

Гөлзада ханым кисә юбилейға барҙы. Барҙы тип ни, барҙылар инде. Ире менән бергә. Нормальный кеше шундай ҙур мәжлескә ҡарға кеүек яңғыҙ китеп бармаҫ инде. Иренә әллә ун йыл, әллә ун биш йыл элек алып биргән кәстүмен кейҙереп, галстук тағып, ауыл урамы буйлап ҡултыҡлашып тороп барҙылар. Күрһендәр! Белһендәр! Улар ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел. Әкәм-төкәм кешегә китеп бармайҙар. Үҙҙәре кеүек арыу кешеләр менән йөрөшәләр.
Ә-ә-ә, кемгә тиһегеҙме? Ауылдың теге башында дәү өйҙә йәшәгән Фәнүзә апайҙарына! Апай тип ни, туғанлығы, хатта тырнаҡ осо нәҫел-нәсәплеге лә юҡ. Үҙҙәре әйтеүенсә, ауылдың иң хәлле кешеләре бит улар. Ундайҙар үҙенә тиң, хәлле, культур-мультур кешеләр менән бергә ашап эсә, аралаша, ҡунаҡҡа йөрөшә. Хәҙер мудаһы шулай. Бәлки, фәрештәнең “амин” тигән сағына тура килеп, ҡоҙа-ҡоҙағый ҙа булышып, киләсәктә донъяның артына тибеп йәшәрҙәр әле.
Өйләнешеүҙәренә егерме йыл тигәндә, Фәнүзә апайҙары ҙур өй бөтөрөп сыҡҡайнылар. Шул өйөн ҡотларға барғанда, улар бүләктәр бирешеп, бер-береһен апайлы-һеңлеле итеп, ҡатышып йәшәргә һүҙ бирешкәндәр, имеш. Былай Гөлзада ханым шыр туған-тыумасаһыҙ кеше лә түгел ул. Күршеһендә генә иренең бер туған ҡустыһы йәшәй, йылға буйындағы йортта һеңлеһе яңғыҙы өс бала үҫтерә. Ике-өс туғандарын һанап сығырға аяҡ бармаҡтары ла етмәҫ, моғайын. Тик, гонаһ шомлоғо, нисек инде өй тултырып шул йыйын хәйерселәрҙе йыймаҡ кәрәк?! Ана, үҙҙәре кеүектәр менән ҡатышһындар!
Иртән көтөү ҡыуғанда уҡ Гөлзада ханымдың ауыл бисәләренә бушатыр хәбәре күп ине. “Кисә Фәнүзә апайымдың юбилейында булдыҡ. Бырамы шәп булды. Өҫтәлен әйтеп тораһы ла түгел. Шул тиклем ныҡ әҙерләнгән, ҡалалағы ыристарандан мең артыҡ. Фәлән шуны бүләк итте, төгән тегенеһен алып килгән...”
Унан өйөнә ҡайтҡас, арлы-бирле итте лә, көн дә кермәй ҡалмаған күршеһе Ғилминурға юл тотто. Уның инеүенә күршеһе лә ҡыуанып бөтә алманы. Йәһәт кенә сәйен шыжлатты ла өҫтәл янына әйҙүкләне.
– Әйҙә сәй эсеп алайыҡ әле.
– Кисә Фәнүзә апайымдың юбилейына барҙыҡ әле, – тип әйтеүе булды, күршеһенең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды.
– Шунан, нисек үтте?
– Дан булды.
– Өҫтәле нисек?
– Ҡуй! – Гөлзада күҙен упайтып ҡулын һелтәне. – Уй, әйкәйем, бына өҫтәлде һығылдырып әҙерләгән. Һығылып тора, һығылып! Нимә генә юҡ. Нимәһен алып, нимәһен ашарға белеп булмай бына. Хәлле кеше хәлле инде. Һыйы шул килеш кенә ҡалды. Тағы бер туй уҙғарырға була. Вәт, исмаһам, йәшәйҙәр. Ундай кешеләр менән ҡатышыуы ла оят түгел.
– Нисә төрлө салаты бар ине?
– Күп инде, күп. Хатта винегретына тиклем бар ине.
– Бер аҙ расхудланды инде.
– Хаҡы сыҡҡандыр ул, сыҡҡандыр. – Гөлзада ханым йәнә ҡулын һелтәне. – Бүләк яман күп төштө бит. Тауҙай өйөлдө.
– Нимәләр төштө һуң?
– Эй, харап күп, ҡыҙы Кәримә электр самауыры бүләк итте...
– Беҙҙеке һымаҡтыр инде, магазинда бер мең торамы шул.
– Эйе, эйе.
– Китсәле, шул ҡытай нәмәһен дә кеше бүләк итер икән?! Ана беҙҙеке биш көн тотондоҡмо-юҡмы, ватылды ла ҡуйҙы. Уй, был тиклем ҡаты кеше булыр икән, ә! Башҡа йүнлерәк әйбер тапманымы икән? Эй, әсәһенә оҡшаған инде.
– Килене менән улы булдымы? Һыйышмайҙар ине һымаҡ.
– Ҡайтҡандарсы.
– Ҡарасы, ҡайтҡандар икән. Анау тиклем донъя ҡуптарып талашҡандан һуң да кеше ярашыр икән. Аптыраҡ. Улары нимә һалған булды?
– Ит үткәргес, электрический. Яман шәп, ти. Бер ултырғанда бер башмаҡ итен үткәреп була, ти. Үҙе генә зырылдап эшләп тик тора икән.
– Атаҡ, ошоғаса ит турағыстары булманымы икән? Бына һиңә байҙар! Өлкән ҡыҙы ҡайтҡанмы?
– Ҡайтҡан, ҡайтҡан.
– Улар нимә килтергән?
– Ялтлап торған юрған.
– Ҡустыһы ла килгәндер?
– Эйе.
– Улары нимә бирҙе?
– Тоже юрған.
– Тағы ла кемдәр булды?
– Мораҡайҙан Хәлиттәр...
– Хәлиттәр?! – Ғилминур ҡабатлап һораны.
– Эйе, улар.
– Анау еүеш танауҙар араһынанмы?
– Шулар инде.
– Ыста! Улар нисек килеп сыҡҡан? Нәҫел- нәсәбе түгел дә инде.
– Булмаһа ни! Электән ҡатышып йәшәйҙәр бит. Тоже хәлле кешеләр.
– Улай икән. Улар нимә килтергән?
– Картина.
– Картина?!
– Эйе.
– Эй Алла! Шунан башҡа нәмә белмәйҙәрме икән? Анһат шул! Арзан ғына. Магазин тулы. Биш йөҙ һум ғына тора, шикелле. Ана минең өй ҙә шуның менән тулды. Былтыр
тыуған көнөмә биште алып килделәр, ирҙекенә әллә алтыны, әллә етене бирҙеләр. Ишшеү бөтәһе лә бер төрлө бит әле – ҡайынлыҡ та йылға буйы. Саң ояһы булып ята шунда... – тине лә күршеһе һорай ҡуйҙы: – Һеҙ үҙегеҙ нимә һалдығыҙ?
– Беҙ ни ваҡланып торманыҡ инде. Бер мең аҡса бирҙек. Бер мең! Аҙаҡ үҙҙәре теләгән әйберҙәрен алырҙар.
Күршеләр бер аҙ тын ҡалып ултырғас, йәнә Гөлзада ханым телгә килде.
– Хәлле кешеләр хәлле инде. Һәр беребеҙгә бүләк тә бирҙе. Бына миңә ошо яулыҡты япты. – Ул башындағы яулығын сисеп күрһәтте. – Матур, ивет?!
– Былай матур ҙа инде... Теге аҙнала Уфалағы ҡытай баҙарынан көс еткеһеҙ итеп күтәренеп ҡайтып килә ине шул. Күп булһа, шунан алғандыр.
Кискә ҡарай Фәнүзә ханымдың юбилейында кемдәр булғанын, кем нимә бүләк иткәнен бөтә ауыл белә ине. Иртәгеһенә Гөлзада иртәнге автобус менән район үҙәгенә дауаханаға юлланды. Автобуста ла һүҙ әлеге лә баяғы юбилей хаҡында барҙы… “Фәнүзә апайымдың юбилейында булдыҡ әле. Уй, дан булды. Өҫтәл һығылып тора бына…”