Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Ғинуар , 22:05

Алдаҡсы Повесть (5, аҙағы ) Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ

Лейтенанттың кәйефе ныҡ ҡырылды. Кеше алдында һыр бирмәҫкә тырышһа ла, урамға сыҡҡас, асыуынан тәмәкеһен тоҡандырҙы. Эстән генә үҙен тынысландырмаҡсы итте. “Ҡара әле, теге ҡатын бөтәһе алдында нимә тип һөйләгән була?! Оят та юҡ! Имеш, мин уға ялған аҡса биргәнмен дә, ғаиләһендәге бөтә бәләһе шуның өсөн башланған. Үҙе йүнләп балаларын ҡарай алмағас,  кем ғәйепле?! Был ҡатындың стратегияһы шәп: иң яҡшы һаҡланыу — беренсе булып ташланыу. Быны ул яҡшы үҙләштергән.

Алдаҡсы Повесть (5, аҙағы ) Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
Алдаҡсы Повесть (5, аҙағы ) Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ

***

Лейтенанттың кәйефе ныҡ ҡырылды. Кеше алдында һыр бирмәҫкә тырышһа ла, урамға сыҡҡас, асыуынан тәмәкеһен тоҡандырҙы. Эстән генә үҙен тынысландырмаҡсы итте. “Ҡара әле, теге ҡатын бөтәһе алдында нимә тип һөйләгән була?! Оят та юҡ! Имеш, мин уға ялған аҡса биргәнмен дә, ғаиләһендәге бөтә бәләһе шуның өсөн башланған. Үҙе йүнләп балаларын ҡарай алмағас,  кем ғәйепле?! Был ҡатындың стратегияһы шәп: иң яҡшы һаҡланыу — беренсе булып ташланыу. Быны ул яҡшы үҙләштергән.

Эйе, анау көндә ауыл эргәһенән үтеп барғанда, оло юлда туҡтап, еләк һатып алдым. Нәҡ шуларҙан алдым. Әллә ни һатыулашып та тормай, 500 һум түләнем. Ысын аҡса менән! Уныһы бер ниндәй ҙә ялған купюра түгел, хәләл көсөм менән эшләп алдым.

Был ҡатындың ҡыйығы киткәндер, моғайын. Юҡтан күршеһе уның менән сәкәләшеп, район хакимиәтенә тиклем барып етмәҫ ине. Күрәһең, үҙенең оятһыҙлығы менән күптәрҙең зитына тейгән...”

Лейтенант та, үҙенең хаҡлы икәнен яҡшы аңлай. Ул тиклем күңеленә ауыр алмаҫҡа, тиҙерәк оноторға тырышты күңелһеҙ һөйләшеүҙе. Ләкин теге ҡатындың “юғарыға мөрәжәғәт итәм” тигән һүҙҙәре тынғылыҡ бирмәне.

Тәртип һаҡсыһы йәнә оҙаҡ тыныслана алманы: “Башҡа бәлә булды бит былар. Берәй нәмәһен килтереп сығармаһалар ярай ине. Ай, яман эткә әйләнде бит хәҙер халыҡ. Үҙе хаҡлымы-юҡмы, жалоба яҙырға ғына тора. Шунан башланыр бөткөһөҙ аңлатма яҙҙырыуҙар, һорау алыуҙар... Мундир намыҫына тап төшөргәнһең тип эштән дә алып ташлауҙары бар. Кәм тигәндә премияңдан мәхрүм итһәләр ҙә – яҡшы түгел...”

Шулай мең төрлө уйҙарға сумып, инспектор өйөнә ҡайтып инде. Кәйеф юҡ. Уға өҫтәп, өйҙә бик үк күңелле булмаған һөйләшеү көтә ине.

— Әйт әле, һин ҡасандан бирле минән аҡса йәшерә башланың? — тине өҫтәлгә аш ҡуйған арала ҡатыны әллә көлөмһөрәп, әллә ғәжәпләнеп.

Лейтенант аптырашта ҡалды:

— Һин нимә һөйләйһең ул? Кем йәшергән?

— Белмәмешкә һалышма инде...

— Был ниндәй ҡара көн булды ул? — Инде ашарға йыйынған ир урынынан һикереп килеп торҙо. — Әле хакимиәттә тиктомалдан алҡымымдан алдылар. Хәҙер һинең сиратмы?

Ҡатыны үҙенекен тылҡыны:

— Етер алдашырға! Яңыраҡ шифоньерҙағы кейемдәрҙе йыйыштырғанда аҡса табып алдым. 500 һумлыҡ өс купюра. Һинең генә эшең.

Иренең күҙҙәре шарҙай булды:

— Уларҙы ҡайҙа иттең һуң?

— Бер купюраны юрамал һинең кошелегыңа һалдым. Ә ҡалған икәүһен әле үҙемдә тотам. Һин кошелегыңда артыҡ аҡсаны күреп, миңә бөтәһен дә һөйләп бирерһең тип уйлағайным. Булманы. Һин, бер ни булмағандай, һаман шым йөрөйһөң.

— Ай, суҡынып киткере! Ҡылдың инде былай булғас ҡылыҡты! — Инспектор инде эштең ниҙә икәнен аңланы. Үҙенә урын таба алмай тегеләй-былай фатир буйлап йөрөнө. Тыныслана биргәс, барыһын да ҡатынына һөйләп бирҙе:

— Был купюраны яҡтыға ҡуйып ҡара! Күрәһеңме, унда күренер-күренмәҫ кенә “Образец” тип яҙылған?! Был аҡсалар ысын түгел, ә ялған. Эштән алып ҡайтҡайным. Бер магазинда бала-сағаларға тәмәке, араҡы һаталар тип мөрәжәғәт иттеләр. Ә был законға ҡаршы килә. 18 йәше тулмағандарға ундай тауарҙы һатырға ярамай. Шуға беҙ ошо арала “контрольная закупка” эшләргә йөрөй инек. Ә һин... Хәҙер минең үҙемде енәйәтсе иттең!

Лейтенант Әхмәтов төнө буйына йоҡлай алмай сыҡты. Мең төрлө уйҙарға сумып, саҡ таң аттырҙы. Күңелдә ниндәйҙер еңеллек тә, шул уҡ ваҡытта шом да бар. Яҡтыра башлағас тороп, тиҙ генә бер сынаяҡ сәй эсте лә магазинға йүнәлде. Унда төрлө тәм-том, балаларға бүләктәр һатып алды. Бер аҙҙан ул Төбәк ауылына табан елдерә ине.

...Ә был мәлдә... Ә бынан һуң... Нәфисәнең башында мең төрлө уйҙар ҡайнаны!  Йәшенергә лә теләмәне ул, ишекте асырға ла ашыҡманы.

Аҙағыю 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас