Шоңҡар
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Февраль , 23:05

Ауыл малайы ZAGA

Дуҫтар, һеҙҙе бөгөнгө йәштәр араһында иң популяр йырсыларҙың береһе ZAGA (Заһир Ғәлиәкбәров) менән таныштырырға булдыҡ. «Бәйләнештә» социаль селтәрендә ҡыҙыҡлы вайндар ҙа тәҡдим иткән, «Тинькофф Холл» үҙәгендә концертын да ойоштороп өлгөргән йәш башҡарыусы ҡайҙан, кем икән? Үҙебеҙгә лә ҡыҙыҡ, әйҙә танышайыҡ әле.

Ауыл малайы  ZAGA
Ауыл малайы ZAGA

– Заһир, һин ҡайһы яҡтан?
– Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылынан.
– Ниндәй ғаиләлә үҫтең?
– Беҙ дүрт бала: апайым, ағайым, мин һәм һеңлем. Һеңлем менән бер синыфта уҡыныҡ, ул минән бер йәшкә генә бәләкәй. Атайым миңә дүрт йәштәр булғанда үлеп ҡалған, шуға уны бик иҫләмәйем. Беҙҙе әсәй тәрбиәләп үҫтерҙе.
– Мәктәп йылдарында сәнғәт юлын һайлармын, тип уйлай инеңме? Ниндәй уҡыусы булдың?
– Мәктәптә уҡығанда бейеү, спорт менән шөғөлләндем. Спорт яҡыныраҡ булды. V синыфҡа тиклем – Әлмөхәмәт мәктәбендә, шунан Целинныйҙа уҡыным. Студент саҡта бокс, ММА менән шөғөлләндем. Бала саҡта йырсы булып китермен тигән уй башыма ла инеп сыҡманы.
– Тәүге тапҡыр сәхнәгә нисә йәштә, ниндәй номер менән сыҡтың? Нисек сәнғәт донъяһына аяҡ баҫтың?
– Былай мәктәп сәхнәһендә гел йырлай торғайным. «Мин дә үҫкәс һалдат булам» тигән йырҙы яратып башҡарҙым. Музыка уҡытыусыһы Әлфиә Дамир ҡыҙы өйрәтте. Һабантуйҙарҙа, бүтән сараларҙа бейеү менән дә сығыш яһай торғайным.
– Йырҙарҙы үҙең ижад итәһеңме?
– Иң беренсе йырымды Илфир исемле ҡустым менән бергә яҙҙыҡ. Мөхәббәт тураһында ине, ул йыр үҙемә бик оҡшаманы, минең стиль түгел, тип ҡуйҙым. Шунан бер мәл дуҫтар, икенсе стилдә яҙып ҡара, тигәс, Салауат исемле дуҫ егет менән «Бейе» тигән йыр уйланыҡ. Ярты сәғәт эсендә тыуған ижад емешебеҙ беренсе хитым булды ла инде. Мин әрмегә сығып киттем, хеҙмәт итеп йөрөйөм, ә Башҡортостанда мәж килеп йырҙарымды тыңлайҙар икән.Ҡайткас, дәртләнеп китеп тағы ла «Башҡорттар на рахате» тиган хит сығарҙым, шунан Рәмил дуҫым менән «Ауылские движения» тигәнен яҙҙыҡ, быныһын инде тыңлаусылар тағы ла нығыраҡ яратты.
– Заһир, һин һөнәрең буйынса кем?
– Магнитогорск ҡалаһында техникумда электр приборҙары буйынса электромонтер һөнәренә уҡыным. Әле тыуған ауылымда йәшәйем.
– «Юлдаш PLUS» радиоһы үткәргән йыр конкурсында 2023 йылда бер түгел, ике номинацияла бүләкләндең бит әле?

– Эйе, «Йыл асышы» һәм Рәмил дуҫым менән бергә «Ауылские движения» өсөн «Йыл тренды» номинацияһында бүләкләндек.
– Өфөлә «Тинькофф Холл» залында айырым концерт ҡуйыу һәр йырсыға эләкмәй. Һин быға нисек өлгәштең?
– Сургут, Нижневартовск, Магнитогорск, Екатеринбург, Ырымбур, Силәбе ҡалаларында, республика ҡала-райондарында концерттар менән күп йөрөнөм. Бынан һуң дуҫтар Өфөлә
айырым концерт ойошторорға тәҡдим итте. Тырыштыҡ, килеп сыҡты, тамашасыларыма рәхмәт!
– Заһир, һиңә ҡыҙҙар күп яҙамы? Дуҫлыҡ тәҡдим итәләрме?
– Яҙалар, ҡалай итәһең инде, таныйҙар, беләләр, тыңлайҙар. Заманы ла шундай бит.
– Ниндәй музыка ҡоралында уйнай беләһең?
– Гитарала ғына уйнайым.
– Аңлауымса, һиңә ҡаҙаҡ йырсылары оҡшай?
– Эйе, уларҙан күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин, тип уйлайым һәм өйрәнәм.
– Интернет-майҙансыҡтарҙа тыңлаусыларың күпме?
– 35 мең тыңлаусым бар.
– Йыр-моң менән мауыҡҡан балаларға теләк-тәҡдимдәрең?
– Кемдәр музыка ярата, йырҙар яҙа, ҡурҡмай үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, ижадығыҙҙы тәҡдим итегеҙ, белеп булмай, бәлки, уңышҡа ла ирешерһегеҙ. Ижад күңелде үҫтерә. Һәләтегеҙ бар икән, әйҙә, алға!
– Рәхмәт, артабан да алдыңа алған маҡсаттарың тормошҡа ашһын!

      Блиц-һораулама
Тыуған көнө – 2002 йылдың 12 декабре.
Яратҡан миҙгеле – ҡыш.
Яратҡан төҫө – аҡ.
Яратҡан автомобиль маркаһы – «Тойота».
Яратҡан китабы – «Алтын тамсы».
Яратҡан фильмы – «Һеңлекәш».
Яратҡан аш төрө – бишбармаҡ.
Йырҙары – «Ауылские движения», «Ауыл ҡыҙы», «Ауылда диско», «Башҡорттар на рахате» һәм башҡалар.


Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА әңгәмәләште.

 

Ауыл малайы  ZAGA
Ауыл малайы ZAGA
Автор: Венер Исхаков
Читайте нас