***
Иҙел аҡты-ҡараны күрмәй йүгерҙе лә йүгерҙе. Уның бар уйы — теге Хәнифте тотоп, кәрәген биреү. Иң яҡын кешеңде тиктомалдан йәберләүгә нисек түҙеп тораһың инде? Малай кешегә тейһә бер хәл, ә бында ҡыҙ кешегә! Тапҡан батырлыҡ...
Апаһының ҡыҙарып бөткән йөҙөн күргәс, Иҙел тегене-быны уйламайынса йүгереп сығып китте лә бит. Тик Хәнифтәргә етә башлағас, уның шикләнеүе арта башланы. Беренсенән, Иҙел унан кесерәк. Икенсенән, Хәниф кеүек кәүҙәгә ҙур түгел. Көсө етерме һуң? Әгәр Гөлнисаның малайы уның үҙен бәргесләп ҡайтарһа? Юҡ, туҡмалһам туҡмалам, әммә шымып ҡалмайым тигән уйға килде малай.
Хәнифтәргә барып еткәс, Иҙел уны һыҙғырып саҡырырға тотондо. Күп тә үтмәй теге йәберләүсе килеп сыҡты.
— Нимә кәрәк һиңә? — Хәниф бер ниҙә булмағандай уға ҡырын ҡараш ташланы.
— Һи-һи-ин... — тине тотлоға-тотлоға Иҙел. — Ниңә минең апайымды рәнйеттең? Ул һиңә ниндәй этлек эшләгән?
Һатыусының малайы уға яҡыныраҡ килде:
— Кәрәкмәгән ергә ҡыҫылып йөрөһәң, шулай була. “Ниңә кеше ҡаҙҙарын баҫтыраһығыҙ?” — тип аҡыл өйрәткән була, етмәһә. Үҙе тәртипле кеше булғас ни... Кем-кем — шул алдаҡсынан ғына ҡурҡырға ҡалғайны!
— Кем алдаҡсы? — Ярһыған Иҙел йоҙроҡтарын төйнәне. Ул һонтор малайҙың кейеменә бына-бына йәбешергә әҙер.
— Һеҙ алдаҡсы! Быны хәҙер бөтәһе лә белә! — Хәниф өйө алдында булғас, үҙен тағы иркенерәк тотто. Ғәфү үтенергә, ғәйебен танырға уйламай ҙа. Киреһенсә, ғәйепте тегеләрҙең үҙенә өйҙө. — Оялмайынса әсәйемде көпә-көндөҙ алдарға иткәнһегеҙ! Ярай әле ваҡытында аңғарып ҡалған. Бының өсөн үҙеңдең дә кәрәгеңде бирер кәрәк.
— Әсәйеңә аңлаттыҡ бит! Беҙҙе үҙебеҙҙе алдап киткән булғандар. Аҡсаның ысын түгел икәнен ҡайҙан беләйек?
Хәниф Иҙелде ишетергә лә теләмәй, ҡыуырға тотондо.
— Бар, торма өйөм алдында, мошенник!
Был һүҙҙәр Иҙелдең йөрәген телеп үткәндәй булды. Ул түҙмәне, йән көсөнә Хәнифтең кейеменә барып йәбеште. Китте һуғыш, китте тартыш. Бер-береһен ысҡындырмай, бер урында тапана бирҙеләр.
— Ебә-әр, ҡарпыш ҡолаҡ. Футболкамды йыртаң!
— Йыртылһын! Был һиңә апайым өсөн! — Иҙел тегенең битенә һуғам тип ынтылып ҡарай, тик буйы етеңкерәмәй.
Хәниф иһә уңайлы мәлде көттө лә дошманының танауына йоҙроғо менән тондорҙо. Иҙел үләнгә тәгәрәп китте. Уның еңелә башлағанын күреп, тағы шул арала арҡаһына тибеп өлгөрҙө.
Ғәҙеллек эҙләп килеп, туҡмалып ҡайтсы әле. Саҡ ҡына өлкәнерәк булһа, былай Иҙел бирешеп бармаҫ та ине. Эй, оялды көсө етмәүенә!
— Бар, юғал күҙемдән! Тағы күренеп ҡара! — тип ҡысҡырҙы Хәниф.
Ни тиклем ауыртһа ла, Иҙел үҙен егеттәрсә тотто, күҙ йәшен сығарманы. Хәниф мыҫҡыл итеүен дауам итте:
— Мошенник балаһы килеп мине ҡурҡытып маташҡан була. Тағы берҙе һикерәндәп ҡара... — Эре генә ситкә сырт төкөрҙө лә, өйөнә инергә тип йүнәлде.
Иҙелгә бер һүҙһеҙ генә еңелеп ҡайтыуҙан бүтән сара ҡалманы. Шул саҡ уның күҙенә ерҙә ятҡан таш салынды. Йәһәт кенә эйелеп уны ҡулына алды ла Хәнифкә төбәп елгәрҙе. Таш уның башына шаҡ итеп ҡалды.
— Әле-еү! Әсә-ә-әй! — Ауыртыуҙан түҙә алмай Хәниф ҡысҡырып илап ебәрҙе.
Быныһы артыҡ икәнлеген Иҙел аңланы шул саҡ. Ләкин һуң инде. Әле генә уны кәмһеткән малай үҙе донъяға яр һалып илай ине. Таш ныҡ эләккән, күрәһең. Башынан ҡан аға башланы. Теге бахыр ауыртыуға башын ике ҡулы менән ҡаплап, ергә ултыра төштө.
— Үлә-әм! Ҡотҡарығыҙ! — тип аҡырҙы йән көсөнә.
Иҙелдең йөрәге табанына төштө. Әгәр малайҙың атаһы йә әсәһе килеп сыҡһа, уның башынан һыйпап ҡуймаҫтар. Шуға бүтәндәр күренмәҫ элек ул йән-фарманға ҡасыу яғын ҡараны...
Кискә ҡарай һатыусы Гөлниса үҙе уларға килеп етте. Саҡырылмаған ҡунаҡты әсәһе өйгә индерергә теләмәне. Һәр хәлдә уның яҡшы ниәт менән килмәгәне билдәле. Иҙел уның ҡаршыһына сығырға ҡурҡты, шуға бер мөйөшкә генә барып ултырҙы ла, тиҙерәк ҡайтып китһә ярар ине, тип эстән теләне.
Улар ишек алдында оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙо. Гөлнисаның ҡысҡырып һөйләгәне эскә яҡшы ишетелеп торҙо, шуның менән балаларҙың күңелендә шом да арта бирҙе.
— Иртәгә үк мәктәпкә саҡыртам! Тиктомалдан малайымды үлтерә яҙған тыумаң!
— Һин нишләп тотаһың да, минең баламды тыума тиһең?! Ул атайлы бала! Иҙел тыуыр алдынан иремдең шулай фажиғәле үлеп киткәнен белә-күреп, юрамал яраға тоҙ һалаһың! Бүтән улайтып ауыҙыңды аса күрмә! Тағы шул: бала менән бала булма, Гөлниса. Дөрөҫөн белмәйенсә, ниңә минең улымды ғәйепләйһең? Һинең Хәнифең башлаған бит. Иртәнсәк Алтынайҙы ҡалай мәсхәрә иткән.
Һатыусы тыңларға ла теләмәне. Сутырҙығы сыҡты.
— Һеҙ нәҫелегеҙ менән алдаҡсылар! Йүнле заттан түгелһегеҙ! Был хәлде былай ғына ҡалдырмайым! Үҙемдекен һүҙ итмәһәм — исемем Гөлниса булмаҫ! — тине лә, ен һымаҡ атылып сығып китте.
Гөлнисаның әйткәне раҫҡа сыҡты. Йәйге каникул булыуға ҡарамаҫтан, иртәгеһе көнөнә уларҙың өйөнә мәктәп завучы килде. Ул оҙаҡ һөйләшеп торманы, ҡайҙалыр ашыға ине, күрәһең. Һүҙҙе ҡыҫҡа тотто: “Бөгөн көндөҙгө икелә һеҙгә мәктәпкә барырға кәрәк. Ата-әсәләр комитетының ултырышы була. Эштең ниҙә икәнен үҙегеҙ яҡшы беләһегеҙ”.
Нәфисә эштең ҙурға киткәнен яҡшы аңлағайны. Ғәйебе юҡ һымаҡ та. Ярай ике малай һуғышҡан, ти. Һуң ундай хәл кем менән генә булмай. Шуның өсөн бөтә донъяға яр һалып, талағың ташҡансы әрләшергә тимәгән бит. Нәфисә былай әрләшеп-талашыуҙы яратмай. Шуға ла мәктәпкә саҡырғастар, әллә бармаҫҡамы икән тип уйлап ҡуйҙы. Барһаң да — ҡыйын, бармаһаң да... Әгәр бармаһаң, үҙ ғәйебенән ҡурҡып килмәгән тиерҙәр. Нисек булһа ла барыр кәрәк.
Ниндәй юҫыҡта һөйләшеү буласағын ул алдан уҡ белә. Шуның өсөн өйөнән алып мәктәпкә тиклем барғансы — нимә һөйләйәсәген, нисек яуап бирәсәген эстән уйлап барҙы. Нәфисәнең шундай ҡыҙыҡ холҡо бар. Үҙ-үҙе менән һөйләшергә ярата. Ниндәйҙер осрашыуға барһа, гелән шулайта. Бына әле лә үҙенә мәктәп директоры булып һорау бирҙе лә, үҙе үк шуға яуап бирергә тотондо. Ситтән күҙәтеп торһаң, бик сәйер күренеш инде. Тик бының Нәфисә өсөн ыңғай яғы бар. Беренсенән, шулай һөйләшеп үҙен-үҙе тынысландыра. Икенсенән, алдан уҡ етди хәбәргә күнекмә яһай.
“Нәфисә апай, бына Гөлниса ханымдың малайы буйынса йыйылдыҡ. Ниңә малайыңды тыймайһың? Иҙел таш бәреп, Хәнифтең башын ярған. Балаларығыҙға тәрбиә етмәй. Гөлниса кисекмәҫтән берәй сара ҡабул итеүҙе талап итә. Быға нимә әйтерһегеҙ?”
“Был осраҡта Гөлниса түгел, ә мин шундай талап ҡуйырға тейеш инем. Минең Иҙел уға тиктомалдан, ҡулы ҡысығандан таш бәргәнме? Әллә Хәнифтең ғәйебе бармы? Ниңә шуны һорашманығыҙ? Иҙел егет кеше булараҡ апаһын яҡлаған. Бер ғәйепһеҙ Алтынайҙы ҡалай мыҫҡыл иткән шул Гөлнисаның малайы. Әллә ҡайҙан алып килгән шишмә һыуын түккәндәр. Алтынайҙың һаулығы былай ҙа шәптән түгел, тыумыштан зәғиф икәнен яҡшы беләһегеҙ. Апаһының илап ҡайтҡанын күреп, малай кеше нисек шым ҡалһын? Етмәһә, шул Хәниф йылға буйында ҡаҙ бәпкәләрен таш менән бәргеләп йөрөгән. Шулай булғас, кемгә тәрбиә етмәй?”
Нәфисә шулай әллә күпме “һорау”ға яуап биреп, үҙе менән һөйләшеп барҙы. Мәктәпкә килеп еткәс, өҫ-башын ипләп алды ла эскә үтте.
Кабинетта унлап кеше ултыра. Мәктәп директоры Ғәлим Афзалович, завуч Сафура Ғаязовна, Хәнифтең класс етәксеһе, тағы бер нисә уҡытыусы үҙ-ара нимәлер хаҡында һөйләшә ине. Нәфисә килеп ингәс, бөтәһе лә шымып ҡалды, шунан өҫтәл артына ултырырға тип күрһәттеләр.
— Мине генә көтәһегеҙ икән дәһә! — тип көр тауышы менән һөрәнләп Гөлниса ла килеп инде. Нәфисә эргәһендә буш урын булһа ла, уның янына ултырырға теләмәне. Ҡан дошманын күргәндәй, унан алыҫыраҡ, ҡапма-ҡаршы яҡҡа барып ултырҙы.
Бөтәһен дә барлап сыҡҡас, һүҙҙе мәктәп директоры Ғәлим Афзалович башланы:
— Иптәштәр, каникул булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн ошонда йыйылырға мәжбүрбеҙ. Бигүк күңелле булмаған хәл килеп тыуҙы. — Директор тамаҡ ҡырып, тирә-яҡҡа ҡарап алды. — Ике ғаилә араһында низағ килеп тыуған. Һәм унда төп сәбәпселәр — беҙҙең уҡыусыларыбыҙ. Кисә Иҙел Байымов менән Хәниф Заһретдинов һуғышҡан.
— Заһретдинов һуғышмаған, ә ҡарпыш ҡолаҡ Иҙел өйөбөҙгә килеп уның башына таш бәргән, тип әйтегеҙ. — Директорҙы бүлдереп, Гөлниса урынынан ҡысҡырып ебәрҙе.
— Миңә әйтеп бөтөргә ирек бирегеҙ. — Директор Гөлнисаға асыулы ҡараш ташланы. — Эйе, бәхәс ваҡытында Иҙел уның башына таш бәргән. Хәниф әле өйҙә ята ти. Шуның өсөн Гөлниса ханым Байымовтың үҙен һәм әсәһен яуапҡа тарттырырға кәрәк тип мөрәжәғәт итте. Әйҙәгеҙ, эште олоға ебәрмәҫ өсөн, мәсьәләне уртаға һалып хәл итәйек.
— Миңә уларҙың ғәфү үтенеүе кәрәкмәй! — Гөлниса йәнә урынынан һикереп килеп торҙо. — Ул бандитты учетҡа ҡуйырға кәрәк! Әйҙә уның менән милиционерҙар булышһын!
Нәфисә лә шымып ҡалманы:
— Минең малайымды бандит тип әйтерҙән алда үҙеңдең балаңды ҡара. Иҙел тиктомалдан уға теймәгән бит. Алтынай апаһын яҡлашҡан. Һинең Хәнифең беренсе булып башлаған. Ҡыҙ кешегә ҡул күтәрергә — герой! Үҙеңдең балаңды тыйыу урынына, бында донъяға яр һалып йөрөйһөң!
— Ҡара, оятһыҙ! Миңә аҡыл өйрәтеп маташа! — Гөлниса ҡулын һелтәй-һелтәй ҡысҡыра бирҙе. — Һинең тыумаң таш менән бәргән! Әгәр балам зәғиф булып ҡалһа? Һинең ҡыҙың зәғиф булып тыуғас, беҙҙеке лә шулай булырға тейешме?! Минең шартым бер — ул ҡарпыш менән инспектор по делам несовершеннолетних эшләргә тейеш. Учетҡа ҡуйырға кәрәк. Һине лә судҡа бирәм.
Ҡыҙған бәхәсте туҡтатырға тырышып, завуч Сафура Ғаязовна ручкаһы менән өҫтәлгә туҡылдатты. Ул тыныс тауыш менән ярһыған ҡатынға мөрәжәғәт итте:
— Әле Хәниф ни хәлдә?
— Башы шешкән. Өйҙән сыға алмай ята.
— Хәле бик насар булғас, ниңә дауаханаға һалманығыҙ? Йә булмаһа өйөгөҙгә фельдшер саҡырттығыҙмы?
— Юҡ, саҡыртманым. Уны ней... үҙем дә дауалай алам, — тине ауыҙын ослайтып Гөлниса.
— Әгәр больницаға ла һалмағас, үҙегеҙ дауалай алырлыҡ булғас, хәле бик үк мөшкөл түгел. Улай булғас, ошонда ғына аңлашайыҡ.
— Ул Нәфисәне ишеткем дә килмәй. Ғәфү итмәйәсәкмен дә. — Гөлниса ҡырт киҫте. — Бөтә бәләлә ул үҙе ғәйепле. Ошо буталсыҡты үҙе башланы. Ул көпә-көндөҙ мине алдарға килде. Магазинға ялған аҡса тотоп. Мине убытокка батырып, малайына кроссовки эләктерергә теләгәйне. Ярай әле мәлендә аңғарып ҡалдым. Свидетелдәр ҙә бар. Хәнифем шуға асыуы килеп бының ҡыҙының һыуын түккән. Тиктомалдан минең балам кешегә теймәҫ ине. Һеҙ — мошенниктар!
Көтөлмәгән хәбәрҙе ишетеп, бөтәһе лә өнһөҙ ҡалды. Хәҙер бөтәһенең дә ҡарашы Нәфисәгә төбәлгәйне.
— Был һүҙ дөрөҫмө? — тине директор.
— Гөлниса! Ниңә шул аҡсаға тотаһың да бәйләнәһең? Мин бит һиңә эштең ниҙә икәнен аңлатып бирҙем. Беҙ еләк йыйып, юл буйына сығып һаттыҡ та, магазинға индек. Иҙелгә кроссовки алыр өсөн. Баҡтиһәң, беҙгә еләк өсөн ялған аҡса биргән булғандар. Уныһын мин ҡайҙан беләйем? Ғүмерҙә лә кеше алдамағас, бындай хәл башыма ла һыймай...
— Алдашма! — тине Гөлниса. — Ысын менән ялған аҡсаны айыра белмәҫкә, һин бит өс йәшлек бала түгел. Белгең килһә, ундай ҡылығың өсөн закон бар. Төрмәгә ябып ҡуйҙыртмағанға рәхмәт әйт.
Бындай хәлдең ауыл тарихында булғаны юҡ ине. Ялған аҡса тотоп, үҙ ауылдашын алдарға маташыу — башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Был турала ишеткәс, ултырышҡа йыйылғандарҙың күбеһе Нәфисәгә ҡырын ҡарап ҡуйҙы.
Хәнифтең класс етәксеһе лә шым ултырып түҙмәне:
— Иптәштәр, — тине уҡытыусы Гүзәл Айратовна, — бик сетерекле хәлгә тарыныҡ бит әле. Бында ғәйеп атта ла, тәртәлә лә тигәндәй. Мин Хәнифте яҡшы беләм. Бик шуҡ малай, әммә ул тиклем яһил түгел. Уҡыуы уртаса булһа ла, дәрестәрен ҡалдырмай. Алтынайға ҡул күтәргән икән, егет кеше өсөн был оят. Иҙелде лә яҡларға уйламайым. Таш бәреү ҙә батырлыҡ түгел. Бында Нәфисә ханым менән етди һөйләшеү алып барырға кәрәк. Үҫеп килгән быуынға ниндәй өлгө күрһәтә?! Ялған аҡса... Әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл. Әгәр әсә үҙе яҡшы өлгө булмаһа, балаларҙан нимә өмөт итәһең? — Шунан коллегаларына ҡарап алды. — Былтыр минең көсөк менән ниндәй хәл булғанды иҫләйһегеҙме? Был да осраҡлыҡмы, Нәфисә? Ысынлап та, балаларыңа тәрбиә етмәй! Әгәр ҡыҙың йүнле булһа, минең ун меңлек тоҡомло көсөгөмдө үҙенә алып ҡайтмаҫ ине...
— Әйттем бит улар бурҙар тип. Алдаҡсылар! — Гөлниса утҡа май өҫтәргә ашыҡты.
Нәфисә шымып ҡалманы:
— Гүзәл Айратовна, беҙ бит һеҙҙең менән аңлаштыҡ. Бер кем дә ул көсөктө юрамал урламаған. Алтынай магазинға икмәккә барған ине. Урамда уйнап йөрөгән ниндәйҙер көсөк артынан эйәреп ҡайтҡан. Беҙ ни уны эйәһеҙ тип уйланыҡ. Ул көсөк һеҙҙеке, етмәһә тоҡомло икәнен ҡайҙан беләйек? Ә һеҙ бур тип баламдың йөҙөнән алдығыҙ. Әле һаман шуны һөйләйһегеҙ. Мин яңғыҙ ҡатын булғас, тотаһығыҙ ҙа миңә ябырылаһығыҙ.
— Ана бит, ана бит. – Гөлниса ҡыуанып китте. — Балаларына ла, үҙенә лә управа табыр кәрәк.
Директор теҙгенде ҡулына алмаһа, был һөйләшеү әллә күпме дауам итер ине.
— Ярай, бөтәгеҙҙе лә тыңланыҡ, — тине ул. — Дөйөм хәл күҙ алдына баҫты. Иҙел — яҡшы уҡыусы, мәктәптә тәртип боҙғаны юҡ. Малайҙар араһында бындай күңелһеҙ хәл килеп тыуған икән, ваҡытында туҡтатырға кәрәк. Һеҙ, Гөлниса ханым, малайҙы учетҡа ҡуяйыҡ тип әйтәһегеҙ. Мин, мәҫәлән, бының өсөн етди сәбәп күрмәйем. Икенсенән, әгәр уҡыусыбыҙ учетта торһа, был күренеш мәктәбебеҙҙе биҙәмәйәсәк. Әйҙәгеҙ, үҙ-ара ғына аңлашайыҡ та, шуның менән онотайыҡ. Сүпте үҙ йортоңдан сығармауың хәйерлерәк...
Директорҙың былай тип хәбәр һөйләүе Гөлнисаны ҡыуандырманы. Ул бүтәнсә ҡарар көтә ине. Шуға кинәт туҙынды ла китте:
— Мәктәптең данын уйлайым тип, күрәләтә баламды үлтерергә бирәһем түгел! — Төкөрөгөн сәсә-сәсә өҫтәл янына килеп баҫты. — Әгәр һеҙҙең ҡулдан килмәй икән, ҡалаға барам. РОНО-ға инәм, бөтәһен дә түкмәй-сәсмәй һөйләп бирәм. Былар йәлләй торған кешеләр түгел. Әгәр бер шымып ҡалһаң, башыңа менеп ултырырҙар! Нәфисәгә бала тәрбиәләү түгел, уның үҙен тәрбиәләргә кәрәк. Ҡалаға барам, вис һөйләйем. Әйҙә уны әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итһендәр, ә балаларын тартып алһындар!
Гөлниса бөтәһенә лә һөҙөрҙәй булып ҡараны ла ишекте шап иттереп ябып, сығып китте.
***
Гөлниса тынысланманы. Мәктәп эсендә генә был мәсьәләне хәл итеп булмағас, ул юғарыраҡ киткән. Барыһы ла онотолор, шаулашып алырҙар ҙа, тынысланырҙар тип өмөт итте Нәфисә. Ләкин “ҡорбан” хәлендә ҡалған һатыусы оноторға ирек бирмәне. Ике көн дә үтмәне, Нәфисәне район хакимиәтенә саҡыртып алдылар. Тиҙ генә килеп етегеҙ, тип саҡырғас, бармай сара юҡ. Таң менән тороп, улар өсәүләп район үҙәгенә юл тотто. Тәғәйенләнгән ваҡытҡа барып та еттеләр.
Хакимиәткә барып ингәс, уларға өсөнсө ҡатҡа күтәрелергә ҡуштылар. “Тағы ниндәй һынауҙар көтә?” — тип эстән борсолоп, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Нәфисә хакимиәт башлығы урынбаҫары кабинетының ишеген шаҡыны.
— Һеҙ Байымовамы? — тип һораны түрҙә ултырған ҡуйы мыйыҡлы, ҡаҡса битле ир.
— Эйе.
— Бик яҡшы. Беҙ һеҙҙе генә көтә инек. Өҫтәл артына ултырығыҙ.
Кабинетта алты кеше бар ине. Мәктәп директоры ла бында. Район мәғариф бүлеге идаралығынан да килгәндәр. Тимәк, эштәр хәтәргә китмәксе тип уйлап ҡуйҙы Нәфисә.
— Тәүҙә танышып алайыҡ, иптәш Байымова, — тип һүҙ башланы мыйыҡлы ир. — Беләһегеҙҙер, мин район хакимиәте башлығы урынбаҫары Урал Ғилман улы Ҡылысбаев булам. Шул уҡ ваҡытта хакимиәт ҡарамағындағы бәлиғ булмаған балалар эше буйынса комиссия рәйесе булам. Бөгөн ошо комиссия ағзалары махсус рәүештә йыйылды ла инде. Сәбәбен үҙегеҙ ҙә беләһегеҙҙер...
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Иҙелдең йөрәге дөпөлдәп тибергә тотондо. Нимә эшләрҙәр икән тип ҡото осто.
— Шул тиклем ниндәй енәйәт ҡылдыҡ һуң беҙ? — тине Нәфисә.
— Бүлдермәгеҙ! — Урал Ғилман улының тауышы көсәйә бирҙе. — Беҙ ҙә бында шаярып ултырмайбыҙ. Әгәр хәл шул тиклем ябай булһа, ниңә үҙ-ара ғына килешмәнегеҙ? Үҙ-ара ыҙғышыу район етәкселегенә килеп еткән.
— Ул Гөлниса йөрөр ул! — Үҙ алдына һөйләнде Нәфисә. — Себендән фил яһарға тиһәң — уға ҡуш.
— Бөтә эш шунда — әгәр беҙ тейешенсә сара ҡабул итмәһәк, ул тағы юғарыраҡ бармаҫ тип кем әйтә ала?! Ә һорау беҙҙән буласаҡ. Шуға ошо килеп сыҡҡан хәлгә аныҡлыҡ индереп, низағты яйларға тейешбеҙ. Ғәйепле кешене яуаплылыҡҡа тарттырырға бурыслыбыҙ.
Шунан комиссия рәйесе тирә-яғына ҡарап алды:
— Әйткәндәй, район полиция бүлегенән вәкил килдеме әле? Күрмәйем уны...
— Саҡ ҡына һуңлап киләсәк, — тип белдерҙе бөтөн һөйләшеүҙе яҙып ултырған секретарь.
— Ярай, ул да был хәлде яҡшы белә. Яңылышмаһам, имгәнгән малайҙың әсәһе унда ла ғариза ҡалдырған, шикелле.
— Тағы ниндәй ғариза? — Нәфисә аптырап ҡарап алды. — Ниндәй ғариза?
Һүҙгә мәғариф идаралығы белгесе ҡушылды:
— Ә һеҙ белмәйһегеҙме? Уның малайы башына яра алған. Әле урынынан да тора алмай, өйҙә ята тинеләр.
Бығаса мыш-мыш итеп иларҙай булып ултырған Иҙел, хәбәргә ҡушылғанын һиҙмәй ҙә ҡалды:
— Ағай, улар алдаша. Хәниф бер нисек тә ауырығанға оҡшамаған. Бөгөн беҙ юлға сыҡҡанда, ул һыйырҙарын ҡыуып йөрөй ине.
Кабинетта тынлыҡ урынлашты. Бөтәһе лә бер һүҙһеҙ ҡалды.
— Беҙ рәсми ҡағыҙға таянып һүҙ йөрөтәбеҙ, — тип дауам итте комиссия рәйесе. — Бына мисәт һуғылған справка. Унда табиптың үҙ ҡулдары менән яҙған һүҙҙәре бар. Малайҙың баш-мейе йәрәхәте бар.
Шунан Урал Ғилман улы Нәфисәгә текәлде:
— Иптәш Байымова, һеҙ, моғайын, хәлдең нимәгә барғанын яҡшы беләһегеҙҙер. Был уйын эш түгел. Законға ярашлы, балаларығыҙҙың бөтә ҡыланыштары өсөн һеҙ яуаплы. Һәм беҙ һеҙгә ҡарата етди саралар ҡабул итергә тейешбеҙ. Тәрбиә насар булғас, бының өсөн һеҙ ғәйепле. Һорау ҙа һеҙҙән булырға тейеш. Ниңә һеҙҙең малайығыҙ көпә-көндөҙ кеше балаһын туҡмап йөрөй?
— Минең улым берәүҙе лә туҡмамаған, — тине Нәфисә. — Ул Алтынай апаһын яҡлашҡан. Уның урынында булған һәр егет шулай итер ине.
Бығаса телен йотҡандай ултырған Алтынай ҙа һүҙгә килде:
— Эйе, ул Хәниф үҙе ғәйепле. Үҙе беренсе булып миңә бәйләнде. Төрлөсә мине эләкләне. Биҙрәмә тупраҡ та һирпте. Шунан аяҡ салып һыуымды түктеләр. Ә мин уға бер зыян да эшләмәнем. — Тиктомалдан йәберләнгән ҡыҙ түҙмәне, ике ҡулы менән битен ҡаплап илап ебәрҙе. Әсәһе уны тынысландырырға тотондо.
Ҡыҙ тынысланғас, һорау алыуҙы дауам иттеләр.
— Хәниф исемле малайҙың ҡыланышы килешкән эш түгел, әлбиттә, — тине комиссия рәйесе. — Ә шулай ҙа уның әсәһе менән магазинда булған ваҡиға ла быға сәбәпсе, шикелле. Шул хаҡта нимә әйтерһегеҙ?
Нәфисә ауыр көрһөндө. Һүҙҙе нимәнән башларға ла белмәй, бер аҙға шымып ҡалды. Әммә һорау бирелгәс, яуап ҡайтарырға кәрәк.
— Ул хәл уйламағанса килеп сыҡты. — Нәфисәнең тауышы ҡалтыранды. — Таң менән урманға барып, ер еләге йыйҙыҡ. Аҙаҡ уны оло юл буйына сығарып һаттыҡ. Ниндәйҙер ир, шуны биҙрәһе менән бергә 500 һумға алды. Беҙ шул аҡса менән туп-тура магазинға йүгерҙек. Иҙел шундағы бер кроссовкиҙы ныҡ оҡшатҡан ине. Шуны кейеп йөрөйөм тип балам күпме хыялланды. Бына магазиндан, ниһайәт, шуны һатып алдыҡ. Беҙ шатланышып ҡайтырға сыҡҡанда, Гөлниса кире саҡырып алды. Был аҡсағыҙ ялған тип янъял ҡуптарҙы, кроссовкиҙы кире систереп алды ла, балаларымды мыҫҡылларға тотондо. “Алдаҡсы”, “мошенник” тип бөтә халыҡ алдында йөҙөбөҙҙән алды.
— Дә-ә-ә... Хәлдәр ныҡ ҡатмарлы икән. Тимәк, һеҙ ул һатыусыны алдарға теләмәгәнһегеҙ?
— Юҡ инде! Бер ҡасан кеше өлөшөнә һуҙылғаным булманы. Еләкте алған ир ялған аҡса бирер тип кем уйлаған?
— Ысынлап шулай килеп сыҡтымы? — Урал Ғилман улы ҡабатлап һораны.
— Билләһи! — тине аҡланып Нәфисә. — Халыҡ әйтмешләй, ауыҙым ҡыйыш булһа ла, һөйләгәнем тура минең. Шул кроссовкиҙы алабыҙ тип күпме тир түктек! Урманда серәкәйҙән таланып йөрөүе, балаларҙың табаны ярылғансы алыҫ араны йәйәүләп үтеүе — уйын эшме ни?
Ҡатындың һөйләгәндәре бүтәндәрҙе лә аптыратты, күрәһең. Комиссия ағзалары бер-береһенә ҡарашып алды.
— Ә һеҙҙе алдаған кешене йөҙгә хәтерҙә ҡалдырманығыҙмы ни? Йә машинаһының номерын иҫләйһегеҙме? — тине мәктәп директоры.
— Ҡайҙа-ан! — Нәфисә ҡул һелтәп ҡуйҙы. — Аҡса алғас та шатлығыбыҙҙан аҡты-ҡараны күрмәй йүгерҙек. Хәҙер ул кешене ҡайҙан табаһың... Аҡ “Волга” ине былай. Тик ундай машиналар юлдан көнөнә меңәрләп үтә.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Урал Ҡылысбаев ултырышты йомғаҡлау яғына ҡайырҙы:
— Әгәр ялған аҡса алып отолғанһығыҙ икән, тимәк, һеҙ үҙегеҙ ғәйепле. Иғтибарлыраҡ булыр кәрәк. Ә бына шул ялған аҡса менән магазинға барыуығыҙ — ҙур енәйәт. Бының өсөн закон ҡаты! Ярай әле һатыусы шунда полиция саҡыртмаған. Ул саҡта һеҙ тимер рәшәткә артында ултырыр инегеҙ. Беҙ әле ул мәсьәләне һорамайбыҙ. Көн тәртибендә — һеҙҙең әсәлек бурысығыҙҙы тейешле итеп үтәмәү, балаларығыҙға тәрбиә етмәү мәсьәләһе. Әйткәндәй, мәктәптә Байымованың балалары нисек уҡый? Юғиһә, беҙгә килгән мөрәжәғәттә, был ханымды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итергә кәрәк, тигән үтенес тә белдерелә.
— Урал Ғилманович, улай уҡ насар ғаилә тип әйтмәҫ инем Байымовтарҙы. Балалар мәктәптә яҡшы уҡый, бөхтә кейенеп йөрөйҙәр, — тине директор. — Төрлө мәҙәни сараларҙа ла бик теләп ҡатнашалар. Ошо уңайһыҙ хәл генә булмаһа. Ул тиклем ҡаты ҡарар ҡабул итмәйек тимәксемен.
Мәктәп директоры яҡлап сығыш яһағас, Нәфисәнең эсенә йылы йүгерҙе. Тимәк, әллә ни ҡурҡыныс юҡ. Моғайын, шелтә бирерҙәр ҙә, ҡайтарып ебәрерҙәр.
Шул саҡ ишеккә берәү шаҡыны. Кабинетта ултырғандар бөтәһе ишеккә текәлде. Ҡулына ҡалын папка тотҡан, полиция кейемендәге ир килеп инде.
— Һуңлағаным өсөн ғәфү итегеҙ!
Нәфисә был ирҙе күргәс тә, ауыҙын асып, өнһөҙ ҡалды. Баштарын эйеп кенә тыңлап ултырған Алтынай менән Иҙел дә тертләп китте. Әллә көтөлмәгән осрашыуҙан ҡурҡты балалар, шуға улар әсәһенә нығыраҡ һыйынды.
— Таныш булығыҙ, лейтенант Әхмәтов! — тине кабинет хужаһы, һуңлап килгән иргә күрһәтеп. — Ул район полиция бүлегендә нәҡ балалар эше менән шөғөлләнә. Инспектор по делам несовершеннолетних була инде руссалап әйткәндә.
— Рәхмәт. Ялыуҙы ентекләп уҡыным. Эштең нимәлә икәнен беләм, — тип ир өҫтәл артына ултырҙы.
Ярһыуынан нимә эшләргә белмәгән Нәфисә саҡ үҙен ҡулға алды. Күңелендә ауыр таш кеүек йөрөткән рәнйеүен түгеп сисергә ине лә бит...
— Беләбеҙ беҙ ул инспекторҙы, — тине ҡырыҫ ҡына итеп Нәфисә. — Беҙгә ялған аҡса биргән әҙәм, нәҡ ул була!
Кабинетта тағы тынлыҡ урынлашты.
— Иптәш Байымова, етәр шаярырға! — Комиссия рәйесе асыуланып ручкаһы менән өҫтәлгә туҡылдатып алды. — Беҙ бында ҡотороп ултырмайбыҙ. Шунан закон кешеһе менән шаярырға ярамай. Аҙаҡ үкенергә яҙмаһын.
— Бында берәү ҙә шаярып ултырмай! — Нәфисә үҙен тынысландырырлыҡ хәлдә түгел ине. Бығаса эсендә йыйылып килгән рәнйеше һәм үпкәһе тулҡын булып ағылды. Лейтенантҡа бармағы менән төбәп, әрләшергә тотондо.
— Бына ошо кеше бөтә нәмәлә ғәйепле! Бөтә бәлә уның арҡаһында килеп сыҡты!
Тәртип һаҡсыһы ҡаушап ҡалды. Уңайһыҙланыуҙан бите ҡыҙарҙы.
Иҙел үҙ күҙе менән күргәненә ышана алмай шаңҡып ҡалды. Быға тиклем уларҙы “алдаҡсы” тип ҡалай мыҫҡыл иттеләр. Ә ысын алдаҡсы бына уларҙың ҡаршыһында ултыра. Етмәһә, кем бит әле! Полиция формаһы кейгән, үҙе бурҙарға ҡаршы көрәшеп йөрөгән кеше! Һарыҡ тиреһен ябынған бүре тигәндәре ошо була инде. Үҙ ғәйебен танымайынса, киреһенсә, эре генә һөйләшкән ир уға бик ерәнгес күренде. Тиҙерәк был кабинеттан сыға һалып, ауылы яғына һыпыртырға ине бар уйы.
Көтөлмәгән ябырылыуҙан лейтенант Әхмәтов ҡаушап ҡалды:
— Ханым, әгәр балаларығыҙҙа тәртип юҡ икән, нишләп ғәйеп беҙҙә булһын? Беҙ закон ҡушҡанса эшләйбеҙ...
— Шулай, имеш. Башығыҙҙы иҫәргә һалмағыҙ! Бынан бер нисә көн элек беҙҙән еләк һатып алғанығыҙҙы оноттоғоҙмо? – Нәфисә уға тишерҙәй итеп ҡараны.
– Иҫләнем! Иҫләнем! – Иҙел ҙур асыш яһағандай урынынан һикереп килеп торҙо. – Һеҙҙең машинағыҙ – аҡ төҫтәге "Волга"! Ә һандары – 750!
Кабинетта бөтәһе лә шымып ҡалды. Лейтенанттың күҙҙәре шарҙай булды.
– Ә һандарҙы нисек иҫеңдә ҡалдырҙың һуң? – тине көлөмһөрәп Урал Ғилманович.
– Беҙ апайым менән машина һандарын ҡабатлап уйын уйнаған инек... Уның һандарын бер-береһенә ҡабатлаһаң, ноль була.
— Ә-ә-ә, ҡыҙыҡ икән! — тине кабинет хужаһы.
Нәфисәнең күңеленә йылы булып китте. Ә лейтенант киреһенсә ҡыҙарып бүртенде. Сигенерлек сара ҡалмағайны.
— Йә, әйтәм, йөҙөгөҙ таныш һымаҡ, – тип теләр-теләмәҫ кенә әйтте.
— Бына, ишеттегеҙме? — Ҡатын яҡлаусы эҙләгәндәй тирә-яғына ҡаранды. Шунан йәнә инспекторға бармағы менән янаны. — Ә ниңә һеҙ шунда беҙгә ялған аҡса биреп киттегеҙ? Һеҙ мутлашмаһағыҙ, бындай бәләгә тарымаҫ та инек. Бына, алдаҡсы, үҙе ултыра!
Бындай ғәйепләүҙе көтмәгән лейтенант сығырынан сыҡты. Папкаһына шап итеп һуғып ебәрҙе:
— Һеҙ нимә һөйләгәнегеҙҙе аңлайһығыҙмы? Эйе, мин һеҙҙән еләк алғанды иҫләнем. Тик уның өсөн мин ялған аҡса бирмәнем! Был клевета өсөн беләһегеҙме нимә эшләйем?!
— Ҡурҡытмағыҙ мине! Былай ҙа һеҙҙең арҡала ишетмәгән һүҙ ҡалманы. Бер ғәйепһеҙгә “мошенник”ка әйләндек! Ә ялған аҡсаны һеҙ бирҙегеҙ. Бына минең ике шаһитым бар. — Әсә кеше балаларына күрһәтте.
— Нимә-нимә, әммә бындай оятһыҙ кешене тәү күрәм. — Лейтенант Әхмәтов маңлайын һөртөп алды. — Һеҙ — амораль ҡатын! Кешенән дә, закондан да ҡурҡмайһығыҙ! Имеш, мин ялған аҡса биргәнмен?! Башығыҙ бармы һеҙҙең? Инде аңланым, ауылдашығыҙ юҡтан ғына һеҙҙең өҫтөгөҙҙән шикәйәт яҙмаған. Тимәк, үҙегеҙҙең холоҡһоҙлоғоғоҙ менән уны ла йонсотҡанһығыҙ. Малайығыҙ ҙа — һуғыш суҡмары. Ҡарғанан һандуғас тыумағаны бөтәбеҙгә лә билдәле.
— Кем ҡарға? Мине мыҫҡыл итмәгеҙ! Етер, башҡа түҙер әмәлем ҡалманы! Бүтән шымып йөрөмәйем! Баҫымсаҡҡа баҡа ла — айғыр! Үҙем полиция начальнигына хат яҙам! Ундай алдаҡсыларға ла закон бар!
— Иптәштәр, был ҡатын, ысынлап та, иҫәр, — тине ҡыҙарып бүртенгән инспектор. — Мин уның үҙ аҡылында булыуына шикләнә башланым. Ысынлап та, беҙгә был ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү, балаларын иһә дәүләт ҡарамағына тартып алыу мәсьәләһен күтәрер кәрәк. Бының өсөн иртәгә үк үҙем өйҙәренә барып киләсәкмен. Йәшәү шарттарын да тикшерергә кәрәк, еләк һатып көн күргәс, бәлки ашарҙарына ла юҡтыр. Ә бындай шарттарҙа балаларҙы ҡалдырыу үтә хәүефле!
Нәфисәнең әйткәненә, әлбиттә, берәү ҙә ышанманы. Үҙен яҡлайым тип, киреһенсә, артыҡ бәлә генә өҫтәлде. Ана, нимә тип әйтте инспектор Әхмәтов. Закон кешеһенә ҡаршы һүҙ әйтеп ҡара.
Хакимиәт башлығы урынбаҫары етәкләгән комиссия ултырышы шулай күңелһеҙ тамамланды. Кабинетҡа йыйылған белгестәр һүҙһеҙ таралышты. Бөгөнгө ултырыштың төп ҡарары: кисекмәҫтән Байымовтар ғаиләһенең йәшәү шарттарын тикшереү. Артабан иһә — әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү мәсьәләһен ҡарау. Алда Нәфисәне, уның балаларын нимә көтә? Бына ошо шомло һорау уның йөрәгенә ауыр таш булып ятты...
***
Дауамы бар.