Әҙәбиәт һәм ижад
21 Апреля , 10:30

Айтуған

Барыһы ла хәтерҙә, Айтуған, Күҙ алдында ялан-ҡырҙарың.

АйтуғанАйтуған
Айтуған

Алыҫ булһа ла, күңелгә яҡын,
Кәлдәй юлы, Пауыл урманы.
Һалҡын шишмәһенә, аҡланына
Әле тағы ҡайтып ураным.

Ҡайтып тип әйтеү бик дөрөҫ булмаҫ,
Улар бары минең хәтерҙә,
Әбейҙәр урманы, Тәкә башы,
Ҡасандыр һыу ингән Тәтер ҙә...

Бесән сапҡан Йәрәмәй туғайын,
Көтөү көткән Ташшишмә тауын,
Хыялда йә төштә генә түгел,
Өндә күрәһе ине тағы.

Онотолмай шомло Мәшри күле,
Балыҡ тотҡан Йылҡы табыры.
Һиндә минең ҡайғы-шатлыҡтарым,
Һиндә минең нәҫел тамыры.

Барыһы ла хәтерҙә, Айтуған,
Күҙ алдында ялан-ҡырҙарың.
Һағыныуҙан ни эшләргә белмәй,
Атамаларыңды барланым.

Юлдаш ӘХТӘМОВ.

Автор:
Читайте нас