+20 °С
Облачно


Әсәйемдән бер ҡомартҡы ҡалды -
Йортобоҙҙоң ишек асҡысы.
Эй, ҡәҙерләй ине килгәнендә
Юғалтмайым тиеп, асҡысты.
Әсәй күсте инде мәңгелеккә
Йөрәктәргә ҡандар һауҙырып.
Был донъянан бер ни алаһы юҡ-
Йорт асҡысын китте ҡалдырып.
Баҫып торам тыуған нигеҙемдә
Мең төрлө уй килә күңелгә.
Гөр килешеп үҫтек ошо йортта
Ҡунаҡ инек ҡайтһаҡ- түрендә.
Яңғыҙ ҡалды атай-әсәй йорто,
Моңһоу ғына мине оҙатты.
Әсәйемдең ҡомартҡыһы менән
Бикләп алдым тимер йоҙаҡты.
Ҡулдарыма ҡыҫтым йорт асҡысын
Йөрәгемде ҡурҙы һалҡыны.
Тыуған йорттоң йылы усағының
Күңелемдә ҡалды ялҡыны...