Гөлнур ҠЫУАТОВА
Күңел ғазабы
(Хикәйә)
Альберт өйгә инеп, аш-һыу бүлмәһендә сыҡҡан тауышты ишетеү менән ҡатынының кәйефе юҡлығын аңлап ҡалды. Әҙиләһе һирәк, әммә берәгәйле итеп холҡон күрһәтә. Дүрт йыл элек айырылыуҙан саҡ тороп ҡалғайнылар. Ул мәлдә ир дуҫтары менән осрашып, иҫергәнсе эсеүҙе ғәҙәт итеп бара ине шул. Тик был юлы нимә булды һуң? Улай-былай эш боҙғаны ла, һүҙ әйткәне лә юҡ. Эштә лә, өйҙә лә тәртип. Аҙаҡҡы тапҡыр ҡасан эскәнен дә оноттто кеүек.
Ҡатыны:
– Ҡайттыңмы? Ултыр, аша! – тине лә йоҡо бүлмәһенә инеп китте.
Хәлдәр бик етди – ҡатыны бер ваҡытта ла айырым ултырып ашағаны юҡ. Альберт ҡәйнәһенең: “Эштә арып йөрөгән ирҙәрегеҙҙең тамағына арҡыры тороп, ашаған ваҡытында һүҙ әйтмәгеҙ!” – тип ҡыҙҙарына аҡыл өйрәтеүен әллә нисә тапҡыр үҙ ҡолаҡтары менән ишеткәне булды. Әҙилә әсәһенең һүҙен тотто, хатта иренең эскелек менән мауыҡҡан сағында ла өҫтәленән йылы аш өҙмәне.
Ир теләр-теләмәҫ кенә ярты тәрилкә йәшелсә ашын һемерҙе лә, сәй эсеп тә тормай телевизор ҡаршыһына барып ултырҙы. “Нимә булды һуң ул? Иртәнсәк кенә һин дә мин эшкә сығып киткәйне лә баһа ҡатыны? Әллә балалары берәй эш боҙһа, асыуын миңә төшөрәме? Әллә берәй ҡушҡан эшен һуҙып йөрөймө?” Альберт нимә уйларға белмәй аптыранып ултырыуға Әҙиләһе үҙе янына сыҡты.
– Шунан, минән йәшерен серҙәреңде һөйләргә теләмәйһеңме?
– Ниндәй сер тағы?
– Ә ирҙәрҙең ниндәй сере була? Һөйәркә инде!
– Ниндәй һөйәркә һөйләйһең тағы?
– Мин барыһын да беләм. Үҙеңдең һөйләргә намыҫың етерме икән, тигәйнем.
– Һинең алда намыҫым таҙа: һөйәркәм юҡ. Танышыуыбыҙға һигеҙ йыл, бер тапҡыр ҙа хыянат иткәнем.
– Алдама!
– Улайһа был ялған хәбәрҙе ҡайҙан алып һөйләүеңде аңлат!
– Ә был нимә!? – Әҙилә иренең алдына ҙур, ҡалын конверт ырғытты. – Аңлауымса һеҙҙең тарих ун йыл элек үк башланған шикелле. Әллә унан да алдараҡмы?
Альберт таныш конвертты күреп, аптырап ҡалды. “Барыһы ла бөттө! Хуш, тыныс тормош,” – тип уйланы ул эстән генә.
– Быны ҡайҙан алдың?
– Кабинетыңдағы шкаф башында ята ине.
– Ә шкаф башында нимә ҡараның? – Альберт эстән генә: “Был ҡағыҙҙарҙы эштә һаҡларға кәрәк булған,” – тип уйлап ҡуйҙы.
– Үҙең ял көнө фатирҙа ремонт эшләтәм, тигәйнең бит. Бөгөн бына шкафтарҙы, китап кәштәләрен бушата башлағайным. Ярай, һүҙҙе ситкә борма! Һорауға яуап бир!
– Ҡарағанһың, күргәнһең, беләһең – был аҡса күсереү квитанциялары. Тик аңламайым, унда һөйәркә тигән берәй яҙма бармы?
– Ун йыл буйы ай һайын Мәрйәм исемле ҡатынға унар мең һум аҡса күсерәһең. Һөйәркә булмайынса кем һуң әтеү? Бәлки ситтә балаң үҫеп киләлер?
– Ышанһаң ышанаһың, ышанмаһаң юҡ: минең бер нндәй ҙә балам, икенсе ҡатыным, һөйәркәм, ғаиләм юҡ! Башҡаса бер нимә лә аңлатмаясаҡмын. Теләһәң нисек уйла...
– Алдама!
– Һине алдағаным юҡ!
– Йылдар буйы алдағанһың. Хәтереңдәме, ошо фатирҙы алғанда мин ҡала ситенән йорт ҡарайыҡ, тигәйнем? Һин аҡса етмәй, ипотека түләүе ауыр, тинең. Ә шул уҡ ваҡытта ай һайын кемгәлер аҡса биреп ятаһың! Тимәк, беҙҙән – ғаиләңдән йәшереп торған аҡсаң бар. Был алдау түгелме?
– Ас ултыраһыңмы? Кейемең юҡмы? Фатирға бер тапҡыр булһа ла үҙең түләгәнең булдымы? Мин һеҙҙе кешеләрҙән кәм йәшәтмәйем. Өс эштә эшләһәм эшләнем, аҡса таптым. Һинең эш хаҡыңдың күпме икәнен дә, нимә тотонғаныңды ла һорағаным юҡ. Минән дә отчет һорама!
– Һора! Бер тинен дә ситкә ебәрмәйем, ғаиләгә тотонам. Ә һин кемгәлер бирәһең!
– Бирәм икән, тимәк шулай кәрәк... Артабан да бирәсәкмен. Һорауыңа яуап: һөйәркәм юҡ. Һөйләшеү тамам!
– Юҡ, тамамланманы әле! Ул Мәрйәмдең кем икәнен һөйләмәй тороп, тамамланмаясаҡ та!
– Ярай улайһа, һинеңсә булһын: ул минең һөйәркәм... – Альберт тәмәкеһен алды ла, тышҡа сығып китте.
...Төн һалҡынайтҡансы күл янындағы паркта ултырған ир артабан нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалды. Өйгә ҡайтып, ҡатыны менән иреш-талашты дауам иткеһе килмәй. Ни машинаһының, ни эшенең асҡысын алмаған, шунда бер аҙ серем итер ине. Кейемен дә алыштырмаған – ҡайтыуҙан башҡа сара юҡ. Альберт теләр-теләмәҫ кенә өйөнә ыңғайланы.
Әҙилә борсолоуҙан уяу ятыуын һиҙемләп, йоҡо бүлмәһенә инеп торманы, залдағы диванға ятты. Иртән аралағы талашты балаларына һиҙҙермәҫкә тырышып, өнһөҙ генә тамаҡ ялғанылар ҙа, ир менә ҡатын эшкә юлланды. Шулай аҙна тирәһе ваҡыт үтте. Альберт ҡатынының күңеле ҡата барыуын да һиҙҙе, әммә күңел ғазабы булған серен сисергә теләмәне. Ҡасандыр ул бер кемгә лә һөйләмәҫкә, тип үҙ-үҙенә һүҙ биргәйне. Ҡурҡа ул. Ун йыл үтһә лә был ҡурҡыу бөтмәй. Гонаһын аҡса менән юйып ҡарарға булды ла, әммә күңел тыныслығын таба алмай. Тик төрмәгә ултырыу уны тағы ла нығыраҡ ҡурҡыта. Шуға ла серен иң яҡын дуҫына ла, ағаһына ла, хатта әсәһенә лә һөйләмәне. Әҙилә лә белмәйәсәк. Сөнки Альберт аңлай: бер генә кешегә һөйлә, хатта ул һинең иң яҡын кешең булһын, ҡасан да булһа өсөнсөләр, дүртенселәр беләсәк, хәбәр тараласаҡ. Икенсенән, сер бүлешкән кеше ваҡыты-ваҡыты менән ул хәл тураһында һүҙ ҡуҙғалтасаҡ. Ә ул был турала һөйләргә түгел, хатта уйларға ла ҡурҡа...
...Альберт институтты тамамлау менән Себер тарафтарына юлланды. Бәхетенә, һөнәре буйынса ҙур ғына компанияға вахта ысулы менән эшкә урынлашҡайны, тормошо алға китте. Тәүҙә тол ҡалған әсәһенә ярҙам итте, бер туған һеңлеһенең туйын үткәреште. Өс йыл үтеүгә тотонолған булһа ла машина алырға булды. Уйын бер кемгә лә әйтмәне, әсәһенә ҡайтырға йыйыныуын да хәбәр итмәне хатта. Билетты Магнитогорск ҡалаһына тиклем алды ла, ике көн буйына урындағы баҙарҙа һайланып йөрөп, 14-се модель Жигули һатып алды. Шатлығы эсенә һыймай, документ эштәрен тамамлау менән ҡайтыр юлға сыҡты. Кистең төнгә ауышыуы ла, көҙгө көндөң ямғырлап тороуы ла уны уйынан дүндерә алманы. Шатлана-ҡыуана ауылына килеп ингәндә төнгө сәғәт өстәр тирәһе ине. Дөм ҡараңғы урамды фаралар менән яҡтыртып барғанда ҡапыл машина алдына нимәлер ауҙы. Нимә булғанын аңлап, тормозға баҫыуға тәгәрмәстәре ҡаты әйберҙе тапап уҙғайны инде. Машинаһынан сыҡҡансы уҡ үҙенең кеше тапатыуын аңланы. Ул үрге остағы Инсаф булып сыҡты.
Бер аҙ нимә эшләргә белмәй тораташтай ҡатып торҙо. Унан ярҙам итергә маташты. Тик бер нисә минуттан ул тоҡ кеүек хәрәкәтһеҙ ятҡан кәүҙәне йәне ташлап киткәнен аңлап ҡалды. Ҡысҡырырға итте, тауышы сыҡманы. Яҡындағы өйгә барып, тәҙрә шаҡырға уйланы – аяҡтары атламаҫ булды. Ҡарға тубыҡланып ултырыуҙан өшөй башлағас ҡына аңына килгәндәй булды. “Араҡы еҫе аңҡып тора, тимәк үҙе юлға сыҡҡан. Тиҙлек яй ине, һаҡһыҙ үлтерҙем була... Тик барыбер ултыртасаҡтар. Үлем осрағында “условный” менән генә ҡотолоп булмай. Уҡыу ҙа, эш тә, йәшлек тә әрәмгә китә, – Альберт машинаһына инеп ултырҙы ла, үкһеп иларға тотондо. Бер аҙ күңеле бушағас ҡына полицияға хәбәр итергә кәрәклеге иҫенә төштө. Шулай итер ҙә ине, әгәр башына кинәт яңы уй килмәһә.
“Минең ауылға ҡайтҡанды ла, машина алғанды ла бер кем белмәй. Әгәр кемдер минең Инсафты тапағанды күрһә, күптән яныма килгән булыр ине. Был бит бәләнән ҡотолор мөмкинлек. Бер кем дә белмәҫ тә, уйламаҫ та... Берәй аҙна Сибайҙа йә Баймаҡта фатир ҡуртымға алып, шунда ятырмын. Ә машинаны икенсе ҡайтҡанда алдым, тип әйтер, берәй ихатаға ла ултыртып китә алам... – Альберт йәшен тиҙлегендә килгән был уйына шатланып ҡуйҙы. – Ашыҡма, ашыҡмай ғына борол. Берәйһе күрмәнеме икән? Юҡтыр... Был ваҡытта шул иҫерек әҙәмдәр генә йөрөй инде ул. Аҙна уртаһында парлашып йөрөр йәштәр ҙә юҡ хәҙер ауылда. Ярай, ни булһа ла булыр. Аҙаҡ тотолһам, ҡурҡып ҡастым, тиер. Йә, Раббым, үҙеңдән ярҙам...” – егет белгән доғаларын уҡый-уҡый машинаһын кирегә бороп, ауылдан сығып китте. Ҡуртымға алған фатирында ул аҙнанан ашыу ятты. Ҡурҡыу ҙа, выждан ғазабы ла йәнен өттө. Әсәһе менән телефондан һөйләшкәндә ауыл хәлдәрен һорашҡайны, өс көн тигәндә: “Үрге ос Инсаф вафат булған икән. Өйҙә ятып, ишетмәй ҡалғанмын. Ерләргә лә бара алманым инде...” – тине.
– Нимә булған?
– Эсеп йөрөгәнендә машина тапатып киткән. Алдан туҡмағандар, тип тә һөйләйҙәр. Ҡуй инде, бәйеле аҙып, ике ай туҡтамай эсеп йөрөй ине, әжәлен тапҡан, бахыр. Үҙе шүрт с ним, ҡатыны Мәрйәм килен йәл. Ике бала менән япа-яңғыҙ ҡалды. Кәнишне, ул Инсафтан һуңғы йылдары тулк булманы инде. Эсте, эсһә холҡо булманы. Ауыл халҡы исмаһам хәҙер балаларына пенсия сығыр, ти...
– Кем тапатҡан һуң?
– Төндә булған хәл, етмәһә ауыл осондараҡ булғас, бер кем дә күрмәгән, бер кем дә ишетмәгән. Таң һыҙылып барғанда ғына мәктәп котельныйын тоҡандырырға сыҡҡан Юлгилде күреп ҡалған. Милициә өс көн рәттән өйҙән-өйгә тигәндәй һорау алып йөрөгән, бер нимә лә асыҡлай алмағандар, тип һөйләй күрше инәйең...
Альберт бер аҙ тынысланып, ун көндән генә машинаһыҙ ҡайтып, ауыл тирәһендә йөрөштөрҙө лә, ҡабат эшенә юлланды. Һәр көндө ул ҡурҡыу менән үткәрҙе: берәйһе күреп, полицияға хәбәр итһә, ҡулға алырға килерҙәр кеүек ине. Машинаһында йөрөргә теләге лә, ҡыйыулығы ла етмәне. Икенсе ҡайтҡанында уны сервиста йыуҙырып, бер аҙ ремонтлатып алды ла, ҡабат һарыуға ҡуйҙы. Шунда уның башына ғәйебен бер аҙ йыуыу маҡсатында Инсафтың ғаиләһенә аҡсалата ярҙам күрһәтеү уйы килде лә инде. Тик үҙе алып барһа, етмәһә ҙур сумманы, шик тыуҙырырмын тип ҡурҡты. Исем-шәрифтәрен белдермәҫ өсөн карта аша ла күсермәҫкә булды. Себерҙә эшләгән сағында вокзал тирәһендә темеҫкенеп, эсергә эҙләп йөрөгән әҙәмдәргә бер яртылыҡ аҡса биреп, уларҙың документтары менән почта аша ебәрҙе. Аҙаҡ, Әҙилә менән ғаилә ҡороп, Өфөлә төпләнгәс, хәйриә фонды аша эш итә башланы. Альберт 15 йыл дауамында аҡсалата ярҙам күрһәтәм, тип маҡсат ҡуйғайны. Ниндәй генә ауыр ваҡыттар булмаһын, ул үҙ-үҙенә биргән һүҙендә торҙо: һәр ай аҡса күсерҙе. Ә документтарҙы ташламай йыйып барыуына ла аңлатмаһы бар: берәй ваҡыт нисектер енәйәте асыҡланһа, үҙен аҡларлыҡ дәлил булһын, тине.
Инсафтың ғаиләһенең хәлен ныҡлап һорашырға ҡурҡты ул. Әсәһе иҫән саҡта анда-бында йәшәйештәрен һөйләй ине, ә үҙе бер ваҡытта ла төбәп кенә өйҙәренә барғаны булманы – шик тыуҙырыуҙан ҡурҡты. Уларҙың урамында йәшәгән класташы Йәмил генә балаларының мәктәпте тамамлап, институтҡа барыуҙарын, Мәрйәмдең мал тотоп, тырышып-тырмашып донъя көтөүен һөйләштереп ала. Әсәһен ерләгәндә оҙатырға килгән ине, баш ҡағып ҡына иҫәнләште. Күҙенә ҡарарға ла батырсылығы етмәне. Бына шундай йөк менән йәшәй ун йыл буйы Альберт.
...Әҙилә сәй эсеп ултырған ире янына килеп ултырҙы. Һуңғы ваҡиғалар уларҙың араһын ярайһы ғына ҡаҡшатты, шуға ла ул Альберт менән һөйләшеп аңлашырға теләй ине.
– Былай йәшәп булмағанын аңлайһыңдыр, Альберт. Минең сабырлыҡтың да сиге бар...
– Аңлайым... Тик ғәфү ит, бер нимә лә үҙгәртә алмайым. Һәр кемдең иң яҡын кешеһенә лә һөйләмәгән серҙәре була. Ҡабул итһәң итәһең, итмәһәң юҡ инде. Тағы ла 5 – 6 йыл аҡса ебәрәсәкмен. Тик тағы бер ҡабатлап әйтәм, ул кеше минең һөйәркәм дә, туғаным да түгел. Бары тик юйып бөтөрә алмаҫ гонаһымды, ғәйебемде шулай еңеләйтергә тырышам... Артабан нимә эшләреңде үҙең хәл ит, тик аңлатма һорама. Шулай уҡ уларҙың кем икәнен асыҡлап йөрөү ҙә, кеше аша белешеү ҙә кәрәкмәй.
– Әгәр һин ул сереңде миңә һөйләргә ышанысың юҡ икән, мин нисек һиңә ышанайым һуң?
– Мин хатта үҙ-үҙемә ышанмайым. Иҫерек саҡта кемгәлер һөйләрмен, тип ҡурҡам... Төшөмдә һөйләп ҡуйырмын, тип тә шикләнәм... Шул ҡурҡыу менән йәшәйем. Ошо ун йылда нимәләр кисергәнемде, нисек йәшәгәнемде үҙем генә беләм. Ярты йәнем бәхетле: эшем, ғаиләм, ҡорған донъям бар, һау-сәләмәтмен. Ә ярты йәнем ҡараңғы бер бүлмәлә әрнеп илай, бәхетле мәлемде күрә алмай. Тағы ла шуны беләм: әгәр ул сер сиселеп, хәбәр китһә, мин был яҡты донъяла йәшәй алмайым...
– Ҡырҡыныс хәбәр һөйләйһең, Альберт.
– Ярай, әйтәһе һүҙемде әйттем, артабан һөйләшеүҙән фәтеүә булмаясаҡ. Артабан нисек йәшәргә үҙең хәл ит... Һеҙҙе юғалтҡым килмәй, һиңә шик менән йәшәүе ауыр икәнен дә аңлайым.
Был төндө ир менән ҡатын артабанғы яҙмыштарын уйлап, йоҡоһоҙ үткәрҙе.