Шоңҡар
+16 °С
Ясно

Мөхәббәт ҡорбаны Повесть (1) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

– Мине атайым да, әсәйем дә үтә яратҡандар, балаларының тыуған береһе үлеп торған. Күрше йәшәгән Мәфтүха инәй, башҡорттарҙың бер ырымы менән, мин тыуғас, атайыма тәҙрә аша һатып биргән. Бына шулай мине һатып алғандар, унан инде ҡустымды ла шулай эшләгәндәр. Насип булғас, мин йәшәйем, ана, ҡустым һуғышта ҡалды, – ти ҙә күҙенә төйөлгән әсе йәштәрен алъяпҡыс итәген әйләндереп һөртөп ҡуя.

Мөхәббәт ҡорбаны Повесть (1) Рәйсә ИҪӘНБАЕВАМөхәббәт ҡорбаны Повесть (1) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА
Мөхәббәт ҡорбаны Повесть (1) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА



Күршеләр

 

Урамдың иң ҡалҡыу урынында ултырған йорт ошо урамға  боролған ерҙә әллә ҡайҙан күренеп тора. Заманына ҡарата был урамда иң хәлле кеше шунда йәшәйҙер тип уйлар ине күргән һәр кеше. Ҙур йорттоң ихатаһы таҡта менән нығытылған. Шулай ҙа уның бар йәме – матур итеп эшләнгән, йәшелгә буялған урыҫ ҡапҡаһы. Урыҫ ҡапҡаһы тип был яҡта ҡапҡа өҫтөнә ҡыйыҡ эшләгәнгә генә әйтәләр.  Йорт хужаһы үҙенең  йортоноң матурлығын күптән онотҡан да инде. Ул бары яратҡан иренән ҡалған ике балаһының яҙмыштары бәхетһеҙ булыуына үҙен генә ғәйепле икәнен тойоп йәшәй. Уға тормошоноң хәҙер  йәме лә ҡалмағайны. Ана, күптән инде бер яҡҡа ҡыйшая башлаған матур ҡапҡаһын кемгәлер ҡушып төҙәттерергә лә зауыҡ тапмай. Уның буялған төҫө лә күптән уңған, шул тиклем йәмһеҙ булып күренеп тора, әйтерһең, ҡапҡа ярҙам һорай...

   Көн дә шул ҡапҡаға күҙ һалып, янындағы эскәмйәлә байтаҡ ултырырға, уйланырға яратҡан хужаһы бөгөн өйөнән сығырға ашыҡманы. Ҡояш байтаҡ күтәрелеп, ярты көнгә яҡын эшен бөтөргән мәлдә, Шура әбей яулығын бер ябынды, тағы систе... Нимәһендер оҡшатмай икенсеһен алып көҙгө алдына баҫты ла, ниҙер иҫенә төшкәндәй, һандығы янына килеп, кейгән костюмының түш кеҫәһенә һалынған асҡыстарын алды. Араһынан бер бәләкәй генәһен һандығының йоҙағына ҡуйып бороуы булды, уныһы асылып та китте. Асҡыстар шылтыраған ыңғайға ипләп кенә мөйөштә йоҡлап ятҡан ейәненә ҡарап алды. Карауаттың осонда ултырған һандығын  асып, төргәктәр араһынан тик яулыҡтар ғына һалынғанын һайлап ҡулына алды. Бер аҙ уйланып торҙо, төргәкте өҫтәлгә ҡуйып, яулыҡтарҙың күңеленә килешкәндәйен һайлай башланы. Араһынан һары ерлеккә ваҡ ҡына сәскә биҙәктәре төшкән яулыҡты тартып алды ла көҙгө янына барып баҫты. Яулыҡты ябынып алғас, үҙенә бөтөнләй икенсе Шура ҡарап торғанды күреп, ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы. Ниңәлер ул ошо яулыҡты ярата, әллә улы – Аркадий армиянан үҙенә бүләк итеп алып ҡайтҡанғамы, әллә балалары ҡулынан алған тәүге бүләге булғанғамы – үҙе лә аңламай. Ни уйлаһа ла уйы шул улына барып тоташа. Ҡайтыу хәбәрен алғас та шулай үҙгәрҙе  Шура әбей.

Ҡалған әйберҙәрен тиҙ генә һандығына һалып кире бикләп алғас, көҙгөгә ҡарап тормаҫтан, өҫтәлдәге көшөлөгө менән сумкаһын алды ла тышҡа ашыҡты. Ишек ябылды тигәндә генә, яңынан асылып китте лә әбейҙең башы күренде.

   – Ах, черти, тупая башка, сәғәт нисә әле? – Ишеккә тура ғына стенала тоған сынйырлы сәғәтенә күҙ һалды ла, –  ә-ә-ә, мин барғансы самый була. Тағы нимәлер һөйләнә-һөйләнә ишекте ябып сығып китте.

Ҡапҡанан сығып барышлай киң итәкле, биле резинкалы итәген борғолап, яулығын тағы бер төҙәтеп ҡуйҙы ла шәп-шәп атлап урамдың теге яғына ҡарай ыңғайланы.

Күрәһең, ул ауылдағы берҙән-бер аҙыҡ-түлек магазинына бара.  Шура әбейҙе, ауыл ҙур булһа ла, бөтәһе лә белә: олоһо ла, кесеһе лә “Шура апай” тип кенә йөрөтәләр. Берәү ҙә уға инәй тип өндәшкәне юҡ, хатта ошо хаҡта күршеһе Глафира менән бәхәскә лә инделәр. Ул ваҡытта Глафира мәктәптә рус теленән уҡытып, директор урынбаҫары-завуч ине, ә Шура заводта эшләп пенсияға сыҡҡайны. Үҙе әйткәнсә, “компрессорныйға теләһә кемде алмайҙар, ул – ирҙәр эше”, – тип бер аҙ маҡтаныңҡырап та алырға ярата. Ул эшкә һуғыш ваҡытында уҡ урынлашҡан, ә ул ваҡытта күбеһе бик йәштәр – иң олоһона 17 йәш, ә хужалары –  бронь менән ҡалдырылған, ҡырҡҡа етеп килгән ир. Шураға 22 йәш, шуғалырмы уны бөтәһе лә “тетя Шура” аҙаҡ Шура апай тип йөрөттөләр. Йәш сағынан уҡ ул, атаһына оҡшап, оҙон кәүҙәле, ҡул аяҡтары ла ирҙәрҙеке кеүек ҙур. Үҙе лә был турала һөйләй торғайны.

 – Бала саҡта мине “малайка” тип үсекләйҙәр ине, баҙарға сыҡһам да гел шул һүҙҙе ишетергә тура килә ине. Аҙаҡ өйрәндем, хатта яуап та бирә башланым.

“Әү, ҡыҙыҡайка”, тиһәм, көлә лә китәләр. Бына компрессорныйға эшкә сыҡҡас, ирҙәрсә кейенергә лә өйрәнеп алдым, – ти торғайны.

 Бына шул Шура апай үҙе төҫкә мөләйем, хатта үҙенә тартып торған сибәрлеге лә уның һөймәлекле булыуын раҫлай. Сәсенең бөҙрәләре тағы ла һылыуыраҡ күрһәткән төҫлө, ике сикәһе, һөйләшһә йә йылмайһа, уйылып- уйылып, бармаҡ башы ҙурлығы булып соҡорайып китһә, кем был апайҙы шул тиклем яратты икән, тип уйлай башлайһың. Ә ул шуны һиҙгән кеүек:       

– Мине атайым да, әсәйем дә үтә яратҡандар, балаларының тыуған береһе үлеп торған. Күрше йәшәгән Мәфтүха инәй, башҡорттарҙың бер ырымы менән, мин тыуғас, атайыма тәҙрә аша һатып биргән. Бына шулай мине һатып алғандар, унан инде ҡустымды ла шулай эшләгәндәр. Насип булғас, мин йәшәйем, ана, ҡустым һуғышта ҡалды, – ти ҙә күҙенә төйөлгән әсе йәштәрен алъяпҡыс итәген әйләндереп һөртөп ҡуя.

Уның тура баҫып, яйлап, эре аҙымдар менән атлауы ла ирҙәр эшенә күнеккән булыуын күрһәтеп тора. Атаһы менән ҡустыһы, ире һуғышҡа алынғас, уға атаһы урынына эшкә барырға тура килде. Уны кире бороп сығарманылар. Һуғышҡа тиклем дә, үҫмер йылдарында ла бында атаһына эйәреп, аҙаҡ иренең урынына килеп алмаштырып йөрөгәнгә күрә, уның эшкә таҫыллығын хужалар ҙа, бронь менән ҡалған ҡайһы бер белгестәр ҙә беләләр, хатта һорашып та тормай, эш урынын күрһәттеләр. Берәүҙәр уны – алтын фабрикаһы, икенселәр – алтын заводы, өсөнсөләр компрессорный тип йөрөттөләр. Нисек кенә йөрөтһәләр ҙә, унда элек гел генә ирҙәр булғанға күрә, һуғыш ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙарҙың, бигерәк тә йәш ҡыҙҙарҙың, унда эшләүе ситенерәк тойолдо. Кеше барыбер нимә булһа ла өйрәнә. Был хәлгә лә өйрәнделәр. Шулай ҙа унда эшләгән күп кенә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡылыҡтары ирҙәрҙеке кеүек тупаҫланып, ҡырыҫланып ҡалды. Шура апай бына шул ҡылығы менән хатта һуғыштан һуңғы ваҡыттарҙа үҙенең уҫаллығы, талапсан һәм тура һүҙлелеге менән кешене бер ни тиклем үҙенән биҙҙерә яҙып та бөткәйне. Шулай ҙа уны ихтирам иттеләр, сөнки уның белмәгән эше, өйрәтмәгән кешеһе булманы. Ул ғына ла түгел, ул ирҙәр эшен дә башҡанан ярҙам һорамай башҡара алыу һәләтенә эйә ине. Шуғалырмы, унан күптәр шөрләп кенә булһа ла ярҙам һорарҙар, ә ул береһен дә кире ҡаҡмаҫ, тик бер аҙ тупаҫыраҡ һөйләшер.

Бына шул Шура апай күршеһе Глафира менән бәхәсләшергә ярата. Бер уйлаһаң, бер ҙә юҡҡа инде: ниңәлер үҙе тураһында һөйләй башлаһа, күрше-тирәләре гел башҡорттар булғанғамы, әллә улар янында үҙен аҡларға тырышыпмы:

– Беҙҙе ней, ана батша көсләп суҡындырған, мин ана Глаша кеүек һатылманым, – тип ебәрә, – ана ул һатылып башҡорт булды, – тип тамамлап ҡуя. Был уның күршеһенең башҡортҡа кейәүгә барыуын төрттөрөп әйтеүе ине. Ул үҙ ҡылығына – кәрәк-кәрәкмәгәндә лә русса ҡыҫтырып, татарсалап йә башҡортса бутҡа бешереп һөйләүенә аҡлама яһай. Йәнәһе лә, ул телен онотмаған.

Бына шундай һүҙҙәрҙе ишеткән Глафира күршеһе, әлбиттә, был һүҙҙәргә сик ҡуйҙы. Шура үҙен “керәшен татарымын” ти, күңеле килһә, башҡортса ла таҙа һөйләшә ала, сөнки ул тыуғаны бирле керәшен атаһы, украин әсәһе менән башҡорт күршеләре араһында йәшәне. Глафира ла ошо ауылдыҡы тик ул урыҫ ҡыҙы, ата-әсәһе йот йылында үлеп ҡалғас, уны балалар йортона биргәндәр. Бер мөғжизә менән тере ҡалған ул.

Үҙенең һөйләүе буйынса, ете баланы ҡайҙалыр алып барырға юлға сыҡҡандар, тик уларҙың өсәүһе генә тейешле урынға барып етә алған, ҡалғандары, аслыҡ үҙәктәренә үткәндәре, юлда холерананмы үлгән. Бына шул Глафира  ҡыҫҡа сроклы уҡытыусылар институтында уҡып, тыуған яғына ҡайтты. Тыуған ауылын тапһа ла, йортон таба алманы, иң оло Ғатаулла ағай күрһәткән урында ул бары балсыҡ өйөмө менән кесерткән баҫып алған нигеҙҙе генә күрҙе, тик тыуған ерен ташлап китмәне. Рус телен уҡытырға ҡалды, аҙаҡ завуч итеп ҡуйҙылар. Башҡорт мәктәбендә уҡытҡанға күрә, ул аҙ ғына ваҡытта башҡортса өйрәнеп алды. Сәрбиямал тигән яңғыҙ әбейгә фатирға ингәйне, уныһы – ҡыҙҙы, быныһы уны үҙ теленә өйрәтте. Хәҙер Сәрбиямал әбей ҙә кәрәкһә-кәрәкмәһә лә руссаһын ҡыҫтырып ебәрергә ярата. Икмәк-тоҙлоҡ өйрәндем инде, тип тә өҫтәй. Был һүҙҙәрҙе башҡалар ишетһен тигәндәй, ҡысҡырыбыраҡ та әйтеп ҡуя.

Егерме йәшендә килгән Глафираға нисектер егеттәр ҡараманымы, әллә үҙенең яратып йөрөгән егете булдымы, һуғышҡа тиклем ул кейәүгә сыҡманы.  Бына 1943 йылдың көҙөндә, бөтөнөһөн аптыратып, айҙан ашыу ҡара яулығын башынан һалманы, ләкин уның илағанын йәки ҡара ҡағыҙ алғанын берәү ҙә күрмәне. Ҡапыл ғына ауырый башлаған Сәрбиямал әбейҙе һеңлеһе үҙенә ҡарарға күсереп алғас, бына шул һеңлеһенә әбей, Глашаның йәрәшкән егете военный булған, бына шул үлеп ҡалған, тип серҙе асып һалған. Нимә генә булмаһын, бер-ике айҙан Глафира үҙ яйына ҡайтты. Һуғыштан һуң ул яралар менән ҡайтҡан егеткә кейәүгә сыҡты. Дөрөҫөрәге, уның һуғышҡа тиклем өйләнеп, туй үткәреп киткән кәләше, ул аслыҡтан сыҙай алмай, йәш балаһы менән ҡайҙалыр сығып киткән дә әйләнеп ҡайтмаған, ә атаһы вафат булғайны. Бына шулай ҡапыл ғына кейәүгә барҙы ла ҡуйҙы, тик бына балалары ғына булманы.

– Мәктәптә эшләгәндә Глафира Сергеевна булһаң да, пенсияға сыҡһаң Глаша әбейгә әйләнерһең әле, – тигәйне теге ваҡытта уға Шура әбей.

Улай булып сыҡманы, уны әле лә атаһының исеме менән әйтәләр.

– Абруй пенсияға сыҡһаң онотола ул, уҡыусыларың хәл дә белмәҫ әле, “не здрасьте, не до свидания”, – тип бәхәсте оҙонға һуҙырға уйлағайны, тик Глафира нимә әйткәндер, янындағылар тиҙ генә таралышты, бары икеһенең руссалап әйтешкәне генә тар урам буйында ишетелеп торҙо.

Кешеләр быны ишетмәҫ өсөн өйҙәренә инергә ашыҡты. Был урамда кешеләр шулай ул – артыҡ бәхәсләшеп, әрләшергә ынтылмайҙар. Бер-береһенә лә “әүкәй”, “әү”, “әүкәйем” тип кенә өндәшәләр. Йомош һораһалар ҙа “ҡара, ней бит әле, минең шундай йомош бар ине” тип уңайһыҙланған кеше кеүек мөрәжәғәт итәләр. Бына шунда Шура апай хаталанды: ул “Тетя Глашаға”, “Глаша әбей”гә әйләнмәне, ә уҡыусылары уны хатта ярҙамынан да ташламаны. Алтмышынсы йылдар уртаһында уның бәләкәй генә өйө янып китте. Ире унан алда ғына һуғыш яраһынан донъя ҡуйғайны. Глафира Сергеевна аңҡы-тиңке булып йөрөп, һыуһыҙ самауыр ҡуйып, ут сығарып ебәрҙе. Берәүҙән дә ярҙам һораманы, үҙен ғәйепле һананымы, янғын саҡ ҡына күршеләренә күсмәй ҡалды. Ярай әле, Зиннур ҡарт атын егеп, янғын һүндергес шлангаһы менән мискәһен тейәп,  ваҡытында килеп етте. Өй бәләкәй булғанғамы, әллә ямғыр һибәләп торғанғамы – янғын тиҙ һүндерелде. Шулай ҙа ауыл халҡы уҡытыусы булып эшләгән ауылдашына ныҡ ҡына ярҙам итте, ә уҡыусылары хатта барлы-юҡлы аҡсаларынан уға ла  арттыра алдылар, хатта ҡайһылары өйөн тергеҙергә лә ярҙам итте. Был тәңгәлдә Шура үҙе лә ярҙам итергә тырышты. Ул ваҡытта  ҡуян йөнөнән бәләкәй генә шәлдәр, башалтайҙар бәйләп һата ине. Ул ике-өс кәзә лә көттө, бына шул кәзә дебетен дә иләп һатып күршеһенә аҡса бирҙе. Был мәлдә уның улы –армияла, ә ҡыҙы ҡалаға барып теген фабрикаһына эшкә урынлашҡайны. Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиҙәр бит, бына шул күрше хаҡын үтәне. Аҡсаны биргәс, “Перед богом совесть чиста”, тип уйларға ла өлгөрҙө. Артыҡ күп тә бирә алманы, сөнки үҙе лә яңы өй тергеҙергә тип аҡса туплай ине. Әсәһе Ганна әбей ҙә үҙенең үлеменә тип йыйған аҡсаһынан өлөш сығарҙы... Бына шулай күршеләре менән эҫе лә, һалҡын да булмайса, аралашып йәшәйҙәр.

Күршеһенең өйө тапҡырында уның тураһында уйланып барған Шура әбей ҡапыл ғына улы тураһындағы уйҙарға күсте. Артына боролоп Глафираның өйөнә ҡараны ла уй-моҡсайын барлап, юлын дауам  итте...

 

Ай күрҙе, ҡояш алды

 

...Ҡасан ғына әле бына шул Аркадий армиянан ҡайта тип йүгереп йөрөгәйнеләр, ә уныһы ҡайтып ҡына күренде лә, ай күрҙе, ҡояш алды, тигәндәй, кире китте.

– Әсәй, миңә кире китергә кәрәк, һүҙҙе тура ултырып, ҡыйыш һөйләй алмайым, үҙең әйткәнсә. Яңғыҙ ҙа йәшәп булмай, короче. Мин өйләнәм. Теләһәң, бергәләп барып һөйләшәйек. Өлкән инәйҙең улы Николай ағай, бәлки, риза булыр, – тине.

Әсе тауыш менән илай башлаған ҡыҙын Ганна әбей тиҙ тыйҙы.

 – Не реви, һәр кем үҙенең ауыртмаған яғына ята. Бында уға, сама подумай, эш бармы, фабрикала ла артыҡ түләп бармайҙар, күптәре, ана, ҡырға китә башланы. Үҙең шунда эшләнең, нимәң артты? Биш йән йәшәнек, һаман шул тауыҡ кетәгендәй генә йорт, үҙе теләгәс, өйләнһен. Тик, жаль, әҙерәк кенә эшләп, шунан өйләнһә арыу булыр ине. Ярар, бер яйы табылыр әле. Давайте, Аркадий, былай килешәйек, һәр отпускыңда әсәйең янына ҡайтып йөрөрһөгөҙ. Ана күрше Зәйнәп кеүек әсәйеңде онотма. Һуғыш осоронда ниндәй ауырлыҡ менән һеҙҙе үҫтерҙе, унан һуң да әле бик төҙәлеп китеп бөтмәй. Но мин үлеп-фәлән китһәм, ҡайтмаҫһың, расходланма. Мин инде ашарымды ашағанмын, йәшәр йылым да бөтөп бара, тик ҡасан бөтөрөн генә белмәйем. Алла ни ҡуша, ейер ризыҡты күпмегә һуҙа, ә бына ошондай хәл әсәйең менән була икән, һин обязан, онотма! Әсәйең – минең өсөн, һин әсәйең өсөн йәшең түк. Был һинең Алла алдындағы бурысың. Бог один у всех.

Артабан ни булғандыр, Шура ниндәй юлдар менән улын һөйгәненә өйләндермәҫкә күндергәндер, тик Аркадий өйләнмәне, юлға ла, дуҫына вәғәҙә иткәнсә, мәлендә сыҡты, тик һөйгәне Хәбирә менән ныҡлап аңлаша алмай китте.

Харьков яғына барып, дуҫы менән шахтаға эшкә урынлашырға тип Кузнецк ҡалаһына киттеләр. Унда дуҫының һеңлеһе Ольга бухгалтер булып эшләй ине. Эшкә урынлашыу артыҡ ауырлыҡ тыуҙырманы. Хәбирәһе генә хат яҙманы, бына шул билгеһеҙлек уның күңелен борсоно. Апайына шул турала һорашып хат яҙғайны. Унан: “Һин, ҡустым, Хәбирәне онот! Әсәй ҙә, уның әсәһе лә һеҙҙең мөнәсәбәтегеҙгә ҡаршы. Хәбирә хәҙер элекке кеүек һөйләшеп тә бармай, һин төңөлөргә тырыш. Берәй ҡайтҡаныңда барыһын да һөйләрмен, тик тиҙ генә булмаҫ тип уйлайым”, – тигән хәбәр алды.

Бына шул хаттан һуң ысынлап та, Хәбирәһенә үс итеп, ул дуҫының һеңлеһенә тәҡдим яһаны ла, өйләнешеп, бер йылдан һуң туғандарын йыйып туй ҙа үткәрҙеләр. Ике яҡтан да байтаҡ йыйылдылар. Ганна әбей туйға бара алмаһа ла, ейәнсәре Надяһын күрә алды. Килене менән бергәләп ейәнсәре ҡайтып киткәндән һуң, ул бер аҙ йәшәреп киткәндәй тойолдо. Гел генә ауыҙ эсенән мөңгөрләп йырлап йөрөй. Бер көн киске сәй эскәс, ҡыҙы Шураны янына ултыртып алды ла:

 – Мин һиңә беҙҙең ғаиләгә ҡағылған ҡайһы бер нәмәләрҙе һөйләйем, һин уны бер ҙә һораманың, ниңә беҙ был яҡта тик үҙебеҙ генә, ә башҡа беҙҙең туғандар юҡ тип тә ҡыҙыҡһынмайһың, – тип һүҙ башланы. – Уныһына ла рәхмәт. Элек һораһаң, мин, бәлки, тыныс ҡына һөйләй алмаҫ инем, хәҙер, йылдар үтеү менән йөрәк яраһы ла бер аҙ бөтәшә башлағас, һөйләй алам. Минең тыуған яғым Украинаға яҡын яҡтарҙа. Атай бер байҙа аяҡ кейеме тегеүсеһе булып эшләгән. Былай хәлле генә йәшәнек. Бына шул байҙың ҡатнашып йөрөгән дуҫының улы, мине кәләшлеккә алам тип, артымдан йөрөй башланы. Тик ул күптән өйләнгән, ә мине үҙенә һөйәркә итмәксе икән. Мин ул турала белмәнем. Беҙ бит әллә ни артыҡ әрһеҙләнеп, кешеләр менән аралашып йәшәмәнек. Миңә ун алты йәш әле тулмаған, тик бер ҡатлылығым менән алдандым. Ауырға ҡалдым, атай быны белеп ҡалғас, мине ҡыуып сығарҙы. Атай артыҡ ярлы булмаһа ла, үтә намыҫсан, ғәрсел ине, һәм мине шул ҡылығы менән хөкөм итте. Байҙарҙа намыҫ тик аҡса менә генә иҫәпләнә ине ул ваҡытта. Атай ул байға барып ҡараған, ә ул:

  – Намыҫһыҙ, честный кешегә яла яғаһың, – тип, атайҙы полицайға тотторған. Атай булған йыйынтыҡ аҡсаһын түләп ҡотолдо, тик байы эшенән ҡыуҙы, һөҙөмтәлә атай эсеп ҡайтып мине лә сығарып ебәрҙе. Мин ҡышҡы һыуыҡта ярлылар өсөн тәғәйенләнгән больницала үле бала таптым. Түләргә аҡса булмағас, мине иртәгеһенә үк сығарҙылар. Шунан бирле мин йортһоҙҙар менән бергә йоҡлап йөрөй башланым. Атайға ҡайтырға тип ике ынтылдым. Тик ул ҡайҙалыр күсенгән, уның ҡайҙа киткәнен теге байҙың ялсылары әйтә алманы. Мин шулай вокзалда һоранып йөрөгәндә, урыҫҡа ла, татарға ла оҡшаған бер ир тотоп алды ла:

   – Миңә әсәйҙе ҡарарға кеше кәрәк, һинең дә торорға урының юҡ шикелле, минең әсәй янына барып тор. Түләрлек аҡсам юҡ әлегә, мин хеҙмәт итергә барырға тейешмен, ҡайтҡас түләрмен. Нисек түләрмен, уныһын әле асыҡ ҡына әйтә алмайым. Минең хеҙмәт итергә йәшем тулған, – тине.

Барыр ерем, батыр күлем юҡ булғас,  риза булдым. Үҙе лә хеҙмәткә тиҙ генә китә алманы, тик бер йылдан һуң ғына китте. Ул да шул һуғыш инде. Был ваҡытта минең өсөн барыбер ине, атайың миңә тәҡдим яһаны, дөрөҫөрәге: “Бөгөндән беҙ бергә торорға тейешбеҙ, һинең атай-әсәйең юҡ, минең әсәй икебеҙгә лә әсәй булыр. Миңә ун туғыҙ йәш, ә һиңә? – тине. “Миңә ун ете...” – тинем.

Бына шулай бергә тора башланыҡ. Ике апайың, ике ағайың тыуҙы, тик улар ике-өс көндән артыҡ йәшәмәнеләр. Унан һине беҙ бер мосолман әбейе өйрәткән йола менән тәҙрә аша һатып алдыҡ. Ҡустыңды ла шулай иттек, слава богу, йәшәнегеҙ, ҡустың ғына һуғышта ҡалды. Был мәлдә атайыңдың  әсәһе лә үлде. Атайың 1918 йылдың февралендә төнөн ҡайтып инде.

– Беҙгә бынан тиҙ генә китергә кәрәк. Ниңә тип һорама, аҙаҡ аңлатырмын, шулай кәрәк, нисек тә ауыл яғына ысҡынырға кәрәк, – тине ул.

Бына шулай беҙ илле алла, биш мулла менән тигәндәй, ҡышҡы һыуыҡта, ауылдан-ауылға, ҡайҙа нисек етте, шулай барып еттек. Атайыңдың Һамарҙа таныштары ла, хатта әсәһенең бер ҡустыһы ла ғаиләһе менән йәшәгән. Беҙ шунда килеп төпләндек. Атайың  һаман да, ауыл яғынараҡ китергә кәрәк, тигән уй менән йәшәне.

Бында килгәс, беҙ уның дуҫтары менән кәҫтән өй һалып индек. Ҡаланың сите ине. Точно ауыл инде. Шулай ҙа атайың: “Тағы ла  төпкәрәк китергә, ауылға”, – тип һөйләнде. Нимәһе уға оҡшамағандыр инде, аңламайым. Шулай итеп, беҙ ысынлап та бер ауылға күсеп килдек, унда уның таныштары ла булған икән. Йот йылында ҡустың тыуҙы. Шунда бер башҡорт менән дуҫлашып алды, уның менән хатта әллә ҡайҙарға барып та аҙналап юғалып тора башланы. Уның үҙенең әйтеүенсә, улар байҙарһыҙ ғына тормош төҙөйәсәктәр икән. Атайың бына шунан алып яңы тормош төҙөү эше менән яна башланы, хәҙер “ауыл, төпкәрәк”  тигән һүҙҙәрҙе онотто. Хатта ул беҙҙе лә онотто. Бер туҡтауһыҙ нимәлер уҡыны, собраниелар үткәрергә йөрөнө, үҙен яңы төҙөгән артелгә председатель итеп тә ҡуйҙылар. Мине лә хатта шул эше менән йәлеп итергә тырышты. Минең уҡый-яҙа белгәнде түрәләргә еткереп, ликбезға уҡытыусы итеп ҡуйҙылар. Бына шунда трмошобоҙҙоң иң мәшәҡәтле һәм ҡурҡыныстарға дусар булған осоро башланды. Бер ваҡыт эңерләтеп кенә, ҡараңғы төшкәс, атайыңдың бер дуҫы килде. Ингәс тә беҙгә шәмде һүндерергә ҡушты,

– Бөгөн булмаһа, иртәгә һине ҡулға алырға киләсәктәр, – тине ул.

– Был турала ҡайҙан белдең? Кем әйтте?

– Полинаның ағаһы, тағы Зәлифәнең ире. Пленум булған, халыҡ дошмандарына аяу булырға тейеш түгел, уларҙан халыҡты ҡотҡарырға тейешбеҙ, тигән ҡарар сығарып, исемлекте уҡығандар. Унда һеҙҙең икегеҙҙең дә исеме бар. Ҡатының, урта хәлле булһа ла, бай балаһы, байҙың дворында йәшәгән, ә һин – халыҡ дошманының ире. Икенсе төрлө әйткәндә, халыҡ дошманы менән килешеүгә ингәнһең.

– Бына нисек...

Бына шунан беҙ төнө менән сығып киттек. Бер нәмә лә алманыҡ. Документтарҙы алдыҡ та киттек. Йәйәүләп күпме китәһең инде. Ярай әле һиңә ун ете йәш, ҡустың ике йәшкә кесе. Быларын һин хәтерләйһең. Ләкин беҙгә икебеҙгә бер юлы тейгән язанан ҡотолоу мөмкин булманы. Атайыңды кемдеңдер ошағы менән ҡулға алдылар ҙа алты йылға хөкөм иттеләр. Черемховомы шул яҡта – төрмәләме, ҡорал эшләгән ерҙәме булды. Уныһы хәтерҙән юйылған, шунан һуғышҡа китте. Иллеһен үтһә лә һуғышҡа ебәрҙеләр. Хөкөм ҡарары  ла быны инҡар итмәне.

Миңә, халыҡ дошманының ҡатынына, булып уның артынан китергә тигән хөкөм ҡарары булды. Тик атайың бик үткер кеше ине: нисек иткәндер, мине ике йылдан һуң ҡайтарҙылар. Бына һин хәҙер тулыһынса белдең. Шуны бел: атайың да мин дә халыҡ дошманы булманыҡ, ана хөкүмәт тә беҙҙе аҡланы. Атайың сығышы менән әсәһе яғынан – Һамар биҫтәһенән, ә мине ҡайһы яҡтан икәнде беләһең. Бөтә Рәсәйҙе гиҙеп килеп сыҡтым был яҡтарға, тиһәм дә була. Һеҙҙе үлемдән ҡотҡарыу теләге аяғыма көс, башыма аҡыл бирҙе.

Атайың үҙен “Беҙ – керәшендәр” тип аңлатҡайны. Татарға ла яҡын, башҡортса аңлайбыҙ, урыҫса ла таҙа беләбеҙ. Шуға һеҙгә лә шулай төшөндөрҙөк. Нимәгә һөйләнемме? Берәй ваҡыт тамырҙарҙы эҙләргә уйларһығыҙ, тигән уй килде. 

Шуларҙы һөйләгәс, ул бер арауыҡ ваҡыт тын торғас:

– Мине керәшендәр ятҡан тирәгә ерләгеҙ, – тине.

Иртәгеһенә иртәнсәк Ганна әбей торманы, тик Шураның ҡыҙы менән ҡысҡырып илағандары, ишетелде. Ә Ганна әбейҙе оҙатырға бөтә ауыл йыйылғандыр, сөнки тышта ла, эстә лә кешенең күплегенән йөрөрлөк тә урын ҡалмағайны. Олораҡтары ҡасандыр уларҙы хәреф танытып уҡырға өйрәткән ликбез уҡытыусыһы тип, ҡайһылары ниндәйҙер һыҙланыуҙарына дауа биргән тип, өсөнсөләре һәр саҡ йәшерәктәр менән дәртләндереп әңгәмәләшергә яратҡан  танышы менән хушлашырға килгәндәр. Ауылда шундай матур йола бар бит ул: ауылдашыңды, танышмы ул, түгелме, һуңғы юлға оҙатыу бар фани донъя кешеһенә фарыз.

Бында күпселеге башҡорттар, бер аҙ татарҙар һәм  керәшендәр менән шул сама урыҫтар булғанға күрә, ошо йоланы бөтәһе лә теүәл үтәй ине. Шаян Шәрип ҡарт бындай саҡта: “Әҙселек күпселеккә буйһона инде”, – тип әйтергә ярата. Уны тыңлаһаң, ике һүҙҙең береһендә әйтем, мәҡәл ҡулланып, үҙенең дөрөҫлөгөн дәлилләп ҡуя торған кеше. Бына шулай йәшен йәшәгән, ашын ашаған, ете тиҫтәне ҡасан тултырғанын да онота башлаған әбей тыныс ҡына, берәүҙе лә яфаламай, ауырлығын һалмай сит ерҙәрҙә һуңғы төйәген тапты. Ҡыҙына былар тураһында һуңғы көндә һөйләгәндәре лә, бәлки, әсенеүҙән, сараһыҙлыҡтан, тыуған яҡтарын һағыныуҙан, яҡты донъялағы әҙәмдәрҙең мәрхәмәтһеҙлеге менән изгелек көрәшенең айышын аңламауҙан килеп сыҡҡандыр. Бәлки, матур хыялдар менән янып, кешеләр өсөн йондоҙҙай булып, йән һөйгәнен табып, тик мөхәббәт емештәрен һөйөп йәшәргә теләп тә, ошоларҙың селпәрәмә килеүенән үкенесен еткергәндер. Ҡыҙына иң һуңғы һүҙе лә шул ине бит.

– Рәхмәт, балам, кейәүҙе бик ярата алдың. Шул һөйөүҙән оло хата яһап та ҡуйҙың. Кеше бәхете менән бәхетле булып булмай. Үҙеңде ғүмерлеккә һағышлы бәхет – мөхәббәт ҡорбанына  дусар иттең. Бизмәндең бер яғында һөйөү емештәрең – бәхетең, икенсе яғында – һағышың, сараһыҙлығың. Кеше рәнйеше быуын аша төшә, бына әле балаларыңдың бәхете өсөн һыҙланаһың, түҙергә тырыш, сабырһыҙланма. Хоҙайыңдан мәрхәмәт, сабырлыҡ һора, бөтә эштәреңде уға бағышла, изгелегең үҙеңә ярлыҡау булып ҡайтыр. Түгер йәштәрең үҙең өсөн генә булмаһын, бәхете ҡыйылған Хәбирәнең әсәһе өсөн дә булһын, ҡәбер ҡыл, ғәфү һора. Унда барыһы ла иҫәптә, онотма, балаларға ла бәхет, ярлыҡау һора. Һәр ғәмәлең ярлыҡау өсөн булһын. Тура һүҙлемен, минән кеше ҡурҡып тора тип, кешенең битенә бәрмә, артынан да әйтмә. Әсе булһа ла, дөрөҫлөк кәрәк, тик уны нисек әйтергә, бик үлсәп әйт. Бына шул минең һиңә еткерер аҡыл байлығым, әгәр аңлай алһаң. Үҙең беләһең, башҡа байлығым юҡ. Атайыңа рәхмәт, мине рәнйетмәне, һеҙҙең бәхеткә мине ҡотҡара алды. Тегендәгеләргә бер ни кәрәкмәй, миңә лә, тик барыбыҙға ла баҡыйлыҡтағылар өсөн ҡәбер ҡылыу фарыз.

– Әсәй, ниңә улай һөйләйһең, үлергә йыйынған кеүек. Әллә ҡайыш өҙөлә, әллә йүкә...

– Донъя хәлен белеп булмай, бөгөн барһың, иртәгә – юҡ. Эсер һыуың бөтһә, әжәл аңдыр булыр.

– Юҡты һөйләмә әле, кистән иртә аҡыллы.

Бер нимә булмағандай һөйләшә-һөйләшә сәй эстеләр. Сәй эскәндә әсәһе тағы:

   – Мин китеп барғанды белгән ыңғайы бик ныҡ ҡысҡырып илап ал, беренсенән, йола шулай ҡуша, тегендәгеләр ҡабул итергә әҙерләнәләр, икенсенән, һинең минең өсөн һыҙланыуың ошо йәштәр аша бер юлы түгелә лә, һин бер аҙ тыныслыҡта ҡалып, мине оҙатаһың.

– Әсә-әй...

– Бөттө, бөттө.

...Һүҙһеҙ генә урын һалып яттылар. Ганна әбей урынындағы бөтә әйберҙәрен эргәһендәге  комодынан таҙаларына алмаштырҙы. Кейемдәрен дә алмаштырып ятты. Шура ниҙер әйтергә уйланы ла, ҡул һелтәп кенә, үҙ мәйеле, тип уйланы.

Әле бына шуларҙың барыһын уйлап, ашығып сыҡһа ла, яй ғына атлап магазин янына килеп етеп, көтөп торғандарҙан ваҡытты һораны. Магазин асылыуға сәғәт дүрт тулғайны, көткән кешеләр һөйләнә-һөйләнә тарала ла башланы.

Дауамы бар. 

Автор:
Читайте нас