Йоҡоноң иң татлы мәле. Йылы юрғанға төрөнөп, матур төш күреп ята ине Иҙел. Шул саҡ тышта берәүҙең һыҙғырғаны ишетелде. Күрше-тирәләге эттәр өрөргә тотондо. Теге кеше һыҙғырыуын ҡабатланы. “Бүтән берәүҙәргә килгәндәрҙер”, — тип йоҡо аралаш уйлап ҡуйҙы малай. Тик көтөлмәгән ҡунаҡ китергә ашыҡманы. Ул инде ныҡ итеп ҡапҡаны шаҡырға тотондо. Иҙел теләр-теләмәҫ кенә тороп, тәҙрә ситенән генә урамға ҡараны. Ҡапҡа төбөндә полиция кейемендәге ирҙе күргәс ул ҡатып ҡалды, шунан ипләп кенә артҡа сигенде. Йөрәк табанға төшкәндәй булды. Йоҡо ҡасты.
Иҙел йәһәт кенә әсәһен уятырға тотондо.
— Теге кеше килгән! — тине ул бышылдап.
Был шомло хәбәрҙән Нәфисә тиҙ уянды. Малайының әйткәненә әллә ышанып бөтмәне, үҙе лә тәҙрәгә үрелде. Ә теге ир һаман ҡапҡаны шаҡыуын дауам итте.
— Уф Аллам! — Нәфисә ауыр көрһөндө. — Ҡайҙан ғына шул бәндәгә юлыҡтыҡ?! Нисек кенә уларҙан ҡотолорға?!
— Әсәй, әйҙә ишекте асмайыҡ та ҡуяйыҡ, — тигән булды Иҙел. — Оҙаҡ тормаҫ, барыбер китер.
— Шулайтҡан, ти! Әгәр ғәйеп беҙҙә булһа — бер хәл. Ә бында бер гонаһһыҙ шуларҙан ҡасып ултырсы әле.
Быларҙың һөйләшеүенә Алтынай ҙа уянды. “Ниңә таң менән йоҡо бирмәйһегеҙ?!” — тип ҡыҙ һөрәнләгәйне генә, ҡустыһы шунда уҡ уны туҡтатты. “Шым бул!” тигәнде аңлатты, бармағы менән ишаралап.
Полиция хеҙмәткәре яман ныҡыш булып сыҡты. Ҡапҡаны емереп алып килә.
— Әсәй, ишекте асма! — тине ҡалтырана биреп Алтынай. — Мин унан ҡурҡам.
Иҙел ҡайҙа йәшенергә тип оҙаҡ уйлап торманы:
— Әйҙәгеҙ, баҙға төшәйек тә, шунда боҫайыҡ.
Нәфисәнең башында мең төрлө уй ҡайнаны. Бер ҡатлы балалары кеүек йәшенергә лә теләмәне, алда ниндәйерәк һөйләшеү буласағын күҙаллап, ишекте асырға ла ашыҡманы. Һуңғы көндәрҙә улар менән булып үткән хәлдәр, кинолағы таҫма кеүек, күҙ алдына килеп баҫты.
***
Жыу... Жыу... Жыу... Машиналар киң юлдан елдерә генә. Арттарынан ел уйнап ҡына ҡала. Әгәр берәйһе тиҙлеген кәметһә, ул инде юл ситендә ултырғандарҙың өмөтөн ҡабыҙып ебәрә. Бәлки, туҡтар... Юҡ, ҡыҙыҡһыныу өсөн генә яйлаған, күрәһең. Машина тиҙлеген көсәйтте лә, артабан елдерҙе.
— Әсәй, минең тамағым кипте. Һыу эскем килә. — Алтынай мыжый башланы.
Әсәһе уға аптырап ҡараны:
— Балам, шунан хәҙер нимә эшләйбеҙ? Минең дә һыу эскем килә лә бит. Тик оло юл уртаһында һыуҙы ҡайҙан табаһың? Түҙ саҡ ҡына...
Иҙелдең дә ныҡ итеп һыу эскеһе килде. Ләкин ул был турала мыжып, әсәһенең маҙаһын алырға теләмәне. Белә — бөгөн бит нәҡ уның өсөн ошонда сығып ултырғандар. Әгәр ул да бәлә һала башлаһа, бик үк килешеп бөтмәҫ. Ә көн һаман эҫе. Ҡояш ҡыҙҙыра ғына...
Йәй — ауыл халҡы өсөн ҡыҙыу миҙгел. Күптәр емеш-еләк йыя ла, шуны һатып, аҡса эшләй. Аҡса аяҡ аҫтында тигәндәре ошо инде. Тик ялҡау кеше генә шул муллыҡтан файҙаланмаҫ. Тырышһаң ярайһы уҡ һәйбәт аҡса эшләп алырға була. Урманға барып еләкте йыяһың да, оло юл буйына сығарып һатаһың...
Был миҙгел — Нәфисә өсөн бигерәк тә ҡыҙыу мәл. Эшендә алған аҡсаһы өс бөртөк кенә шул. Ул ике баланы яңғыҙы ҡарай. Ҡыҙы Алтынай, улы Иҙел хәҙер үҙҙәре лә эшкә ярайҙар. Ире аварияға осрап, кинәт донъя ҡуйғас, яңғыҙына бигерәк ҡыйын ине. Ул ваҡытта Алтынайы әле яңы атлай башлағайны. Етмәһә, икенсе балаға ауырлы йөрөгәндә тол ҡалды. Ире үлгәндән һуң ике ай үткәс, Иҙел донъяға килде... Шөкөр, бирешмәне, хәҙер өсәүләп донъя көтәләр.
“Балалар ҙа хәҙер тиҙ үҫә“, — тип уйланып ҡуйҙы Нәфисә. Былтырғы алған кейемдәре туҙып та өлгөрмәй, бәләкәсәйә лә ҡуя. Шуға йыл да уҡыу башланыуға уларҙы баштан-аяҡ яңынан кейендерер кәрәк. Ә был инде арыу ғына аҡса талап итә. Ярай әле тәбиғәт үҙе туйындырып тора. Ялҡауың килмәй, еләген, көртмәлеһен, бәшмәген йыйып һатһаң, балаларға яңы кейем алырға була.
Бына әле оло юл буйында еләк һатырға ниәтләйҙәр. Таң менән урманға сығып киткәйнеләр. Биҙрәләре тулғас, өйгә лә ҡайтып тормай, туп-тура юл буйына сығып ултырҙылар. Иртәгеһе көнөнә ҡалдырһаң, еләк күгәрә башлауы ла ихтимал. Ул саҡта — эштәр харап.
— Етер! Етер! Ҡотормағыҙ! — Бер урында ултырып сыҙамаған балаларын тынысландырырға тотондо Нәфисә. — Ниңә тик кенә ултырмайһығыҙ?
— Әсәй, беҙ баҫтырыш уйнайбыҙ бит!
— Тапҡанһығыҙ урын! Машина аҫтына эләккегеҙ киләме?
— Беҙ юлға сыҡмайбыҙ. Ситтә генә...
— Тик кенә ултырығыҙ! — тип бойорҙо Нәфисә. — Үткән аҙнала ғына Зөбәржәт апайығыҙ ниндәй хәлгә тарығанын ишетмәнегеҙме?
— Юҡ! — тине Иҙел.
— Улар ҙа юл буйына еләк һатырға сыҡҡан. Зөбәржәт апайығыҙ биҙрәһенең ҡаршыһында ултырған, ә ике малайы һеҙҙең кеүек эргәһендә уйнаҡлап йөрөгән. Шул саҡ былар алдына ҙур ҡара машина килеп туҡтаған. “Һеҙҙең балаларығыҙ таш бәреп минең машинамды сыйҙы”, — тип бәйләнергә тотонған шофер. Етмәһә, ҡасандыр сыйылған ерен дә күрһәткән.
Зөбәржәттең йөрәге табанына төшкән. Яңғыҙы әзмәүерҙәй иргә ҡаршы нимә эшләй алһын? “Юҡ, һеҙ яңылышаһығыҙҙыр. Минең балаларым ҡулына ташты алғаны ла булманы”, — тип аҡланырға тотонған, ахырҙа. Ә теге ир тыңларға ла теләмәй икән. “Сыйғанығыҙ өсөн ремонтҡа 20 мең һум бирергә тейешһең”, — тип үҙенекен тылҡый һөмһөҙ ир. Ярай әле, бәхетенә күрә, ГАИ машинаһы үтеп барған. Зөбәржәт ярһыған ирҙән ҡурҡып, ГАИ-ны туҡтатҡан. Нисек булған, түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәс, тәртип һаҡсылары шоферҙың үҙенә бәйләнергә тотонған. Ә Зөбәржәт биҙрәһен тотҡан да йығыла-һөрлөгә өйөнә йүгергән. Хәҙер юл буйына сығырға ла ҡурҡа...
Әсәһенең һөйләгәне Иҙел менән Алтынайға тәьҫир итте, күрәһең. Шунда уҡ әсәһенең янына ҡатырға түшәп ултыра һалдылар. Уйнап-һикереү ҡайғыһы китте. Ләкин бала барыбер бала инде. Ваҡытты нисектер үткәрергә кәрәк бит. Был юлы Алтынай уйын уйлап тапты. Тик урындан тормай ғына уйнаясаҡтар. Әсәһен артыҡ көйәләндермәҫ өсөн.
Тәүге уйын — һандарҙы ҡушыу. Елдереп килгән машинаның һандарын күреп, шуны ҡушыр кәрәк. Кем беренсе булып дөрөҫ яуапты әйтә — шул еңеүсе.
Ана, йөк машинаһы күренде. 3, 5, 9 һандарын Иҙел әллә ҡайҙан уҡ күреп ҡалды. Күҙе бөркөттөкө тиерһең, үткер! Уйында ғына шул һандарҙы ҡушты ла һөрәнләргә тотондо:
— Ун ете! Ун ете! Мин еңдем...
Алтынай һүҙһеҙ генә ҡустыһы менән килеште.
Артабан юлда ҡыҙыл “Нива” машинаһы пәйҙә булды. Уның һандарын да Иҙел әллә ҡайҙан күреп ҡалды: 2, 6, 1. Был юлы ла Иҙел апаһынан алдараҡ булып сыҡты:
— Туғыҙ! Туғыҙ! Мин еңдем!
Алтынай эстән генә асыуланып ҡуйҙы. “Иртә ҡыуанаһың”, — тип уйланы ул үҙенсә. Ҡустыһының һандарҙы ҡабатлауға әллә ни шәп түгел икәнен яҡшы белә. Шуға уйындың дауамын үҙенә отошло яҡҡа борорға булды.
— Ә хәҙер икенсе тур, — тине Алтынай. — Был юлы һандарҙы ҡабатларға тейешбеҙ.
— Әһә, ниңә? — Иҙел ауыҙын ослайтты. — Әйҙә ҡушыу ғына ҡалһын.
— Юҡ! — Апаһының яуабы ҡәтғи булды. — Бер үк төрлө уйын ялҡыта. Ҡабатлауға күсәбеҙ.
Юлда тағы машина күренде: уның һандары 2, 5, 1. Иҙел алдараҡ күрһә лә, дөрөҫ яуапты таба алмай аптыранды.
— Ун була! — Алтынай көлөп ебәрҙе. — Инде мин еңдем!
Тағы йөк машинаһы елдереп үтеп китте. 4, 4, 0 һандары яҡшы күренә ине.
— Ун алты! — тип шатланып ҡысҡырҙы Иҙел.
— Ә бына дөрөҫ түгел! — Апаһы ауыҙын йырып ебәрҙе.
— Нисек инде дөрөҫ түгел? — Малай үҙенекен тылҡырға тотондо. — Дүртте дүрткә ҡабатлаһаң, ун алты була. Шунан ун алтыны нолгә ҡабатлаһаң — барыбер ун алты!
Алтынай математика ҡағиҙәһен яттан һөйләп бирҙе:
— Теләһә ниндәй һанды нолгә ҡабатлаһаң, барыбер ноль була! Беҙҙең осраҡта ун алтыны нолгә ҡабатлаһаң, ноль була. Һин еңелдең, Иҙел!
Үҙ-ара бәхәсләшеп ултырғанда, алдарына аҡ “Волга” машинаһының килеп туҡтағанын һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Машинанан урта йәштәрҙәге ир сыҡты. Ул бик ыҫпай ғына кейенгән: ҡара салбар, ялтлап торған туфлиҙар, ап-аҡ рубашка. Алырға теләүсе менән ултырып һөйләшеү килешмәй тип, Нәфисә урынынан торҙо.
— Ноль була! Был машинаның да һандарын ҡабатлаһаң... – тип һүҙ башлағайны ғына Иҙел, Алтынай “шым тор” тигәндәй ҡулын һелтәне.
Ир тәүҙә биҙрәләге еләкте иғтибарлап ҡарап алды. Шунан бер бөртөгөн тәмләп ҡараны.
— Бөгөн йыйҙығыҙмы? — тип ҡыҙыҡһынды ул.
— Эйе, — тине әсәһе. — Бына әле туп-тура урмандан бында килдек.
— Яҡшы. Еләгегеҙ былай матур күренә. Бөтәһе лә өҫтәге кеүек эре, ҡыҙылдармы? Юҡһа биҙрәнең уртаһына йәшелдәрен һала торғандар...
— Юҡ, ағай! — Һүҙгә Иҙел ҡушылды. — Бөтәһе лә бешкән, тәмле!
Ир ихлас йылмайып ҡуйҙы:
— Күпме тора биҙрәһе?
— 500 һум!
— Әгәр бөтәһе лә шундай бешкән икән, алам. Һеҙҙең намыҫта булһын.
— Хет биҙрәне аҫтын өҫтөнә әйләндереп ҡарағыҙ — бер йәшел бөртөгөн тапмаҫһығыҙ. Беҙ кешеләрҙе алдап йөрөмәйбеҙ.
— Алам улай булғас! — Ир һатыулашып та тормай, 500 һумлыҡ аҡсаны Нәфисәгә һуҙҙы.
Аҡсаны күргәс, Иҙелдең күҙе бәзләп китте. Бына бит бәхет тигәне! Ҡалай уңышлы килеп сыҡты. Оҙаҡ та ултырманылар, алыусыһы ла табылды. Тимәк, Иҙел бөгөн өр-яңы кроссовки кейеп ҡайтасаҡ!
Был хаҡта күптән хыялланды малай. Дөрөҫөрәге, үткән аҙнанан бирле яңы кроссовки тип мең тапҡыр тылҡыны.
Ауылдағы магазинға барғайны ул. Шунда кәштәлә торған өр-яңы ҡара кроссовкиға күҙе төштө. Иғтибар итмәҫлек тә түгел шул. Ыҡсым ғына итеп тегелгән, үҙе күҙҙең яуын алып әллә ҡайҙан ялтырап тора. Һатыусы Гөлниса апайҙан һорап, кейеп ҡарағайны — яраны ла ҡуйҙы. Үҙенә хәтәр килеште. Иҙел өсөн генә теккәндәр тиерһең. Шунан башлап тынғыһын онотто малай. “Әсәй, әйҙә шуны алайыҡ. Миңә яңы кроссовки кәрәк. Тегеһе аяҡты ҡыҫа”, — тип көн дә мыжый башланы.
”Ярай, бына еләк йыйып аҡса эшләрбеҙ ҙә, алырбыҙ”, — тип йыуатты әсәһе.
Аҙаҡ еләккә барырға көнө тура килмәй торҙо. Йә әсәһе эшенән бушаманы, йә ҡойоп ямғыры яуҙы. Ул арала түҙемһеҙлеген юғалтҡан малай магазинға көн дә барып әйләнер булды. Ингәс тә тәүҙә аяҡ кейемдәре торған кәштәгә ҡарай. Теге кроссовкиҙы күрһә — эсенә йылы йүгергәндәй була. Һатыусы ла уның йыш килеүенең сәбәбен аңланы, күрәһең:
— Бүтәндәр алып китер тип ҡурҡаһыңмы?
— Эйе, мөмкин булһа, шул кроссовкиҙы ситкә алып ҡуйығыҙ әле. Ошо арала аҡсабыҙ буласаҡ. Ҡулға аҡса төшһә, шунда уҡ килеп алырбыҙ.
Һатыусы Гөлниса апай уның үтенесен ҡаҡманы:
— Ярай. Ҡалдырырмын. Тик оҙаҡҡа һуҙа алмайым...
Шул кроссовки Иҙелдең тыныслығын урланы тиерһең. Йоҡларға ятһа ла оҙаҡ шул хаҡта уйлана. Нисек шул яңы кроссовкиҙы мәктәпкә кейеп барырын күҙ алдына килтерә. Бындай матуры бүтән берәүҙә лә юҡтыр ул. Иҙелдең аяғында ниндәй затлы кейем икәнен күрһәләр, класташтары көнләшеп ҡарарҙар, моғайын. Ә Иҙел етди ҡиәфәт менән уларҙың алдынан эре генә үтеп китер...
Ир еләкте һатып алды ла, хушлашып, ҡуҙғалып китте. Иҙелдең ауыҙы ҡолағына еткәйне.
— Бөгөн ҡалай һәйбәт көн булды әле. — Шатлығы Нәфисәнең йөҙөнә сыҡҡан. Ул аҡсаны ипләп кенә бөгәрләне лә, кеҫәһенә тыҡты. — Әйҙәгеҙ, ҡайтып сәй эсеп алайыҡ. Тамаҡты сылатып алыр кәрәк.
Тик Иҙел генә өйгә ашыҡманы. Теге кроссовкиҙы бүтән берәү унан алда эләктерер тип ҡурҡты ул:
— Әсәй, әйҙә тәүҙә кроссовкиҙы алайыҡ та... Гөлниса апай оҙаҡ көтә алмайым тине бит.
— Ай Аллам! — Нәфисә уфтанып ҡуйҙы. — Шул кроссовки тип хыялый булдың бит. Әйҙә һуң, киттек...
Шуны ғына көткән Иҙел бөтәһенән дә алда магазинға ҡарай йүгерҙе.
Дауамы бар.
***