Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Ғинуар , 22:00

Алдаҡсы Повесть (2) Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ

Иҙел магазинға иң беренсе булып барып инде. Ингәс тә, теге кәштәгә ҡараны. Тора! Әллә ҡасандан бирле күҙе ҡыҙып йөрөгән кроссовкиҙы берәү ҙә алмаған. Бәхете бар икән. Эсенә йылы йүгерҙе.

Алдаҡсы Повесть (2) Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
Алдаҡсы Повесть (2) Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ

***

Иҙел магазинға иң беренсе булып барып инде. Ингәс тә, теге кәштәгә ҡараны. Тора! Әллә ҡасандан бирле күҙе ҡыҙып йөрөгән кроссовкиҙы берәү ҙә алмаған. Бәхете бар икән. Эсенә йылы йүгерҙе.

— Апай, бына беҙ килдек. Әйттем бит ошо арала һатып алырбыҙ тип. — Малай шатлығын йәшерә алмай, көр тауышы менән Гөлниса апайға өндәште.

— Ҡалай шәп. — Һатыусы йылмайып ҡуйҙы. — Бөгөн килеп бик дөрөҫ иткәнһегеҙ әле. Тағы саҡ ҡына көтөрмөн дә, бүтәндәргә биреп ебәрермен тип тора инем. Күптәрҙең эстәре ҡыҙа шул кроссовкиға. “Миңә һат та, миңә һат”, — тип теңкәне ҡоротоп бөттөләр инде. Шуның өсөн үпкәләгән кеше ҡалманы...

— Рәхмәт, апай! Кейеп ҡарай торайым әле. Әсәйем хәҙер инә.

Гөлниса кәштәнән ялтырап торған ҡара кроссовкиҙы алды ла малайҙың ҡулына тотторҙо. Иҙелдең ауыҙы йырылды. Шатлығынан “ур-ра” тип ҡысҡырып та ебәрер ине, кешеләр оялтыр тип уйланы.

Шул арала магазинда халыҡ күбәйеп китте. Әсәһе менән Алтынай ингәндә, Иҙел өр-яңы кроссовки кейеп, ҡып итеп баҫып тора ине. Бөтәһе лә уға һоҡланып ҡарай, маҡтап та алалар.

— Ҡалай йәтеш булды. Тап һинең өсөн генә теккәндәр тиерһең! — тине ҡатындарҙың береһе.

— Әйтмә лә, министр булды ла ҡуйҙы. Бындай затлы кейем менән хет бөгөндән кәләш алып бир.

— Йылы аяғыңда туҙһын!

Гөлниса апай һатыу иткән магазин — ауылдың ҡап уртаһында урынлашҡан. Бында нимә генә юҡ! Ишектән инеү менән бер яғында аҙыҡ-түлек һатылһа, икенсе яғында кейем-һалым урын алған. Һатыусы бөтә тауарҙарҙы ла биреп өлгөрә. Етеҙ кеше шул. Тик әле Иҙелгә кроссовки кейҙереп, көҙгөгә күрһәткәнсе генә сират оҙонайып өлгөрҙө. Кешеләрҙең күп булыуы бер яҡтан малай өсөн ҡыуаныс та, әйҙә күрһендәр уның яңы кроссовкийын. Ул таушалып бөткән калушын ситкә этте лә, касса янына барып баҫты.

— Күпме бирергә тейешбеҙ бының өсөн? — Әсәһе кроссовкиҙың хаҡын яҡшы белһә лә, ниңәлер ҡабаттан һорап ҡуйҙы.

— Дүрт йөҙ туҡһан һум.

— Бына улайһа. — Нәфисә 500 һумлыҡ аҡсаны һатыусыға һуҙҙы. — Ҡалған ун һумына һыу бир әле, юҡһа тамаҡ кибеп китте.

Балаңдың шатланыуын күреү — үҙе оло бәхет икән. Бер ниндәй алтынға ла алыштырырлыҡ түгел ул яҡты хисте. Нәфисә ошо хаҡта эстән генә уйлап ҡуйҙы. Ни тиклем генә арыттырһа ла, бынау магазин эсендә бөтә арып-талыуы юҡҡа сыҡты. Алтынай ҙа ҡустыһы өсөн һөйөнөп бөтә алманы...

Һатыусыға рәхмәт әйтеп, улар өсәүләп сығыу яғына ынтылды. Ғәҙәттә, яңы кейемде алғас та, кеше шунда уҡ кейә һалып бармай. Берәй матур сараға, йә кеше күберәк булған ергә кейеп барырға тырыша. Ә Иҙел бөтөнләй түҙемһеҙ булып сыҡты. Кроссовкиҙы шунда уҡ кейеп алды, ә теге иҫке калушын ҡулына тотто. Өйҙәренә тиклем апаруҡ ҡына араны үтергә кәрәк. Юлында осрағандар  күрһен әйҙә уның яңы әйберен. Ҡаршыһына берәй класташы тап булһа, тағы ла яҡшы!  Әйҙә уларҙың да эсе көтөрләһен!

Магазиндың тупһаһын аша атлап сыҡтым тигәндә генә, һатыусының ярһыу тауышы ишетелде:

— Нәфисә! Нәфисә тим! Туҡта әле, туҡта!

Әсәһе аптырап кире боролдо:

— Нимә булды?

— Оятһыҙ бәндә икәнһең дәһә! Көпә-көндөҙ кешене алдап йөрөйһөң!

Нәфисә көтөлмәгән хәбәрҙән баҙап ҡалды. Әле генә һин дә мин һөйләшкән Гөлниса бөтә ғәм алдында йөҙөнән алһынсы!

Ахырҙа:

— Бер ҙә аңламайым һине. Ниндәй алдау? — тип көскә әйтә алды.

— Белмәмешкә һалышма, мошенница! Мин уларҙы әҙәмгә һанап изгелек күрһәтәм, ә улар оятһыҙҙар. Малайың кире сисһен кроссовкиҙы! Мә, ал ялған ҡағыҙыңды. — Ҡыҙған һатыусы 500 һумлыҡ аҡсаны Нәфисәнең алдына бәрҙе.

Эргәһендә торған ҡыҙы менән малайының йөҙө әллә ҡурҡыштан, әллә оялыуҙан ҡып-ҡыҙыл булды. Әсәләре лә ҡаушап, өнһөҙ ҡалды. Иҙәндән аҡсаны күтәреп, яҡтыға ҡуйып ҡарағайны, унда “образец” тигән яҙыуҙы күреп, шаҡ ҡатты! Аҡса, ысынлап та, ялған булып сыҡҡан. Йөҙө йәмрәйгән Гөлниса Иҙелгә ҡысҡырҙы:

— Нимәңде ҡарап тораһың, ҡарпыш ҡолаҡ?! Сис тиҙерәк! Нисек ер күтәреп йөрөйҙөр бындай әҙәм аҡтыҡтарын?!

Сығырынан сыҡҡан һатыусы сиратта торған ҡатындарға боролдо:

— Бына һеҙ күрҙегеҙме? Ҡара нимә эшләп маташалар? Ялған аҡса биреп, мине расходҡа батырырға уйлағандар...

Бығаса яңы кейем менән ҡотлаған ҡатындар шаулашырға тотондо:

— Әстәғәфирулла! Ундай оятһыҙлыҡ телевизорҙа ғына була икән тиһәм...

— Нәфисәне бындай уҡ кеше тип уйламаған инем...

— Хәҙер кешелә оят та, намыҫ та юҡ...

Өҫтөнә ашлы һыу булып ҡойолған яман һүҙҙәр ҡатындың күңелен аҡтарҙы. Маңлайына тир бәреп сыҡты. Тиктомалдан ниндәй хурлыҡҡа ҡалды! Оятыңдан хет ер тишегенә инеп кит! Шулай ҙа бар көсөн йыйып, аҡланырға тырышты:

— Нахаҡҡа ғәйепләмә, Гөлниса. Әле юлда еләк һатҡан инем, ниндәйҙер ир ошо аҡса менән түләне. Мин шуны һиңә бирҙем. Уның ялған икәнен ҡайҙан беләйем?

— Знать не знаю! Ишеткем дә килмәй! Йәһәтерәк кроссовкиҙы сисегеҙ ҙә, күҙемдән юғалығыҙ!

Иҙелдең йөҙө ҡасты. Инде яратып өлгөргән әйберҙе ҡулынан ысҡындырғыһы килмәне. Бындай хәлдең булыуына бер нисек тә ышана алманы.

— Әсәй, әллә бурысҡа алайыҡмы? — тип бышылданы ул. — Тағы еләк йыйырбыҙ әле.

Бала хаҡы өсөн ниндәй генә кәмһенеүгә бармай әсә кеше. Үҙенә аждаһа һымаҡ ябырылған Гөлнисаға бындай йомош менән мөрәжәғәт итеү — түбәнһенеүҙең ниндәйе бит! Тик ҡалайтаһың? Бала күңелен күшектермәйем тип кенә һорарға баҙнат итте ҡатын:

— Ярай, Гөлниса, ғәйепкә алма. Һине алдайым тип килмәнем бит. Үҙем дә бер ҡатлы: кешеләргә үтә ышаныусан булғанға шулай килеп сыҡты. Улыма кроссовкиҙы үтескә булһа ла биреп тор. Ошо аҙнала нисек тә түләрмен...

Һатыусы һөйләшергә теләмәүен белдереп, ҡулын һелтәне:

— Белгең килһә, ялған аҡса өсөн закон ҡаты. Полиция саҡыртмағанға рәхмәт әйт. Шаһиттар бына тора. Шуға имен-аман саҡта сығып китегеҙ. Һыуҙы ла кире ҡуй!

Малайға кроссовкиҙы сисеп, кире калушты кейеүҙән бүтән әмәл ҡалманы. Баяғы ғына көләс йөҙлө, яғымлы күренгән һатыусы уның күҙе алдында бөтөнләй икенсе булып тойолдо. Ауыҙы йәйендәй ҙур, үҙе сусҡа һымаҡ һимеҙ икән дәһә һатыусы! Иренен ослайтып әрләшкән Гөлниса хәҙер Иҙел өсөн ауылда иң йәмһеҙ кеше булып күренде.

Улар магазиндан сыҡҡанда әрләү һүҙҙәре оҙатып ҡалды:

— Мошенниктар! Битһеҙҙәр!

— Нисек ер күтәреп йөрөй икән ундайҙарҙы?..

Өсәүләшеп бер һүҙ ҙә өндәшмәй урам буйлап атлай бирҙеләр. Бындай хурлыҡтан, бигерәк тә, малай ғәрләнде. Уның өмөтһөҙлөккә тарыған башы эйелгәндән-эйелде. Бар теләге — юл ыңғайы бер кем дә осрамаһа ине. Хатта йорт алдында ултырған әбейҙәр ҙә уның хурлыҡҡа ҡалыуы тураһында белгәндәй тойолдо. Ана, иҫке калуш кейгән Иҙел килә тип көлөүҙәренән ҡурҡты.

Нәфисәнең күңелендә бөтә нәмә аҫты-өҫкә килде. Тик балаларына һиҙҙермәҫкә тырышты. Бигерәк таш бәғерле икән был Гөлниса! Ниндәй генә һүҙҙәр әйтеп бөтмәне. Баланың битенән алып... Теле ҡороғор. Әгәр ул юрамал ялған аҡса бирһә лә, баланың бында ни ғәйебе бар? Шул уйҙар әсә кешене берсә ҡалтыратты, берсә ярһытты.

Алтынай тынлыҡты боҙҙо:

— Бөтә бәлә шул ағай арҡаһында килеп сыҡты. Ә былай үҙе һәйбәт кеше һымаҡ күренгәйне, эйе бит, әсәй?

Нәфисә өндәшмәне.

— Бына ул ысын мошенник! Тәгәрмәсе тишелһә ярар ине. — Иҙелдең асыулы һүҙе ине был.

Нәфисә эстән генә уйланып бара бирҙе. Бик уңайһыҙ, хатта ғәрлегеңдән кеше күҙенә бүтән күренмәҫлек хәлгә ҡалдылар бит. Ул ирҙе хәҙер ҡайҙан табаһың? Аҡ “Волга” икәнен генә хәтерләй ҙә бит. Тик донъяла бөткәнме ундай машиналар... Бәлки, хәҙер ауыҙы шапылдап еләк ашап ултыралыр. Алдаған кеше китте лә, вәссәләм. Ә балалары менән уға ошо ауылда йәшәргә бит. Балаларға ҡушылып ул да теге алдаҡсыны әрләр, ҡарғар ине. Тик яманлыҡҡа яманлыҡ менән яуап биреп, әле быуындары нығынмаған ғәзиздәренең күңелен ҡарайтырға тимәгән дәһә. Яңғыҙ ҡатынға үс алыу ҡайғыһымы ни? Уҡыу йылы яҡынлашып килә. Нисек тә булһа кроссовкилыҡ  аҡса тағы эшләргә кәрәк. Ә алдаған кешенең гонаһы үҙенә булһын. Хоҙай күреп тора ул.

Өләсәһенең әйткәндәре ныҡ һеңеп ҡалған Нәфисәнең хәтеренә. “Кешенең күҙ йәше, бигерәк тә баланыҡы, йәлсергә ирек бирмәй ул. Әле кешеләрҙе рәнйетеп, күҙ йәштәрен түктереп, берәү ҙә бәхеткә ирешмәгән”, — тиер ине күпте күргән әбей.

Нәфисә күҙ йәшен түкмәне, әлбиттә, тик эстән генә һыҡтай ине. Кеше алдында балауыҙ һығып, үҙенең көсһөҙлөгөн күрһәтергә тимәгән. Тағы шуны яҡшы белә: ауыҙың тулы ҡан булһа ла, кеше алдында төкөрөргә ярамай. Дошмандар шатланмаһын!

Әсәһе үҙен ныҡ тотҡас, Иҙел дә бая магазинда ҡыҙарып бүртенде, ләкин бер тамсы ла йәшен  күрһәтмәне. Алтынай ҙа үҙен саҡ-саҡ тыйып ҡалды.

— Әсәй, ә ниңә беҙ шулай бәхетһеҙ ул? — Ҡыҙының был һүҙенән әсә кеше кинәт тертләп китте. — Анау тапҡыр бер көсөк өсөн мәктәптә оялтып бөттөләр.

Уға Иҙел дә ҡушылды:

— Ҙурайһам, шул иркәйҙе үҙем туҡмап китәм.

Зиһенен йыйып, Нәфисә ғәзиздәрен йыуатырға тотондо:

— Улай тип әйтмә, балам. Беҙҙе алдаған кеше үҙе бәхетһеҙ.

— Нисек инде улай?

— Кешенең һәр көнө һуңғыһы булыуы ихтимал. Алдан һине нимә көтөрөн кем белһен? Тәүбә, тәүбә, әгәр ғүмерең кинәт өҙөлә ҡалһа — бөтөн гонаһтарың үҙең менән китәсәк бит. — Тамағын ҡырып, әсә һөйләүен дауам итте. — Йәбер күргән кешеләрҙән ғәфү үтенеп тә өлгөрмәйәсәкһең. Бына шуныһы иң ҡурҡынысы. Беҙгә, киреһенсә, ул ирҙе йәлләр кәрәк. Беҙҙең намыҫ таҙа, ә ул үҙенә ни тиклем ауыр йөк алды... Ярай, шуның менән онотайыҡ.

Ҡараңғы төштө. Әсә менән балалары бер һүҙһеҙ генә сәй эстеләр ҙә, йоҡларға ятты. Балалар көнө буйына йөрөп арығайны. Алтынай мендәргә башын терәүе булды, мышнап йоҡлап та китте.

Нәфисә иһә оҙаҡ йоҡлай алмай аҙапланды. Башында мең төрлө уйҙар ҡайнаны. Ниңә кешеләр бүтәндәргә хөкөм сығарырға әҙер генә тора икән? Уның хәленә инеү, аңларға тырышыу тигән нәмә лә юҡ... Ярай, килгән бәлә шуның менән онотолһа ярай ҙа бит. Әгәр Гөлниса үс итәм тип, бөтөн ауылға һөйләп йөрөһә?.. Кеше алдына нисек сыҡмаҡ кәрәк?!

 

***

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас