Ашыға-ашыға поезд вагондарына ынтылыусы пассажирҙарға аптыраған кеүек ҡарап торған Әлтәф сәғәтенә күҙ һалды: “Әллә ҡуҙғалыр ваҡыт еттеме икән?” Иртә икәненә ышанғас, яйлап ҡына тағы тәмәке тоҡандырып алды. Юлда йөрөгәндә ул гел ашыҡмай ғына алдан бара, кешеләрҙе күҙәтә, поезд ҡуҙғалырға бик аҙ ваҡыт ҡалғас ҡына инеп урынлаша, яйлап ҡына әйберҙәрен ҡуя. Ситтән кеше күҙәтһә, һәр саҡ тура тотҡан олпат кәүҙәһен һаҡларға тырыша, ахыры, тип уйлар ине. Күҙҙәренә ҡарағанда, гел генә нимәлер уйлап, ниндәйҙер хәлде сисергә тырышып, баш ватҡан кешене хәтерләтә.
Шулай тойолһа ла, ул юлда йөрөгәндә, кешеләрҙе күҙәтергә, уларҙың йөҙҙәрендә таныш һыҙаттар табырға, таныш булмағандар менән танышырға ярата. Күрәһең, был уның эше менән дә бәйлелер, сөнки уға йыл әйләнәһенә ҡыҫҡа һәм оҙайлы командировкаларға бик йыш сығырға тура килә. Юлдағы таныштары ҡайһы берҙә үҙен эҙләп тә киләләр, хатта ғаиләләре менән килеп ҡунаҡ та булалар ине. Әлдә ҡатыны кешеләр менән ихлас аралаша белә. Бергә йәшәүҙәренә лә ҡырҡ йылға етеп килә, ләкин бер генә лә “Һинең таныштарың бөтәме-юҡмы?” тигән һорау бирмәне, улар ҡайтып киткәс, асыуланып йөрөмәне, әрләшмәне. Әйтерһең, бындай сифаттарҙың кешегә хас булыуын белмәй ҙә кеүек ине. Әлтәф уңды ҡатындан, яҙмышына рәхмәтле тойғолар менән алтмышын артылды. Хәҙер инде тыныс ҡына йәшәргә кәрәк тә, тик күңел һаман ниҙер эҙләй, юҡһына, ҡайһы берҙә ошо хистәрҙе ауыҙлыҡлар өсөн дә ул көндәр буйы өйөнә инмәй, урамдағы эштәр менән мәшғүл була.
Әле лә тирә-яҡты, кешеләрҙе, яҙ етеүен белдереп, сәскәләр менән ҡойонған сирень ағастарын күҙәтеп тороуын белде. Янында һөйләшә-һөйләшә ашығып вагонға ынтылыусыларҙың өҙөк-өҙөк хәбәрҙәрен дә тыңлап, урынынан ҡуҙғалмай тора бирҙе. Шул ваҡыт поезд ҡуҙғалыуын белдереүсе иғлан ишетелде. Вагонда оҙатыусы булып эшләгән ҡыҙҙар ҙа пассажирҙарға ашығырға ҡушты. Тәмәкеһен тағы берҙе оҙон итеп һурып алырға ла, үҙе яратҡанса, тәмәке төтөнөн яйлап, бүлеп-бүлеп өрөп, ошоноң үҙенә күрә бер ләззәтен күҙ ҡарашы менән тойорға, ә унан вагонға инергә, тип уйлаған Әлтәф янынан йомро ғына, бер аҙ ҡурҡынған ҡарашлы үҫмер йүгереп үтте. Уның артынан аяғын һуҙа баҫып атлаған, киң яурынлы, оло ғына ҡиәфәтле ир ашыҡты. Әлтәф инәһе вагон янында туҡтап ҡалдылар. Был кешегә ҡараны ла Әлтәф тағы уйға батты: үҙенең хәтер һандығынан был сырайҙың кемгә оҡшауын, кемде хәтерләтеүен аҡтара башланы. Шул ваҡыт вагон оҙатыусы Йәмиләнең: ”Әлтәф ағай, һеҙ бөгөн бараһығыҙмы, әллә кеше оҙатаһығыҙмы?” – тигән тауышына тертләп китеп, вагонға ҡабаланды. Тик һаман да баяғы кеше тураһында уйлай ине. Тәмәкеһен һуңғы тапҡыр һурып ташланы ла, төкөрөп, аяғы менән тапап, инергә ашыҡты. Теге кеше баяғы ташланған тәмәке төпсөгөнә йотлоғоп һәм ҡомһоҙланып ҡарап алды, унан әлеге малайға:
– Пивоны төпкә һалдыңмы, өҫтә булһа, бир әле, – тине.
Малай, насар һүҙ ишетеүҙән ҡурҡҡан төҫлө, тиҙ генә сумкаһын аҡтара башланы, ә теге ир ашыҡҡан кешеләй күрше торған ҡатындан сәғәт һораны ла: “Һин дә тораһың инде, йән көйҙөрөп ҡыҙҙырып, әҙ генә болот әҫәре лә күренмәй бит, исмаһам...” – тип уйлаған кеүек, төшлөктән ауған ҡояшҡа ҡарап алды.
Ҡояшҡа нимә, ул болоттар өсөн яуап бирмәй, таң менән бергә күк йөҙөнә күтәрелә лә кискә тиклем үҙ эшен башҡара. Был ир көйәме, икенсеһеме – уның өсөн барыбер.
– Ах, каналья, тағы төпкә йыйҙыңмы? Мин һиңә нимә тинем? – Был баяғы ирҙең тауышы ине.
Тауышы ла үҙе кеүек бик ҙур булып сыҡты – барлыҡ инергә өлгөрмәгән пассажирҙар асыу ҡатыш аптырау менән иргә боролоп ҡараны.
– Вагонда спиртлы эсемлек эсеү тыйыла, – тине Йәмилә.
– Теге ҡайтҡанда юл буйы һыра эстем, тыйыусы булманы, тағы үҙгәрҙеме законығыҙ? Аҙнаһына биш төрлөгә үҙгәрәһегеҙ! – тип яуапланы ир.
– Башҡа вагон өсөн яуап бирмәйем, ағай, ә мин эшләгән вагонда шул тәртип, башҡа ҡабатламайым. Үҙегеҙ үкенмәҫлек юл һайлағыҙ, тыңламаһағыҙ – юлда төшөртәсәкмен, әйтмәне тимәгеҙ, аңлашылдымы? – тине лә, һеҙҙең менән һүҙ бөттө тигән ҡиәфәттә башҡа пассажирҙарҙың билетын ҡарап индерә башланы.
Әлтәф баяғы ир менән үҫмерҙе алдан үткәреп, үҙе арттан инде. Ингәс тә 23-сө урынды эҙләп алды, эстән генә билет һатыусы алдамаған икән, урын аҫта, тип уйлап алды. Һуңғы ваҡыттарҙа ул ниңәлер вагон-купела йөрөргә яратмай башланы. Ул ғына ла түгел, хатта өҫкө ҡатта ла урынлашырға яратмай. Гел генә плацкарт вагонда, аҫҡы ҡаттан ала. Әллә олоғайыу баҫамы – әйтеүе ҡыйын. Ҡарашы менән теге ирҙе эҙләне. Нимәгә кәрәк, тип һораусы булһа, моғайын, аңлата алмаҫ ине. Оҙон юлды юлдаш менән яҡшы һүҙ ҡыҫҡарта, тиҙәр бит. Бәлки... Костюмын сисеп элеүгә, баяғы ирҙең тауышы ишетелде:
– Һеҙҙең нисәнсе, – тип, яуапты ла тыңламай, – беҙҙең 21-се, 22-се урындар, – тине.
– Рәхим итегеҙ, ошо урындар.
– Значит, беребеҙ өҫтә йоҡлай, һин инде,– улына өндәште.
Тегенеһе “ярай” тигәнде белдереп баш һелкте. Әлтәф эстән генә, моғайын, улылыр, тип уйлап ҡуйҙы.
Шул ваҡыт вагон буйлап, Йәмилә һор тышлы күн папкаһының кеҫәләренә пассажирҙарҙың билеттарын паспорттары менән тикшереп, йыйып, урындар буйынса тултыра башланы. Һәр береһенә сәй һәм постель кәрәк-яраҡтарының хаҡын әйтеп барҙы. Йәмиләнең тимер юлда оҙаҡ эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең береһе икәнлеге эшен башҡарыуынан уҡ күренеп тора. Әлтәф уны хәҙер үҙенең күптәнге танышы кеүек ҡабул итә. Йәмилә менән дә төрлө хәлдәр булып торғолай. Бер ваҡыт, Йәмиләнең бушыраҡ ваҡытында, Әлтәф уның менән дә гәп һатып, юл ҡыҫҡартып алды. Шунда Йәмилә уға бер мәҙәк хәлде һөйләгәйне.
...Яңы йыл байрамы алдынан булған ул хәл. 30 декабрь көнө вагонда пассажирҙар артыҡ күп булмай, тынысыраҡ була. Пассажирҙарҙың күбеһе ҡунаҡҡа бара, бер аҙы – ситтән тороп уҡыусы студенттар. Бына шул пассажирҙар араһында бер яҙыусы ла Өфөгә юллана. Йәмилә оҙатҡан вагонда ла егермеләп кенә пассажир, араһында өс егет бар. Юлда уларға тағы икәү ҡушылып, улар яңы йылды байрам итә башлайҙар. Төнгө икеләр тирәһендә теге егеттәр ниндәйҙер станцияла төшәләр. Уларҙың шау-шыу тауышына яҙыусы уяна ла баш осонда сумкаһының юҡлығын шәйләй һәм:
– Йәмилә-ә-ә! – тип вагон яңғыратып ҡысҡырып ебәрә, был мәлдә вагон ҡуҙғалған була.
Йәмилә йүгереп килеүгә, яҙыусы уны битарафлыҡта, үҙ эшенә яуаплы ҡарай белмәүендә, тағы әллә күпме ғәйептәр тағып битәрләй башлай. Состав начальнигын саҡыртыуын талап итә. Эштең нимәлә икәнен аңлаған ҡыҙ авария ваҡытында баҫыла торған “стоп” кранына баҫып өлгөрә. Поезд туҡтай, начальник килеп етеп эштең айышын асыҡлай башлай, ә был мәлдә Йәмилә составтағы ике милиционерҙы, поездан ҙур әйберҙе урланылар, тип төшөрөп тә өлгөрә. Теге егеттәр төшөп ҡалған станциянан поезд артыҡ күп тә китмәгән була. Егеттәр тотола: сумкала артыҡ ҡиммәтле әйбер ҙә булмай, тик яҙыусының сираттағы әҫәренең ҡаралама вариантынан бер экземпляры була, ә икенсеһен үҙе менән барған юлдашына күрһәтер өсөн алған була. Бөтә тауыш шул нәмә арҡаһында сыға. Состав начальнигы өсөн был юҡ ҡына әйбер, ә бына ижад кешеһе өсөн унан да ҡәҙерлеһе юҡтыр. Кем нисек аңлай бит. Йәмиләгә тимер юл идаралығынан – ҡаты шелтә, премиянан ҡолаҡ ҡағыу, Яҙыусылар союзынан – Маҡтау грамотаһы, ҡиммәтле сәғәт. Бына нисек!
Әлтәф, уйҙар сылбырының ошо еренә еткәс кенә, ҡаршыһындағы иргә ентекләберәк ҡарап алды. Яҫы маңлайын күҙҙәренән айырып торған ялбыр ҡашлы, төңкөс ҡарашлы ир билеттарын тапшырып бөттө лә, ҡулдарын ыуып, эш тә бөттө тигән ҡиәфәттә Әлтәфкә ҡараны ла тертләп китеп, ҡатып ҡалды. Ҡарашын ситкә алды ла сумкаһынан өҫкә сығарып ҡуйған һыраһын “бүлт-бүлт”, тигән тауыш сығарып эсә башланы, үҙенең ҡулдары ниңәлер ваҡ ҡына дерелдәү менән ҡалтырай ине. Уға тиклем ул ҡулдар ҡалтырағанмы, юҡмы, уныһын Әлтәф аңламаны, тик: “Күп эсеп шулай нервылары ауырый башлағанмы, әллә берәй ауыр ҡайғы үткәргәнме икән”, – тип уйлап ҡуйҙы. Шул ваҡыт теге ир һыңар ҡул менән эсеп торған һыраһының төбөнән ике ҡуллап тотто. Ошо минуттан Әлтәф өсөн бөтәһе лә асыҡланды – ул әлеге мәлде булдырмаҫ өсөн күпте бирергә әҙер булыуын тойҙо. Күпме юлдар үтеп, күпме кешеләр менән танышып, дуҫҡа, туғанға әйләнеп, шатлыҡлы минуттар кисергән Әлтәф бөгөнгө көндөң хәтерҙән юйылып, юҡҡа сығыуын теләр сиккә етте. Уң ҡулындағы баш бармаҡтағы тәрән яра эҙе Әлтәфте бөгөнгө көндә ташлап киткән хәтерен алып килеп урынына ултыртып ҡуйҙы. Башына һуҡҡан кеүек сайҡалып китте лә, “ыңҡ” тигән өн сығарып, ултырған урынына нығыраҡ һырынды, хатта кесерәйеп киткәндәй булды. Ошо бармаҡ яраһын ул меңләгән башҡа бармаҡтар яраһы араһынан да таныр ине, бөгөн дә таныны, эйәһен дә таныны. Танымаһа икән, юҡ шул, мөмкин түгел. Йөрәктәге әҙәм тоймаҫ, кеше белмәҫ, хатта үҙең оноторға теләгән яра уңалмай торғандары ла була икән. Бая таныш булмаған ирҙе ҡурсалаған тойғо хәтәр күңел бурандарына әйләнде, шулай ҙа Әлтәф үҙен ҡулға алды: нимәгә ымһынып йөрөгән – осрашмаҫтарынамы? Тау менән тау ғына осрашмай – әҙәм балаһы бындай хәлдәрҙән азат түгел. Ситтән күҙәткән кеше быларҙы, мотлаҡ таныштар, тик кемеһе һүҙ башлар икән, тип уйлар ине. Һүҙ башлауға сәбәп тиҙ табылды, үтә тиҙ. Арыу ғына тиҙлекте үҫтергән поезд ҡапыл туҡтаны, вагон ишектәре лә асылды. Пассажирҙар вагонын оҙатыусы ҡыҙҙар минут эсендә вагон эсенән тышҡа атылды, пассажирҙар ни икәнен дә аңламай ҡалды тиерлек. Тимер юлынан алыҫ булмаған урында сирень ағастары, күҙҙең яуын алып, сәскәгә күмелеп ултыра. Аҡ, миләүшә төҫлөләр – матурлығын һүҙҙәр менән аңлатырлыҡ түгел. Ҡыҙҙар төштөләр ҙә шул сәскәләргә йүгерҙеләр, минут та үтмәне, ҡосаҡ тултырып сәскәләр менән килеп инделәр. Йөҙҙәре шат, үҙҙәре көлөшәләр. Состав начальнигы вагон буйлап һәр береһен шелтәләй, тик үҙенең дә ҡәнәғәт булыуы тойола. Ҡыҙҙар сәскәләрҙе ике-өс урынға һыу менән ултыртып ҡуйҙылар. Был ҡылыҡтары менән пассажирҙар өсөн улар матурлыҡ бүләк иттеләр. Бүләк өсөн ҡайһы саҡта һүҙ түгел, ошондай аҙым да етә шул... Машинистар менән ҡыҙҙарҙың күңел матурлығы Әлтәфте йылмайырға, бер минутҡа булһа ла күңелһеҙ хәтирәләрҙән арынырға ярҙам итте.
Күңелһеҙ уйҙарға йүнәлгән хәтерен ауыҙлыҡлаған Әлтәф юлдашына күҙ һалды, ә ул ҡулында тотоп ултырған сынаяғын ярған да, бармаҡ араларынан ҡан тамсылай ине. Үҙе сынаяҡты ибәтәйһеҙ тотоуынанмы, әллә уны ярыуынанмы, ғөмүмән, булдыҡһыҙлығын кешегә күрһәтеүҙән оялыпмы, хатта бөршәйеп ҡалған. Икеһен дә тетрәндергән был осрашыуҙың артабан ниндәй йүнәлештә китеүе Марат өсөн дә бик ҡыҙыҡ һәм серле ине, сөнки Марат, әлеге йомро малай, өйҙәге альбомдағы һүрәт буйынса ул ағайҙы таный ине.
– Ай әттәгенәһе, Марат, таҫтамалды бир әле, – тигән булды.
– Мин ҡыҙҙарҙан йүҙе алып киләйем, улай ғына булмаҫ, һыра ғына тиһәң дә берәй инфекция булып ҡуймаһын, – тип, һөйләшеүгә сәбәп табылыуға бер аҙ һөйөнөп, ҡыҙҙар янына китте.
Артынан:
– Ярай, туҡтай ул, кәрәкмәҫ ине, – тип сикләнде тегеһе.
Йүҙе һөрткәс, ҡан тамыуҙан туҡтаны, шулай уҡ өсәү араһында ла үле тынлығы урынлашты. Шулай ҙа Марат тынлыҡты боҙҙо:
– Про нас забыли, проводница һаман килмәй бит.
Ярты урыҫса, ярты башҡортса һөйләгән үҫмер кемделер хәтерләтеп, ярайһы уҡ асыҡ сырайлы, алсаҡ кешегә оҡшаған.
– Хәҙер килерҙәр, сәскәләрен тәртипкә килтереп бөтмәгәндәрҙер, – тип әйтеп тә өлгөрмәне, Йәмилә килеп :
– Йоҡлар өсөн яҫтыҡ, матрастар башта, ҡалғанын бына килтерҙем, теләһәгеҙ, хәҙер сәй ҙә килтерәм, – тине лә, тейешле хаҡын алып, әйберҙәрен ҡалдырып китеп барҙы.
Юлда күп йөрөп өйрәнгәс, Әлтәф юлға һәр саҡ уҡырға китап ала. Был юлы китапты уға ҡатыны Вазифа күршеләрҙән алып килеп һалды.
– Ошоно ал, күршеләрҙән алдым, ҡыҙы уҡыған, бик маҡтай, – тине.
Шул китапты алып уҡый башланы.
–“Сират күпере”. Мәҙәк исемле икән,- тигән тауышҡа Әлтәф тертләп китте, ләкин өндәшмәне.
– Беҙ һинең менән таныштар түгелме? Ҡайҙалыр осрашҡанбыҙ – миңә шулай тойола, – тип яңынан һүҙ башланы юлдашы.
– Эйе, миңә лә шулай тойола. Бәлки, йәшлеккә ҡайтып урарбыҙ, – тип, үҙен ҡулға алып, һүҙҙе дауам итте, улай ғына түгел, хатта ҡыйыуланып, һүҙ ағышы йомғағын да үҙ ҡулына алды.
– Ә...
– Теге туйҙа киҫелгән бармаҡты хәтереңә төшөрҙөңмө?
Әлтәф ниндәйҙер уйға килеп, китабын ябып өҫтәлгә һалды ла:
– Дә-ә, ”Как мир тесен” тигән, ти, бер урыҫ. Беҙ шул урыҫ кеүекбеҙ инде. Кем уйлаған, бер килеп, күҙгә-күҙ ҡарашырбыҙ, хатта асыу һаҡламаған кешеләй һөйләшеп тә алырбыҙ, тип. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, ти торғайны өләсәйем, шулай икән. Көнөнә нисә тапҡыр мин һине иҫкә алам. Бармағым ауыртҡан һайын, ул көндө ҡәһәрләйем. Минең бармаҡта яра юҡ ул, тик йөрәктәгеһе... Күңеленән генә, “ҡатыныма ҡараған һайын, йоҡларға ятҡан һайын, уның тауышын ишеткән һайын. Гөләндәмдең һынын күрергә, йомшаҡ ҡулдарын тойорға, тауышын ишетергә теләп, йөрәгем менән сәбәләндем, –тип тамамлап ҡуйҙы.
– Шулайҙыр... Мин дә онота алмайым. Беҙҙең мөхәббәт, һинең дә, минең дә тәүге ҡырауға бирешкән көсһөҙ сәскә кеүек булды инде. Һин яратаһың, ул һиңә ҡарамай, икенсене һөйә. Мин үҙем, бәлки, ана шул ҡырау булғанмындыр. Мин һөйә белмәнем...
Ҡапыл ғына күп һөйләп алып киткән иргә ҡарап, Әлтәф күңеле менән алыҫ үткәндәргә китте, ахырыһы. Теге ир әңгәмәсеһенең үҙенең янда түгеллеген тойоп, ҡапыл туҡтап ҡалды. Тынлыҡ урынлашты. Марат ҡына тынлыҡты боҙоп, өҫ кейемдәрен алмаштырып, өҫкә менеп ятты ла:
– Әйҙә һөйләшегеҙ, мешать не буду, – тине.
– Ул ваҡытҡа ла ҡырҡ йылдан ашты инде, һин бирешкәнһең, Салауат, ныҡ олоғайғанһың, тип әйтәйемме. Әллә сирләйһеңме?
Тегенеһе башты ҡырын һалып муйынына сиртеп ебәрҙе лә:
– Был әллә кемде олоғайтыр, гүргә лә тығыр. Нисә тапҡыр ант итеп ташлайым, ике-өс ай йөрөйөм дә кире башлайым. Ташлап һыра ғына эсеп тә йөрөгән булам, килеп сыҡмай. До конца ташларға көс етмәй.
– Ә Гөләндәм ни хәлдә, балаларығыҙ эйәле-башлы булып бөткәндер инде? Был яҡтарҙа йомош менәнме? – тип бик ауырлыҡ менән һораны Әлтәф.
Уның тауышында өмөт тә, һағыш та бер юлы сағылып ҡалды. Күңеле менән “Юҡ. Гөләндәм мине талап китте, һине яратҡандыр” тигән яуапты ишетергә теләне, ахырыһы.
– Йомош тиһәң дә, былай ғына, тиһәң дә була. Тыуған яҡ бит. Атай нигеҙе, ҡустылар бында. Гөләндәмме? Ул ожмах түрендәлер, бәлки, егерме йыллап була инде. Тормош ҡәҙерен белмәнек.
Гөләндәмгә ҡағылған яуапты аҙаҡҡа ҡалдырып, бик көттөрөп кенә әйтте.
– Сирләнеме?
– Юҡ ошоноң менән мауыҡты. Үҙем дә булдыҡһыҙлыҡ күрһәттем: үҙ иркенә ҡуйҙым. Кәйеф-сафа менән яратҡан дуҫтарына ла иғтибар итмәнем.
Әлтәф уны тыңламай ҙа ине шикелле. Күҙҙәрен алыҫҡа текләгән кеше кеүек, ирендәрен ҡымтыған да, бер ни өндәшмәй ултыра бирҙе. Уның күҙҙәрендә был минутта ғазап та, һағыш та, нәфрәт ҡатыш үс тә, рәнйеү ҙә, асыу ҙа – барыһын күрергә мөмкин ине. Ул күҙҙәрҙә ҡасандыр шаян осҡондар сағылдырған наҙ, шатлыҡ ҡайҙалыр йәшеренгән, хатта булмағандай тойолдо.
Дауамы бар.