Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Ғинуар , 22:30

Алдаҡсы Повесть (3) Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ

Шул әйберҙе алам тип ни тиклем тырышты Иҙел. Таңғы алтыла тороп урманға бар. Биш километр араны йәйәүләп үт. Шунан, күгәүендән, серәкәйҙән талана-талана еләк йый. Ни тиклем ҡыйын булмаһын, малай мыжып, әсәһенә бәләһен һалманы. Белә, әсәһе лә ҡоторғандан түгел, нужа ҡушҡанға балаларын шулай йөрөтә. Бөтә тиҫтерҙәре тәмле төш күреп ятҡанда, Иҙелдең рәхәтләнеп йоҡлағыһы килмәнеме? Бик теләп йоҡлар ине. “Анау йылтыр кроссовкиҙы алам тиһәң, тик ятып булмай инде. Түҙер кәрәк”, — тип тынысландырғайны шул саҡ үҙен.

Алдаҡсы Повесть (3) Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
Алдаҡсы Повесть (3) Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ

***

Иҙел дә оҙаҡ йоҡлай алмай йонсоно. Күҙен йомоп ҡараһа ла, бер нисек тә йоҡо алманы. Киреһенсә, әллә ниндәй уйҙар башҡа килә лә килә. Ниндәй ҡәһәрле көн булды һуң?! Ә бит барыһы ла ул теләгәнсә бара кеүек ине... Ғәрлегеңдән ҡысҡырып иларлыҡ хәлгә тарынылар бит. Күпме хыялланды шул кроссовкиҙы алам тип! Инде кейеп, магазиндан сығып барғанда, бөтә халыҡ алдында кире систереп алһындар әле! Ояттың сиге! Малайҙың ошо мәлдәге уй-кисерештәрен һүҙ менән генә аңлатып бирерлек түгел ине.

Шул әйберҙе алам тип ни тиклем тырышты Иҙел. Таңғы алтыла тороп урманға бар. Биш километр араны йәйәүләп үт. Шунан, күгәүендән, серәкәйҙән талана-талана еләк йый. Ни тиклем ҡыйын булмаһын, малай мыжып, әсәһенә бәләһен һалманы. Белә, әсәһе лә ҡоторғандан түгел, нужа ҡушҡанға балаларын шулай йөрөтә. Бөтә тиҫтерҙәре тәмле төш күреп ятҡанда, Иҙелдең рәхәтләнеп йоҡлағыһы килмәнеме? Бик теләп йоҡлар ине. “Анау йылтыр кроссовкиҙы алам тиһәң, тик ятып булмай инде. Түҙер кәрәк”, — тип тынысландырғайны шул саҡ үҙен.

Дөрөҫөн әйткәндә, Иҙел еләк йыйырға әллә ни яратмай. Бик мәшәҡәтле һәм ялҡытҡыс эш ул. Беренсенән, үҙеңде тыя белер кәрәк. Эргәңдә ҡып-ҡыҙыл ғына еләктәр түшәлеп ятҡанда, нисек шуны ашап ҡарамай түҙәһең? Нисек кенә тәмләгеһе килһә лә, ярамай. Әгәр берҙе ҡабып ҡараһаң, аҙаҡ үҙеңде туҡтата алмаясаҡһың. Ул саҡта, еләктәр һауытҡа түгел, ә ауыҙға үҙенән-үҙе инеп торасаҡ. Кәм тигәндә, йә береһе — һауытҡа, икенсеһе — ауыҙға. Эш улайға китһә, нисек биҙрәне тултырып була? Шуға үҙеңде тыяһың. Быны эшләүе бик ауыр, ләкин бүтән сара юҡ. Ана шуға ла яратып бөтмәй был шөғөлдө Иҙел.

Икенсенән, еләкте йыяһың да йыяһың, ә биҙрә һаман тулмай. Шул ялҡытҡыс шөғөлдөң оҙаҡҡа һуҙылыуы ла маҙаға тейә.

Тағы ла, Алтынай апаһы тикшереп тәҡәтен ҡорота. Тиҙ генә үҙенең кәсәһен тултыра ла, Иҙелдең янына килә. Шунан ҡустыһын тикшерергә тотона:

— Ниңә һаман һинең һауытың тулмай? Мин әсәйҙең ҙур биҙрәһенә кәсәмде тултырып һалдым.

— Һинең һымаҡ тиҙ йыя белмәйем, — тип аҡлана малай.

— Шулай, имеш... Моғайын, күбеһен үҙең ашайһыңдыр. Ҡайҙа, телеңде күрһәт әле... Ҡыҙармағанмы икән?

Алтынай ул яҡҡа бик сос. Уны алдап булмай. Ана бит ҡалай һөйләшә. “Телеңде күрһәт әле” тип кенә ебәрә. Эйе, әгәр еләкте күп ашаһаң, телең ҡыҙара. Шуның буйынса ла мутлашыуҙы белеп була. Әммә Иҙел алдашып тормаһа ла, барыбер апаһынан тиҙерәк йыя алмай.

Әсәһе лә талапсан. “Бешеп бөтмәгән еләктәрҙе өҙмәгеҙ. Иң эреләрен, ҡыҙылдарын ғына йыйығыҙ. Юғиһә, араһында йәшелдәре булһа, һатып алыу­сы алдында оятҡа ҡалырбыҙ”, — ти ул.

Алтынайға был һүҙ етә генә ҡала. Тиҙ генә кәсәһен тултыра ла ҡустыһына маҡтанырға тотона:

— Күрәһегеҙме, миндә бер йәшеле юҡ. Ә һин ҡарап та тормайынса бөтәһен дә өҙәһең, шикелле.

— Шәп булған, — ти асыу ҡатыш Иҙел. Шунан апаһын үсектерергә тотона. — Былай тиҙ йыйғас, һине ҙурайғас, Әбйәлилгә килен итеп бирербеҙ, ти әсәй. Унда һинең һымаҡ сос ҡыҙҙарҙы ныҡ яраталар икән. Улар донъяны хәтәр көтәләр,  ти.

— Шулайтҡан, ти. — Алтынай илар сиккә етә. — Үҙеңде кейәү итеп шул яҡҡа ебәрербеҙ әле.

Был һүҙҙәрҙән һуң апаһы үсегә лә, бүтән уның эргәһенә килмәй...

Ярай әле ямғыры булманы. Төшкә ҡарай биҙрә тулған ине. Урмандан ҡайтҡанда, юл тиҙерәк үтелгәндәй тойолһа ла, барыбер шул уҡ биш километр ара. Ҡайтҡансы аяҡ тала. Ауылға килеп еткәс тә, өйгә инеп тормай туп-тура юл буйына сығып ултырҙылар. Әгәр еләкте иртәгеһе көнгә ҡалдыр­һаң, ул боҙола башлауы ла ихтимал. Бөгөн үк һа­тып ебәреүең хәйерлерәк. Йәнә лә теге кроссовки! Гөл­ниса апай ҙа мәңге көтә алмай. Бүтәндәргә һатып ебәрһә, булыр һиңә...

Малайҙың барлыҡ уй-хыялы ул теләгәнсә бара һы­маҡ ине. Кроссовки ҙа үҙенә ҡалай килеште һуң! Сит­тән күҙәтеп торған апайҙар ҙа тәүҙә маҡтап бер булды. “Йылы аяғыңда туҙһын!” — тип теләп ҡалғайнылар бит.

Туҙҙы туҙмай! “Ҡарпыш ҡолаҡ кроссовкиҙы сисһен!” — тип кенә ҡысҡырҙы һатыусы. Ниндәй хурлыҡ! Әгәр шул ағай ялған аҡса бирмәһә, бөгөнгө көн ҡалай матур тамамланған булыр ине. “Беҙҙең еләкте туйғансы ашап, хырылдап йоҡлап яталыр әле үҙе!” Иҙел үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы.

Ҡайһы берҙә шундай сәйер төштәр була. Уны бөтәһе лә күргәне барҙыр, моғайын. Имеш, һин ҡайҙандыр аҡса табып алаһың. Миллионлап! Әммә һин уны тотонорға ашыҡмайһың, берәй әйбер ҙә алмайһың. Ята бирһен әле тип кенә ҡуяһың. Шул саҡ һин уянып китәһең дә, бының бары төш бул-ға­нын аңлап, уфтанып ҡуяһың. Исмаһам, төштә булһа ла шул аҡсаны тотонманым тип көйәләнәһең...

Ә Иҙелдең хәле бынан да ҡыйыныраҡ. Ул төшөндә түгел, ә өнөндә шундай хәлгә тарыны. Йылтырап торған кроссовкиҙы кейеп ҡараны ла, шунда уҡ унан ҡолаҡ ҡаҡты.

Шуға ла әлеге мәлдә ҡыйын, бик ҡыйын уға.

 

***

Алтынай уянғанда, әсәһе өйҙә юҡ ине. Эшкә киткән. Ул ауыл янындағы ял йортонда йыйыштырыусы булып эшләй. Эшкә һуңламаҫ өсөн етелә үк тороп сығып китә. Иҙел әле мыш-мыш килеп, рәхәтләнеп йоҡо һимертә.

Алтынай торҙо, битен йыуҙы. Шунан ҡустыһын уятты. Әсәһе иртә менән эшкә китһә лә, балалар өсөн тәмле генә бутҡа бешергән.

Тамаҡ ялғап алғас, Иҙел менән Алтынай эшкә то­тон­до. Иҙел баҡсаға сығып ҡый үләндәрен утарға то­тондо, ә Алтынай ике биҙрәһен алып шишмәгә юлланды.

Шишмәгә тиклем арыу ғына ара үтәһең. Йылға ярты юлда ҡала. Тик уның өсөн Алтынай бер ҙә бәлә һалмай, киреһенсә үҙем шунда барам тип ынтылып тора. Ҡыҙының сатанлап атлағанына әсәһе йәлләп тә ҡуя. “Йылғаның да һыуы таҙа бит. Ниңә этләнеп алыҫҡа йөрөйһөң?” — тип көйә әсәһе. “Уның һыуы тәмлерәк тә инде”, — ти ҙә ҡыҙ, үҙ юлында була.

Эш һыуҙың тәмендә генә булһа ине лә. Алтынайҙың үҙе генә белгән сере бар. Уны башҡа берәү ҙә белмәҫкә тейеш. Бүтән берәү ишетһә, йә уны аҡылға бер сама тип уйлар...

Шишмә юлында барғанда ҡыҙ үҙен иркен тоя. Бында ул хыялдары менән икәү генә ҡала. Берәү ҙә һүҙ ҡушып уйын бүлдермәй ҙә, юҡ-бар һорауҙар менән аптыратмай ҙа. Шишмәгә шулай татлы хыялдарға сумып, атлап барғанда — нисек тиҙ барып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ә Алтынайҙың хыялдары — икһеҙ-сикһеҙ. Шуларҙың береһе — йырсы булыу. Кеше алдында булһа, бәлки, оялыр ҙа ине. Ә бында, туғайҙа,  рәхәтләнеп йырларға мөмкин. Һандуғастарҙан башҡа берәү ҙә шаһит түгел. Шул саҡ үҙен ҙур сәхнәлә йөрөгәндәй хис итә ҡыҙ. Бына ул йырлап бөтөр ҙә, залдағылар аяҡ үрә баҫып, геү килеп ҡул сабыр төҫлө...

Кире ҡайтҡанда юл ауырая. Һыу күпкә етһен тип Алтынай ҙур биҙрәләрен тултырып алғайны шул. Әле яңы бишенсе класты бөткән ҡыҙға, был ауыр, әлбиттә. Бер аҙ атлай бирә лә, ял итә, тағы атлай ҙа ял итә. Бына хәҙер Ҡолсоғаҙы йылғаһын сыҡһа, күп тә ҡалмаясаҡ.

“Бөгөн тәким шишмәгә барғанһың. Эй, егәрлеһең дә инде, ҡыҙым”, — тип әсәһе арҡаһынан һөйөп алыр әле. Ул эштән ҡайтыуға шишмә һыуынан самауырҙа сәй ҡайнатып та ҡуйһа...

Йылға буйында ҡаҙҙарҙың кемуҙарҙан ныҡ итеп ҡаңғылдашыуына ҡыҙ һиҫкәнеп китте. Бәләнән ҡотолорға теләп, улар ян-яҡҡа һибелде. Тик бер бәпкә генә ярға сыға алмай ыҙалана. Ә өс малай уға ярыша-ярыша таш бәрә.

— Күрҙеңме, ҡалай төҙ бәрҙем? Минең таш уға шаҡ итеп ҡалды.

— Улай мин дә булдыра алам. Хәҙер күрһәтәм...

Малайҙар ҡыҙҙы тәүҙә күрмәне. Улар ҙур ләззәт менән ана шулай мәргәнлектә көс һынаша ине. Бындай ҡанһыҙлыҡты күреп, Алтынай түҙмәне. Биҙрәләрен ергә ҡуйҙы ла, уҡтай тегеләрҙең алдына йүгерҙе:

— Туҡтағыҙ, оятһыҙҙар! Нимә эшләйһегеҙ ул! Хәҙер әсәйемде саҡырам. — Әсәһе өйҙә булмаһа ла, шулай ҡурҡытырға булды ҡыҙ. Был һүҙҙәрҙән малайҙар мотлаҡ ҡасып, күҙҙән юғалыр тип өмөтләнде ул. Тик хәл башҡасараҡ килеп сыҡты. Былар — ауылдың юғарғы яҡ осонда йәшәгән малайҙар. Шуларҙың береһе — һатыусы Гөлнисаның улы. Исеме — Хәниф. Алтынайҙан бер класҡа юғарыраҡ уҡый. Теге икәү ереклек араһына ҡасып йәшеренергә самалағайны, Хәниф уларҙы туҡтатты.

— Ҡасмағыҙ! — тип бойорҙо ул. — Кеше шунан да ҡурҡамы? Мошенница бит үҙе...

— Ә-ә-ә, һин бая ғына һөйләгәйнең бит. Шулмы ни кеше алдаусы? — Малайҙарҙың береһе ҡыҙға мыҫҡыллы итеп йылмайҙы.

Алтынай бирешергә теләмәне, үҙ һүҙендә торҙо.

— Һеҙ ниңә көпә-көндөҙ ҡаҙҙарға таш атаһығыҙ? Үҙеңә шулай эләкһә, рәхәт буламы? Ана, бер бәпкә хәҙер атлай алмай...

— Аҡыл өйрәтмә, йәме, сатан күркә. Һинән генә һорарға онотҡайным. Үҙ юлыңда бул. — Күҙемдән юғал тигәндәй, Хәниф йоҙроғо менән киҙәнеп ҡуйҙы.

Уға теге икәү ҙә ҡушылды:

— Ха-ха! Сатан күркә, сатан күркә!

“Сатан күркә” тигән һүҙгә ныҡ асыуы килде Алтынайҙың. Сатанлап атлаһа ни, уны үҙе теләп алмаған бит. Мәктәптә лә уны ҡайһы саҡ шулай үсекләп алалар. Шул һүҙҙе ишетһә, ныҡ ҡыйын булып китә ҡыҙға. “Ниңә был донъяға шулай тыуҙым”, — тип, кеше күрмәгәндә илап та ала.  Хәнифтең әле генә әйткән был һүҙҙәре уға уҡ булып  ҡаҙалды. Тик шымып ҡалырға ярамай. Нисек кенә булмаһын, ул бит кеше ҡаҙҙарына таш бәреп йөрөмәй.

— Китегеҙ хәҙер үк был яҡтан. Хужаһына әйтәм, — тиеүҙән Алтынай бүтән сара тапманы.

Был һүҙҙәр малайҙарҙың асыуын ҡабартты ғына:

— Ҡара һин уны! Беҙҙе ҡурҡытып маташа. Һинең кеүек алдаҡсыға кем ышанһын? Үҙең дә, ҡустың да, әсәйең дә алдаҡсы. Һеҙ — мошенниктар. Кисә әсәйемде алдап, ялған аҡса менән әйбер алырға уйлағанһығыҙ. Оятһыҙҙар! — Хәниф тытылдығы сыҡты.

— Алдаҡсы, алдаҡсы! Сатан булһа ла алдарға оҫта икән, — тип икенсеһе лә утҡа май өҫтәне.

Нисек кенә булмаһын, яңғыҙ ҡыҙ бала өс малайға ҡаршы бер нисек тә тора алмай. Бәләнән баш-аяҡ тип ҡайтыу яғына ыңғайланы. Тик үҙен ҡурҡаҡ итеп тә күрһәткеһе килмәне. Шуға ла:

— Ярай, мәктәптә уҡытыусыға әйтһәм, белерһегеҙ әле, — тине лә биҙрәләрен күтәреп китеп барҙы. Әммә малайҙар тынысланырға уйламаны.

Хәниф йүгереп ҡыуып етте лә ҡыҙҙың терһәгенән елтерәтеп тотоп алды:

— Һин нимә, беҙҙе ҡурҡытырға маташаһыңмы? Рәхмәт әйт, әсәйем һеҙҙе полицияға тапшырмағаны өсөн.

— Ебәр тинем. — Алтынайҙың тауышы ҡалтырап сыҡты.

Бер ниҙә булмағандай алға атлауын дауам итте. Малайҙар иһә унан бер аҙымға ла ҡалышмай бара бирҙе.

— Ошаҡлашып ҡына ҡара! Кәрәгеңде алырһың...

— Һиңә урамға сығаһы ла бар. Әсәйең һәр саҡ эргәңдә йөрөмәҫ...

Алтынай бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Хәҙер уның бар теләге — был һуғыш суҡмарҙарынан ҡотолоп, имен-аман һыуҙы алып ҡайтарып еткереү. Ҡыҙҙың өндәшмәүе быларҙың ярһыуын тағы ҡайнатты.

Хәниф бер ус тупраҡ алды ла ҡыҙҙың биҙрәһенә һалды.

— Был һеҙгә әсәйемде алдағанығыҙ өсөн!

Икенсе малай усына күп итеп үлән йолҡоп алды ла, ҡыҙҙың башына һипте.

— Был һиңә ошаҡ тоҡсайы булғаның өсөн.

Ә өсөнсө малай ҡыҙҙың уң яғына йүгереп сыҡты ла аяҡ салды. Алтынай һөрлөгөп ергә барып төштө. Ике биҙрәһе ян-яҡҡа тәгәрәп китте. Һыу түгелде...

— Нимә эшләйһегеҙ ул?! — Ҡыҙ түгелеп илап ебәрҙе.

Күрәһең ҡыҙҙың күҙ йәштәре шөрләтте малайҙарҙы. Әллә бүтән берәү күреп ҡалыр тип ҡурҡтылар инде. Улар йән-фарманға өйҙәре яғына йүгерҙе.

Алтынай тормай оҙаҡ ҡына ултыра бирҙе. Тәүҙә сәсенән үлән япраҡтарын һыпырып төшөрҙө, бысраған тубығын һөртөп алды. Эй, ғәрләнде ул ошо мәлдә. Тегеләрҙең “сатан күркә”, “алдаҡсы”, “ошаҡсы” тигән һүҙҙәре һаман ҡолағында сыңлап тора. Етмәһә, өйгә килеп еттем тигәндә генә биҙрәләре түңкәрелһен әле. Ниндәй көс менән алып килә ине бит. Әсәһен бөгөн шатландыра алмаясаҡ, шуныһы иң үкенеслеһе.

Кейеме бысраған, йөҙө ҡыҙарып бөткән апаһы ҡайтып ингәс, Иҙелдең йөрәге жыу итеп ҡалды. Етмәһә, биҙрәләре буш.

— Нимә булды, апай?

Бындай ҡиәфәттә ҡустыһына күренмәҫкә тырышып, ул ике ҡулы менән битен ҡапланы.

— Кем тейҙе? Ниңә шымаһың? — Иҙел төпсөнөүен дауам итте.

— Ана теге һатыусының улы Хәниф... — тип көскә-көскә яуапланы ҡыҙ.

Иҙелдең башына эҫе булып китте. Ярһыуы ташып, маңлайына тир бәреп сыҡты. Апаһы өсөн әрнеү алҡымына килеп тығылды. Ошо мәлдә нимә эшләгәнен ул үҙе лә аңламаҫлыҡ хәлдә ине. Тештәрен шығырлатып ҡыҫты ла, йән-фарманға урамға сығып йүгерҙе.

 

***

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас