – ир бала – ҡырғындың ни өсөн кәрәклеген аңламайҙар.

Ырыуҙар, ҡәүемдәр, халыҡтар бер-береһен күрә алмай. Бер-береһенең мал-тыуарҙарын тартып алалар. Ҡыйбатлы бол бер дошман ҡулынан икенсеһенә күсә. Еңелгәндәрҙе ҡоллоҡҡа алып китәләр… Ә иҫән тороп ҡалғандар ҡайғы-хәсрәт эсендә ҡала һәм үс алыу теләге менән яна. Шунан әҙерәк хәлләнгәс, ҡорал тотоп, үҙҙәре лә дошмандарын ҡырырға китәләр. Һәр саҡ шулай булған. Донъяла кем көслө, шул хакимлыҡ итә. Шулай булған һәм буласаҡмы?

Ерҙең иге-сиге юҡ. Ер ситен барып күрә алған әҙәм юҡ. Ләкин барыбер уға ер тар тойола! Кешегә бер нәмә лә етмәй. Был дөрөҫ түгел, былай булырға тейеш түгел! Ләкин Ханбала быға ҡаршы бер нәмә эшләй алмай. Берәү ҙә уның фекерен һорамай. Ҡашғарҙарҙың яуабы менән ул килешмәне. Шуға ла атаһынан һорағайны:

– Ниңә гел яу сабабыҙ? Ниңә бер-беребеҙҙе үлтерәбеҙ? Тыныс йәшәп булмаймы ни? Икенсе ергә китһәксе? Барҙыр бит беҙ теләгән ауҡан яҡтар!

Атаһы әйтте:

– Беҙ үҙебеҙ торған еребеҙҙе һаҡларға тейеш. Ул Ватан тип атала! Ватан өсөн һин дә яуап бирәсәкһең! Дошман барымтаға килһә, беҙ ҡарымта менән барырға тейеш. Ярамай бүтәнсә! Был – ата-баба аманаты. Элек-электән шулай булған. Мин һине тиктән тиккә генә Ханбала тип атамағанмын! Ханда – көс, оһоллоҡ! Һин дә егет ҡорона ингәс, ҡорал тотоп, дошмандарҙы өжгөртөргә барасаҡһың.

Туғыҙ йәшлек малай барыбер атаһы әйткәнгә ышанып бөтмәне. Шикле уйҙар күңелдә ҡалды. Сөнки ул ни өсөн икенсе кешеләрҙе күрә алмаҫҡа тейешлеген аңлап бөтмәй әле, йөрәгендә хәҙергә берәүгә ҡарата ла нәфрәт юҡ. Был тойғо булмағас, күңеле дошманлыҡ хисе менән дә, яуызлыҡ менән дә тулмаған. Шуға ҡарамаҫтан, атаһы һәм бүтән ирҙәр ҡушҡанса, теге яҡтағы ла, был яҡтағы ла ырыу-ҡәүемде күрә алмаҫҡа, уларҙы еңеп, яулап алыу теләге менән янырға, ә ҙурайғас, яуҙарҙа баш һалған ырыуҙаштарының ҡонон ҡайтарырға тейеш.

– Уларға ҡаршы… Ә бармаһам?..

Атай улының яурынынан шундай итеп матҡып тотто, хатта Ханбала ауыртыуға түҙмәй йөҙөн сирылтты.

– Һин бармаһаң, улар киләсәк, – тине тамаҡ төбө менән ата. Шунан ҡулын алды, ә бармаҡтары ҡыҫҡан урын оҙаҡ һыҙлап торҙо…

Туғыҙ йыллыҡ ғүмере эсендә Ханбала ата-бабаларының барымта, йәки ҡарымтаға киткәнен, мал-бол менән ҡайтҡандарын, уйнап-көлөп, ҡыллы моң ҡоралдарын сирттереп, көндәр түгел, хатта аҙналар буйы ҡалайыраҡ байрам иткәндәрен йыш күрҙе. Бындай көндәрҙе ауыл малайҙары көтөп алалар, сөнки ағайҙар, атайҙар йомартлана, ҡырыҫлыҡтары юҡҡа сыға, Ханбалаға, иптәштәренә мул һый тәтей. Ниндәй эш боҙһалар ҙа, уларҙы кисерәләр. Тыныс тормошто бер аҙҙан тағы уҡтар ямғыры, ҡылыс сыңы алмаштыра. Кисә байрам иткән ир инде был яуҙан әйләнеп ҡайтмай, ә тормош барыбер үҙенсә бара бирә…

Тормош бара. Ағаһы Аҡмал өйләнеп, улы тыуҙы. Ханбала ағаһының сабыйҙы һауаға сөйөп ҡыуанғанын күрҙе: “Минең дауамым! Ватандың киләсәге!” Ағаһы яуға китте. Әйләнеп ҡайтманы. Бөгөн килеп, сабыйынан да көл-күмер генә ҡалды.

Янған ауылда ул – бер үҙе. Бер үҙе. Япа-яңғыҙы. Хәйер, ҡайҙалыр көсөк шыңшый…

Ватан, тип ҡылыс айҡашҡан берәү ҙә юҡ. Баҫҡынсыларҙың тауыштары алыҫайҙы. Хатта “Ватан” тип аталған ер хәҙер үҙе берәүгә лә кәрәкмәй шикелле. Батыр һуғышсы атаһы ла бөгөн килеп ҡорбанға әйләнде. Ханбаланы үҙенең йылғырлығы ғына үлемдән алып ҡалды. Үҙен яҡлаусы – ул үҙе ине! Малай ҡалтырауын еңергә тырышты.

Эргә-тирәлә әсе төтөн генә болғана, йылан шикелле бөгөлөп-һығыла. Уны ла ел ҡыуып таратыр. Ханбала үлтерелгән әсәһенең туҙған сәсен һыпырҙы. Әсәһен ныҡ ярата ине ул. Ә бына Ватандың нимә икәнен аңлап өлгөрмәне, шуға ла әсәһен юғалтҡаны өсөн аҡты уның әсе күҙ йәше… Туғандары юҡ, ауылдаштары юҡ. Хатта үҙһенмәгән, яратмаған кешеләре юҡ. Шыңшыған көсөктө дошмандар үҙҙәре менән алып китте. Һунар эте итеп үҫтерерҙәр. Этһеҙ тормош көтөп булмай…

Нимә тип айҡаштығыыҙ, нимә тип ҡылыс болғанығыҙ, нимә тип оран һалып дошманға ҡаршы саптығыҙ? Нимә тип маҡтаныштығыҙ, нимә тип ғорурландығыҙ, ил ҡашҡалары, һуғышсылар! Ҡайҙа китеп юҡ булдығыҙ? Тауышығыҙ ҙа ҡалманы ватанығыҙҙа!

Бынан ары юҡ һеҙҙең Ватанығыҙ. Быуындарығыҙ ҡырҡылды!

Һеҙҙе ҡырған дошмандар Ватанлымы? Шулайҙыр, ләкин уларҙы ла үҙҙәренән көслөрәктәр килеп баҫыр. Һәм уларҙы ла ҡырырҙар. Шулай булғас, нимә ул Ватан? Ватан кәрәкмәй ине Ханбалаға.

Бына уның ҡулында – атаһының булат ҡылысы. Бихисап дошмандың үңәсен өҙгән ҡоралын батыр атаһы был юлы ҡулына ла алырға өлгөрмәне. Мәкерле дошман ҡаты йоҡоға талғанда баҫып инде шул. Ә булат ҡылысты күрмәгәндәр. Эҙләргә ваҡыттары булмағандыр, улар ҙа ашыҡты. Йәшен тиҙлегендә һөжүм итеп, шул уҡ тиҙлектә юҡҡа сыҡтылар… Кешеләрҙе һуйып, өйҙәргә ут төртөп, һайт-һайтлап үҙ юлдары менән саптылар. Ә, эйе, шыңшыған көсөктө алып киттеләр… Ҡайҙа ырыуҙың йылғырҙары! Һеҙ ҡайҙа!?.

Ханбала ҡылыстың ҡынын һыйпаштырҙы. Һәр биҙәге, һәр һыры таныш. Бына батырлыҡ тамғаһы. Ул атаһына бирелгән ҙур дәрәжә ине… Ошо ҡылысты иң ажар айғырға алмашырға теләгәндәр булды. Тик хужаһы һатманы. Батыр намыҫы һатылмай, тиер ине ғорур атаһы…

Күрше ҡәрйәнән ярҙам килеп еткәндә дошмандың еҫе лә ҡалмағайны был тирәлә. Бер һыбайлы уның янына килде.

– Батырыбыҙҙың ҡылысы! – ул эйәрҙән һикереп төштө. – Һин бит иң уҫал яугирҙың улы! Әйҙә минең менән, балаларым менән бергә үҫерһең. Ҡылыс батырҙан батырға ҡала. Изге аманатҡа тоғро ҡалырһың, ошо ҡоралды тоторға өйрәтермен!

Иренен ныҡ итеп ҡымтыған малай: “Юҡ”, – тип ҡәтғи баш сайҡаны. Ир ҡылысҡа оронорға ҡурҡты шикелле. Бер урында тапанды, үҙе күҙен ҡоралдан алманы:

– Ниндәй юртаҡтар килтермәнеләр. Иң шәп, иң ажар айғырҙарҙы! Һинең атайың ысын ир булды… Берәүгә лә һатманы. Һатылмай ир намыҫы…

Ханбала уның әйткәнен тыңлап бөтмәне. Ялп иттереп башын ҡалҡытты. Күҙендә уҫал ут ҡабынды.

– Шәп ат һоранылармы? Улайһа, бир миңә иң йылғыр атыңды!

Әле бер нәмә аңлай алмаған ир ауыҙын берсә асты, берсә япты.

– Алмашҡа, тием. Ә ҡылыс һинеке булыр! – тине Ханбала.

Ир атының янбашынан ҡаҡты. Буҙат тертләне.

– Йә, малҡай!

Ханбала юртаҡҡа һикереп менде. Атаһының ҡоралын атҡа алмаштырғандан һуң, башы һуҡҡан яҡҡа саптырҙы. Көлгә әйләнгән ватанын мәңгегә ҡалдырып китте ул. Кире уйлап ҡуйыуҙан ҡурҡҡандай, аттың билен үксәһе менән төйә-төйә ҡыуҙы.

– Алға!

“Миңә һинән бер нәмә лә кәрәкмәй, Ватан!” Көл, харабалар, ауыр хәтирәләр үткәндә тороп ҡалды. Ул артына бүтән боролоп ҡараманы.

Бер мәл һайтлаған тауыштарҙы ишетте. Һағайҙы. Атынан төшөп ағаслыҡтар араһына боҫто. Үңәсен һуҙып һөрәнләшкән әҙәмдәрҙе күҙәтте. Уның ауылын юҡ иткән баҫҡынсылар шикелле. Кемдәрелер айырылып тороп ҡалып, байрам итә. Ана, бурҙайҙары ҡуян баҫтыра. Ҡуян элмәктәр яһап сабып, тау үренә менеп, күҙҙән юғалды. Бер эт тә, уҡ та уны ҡыуып алманы. Йылғырлыҡ! Сослоҡ! Йылдамлыҡ! Бына нимә кәрәк кешегә лә! Ханбаланың ауылын, ауылдаштарының көлөн күккә осорған баҫҡынсылар әллә ни көслө түгел ине бит. Әлеге лә баяғы йылғырлыҡтары менән алдырҙылар. Йәшен булып атылдылар… Һәр саҡ еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан батырҙарҙың, яу ҡаһармандарының иҫтәренә килергә лә ирек бирмәнеләр…

Ханбала кәрәк саҡта ҡуян, кәрәк саҡта һеләүһен етеҙлегенә өйрәнергә тейеш. Үҙен-үҙе харап итер дәрәжәлә ул ҡомһоҙ булмаясаҡ, ә ейер тәғәм табылыр.

Ханбала ер-һыу кисте, донъя гиҙҙе. Сикһеҙ далаларҙы буйланы. Урмандарҙы йырҙы. Тауҙар ашатланы. Йырындар аша сыҡты. Упҡындарҙы үтте. Ата-бабалар төйәгенән һаман алыҫлаша барҙы. Сөнки ватанынан ваз кискәйне. Ул яңғыҙ. Яңғыҙлыҡтың өҫтөнлөгө шунда: уның кем икәнен белеүсе юҡ. Хаслашыусы, үсләшеүсе лә юҡ. “Үҙем өсөн, ғүмерем өсөн үҙем генә генә яуап бирәм. Минең ватан, ата-баба, туған-тыумаса алдында үтәр бурысым юҡ. Үс алыр өсөн кемделер үлтереү бурысым да юҡ. Мин – үҙем ирек”.

Күп әҙәмдәрҙе тап итте. Бер ерҙә лә оҙаҡҡа ҡалманы. Кәрәк булһа, ризыҡ бүлеште. Уға ла ярҙам иттеләр: ҡунып сығырға урын, эсергә һыу бирҙеләр. Һеҙ минең дошмандарыммы? Нимә өсөн мин дошманлашырға ҡылыс күтәрергә тейеш? Ә һеҙ мине ни өсөн күрә алмаҫҡа тейеш? Ул тамаҡ аҫраны, үҫмер ҡорона етте.

Бала сағы, ялан тәпәй йүгергән туғайы, яҡындары – бөтөнөһө лә томан артында ҡалды. Бөгөнгөһө менән уларҙың уртаҡлығы юҡ. Ул үҙенең берәҙәк тормошона күнде. Ул үҙ тормошон үҙе аңлағанса, булдыра алғанса ҡорҙо. Ватандан баш тартыуы – үҙ ғүмере өсөн көрәш ине.

Ул әллә ни саҡлы алыштарҙың шаһиты булды. Ҡырҙараҡ йөрөнө, ҡырҙан ғына күҙәтте… Ул берәүҙе лә яҡламаны. Берәүҙе лә ҡәһәрләмәне. Берәүгә лә үс һаҡламаны, дошманлыҡ хисе менән янманы, сөнки бәйләнгән ере булманы. Ул ҡыҙырас ел һымаҡ ине. Кәрәк икән, өйөрмә һымаҡ. Берәү ҙә уны тота ла, ҡыуып етә лә алмай. Эйе, күп яуҙарҙы күреү насип булды Ханбалаға. Тик бер мәхшәрҙең дә эсенә барып инмәне. Юҡ, ҡурҡҡандан түгел. Мәғәнәһен тапманы. Ҡырҙараҡ булды. Ҡырҙараҡ йөрөһә лә, байыны. Байлыҡ, гүйә, уның ҡосағына үҙе теләп килеп инә ине. Байлығын ҡуша алып та йөрөмәне. Алтындарын, аҫылташтарын үҙе генә белгән ерҙәрҙә йәшерә барҙы, сөнки ҡартлыҡты ла уйларға кәрәк. Һәм йәнә донъя гиҙеүен белде.

Ай, йылғыр ҙа шул үҙе! Сос. Тоһмал. Яңғыҙлыҡтан арығас, үҙенән һуң кемделер ер йөҙөндә ҡалдырырға тейешлеген ныҡлап аңлағас, ошо бурысты үтәү кәрәклегенә инанғас, өйләнде. Ап-аруҡ йәшкә еткәйне һәм сикә сәсенә сал ҡунғайны инде уның. Иң ҙур ҡыуанысы улы тыуған көн менән бәйле. Ул вариҫлы булды! Шулай ҙа Ханбала бер ерҙә лә төпләнмәне. Күсмә тормошон уңайлыҡтарға алмаштырманы, сөнки ғүмерлек һөнәре, туплаған оҫталығы шуны талап итә ине. Илен ташлап киткәндән һуң, Ханбала бик шәп һөнәр үҙләштерҙе.

Кешеләр, йәғни, дошмандар бер-береһенә яу сапҡанда, ул да гел шул тирәләрәк була. Ҡанға туҙып алышҡан һуғышсыларҙы күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтә һәм ҡырҙараҡ сабыр ғына үҙ мәлен көтә. Еңгән яҡтыҡылар еңелгәндәрен ҡыҫырыҡлап, арыраҡ ҡыуып алып китеүгә, Ханбала үҙенең үҫмер ҡорона еткән улы менән ерҙә ятҡан үлектәр, яралылар араһында барып инә. Ул – үткер күҙле төйлөгән – был алышта иң шәп һуғышсыларҙың ҡай тирәлә ҡолағанын, иң елле ҡоралдары – ҡылыс, уҡ-яндың – ҡай тирәлә ятҡанын тәғәйен асыҡ белә. Улына бармаҡ менән бер ишаралау етә. Зирәк бала атаһының ҡарашынан бөтәһен дә аңларға өйрәнгән, уға һүҙ әйтеү артыҡ. Исеме лә шәп уғландың. Яратып, Аҡбала, тип ҡушҡайны. Һеләүһендәй етеҙ Аҡбала иң елле, иң шәп ҡоралдарҙы табып килтерә. Күҙ асып йомғансы, бер арба монаят тейәп өлгөрә улар. Һәләк булғандарҙы йыйып алырға, ерләргә, тип, ырыуҙаштары килеп еткәнсе үк юҡ була ла ҡуялар. Яу, һуғыш барған яҡтарҙа ҡоралға һәр саҡ мохтажлыҡ ҙур. Үткер ҡылыс-һөңгө, уҡ-ян өсөн яу сабыр ир-ат аҡса ҡыҙғанмай.

Дошманлашып йәшәгән халайыҡтар, ырыуҙар, ҡәбиләләр өсөн иң кәрәкле тауар, ҡыйбатлы, баһалап бөткөһөҙ хазина – ата менән ул ҡулында. Бындай тауарҙың ҡайҙа күпме торғанын яҡшы беләләр, шундуҡ барып та етәләр. Бына шулай, теләһә-теләмәһә лә, Ханбала ҡулына байлыҡ үҙе килеп инә ине.

Ана шундай уңышлы бер алыш-бирештән һуң, туҡтап тормайынса, ғаилә ары юл алды. Ханбала бисәһе менән – арбала. Көслө ат егелгән, сөнки болдары ауыр ғына. Аҡбала һыбай бара, ул ҡырғараҡ сығып та, алғараҡ китеп тә тирә-йүнде байҡаштыра. Уларға бер ерҙә лә уяулыҡты юғалтырға ярамай. Бер аҙ ваҡыттан һуң, Ханбала менән бисәһе туҙып бөткән бысраҡ сапан кейгән, яңаҡтары эскә батҡан, ҡояшҡа янып ҡап-ҡара булған бер ҡартты ҡыуып еттеләр.

– Ҡайҙа китеп барыш, дәдә? Мен беҙҙең арбаға, уҡталған ереңә тиҙерәк барып етерһең!

– Ә миңә ашығырға түгел.

– Нишләп улай тинең әле, дәдә?

– Ашығып мин ҡайҙа барайым? Юлым бик әҙ ҡалған минең. Үтәһе ғүмер юлым…

– Шул юлыңды сиҡ ҡына еңеләйтһәк, беҙ ҙә ураҙға ирешербеҙ.

Ҡарт уҡына-уҡына арбаға ултырҙы.

– Үҙең, хужа кеше, арыу йәштә күренәһең. Был яҡтағы халыҡтарҙы яҡшы беләм, уларға оҡшамайһығыҙ. Кемдәр булаһығыҙ? Ҡай тарафҡа юл тотош?

Ханбала һәр ваҡыттағыса уратып яуап бирҙе.

– Ә иҫкән елдең торор төбәге ҡайҙа? Болоттоң ҡайтыр урыны ҡайҙа? Беҙ юлсылар. Ҡайҙа барһаҡ та – үҙ ихтыярыбыҙҙа.

– Бик уратып-сураттың… Ватаны була һәр әҙәм балаһының… Эскән һыуың ҡайҙа ҡалды?

– Юҡ минең Ватаным, – тине Ханбала ғәмһеҙ генә.

– Юғалттыңмы? Мәхрүм иттеләрме?

Ханбала бары тик яурынын һикертеп ҡуйҙы. Ватан тураһында ул берәү менән дә һөйләшергә яратмай.

– Ватанға юлың урау икә-ә-ә-ән… – тип һуҙҙы ҡарт әкрен генә үҙе генә аңлаған кинәйә менән. Ханбалаға уның әйткәне оҡшаманы.

– Юҡ минең Ватаным! – Ярһып өндәште Ханбала.

– Һинеке юҡ. Ә улың Ватанын табыр.

Ханбала тертләне. Дилбегәне ныҡ итеп тартты. Ат шаҡарыла биреп туҡтаны.

– Биғәйбә. Беҙҙең юлдар ошонда айырылыша, – тип теш араһынан ҡыҫып сығарҙы аҙаҡҡы һүҙҙәрен ылау хужаһы.

Ҡарт төшөп ҡалды.

Ҡырҙараҡ ат уйнатып килгән Аҡбала атаһы янына килде.

– Ҡарт нимә, тине?

– Улың үҙеңә оҡшаған, һинең һүҙҙән сыҡмаҫ. Йөрөгән юлығыҙ гел бергә булыр, тормошоғоҙ бәрәкәтле, тине.

Аҡбала көлдө.

– Хикмәтле ҡарт! Дөрөҫ әйтә! Эйе, шулай булыр, атай.
 
Ханбала менән хан бала. Хикәйә. (Башы). Фәрзәнә Аҡбулатова.
Ханбала менән хан бала. Хикәйә. (Башы). Фәрзәнә Аҡбулатова.
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас