

Журналыбыҙҙың 1-се һанында Гөлдәр Ғәбитованың (Хәмитова) "Шәрифә" исемле повесы донъя күргәйне.Уҡыусылар яратып ҡабул итте әҫәрҙе. Был юлы һеҙгә автор “Зәнзәбилә” тигән әҫәрен тәҡдим итә.
Гөлдәр Ғәбитова Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында тыуған. Күп йылдар Федераль һалым хеҙмәте идаралығында яуаплы вазифаларҙа эшләгән. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, “Рәсәй һалым хеҙмәтенең почетлы хеҙмәткәре” айырма билдәһе менән бүләкләнгән, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Бөгөн Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы – Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары. Замандашыбыҙ дәүләт эшенән тыш, әҙәби ижад менән дә ихлас шөғөлләнә.
Һары ла ғына сәсем ел туҙҙыра
Менгән саҡта Яманташҡайға...
Һары ла ғына сәсем,
Эй, ел туҙҙыра
Менгән саҡта Яманташҡайға
Ғазаптарым ошо кәүҙәм менән
Ағып ҡына китһен Һаҡмарға!
Ғазаптарым ошо кәүҙәм менән
Ағып ҡына китһен Һаҡмарға!
Бәйләне лә мине ат ялына
Сыбыртҡылап ҡыуҙы ғазраил..
Бәйләнелә мине, эй, ат ялына
Эй, сыбыртҡылап ҡыуҙы ғазраил!
Үгәй атай ҡул аҫтында йәшәү
Тамуҡ булып иҫтә ҡалғандыр!
Үгәй атай ҡул аҫтында йәшәү
Тамуҡ булып иҫтә ҡалғандыр!
Ялан тәпәй үткән саҡта юлды
Үксәләрҙе ҡырҡты ҡырсынташ!
Ялан тәпәй үткән саҡта юлды
Үксәләрҙе ҡырҡты, эй, ҡырсынташ!
Тән яраһы китер төҙәлеп тә,
Йән яраһы әрней, туҡтамаҫ!
Тән яраһы китер төҙәлеп тә,
Йән яраһы мәңге уңалмаҫ!
– Зәнзәбилә! Зәнбей! Ҡыҙым! – тип ҡысҡырған тауыштар Һаҡмарҙың арғы ярынан бергилке яңғырап торҙолар.
Яманташтың иң осонда суҡайып ултырған Зәнзәбилә, эҙләүселәр күреп ҡалмаһындар тип, тиҙерәк тауҙың аҫтындағы сауҡалыҡҡа инеп йәшенде. Яманташҡа менәм дә, Һаҡмарға ташланам да ҡуям, тигән ҡыҙыу уй менән килгән Зәнзәбилә, таш башына менеп аҫҡа күҙ һалғас, туҡталып ҡалды. Яманташтың башынан тирә-яҡ ус төбөндәге кеүек күренеп тора: “Анаааа уралып-уралып, ҡая таштарға һуғыла-һуғыла Һаҡмар аға, уның аръяғында һомғол ҡарағай урманы... Уңғараҡ ҡараһаң, апаһы менән еләк йыйған йәшел болондар, өҫкәрәк баҡһаң, сите-ҡырыйы офоҡтарға барып терәлгән зәп-зәңгәр күк йөҙө, унда берәм-һәрәм йөҙөп йөрөгән ап-аҡ ҡына йомшаҡ болоттар...”
Зәнзәбилә үҙен ошо матурлыҡтың өҫтөнән осоп йөрөгән күбәләктәй хис итте. “Бигерәк матур шул тыуған ауылым – Һынташым, уның тирә-яғы! Ошо гүзәллекте бер ҡасан да күҙҙәрем күреп туймай бит! Ҡартәсәм әйтмешләй, ҡараңғы ер аҫтына ашығырға ярамай, унда бит берәү ҙә аш һалып көтөп тормай. Ожмах ул ошонда – тыуып үҫкән ерҙә, әҙәм балаһының аяҡ аҫтында, ти торғайны мәрхүмкәй”, – тип ҡартәсәһенең һүҙҙәрен иҫләп, ҡыҙыҡай туҡталып ҡалды.
Бер аҙҙан, тауыштар йыраҡлашҡас, Зәнзәбилә таштарға тотоно-тотона Һаҡмар буйына төштө. Оҙаҡ илауҙан шешенеп бөткән битен һалҡын һыу менән сайып алды, ағас ботаҡтарына эләгеп таралып бөткән сәстәрен йыйып үреп ҡуйҙы.
Аҙаҡ яр ситендәге оло аҡ ташҡа ултырып уйға ҡалды. Тымыҡ ҡына аҡҡан йәшкелт һыуҙан уға, аҡ йөҙлө, ҡаҡса буйлы, һарғылт сәсле, ике бите уймаҡлы, күҙ ҡабаҡтары күп илауҙан шешенеп бөткән, моңһоу ғына ҡыҙ ҡарай ине.
Боронғолар юҡҡа әйтмәгәндәр: “Ҡайғың булһа һыуға һал – балыҡ ашар, балыҡ ашамаһа, – ағып китер”, – тип.
Тулҡынланып аҡҡан Һаҡмар, һыуҙа йөҙгән симаҡайҙар, яр буйындағы бөҙрә талдар,әкрен генә иҫкән йылы ел... Барыһы ла ҡыҙыҡайҙың яралы күңеленә дауа булып һеңделәр, ҡыҙыҡай тамам тынысланды һәм уйға ҡалды.
Нишләргә икән һуң? Өйгә ҡайтһам, үгәй атай мине Ҡашҡарҙағы аҡһаҡ ҡартҡа бисәлеккә биреп ебәрәсәк. Үгәй үгәй инде, үҙ атаң түгел. Уға бары тик йортондағы артыҡ тамаҡтан ҡотолорға кәрәк. Күп ашамаҫҡа тырышам да һуң! Барыбер күҙенә төшкән сүп кеүек күренәм шул. Ауыртмаһа ла, өйкәп тик тора шул сүп.
Былтыр апайымды көсләп, илата-илата алыҫ Һултантимер ауылына, бисәһе үлгән иргә биреп ебәргәйне, ә хәҙер минән ҡотолмаҡсы!
Нишләргә икән һуң?! Әллә ҡаҙаҡ далаларына ҡасып китәйем микән? Ҡаҙаҡтар ырыу-ырыу булып, ишле ғаилә менән йәшәйҙәр, ти, малды ла күп тоталар, бала-сағаны ла күп табалар, тип һөйләйҙәр... Ҡаҙаҡ балаларын ҡарап йәки дөйә һауып йөрөрмөн әле шунда. Бәлки, унда яратҡан Сабирйәнде осратырмын. Уның, ҡаҙаҡтарға мал көтөргә тип сығып киткәненә өс йәй үтеп китте. “Барып аҡса эшләйем дә көҙгә ҡайтып һиңә яусы ебәрәм”, – тигәйне, шул китеүҙән ҡайтманы Сабирйән. Хәбәре лә юҡ, үҙе лә юҡ, һыуға батҡан таш кеүек юғалды ҡаҙаҡ далаларында. Уның өләсәһен дә быйыл ҡыш ерләнеләр. Бахыр Хәтимә әбей ҙә шул Сабирйән тип йәшәгәйне ғүмер буйына, хәҙер инде йорт-ҡураһы ябыҡ, ишектәре лә ҡаҙаҡлап ҡуйылған. Зәнзәбиләнән башҡа Сабирйәнде ауылда көтөп торған бер кеше лә ҡалманы.
Куп уйланды Зәнзәбилә, әммә ҡаҙаҡ далаларына китеп ҡотолоуҙан да яҡшыраҡ сара тапманы. Тик, унда барып етергә юлдаштар кәрәк, шунһыҙ булмай. Ишетеүенсә, ҡаҙаҡ далаларына илткән юл Аҡтүш ауылы аша үтә.
Әсәһенең бер туған һеңлеһе Әсмә апай Ғиндулла еҙнәһе менән шул ауылда йәшәп яталар. Улар һөйләүенсә, барлыҡ үткенселәр, Аҡтүштә туҡтап, аттарын ашатып-эсереп, артабан ҡуҙғалалар... Әммә Аҡтүшкә барып етеүе лә яҡын ара түгел, утыҙ саҡрымлап барҙыр, йәйәүләп сыҡһаң, бер-ике көнлөк юл. Ярай, ни булһа ла булар, иртәгә таң тишеге менән ҡуҙғалырға кәрәк, берәй яйы килеп сығыр әле, бәлки, берәй атлы үткенсе лә осрар.
Зәнзәбилә, ниһайәт, үҙенсә хәл итте. Ҡараңғы төшкәс ҡайтып, кәртә башындағы бесән араһына йәшергән төйөнсөгөн алырға ла, иртәгә таң менән юлға сығырға кәрәк.
Ҡыҙыҡай, эңер төшкәнсе Һаҡмар буйында йөрөнө, аҙаҡ кәртә артынан һалынған һуҡмаҡ буйлап ҡайтып, һарай башына үрмәләне. Унда йәй буйы ҡустыһы Йәмил күрше малайы Зәкир менән ҡунаҡлай. Ҡайһы саҡта Зәнзәбилә лә малайҙар янына менеп ята, төнө буйы әкиәттәр һөйләй, табышмаҡтар әйтешәләр, шуға күрә Зәнзәбиләнең төндә яндарына килеп ятыуына малайҙар аптырамай.
Әле лә ике малай йоҡларға ятҡан ине. Зәнзәбиләнең ҡыштырҙауын ишетеп, йоҡо аралаш Йәмил бупылдығы сығып һөйләнеп алды:
– Зәнбей, һинме ул? Ҡайҙа юғалдың, һантый? Көнө буйы әсәйҙәр һине эҙләнеләр! Әллә батып үлдеме икән тип, Һаҡмарҙағы ятыуға ла сумып бөттөләр!
Зәнзәбилә, бер нимә лә өндәшмәй, ҡустыһының эргәһенә, йылы юрған аҫтына сумды. Көнө буйы йөрөп талсыҡҡан тәне юрған аҫтында йылынып, иҙрәп китте, оҙаҡламай ҡыҙыҡай ҡустыһына арҡаһын терәп, тәрән йоҡоға талған ине.
Таң менән Зәнзәбилә әсәһенең тауышына уянып китте. Гөлғәйшә апай ялан кәртәлә һамаҡлап илай-илай ала һыйырын һауа ине:
– Һәүкәш, ал аяғыңды, ал! Хәҙер әҙерәк еленеңде эйелдерәм дә, ҡалған һөтөң быҙауыңа булыр. Иң ҡуйыһы, иң тәмлеһе ҡалыр быҙауыңа. Ана шулай! Бала-сағаны этләнеп табып, елек майын һурып биргәндәй ҡарап үҫтерәбеҙ ҙә, аҙаҡ беҙгә әрем һыуын эсерәләр генә. Ана, аталары ярман һуғышына китте лә олаҡты... Егерме бер йәшемдә генә ике бәп-бәләкәй бала менән тол ҡалдым. Аслыҡта ла, юҡлыҡта ла шул икәүҙе ҡарап, асҡа үлтермәйем, кәм-хур итмәйем тип йәшәнем инде.
Артымдан яҡлаусым, һаҡлаусым булһа, икенсе иргә лә сыҡмаҫ инем. Ирһеҙ ҡатынға яңғыҙ донъя көтөүе рәхәтме ни! Етем башмаҡтарҙың ауыҙы һөткә туйһа, күттәре һикерә башлай, ти торғайны әсәм. Ана, Гөлзинәһе ирле булғас ни, хәҙер артынан тыны ла сыҡмай. Зәнзәбиләһе, көсләп ҡарт иргә бирәһегеҙ, тип сығып ҡасты. Етем башмаҡтар, ҡоромағыр! Зәнбей бигерәк ғәрсел, атаһына оҡшап йә һыуға батып, йә берәй ботаҡҡа эленеп ҡуймаһын! Тәүбә, тәүбә! Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы шул инде, бер ҡаршын буй үҫтергәс тә ир ҡуйынына инеү, бала табыу, донъя күтен һөртөү. Тағы нисек йәшәргә була һуң? Ике етем эйәрсенем булғас, туҡмалһам да, әрләнһәм дә, иргә ярайым тип йәшәйем инде. Эй, Аллам, түҙемлек бир үҙемә!
Шул саҡ ялан кәртәгә үгәй атаһы килеп инде шикелле, уның ризаһыҙ тауышы ишетелде:
– Нимә бупылдығы сығаһың анда? Таң тишегенән һыйырыңа ғәйбәт һөйләйһеңме әллә! Тиҙерәк бул, көтөү ҡуҙғала хәҙер!
Биргадирға әйтәм дә, тағы Яманташ яғына сығып эҙләрбеҙ теге шайтан ҡыҙын. Бәлки, берәй ботаҡта эленеп торалыр! Ҡыҙҙарың шыпа үҙеңә оҡшамаған! Тиҫкәре, ғәрсел, эре ҡыланалар. Хан ҡыҙҙары кеүек тоталар үҙҙәрен, йолҡоштар!
– Ярай, атаһы! Һин әтү малдарҙы көтөүгә ҡыуып кил, мин тиҙ генә сәй әтмәләйем, малайҙарҙы ла уятырмын. Сәй эскәс тә сығып китербеҙ.
Зәнзәбилә һарай тишегенән генә әсәһе менән үгәй атаһын күҙәтте. Әсәһе бер күнәк һөттө ситкәрәк алып ҡуйҙы ла быҙауҙы һыйырға ҡушты. Бәләкәй быҙау тайшаңлап килеп һыйырҙын елененә йәбеште лә шап-шоп иттереп һура ла башланы. Нимәлер көйшәп торған ала һыйыр, ялҡау ғына башын бороп, быҙауға күҙ һалды ла аҙаҡ күҙҙәрен йомоп көйшәүен дауам итте.
Әсәһе күнәктәге һөтөн аласыҡҡа илтеп ҡуйҙы, самауырына ҡаҙан аҫтынан тере ҡуҙ өҫтәне. Зәнзәбилә һарай башынан нисек күренмәйенсә генә төшөп ҡасырға тип баш ватты.
Түмәр өҫтөндә тәмәке тартып ултырған үгәй атаһы ашыҡмай ғына һыйыр артынан һарай яғына атланы, юл ыңғайында һәнәк алып, малайҙар ятҡан һарай түбәһенә бер нисә ҡабат тондороп алды:
– Йәмил, тороғоҙ! Сәй эсәбеҙ ҙә китәбеҙ! Йәмил, тор тийем! Ҡустыңды ла уят! Тиҙерәк тор, йәнеңде алам хәҙер!
“Гөмп, гөмп” итеп һуҡҡан һәнәк тауышына ҡурҡып уянып киткән Йәмил йоҡо аралаш бер нимә лә аңламай тороп ултырҙы. Аҙаҡ, атаһының аҡырған тауышын ишетеп, ҡурҡышынан һарай башынан һикереп төштө:
– Торҙом, атай! Ҡайҙа барабыҙ ул таң менән?
– Атаң башына барабыҙ! Бар, ҡустыңды ла уят, әҙер тороғоҙ! Яманташ яғына Зәнбейҙе эҙләргә!
– Нишләп эҙләргә! Ул бит мында, һарай башында ята!
Зәнзәбилә, ҡурҡышынан ҡайҙа ҡасырға белмәй, иң төпкә өйөлгән бесән аҫтына сумды.
– Ҡайҙа тиһең?
Атаһының уҫал холҡон белгән Йәмил телен тешләрҙәй булды. Их, яңылыш әйтте бит апаһын, яңылыш.
Малай ишетелер-ишетелмәҫ кенә яңынан ҡабатланы:
– Һа-һарай ба-башында...
Фәтих йән-фарман һарай башына килеп менде. Аҡырышҡан тауышҡа ҡурҡып уянған күрше малайы Зәкир юрған аҫына сумды. Фәтих башта йоҡларға тип өйөлгән ҡаралтыны алып олаҡтырҙы, аҙаҡ Зәкиргә аҡырҙы:
– Ҡайҙа, Зәнбей?
Ҡурҡышынан Зәкир бармағы менән бесән араһына төртөп күрһәтте. Фәтих ҡулындағы һәнәге менән өйөлгән бесәнде алып ырғыта башланы:
– Зәнбей, сыҡ, сәнсеп үлтерәм! Сыҡ! Был юлы ҡасып ҡотола алмаҫһың!
Зәнзәбилә бесән өйөмө аҫтынан башын күтәрҙе.
– Ә-ә-ә, һин мындамы, етем башмаҡ?! Һине көткәнсе, мин эт көтәм. Файҙаһы күберәк булыр.
Фәтих ҡыҙҙы һарай эсенә тибеп төшөрҙө лә, һыйыр ҡыуырға тип һарай мөйөшөнә ҡыҫтырып ҡуйған сыбыртҡыһын алып, Зәнзәбиләне яра башланы. Ҡыҙыҡай тешен ҡыҫып, бер тауыш та сығармаҫҡа тырышты. Уның һайын Фәтих сығырынан сыҡты.
– Атай, туҡмама апайымды! Ул бит үҙе ҡайтты! Туҡмама! – Йәмил илай-илай атаһының ҡулына килеп йәбеште.
– Кит мынан, һиңә лә эләгер! – Фәтих Йәмилде йыға һуҡты ла Зәнзәбиләне ярыуын дауам итте.
– Ила, эт балаһы, ила тим! Бүре кеүек ҡарап ятаһың, йәнеңде алам хәҙер! Ила!
Гөлғәйшә иренә һүҙ әйтергә ҡурҡып, илай-илай малдарын ихатанан көтөүгә алып сығып китте. Зәкир һарай башынан һикереп төшөп, үҙ йорттары яғына сапты. Күп тә үтмәй, Зәкиргә эйәреп, уның атаһы Фазылйән менән күршеләре Хисаметдин ағай ихатаға йүгереп килеп инделәр.
– Туҡта, Фәтих, нишләп ҡыҙ баланы яраһың, туҡта!
Ирҙәр Фәтихте ике яғынан ҡаймап тотоп алдылар.
– Нишләйһең һин,үлтерәһең бит баланы! – тип сыбыртҡыһын тартып алып кесерткән араһына атып бәрҙе Фазылйән.
– Эт балаһы, бер тауыш сығармай,хатта иламай ҙа! Кисә көнө буйы эҙләнек. Ә ул һарай башында ҡасып ятҡан.
Хисаметдин махорка төрөп Фәтихтең ауыҙына ҡаптырҙы:
– Ҡорлаш, ҡыҙма! Һин ярман һуғышынан кантужный булып ҡайттың бит. Шуға ҡыҙып китәһең. Ҡыҙһаң, үҙеңде үҙең белмәйһең. Зәнзәбиләгә асыуланма, ул атаһы мәрхүмгә оҡшаған. Сөләймән ағай ҙа бик түҙемле, сабыр, дөрөҫлөк яратҡан, тура һүҙле кеше булды, туҡмалһа туҡмала, барыбер һүҙен бирмәй торғайны. Йәлке, һуғыштан ҡайтманы шул.
– Беләм, беләм, эт тиҫкәреһе әҙәм ине. Мин алам тип йөрөгән Гөлғәйшәне һалдырып алды ла тиҙерәк яусы ебәрҙе, минең тормошто ваҡытында боҙғайны, үҙе һуғышта дөмөктө! Бисәһе лә, донъяһы ла, хатта баллары ла миңә ҡалды.
– Ҡуй, улай тимә, күрше. Кемден маңлайына ни яҙылған, шуны күрә инде. Бик яҡшы кеше булды Сөләймән ағай!
– Ҡулдары ла алтын булды! Ата-әсәһенән ҡалған иҫке йортто һүтеп, яңы йорт та һалып ҡуйҙы, тик рәхәтен генә күрмәне, бахыр, һуғыш башланды, – тип яҡларға тырышты күршеһен Фазылйән.
Ирҙәр тәмәке тартҡан арала, Зәнзәбилә саҡ-саҡ атлап аласыҡҡа үтте. Уның бөтә тәне янып килә, ҡыҙыллы-зәңгәрле сыбыртҡы эҙҙәре әрнеп һыҙлай ине. Зәнзәбилә күнәктән бер сүмес һыу алып эсте лә иҫке сүгәтәлә һыйыр имсәгенә һөртә торған майҙы алып, яраһына һөртә башланы. Тәненә ҡул да тейгеҙеп булмай әрнеп һыҙлай, яраға ҡағылған һайын күҙҙәренән әсе йәштәр ҡойола. Әммә ул йәштәр тән яраһынан түгел, күңел яраһынан аҡҡан әрнеү йәштәре ине.
Бер аҙнанан яра эҙҙәре ҡутырланы, тәрән булмаған яраларынан ҡутырҙары ҡойолоп, яңы йәш тире үрә башланы. “Тән яраһы төҙәлер ул, тик күңел яраһына мәңге ит үрмәҫ!” – тип һыҡтап үткәрҙе төндәрен ҡыҙыҡай.
Зәнзәбиләне тиҙерәк кейәүгә биреү теләге ваҡытлыса кисектерелде. Сөнки алда бергилке йәйге эштәр көтә ине: бесән әҙерләү, утын ҡырҡыу, утынды ташып алыу, ярыу, өйөү... Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ.
Фәтихтең үҙ улдары бәләкәй булғас, барлыҡ көс эшен Зәнзәбилә менән ҡатыны Гөлғәйшә башҡара.
Көс эштәре бөтөү менән, Зәнзәбилә өй эштәренә тотондо. Башта оло бысаҡ менән һап-һары итеп бүрәнәләрҙе ҡырып, эске яҡтан өйҙө йыуып сыҡты. Эҫе торғанда юрған-яҫтыҡтарҙы Һаҡмарға төшөрөп йыуып киптерҙе. Ҡустыһы Йәмил менән арыуыҡ еләк, муйыл да йыйып киптерҙеләр. Шулай итеп, йәй үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.
Бер көн шулай Зәнзәбилә әхирәте Таңсулпан менән еҙ һауыт-һабаны ҡом менән йышырға тип Һаҡмар йылғаһына төштөләр. Таңсулпандың әсәһе Нәғимә инәйҙе ауылдың беренсе ғәйбәтсеһе, тип йөрөтәләр. Уның белмәгән, ишетмәгән нәмәһе юҡ. “Ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә ишетә Нәғимә”, – тиҙәр уның тураһында күрше-күлән.
Тансулпан да әсәһенән ҡалышмай, уның ауыҙынан сыҡҡан ғәйбәтте унан алдараҡ таратырға тырыша. Был юлы ла, ауыҙын күпертеп, тәмләп-тәмләп һүҙен башланы:
– Зәнзәбилә, беләһеңме икән, һине бит Ҡашҡар ауылындағы Мәһәҙей тигән ҡартҡа кейәүгә бирәсәктәр. Ул ҡарт ярман һуғышынан ғәрип булып ҡайтҡан, ти! Өс улы бар, әбейе ике йыл элек үлеп киткән. Ямаҡай ғына, ҡап-ҡара, аҫҡаҡ ҡарт, ти инде. Уҙе, ғәләмәт уҫал икән. Малайҙарын сыбыртҡылап ҡына тота, ти. Уй-буй, ул ҡартҡа эләкһәң, ништәрһең икән, Зәнзәбиләкәйем?
– Уф, ишеттем инде ул ҡарт тураһында. Инде йәй башынан үгәй атай башымды ашарға уйлай бит инде. Үҙ атабыҙҙың йортона һыйманыҡ ғүмер буйы. Гел артыҡ тамаҡ булдыҡ. Гөлзинә апайымдан былтыр ҡотолғайны,быйыл минең сират етте. Нишләргә?.. Әллә ҡаҙаҡ далаларына сығып олағайым микән?..
– Аһ, аһ, Зәнбей, унда нишләйһең япа-яңғыҙ?
– Ҡаҙаҡ балаларын ҡарармын, улар баланы күп таба тиҙәр, һәр ғаиләлә тиҫтәләгән бала була икән, дала буйлап гел күсенеп йөрөйҙәр. Йәки булмаһа дөйә һауырмын... Уларҙың дөйәләре күп, ти Әсмә апайым. Аҡтүш ауылы аша ҡаҙаҡтар йөрөй, ҡай саҡ туҡтап, ҡунып та китәләр. Ҡаҙаҡтар башҡорт ҡыҙҙарын аҫрауға алырға, бала ҡаратырға бик яраталар, ти апайым.
– Кит инде, әхирәт! Белмәгән-күрмәгән ҡаҙаҡтарҙы уйлап ултырғансы, кейәүгә сыҡ та ҡуй шул Ҡашҡарҙағы ҡартҡа.
– Йәш ҡуйынында ҡамсы булһа, ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, ти әсәм! Йорто, малы бар, ас тотмаҫ, моғайын.
– Әле генә үҙең яма-а-аҡ, ҡурҡыны-ы-ыс тип һөйләнең дә ул ҡартты, хәҙер киренән мине димләй башланың.
– Зәнбей, һине уйлайым. Ҡаҙаҡтарға сығып китерһең дә кире ҡайтмаҫһың тип ҡурҡам. Ана, Сабирйән дә сығып китте лә ҡаҙаҡ далаларына мал көтәм тип, кире ҡайтманы бит. Уны Яманһаҙ ауылынан берәү күргән, ти әле. Бер бай ҡаҙаҡ үҙенең ҡыҙына кейәү иткән, ти. Хәҙер ул мөлкөлдәп торған йылтыр ҡара атта ғына матур, сигелгән кәҙәкейҙәр, күн ситектәр, төлкө бүректәр генә кейеп йөрөй икән. Ике көтөү малы бар, ти. Нишләп ҡайтһын инде хәҙер мында. Етем, ярлы Сабирйәндән бай кейәүенә әйләнгәс инде.
– Таңсулпан, мин дә берәй бай ҡаҙаҡҡа кейәүгә сығып, бай бисәһе булып ҡайтырмын, бәлки.
– Эйе, ҡайттың ти ҡайтмай! Ҡайтһа, ана, Сабирйән ҡайтыр ине әле – ир кеше. Һин ҡаҙаҡтан ун бала табып, балларыңдың бетен сүпләп, дала буйлап күсенеп йөрөрһөң. Үҙебеҙҙең урмандарҙы, Яманташты, Һаҡмарҙы зар һағынып, һарғайып ятырһың ҡола далала. Ҡашҡар, исмаһам, яп-яҡын, тау артында ғына, туранан бер биш саҡрым! Ҡайттың-киттең!
Әхирәте менән был һөйләшеү Зәнзәбиләне тәрән уйға һалды. Нишләргә икән? Ысынлап та, берәй ҡаҙаҡ икенсе йәки өсөнсө бисәлеккә алып, ун бала таптырһа, башың мәңге ҡаҙаҡ далаларында ятып ҡалыр... Эҙләүсе лә, яҡлаусы ла булмаҫ. Ысынлап та, Сабирйән бай ҡаҙаҡ ҡыҙына өйләнгән микән ни? Байлыҡҡа ҡыҙыҡты микән? Юҡ, буштыр был һүҙ! Сабирйән өләсәһен һис тә ташламаҫ ине, берәй мәлен табып алып китер ине ул.
Күп уйлауҙан Зәнзәбиләнең башы тамам ҡатты. Асыҡтан-асыҡ кәңәшләшергә, сер сисерлек бер яҡын кешеһе лә юҡ шул.
Шуға күрә ул Гөлзинә апаһына барып, уның тормошон күреп, уның менән кәңәшләшеп ҡайтырға булды. Тик яңғыҙын апаһына ҡунаҡҡа ебәрһендәр өсөн сәбәп табырға кәрәк. Иң беренсе әсәһен үҙ яғына ауҙарырға тейеш. Шулай бер кис әсәһе менән һарыҡ йөндәрен тетеп-сиратлап ултырғанда, Зәнзәбилә әкрен генә һүҙ башланы:
– Әсәй, теге Ҡашҡарҙағы ҡарт менән бата уҡытҡансы мин Һултантимергә Гөлзинә апайыма барып киләйемсе. Йылдан ашыу күрешкәнебеҙ юҡ, нихәл икән, һағынып та киттем.
– Аһ-аһ, ҡарт тисе. Мәһәҙей ниндәй ҡарт булһын!
– Әсәй, ул ярман һуғышынан яраланып ҡайтҡас, атайым йәки үгәй ағайым йәшендә инде! Йәш буламы ни?
– Һайланып ултырған буласы, мәхлүк. Алыусы булғанда барып ҡал. Ҡарт ҡыҙға әйләнеп бараһың әтеү.
– Әсәй, миңә егерме йәш кенә тула бит әле!
– Мине атаң ун етелә алды! Ун һигеҙҙә – апаң тыуҙы, егермелә һине таптым. Һинең йәштә ике балам бар ине. Ана, ир елкәһенә барып ултырығыҙ ҙа ир елкәһен ашағыҙ! Фәтих менән беҙгә тағы ике ҡустыңды күтәрергә кәрәк әле.
– Әсәй, мин бит кейәүгә сыҡмайым тимәнем. Апайымды күреп ҡайтайымсы, тинем. Апайымды ныҡ һағындым...
– Гөлзинә апаң кейәүгә китте лә онотто беҙҙе. Бер көн Нәғимә инәң һөйләп китте, кемдер Һултантимергә барғанда күргән апаңды... ауырлы ти. Эсе күбеп, балаһын табырға күп ҡалмаған ти, шикелле. Барһаң барып кил, балаһын тапҡансы күреп ҡайт.
Бала саҡтан әсәһенең йылмайып, ҡыҙҙарын һөйөп-яратып ултырғаны иҫләмәй Зәнзәбилә, улар менән һәр саҡ үҙен уҫал тотто, ҡоро ғына һөйләште. Шуға күрә әсәһенең ризалашыуы уның өсөн ҙур бәхет ине.
Киске аш табынына әсәһе ҙур ағас табаҡ менән ыумас, бәләкәйерәк һауытта әсе ҡатыҡ килтереп ҡуйҙы. Үгәй атаһы ағас ҡалаҡҡа тултырып әсе ҡатыҡ алды ла ыумасҡа бутап, ашыҡмай ғына ашарға кереште. Йәмил, иң бәләкәй Фәнил, Зәнзәбилә, хатта әсәһе лә башта тамшана-тамшана уны күҙәттеләр. Иң беренсе аҙыҡты өй хужаһы тәмләй, унан һуң ғына башҡаларға аҙыҡҡа үрелергә рөхсәт бирелә.
Был йортта күптән шулай тәртип урынлаштырылған, уны берәү ҙә боҙмай. Ҡай саҡ Фәтихкә аҙыҡ оҡшамаһа, ул табаҡты әйләндерә һуғып ҡуя. Ул саҡта әсәләре илай-илай тиҙ генә иренә икенсе нәмә йүнәтә, балалар инде ашъяулыҡҡа түгелгән аҙыҡты ағас ҡалаҡ менән тырнап ашап ҡуялар. Бөгөн ыумас өй хужаһына оҡшаны, уның кәйефе лә яҡшы күренә. Гөлғәйшә лә ошонан файҙаланып ҡалырға булды, тауышын булған тиклем йомшартып, телдәрен сөсәйтеп һүҙ башланы:
– Атаһы, беҙ Зәнзәбилә менән барлыҡ йорт эштәрен тамамланыҡ. Һарыҡ йөнө лә арыуыҡ булды быйыл. Алла бирһә, бейәләй-башалтайҙарҙы күп бәйләрбеҙ. Йәмилгә яңы быйма баҫтырырбыҙ, аяҡтары тиҙ үҫә был малайҙың. Йөн ней, бәлки, һатыуға ла ҡалыр әле.
Ире өндәшмәй генә ашауын белде.
– Бәлки, әҙерәген кәзә мамығына алыштырып булыр, анау Һултантимерҙәге Сәлихә апай кәзәне күп тота, ҡай саҡ алыштыра тиҙәр һарыҡ йөнөнә. Алыштырһа, кәзә мамығынан түңәрәтеп кенә шәл бәйләр инем үҙемә, әсәйемдән ҡалған шәлем бигерәк теткеләнеп бөттө шул. Ҡыш хатта башҡа үтәнән-үтә ел һуғып тора.
Ире һаман бер өн дә сығармағас, Гөлғәйшә ныҡышып һүҙен дауам итте:
– Атаһы, әллә Зәнзәбилә Һултантимергә Гөлзинәләргә барып ҡайтһынмы? Нәғимә апай кемдәндер ишеткән, Гөлзинә йөклө ти, балаһын ана табам, мына табам тип йөрөй ти. Бер юлы Сәлихәгә инеп, кәзә мамығы ла белешеп сығыр ине, исмаһам.
Фәтих ыумасын ашап бөтөп, ашыҡмай ғына ағас ҡалағын эстән, тыштан яланы ла ашъяулыҡҡа ҡуйҙы. Шунан мыҫҡыллы ҡарашын бисәһенә төбәп, һүҙен башланы:
– Аһ, аһ, Гөлзинә тигән ҡыҙың да бармы ни һинең? Һе, һе, кейәүгә сығып, ирле булып киткәйне, онотто, шикелле, һине лә, һеңлеһен дә. Бигерәк ҡупырайып китте. Кәрәкме ни һеҙ уға? Быныһы ла ир ҡуйынына сумһа, онотор әле ҡайһы тишектән сыҡҡанын. Ҡыҙҙарыңда һинең бер тамсы ҡаның да юҡ шикелле, Гөлғәйшә. Һин ғүмер буйы ипле, тыңлаусан, ҡурҡаҡ булдың. Хатта мине өҙөлөп яратһаң да, Сөләймән яусы ебәргәс, унан баш тартырға атаң-әсәңдән ҡурҡтың бит. Шулаймы? Мин өс йыл төндәр буйы ошо йорттоң тәҙрәһенән-тәҙрәһенә ҡарап йөрөнөм. Һин ҡысҡырып илаһаң, бәлки, Сөләймән һиңә теймәҫ тип уйланым, йә һин унан сығып ҡасырһың тип уйланым. Әммә һин уға күнектең, түҙеп кенә йәшәнең! Мине өҙөлөп яратҡаныңды аңлай инем, әгәр алдыңа сығып баҫһам, муйыныма һарылыр инең дә, бер ҡайҙа ла ебәрмәҫ инең мине. Шулаймы? Үҙеңдән үҙең ҡурҡып йөрөнөң, урамда мине күреп ҡалһаң, әллә ҡайҙан уҡ боролоп китә инең. Иреңдән ҡурҡып йәшәнең инде. Шулай бит? Аллаһа Тәғәлә бар шул. Миңә яҙғанды берәү ҙә тартып ала алмай. Бел шуны. Барыбер миңә сыҡтың. Минеке булдың, Гөлғәйшә. Ә был ике кәнтәйең һиңә шыпа оҡшамағандар! Икеһе лә үҙ һүҙле, тиҫкәре, буҙ күҙле, һарыбаштар – Сөләймән тоҡомдары!
Дауамы бар.