Шоңҡар
+20 °С
Облачно

Мөхәббәт ҡорбаны Повесь (4, аҙағы) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

...Өйгә ингәс тә Аркадийҙы уйҙары ташлап китергә ашыҡманы. Ул уйҙары менән Украина яҡтарына китте. Һуңғы йылдарҙа ул гел генә хәтирәләр менән йәшәй башланы. Армияла ла Украинала хеҙмәт иткәс, уның шул милләт кешеләре менән ныҡ ҡына дуҫлығы бар, беренсенән, ул үҙе лә улар менән ныҡ аралашырға тырышты, ниңәлер өләсәһе Ганна тураһында берәй мәғлүмәт тапмаҫмынмы икән, тигән шиге бар ине, икенсенән, әсәһе уны бер ҙә генә Хәбирә менән осрашыуын килештермәне. Белеп ҡалһа, өйҙә янъял ҡуба, үҙе ни өсөн икәнен аңлатманы, шуға күрә хеҙмәтен тултырғас, ошо яҡта эшкә ҡалырға ла иҫәбе юҡ түгел ине. Уйынса, ул эшкә ҡалып, нисек тә Хәбирәне алып килеү теләге менән ашҡынды. 

Мөхәббәт ҡорбаны Повесь (4, аҙағы) Рәйсә ИҪӘНБАЕВАМөхәббәт ҡорбаны Повесь (4, аҙағы) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА
Мөхәббәт ҡорбаны Повесь (4, аҙағы) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

8

 

...Өйгә ингәс тә Аркадийҙы уйҙары ташлап китергә ашыҡманы. Ул уйҙары менән Украина яҡтарына китте. Һуңғы йылдарҙа ул гел генә хәтирәләр менән йәшәй башланы. Армияла ла Украинала хеҙмәт иткәс, уның шул милләт кешеләре менән ныҡ ҡына дуҫлығы бар, беренсенән, ул үҙе лә улар менән ныҡ аралашырға тырышты, ниңәлер өләсәһе Ганна тураһында берәй мәғлүмәт тапмаҫмынмы икән, тигән шиге бар ине, икенсенән, әсәһе уны бер ҙә генә Хәбирә менән осрашыуын килештермәне. Белеп ҡалһа, өйҙә янъял ҡуба, үҙе ни өсөн икәнен аңлатманы, шуға күрә хеҙмәтен тултырғас, ошо яҡта эшкә ҡалырға ла иҫәбе юҡ түгел ине. Уйынса, ул эшкә ҡалып, нисек тә Хәбирәне алып килеү теләге менән ашҡынды. Ул бик ярҙамсыл Юрий исемле егет менән дә танышып алды. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡанда ул егет:

– Приезжай, буду ждать, вместе устроимся на работу, – тип оҙатып ҡалды.

Шуға ла нисек тә ҡайтҡас, Хәбирә менән һөйләшергә лә, риза булһа, аҙна-ун көндән юлға сығырға ине уйы. Былай килеп сыҡманы, һин уйлап пландар ҡораһың, ә бына Алла үҙенсә хәл итә лә ҡуя бит. Ул Хәбирә менән, нисек кенә ынтылмаһын, осраша алманы, әсәһе уны ҡайҙалыр алыҫта йәшәгән туғанына ебәргән, ул ҡайтып өлгөрмәне, Аркадий һөйгәнен күрмәйенсә, Батырға хат тотторҙо ла:

– Хәбирә ҡайтһа, бер үк тапшыра күр инде, – тип юлға сыҡты.

Аркадий армияға киткәндә, Хәбирәнең ҡулдарының йылыһын, күҙҙәренең мөләйем нурын, ирендәренең тәмен үҙе менән алып киткәйне, был юлы шул, әсәләренән ҡасып ҡына осрашҡан кисте хәтерендә тергеҙеп, шул һын менән юлға сыҡты. Ул гел шулай армияға китәһе кистәге осрашыуҙы хәтерләһә, ниңәлер берәй кеше күрмәгән ерҙә Хәбирәһе уны ҡарап торалыр кеүек хис итә лә йән яғына ҡарап ала ине. Был юлы ул юл буйына һөйгәнен, уның менән уҡығанда булған хәлдәрҙе иҫләп барҙы. Эйе, улар бынан өс йыл элек осрашып бер- береһенә вәғәҙәләр биреп айырылышһа ла, уларға бергә булыу-булмауы әсәләренең теләге менән күптән хәл ителгәйне инде. Улар әсәләренең мөхәббәт мажаралары өсөн ҡорбан ителгәндәрен белмәнеләр. Эйе, яҙмыш шулай һин көтмәгән урында, уйламаған ваҡытта, иңдәреңә көсөң етмәҫлек һынауын һала килә шул. Ике йәш йөрәк ярға сығарып ташланған балыҡ хәлендә ҡала. Балыҡ та тулай- тулай ҙа тынып ҡала. Йәштәр икеһе лә эстәренә ауыр уй йомоп, йөрәктәре талпынһа ла, аҡыл менән ауыҙлыҡланып, күңелдәрендә бер-береһенең һынын һаҡлап, икеһе ике башҡа тормош парҙары таптылар. Аркадийҙың көнө төнгә әйләнде, яҙмышының һәр көнө һағыш менән үрелде. Эшкә урынлашҡас, дуҫының һеңлеһе Ольга менән танышты. Ул да шахтаның өлкән бухгалтерҙың урынбаҫары булып эшләй ине. Үҙенә  бөтәһенә лә Ольга Захаровна тиергә, Аркадийға ғына Оля тип өндәшергә рөхсәт итте. Улар артыҡ оҙаҡ та дуҫлашып йөрөмәнеләр, Ольга уны алып ҡайтып ата-әсәһе менән таныштырҙы, ә улары оҙата сыҡҡанда:

– Когда свадьба? Вы долго не тяните, у нас еще сын собирается, – тип оҙатып ҡалдылар.

Бына шулай ҡапыл ғына өйләнергә лә тура килде. Ольга тәүҙә үҙен бик итәғәтле тотһа ла, тора-бара үҙенең ысын ҡылығын күрһәтә башланы. Үҙенең элекке тәкәббер эрелеген урынына ҡуйҙы, уның менән төрлө тамашаларға йөрөүҙән баш тартты, тора- бара хатта ҡунаҡҡа ла йөрөмәй башланы, башым ауырый, тип хәйләләне. Ҡыҙҙары Надежданы ла күпселеген Аркадий үҙе тәрбиәләне.

“У вас все хорошо?” тип һораған ата-әсәһенә лә ҡоро ғына итеп: “Не лезьте в мою жизнь”, – тип сикләнде. Ваҡыт үтеү менән, уларға ҡунаҡҡа барыуҙы ла туҡтатты. Ата-әсәһе икәүләп килһәләр ҙә, артыҡ алсаҡлыҡ күрһәтмәне. Аркадий үҙе аңламаған, әллә күңеле менән аңларға теләмәгән тоҙаҡҡа эләкте. Шуға ла уның күңеленән Хәбирәһе – башкирочкаһы сыҡманы. Хәҙер ул гел генә икеһен сағыштырырға тырышты, ҡайһы берҙә яңылыш Хәбирә тип әйтермен инде тигән ҡурҡыуға ҡалды. Яңылыштан уның исемен әйтеүҙән ҡурҡты, ләкин бер тапҡыр уны уяулығы ташлап китте. Ҡыҙы бик ҡаты сирләп киткәс, ул, ҡайнағаһы менән һөйләшеп, урынын алмаштырып өйҙә ҡалғайны, төнө буйы йоҡламағас, күҙ йоҡоға эленгән дә төштә күрә, имеш, Хәбирә менән һыу инәләр, һыу һибешеп шаяралар. Ҡапыл Хәбирә илай башланы. Аркадий янына барып “Хәбирә, Хәбирә!”- тип уны йыуатырға теләй. Шул ваҡыт Надюшаһы уны уятты ла:

– Нимә тип ҡысҡыраһың ул? – тип һораны.

   – Былай ғына, төшләндем, ахырыһы...

– Хәл беләме, Хәбирәме тинең.

– Белмәйем.

Бына шулай утыҙ йыллап йәшәгәндән һуң, улар тамам айырылышып, Аркадий ҡыҙы менән Башҡортостанға ҡайтырға сыҡты. Ольга вокзалда ҡыҙы менән ҡосаҡлашып хушлашһа ла, Аркадийға бары:

– Ладно, передай привет, – тип, бармаҡ остарын ғына уның көрәктәй ҙур устарына терәп кенә алды ла хатта кеше араһында тороуын да уйламай, костюм кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып, усын һөртөп ҡуйҙы, әйтерһең, бер бысраҡ әйбер тотҡан. Утыҙ йыл үҙен тиңһенмәй торған был кешене Аркадий беренсе тапҡыр тәү күргән кешеһендәй, аптырап ҡараны – нисек йәшәй алды һуң ул, әллә артыҡ сабыр булдымы, әллә үтә йыуаш инеме. Хәҙер үҙе лә аңламай, артыҡ тауышланып та торманылар. Бер ҡыҙҙары булды, унан һуң”Нищету разводить не хо-чу” тип хатта ижекләп үк әйтеп ҡуйҙы. Бына шулай улар бер Надюшалары менән ҡалдылар. Ҡыҙыҡай атаһына нығыраҡ эйәләште, әсәһенә артыҡ йылымыҡ булманы. Ольга ла ҡыҙына ҡарата әсәлек хисе тойманы, ахыры.

Аркадий эстән генә ҡатыны менән аралары өҙөлөүгө хатта ҡәнәғәт тә ине, шикелле, сөнки уның да йөҙөндә ниндәйҙер бошонҡолоҡ сағылмай. Ольгаға – сирле ир, ә Аркадийға һөймәлекһеҙ ҡатын кәрәкмәй. Улар шулай артыҡ ҙур ғауға яһамай, сираттағы бер хәл итеп кенә айырылышып та ҡуйҙылар. Тик утыҙға яҡынлап килгән Надюша улар өсөн бошондо, бигерәк тә атаһын йәлләне, шуғалыр ҙа атаһы менән бергә Башҡортостанға ҡайтырға хәл итте лә ҡуйҙы. Әле бына Аркадий ҡыҙын юлға сыҡҡанда тағы бер иҫкәртеп:

– Өләсәңә бөтәһен дә, особенно беҙҙең бергә тормағанды һөйләмә. Әсәй аҙаҡ килергә тейеш, тиерһең, – тине.

Аркадий уйға батып, әсәһенең эргәһенә килеп еткәнен дә һиҙмәгән.

– Әсәй, әсәкәйем, мин нисек һине һағындым, һин даже күҙ алдыңа ла килтерә алмайһың.

    – Килтерәм,аңлайым, ниңә аңламай, ти, мин дә шулай һағындым бит. Ете-һигеҙ йыл әҙ ғүмерме ни? Бына мин әле күрше-тирәләргә хәбәр иттерҙем, хәҙер йыйылырҙар инде, әйҙә, улар  килгәнсе, мунса кереп ал, ул әҙер, балалар эшләй инде, апайың да булыша.

– Да-а-а, улар ҙурайған.

– А как же, уларҙы кем тегеп ҡуйһын.

    Сит кеше быларҙың икеһе бер юлы йығыла икән тип уйлар ине, атлауҙарына ҡарағанда, улар икеһе лә ярым бөгөлөбөрәк, аяҡтарын һөйрәңкерәп атлай. Ҡарт имәнгә һөйәлеп үҫкән зәғиф йәш имәнде хәтерләтә ине уларҙың һыны.

– Әсәй, әллә илайһың инде?

– Илайым, балам, илайым. Шатлыҡ йәштәре улар, һин әллә нимә уйлама, һине һағындым мин. Бына ошо ҡулдарыңды тотоп, сәстәреңдән бер һыйпар көнөм, күҙҙәреңә бағыр мәлдәрем бар икән. Шатлыҡ, бәхет йәштәре улар.

Аркадий тағы йәшен тиҙлеге менән уйлап алды: нисәмә йылдар һағыш йәштәрен ауыҙлыҡлап йәшәне ул. Уға ла үҙенең сәбәбе бар ине.

        – Ирҙәр иламай, улар ергә илар өсөн түгел, йәшәр, һөйөп-һөйөлөр, балалар үҫтерер, ер һаҡлар, хеҙмәт итер өсөн тыуа, – тигәйне күршеһе Ғайса ағай.

– Ә йәште ни эшләтергә?  Мин бит бармағымды ҡырҡтым.

– Һөртөргә лә битте йыуырға. Йәшеңде күңелең менән йот, ана, күккә ҡара әле. Анау болоттар ирҙәр өсөн үҙҙәре илай. Ергә ямғыр булып күҙ йәштәре яуыр, дым булыр. Улар оҙаҡ күренмәһә лә уйлан, ерҙә берәй хәүеф юҡмы...

Ирҙәр иламай, илаҡ булмай.

Ғайса ағай бармы икән әле? Үҙе лә мәҙәк, ә фекерҙәре һәләк шәп ине бит,  әйтерһең, бер философ, йәл, әҙ генә уҡыу етмәгән ағайға...

Һөйләнә-һөйләнә урамға инеп китеп ҡапҡа ябылыуға, берәм-берәм күршеләр ҙә күстәнәстәре менән йыйылыша башланы.

Шура әбей: 

–       Һеҙ минең тәңре ҡунаҡтарым, улымдың тәңре ҡунаҡтары. Тәңребеҙҙең изгелек ҡылған минутында донъяға уның изгелеген таратаһығыҙ. Һеҙ булмаһағыҙ, мин улымды көтөп ала алыр инемме икән, ә? –  тип һөйләнә-һөйләнә күршеләрен табынға саҡырҙы.

Сәғирә Надяны күреп ҡалды ла:

–  Уй, ҡалай ғына Ганна әбекәйгә оҡшағанһың, – тип, арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды.

– Ул минең прабабушка бит. Миндә уның ҙурайтып эшләнгән фотоһы бар.

Ҡасан ғына Шура әбейҙе борсомайыҡ тип аяҡ остарына ғына баҫып йөрөгән балалар ҙа ныҡ баҫып алалар ҙа көр тауыш менән көлөп ебәрәләр. Иртән генә, хатта унан алдағы көндәрҙә лә һағыштан кесерәйеп ҡалғандай тойолған йәшел ҡапҡалы был йорт, шатлыҡ ауаздарына тулып, шартлар сиккә етеп ҡупырайып ултырған төҫлө. Кеше күңеле үҙе күрергә теләгәнде һәр саҡ күрә, бөгөн барыһы ла, был йортта һағыш үрелһә лә, шатлыҡ күргәндәй тойолдо. Күктә ҡарайып ҡарап торған болоттар ҙа, хәҙер һиңә сират тигәндәй, ҡайҙалыр таралып, зәңгәр күкте ҡояшҡа ҡалдырҙылар, әйҙә, батшалыҡ ҡыл тигәндәй, юҡҡа сыҡтылар. Ҡояш та үҙенә ҡалған әҙ генә киске мәлде үҙ йылыһы менән йылытырға теләгәндәй йылы нурҙарын таратты. Тар ғына оҙон керәшендәр урамында барыһы тип әйтерлек йәшел ҡапҡалы йортҡа ағылды. Урам өсөн был оло ҡыуаныс ине шул: Глафира, эремсекле пирогын тотоп алдан инеп китеүгә, ҡоймағы менән Сәғирә күренде

– Керәшендәрҙән алда өлгөрҙөм бит, – тип һөйләнеп инеп китте.

Майға бешкән икмәктәре менән Яңыл әбей, артынан Шура әбейҙең туғандары ла артыҡ оҙаҡламай йыйылды. Бөтәһе лә йыйылып табын янына ултырып бөтөүгә, ҡапҡа тауышы ишетелде лә артынса елпелдәтә баҫып Хәбирә килеп инде. Аркадий башын ҡалҡытып ҡараны ла ҡатып ҡалды, башҡалар ҙа өндәшмәнеләр. Ауылда был ике кешенең, уның менән бергә ата-әсәләренең яҙмышын бөтәһе лә белә ине шул. Өнһөҙ тынлыҡты Хәбирә боҙҙо:

– Бәхетленең ҡунағы бер юлы, тиҙәр, Шура апай, һин бик бәхетлеһең бөгөн. Бәхетеңә күҙ теймәһен. Һаумы, Аркадий! Беҙҙең халыҡта бер мәҡәл бар, “Алты йәшәр юлдан ҡайтһа, алтмыш йәшәр хәлен белер”,  тиҙәр. Бына мин дә утыҙ йылдан һуң класташымдың хәлен белергә килдем. Бына шулай, – тине лә һыуһап китеп, тамағы кипкән төҫлө ишек төбөндә ултырған һыу һауыты янына барып һыу эсеп алды.

Аркадий уның янына килде лә:

 – Һаумы, Хәбирә! Бына осраштыҡ инде, әйҙә түрҙән уҙ, ана минең янда урын буш, – тип ҡулынан алып үҙе ултырған урынға алып китте, ә Хәбирәнең дерелдәгән ҡулдарының йылыһы Аркадийға иҫерткес бер ышаныс, көс биргәндәй тойолдо. Уның өсөн башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй ине кеүек. Хәбирә ҡулын тартып алды ла:

– Мин Рита апай янына ултырайым, бына Надя һинең яныңдан ултырһын, – тип, үҙенән Аркадийҙы этәргәндәй булды.

Табында яңынан йәнлелек таралды. Шура әбей мөйөштәге иконаһына ҡарап алды ла эстән генә, бәлки, беренсе тапҡырҙыр: “Изге Никола, көсөң етһә, ғәфү ҡыл мине. Минең ахмаҡлығым, нисә кешене ҡорбан итте. Хәбирә Аркадийһыҙ утыҙ йылдан ашыу йәшәй алғанды, мин биш-алты йыл йәшәр инем бит. Барыбер һуғыш бөтәһен дә үҙ урынына ҡуйыр ине. Эй Аллам, улыма минең кеүек ахмаҡлыҡ ҡылырға ирек бирмә!” – тип уйлап тағы бер тапҡыр ҡараны ла табындағыларҙы ризыҡҡа үрелергә ҡыҫтай башланы.

Был ахмаҡлыҡ бөтөнләй Шура арҡаһында тыуған булһа ла, уны юҡ итеп, бер-береһен ғәфү итеп, эҙен ҡалдырмаҫҡа мөмкин ине бит, тип уйлар ине фәрештәләр. Йыһан ошо минутта ике бер-берен һөйгән ике йөрәкте осраштырып, тынғылыҡ та бер аҙ өҫтәлде тип уйлағандыр. Кеше был сикһеҙ Йыһанда тик бер саң ҡәҙәре генә өлөшөн ала. Саң ҡәҙәре булһа ла, белеп тә, белмәй ҙә үҙен ниндәй язаларға алып бара. Тән язаһы ни генә ул. Ул билдәле ваҡыт эсендә дауалана. Эҙе юғала...

Йән язаһын кеше аңлап бөтә алмай, юйылыр мөмкинлектәрҙе таба алмай интегә. Саң ҡәҙәре булған инсандың ғүмер ахырына етерлек йән язаһы һыҙландыра, үкендерә, күҙ йәш түктерә... Мәңге йәшәгәндәй ҡыланған ғүмерең уйлап ҡараһан, өс көнлөк тә түгел кеүек. Шул арала кеше үҙен ниндәй шатлыҡ шишмәһенән эсеп һыуһын ҡандырырға теләй ҙә, йән күтәрә алмаҫтай яфаларҙың язаһын татый, унан ҡотола алмай хитлана.

Аҙағы

Автор:
Читайте нас