

* * *
Шулай итеп өс йыл ваҡыт үтеп китте. Зәнзәбилә, яҙмышы биргән тормошона күнегеп, был йортта тороп ҡалды. Әбдерәхмән менән Хөсәйен дә Зәнзәбиләгә өйрәнделәр. Әллә үҙе етем үҫкәнгә, иркәләү-һөйөү күрмәгәнгә, әллә Мәһәҙейҙең талапсанлығына эйәреп, Зәнзәбилә лә малайҙарға ҡырыҫыраҡ булды, күберәк уларға эш ҡушып, эштәрен еренә еткереп үтәүҙәрен тикшереп кенә торҙо.
Кистәрен Зәнзәбилә мәктәп иҙәндәрен йыуырға йөрөнө, мәктәп юл аша ғына булғас бер ҡыйынлығы ла юҡ ине. Уға мәктәпкә йөрөүе бик оҡшай. Сөнки бер үҙе генә ҡалғанда, күңеленең төбөнә, бик алыҫҡа йәшереп ҡуйған, бала саҡтағы алсаҡ, шаян, йырсы Зәнзәбиләгә әйләнә лә ҡуя ул. Мәктәптә бер үҙе рәхәтләнеп иҙән йыуа, ҡысҡырып йырлап та ала, бер кем ҡамасауламай.
Шулай бер көн иҙән йыуырға килде лә йырлай-йырлай эше менән булашты:
Һары сәсем, һары сәсем
Көслө елгә тарала.
Бер бәхеттә эләкмәне
Ошо етем балаға!
Сәстәремде мин йыярмын,
Толом итеп үрәрмен.
Насип итһә ғүмеркәйем,
Берәй бәхет күрәрмен!
Зәнзәбилә йыр артынан йыр һуҙҙы. Уның бала саҡтан йырҙарҙы уйлап сығарыу һәләте бар ине.
Һары ла ғына сәсем ел туҙҙыра
Менгән саҡта Яманташҡайға...
Һары ла ғына сәсем,
Эй, ел туҙҙыра менгән саҡта Яманташкайға.
Ғазаптарым ошо кәүҙәм менән
Ағып ҡына китһен Һаҡмарға!
Ғазаптарым ошо кәүҙәм менән
Ағып ҡына китһен Һаҡмарға!
Бәйләне лә мине ат ялына
Сыбыртҡылап ҡыуҙы ғазраил...
Бәйләне лә мине, эй, ат ялына
Эй, сыбыртҡылап ҡыуҙы ғазраил!
Үгәй атай ҡул аҫтында йәшәү
Тамуҡ булып иҫтә ҡалғандыр!
Үгәй атай ҡул аҫтында йәшәү
Тамуҡ булып иҫтә ҡалғандыр!
Ялан тәпәй үткән саҡта юлды
Үксәләрҙе ҡырҡты ҡырсынташ
Ялан тәпәй үткән саҡта юлды
Үксәләрҙе ҡырҡты ҡырсынташ!
Тән яраһы китер төҙәлеп тә,
Йән яраһы әрней, уңалмаҫ.
Тән яраһы китер төҙәлеп тә
Йән яраһы әрней, уңалмаҫ!
Зәнзәбиләнең һуҙып, өҙөлөп-өҙөлөп йырлауын күрше бүлмәлә һуңға ҡалып дәфтәрҙәр тикшереп ултырған уҡытыусы Фәриҙә Харисовна илай-илай тыңлап ултырҙы. Аҙаҡ түҙмәне, сығып Зәнзәбиләне ҡосаҡлап алды ла һулҡылдай-һулҡылдай илауын дауам итте. Зәнзәбилә башта, оялып китте нишләп уҡытыусы апай илай икән, тип. Аҙаҡ уҡытыусы апайҙы йәлләп, ул да илай башланы. Ике ҡатын мәктәптә оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар, уларҙың яҙмыштары бер иш икән: Зәнзәбилә әсәһенең эргәһендә үгәй атайҙан туҡмалып үҫһә, Фәриҙә үкһеҙ етем булып, балалар йортонда тәрбиәләнгән, тормоштоң әсеһен бик күп йотҡан ҡатын ине.
– Зәнзәбилә, ауылыңа, әниеңә ҡайтҡаның бармы соң? – тип һораны ул.
– Юҡ, барғаным юҡ!
– Ниңә бармайсың? Әниең көтәлер бит!
Зәнзәбилә тамағына килеп ултырған төйөндө саҡ-саҡ йотоп ебәрҙе лә бышылдап ҡына яуап бирҙе:
– Апай, мин уларға кәрәкмәйем бит.
– Зәнзәбилә, минем тормошомда бер кемем дә юҡ. Мине нәни килеш балалар йортоноң ишеге ҡырына ҡуйып киткәнләр, әммә мин һаман да берәр яҡыным мине килеп тапса иде тигән өмөт белән йәшимен. Миңә инде 35 йәш, берәү дә әле килеп тапманы. Ә синең әниең күрше ауылда ғына йәши, бар да күр! Нәфрәт йөрөтмә йөрәгеңдә, кичер барысын да. Бар әниеңә, ул сине көтәлер...
– Ярай, апай, барырмын.
– Зәнзәбилә, мындай үҙәккә үтерлек йырларны син ҡаян өйрәндең?
– Апай, мин үҙем уйлап сығарам да йырлайым...
– Зәнзәбилә, син бик чибәрсең, бик талантлы, ничек түзеп йәшисең соң бу оло абый белән мында?
– Апай, башта мин малайҙарҙы йәлләнем, етем балалар бит, аҙаҡ өйрәнеп киттем. Былай Мәһәҙей тыштан уҫал күренһә лә, бик йомшаҡ күңелле, яҡшы кеше.
Ошо һөйләшеүҙән һуң айға яҡын ваҡыт үткәс, Зәнзәбилә Һынташҡа барып ҡайтырға булды. Мәһәҙей ҙә бер һүҙһеҙ ризалашты, хатта ултырып барырға атлы юлдаш та тапты.
Бына Кәрһе туғайы, тиҙҙән Һаҡмар. Зәнзәбилә тулҡынланыуынан арбала ултырып сыҙаманы, төшөп ҡалды ла ҡалған юлды йәйәүләп, Һаҡмарҙы кисеп үтергә булды. “Ана ул Һынташым, тегендәрәк Яманташым! Ҡалай һағындырған!”
Зәнзәбилә ойоҡтарын сисеп, аяҡтарын һыуға тыҡты.
“Эй, Һаҡмарым, һағындым һине.
Симаҡайҙар. ҡалай күбәйгәнһегеҙ ул, әллә һеҙҙе һөҙөүселәр ҙә юҡ инде? Һыу төбөндәге аҡ таштар. ҡалай матур йылтырап ята...” Зәнзәбилә һоҡлана-һоҡлана йылғаны кисеп сыҡты.
– Зәнзәбилә! Зәнбей!
Икенсе яҡ ярға аяҡ баҫҡан Зәнзәбилә аптырап тауыш килгән яҡҡа боролдо. Талдар төбөндә ҡармаҡ тотҡан сал сәсле ир баҫып тора ине.
– Зәнзәбилә, танымайһыңмы ни?
Ҡыҙ текләберәк ҡараны. Таныш ҡара күҙҙәр, туры танау, тик нимәһелер үҙгәргән... Әәә сәстәре ағарған!
–Зәнбей, был бит мин – Сабирйән!
– Сабирйән?!
Егет һыу кисеп ҡыҙҙың янына яҡынайҙы.
– Аһ, аһ Сабирйән, күҙгә күренәһеңме тип торамсы. Һин ҡаҙаҡтарҙан ҡайттыңмы ни?
– Эйе, мин былтыр уҡ ҡайттым.
Аптыраған Зәнзәбилә һүҙен дауам итте:
– Һин юғалғас ни, ҡайғыһын күтәрә алмай оләсәйең дә үлеп ҡалды...
– Шулай шул, Зәнзәбилә. Мине ҡаҙаҡтар Каспый тигән яҡҡа мал ҡыуырға ебәрҙеләр, унда ҡасҡын баҫмастар ҡулына эләгеп, әсирлектә йөрөнөм. – Егет бер аҙға туҡтап ҡалды ла тағы һүҙен дауам итте. – Таңсулпан һине, Ҡашҡарға бер ҡартҡа кейәүгә сығып китте, тип һөйләне...
– Эйе, Таңсулпан әхирәт дөрөҫ әйткән. Сыҡтым бер тайшаңлап йөрөгән ҡартҡа.
Зәнзәбилә лә, егет тә бер-береһенә ҡарап тымып ҡалдылар. Бер аҙҙан Зәнзәбилә аяғына калушын эләктерҙе лә:
– Ярай, һау бул, Сабирйән, – тип юлын дауам итергә булды. Әммә Сабирйән уның юлына ҡаршы төштө:
– Туҡта, Зәнзәбилә, туҡта әле.
Ҡыҙыҡай туҡтап ҡалды.
– Зәнзәбилә, һин бер ҙә үҙгәрмәгәнһең! Шул көйө. Ҡайҙа булһам да гел һине уйланым, Һынташты ныҡ һағындым. – Сабирйән бармаҡ остары менән ҡыҙҙың һары сәстәренән һыйпап алды.
Зәнзәбилә артҡараҡ сигенеп ҡуйҙы.
– Минең хәҙер хәләл ирем бар бит.
– Зәнбей, һин уны яратып сыҡтыңмы ни? Таңсулпан әйткәйне инде, үҙе ризалашып сыҡты, тип. Барыбер ышанғым килмәй.
Зәнзәбиләнең күҙҙәренә йәштәр тулды, әммә ул күҙ йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн башын түбәнерәк эйҙе.
– Зәнзәбилә, һин мине шулай тиҙ оноттоңмо ни? Мин бит ҡаҙаҡтарға барып аҡса эшләп ҡайтҡас, һиңә яусы ебәрәм тигәйнем.
Ҡыҙ ҡапыл башын юғары күтәрҙе, уның бит остарынан эре йәштәр тәгәрәште:
– Сабирйән! Таңсулпан әйткәс, бик дөрөҫтөр инде. Ул һиңә һөйләмәнеме ни? Мин Ҡашҡар ауылына барып, әбейе үлгән өс балалы ҡартты эҙләп табып, башымды юғалтҡансы ғашиҡ булып, кейәүгә сыҡтым да ҡуйҙым. Дөп-дөрөҫ! –Зәнзәбилә егетте урап үтте лә артабан атланы.
– Туҡта, туҡта инде, Зәнбей! – Егет ҡыҙҙың ҡулынан тотоп алды. – Ҡыҙма! Мин һинең алдыңда ныҡ ғәйепле. Ваҡытында ҡайтып етмәнем шул. Шуның арҡаһында донъяла иң яҡын ике кешемде лә юғалттым. Һине лә, өләсәйемде лә. Ҡайтҡас та Ҡашҡарға һине барып күргем килде. Шунан Гөлғәйшә апайҙы осраттым ҡоҙоҡ янында. Ул да һине, ире менән бик яҡшы йәшәп ята, тип һөйләне, шуға йөрөмәнем инде.
Зәнзәбилә өндәшмәне.
– Зәнбей, мин Силәбегә йыйынам. Заводҡа эшкә. Әйҙә бергә китәйек.
Зәнзәбилә өндәшмәй тора бирҙе.
– Мин ҡоллоҡта Силәбенән бер урыҫ егете менән бергә булдым. Ул хәҙер заводта эшләй, мине лә янына саҡырҙы. Дәкүмиттәрҙе йыйып бөттөм. Әйҙә бергәләп сығып китәйек. – Сабирйән ныҡышыуын дауам итте.
– Белмәйем, Сабирйән! Мин бит никахлы хәҙер.
– Риза булһаң, мин һине алам да китәм.
Ҡапыл Зәнзәбиләнең башы әйләнеп, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Ул үләнгә сүгәләне.
– Зәнзәбилә, нимә булды? – Егет тә уның эргәһенә үләнгә ултырҙы.
– Башым әйләнеп киттесе. Әҙерәк хәл алайым әле.
– Әллә, сирләйһеңме? Һин бит Яманташ башына менеп, кәзә кеүек таштан-ташҡа һикереп, сабып йөрөгән кеше.
Сабирйән ҡыҙҙың ҡулдарына ҡағылды.
– Юҡ, сирләмәйемсе. Хәҙер үтеп китә ул. Һуңғы ваҡытта ниңәлер башым әйләнә.
– Нисә көнгә килдең,Зәнбей?
– Белмәйем. Иртәгә ҡайтып китермен ул.
– Аһ, аһ, әҙерәк әсәйеңде ҡарап тормайһыңмы ни?
– Әсәйемә нимә булған? – Зәнзәбилә аптырап китте.
– Белмәйһеңме ни? Гөлғәйшә апай ҡыштан бирле аяғын һындырып ята бит. Апайыңды, Гөлзинәне, алыштырырға килгәнһең, тип уйлағайным.
– Юҡсы! Гөлзинә апайым да мындамы ней? – Зәнзәбилә урынынан ҡуҙғалды.
– Туҡта, ашыҡма, Зәнзәбилә, өлгөрөрһөң! Шунан, бергә китәбеҙме?
– Сабирйән, башта әсәйемдең хәлен беләйем әле, йәме. Унан һуң мин Ҡашҡарға ҡайтып Мәһәҙейҙән һорап китермен, малайҙары үҫте, бәлки, ул мине былай ҙа тотмаҫ әле, өс тапҡыр “талаҡ” ҡысҡырып ебәрер бәлким.
– Зәнзәбилә, Ҡашҡарға кире ҡайтһаң, һине ирең ебәрмәйәсәк.
– Сабирйән, мин Мәһәҙейҙең холҡон өс йыл эсендә белеп бөттөм инде. Мин уға аңлатһам, ҡаршы булмаҫ ул. Мин ҡасып китә алмайым. Ҡартәсәм әйтмешләй, сығыр ишегеңде ҡаты япма, кире инереңде уйла, ти торғайны. Ҡасып китһәк, аҙаҡ ни йөҙ менән ҡайтабыҙ ауылға?
Сабирйән Зәнзәбиләгә ҡаршы төштө:
– Зәнбей, һин нимә һөйләйһең ул? Ниндәй ир үҙенең бисәһен икенсе иргә биреп ебәрһен!
Зәнзәбилә, егеткә туп-тура ҡарап, һүҙен дауам итте:
– Мине ҡара эсле Фәтих Мәһәҙейгә көсләп бирҙе. Мин Ҡашҡарҙан ҡасып ҡайтҡайным, ул мине атҡа бәйләп кире апарып ташланы Ҡашҡарға. Мәһәҙей мине бик йәлләне, бер ҙә әрләмәне лә, туҡмаманы ла. Ҡуй, улай ҡасмайыҡ, уға әйтеп, ризалығын алып сығып китербеҙ, йәме? – тип, ҡырт боролоп һуҡмаҡ буйлап Зәнзәбилә юлын дауам итте.
Сабирйән баҫҡан ерендә аптырап тороп ҡалды. Зәнзәбилә кәртә артынан ғына тыуған йортоноң ихатаһына килеп инде. “Бөтә нәмә таныш, яҡын. Атайымдың ҡулы тейгән донъя бит! Ҡалай һағындырған икән!”
Ихатала бер кем күренмәй ине, тик тупһала ғына һары башлы бер бәләкәй малай таштар теҙеп уйнап ултыра. Зәнзәбилә яҡынайғас, ул башын күтәреп ҡараны ла, таштарын устары менән ҡаплап: “Теймә, минеке!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Малайҙың ҡысҡырған тауышына, ишектән Гөлзинә апаһы күренде:
– Ай, Зәнбееей! Аһ, аһ, һеңлем! Әллә күҙгә күренәһең инде? Ҡайҙан килеп сыҡтың? Кем әпкилде? Гөлзинә аяҡ осона баҫып, берәйһе тормай микән типтер инде, урам яғына ҡарап алды. Зәнзәбилә өндәшмәй генә апаһын күҙәтте.
Әҙерәк таҙарып киткән шикелле, үксәһенә тиклем төшөрөп, оҙон, йәрпесле генә, матур күлдәк кейгән, ҡулдарында – беләҙектәр. Былай ҙа кәүҙәгә һонтор апаһы тағы ла бейегерәк булып күренә. Оҙон һары сәстәрен матур итеп берҙән үреп төшөргән, осона килештереп тәңкәләр таҡҡан. Ысынлап та, апаһына кейәүгә сығыу килешкән, күрәһең, йөҙөнән ниндәйҙер сафлыҡ, сабырлыҡ һирпелә, элекке сибек кенә ҡыҙҙан апаһы һомғол матур ҡатынға әүерелгән дә ҡуйған.
Зәнзәбилә, апаһын баштан-аяҡ ҡарап бөткәс, тыныс ҡына яуап бирҙе:
– Эйе, килдем шул, апай.
Гөлзинә һеңлеһен ҡосаҡлап алды:
– Кил әле бында, Зәнбей. Нишләп сит кеше кеүек тораһың. Нисә йыл инде күрешкән юҡ бит! Һағынманыңмы ни?
Зәнзбилә өндәшмәй генә Гөлзинәнең ҡосағына һыйынды, шул саҡ апаһының күлдәк аҫтынан беленер-беленмәҫ кенә ҡорһағына төртөлдө. “Апайым тағы ауырлы икән”, – тип уйлап ҡуйҙы Зәнзәбилә, әммә бер нимә лә өндәшмәне.
– Әй, Зәнбей, ҡарале, был минең улым да инде, исеме – Сөләймән.
Зәнзәбилә малайҙың башынан һыйпап алды. Эйе шул, беҙҙең кеүек һары сәсле, нимәһелер апаһына оҡшап тора, тик күҙҙәре генә ҡап-ҡара был малайҙың. Нисек башыма килмәгән? Һуңғы тапҡыр күргәндә апайым ауырлы ине бит.
Гөлзинә бер туҡтауһыҙ тәтелдеге сыҡты:
– Зәнбей, Сөләймән миңә оҡшаған ивет? Һынташтар бөтәһе лә шулай ти! Һуйған да ҡаплаған, тиҙәр. Улым, ҡарале бында!
Был һинең күрмәгән апайың. Зәнзәбилә була, – тип Гөлзинә Зәнзәбиләне үҙенә нығыраҡ ҡыҫты.
Малай башын күтәреп әсәһенә ҡараны ла, уйнауын дауам итте. Зәнзәбиләнең тағы башы әйләнеп китте, ул тупһаға сүгәләне.
– Аһ, аһ, Зәнбей, ни булды? Әллә сирләйһеңме? – Апаһы ла уның эргәһенә тупһаға сүгәләне.
– Юҡ, Гөлзинә апай, башым әйләнеп киттесе!
– Бушҡа баш әйләнмәй инде. Туҡта, ултырып тор, һыу бирәм хәҙер.
Апаһы “йылп” итеп усаҡлыҡҡа инеп, нисек ингән, шулай тиҙ генә килеп тә сыҡты.
– Мә, һыу һемер әле, хәҙер самауыр ҡуям.
– Туҡта әле, апай, туҡта! Зыр ҡубаһың әтеү. Әсәй ҡайҙа? Өйҙәме? Ни булған һуң, башҡалар ҡайҙа? – Зәнзәбилә һорау артынан һорау бирә башланы.
– Эй, Зәнбей, Аллам һаҡлаһын инде. Әсәй ҡыштан аяғын һындырып ята бит, һаман тороп китә алмай. Фәтих ағай ней, Йәмилде алып, яҙ уртаһынан алтын йыуыусыларға ялланып эшкә сығып киткән Баймаҡ аръяғына. Әсәйҙе Фәнилгә тапшырып киткәндәр, ул үҙе бала ғына. Әсәй үткенселәр аша, Гөлзинә килеп ҡайтһын, тип әйтеп ебәргән. Мин бында аҙна-ун көн инде. Керҙәрен йыуып, әсәйҙе лә йыуындырып алдым, ашарға бешереп, донъяһын ҡарап торам әле. Шулай хәлдәр.
Зәнзәбилә бер аҙ өнһөҙ ултырҙы, шунан урынынан ҡуҙғалды:
– Фәтих – ҡара эсле, йүнһеҙ әҙәм. Әсәйҙе ташлап, етмәһә, Йәмилде эйәртеп ҡасып сығып киткән. Оятһыҙ бәндә! Миңә әйтеп китһәләр ҙә килеп ҡарар инем. Беҙҙең малайҙар үҫкән, үҙҙәрен ҡайғырта алалар. Мәһәҙей бер һүҙһеҙ ебәрер ине.
– Мине лә еҙнәң бер һүҙһеҙ ебәрҙе, әммә ҡайтып әйләнергә кәрәк, унда ла бит донъям тора, мал-тыуар, ҡыҙҙарым көтәлер инде.
– Гөлзинә апай, мин ҡалып ҡарап торормон әсәйҙе, һин ҡайт донъяңа, малайың да бәләкәй, атаһын һағыналыр. Тағын берәүһе тыуырға тора шикелле...
Гөлзинә “ялт” итеп Зәнзәбиләгә ҡарап йылмайып ҡуйҙы:
– Зәнбей, күҙең үткер бигерәк, күреп тә ҡалдыңмы ни?
– Апай, күренеп тора бит инде, һуҡыр кеше генә күрмәҫ, – тип көлөп апаһын ҡосаҡлап алды ла Зәнзәбилә. – Әйҙә, әсәйгә инәйек! – тип ишеккә атланы. Ул йоҡомһорап ята ине, Зәнбей, бәлки, йоҡлап киткәндер.
Апалы-һеңлеле ипләп кенә йортҡа үттеләр.
Өй эсе ҡараңғыса, ҡояш төшмәһен өсөн, тәҙрәләрҙе сепрәк-сапраҡ менән бөркәп бөткәндәр. Урындыҡ мөйөшөндә төргәк кеүек кенә бәләкәйләнеп ҡалған әсәһе ята. Ул зифа буйлы, кәүҙәгә бейек, эш тип янып торған ныҡ ҡатын ине. Әле урындыҡта бөршәйеп ятҡан, бите- ҡулдары сөрөшөп, күҙҙәре асылыр-асылмаҫ ятҡан ҡатын, әсәһенә шыпа ла оҡшамаған. Зәнзәбилә әсәһенең янына килеп ултырҙы ла устарына уның йоҡарып киткән бармаҡтарын ҡыҫты. Ғөлғәйшә күҙҙәрен асып Зәнзәбиләгә төбәне:
– Аһ, аһ, балам, һарыҡасым, Зәнзәбилә, һинме ул? – тип бышылданы.
Зәнзәбиләнең күҙҙәренән йәштәр күренде.
– Эйе, әсәй, был мин. – Зәнзәбиләнең тауышы ҡалтыранып сыҡты, әсәһенең ҡулдарынан һыйпаштырҙы.
– Балам, ауырта, бөтөн тәнем ауырта, һыйпама йәме.
– Әсәй, нишләп миңә әйтмәнегеҙ? Нишләп мине саҡырманың ул?
– Зәнбей, ҡыҙым, һин барыбер килмәҫһең тип уйланым. Һине бит атҡа бәйләп, мал кеүек оҙаттыҡ, оноторлоҡ түгел, йөрәгем һаман әрней, мәңге кисермәҫһең тигәйнем. Әсәһенең күҙ мөйөшөнән һаран ғына күҙ йәштәре күренде. Зәнзәбилә үҙенең күҙ йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн башын икенсе яҡҡа бороп, күҙҙәрен һөрткөләп алды.
– Юҡсы, әсәй! Күптән онотолдо инде ул саҡтар. Үпкәләүем дә бөттө инде.
– Балам! Иң ныҡ теләгән теләгем – Зәнзәбиләм ҡәберемә килеп тупраҡ булһа ла һалһа ине, тигәйнем. Хоҙай һине күрергә насип итте, Зәнбей! – Әсәһенең тауышы ҡарлығып сыҡты. Гөлзинә әсәһенең башын күтәреп, ауыҙына һыу тамыҙҙы.
Был көндән һуң Гөлғәйшә оҙаҡ ятманы. Аҙна-ун көндән, таңға табан, уның хәлһеҙ генә саҡырған тауышына ҡыҙҙар уянып киттеләр:
– Зәнзәбилә, Гөлзинә, һеҙ ҡайҙа?
Йоҡо аралаш ҡыҙҙар уянып, Гөлғәйшә янына килеп ултырҙылар:
– Әсәй,нимә булды, төш күрҙеңме әллә?– Гөлзинә әсәһенең башын күтәреңкерәне.
– Ана, атайығыҙ килгән бит, сәй ҡуйығыҙ! – тип ишек яғына ымлап күрһәтте әсәләре һәм бәйләнешһеҙ һүҙҙәрен дауам итте. – Юҡсы Сөләймән, юҡсы, ҡыҙҙарыңды рәнйетмәнем. үҙҙәренән һора. Ана икеһе лә бында. Һине кеүек һарыҡастар, һора үҙҙәренән. Эй, Сөләймән, һин шул көйө, йәп-йәшһең! Матур көйө ҡалғанһыңсы... Ҡыҙҙар, аптырашып, берсә ишек яғына, берсә әсәләренә ҡарап ултыра бирҙеләр.
– Әсәй, һин һаташаһың, шикелле, унда бер кем дә юҡсы! – Зәнзәбилә, әсәһен уятам тип, бармаҡ остары менән генә уның биттәренә ҡағылып алды. Әммә әсәһенең күҙҙәре асыҡ, бер ҙә һаташҡан кешегә оҡшамай ине.
– Зәнбей, ана, атаң мейес янында тора. Саҡыр мында. Сөләймән, үт әйҙә, үт быяҡҡараҡ, ҡыҙҙарың менән үҙең һөйләш. Гөлзинә, бар, самауыр ҡуй! Тиҙ бул!
Аптыраған Гөлзинә самауыр ҡуйырға сығып китте.
– Сөләймән, мин һине эй көттөм, эй көттөм. Ҡайтмағас, сыҡтым инде шул әшәке Фәтихкә. Аҙаҡтан ныҡ үкендем! Эй, үкендем шул! Ирһеҙ донъя көтөү ҡыйын булды. Нишләп ҡайтманың?. Һуңланың шул, мин хәҙер элекке Гөлғәйшәң тугел, мин ҡартайҙым, һулыным, Сөләймән. Иҫләйһеңме икән, һин мине еләккәйем тип ярата инең дә ул, еләктәй саҡтар үтте һинһеҙ, Сөләймән, үтте...
Әсәһе шымып ҡалды, арып йоҡлап китте ахырыһы. Бер аҙҙан самауыр күтәреп Гөлзинә килеп инде.
– Зәнбей, әсәй нисек?
– Арып йоҡлап китте, шикелле. Теле асылып, күп һөйләнде. Әллә доғалар уҡырға Миңнур инәйҙе әпкиләйемме?
– Зәнбей, ул бит ауыл осонда уҡ, бигерәк алыҫ тора, бәлки, Нәғимә инәйҙе генә саҡырырһың!
– Юҡ, апай! Нәғимәгә бысаҡ менән янаһаң да бармайым! Ул битһеҙ, ғәйбәтсе, уның доғаһы әсәйҙе һауыҡтырмаҫ, киреһенсә, бөлөктөрөр!
– Ярай, ярай, Зәнбей. Әйҙә башта әсәйгә тәмле үлән сәйе эсерәйек тә шунан саҡырып ясин сығартырбыҙ. Ул ваҡытҡа инде көтөү ҡыуырға күрше-күлән дә уяныр әле!
Нисек кенә булышһалар ҙа, сәй эсергә ҡыҙҙар әсәләрен уята алманылар, Гөлғәйшә ауыр тын алып, йә үле, йә тере түгел тигәндәй ята бирҙе. Ҡыҙҙар икәүләп ултырып сәй эстеләр. Шунан Зәнзәбилә ауыл осона Миңнур инәйҙе саҡырырға йүгерҙе. Әммә кире ҡайтып ингәндә, әсәһе йән биреп өлгөргәйне, уның янында илай-илай Гөлзинә менән Фәнил ҡустыһы ултыралар, әсәһе урындыҡҡа һуҙылып ятҡан, оҙонайып киткән кеүек, йөҙөнән нидәйҙер сабырлыҡ һәм әйтелмәгән бәхет нуры һибелә ине. Гөлғәйшәне ауыл зыяратына, ҡартәсәләре янына ҡуйҙылар. Мәһәҙей менән Хәлфитдин ҡәбер ҡаҙыуҙы, ерләүҙе ойоштороп, ҡәйнәләренә аят уҡытып таралыштылар. Үткенселәр аша хәбәр ебәрһәләр ҙә, Фәтих менән Йәмил ҡустыһы күмешергә ҡайтып өлгөрмәнеләр. Зәнзәбилә менән Гөлзинә ҡустылары Фәнилде бер үҙен ҡалдырырға йәлләп, улар ҡайтҡансы янында ҡалдылар.
Шул арала ҡыҙҙар әсәләре ятҡан ҡаралтыны, әсәһенең кейем-һалымын йыуып элделәр ҙә өй таҙаларға керештеләр. Зәнзәбилә түбәләге ауҙарҙы һепереп, түбә таҡталарын, тәҙрә төптәрен һөртөргә тотондо.
Барыһына ла бик ауыр ине. Гөлзинә һандыҡты асып, илай-илай әсәһенең әйберҙәрен ҡараштырҙы:
– Зәнбей, әсәйҙең килен сағынан ҡалған ике көмөш беләҙеге булырға тейеш, һеҙгә булыр, тине әсәй. Ул ҡомартҡы ти, ҡасандыр ҡартатай эшләтеп биргән өләсәйгә. Әәә, мына яталар, таптым. Мә, кейеп ҡара әле.
Зәнзәбилә беләҙектәрҙе кейеп ҡараны, тик улар уның нескә ҡулдарына ҙур булып сыҡтылар. Ул арала Гөлзинә һандыҡтан әсәһенең сейә кеүек ҡыҙыл мунсағын табып алды:
– Был мунсаҡты беҙҙең атай алып биргән әсәйгә, никах бүләге итеп, ҡартәсәй һөйләй торғайны. Тик атай үлгәс, әсәй уны бер ҙә таҡмаған, – тип дауам итте Гөлзинә. – Зәнбей, тағып ҡара әле, был мунсаҡ һиңә килешер ул.
Ысынлап та, ҡыҙыл мунсаҡ Зәнзәбиләгә тап-таман, килешеп тора, ул самауырҙағы үҙенең сағылышын һоҡланып ҡарап алды.
– Эйе, апай, миңә килешә ивет?
– Зәнбей, ал үҙеңә был мәрйенде, әсәйҙең төҫө булһын, бер көмөш беләҙеген дә ал.
– Апай, беләҙектәре миңә ҙур ҙа баһа.
– Аһ, аһ, бигерәк ҡыҙыҡһың һин, Зәмбей. Ғумер буйы тал сыбығылай йоҡа ғына йөрөмәксе булаһыңмы ни, ана бер-ике бала табып алһаң, ҡулы-ботоң түмәр кеүек булып китер әле. Беләҙек түгел, ат ҡамыты ла һыймаҫ,– тип көлөп ебәрҙе Гөлзинә.
– Уф, апай, теләһә нимә һөйләмә әле. Ниндәй бала ти ул! Уф! Теләһә нимә һөйләргә тиһәң, йә Нәғимәне, йә һине ҡуш! – Зәнзәбилә асыуланып, тиҙ генә еүеш сепрәктәрен эләктереп түбә һөртөргә кире ултырғысҡа үрмәләне. Шул ваҡыт уның башы әйләнеп, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Ҡыҙыҡай ултырғыстан иҙәнгә осоп төштө. Күҙҙәрен асып ебәргәндә, уның янында ҡото осҡан Гөлзинә апаһы илап ултыра ине.
– Зәнбей, һеңлем, ас күҙеңде, ас әле. Мине ташлама, Зәнбей, ташлама! Ишетәһеңме! Бер яңғыҙым ҡаламмы ни?
– Апай, башым әйләнеп киттесе.
– Уй, һеңлем, ҡайһы ерең ауырта? Берәй ерең имгәнмәнеме икән? Уф Аллам, ярай күҙең асылды! Йә, Хоҙайым, һаҡла һеңлемде. Йә, Хоҙайым, имен үткәр инде был бәләнән, – тип һөйләнде апаһы.
Зәнзәбилә тороп ултырҙы, аяҡ-ҡулдарын тикшереп алды.
– Мынау ҡулбашым ғына ауырта әҙерәк, ныҡ бейектән османым бит, ярай ҡаты иҙәнгә түгел, балаҫ-түшәктәр йәйелгән урынға төштөм.
– Зәнбей, һинең башың күптәнән әйләнәме?
– Бер өс айлап бар, шикелле.
– Зәнбей, һеңлекәйем, һин ҡорһаҡлыһыңдыр ул, буйға ҡалғанһың бит. Минең дә тәүге балаға ауырлы саҡта башым әйләнеп ҡаҡшатты.
Зәнзәбилә һикереп тороп баҫты, апаһының әйткән һүҙе уға аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек тәьҫир итте:
– Юҡ, булмаҫ, апай, булмаҫ. Мин бит Сабирйән менән Силәбегә китәм, булмаҫ, булмаҫ!
Гөлзинә аптырап китте:
– Сабирйән?! Силәбе?! Нисек инде ул китәһегеҙ?
Зәнзәбилә яңылыш серен сискәнен аңлап, телен тешләне.
– Зәнбей, ни һөйләйһең һин? Ҡасан китәһегеҙ? Һинең ирең бар бит – Мәһәҙей! Унан ҡасып китәһеңме ни? Тәүбә, тәүбә!
Зәнзәбилә бер аҙ өндәшмәй ултырҙы, әҙерәк үҙен ҡулға алғас, һөйләй башланы:
– Апай, мин Һынташҡа ҡайтҡан көндө Һаҡмар буйында Сабирйән осраны. Һин бит беләһең, беҙҙең осрашып, вәғәҙәләр бирешеп йөрөгәнде. Ҡалымға аҡса эшләргә китеп юғалғанын да беләһең Сабирйәндең. Ул ҡоллоҡта булған, шунда бер урыҫ менән танышҡан. Әле шул урыҫ уны эшкә саҡыра, ти Силәбегә. Беҙ бергә китергә булдыҡ!
– Ә Мәһәҙей? Уны нисек ташлап китәһең?
– Мәһәҙей менән ҡайтып һөйләшәм, ул мине ебәрәсәк, – тип шым ғына яуап бирҙе Зәнзәбилә
– Нисек инде ебәрәсәк, Зәнзәбилә? Улай ярамай, һеңлем,ярамай! Һин бөтә донъяға Мәһәҙейҙең хәләл ефете булып фаш булдың... Ярай һин сығып китерһең ти, ә Мәһәҙей... Ул бисәһе ташлап киткән ир булып йәшәргә ризалыҡ бирерме? Уның балалары һиңә эҫенеп бөттөләр. Уларға нимә тип әйтерһең? Иманың камилмы һинең, Зәнзәбилә? Белмәйем, Зәнбей! Минеңсә, был бик насар уй. Дөрөҫ түгел.
– Апай, ә нисек дөрөҫ һуң! Мине йәнем һөймәгән кешегә атҡа бәйләп апарып ташларға ярай, ул, һинеңсә, дөрөҫлөкмө? Ҡоллоҡтан саҡ ҡотолоп ҡайтҡан Сабирйәнем менән бергә булырға ярамай. Дөрөҫ түгел тиһең! Апай, әйт миңә, әйт, нишләп ярамай һуң?
Зәнзәбилә әрнеп-әрнеп иларға тотондо:
– Апай, нишләп беҙ ғүмер буйы бәхетһеҙ булырға тейеш ул? Нишләп? Ана, әсәй ҙә ятты ла үлде! Бер рәхәтлек тә күрмәне. Хатта Фәтихе ҡайтып бер ус тупраҡ та һалманы ҡәберенә! Әсәй ғүмере буйы шул аждаһанан ҡурҡып йәшәне, ярарға тырышты, уның алдында “атаһы ла, атаһы“ тип мимылдап йөрөнө! Хатта атай алып биргән мунсағын да шул әшәкенән ҡурҡып һандыҡ төбөндә йәшереп тотҡан! Шул дөрөҫмө һинеңсә, апай?!
Апаһы уның сәстәренән һыйпап, эргәһендә тыңлап ултырҙы. Аҙаҡ Зәнзәбилә тыныслана төшкәс, Гөлзинә һүҙен дауам итте:
– Зәнбей, беҙ әсәйҙең тормошон йәшәмәнек. Әсәй өсөн яуап бирә алмайым. Бәлки, ул беҙҙе яҡлар өсөн шулай йәшәгәндер! Кем белә инде хәҙер. Һин үҙең дә бер нисә айҙан, Алла бирһә, әсәй буласаҡһың. “Балалары өсөн һәр бер әсә бүренең тешен йолҡоп алырға әҙер”, – ти торғайны ҡартәс.
Бала тыуғас, тормош икенсегә әйләнә ул, үҙеңде уйламайһың, тик балаң өсөн йәшәйһең. Мин улымды, Сөләймәнемде ярты көн күрмәһәм, үлә яҙып һағынам. Хатта яҡты көнөм ҡараңғылана башлай, ҡояштың бер өлөшө кителеп төшкән һымаҡ. Һин дә шулай хистәр кисерәсәкһең, Алла бирһә! Аҙаҡ, балаң тыуғас, Сабирйән уны нисек ҡабул итер? Һин бит белмәйһең. Ул һине ярата ла ул, ә балаңды яратырмы һуң?
Фәтих ағай кеүек ҡаҡҡылай, һуҡҡылай башлаһа, һин түҙмәйәсәкһең, Сабирйәнде боғаҙынан аласаҡһың. Һинең балаң үҙенең атаһынан башҡа бер кемгә лә кәрәкмәй ул. Аҙаҡ ней эшләрһең? Балаңа беҙҙеке кеүек үгәй атай яҙмышын теләйһеңме ни! Буласаҡ балаңды уйла!
Ысынлап та, апаһының был һүҙҙәре Зәнзәбиләгә ныҡ тәьҫир итте. Ул көнө буйы шул һүҙҙәрҙең мәғәнәһен күңеле аша бер нисә ҡат үткәрҙе, бик күп уйланды.
Кискә табан Зәнзәбилә еҙ һауыттарын күтәреп, “ҡом менән йышырға” тигән һылтау менән, Һаҡмарға төштө. Оҙаҡламай ҡармаҡтарын күтәреп һыу буйында Сабирйән дә күренде.
– Зәнзәбилә, һин нисек, ярҙам кәркмәйме?
– Юҡ, Сабирйән, кәрәкмәй... Әсәйҙе ерләгәс, тормош та ваҡытлыса туҡтап ҡалған кеүек.
– Ҡалай итәһең инде, Зәнбей, Гөлғәйшә апайҙың маңлайына шулай яҙылғандыр инде. Яҙмыштан уҙмыш юҡ.
Зәнзәбилә өндәшмәй генә эшен дауам итте.
– Зәнзәбилә, ҡасаныраҡ ирең менән һөйләшәһең? Мин бит һине көтәм.
Ҡыҙыҡай әкрен генә урынынан торҙо, һауыттарын йыйыштырып ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы ла, яуап бирҙе:
– Сабирйән, һин мине көтмә, йәме, көтмә! Мин һине шул ҡаҙаҡ далаларында мәңгелеккә юғалттым, шикелле. Беҙ хәҙер уртаға бүленгән икмәк кеүек, башҡаса бер ҡасан да берекмәҫбеҙ инде... Хуш бул! – тип урынынан ҡуҙғалды. Сабирйән нисек торған, шул көйө, шаҡ ҡатып урынында тороп ҡалды.
Икенсе көндө иртән, берәҙәктәр кеүек, Фәтих менән Йәмил дә ҡайтып инделәр.
– Һеҙ һаман бындамы ни? Үҙегеҙҙең донъяғыҙ юҡмы әллә?! Бар ҡайтып китегеҙ! – тип ҡысҡырына башланы Фәтих.
Зәнзәбилә ултырған еренән тороп, Фәтихкә яҡыныраҡ килеп баҫты, шунан тыныс һәм уҫал тауыш менән яуап ҡайтарҙы:
– Аҡырма беҙгә. Ғүмер буйы кәмһеттең! Әсәйемдең кәүҙәһе лә һыуынып өлгөрмәне, тауыш сығара башланың. Бар башта ҡәберенә барып әсәйемдән гонаһтарың өсөн ғәфү һора, битһеҙ! Һинең бында атаңдан ҡалған донъяң юҡ! Был йортто беҙҙең атай төҙөп ҡалдырған, күпме теләбеҙ, шуныса торабыҙ! – тип Фәтихте урынынан этеп ебәрҙе.
Быны көтмәгән Фәтихтең күҙҙәре аҡайып китте, ул йоҙроҡтарын төрөп Зәнзәбиләгә табан уҡталды. Әммә уның алдына Йәмил килеп баҫты:
– Етәр инде! Бәйләнмә апайҙарға! Беҙ һиңә бала-саға түгелбеҙ, туҡмалып тормаҫбыҙ! Әйҙә зыяратҡа киттек, әсәйҙе күрергә! – тип, атаһын елтерәтеп өйҙән алып сығып китте.
Йәмилдең был ҡыланышы, апаларын бер яҡтан аптыратты, икенсе яҡтан уларҙа ғорурлыҡ хисе уятты. Был нигеҙҙә апалары өсөн йәнен бирергә әҙер булған ҡустылары үҫеп килә ине.
Әсәһен күмеп ҡайтҡас, Зәнзәбилә донъяһын онотоп йорт эштәре менән булышты. Ҡарынында йөрөткән балаһын сер итеп һаҡланы, бер кемгә лә өндәшмәне.
Дауамы бар