

3
Шунда кемдер бик һирәк кенә иғтибар биреп кейенгән Шура әбейҙең бөгөнгө кейемендәге үҙгәрешкә ишара итте.
– Әстә, сынъяһау булып кейенеп, һин әйкәйем, ҡунаҡҡа йыйындыңмы, әллә ҡунаҡ үҙеңә киләме? – тип һүҙ һалды Факиһа әбей.
– Кейем һандыҡ һаҡламай инде, хочу кейәм, не хочу – үҙем беләм,– тип башҡаларҙың да һүҙ ҡуйыртырға иҫәптәрен туҡтатып, теге һүҙ ҡушҡан Факиһа әбейгә ҡырын ғына ҡарап алды.
Башҡалар уның ҡылығын белгәнгә күрә ситкәрәк янтайыштылар, ә Шура әбей, йә кем тағы тигән кеүек, уртаға уҡ килеп баҫты.
– Ярай, ярай, ярһыма, мин ней әйтәм дә ҡуям инде. Бөтәһенә лә әйтмәйем бит, һиңә үҙ иткәнгә әйтәм, үәт әй, башҡалар күҙгә лә эленмәй әле. Нисә йыл күрше тороп, шул һүҙҙе лә күтәрмәҫ китәһең инде. Ыстырам, мин дә инде, байғош, телемә силсә төшкөрө, – тине лә, шул ерҙә башҡа һүҙ булманы.
Һатыусыны һүҙһеҙ генә көтөп алдылар, ул етеү менән аҡланырға тотондо.
– Складтан әйбер килтергәйнеләр, бушатып, урынлаштырғансы оҙаҡлап кителде, әбиткә өсөнсө киткәс кенә ҡайттым. Ҡайтыуға – һыйыр быҙаулаған. Ашап та торманым, әле бына сәй генә яһап алдым да бында алып килдем, – тип башҡаларға һүҙ әйтергә ирек бирмәй тәтелдәне.
Шуға уны ауылда ла “күлдәге менән ике ҡат ҡына бит ул, бер ышығы ла, хыянаты ла юҡ!” тип ҡуялар. Әле лә өйөндәгеһен дә, эш урынындағыһын да бер юлы һөйләп бирҙе. Уның бына шул асыҡ-ярыҡлығы ла ауыл халҡының күңеленә хуш килеп тора. Үҙен яраталар, бер генә лә үҙен яманлап һөйләргә ынтылып тормай, ихтирам итәләр. Кемеһелер:
– Иртә быҙаулаған икән, – тине.
– Быҙаулағас булған, – тип икенсеһе хәбәрҙе оҙонға тарттырманы.
Бөтәһе лә магазинға инеп, сират баҫҡас, нимәләр килде икән тигәндәй, күҙҙәре менән кәштәләрҙе тикшерә башланы. Берәм-берәм сираты еткәне әйберен алып, аҡсаһын түләй ҙә сығырға ашыға, сират Шура әбейгә лә килеп етте. Уныһы әллә нисә тапҡыр сиратын үткәреп ебәреп, кәштәләргә ҡуйылған аҙыҡ-түлектәрҙе ҡарап сыҡҡас ҡына килеп Хәбирә алдына баҫты.
– Һин миңә иң тәмле кәнфитеңдән, консерва, солянкаларыңдан бир әле. Үҙемдеке лә бар ҙа ул, тик...
– Ҡунаҡ киләме әллә, Шура апай?
– Ага.
– Әллә семьяһы менән Аркадий ҡайтамы? – тип, өмөт тулы күҙҙәре менән әбейгә ҡараны, шунан үҙен тиҙ генә ҡулға алды ла шаярған төҫлө өҫтәне, – мине лә саҡырһаң, аҫта ҡалдырғандарынан бирәм, күпме кәрәк, шуныңса.
Улар икеһе лә бер-береһен аңланылар, тик башҡалар артыҡ иғтибар итмәне. Ярата ул Шура әбейҙе, унан бигерәк улын яратты бит.
Магазинға аҙыҡ-түлек килгәнен ишеткән кешеләр бында ҡапыл ғына килергә ашыҡмайҙар, сөнки әйбер аҙнаһына ике килеп тора, береһендә өлгөрмәһәң, икенсеһендә алырға була. Был йәһәттән магазин склады ла, кәштәләре лә буш тормай. Иң шәбе – яҡшы кәнфит менән һинд сәйенә өлгөрөргә кәрәк. Артыҡ күп тә бирмәйҙәр, ҡайһы берҙә, Шура әбей әйткәнсә, “залежалыйҙарын” ҡушалар, алаһың инде, ҡайҙа бараһың. Шул сәйеңде һалып, ҡаймаҡлап сәй эсеүе ни тора! Һуғыш ваҡытында уныһы ла булмаған бит әле. Бына шулай кешеләр нисек күп булһа, шулай ҡапыл бөтәләр ҙә, магазин ябылыуға берәй ярты сәғәт ҡалыуға, кеше бөтөнләй бөтөнләй булмай йә һуңлаған бер-икеһе генә ҡала. Был юлы ла Хәбирә бер үҙе ҡалды. Йыйыштырыусы килеүгә лә ярты сәғәт бар. Ул бөгөн бер ауырыған йыйыштырыусының урынында кейем-һалым магазинында ла йыйыштыра, бында ябылыуға килеп йыуып ҡайта. Әле ниңәлер һуңлай. Хәбирә уйҙарына йомолдо. Хәтирәләр уны бынан байтаҡ йылдар осорона алып китте. Алып килгән сәйе менән тамаҡ ялғап алырға ултырғайны, ирекһеҙҙән күңеле йәшкә төйөлдө.
– Кем өлөшө кемдән яҙлыға ла, кем бәхете кемгә юлыға. Кеше барыбер кеше бәхете менән түгел, үҙ бәхете менән генә бәхетле бит, – һөйләнеп тә алды.
Шулай уйҙарына бирелеп тамаҡ ялғаны. Ә уйҙары...
...Унынсы бөтөп һатыусылыҡҡа уҡырға барырға хыялланған Хәбирәнең гел генә Аркадийҙың фотоһүрәтен үҙе менән алып йөрөүен әхирәте Фәғилә күрҙе лә бер ваҡыт:
– Үҙе беләме һуң, ниңә бер ҙә хат яҙмай? – тип һораны.
– Юҡ, белмәй.
– Мин әйтәйемме?
– Юҡ, кәрәкмәй, әсәйем ҡаршы, икенсе милләт кешеһе, ти.
– Улай ғынамы икән... Минең әсәй әйтә ине, һинең әсәйең дә бер урыҫ егетен яратҡан, тиме.
– Әллә, ул, атайыңды яратып барҙым, тип һөйләне ул. Мин һораштым бит. Миңә Рәмилә әйткәйне.
– Ярай, мин әсәйҙән ныҡлап һорармын әле, ниңә ҡаршы икәнен ул белә, шикелле. Разия апайымды кейәүгә биргәндә бер һөйләй биреп тә ҡуйғайны ул. Миңә түгел инде. Мин унда етенсегә уҡырға яңы барғайным.
– Юҡ, бер нимә лә һорашырға ла, әйтергә лә кәрәкмәй. Аркадий көҙгөлөккә армияға китә. Ул ауылда ҡалмаҫ, шулайыраҡ һөйләй.
Ысынлап та, бер нимә лә эшләргә тура килмәне. Ҡышҡы каникулда Фәғилә Хәбирәләргә барҙы. Унда өйҙән тышҡа Хәбирәнең әсәһе уны әрләгәне ишетелә ине:
– Кем тураһында яҙа бит әле! Уҡыуыңды бел! Ғишыҡ тота берәү.
Фәғилә ишекте асҡан еренән кире ябып сыға башлағайны, Зәбирә апай уға ла ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ин әле, Фәғилә! һин беләһеңме Хәбирә ниндәй уйҙа йөрөгәнен? Ул уҡыу буламы, әгәр һин гел егет тураһында ғына уйлаһаң? Әйт әле.
– Беҙ уҡыйбыҙ ул, Зәбирә апай, Хәбирә иң яҡшы уҡығаны. Уҡытыусы уны мәктәпкә эшкә алып ҡалам, тип обещала. Ул – иң һәйбәте. Эшләп алып, потом уҡырға барыр, тигәйне.
Шул ерҙә ҡапыл ғына Зәбирә апай һөйләнә-һөйләнә илай башланы:
– Әсәһе минең бәхетемә арҡыры торҙо, әле һин шуның улын яратып, көндәлек тотаһың. Уның тоҡомо минең тупһама аяҡ баҫмаясаҡ, аңланыңмы?! Аңланыңмы, тим?!
– Эйеее,– тип һуҙҙы Хәбирә, һыңҡылдап илауын саҡ тыйып.
Шул ваҡыт Хәбирә Аркадийҙың атаһының исемен иҫенә төшөрҙө лә, урыҫ булмаған икән, Алексей исемле керәшен булған, ә әсәйем урыҫ тигәйне, тип уйлап алды. Зәбирә апай ҡыҙынан Аркадийҙы оноторға ҡушып, үтенеп һорап, хатта ант иттерҙе.
– Һуғыш башланғас, атайың да, Алексей ҙа бер көндө алындылар. Бөтә ауыл йыйылып оҙаттыҡ. Шул ваҡыт Алексей минең яныма килде лә атайыңа ҡарап: “Һинең кәләшеңә минең бер- ике ауыҙ һүҙем бар ине, рөхсәт ит әле, беҙ һөйләшеп алайыҡ, – тип мине ситкәрәк алып китте. – Зәбирә, бәлки, мин һуғыштан ҡайта ла алмам, шуға күрә аңлашып, һинән бәхиллек һорайым. Һин мине, зинһар, хәлеңдән килһә, ғәфү ит. Мин һинең алдыңда шул тиклем ғәйеплемен. Мин ялған хәбәргә ышанып хаталандым. Терһәк яҡын да ул, тешләп булмай. Һуғыш икебеҙҙең дә йөрәк яраһын бер аҙ онотторор, тик мин һине онота алмам, мөхәббәтте онотторорлоҡ көс юҡтыр ул. Мин һине уйлап йоҡларға ятып, һинең һының менән уянам. Мин бит ошо дүрт йылымды тамуҡта йәшәнем тип иҫәпләйем. Һуғыш шул тамуҡты минең өсөн көсәйтә генә... Бәлки, еңеләйтәлер ҙә... Бына шул ине әйтер һүҙем. Ирең менән был турала күптән һөйләштек, тик мин уның алдына төшмәҫкә күңелемдән генә һүҙ бирҙем: үҙе ҡолаған иламай. Бына шулай”, – тине лә китеп барҙы.
Ҡаршыһына Шура сыҡҡайны, уға ҡул ғына һелтәне лә балаларының башынан һыйпап йүгереп барып арбаға һикерҙе, ә атайың аттар әллә күпме алыҫлашҡансы минең күҙҙәремдән күҙен алмай бер генә һүҙҙе ҡабатланы: “Һөйөклөм, көт мине, зинһар, көт. Мин һеҙҙең өсөн, балалар хаҡына ҡайтам, ҡайтасаҡмын!“ –тине лә аттар артынан йүгерҙе.
Шура ла үҙен кеше алдында тота белде, сәбәләнмәне, ҡысҡырманы. Балаларының береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, ҡырҡа боролдо ла ауыл яғына атланы. Мин кешеләр таралышҡас та шунда һинең менән тора бирҙем. Минең өсөн ике яҡын кеше упҡынға төшкәндәй тойолдо: ҡайһыһын тәүҙә ҡотҡарырға тип аптыраған кешеләй күпме торғанмындыр, һин илай башлағас ҡына ҡайтырға ыңғайланым. Шуға ла, балам, һинең шул егет менән дуҫлашыуыңды күргем килмәй. Дошманлыҡ хисе түгел ул, ә йөрәк яраһы. Була бит шундай яралар: кешегә күренмәй, үҙең улар менән бер ни булмағандай аралашаһың, йәшәйһең, эшләйһең, көләһең, шатланаһың, ә бында – һулҡылдаған яра. Ул төҙәлмәй ҙә, уңалмай ҙа, хатта ваҡыты менән көсәйеп һыҙлаған кеүек. Мин үҙем дә аңламайым, ләкин бына шулай. Мин Шура менән һәйбәт аралаша алам, кәрәк икән – ярҙам итә алам, тик һинең Аркадий менән дуҫлашыуыңды теләмәйем.
– Әсәй, һин үҙең, Алексейҙы онота алмайым, тиһең, ә мин? Мин онота алырмынмы? Һин мине уйланыңмы? Мин һинең яраларың уңалһын өсөн генә үҙемдең яҙмышымды ҡорбан итәйемме, әсәй, нисек уйлайһың? Юҡ, минең хәлемдән килмәй.
Һөйләшеү берсә тыныс, тулҡынһыҙ күлдә йөҙгән аҡҡош тыныслығында булһа, берсә дауыллы тулҡынға эләгеп, шул аҡҡошто ҡанаттары ҡайырылырҙай итеп күккә сойорғолорға мәжбүр итә ине.
– Аңла, балам, һин йәш әле, үҙеңдең ишеңде табырһың, һине яратыр, һин дә, бәлки, яратырһың...
– Һин, әсәй, йәш булманыңмы ни атайыма барғанда? Атайым һине яратты, ә һин яраттыңмы? Бер тапҡыр ҙа атайымдың күҙҙәренә наҙлап, яратып ҡараманың. Быныһын беҙ үҫә төшкәс аңланыҡ. Ҡустым менән гел генә: “Әсәй беҙҙең атайға ҡарап хатта йылмаймай ҙа”, – тип һөйләштек. Ниңә беҙҙең башҡа туғандарыбыҙ юҡ? Мин аңлауымса, һин атайымды ярата алмағанһың, шуға башҡа балаларығыҙ юҡ. Һинең йәшлегеңдә беҙ тыуып ҡалғанбыҙ, тик бына һин беҙҙе лә яратмағанһың. Шуға күрә лә әле бер ниндәй йәлләү тойғоһо кисермәйсә, минән мөхәббәт ҡорбаны яһарға йыйынаһың. Ярай, мин ул теләгеңде ҡәнәғәтләндерермен, Аркадийҙы ҡалдырырмын, ә бына онотоу – юҡ... Быныһын булдыра алмайым. Үлһәм дә онота алмам, әсәй! Һин онота алдыңмы? Ана бит, илай-илай һөйләйһең. Нисә йыл үткән... Мин... Ә мин уны яратам. Быны мин һине яратҡан өсөн генә эшләйем, хотя һин по отношению ко мне любви не чувствуешь! – шулай тине лә күҙҙәрен һөртә-һөртә тышҡа атылды.
Фәғилә лә уның артынан сыҡты.
Бына ни өсөн улар Шура апайҙар йәшәгән урамдан был урамға күскәндәр икән, тип уйланы. Мәктәпте тамамлауға күп тә ваҡыт ҡалманы, хәҙер һәр кемдең телендә һүҙ артабан ҡайҙа барыу тураһында булды. Хәбирәнән һорай башлаһалар, ул “мин һатыусы булам” ти ҙә һөйләшеп тормай китә лә бара. Ауыр кисерҙе ул әсәһе менән һөйләшеүҙе, бөтөнләй йомолдо. Ул былай ҙа атаһына оҡшап, артыҡ һөйләшеп бармай ине, хәҙер йомолдо ла ҡуйҙы. Класс етәксеһе лә бер нисә тапҡыр һөйләшергә тырышып ҡарағайны, килеп сыҡманы. Хәҙер ул Фәғилә менән дә артыҡ сиселеп һөйләшеп бармай.
Ниңә әсәһе уның көндәлеген уҡыған, ниңә?
Ошо һорауға Хәбирә яуап таба алмай ыҙаланы. Бер нисә тапҡыр Фәғиләгә лә шул һорау менән мөрәжәғәт итте, шуға яуап эҙләне. Йөрәге янды, аҡыл “онот!” тип бойорҙо, тик йөрәк буйһонманы. Хәбирә егетте генә түгел, уның туғандарын дә яҡын күреп өлгөргәйне шул.
Ярты йыл һатыусылыҡҡа уҡыны. Уҡыу бөтөп ҡайтҡас та эшләй башланы. Магазинға ингән кешеләр араһынан тик Аркадийҙың туғандарын йә әсәһен көттө. Уларҙы күрһә, күңеле тынсығандай була ине. Өйөнә лә ошо кескәй шатлыҡ менән балҡып ҡайтып инә. Әсәһе ҡыҙын күргәс тә һөйләнеп ала.
– Бөгөн дә көнөң һәйбәт үткән икән, – тип һығымта ла яһап ҡуя.
– Очень хорошо!
4
Тормош шулай үҙ ағышына барҙы. Аркадийҙың армияға китер ваҡыте етте. Ул бер көн магазинға килеп инде лә:
– Красотка, мин иртәгә армияға китәм. Оҙатырға кил, йәме, а то мин үсегәм. Но кеше араһында әйтеп булмай. Ҡара әле, Хәбирә, һин мине көт йәме, но кешегә белдермә, мам белһә, начнет ругаться. Аңламайым, ниңә улай итәлер. Ә мин һине, башкирочка, яратам и все, – тип Хәбирәне ҡосаҡлап үбеп алды.
Бына шулай улар сәйер генә итеп магазин ябылыр алдынан ғына мөхәббәттә аңлаштылар. Икеһе лә бәхетле йылмайышып бер-береһенә һөйөү тулы наҙ менән ҡараштылар. Ошондай мәлде күргән Йыһан да бәхеткә ҡойона, тиҙәр бит. Был хас та шулай булды. Икенсе көнөнә Аркадий армияға китте, Хәбирәгә эштән китеү мөмкинлеге булманы, ул бары Аркадийҙың йүгереп килеп магазинға инеүе һәм бөтә кеше алдында уны үбеп: “Уговор дороже денег. Мине көт, башкирочка!” – тип, уҡ шикелле атылып сығып китеүе менән ҡәнәғәт һәм бәхетле булып ҡалды.
Ләкин бәхет диңгеҙендә оҙаҡ йөҙөргә тура килмәне. Бер көндө магазинды бикләр алдынан ғына Шура магазинға килеп инде. Магазин ябылыр алдынан, ғәҙәттә, кеше күп булмай. Был юлы ла шулай булды.
– Шунан, эштәр барамы, красотка? Әсәйең ни хәлдә? Кейәүгә сығырға йыйынмайһыңмы? – тип ғәҙәттәге һорауҙар менән күмде.
Хәбирәнең ҡолаҡ остарына тиклем яныуын уны күҙәткән кеше шул ыңғайы һиҙер ине. Хәбирә эйелеп аяҡ аҫтында ултырған биҙрәләге саң һөрткөс сепрәкте һығып алған булды, ни эшләргә белмәне.
– Юҡ, – тине ул, үҙ тауышын үҙе таныманы.
– Ярай, сыҡмаһаң-сыҡма. Ултырған ҡыҙ урынын таба ул. Аркадий ҙа, армиянан өйләнеп ҡайтам, тип хат яҙған әле. Ә һин, Хәбирә, минең малайҙан төңөл, уға ла әйткәнмен. Аркадий миңә ҡаршы бара алмай, этого не будет! Уңалған яраны ярмағыҙ, но мин әсәйең алдында ғәйеплемен, әсәйеңдән һора. Хәҙер бүлешер кешебеҙ юҡ. Алексей мине ғәфү итмәне, моғайын, минең янға ҡайтмаҫ өсөн ут аҫтына үҙе ингәндер. Яратманы, икебеҙ өсөн мин яндым. Бына һинең атайың әсәйеңде яратҡас, әсәйең яратмаһа ла, тере ҡайтты. Һин, ҡыҙый, бәхетле булдың, арҡалы бала булып үҫтең. Аркадий ул бәхетте татыманы. Беҙҙең яраны ҡуҙғатмағыҙ.
Был һуңғы һөйләшеү ине. Улар икеһе лә аңланы, ҡарышһалар икән дә, юҡ шул. Улар икеһе лә төнгө усаҡ яҡтыһына ынтылған күбәләктәр кеүек, һөйөү ҡанаттарын яндырҙылар. Аркадий ҙа армиянан ҡайтып, бер аҙна ғына йөрөнө лә ауылдан сығып китте. Хәбирә менән китер алдынан кисләтеп кенә осраштылар.
– Ғәфү ит мине, башкирочкам, ғәфү ит! Һинең урыныңды минең йөрәгемдә берәү ҙә биләмәҫ, тик әсәйгә ҡаршы бара алмайым. Слишком большая цена, но, зинһар өсөн, мине аңла, ғәфү ит. Тормош ошолай ҡатмарлы нәмәләрен алға ҡуйыр тип уйламағайным. Ышан, мин һине больше жизни яратам. Мин матур итеп һөйләй белмәйем. Бабушкам әйткәнсә, матур һүҙҙәр китап өсөн. Һүҙең йөрәктән сыҡһын, бына шул.
Әллә күпме нәмәләр вәғәҙә иттеләр, хатта үлгәс ҡәберҙәрен йәнәш ҡуйырға ла килештеләр. Хәбирә лә, күҙ йәштәренә төйөлөп:
– Аркадий, ал мине, алла алдында хәрәм булһа ла, ҡатының булайым, ал, – тип инәлде.
– Юҡ, юҡ. Быны эшләй алмайым. Һин кейәүгә сығырһың, уның тәүге төнөн бәхетле ит. Шиктәр менән ҡауышырға һиңә лә, миңә лә насип булмаһын. Яратҡаныма шиккә ҡойонған кисерештәр теләмәйем. Яратҡан кешеңдең бәхетле булыуын теләйҙәр, тип һөйләй торғайны беҙҙең армиялағы комбатыбыҙ. Мин унда аңламағайным. Бына хәҙер әйтә алам – аңлайым. Бәхетле бул, зинһар, бәхетле булырға тырыш! Бына мин һинең ерҙә барлығыңды, йәшәүеңде тойоп та – бәхетлемен. Һин минең уйымдан сыҡмаҫһың, тик онотма! Мин Украина яҡтарына китәм. Хаттар арала йөрөмәһә лә, бер-беребеҙҙең иҫәнлек хәбәрҙәребеҙ йөрөһөн. Бына әйтеп бөттөм, шикелле. Хат ҡына яҙып китергә уйлағайным. Күҙгә ҡарап аңлашыуға етәме һуң ул. Хуш, һөйөклөм, минең башкирочкам!
Бына шулай ҡыҫҡа ғына хушлашыу һәм күҙ йәштәренә төйөлөп айырылышыу...
5
Ваҡытында Алексей ҙа шулай хушлашҡайны, ул Зәбирәне шул тиклем яратҡайны, Зәбирә тип түгел, Зоечка тип кенә йөрөттө. Кеше араһында ла Зәбирә-Зоя тип өндәшә торғайны. Тик улар һәр икеһе Шураның ялғаны арҡаһында айырым-айырым ғаилә ҡорҙолар ҙа, Зәбирә ире менән Керәшендәр урамынан Крәҫтиәндәр урамына күсенде. Кем ҡушҡандыр был исемде, тик уның менән берәү ҙә ҡыҙыҡһынманы. Нурислам Алексей өйләнгәндең икенсе аҙнаһында уҡ Зәбирәгә тәҡдим яһаны һәм ризалыҡ алғайны, оҙаҡлатып та торманы, шул икенсе урамға күсенеп тә килделәр. Тәүҙә Асия әбейгә өйҙәш булып килгәйнеләр, аҙаҡ кәҫтән өй һуҡтылар. Һуғыш башланғас, ҡатынын ошо өйҙә ике бала менән ҡалдырып һуғышҡа китте. Ауыр яраларҙан һуң ярым ғәрип хәлендә ҡайтты ла уҫаҡтан өй төҙөнө. Зәбирә ире Нурисламдың ниңә улай ҡыланыуын һораманы ла, теләге лә булманы. Уның өсөн Алексейҙың өйләнеүе – үҙе үлем. Ул бындай хәлгә әҙер ҙә түгел, нимә эшләргә лә белмәне, башы эшләмәне. Ул үҙен ниндәйҙер билдәһеҙлек ситлегендә хис итте. Уның түккән күҙ йәштәрен берәү ҙә күрмәне, бары Хоҙайҙың фәрештәләре генә үҙҙәренең был күҙ йәштәрен ниндәй ғәмәл дәфтәренә яҙырға тип тә уйлағандарҙыр... Улар күрҙе... Минутының ҡайһылыр бер мәлендә Зәбирә үҙенә ҡул һалыр сиккә лә етте. Нурислам уның ҡотҡарыусыһы ғына булды. Ҡолағында Алексейҙың һүҙҙәре: “Һин миңә хыянат итерһең тип уйламағайным. Көтөп алып, инде ғаилә төҙөйбөҙ тигән вәғәҙәләрҙе нисек тапарға баҙнат иттең, нисек?.. Хыянатсы... Мине, туғандарымды кәм һеттең. Аңлайһыңмы?”
Алексейҙың туғандары уларҙың мөхәббәтенә ҡаршы төшмәһәләр ҙә, ялған таратылған нахаҡ һүҙ арҡаһында, Зәбирә менән араға күҙгә күренмәҫ ситән торҙо.
Был хәлдән уны Нурислам үҙенең тәҡдиме менән ҡотҡарғандай хис итте. Ул белә ине: Нурислам уны нисек яратҡанын. Шулай ҙа Зәбирә Алексей менән аңлашырға өмөт итте, ләкин егет һөйләшергә теләмәне. Зәбирә аңламаны: Алексей ниндәй хыянатта ғәйепләй? Йөрәге шуға һыҙланды. Был нахаҡ һүҙ Алексейҙың күңел һандығында китте. Нурислам белһә лә, ҡыҙҙың күңелен аяны, әйтмәне. Шура менән улар һөйләшмәне. Кеше араһында түгел, аулаҡта ла был турала һүҙ элешмәнеләр.
Нурислам Зәбирә батып барғанда ташланған ҡотҡарыусы уларҙың тормошон көйләне. Зәбирә яйлап Нурисламдың ғәҙәттәренә күнде. Әсәһе лә ҡыҙының серен белгәнгә күрә:
– Һәр аҡыллы ҡатын тормошон матур итергә теләһә, үҙен гармун теле көйләгәндәй, иренең ҡылыҡтарына көйләргә тейеш. Шунһыҙ балаларҙың яҙмышы яҙлыға, үҙеңдең бәхетең аҙаша. Алексейың тере булғанға, матур итеп йәшәгәнгә ҡыуанып, яратһаң, уға ла, үҙеңә лә бәхет теләп, иреңдең күңелен күреп, йөҙөң яҙылып йәшәргә тырыш. Был – һинең яҙмышың. Тегендә (бармағы менән өҫкә төртөп) Хоҙай үҙе кеше яҙмышын яҙа. Кемгәлер еңел-елпе йәшәргә, кемгәлер – бәхеткә, кемгәлер һағышҡа төрөнгән бәхет менән ҡәнәғәт булырға, тип яҙған. Ана шуларҙың береһе һинеке. Өлөшөңә әүлиәләй аҡыллы бәндә насип булды. Һинең сабырһыҙлығыңды үҙ түҙемлеге менән үлсәүгә һалған. Сабыр бул, – тигәйне. Күнде Зәбирә...
Әле бына шулай дүрт кешене утҡа һалған Шура, ике ғаиләнең балаларын да шул яҙмышҡа дусар иткән Шура матур ғына биҙәкле һары яулығын ябынған да, тағы ла магазин асылыу менән, иң алдан килеп инде. Хәбирә уның кейеменә иғтибар итте. Кисә лә, бөгөн дә ошолай кейенгән икән, тимәк, уларҙың өйөндә ниҙер тойомлана, тип уйланы. Шура, киреһенсә, Хәбирәне ситтән күҙәтеп тора бирҙе. Хәбирә лә хәҙер уңды-һулды айырған ҡатын йәшенә еткән инде. Әле лә ваҡ ҡына йыйырсыҡтар баҫҡан һағышлы йөҙөндә ниндәйҙер шатлыҡ осҡондары уйнап китте: “Әллә Аркадий ҡайтамы?” тип һорарға уйланы ла туҡтап ҡалды. Магазинға килгән башҡа кешеләрҙән тартындымы, әллә дүрт бала атаһы Сәлимйәндең ҡырыҫ ҡылығы иҫенә төштөмө, туҡтап ҡалды. Сәлимйән ысынлап та бик ҡыҙғанып ыҙалатты Хәбирәне. Уның тураһында ауылда хатта “һәр бағананан ҡыҙғана” тиҙәр ине. Дөрөҫ, ул уны туҡмаманы, тик бына эт ашамаҫ ят һүҙҙәре менән белеп тә, белмәй ҙә ҡыйнаны. Ҡапыл ғына Хәбирәнең биттәре ут янды. Ул склад яғына сығып, мөйөштә ултырған һыуытҡысты асып, шуның һалҡынына битен ҡуйҙы. Эстән генә уйлап та ҡуйҙы, Сәлимйән белһә лә, белмәһә лә, әгәр ҡайтһа, ул уны барыбер күрәсәк. Был юлы ул бөтә ҡыйыулығын тупларға ниәт ҡылды. Хәбирә менән Сәлимйәндең тормошо артыҡ маҡтанырлыҡ көйлө булманы: ире аҡса таба белде, таба белгән кеүек, мул итеп тотондо ла. Тапҡан аҡсаһын гел генә өскә бүлергә оҫтарҙы – бер өлөшө Хәбирәгә, балалар өсөн тотонорға, икенсе өлөшө менән бер-ике көн дуҫтарын һыйлай, өсөнсө өлөшөн “ҡара көн”гә ҡалдыра. Уның өсөн өйгә ниндәйҙер йыһаз алыу, йә ҡарт һыйырҙы тотоноп, йәшәртеү, кәртә-ҡураны нығытыу кеүек мәшәҡәттәр булманы ла, сөнки күп осраҡта быны уның өсөн атаһы йә ҡайныһы эшләп ҡуя. Ҡайныһы өндәшмәҫ ҡарт гел генә: Беҙҙе һуғыш бирешмәҫкә өйрәтте-е-е”, – тип һуҙырға ярата ине. Хәбирә лә иренә артыҡ әйтеп мыжырға ынтылманы, атаһы йә ҡайныһына әйтә, кәңәш һорай. Улары балалары өсөн өтәләнеп торалар. Тик бына алтмышын тултырыуға Хәбирәнең атаһын һыйыр эҙләгәндә йәшен һуҡты. Һуғыш утына бирешмәгән атаһы йәшен утынан ҡара янды – уны танырлыҡ булманы. Үлгәненә лә хәҙер ун йыллап була. Бына шулай ир ҡатыны булып йәшәүенә лә сирек быуат үткән, Хәбирә үҙе лә алтын йәшен туйлап ҡуйҙы. Ғүмер яланы уның өсөн шулай бормалы, һикәлтәле булып алдына баҫа торҙо... Ул уларҙы үтергә үҙендә көс таба торҙо...
Тик бына ире генә бер урында оҙаҡ эшләмәй, эштән-эшкә күсеп тик йөрөнө. Дөрөҫөрәге, хужалары менән һыйышмай, уларҙың гел генә берәй кәмселеген күреп кенә бара. Кемгә оҡшаһын инде. Хужа ла үҙенсә эшләй. Берәй эсеп эшкә һуңлаһа йә килмәй ҡалһа – бойороҡ әҙер. Хужа хаҡлы. Хәбирә магазинда эшләгәс, аҡсаға ҡытлыҡ кисермәйҙәр, тик ире эштән бер сыҡһа, икенсе урындан эш эҙләмәй өс-дүрт ай ятып ала. Бына шул саҡта бер аҙ эсмәй, сөнки ул әле тулыһынса намыҫын һатмаған, ҡатынынан аҡса таптырмай, тик бер аҙ өйҙә эш башҡара башлаһа, тағы бик мыжыҡҡа әйләнеп китә. Әле бына ҡайҙалыр Учалы яғында яңы эш урындары асылған, шунда комбинатҡа урынлашам тип киткәйне, ай булды инде, хәбәре килгәне юҡ. Былай таныштары аша, йәшәргә урын булһа, Хәбирәне күсереп алам, тип әйтеп ебәргән, эшен тапҡан, тиҙәр.
Тормошоноң ыңғай яҡтары ла, ҡарауыл ҡысҡырып илағандай мәлдәре булһа ла, әсәһе мәрхүмә әйткәнсә, ауыҙында ҡан булһа ла – төкөрмәне, кешегә һиҙҙермәне, тешләнеп түҙҙе. Күңеленән, ваҡытлыса бит ул, тип үткәрҙе. Хәҙер еңелләште: балалар үҫте. Ике ҡыҙы ла кейәүҙә, ә өйҙәге улы менән ҡыҙы уның ҡулына эш тигеҙмәйҙәр. Ҡыҙы ла быйыл Өфөгә кондитерлыҡҡа уҡырға барам тип йыйына, кинйә улы Сабит та өлкән апайы кеүек геодезист булырға хыяллана. Уҡыһындар, ул балалары өсөн ҡыуана ғына. Шулай ҙа күңеленең кеше белмәҫ серле бер төйөнө уны ҡай саҡ һулҡылдап торған һағышҡа һалып ҡуя. Сағыу буяҡтарға мансылмаһа ла, Хәбирә үҙен бәхетлеләрҙән иҫәпләне: ҡайҙалыр уны яратҡан кеше йәшәй, тимәк, ул һөйөүҙән мәхрүм түгел. Димселәп өйләнешһәләр ҙә, Сәлимйән туҡмап ыҙалатманы, артыҡ рәнйетмәй. Балалары аҡыллы, тағы нимә кәрәк. Ул шуларына ла бик ҡәнәғәт. Шулай ҙа баяғы серле төйөн һөйгәне булып юҡ-юҡ та хәтергә төшөп, хыялый уйҙарға тарытып ала килде...
Әле Хәбирәнең башынан йәшен тиҙлеге менән ошо уйҙар үтте. Өс тиҫтә йыл Аркадийҙы күргәне булманы. Иҫләйме икән ул, беләһе ине.
Шура апаһына һораған әйберҙәрен биргән арала, ә бит әсәйемдән дүрт йәшкә оло, йәшәй әле, тип уйланы. Әсәһе гүр эйәһе булғанға ла алты йыллап булды, иренең артынан оҙаҡ ҡалманы.
– Яңғыҙы киләме, әллә ғаиләһе менәнме? – тип һораны.
– Ҡыҙы менән килә. Ҡатыны килгәне юҡ икәнен беләһең бит, ниңә һораның әле? Сәлимйән өйҙә юҡ тип, һин бер нәмә уйлама, смотри!
Хәбирә ҡапыл ҡыҙарып китеп, тотлоғоп ҡалды.
– Һеҙ нимә, мине кем тип уйлайһығыҙ? Беҙ бит ун йыл бергә уҡыныҡ. Мин уны утыҙ йылдан ашыу күргәнем юҡ. Үҙегеҙ әйткәнсә, вот и все.
Был һөйләшеү икеһенә лә ауыр тәьҫир итте. Әбей ҙә артығыраҡ ҡыландым, тип уйлаһа, Хәбирә лә, бушҡа ғына һораным, насип итһә ишетеп тә, күреп тә белер инем бит, ашыҡтым, тигән уйға төшөп ҡалды.
Керәшендәр урамындағылар Шура әбейҙең һарғылт кейемдәрен кейеп алғанын күрһәләр “әбейебеҙҙең бөгөн киң күңелле яғы уянған икән, күстәнәс тотоп хәл белешер кәрәк”, тип уйлап ҡуялар. Бындай көндө ул үҙе лә күңелендәге һағыш менән өмөттөң алдын ризыҡ менән ҡыялар тигән уй менән бешеренергә, өҫтәл әҙерләргә, күрше-күләне менән сәй эсеп алырға ярата. Ошолай иткәндә генә ул үҙенең күңеленең күтәрелеүен тойоп ҡала һәм: “Эй хоҙайым, әлдә күршеләрем бар, әлдә генә таңдарымды имен ҡаршылап, көндәремде тыныс үткәрергә ирек ҡуяһың”, – тип изге Николаһының ҡаршыһына баҫып суҡынып алырға ла онотмай. Ошондай көндәрҙән һуң уның байтаҡ көндәр көр тауышы күрше-тирәгә ишетелеп, яңғырап тора. Кеше менән артыҡ аралашмаған, көтөү килгәндә генә ҡапҡа тышына сыға торған Глафира ла, ҡайһы саҡта уның тауышын ишетеп ҡалып, өй алдындағы эскәмйәгә сығып ултыра. Шура әбей бындай ваҡытта түтәлдәге йәшелсәләре, өй алдындағы сәскәләре, малдары, себештәре, ейәндәре менән ҡысҡырып һөйләшергә ярата. Ә инде тауышы ишетелмәй башлаһа йә үҙе күренмәһә күршеләре: “Шура әбейҙе һағыш баҫты, ахыры”, – тип үҙ-ара һөйләшәләр ҙә, үҙенең алдына кеше сығарырға яратмаған Сәғирә әбей ҡоймаҡ бешерә һалып, әбейҙе күршеләре менән саҡырып ала. Глафира ла ҡуша йөрөй, бер ҙә эреләнеп тормай – кеселекле лә, кешелекле лә ул, шуға ла уны бер генә лә ҡалдырмайҙар.
Бына әле лә күршеләре уны ҡапҡа төбөндә һағалап торалар. Глафира әбей яурынына һалған яулығын төҙәтеп алды ла бер аҙ ҡалҡына биргәндәй итеп, ниҙер уйлап ҡаршыһына сыҡты.
– Шура ҡәҙерлем, берәй ярҙам кәрәкмәйме? Беҙ һиңә ярҙамға әҙербеҙ. Аркадий килгәнсе өлгөртөрбөҙ.
– Мин үҙем дә шуны уйлап килә инем әле. Мунсаны йыуып, мейесен аҡлайһы бар ине, – тип, йән-яғына ҡарап алды ла, – Гөлшат туғаным, һин әллә апайың менән өйҙө йыуып бирәһеңме, Рита керҙәрен йыуып элгәнсе. Беҙ, Глафира, һинең менән аласыҡта бер аҙ бешеренеп алайыҡ.
Шуны көткән кеүек торған күршеләре өмәгә йыйылғандай килеп еттеләр. Тәслимә ҡыҙы Яңылбикә менән мунсаға инеп эш башланылар, Гөлшат менән Ғәрифә өйҙө йыуырға инеп китте. Күршеләрҙең был ярҙамы Аркадийҙы күреү шатлығынан түгел, ә ошо арала күҙгә-башҡа күренмәй, бөтөнләй өйөнән сыҡмай башлаған Шура әбейҙең күңелен күреү теләгенән ине. Бер ике сәғәттән күңелле генә башлаған эштәрен тамамлап, Глафира менә Шура әбейҙең тышҡа әҙерләгән өҫтәле янында сәй эсергә ултырҙылар. Телгә һәр саҡ әүәҫ Гөлшат:
– Өҫтәл түңәрәк булыр ине Сәғирә инәйҙе теге баҙҙағы әсегәне менән килтерһәк, – тигәйне, бөтәһе лә гөр итеп көлөштөләр ҙә, Рита менән Тәслимә сығып та киттеләр.
Ысынлап та, шаян ҡылыҡлы Сәғирә әбей әсегәне менән генә түгел, тәрилкәгә һалып тәбикмәген дә тотоп инеп килә икән. Күрше-тирәләре бына ошо Сәғирә әбей менән Шураны, уның әсәһен ныҡ ихтирам итәләр шул. Улар өсөһө лә элек-электән бик һаҡсыл, бик йыйнаҡсыл инеләр. Һуғыш осоронда ла бына ошо өс ҡатын керәшендәр урамын шул сифаттары менән бер аҙ аслыҡтан ҡотҡарып алып ҡалдылар. Уларҙың баҙында, һандығында һәр саҡ киптерелгән йә тоҙланған һарына, ҡарға йыуаһы, һаҙ, оҫҡон йыуаһы, бәкес, ҡымыҙлыҡ, балтырған, ҡуҙғалаҡ, була торғайны. Бына шуларҙан күршеләренә өлөш биреп, аш бешереп ашарға өйрәтеп, аслыҡтан үлергә ирек бирмәнеләр. Ганна әбейҙең хатта шешенгәндә лә әмәлләргә берәй киптерелгән һаҡлыҡ үләндәре булды. Шуға күрә күршеләре уларға рәхмәтле инеләр. Әле лә Аркадийҙы улар шулай бергәләп ҡаршы алырға әҙерләнәләр.
Был ваҡытта ауылдың икенсе осонда Хәбирә магазинында әҙерләнә: һыу алдырып, таҙа булһа ла, иҙәнен йыуҙырып, кәштәләрҙәге саңдарҙы һөрттөрҙө лә, әйберҙәрен матурлап теҙергә кереште. “Әҙ генә алдан белмәнем, ишек, тәҙрәләрен буятып алыр инем, хужа, моғайын, асыуланмаҫ ине”, – тип уйлап ҡуйҙы.
Шулай ике урында ла һирәк кенә ҡайтып, ҡайтһа ла сығып йөрөмәгән Аркадийҙы ҡаршыларға әҙерләнәләр. Береһе йәнендәй күргән тәүге мөхәббәте менән осрашырға, күреп бер булһа ла һөйләшергә, күңеленең юҡһыныуын баҫырға теләһә, икенсеһе һөйгәненең бер мираҫы – холоҡ-фиғеле менән Алексейға оҡшаған улын һағыныуҙан өйөлгән һағышын таратырға теләүҙән ине.
Һуғыш ваҡытында тәғәм ризыҡты әрәм итмәҫкә
– Рита менән Аркадийҙы аслыҡтан интектермәҫкә тырышты Шура. Ире Алексей ҡайтҡанда, балалары уны сәләмәт ҡаршы алһындар тип өтәләнде. Алексейҙы өйҙә әсәһе Ганна әбей ҙә көттө, ә бына Шура 1942 йылда почтальондан алған “ҡара ҡағыҙ”ҙы улар күрмәҫ ергә йәшереп, күңеленән генә үҙенә сабырлыҡ теләп, улар менән бергә көткән кеше булды. Почтальон да йәш кенә ҡыҙ ине, аңлағандыр күрәһең, хатты эш урынына алып килеп бирҙе. Ҡағыҙҙы алып уҡыу менән Шура ”проходной” тип яҙылған ерҙә иҫтән яҙып йығылды. Шаҡтай оло кәүҙәле, ныҡлы ғына күренгән Шураның һуҙылып ятыуы күптәр өсөн көтөлмәгән хәл ине. Күптәр уны ҡаты күңелле тип уйлайҙар ине бит. Ул эштән тура больницаға эләкте һәм был ятыу уның өсөн тәүгеһе, әлеге көнгә тиклем һуңғыһы ине. Шундай саҡта мөмкин тиклем ныҡ булырға, балалар өсөн генә булһа ла ауырымаҫҡа, тип үҙ-үҙенә ант та бирҙе.
Күрше Йыһаннур ағай һуғыштан ҡайтып, улы Зарифты беренсе класҡа алып барғайны, Аркадий илап ҡайтты. Ни эшләһен инде, атай ҡайтманы, ә уға уҡырға атайһыҙ ғына барырға тура килде. Күп тапҡырҙар атаһын көтөп юлдарға сыҡты, тик атаһы ҡайтманы.
– Мин быйыл уҡырға бармайым, атайым һуғыштан ҡайтҡас, ул мине етәкләп алып барһын. Шуға тиклем мин өйҙә тороп торам, – тип ҡаршылашты.
Шура бөтәһен дә балаларға һөйләп, уларҙың өмөтөн өҙөргә теләмәне, йөрәге лә етмәне. Уны һөйләп ҡайғы яңыртҡыһы килмәне. Алтынсы класта уҡығанда Аркадий күршеһе Фәғиләләрҙән ҡайтты ла атаһының фотоһын таптыра башланы. Һандыҡтан эҙләп ике фото таптылар. Береһендә атаһы бер үҙе, икенсеһендә улы менән ҡыҙын күтәреп төшкән, ә бына Шура менән төшкән фото юҡ. Төшмәгәндер инде. Бына шул яңғыҙ фотоны Аркадий комсомолға инергә барғанда, район үҙәгендә эшләтеп алып ҡайтты ла ике тәҙрә араһына сылбырлы сәғәт өҫтөнә элеп ҡуйҙы. Тәүҙәрәк әллә нисек, ситен тойолһа ла, аҙаҡ өйрәнделәр... Хатта Шура ла берәй эш башларға йыйынһа, ошо һүрәт менән һөйләшеп, кәңәшләшеп алыр булды. Ганна әбей ҙә иртән торһа, “ Доброе утро, зятек!” – тип ебәрә. Бына шулай юҡ кеше менән кәңәшләшеп, стеналағы һүрәт менән күңел йыуатып йәшәнеләр. Аркадий ҙа үҫте, ҡыҙы Рита ла ҙурайып, буй еткереп, Сәғүрә исемле яңғыҙ ҡатындың улына ғашиҡ булды. Тик Сәғүрә улы өсөн керәшен ҡыҙын алып биреүгә фатиха бирмәне. Шура ла ҡаршы ине. Бына шулай ике әсәнең фатихаһын алмайынса ғына Рита ике ул табып алды. Шура ҡыҙын беренсе ауырында уҡ өйҙән ҡыуып сығарғайны, күршеһе Шәрифйән ҡатыны Заһита менән индереп алдылар. Улы тыуғас, Шура менән Ганна әбейҙе саҡырҙылар, Шура инмәне, ә бына Ганна әбей инеп, ейәненә фатиха биреп, муйынынан алып тәреһен ейәненә кейҙерҙе. Сәғүрә әбей ҙә килмәне, тик улы аша бик күп әйберҙе ейәненә тип ебәргәйне. Шәрифйән дә бик ныҡыш кеше булып сыҡты, ҡалай итһә итте, Шураны ҡыҙын үҙенә ҡайтарырға күндерҙе.
– Түрәләргә барып ялыу итһәм, һине “һә” тигәнсә күндерәләр. Смотри, рисыуай булғың килмәһә, мине тыңла. Бала һинеке. Һин кемдең ризалығын алып Алексейға барҙың? Николай һине килен итеп алырға теләнеме? Юҡ, әммә ләкин һин уға барҙың, килен булып итәгең менән иҙәнен һеперҙең. Мин Сәғүрә әбей алып ҡайтһын тимәйем. Ул бәләкәй өйҙә тығын буласаҡ. Һиндә иркен. Сәғүрә улы менән килһен дә, алдым-бирҙем уҡытығыҙ. Кәрәкмәгәндә, беҙҙе Иван батша көсләп суҡындырҙы, тиһең, шулай булғас, мулла килһен, килмәһә, үҙем булдырам!
Тағы нимәләр әйткәндер, ҡалғанын Шура артыҡ һөйләмәне, шулай ҙа яйы тура килһә:
– Рита – Шәрифйәндең ҡиәмәтлек ҡыҙы, Данил менән Варис уның ейәндәре, – тип әйтергә яратты.
Әле бына шуларҙы иҫләй-иҫләй, күңеле күтәрелеп, геүләшкән күршеләре эргәһендә әкрен генә көйләп ебәрҙе. Күршеләре уның ҡылығын белгәнгә күрә, шаяртып алдылар:
– Ә һин, Шура, һүҙҙәре менән йырла.
– Һеҙ оноттоғоҙмо әллә? Мин бөтә көйҙө беләм, ә бына һүҙҙәре – юҡ, извините. Мин уны ваҡыт әрәм итеп хәтеремә бикләргә тырышмайым. Уның урынына үләндәрҙән дауа яһау юлдарын бикләйем, вот так, дорогуши.
– Ысынтылап бер йырҙың да һүҙен белмәйһеңме, бабуля? – тип һораны Данил.
– А то. Әййй, теге ней, Ғайсаның йырының һүҙен беләм. Уны ла оҙаҡ йырламаһа Ғайса – онотам.
– Йә-йә, – тип көлөп һуҙҙы Сәғирә әбей.
– Шумел камыш, деревья гнулись...
Өҫтәл артында ауыл яңғыратырлыҡ көлөү ишетелде.
– Ниңә көләһегеҙ? – тип һораны ейәне Варис.
– Бабуляң Ғайса йырын йырлай.
– Правда, бабуля?
– А ты как думал?
– Ниңә көләләр һуң? Һин бит, бер йырҙың да һүҙен белмәйем, ти инең.
– Көн һайын тәҙрәң төбөнән, кеше ятып бөткәс, йырлап үтһен әле ул зимак, по неволе ятларһың. Вот так, внучок.
Данил менән Варис өндәшмәй генә сығып киттеләр, беләләр улар, күп һораша башлаһаң, бабуляның һүҙе ҡыҫҡа. Бөтәһе лә тынып ҡалды, шул саҡ Файза:
– Ниңә шымдығыҙ, мин үпкәләр, тиһегеҙме? Юҡ, нихәл итмәк кәрәк, зыянһыҙ бит ул. Уның да шул бер йыры, бер эше, бер кәсебе бар. Ярай балыҡҡа йөрөмәй, ҡайтып та инмәҫ ине. Ул йырҙы ла Степан ҡарт менән бәхәсләшеп өйрәнде. Хаҡы – бер ярты.
– Өйрәндеме?
– Өйрәнде инде, ана бит, Шура апай ҙа өйрәнгән.
– Һин, Шура, был йырҙы быйыл оноторһоң ул. Ул ана, ураҙа тотам, намаҙға баҫам, тип йөрөй әле.
– Онотһам, не велика беда. Пусть ташлаһын. Ана, Ғимаҙи муллағыҙ үлгәнгә лә йыл булып килә. Берәү ҙә юҡ.
Донъя хәлдәрен һөйләшә-һөйләшә күршеләр көтөү килеүгә таралыштылар. Һәр береһе иртәгә ниндәй кейем кейергә, кеме бәлеш, кеме ҡоймаҡ бешерергә, тигән уй менән ҡайтып малдары араһына инеп, көндәлек эштәре менән булыша башланы. Йә был, йә теге урында ҡайтып өлгөрмәгән быҙауҙар баҡырыша. Уларҙы эҙләгән хужабикәләрҙең, балаларҙың тауыштары сыға. Ара-тирә елене тирткән һыйырҙар ҙа әсе баҡырып ебәрә. Киске оркестр тыныуға, өйгә ут алынды, аяҡ тауыштары ла, кеше тауыштары ла тына төштө. Төн ҡараңғылығы баҫып алған мәлдә, эттәр үҙҙәренең сираты етеп, урам һаҡларға әҙерләнә инеләр.
Дауамы бар.