

“Жади менән Лукастың ғаиләһендә биш бала үҫә. Өләсәһе менән олатаһы Зита менән Митхун уларҙы тәрбиәләүгә ярҙам итә”, – тигән хәбәрҙе ишеткәс, район гәзитенә бер ай элек кенә эшкә килгән хәбәрсе шатланып китте. “Үҙебеҙҙекеләр ылау-ылау булып ҙур ҡалалар ситендәге шырпы ҡаптарында йәшәргә күскәндә, ситтән килгәндәр төпкөл ауылдарҙы үҙ итә икән, шәп бит, әй!”, – тип һөйөнөсөнән хатта ҡулдарын ыуғылап алды. Былары сит илдән килгән гәзит-журналдар алдыра башлаһа, күрше райондың почта машинаһы, айына бер түгел, аҙна һайын ваҡытлы матбуғатты таратыр. Ер аяғы, ер башынан килгән халыҡтың һаулығы ла ҡайғыртылыр. Медпункттары ла ҡабат гөрләп эшләп китер. Биш баланы ла ситкә ебәреп уҡытып ултырмаҫтар бит инде?!? Ауыл уҡытыусылары үҙҙәренең ситкә һибелеп белем алып йөрөгән балаларын да йыйып алһа, ҡабаттан урта һәм юғары кластар асылыр. Жади менән Лукас ниндәй өлкәлә эшләйҙәр икән? Моғайын, уларҙың һөнәрҙәренә ярашлы эш урындары ла асырҙар. Беҙҙә бит үҙеңдекеләргә шиш-ҡуҡыш булып, мең сәбәптәр табылһа ла, ситтән килеүселәргә йәшәргә урыны ла, эше лә һәр саҡ әҙер! Хыялдарға бирелгән хәбәрсенең шатлыҡтан күҙҙәре янып китте. Был уникаль ғаилә менән танышыуҙы оҙаҡҡа һуҙмайынса, улар йәшәгән ауылға иртәгәһенә үк барырға ҡарар итте.
Төпкөл ауылдың исемен ишетеү менән водитель сытырайып эсен һыйпаны. Бер нисә минуттан ауыр ыңғырашып бөгөлөп төштө.
– Ҡатындың өсөнсө көн элек бешергән ашы, күрәһең, артыҡ ысвежий булмаған, ҡәһәрең, – тип һөйләнде үҙе.
Баш мөхәрриргә кергәс тә шул уҡ хәл ҡабатланды.
– Теләге бар кешегә, әлбиттә, ҡаршы килергә ярамай. Әтеү, ауылдарға күптән аяҡ баҫыусы юҡ. Бер-ике әбейҙең ауыл хәбәрҙәрен яҙған материалдарына риза булып тик ултырабыҙ. Үҙ көсөң менән барып, бер елләнеп ҡайт әле, – тине ул хәйләкәр генә йылмайып.
Төпкөл ауылға командировкаға йыйынғанын белгәс, эштә нисек тә тағы аҡса эшләргә тип уйлап баштары ҡатҡан хәбәрселәр ҙә бер килке шау-гөр килеп алдылар.
– Унда, ней, теге автобустары ла оло юлдан үтә алмайынса батып ултыра, ти бит, – тип иң өлкәне һүҙ башланы.
Ярты сәғәт һайын төрлө компанияларҙың БАД-тарын ҡабул итергә яратҡан икенсеһе:
– Ул ауылда йәшәгән бер ҡыҙ ситтән егетен ата-әсәһе менән таныштырырға алып ҡайтҡан, ти бер ваҡыт. Тегеһе иртәгәһенә таң менән сығып тайған, ти. “Ғүмер буйы ҡайны-ҡәйнәне күрәм тип, машиналарымды юлһыҙ юлығыҙҙа туҙҙырырға йыйынмайым”, – тип смс-хәбәр генә ебәргән, ти...”, – тип хәбәрен теҙҙе лә, ҙур капсуланы йота алмайынса сәсәне. Елкәһенә һуғып, стаканлап-стаканлап һыу эсереп, саҡ үлемдән ҡотҡарып алып ҡалдылар.
– Журналист геройы менән ниндәй шарттарҙа ла осрашырға, ниндәй юл менән булһа ла итервью алырға тейеш, – тине йәш хәбәрсе хеҙмәттәштәре менән хушлашҡанда.
– Ярай, ярай, бер елләнеп ҡайт, – тип баш мөхәррирҙең һүҙен ҡабатланылар тегеләр. – Күрмәгәндең күргеһе килә, күргәндең... – тигән һүҙҙәре ишектән ҡыҫылып ҡалды.
Икенсе көнөнә иртә менән, район үҙәгенән утыҙ саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан ауылға хәбәрсе юлға сыҡты. Хозур тауҙар уратып алған ауылға яҡынлашыу менән, осраҡлы машинаға ултырған водителе:
– Һылыуҡай, килеп еттек, – тип бер боролошта төшөрөп тә ҡалдырҙы.
– Ә ауыл һуң күренмәй ҙә, – тине, трассала төшөп ҡалған хәбәрсе.
– Теге яғына, һылыуҡай, тәпәйләп, – тине юлдашы. – Юлаусы көтөп ваҡытыңды әрәм итмә. Был ете саҡрымды машинала үтергә теләүселәр һирәк, - тип кәңәштәрен дә биреп китте.
Саҡор-соҡорло юлдарҙан һикереп килеп былай ҙа арыған хәбәрсе ҡыҙ ергә баҫыуына эстән генә шатланып та ҡуйҙы. Тик уныһы оҙаҡҡа барманы. Уңайлы аяҡ кейемендә лә ваҡ ҡына һибелгән ташлы, туҙанлы юлдан барыуы ауыр икәнлеген аңланы. Аптырағас, аҫтан күптән һалынған кәзә һуҡмағынан юлын дауам итте. Ҡояш апаруҡ өҫкә күтәрелеүгә күҙ төбәп барған ауылға саҡ барып керҙе. Көйәнтә менән һыу алып ҡайтып барған бер ҡатындан Зиталарҙың ҡайҙа йәшәүен һорашҡас, тегеһе:
– Ана, һүгенеп һыйырын ҡыуып килә. Хәҙер тыҡрыҡтан үҙе лә күренер, – тине лә юлын дауам итте.
Ысынлап та, тиҙҙән маңлайына яулығын төйнәп бәйләгән, иҫке генә халат кейгән, аяғына ла шундай уҡ осһоҙло ҡата эләктергән, шыйыҡ ҡына сыбыҡ менән һыйырын һыҙырып ҡыуып килгән илле йәштәрҙәге ҡатын күренде.
– Атаҡ, Һиндостанда йәшәүселәр араһында һыйыр изге мал да инде, – тип хәбәрсе уйлап та өлгөрмәне, яңы танышы йәнә шаҡ ҡатырҙы.
– Нейә, юл уртаһында тораһың? Күҙең сыҡҡан мәллә? – тине.
– Һеҙ, һеҙ башҡортса һөйләшә беләһегеҙме? – тине район хәбәрсеһе асҡан ауыҙын да ябырға онотоп.
– Ғүмер буйы ошо ауылдан сыҡмай йәшәп ятҡан кеше тағы ниндәй телдә һөйләшергә тейеш?
– Һуң, һеҙ Зита апай ҙа һуң?
– Бынағайыш, Зита булһа ней! Теге ней, нейә беҙҙекеләр һинд киноларын ҡарамаған, тиһең мәллә? – тип, улар һөйләшкәнгә арала йәшел үләнгә йомолоп ашаған һыйырына берҙе һыҙыра тартып, Зита юлын дауам итте. Артынан: – Атла, атла, Зитаның һыйыры көтөүгә һуңлап, урам буйында йөрөй, тип һөйләнмәһендәр, – тип үҙ алдына һөйләнгәне ишетелде.
Район хәбәрсеһе баҫҡан урынында шаҡ ҡатып бер килке торғас, яңы танышы килеп сыҡҡан тыҡрыҡ яғына ыңғайланы. Күптән буяу төҫөн күрмәгән, тәҙрәләре ҡыйшая башлаған, урам-тирәһен кесерткән баҫҡан өй янында ир менән ҡатындың сәрелдәшеп әрләшкән тауыштары район хәбәрсеһен туҡтатты.
– Бөгөн тағы эсеп ҡайтып ҡара! Урамда, Тузик янында ҡунасаҡһың! – тине күҙ-башы туҙған, һәлберәп бөткән йоҡо кейемендәгн утыҙ йәштәрҙәге ҡатын.
– Артыңа өйрәт! Һин минең закунный ҡатыным түгел, Жади! – тине, иҫке буйлы һыҙыҡлы, тубыҡтары сығып бөткән триколағы, күптән үҙ төҫөн юғалтҡан футболка кейгән ир. – Эсһәм дә, эшләп эсәм! Һинең кеүек көнө-төнө кино ҡарап ятмайым!
– Лукас, тим, ҡороғор, күрһәтермен мин һиңә тик ятыуҙы! Һин көнө-төнө урам этеләй булып йөрөгәндә биш балаңды кем ҡарай, тиһең! – Ҡапҡанан елдереп һыҙып барған ирҙең янынан ғына бер елле генә таш выжт итеп уҙып китте.
Ауылға кергән ваҡыттағы күргән-ишеткәндәренән һаман айный алмаған хәбәрсе, өнөммө был әллә төшөммө тип, сытырайып күҙҙәрен бер йомоп, бер асып алды.
– Йүнле ир балалар пособияһына ҡарап ятамы ни? Бөгөн дә эсеп ҡайтһа, алиментын түләй тип полицияға барып ошаҡлайым! – тип һаман да тыныслана алмайынса сәрелдәп ирен әрләгән ҡатын күҙҙән юғалмаҫ борон:
– Һаумыһығыҙ! Жади апай һеҙ булаһығыҙмы? – тип ҡысҡырып һорарға хәбәрсенең башы етте.
– Мин! Ә һин кем? Әллә? – тине лә яңы танышы ауыҙын ҡапланы. Ҡурҡып ҡыны тирә-яғына ҡаранып алды.
– Мин район хәбәрсеһемен. Һеҙҙең ҙур ғаилә тураһында гәзиткә яҙырға тип килдем, – тип хәбәрен теҙә һалды.
– Ә-ә-ә, шулай тиң, – тине күп балалы әсәйҙең эсенә йылы кереп. – Нимә тип яҙмаҡсы булдың инде?
– Был ауыр заманда ла биш балалы ғаилә ауыл ерендә йәшәп ята, тип... Был темаға йыш яҙабыҙ ҙа инде?
– Ул гәзитте этем белһен. Элек почта барҙа, исмаһам, һатылмай ятҡан гәзиттәрҙе уборныйға тип алып ҡайта инек. Хәҙер уныһына ла һатып алырға тура килә...
Хужабикә өйгә саҡырмаһа ла, хәбәрсегә уның артынан эйәреүҙән сара ҡалманы. Был уникаль ғаилә тураһында мәҡәлә яҙыу маҡсаты менән килде бит ул бында! Йорт эсе, урамдыҡына ҡарағанда ла, болараҡ булып сыҡты. Төрлө урында балалар кейемдәре менән бергә уйынсыҡ, икмәк һыныҡтары туҙышып ята. Бер мөйөштә пакетлап-пакетлап ниндәйҙер әйберҙәр ҙә ултыра. Бер ике урында тимер карауаттар һәм бер мөйөштә оҙон итеп һуҙылған һике! Унда өс бала ҡулдарына планшет, телефон тотоп уйнайҙар. Өй уртаһындағы ҙуууур телевизор янында ун ике, ун йәштәрҙәге ике ҡыҙ иҫтәре китеп кино ҡарай.
– Өйҙө йыйыштырыусы ҡатын әбейҙәренән бушамай, – тине Жади, саҡырылмаған ҡунаҡтың йорттарын тикшереп тороуын оҡшатмайса. – Сәйгә лә саҡыра алмайым. Кисә райондан килтерелгән аҙыҡ-түлек урынлаштырылмаған...
– Һеҙҙең өй йыйыштырыусығыҙ бармы? Тағы ла... – Бөгөн был ауылға килеп кергәндән бирле аптырауҙан туҡтамаған район хәбәрсеһе саҡ-саҡ телен әйләндереп һорау бирә алды.
– Бәтәс, ҡырғын һымаҡ бер-бер артлы тыуған биш баланы мин нисек ҡарап та, өйҙө йыйыштырып та өлгөрәйем? Етмәһә, ҡышын алтынсыһын көтәбеҙ, – Жади йомролана башлаған эсен һыйпап ҡуйҙы.
– Һуң бая ғына ирегеҙ һеҙ минең ҡатыным түгел, тине бит. Икенсегә кейәүгә сыҡтығыҙмы?
– Лукас Жадиһыҙ, Жади Лукасһыҙ йәшә ала тиңме ни? Ауыҙыңдан ел алһын!
– Һуң...
– Уның һүҙенә ышанһаң... Мин бит яңғыҙ әсәй булараҡ пособие алам. Тағы... – “Яңғыҙ әсәй” әйтергәме-әйтмәҫкәме тип бер мәл уйланып торғандан һуң хәбәрен дауам итте. – Тағы ла, яңғыҙ бала ҡараған, әммә йыш бала табып торған әсәйҙәрҙең һүҙе һәр ваҡыт, һәр ерҙә үтә. Ана бер юлы мәктәп уҡытыусыһы, ғүмер буйы фельдшер булып йәшәгән ағинәй, ҡышын юлды таҙартмайҙар, тип ҡайҙа ғына яҙып ҡараманылар. Берәү ҙә уларҙың әйткәнен ҡолаҡтарына ла элмәне. Мин Яуызатама йөклө инем. Өфөләге бер депутатҡа интернеттан фәлән дә төгән, тип хәлде аңлатыуым булды, шул кисте үк техника килеп ялт итеп таҙартып ҡуйҙылар.
– Улай икән... – Ҡолғалай булып аңшайып баҫып тороуҙан уңайһыҙлана башлаған район хәбәрсеһе был ғаилә тураһында нимә яҙып булыр икән, тип борсола башлағайны. Шуға ла: – Балаларығыҙға ят исемдәрҙе ҡайҙан алып ҡуштығыҙ? – тип һораған булды.
– Аны ней, оҙаҡ уйлап торорғамы ни? – тип кеткелдәп көлөп ебәрҙе Жади. – Хәҙер бит көнө-төнө төрөк сериалдарын күрһәтәләр. Шундағы исемдәрҙе алабыҙ ҙа ҡушабыҙ. Оло ҡыҙым Хюррем, икенсеһе Михриниса, улдарым Яуызата менән Иблистуған, бәләкәсе Махидевран. Бына быныһына кем тип исем ҡушырбыҙ, уныһына әле ике апаһы исем һайлай, – тип Жади йәнә эсен һыйпаны.
– Сәй ҡуйҙыңмы? Арғы урам Мәймүнә менән хәбәр һатып ауыҙым кипте, – тип Зита апай ҡайтып керҙе.
– Өлгөрмәнем. Бына район хәбәрсеһенә интервью бирәм. Иртәнге сәйҙе үҙең әҙерлә, –тине Жади, әсәһе яғына ҡырын ғына ҡарап.
– Сәйнүккә һыу ҡойоп, газға ултыртҡандан ҡулың ҡалыр инеме ни? – тип тырт-мырт баҫып Зита апай Хан заманынан ҡалған шаршау менән генә бүленгән аш-һыу бүлмәһенә үтте. – Бала табып ҡына ятырға эшкинәһегеҙ шул, – тип үҙ алдына ризаһыҙ һөйләнгәне ишетелде.
– Әтеү, һин башҡаға эшкингәс неееей, – тип Жади әсәһенә яуапҡа уҫал ыҫылданы. – Президент түшеңә таҡҡан миҙал нимә өсөн бирелгән һуң?
– О, Зита апай менән Митхун ағай ҙа күп бала үҫтерҙеләрме ни? – Әсәй менән ҡыҙҙың эләгешеүен тыңлап тороуҙан уңайһыҙланған район хәбәрсеһе ат башы алтын тапҡандай шатланып китеп һорауын бирә һалды.
– Эйе, шулай, ти...
Әсәй менән ҡыҙҙың әйтешеүенән ҡолағы тоноп, ят исемле башҡорт ғаиләһенән аңҡы-тиңке булып сыҡты район хәбәрсеһе. Хатта саҡырылмай килгән ят ҡунаҡтың сығып киткәнен дә күреүсе булманы. Ете саҡрымлыҡ юлһыҙ юлдан атлап, елдә елләнеп ҡайтҡанда: “Бөгөнгө көндә ауылдарҙа йәшәгән халыҡты ике төркөмгә бүлеп ҡарарға була. Беренсеһе, әлбиттә, бәләкәйҙән ергә ерегеп, уға хеҙмәт итеп йәшәгән рухлы халыҡ. Икенсеһе, кино ҡорбандары. Улар кино ҡарап, телефон һыпырып ултырыуҙан башҡаны белмәй ҙә күрмәй ҙә. Ауыл күперенән икенсе яҡҡа сыҡҡандары булмаһа ла, балаларына ла ҡолаҡҡа ятмаған, туҙға яҙмаған исемдәр ҡуша. Балалары ла шул мөхиттә тәрбиәләнеп, ата-әсәһенең юлынан китә...”, – тип уйланы ла: “Ә район гәзитенә нимә тип мәҡәлә яҙырға һуң?” – тип баш вата башланы. Ул бит тулы эш көнөндә киләһе һанға ҡуйырға геройҙар эҙләп йөрөнө?!!