Шоңҡар
+18 °С
Облачно

Ауырғазы ҡайҙа? Уймаҡ хикәйә Венер ИСХАҠОВ

“Өҫтәге”  хеҙмәткәр башҡаса борсоманы. Күрәһең, Ауырғазының  Өфөнән “бик-бик йыраҡта” булыуын яҡшы аңлағандыр...

Ауырғазы ҡайҙа? Уймаҡ хикәйә Венер ИСХАҠОВАуырғазы ҡайҙа? Уймаҡ хикәйә Венер ИСХАҠОВ
Ауырғазы ҡайҙа? Уймаҡ хикәйә Венер ИСХАҠОВ

 

Яуаплы ғына урындан шылтыраттылар:

- Фәлән-фәлән ҡалаға командировкаға сығабыҙ, һеҙҙән фотохәбәрсе кәрәк буласаҡ. Иртәгә шул ваҡытҡа төгән урындан ҡуҙғалабыҙ. Кемде ебәрәһегеҙ?

Ҡапылғара  нимә тип яуапларға ла белмәнем.

- Ярай, хәҙер асыҡлармын да ҡабаттан шылтыратырмын, –тинем.

Был вазифала ялға киткән кеше урынында ғына ултырғас, әлегә кемдең ҡайҙа икәнлеген дә белеп бөтмәйем. Баҡһаң,  берәүҙәр отпускыла, икенселәр   командировкала икән. Береһе бөгөн ҡайтыуын ҡайта ла ул, тик үҙебеҙгә кәрәк булыуы бар: юғарынан йәнә бер мөһим сараны яҡтыртыу бурысы йөкмәтелде.

Кәрәкле һанды йыйҙым да  сараға кеше ебәрә алмауыбыҙҙың сәбәбен аңлатып, ғәфү үтендем.

Әммә “өҫтәге” лә ныҡыш булып сыҡты.

- Бәлки, бөгөн ҡайтып өлгөрөр?

Юҡ шул, Ауырғазыла бит.

- Ә ул йыраҡмы?

- Эйе, бик алыҫ.

“Өҫтәге”  хеҙмәткәр башҡаса борсоманы. Күрәһең, Ауырғазының  Өфөнән “бик-бик йыраҡта” булыуын яҡшы аңлағандыр.

Венер ИСХАҠОВ.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас