

6
Иртәгеһе көн Шура әбей ҡояштан алда уянһа ла, унан алда эшен башлаған йән өшөткөс ел әбейҙең кәйефен төшөрҙө. Ҡояш ҡалҡыуға баҫылыр әле, тип уйлаһа ла, ел баҫылырға уйламаны, киреһенсә, ҡайҙандыр ҡара болоттар ҡуйырып сығып, күк йөҙөн баҫып алды. Икмәктәрен бешерергә тышҡы усаҡҡа ут яҡты ла кисә кис әҙерләгән йоҡа кейемдәрен кире шкафына төрөп һалып ҡуйҙы. Йылы кейемдәрен тотоп, үтек эҙләп булашҡанда, Рита килеп инде.
– Әней, һиңә ҡалыныраҡ кейен тип әйтәйем тигәйнем, һин уже әҙерләгәнһең икән. Үтек, ана, тәҙрә янында ултырғыста.
Шулай бер-береһен хәстәрләй-хәстәрләй ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнгәндә, көн байтаҡҡа ырап та китте. Шура әбей икмәген ултыртҡансы тамам арып та алды.
– Рита, миңә тоҙ йылытып, табанға һалырға әҙерлә әле, сәй эскәнгә тиклем бер ун минут отдышаться надо, – тип, яҫтығын карауатына һәйбәтләп һалды ла, аяғына тоҙ ҡуйырлыҡ урын йүнәтеп, ятып торҙо.
Улы тураһында уйланып яттымы, байтаҡ ятҡас:
– Һигеҙ йыл да үтеп киткән, – күңелендәге уйының ахырын ҡысҡырып әйтеп ҡуйҙы.
– Эйе шул. Һуңғы хатына ла бер йыл булды. Өсөһөнөң береһе яҙмай.
– Кейәүгә сығыу бар эш инде. Ҡыҙы кейәүгә сыҡҡан булһа, яҙырға теләүсе юҡтыр. Теге хатында нимә яҙған ине әле?
Шул арала хаттар тултырылған ҡумта ла өҫтәлгә килеп ултырҙы. Һуңғы хатты табып, Шура сәй тураһында онотоп уҡырға кереште.
– Бына бит нимә яҙған: “Мам, мин оҙон итеп хат яҙа алмайым, сирләп торам”, тигән. Ә беҙ берәй хәлен белешеп хат яҙҙыҡмы һуң?
Эй әсә, йыл буйы балаһына хәтере ҡалып йөрөүен ошо бер һөйләм менән генә юйып ташлап, ҡәҙерлеһенең хәле тураһындағы уйҙарға төштө.
– Аркадий былай ҙа аҙ һүҙле, ҡырыҫыраҡ ине инде...
– Ирҙәр күп һөйләһә, бисәләргә ни ҡала?
– Унан әйтмәйем. Ул үҙенең хистәрен һиҙҙереп бармай тигәндән генә.
– Зато һин һиҙҙерәһең, шул етте.
Әбейҙең күңел түрендәге ойоған һағыш күптән ҡуҙғалғайны инде. Ҡулына күтәргән сынаяғындағы сәйе сайпылып түгелеп китте. Ҡулын ваҡ ҡына дерелдәү баҫып алды. Артыҡ көйәләнеп йә артыҡ хисләнеп китһә лә уны һуңғы йылдарҙа бына ошо йөрәк өйәнәге тотоп ала. Беренсе тапҡыр Аркадийҙың ғаиләһе менән һуңғы ҡайтыуында булды. Килене оҙаҡ тормай, эш тигән булып ҡайтып китте. Ейәнсәре Надя менән Аркадий ҡалды. Надя шунда бик күп хәлдәргә белеп тә, белмәй ҙә асыҡлыҡ индерҙе.
– Надя, ниңә атайыңдың сәсе ап-аҡ? Ул йәш бит әле.
– А ты, бабуля, не знаешь, наверно. Он же на шахте работает. И мама тоже болеет и за меня переживает.
Бына шунан алып улы өсөн көн-төн ҡайғырҙы, хатта ҡайтыр сағында нисек эшкә йөрөүе тураһында белешеп, Аркадийҙың эш графигын да төҙөп алды. Көн дә уның эшкә барыр көнөндә изге Никола алдында сәғәттәр буйы уҡынырға өйрәнеп китте. Аркадийҙың ял көндәрендә ул да үҙенә ял бирҙе: күршеләренә инде, баҡса алдында эскәмйәлә ултырҙы, магазиндарға йөрөнө. Ул үҙен уйланырға ваҡыт ҡалдырмай екте, ләкин оло кеше һаулығын ҡорос ныҡлығы тип булмай бит. Бер килеп уны ла йөрәк сире түшәккә һалды. Рита ҡустыһын саҡыртырға уйлағайны, әсәһе саҡырттырманы. Улын хафаға һалырға теләмәне.
– Бабушкаңды төштә күрҙем, миңә икмәк баҫып бирҙе, Аркадийға ашатырһың, тине, значит буду жить, по пустякам тревожить его нельзя.
Данил менән Варис та бөгөнгө көнгә аптырап, хатта бәхәсләшеп тә алдылар. Кисә ниндәй һәйбәт ине, быуаға барып һыу инделәр, тышта ултырып сәй эстеләр, ә бөгөн сыҡҡы ла килмәй. Донъяла бөтә нәмә парлап яратылған, хатта кисәге көн менән бөгөнгө. Төҫтәрҙе парлаған: аҡ-ҡара, көнө төн менән, айы ҡояш менән, ере күк менән – тик береһе лә бергә түгел. Бәхәскә нөктә ҡуйҙырырыға өләсәләренә килделәр ҙә аптырап ҡалдылар.
– Йә, нимә? – тине Шура әбей.
– Бер нәмә лә юҡ, ә һин нимәгә илайың?
– Мин иламайым, йәшем үҙе түгелә.
Ипләп кенә баҫып алғы бүлмәгә сыҡтылар ҙа:
– Бына хәҙер аңла. Кисә бабуля йырлай, көлә ине, ә бөгөн илай...
– Үлеп ҡуйһа, – тине Варис.
– Дурак, не каркай. Уға әле етмеш биш тә тулманы.
Улар һөйләшә-һөйләшә әсәләре йыйыштырырға өлгөрмәгән сәй өҫтәленә килеп ултырҙылар. Әле генә бешеп сыҡҡан йылы икмәк тә тәмле еҫе менән бөгөнгө көн биргән күңелһеҙ өлөштө алып ташларға теләгәндәй боһорап ята. Шура әбей күҙен йомоп ятҡан, хәҙер инде йәше уның йыйырсыҡтар ҡаплаған йөҙөнән үҙенә юл табып ағыуҙан туҡтаған, тик был йөҙҙә ниндәйҙер бәхетле көсөргәнешлек күҙәтелә ине. Рита хәҙер әсәһенең ундай хәленә өйрәнеп бөткән, әле лә:
– Әней, нимә тураһында уйлайһың?
– Уйламайым, күҙәтәм.
– Нимәне?
– Нимәне түгел, кемде.
– Кемде?
– Алексейҙы, Аркадийҙы, Шураны, анау мөйөштә сирләп ятҡан етем ҡыҙ Ганнаны. Бахыр ғына, беҙ уның тулы исемен дә хатта һораманыҡ. Етемгенәмде. Һәр береһе үҙенсә донъя көтә. Алексей Шураға һаман үпкәләй, йәшерергә маташа. Ана, Шураның артынан рәнйеп ҡарай. Һин дә шундаһың, Зөһрә тегеп биргән әберсәме шул, шул күлдәгеңде кейеп Шәрифйәндәргә йүгерҙең. Алексей әллә егермеләп тәмәке төпсөгө тартып ташлаған, төн йоҡламаған, әллә Шураны, әллә Зәбирәне әрләй. Аңламайым.
Әсәһе тағы әллә күпме һөйләр ине, Рита шым ғына баҫып алғы яҡҡа сығып китте. Ул хәҙер әсәһенең шул хәленә өйрәнгән. Рита сығып китһә, ул яйлап ҡына тора ла кейенеп сыға ине, тик бөгөн улай булманы, бер юлы бөтәһен күҙәтмәне лә, уйламаны ла. Бөгөн ул фәҡәт улы тураһындағы ғына уйҙар тулҡынында йөҙҙө. Ул тулҡын уны бер ҡыҫты, сараһыҙлыҡҡа ҡалдырҙы, бер наҙланы, бәхеткә әйҙәне, бер ҡаҡты ла упҡынға этәрҙе. Улын уйлай башлаһа, уны шулай һағыш төрлө сифаттарға инеп, үҙенең ҡоршауына ала... Бындай сағында уның йөҙөндә бер нәмә лә юҡ: ул тышҡы донъя менән бәйләнеште өҙә лә ҡайҙалыр юғала, кемделер эҙләй, кемгәлер ынтыла – күҙе асыҡ, тик унда фани донъя мәғәнәһе юҡ. Бөгөн уның мейеһендә бер генә уй өйөрөлдө. “Бер бөртөк улымды, яратҡан иремдең мираҫын, бөтәгеҙ өсөн үҙем яратырмын, аяҡ аҫтығыҙға түшәк булырмын. Хоҙайым, миңә яратҡанымдан ул насип ит, тип ялбарып һорап алған улымдың бәхетен мин үҙ ҡулдарым менән, ҡатылығым, ғорур саялығым менән селпәрәмә килтерҙем түгелме? Хәбирә менән сәстәре сәскә бәйләнһә, әсәһенә барып, ергә ятып, тупраҡтар менән анттар итһәм, аяҡтарын үбеп анттар итһәм, улыҡайым сит яҡтарҙа тилмереп йөрөр инеме һуң?! Осрашыуҙан ҡурҡып, аңлашыуҙы йөрәге күтәрмәҫтәй тойоп ҡайтмай бит ул... Мин бит – әсә... Хатта йыртҡыстар ҙа үҙ балаһын ҡурсый, үҙе өсөн балаһын ҡорбан итмәй, үҙе ҡорбан була. Мин – әсә... Ни булды миңә шул ваҡытта. Беҙҙең бит бүлешер кешебеҙ ҙә баҡыйлыҡта ине. Нимә етмәне миңә? Улым китеп, Алексей терелмәҫен белмәй инемме һуң?.. Үҙемдең дуҫыма ҡылған хыянатым фаш булыуҙан ҡурҡтыммы? Ҡурҡмайынса Алексейға асып һалғас, тағы ниңә яңылыштым?. Мин, ахырыһы, иблисмендер, ҡорбан теләгән иблис кенә шулай эшләйҙер...”
Бына шулай ете тиҫтәне күптән теүәлләгән Шура әбей мең төрлө ғазаплы һорауҙарына яуап эҙләй. Кисәге көн менән сағыштырғанда, хатта ул бер аҙ шиңеп ҡалғандай тойола. Башында бер уй – сараһыҙлыҡ, билдәһеҙлек, ҡорбан килтереү. Кем өсөн, ни өсөн, ниндәй хаҡҡа... Ошо хәле уның ваҡ йыйырсыҡлы битенә күҙ йәштәре булып ағып төшкән дә, ә артабан, тигән кеүек ҡатып ҡалғандар.
Бындай хәлен, теге ваҡыттан айырмалы хәлен ҡыҙы беренсегә күрә. Әсәһенең әсенеп илағанын ул күргәне булманы. Күҙ йәштәренең дә төрлөһө була икән. Бөгөнгөләй күҙ йәшен күргәне юҡ. Аркадий ҡырға китергә йөрөгәндә лә иларға булғайны, Ганна әбей – әсәһе:
– По твоей воле уезжает. Үҙеңдең хаталарың өсөн не слишком ли? Не вздумай, беҙҙе лә, үҙеңде лә алдарға. Хәбирәне рәнйеттең, смотри, аҙаҡ шул баланы үҙ балаңдай яратырға тура килмәһен. Жизнь – это сложная штука.
Был юрау ҙа раҫ булды: Шура Аркадийҙы һағына башлаһа, йыбырҙата баҫып, йүгергән кеүек, һирәк-һаяҡ эре-эре атлап магазинға бара ла етә. Хәбирә лә хәҙер Шура апаһын яҡын күреп, өйрәнеп бөттө.
Улын уйлай-уйлай һигеҙ йыл үтеп тә киткән, әле бына оло йортта ҡунаҡ көтәләр: балалар ҙа ҡул араһына ингәндәр. Үҙҙәре белеп эшләйҙәр, ни тиһәң дә, 15-16 йәшлектәр бит. Төш етеүгә улар ҙа ҡапҡа менән эште бөттөләр: ҡултыҡ таяҡҡа таянған кеүек торған ҡапҡа төҙәйеп, тағы ла хужаһына хеҙмәткә баҫты. Көнө буйы ел менән азый-бозой болоттар менән алышҡан ҡояш та төш ауыуға үҙенең ҡыҙыу уҡтарын ҡалҡыуҙа ултырған Шура әбейҙең тәҙрәләренә йүнәлтте лә, урамға йәм өҫтәп, сәскә таждарын һыйпап үтте. Күңелде бөтмәҫ бер күтәренкелек биләнеме, артабан китмәйем, биҙәнеп, төҙәнегеҙ тигән шикелле, бер урында ҡатып ҡалғандай тойолдо. Балалар күптән автобус туҡталышына атылдылар, кешеләрҙән алда күреп, әсәләренә һөйөнсөләргә ине иҫәптәре.
Рита ипләп кенә ҙур бүлмәнең ишеген асып, әсәһен сәйгә саҡырҙы.
– Әней, сәй эсеп алмайыҡмы? Автобус килеүгә байтаҡ ваҡыт бар әле
Яңы ғына эсеп алдыҡ бит, тип әйтергә уйланы ла туҡтап ҡалды. Бер нимә лә өндәшмәй генә яйлап тороп ултырҙы, ҡулъяулығын алып, сикәһендә кипмәй ҡалған йәштәрен һөртөп алды ла:
– Кискә, бәлки, Аркадий риза булһа, көтөү ҡайтҡас, күршеләрҙе лә саҡырып алырбыҙ, – тине, Хәбирәне лә тип уйланы ла өндәшмәне, ҡыҙынанмы, әллә үҙенәнме оялып ҡуйҙы.
Яланғас ғорурлығы менән һуңлаған аңлайышы тағы бәрелеште: “Эй аллам, нимә ҡылаһың һин минең менән, – тип уйлап мөйөштәге изге Николаһына ҡарап өс ҡат суҡынып алды, – көс бир миңә, көс...” – мөңгөрләп, аяҡтарына йылы башалтайҙарын кейеп, алғы яҡҡа сәйгә сыҡты. Өҫтәл янына килеп тә етмәне, Данил менән Варис йүгереүҙән тындары бөтөп, ике ауыр юл сумкаһын саҡ күтәреп килеп инделәр. Сумкаларҙы ултырттылар ҙа бер-береһен бүлдерә-бүлдерә ярышып ағаларын ҡаршылауҙары тураһында һөйләй башланылар.
– Знаешь, бабуля, беҙ остановкаға барып та еттек, ауыл советы председателенең еңел машинаһы һоп итеп килеп беҙҙең эргәлә туҡтаны.
– Знаешь, кем төштө инде, ну конечно ағай түгел, ә Надя.
– Потом ғына Аркадий ағай.
– Надя тоже апай булмаймы, киҫәүһеҙҙәр?! – тип шелтәләп алды әсәһе.
– Прости.
Улар һөйләп бөтөүгә, йүгереп тигәндәй Надежда килеп инде.
– Ой, бабушка, я так соскучилась по вас, прямо не могу и нет слов это объяснить, – тип, ҡартәсәһен ҡосаҡлап алды, унан Ританы ҡосаҡланы. – А я точно чай хочу по башкирски с молоком, – тип ҡул йыуырға урамға сығып китте.
– Онотмаған беҙҙә ҡайҙа нимә ултырғанын. Башҡортса сәйҙе тәүҙә нимә ти ине әле? – тип, ҡапыл ғына килеп тыуған шатлыҡ хистәре менән ҡыҙына ҡараны.
– “Сәрбиямалский сәй” ти торғайны.
Ишектә Надя күренде.
– Автобустан алда килдегеҙ, бик арыу булған, – тип әйтеп тә бөттө, ишекте асып инер-инмәҫтән Аркадий:
– Тук-тук, можно к вам, хозяева?! – тип йылмайып, ап-аҡ сәстәрен һул ҡулы менән һыпырып алды ла, ниңәлер кәүҙәһен арҡаһына һалып, ауыр йөк күтәргәндәй эйелдереп аҡһаҡлап Аркадий килеп инде. Ыңғайы бер ҡоласын йәйеп әсәһен ҡосағына алды. – Прости, мама, я так долго не приезжал, прости, если сможешь, – тип күҙҙәренә йәш алып, һөйләнә- һөйләнә арҡаһынан һыйпаны.
– Ой, балаҡайым, һине лә күрер көнөм бар икән, күрмәй үләм икән, тип уйлап бөткәйнем. Үҙем барырға аяғым һыҙлай, ҡулымдың быуындары ла шешенә лә китә. Аптыраҡ инде, аптыраҡ, – тип илай-илай улының арҡаһынан сабый һөйгәндәй һөйөп ҡуйҙы. – Слава богу, – тип, ултырғысҡа ултырып, йәшен һөртөп алды.
Шул ваҡыт ишектә балалар әйткән ауыл советы председателе Батыр Ғәлиевич күренде. Ул да ишекте асҡан да инмәй генә:
– Миңә ҡунаҡ янына инергә ярайҙыр бит? – тип шаяртты.
– Әйҙә, әйҙә, бәхетленең ҡунағы бергә, йә бер-бер артлы килә, тиҙәр, әйҙә, Батыр улым, әйҙә ин, күстәнәсләп сәй эсәйек, – тине Шура әбей.
– Сәйе сәй инде ул, ә мәйе буламы?
– Булыр, уныһы ла.
– Юҡ, юҡ, Шура инәй, мин эш кешеһе, хәҙер сельсоветҡа бараһы бар. Бына өлкән ҡыҙҙы Өфөгә оҙаттым да ҡараһам, Аркадий тора ҡыҙы менән. Урын бар, ултыртып алдым. Һеҙҙең Аркадийҙы көтөүегеҙҙе ишеткәйнем инде. Ҡана Шура әбейҙе ҡыуандырайым әле, тип уйланым. Вот мин ниндәй ҡәҙерле ҡунаҡ алып килеп рәхмәт алдым. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотолта, тиҙәр бит. Уны аңлаған кешегә ғүмер ҙә өҫтәлә, тип әйтә торғайны мәрхүм өләсәйем. Мин тағы бер нәмәне уточнять итәйем тип тотҡарландым әле. Аркадий һин, ҡыҙым сит телдәр буйынса уҡытыусы, тигәйнең. Стажы бармы? Беҙҙең мәктәптә инглиз теленән уҡытыусы кәрәк, бәлки, бында ғына ҡалыр.
– Конечно, ҡалам, биш йыл стажым бар, правда мин немец теленән уҡыттым, но диплом минең ике тел буйынса.
– Бик яҡшы, мин директорға был турала бөгөн үк белдереп ҡуяйым әле, ситтән кеше эҙләмәһен. Бына ҡалай һәйбәт булды әле. Быға тиклем рус теле уҡытыусыларына бүлеп бирәләр ине. Махсус белгес булыуы бик йәтеш булыр.
– Һин ҡасанан бирле был поста эшләйһең? Теге ҡайтҡанда икенсе кеше ине бит.
– Һигеҙенсе йыл эшләйем.
– Былай уже опыт есть.
Шулай тине лә уйҙары менән алыҫ үткәндәргә китте.
7
Батыр унан ике-өс йәшкә генә бәләкәй,ә бына уның апайы Фәғилә менән улар беренсе кластан таныш инеләр. Фәғилә бик үткер ҡыҙ булды. Ҡайҙа икән, мине онотманымы икән, тип уйлап алды. Өҫтәлдең икенсе осонда ултырған Батыр ҙа, Рита сәй яһаған арала: “Фәғилә апайым ишеткән булһа, күҙендә наҙлы нур уйнар ине. Йәл... Тегендәгеләр ишетә алмай... Йәл... Дуҫым Хәбирәне ярата тип, яратҡанынан баш тартты. Мөхәббәте өсөн кеше көрәшергә тейеш, тиҙәр. Ә ул теләмәне. Мин яратҡан кеше бәхетле булырға тейеш тип, дуҫы өсөн юл бирҙе. Тик өсөһөнөң береһенә бәхет ҡошо бәхет йырын йырланымы икән, юҡтыр”, – тип уйлап өлгөрҙө.
Шура әбей, икеһенең дә уйын бүлдереп, өҫтәлдәге ризыҡтан ҡыҫтай башланы. Тик Аркадий ҡулына сынаяғын тотҡан килеш теге уйҙар тулҡынынан сыға алмай аҙапланды. Фәғилә бик ҡыйыу ҡыҙ ине, нимә уйлай – шуны һөйләп тә ҡуя, сөнки ул гел малай туғандары араһында бер үҙе үҫкән. Атаһы ла: “Һоло араһындағы бер бөртөк бойҙайым”, – тип ярата ине. Бына шул ҡыҙ беренсегә уҡырға барғанда, уның янына килде лә:
– Әйҙә танышайыҡ, мин Фәғилә булам, башҡорт урамында торам. Һин?
– Мин– Аркадий.
– Керәшен урамынанмы?
– Эйе.
– Беҙ бергә ултырырбыҙ, йәме. Ағайымдарҙың класында малайҙарҙы ҡыҙҙар менән ултыртҡандар, беҙҙә лә шулай була, ти ағайым.
– Ярай һуң.
Ә бер нисә йылдан һуң туғыҙынсымы, унынсымы класта уҡығанда:
– Ниңә һин – ҡыҙ, мин малай булмағанбыҙ икән?
– Ниңә?
– Мин һиңә башлап яратыуымды белдерер инем. Сөнки һинең әйтеүеңде көтһәң, ятып үлерһең. Әсәйем әйтә, ҡыҙҙарға башлап яратам тип әйтеү әҙәпһеҙлек, ти, – тип шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
– Ә һин ысын әйтәһеңме?
– Ниңә бушты әйтәйем, ысын. Һүҙ теш араһынан сыҡтымы – осто. Ул – ҡош. Тик ҡошто барыбер тотоп була, ә һүҙҙе – юҡ. Ул анау елгә ултыра ла елә. – Бер аҙ икеһе лә уйға ҡалды, тынлыҡты Фәғилә боҙҙо. – Ҡурҡма, мин һиҙәм дә инде, һин Хәбирәне яратаһың, ул да. Тик бына икегеҙ ҙә әсәйҙәрегеҙҙән ҡурҡаһығыҙ. Ә мин беләм ниңә икәнен дә. Ниндәй икенсе милләт, ти ул. Икегеҙ ҙә башҡортса уҡыйһығыҙ. Әсәйҙәрегеҙ башҡортса һөйләшә. Еще һеҙ башҡорт ерендә йәшәйһегеҙ ҙә инде.
Был һөйләшеүҙән һуң мәктәптә һуңғы йыл уҡып йөрөгәндә, 29 февраль көнө тағы ошоға оҡшаш һөйләшеү булды. Мәктәптән сығып барғанда, Фәғилә, Аркадийҙы тыуған көнө менә ҡотлап үҙе сиккән ҡулъяулыҡ бүләк итте лә:
– Ромео, һинең тыуған көнөң ике өс йылға бер киләме, значит, һин беҙҙән күпкә бәләкәйһең булып сығаһың. Һәр тыуған көнгә берҙе ҡушһаң, һиңә, иһии, һин – бәпес. Тыуған көнөң менән ҡотлайым! Мә, танауыңды һөртөп йөрө, молодец булырһың. Извини, матур һүҙҙәр әйтергә уйлағайным, килеп сыҡманы, – тине лә зыңғырлатып көлөп ебәрҙе.
Оҙон сәс толомдарын бармағына бер ураны, бер таратты, наҙлы ҡараштарын егеткә төбәне лә аҙаҡ үҙен ҡулға алды.
– Һаҡла минең иҫтәлегемде, – тине лә ҡапыл ғына һораны: – ниңә Хәбирә менән осрашмайһығыҙ, нимәнән ҡурҡаһығыҙ?
– Бер ҙә ҡурҡмайым.
– Ниңә тогда осрашмайһығыҙ? Яратҡан кешең өсөн көрәшергә кәрәк, Ромео! Һиңә ҡыйыулыҡты әллә биреп торайыммы? – тип шаяртып терһәгенә төрттө.
– Ә һин?
– Белергә теләйһеңме?
– Эйе, яратам, тик көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай. Һөймәгәнгә һөйкәлмәйҙәр Нисә йыл бергә ултырабыҙ, минең үҫеп етеп, һиңә ниндәй хис йөрөтөүемде лә белмәйһең. Хәбирә был яҡтан миңә ҡарағанда бәхетлерәк. Тик, смотри, һине әсәйең, ауылда ыҙалатмайым, ҡалаға ебәрәм, тип әйтә бит әле. Ә Хәбирә, һатыусылыҡҡа барам да ауылға ҡайтам, ти.
Бына шул шаян ҡыҙҙан алған бүләк уның түш кеҫәһендә әле лә һаҡлана, тик ул бүләкте алғандан һуң улар икеһе лә бер-береһенән ситләшкән кеүек йөрөнөләр. Хатта урындарын да алмаштырҙылар. Хәҙер Фәғилә – Ишбулды, ә Аркадий Мәликә менән ултыра башланы. Класта быны бөтәһе лә аптырап, ә уҡытыусылар хуплап ҡаршыланы, сөнки Аркадий менән Фәғилә дәрестә лә һөйләшеп уҡытыусыларға ҡайһы берҙә ҡамасаулайҙар ине.
– Батыр, һинең апайың хәҙер ҡайҙа?
– Өс йыл инде, үлеп ҡалды, тамаҡ сире менән китте...
Сәй табынында уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты. Шул ваҡыт Рита:
– Күңелһеҙләнеп киттегеҙ бит әле. Фәғиләне иҫләнегеҙме? Ул ваҡытта бойоҡмағыҙ, иҫеңә төшөр әле, Батыр, нимә булды һуңғы һүҙе? – тине.
– Көлөп, яратып йәшәгеҙ. Ҡайғырып, күңелһеҙләнеп ғүмер итһәгеҙ, ауырыуға һабышырһығыҙ, тимәк, бойоҡмағыҙ, тигән һүҙе булды.
– Эйе, лә баһа.
– Үҙе лә сирен белгәс, ҡапыл ғына элекке шаталаҡ, шаян ҡатынға әйләнде лә ҡуйҙы. Хатта кешеләр уның үлемесле сир менән яфаланғанын да белмәнеләр. Ире лә гел мыжып, донъя эше генә тип торған ҡылығын ташлап, ҡатынына ҡәнәғәтһеҙлек менән ҡараһа ла, бер туҡтауһыҙ игәүенән тынып ҡалғандай булды. Ҡайһы берҙә Фәғилә генә:
– Күп ҡалманы инде, сабыр итәйек, хәлем генә бөтөбөрәк тора, – тип уны аптырауға һала ине.
– Нимәгә?
– Бер нимә лә түгел, – ти ҙә китергә ашыға.
Эйе, улар бере-береһенә артыҡ йылы мөнәсәбәт күрһәтмәнеләр. Балалары үҫә төшкәс, Фәғилә балаларына аталарына ҡарата ихтирамлы булырға өйрәтә килде, хатта ул өйҙә булһа, унан алда аш табынына бер балаһын да килтермәне, гел генә:
– Атайығыҙ иң алда, – ти ҙә, һүҙ бөттө тигән шикелле икенсе эш менән мәшғүл булып китер ине.
Күп ваҡыт өй эсенә йә балаларға берәй әйбер алырға кәрәккәндә лә: “Атайығыҙ ни әйтер”, – тип ҡуя.
Бына ҡасандыр шуҡ булған Фәғиләне ир ҡатыны булыу бик ныҡ үҙгәртте. Теге шаян Фәғиләне, ауылдаштары, ауырый башлағас ҡына танынылар, тиһәң дә хата булмаҫ ине. Батыр ошолар тураһында уйлап алды ла:
– Эйе, үлем үкенесле була инде, уны оҙатырға ла ауыл халҡы бик күп килде. Апайымды еҙнә ниңәлер эшләтмәне, өйҙән дә артыҡ сығарып йөрөтмәне, ҡунаҡ саҡырып, аралашып та йәшәмәнеләр. Бейек ҡойма эсендә ни булғанын атай менән әсәй ҙә белмәне, уларға ла апай асылып барманы. Ҡасандыр һәр береһенә ярҙам итергә ынтылып торған апайым йылдан-йыл күҙгә күренеп шиңде. Әсәй бөтөрөндө. “Был кейәү шиклеме, әллә енлеме, аңламайым. Апайығыҙ ҙа ҡырыҫланды”, – тип йышыраҡ һөйләнеү менән генә сикләнде. Атай ҙа: “Кеше донъяһы үҙе бер сер инде, тик һиҙемләүемә ҡарағанда, Фәғиләне юғалттыҡ, ахырыһы”, – тип көйәләнде. Бына шулай кешеләр менән аралашмаған, ҡырыҫ ҡылыҡлы еҙнәй менән йәшәп, атылған йондоҙ кеүек кенә булды, – тип көрһөнөп ҡуйҙы.
Аркадий түш кеҫәһендә ятҡан, күптән инде аҡ төҫөн юғалтып, сигелгән рауза сәскәһенең ебәк ебе лә унан бынан өҙгөләнеп бөткән ҡулъяулығын алып, бер аҙ ҡарап торҙо ла битендәге бәреп сыҡҡан тирен һөртөп, кире кеҫәһенә һалып ҡуйҙы.
Артабан бындағы донъя хәлдәренә күсеп сәй эсеүҙе тамамлап ҡуйҙылар. Аркадий Батырҙы оҙатҡас, тағы уйҙарға бирелеп ҡапҡа тышында баҫып ҡалды. Улар сығарылыш кисәһенән һуң бер юлы тигәндәй таралыштылар, Хәбирә генә артыҡ ашыҡманы, ә бына Фәғилә бер- ике көн торҙо ла атаһы менән Мәләүезгә китергә йыйынды, юлға сығыр алдынан килеп Аркадий менән хушлашты.
– Һин мине онотмаҫҡа тырыш инде, мин онотмам. – Унан һағышлы күҙҙәрен егеткә төбәне. – Мин һинең бәхетле булыуыңды теләйем, потому что мин һине яратам, үәт. Мин беләм, беҙ башҡаса, бәлки, осрашмабыҙ ҙа әле. Шулай булғас, оялып та тормайым, – тип, үрелеп егеттең сикәһенән үбеп алды ла, – һеҙгә Хәбирә менән бәхет теләйем, минең яратҡан дуҫтарым, – тип йүгереп, әйтерһең, берәйһе кире тартып алмаһын тигәндәй, атылып сығып китте.
Улар ысынлап та осрашманылар, бер-береһенә хат та яҙманылар. Шулай инде донъя ағышы: һин яратҡан һине яратмай, ә һөйөргә теләмәгәнең яҙмышыңдың әсетеп һыҙлаған бер төйөнөнә әүерелә, тип уйлап, башын эйеп торҙо ла, ниндәйҙер ҡәтғи ҡарарға килгәндәй, магазин ултырған яҡҡа атланы. Ситтән күҙәткән кеше, моғайын, быны берәй күҙгә күренмәгән иблис йә шайтан көсләп алып баралыр, тип уйлар ине.
Һуңғы йылдарҙа ул гел генә шулай иҫтәлектәргә төшә лә үҙен онотоп та китә ине. Шул ваҡыт артынан ҡапҡа тышына сыҡҡан әсәһе ҡысҡырып ебәрҙе:
– Аркадий, ҡайҙа киттең? Мунса өлгөрҙө бит! – Кире боролоп эргәһенә килеп еткән улының күҙенә ҡарарға тырышты. – Уның ире бар, ауылда ғәйбәт тиҙ йөрөй, хаталанма. Моғайын, тиҙ генә китергә килмәгәнһеңдер, күрерһең. Мин инде ҡаршылығым юҡ. Бүлешер әйберем дә, кешем дә юҡ. Дошманлашыр йәнем күптән ойоған, Хәбирәнең әсәһе мәңгелек йортона китте. Бына шулай, балам. Тормош шәрбәт түгел. Шәрбәтенән бигерәк, әремдәрен күберәк алдыңа ҡуя.
– Әсәй, һин үҙең шул әремле яҙмыш әҙерләмәнеңме беҙгә? Минең бәхетем ошо ерҙә генә ине, аҙаштырҙың. Күҙем күргәндәй, буйым еткәндәй, һөйөп, һөйөлөп туймаҫтай ине минең бәхетем. Ул юҡ. Бәхетле лә түгелмен, бәхетһеҙ ҙә түгелмен. Бәхетле булһам – онотор инем, бәхетһеҙ булһам, бәлки, ҡарғар инем. Онотолмай ҙа, оноттормай ҙа торған әремле яҙмыш әҙерләнең бит, әсәй. Мин үпкә белдерергә ҡайтманым, ә һуңғы юлымды тыуған тупрағымда үтергә ҡайттым. Бына хәҙер мин һәр саҡ яныңда булырмын, – тине лә ҡапҡаны асырға ынтылды.
8
Дауамы бар.