Шоңҡар
+33 °С
Ясно

Зәнзәбилә Повесть (7, аҙағы) Гөлдәр ҒӘБИТОВА

– Ғәлимәкәй, нишләп һуғышаһың! – Ирғәле бисәһен көслө ҡулдары менән күтәреп алды ла, өйрөлтөп-өйрөлтөп,    кире  ергә төшөрҙө. Башы әйләнгән Ғәлимә көлә-көлә үләнгә ауҙы:

Зәнзәбилә Повесть (7, аҙағы) Гөлдәр ҒӘБИТОВАЗәнзәбилә Повесть (7, аҙағы) Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Зәнзәбилә Повесть (7, аҙағы) Гөлдәр ҒӘБИТОВА

 

 

***

 

1940 йылдың йәйе лә  бигерәк эҫе торҙо. Зәнзәбилә таң менән урамдағы мейестә сөсикмәк бешереп алды.

– Хәҙер, малды көтөүгә ҡыуғас та бесән сабырға барабыҙ, – тине Мәһәҙей. Ана, Сәғәҙейҙәр ҙә ҡайтты кисә, бик яҡшы.  Биш салғы – биш салғы инде, тиҙерәк сабып бөтөрбөҙ. Рәхимә килен аш бешерер, балаһын ҡарар, Ибраһим да бала ҡараша ала  еңгәһенә хәҙер, Аллаға шөкөр.

Зәнзәбилә малды урамға ҡыуып сығарҙы ла, күршеһе Ғәлимәгә ҡысҡырҙы:

– Ғәлимәү, Ғәлимәү!

– Әү, еңгәй! –  Кәртә артынан һыйырын ҡыуып Ғәлимә күренде.

– Минең һыйырҙы ла бергәләп ҡыуырһың инде, йәме. Хәҙер тегеләрҙе  уятып сәй эсерәм дә, бесән сабырға ҡуҙғалабыҙ.

– Аһ, аһ, еңгәй, әле ысыҡ та кипмәгән бит, иртәләгәнһегеҙ түгелме?

– Юҡ, Ғәлимә, ана ағаң кистән салғыларын һөртөштөрөп, һыуға тығып шешендереп ҡуйғайны, әле таң менән майлаштырып-һөртөп йөрөй, тотҡаларын нығыта. Ысыҡ күтәрелгәнсе биш салғыны Хөсәйен менән сүкеп тә алырҙар, мин усаҡ яғып ҡаҙанға аш һалырмын. Ҡояш күренһә, ысыҡ тиҙ һирпелә ул. Эш күп, Сәғәҙей  ялға ҡайтҡанда сабып ҡалайыҡ, ти ағаң.

– Һеҙ күмәк булғас ни, ”һә” тигәнсә тамамларһығыҙ ул бесәнде, еңгәй. Малайҙар ҡул араһына инеп баралар бит инде!

– Ғәлимәкәйем, беҙ ней сабып бөтһәк, бесән кипкәнсе, ана егеттәр барып, һеҙҙекен дә сабып бирерҙәр! Хәҙер бит Әбдерәхмән дә оҫта саба бесәнде, ағаң әйтмешләй “ятып саба”,  бигерәк  киң итеп тота салғыны.

Зәнзәбиләнең тәҡдиме Ғәлимәне ҡанатландырып ебәрҙе:

– Аһ, аһ, әтеү беҙ ҙә һеҙгә ҡушылайыҡ, ҡулалмаш сабырбыҙ. Бөгөн әтеү һеҙгә барып сабышырбыҙ, беҙҙән өс салғы – артыҡ булмаҫ, моғайын.

– Ҡайҙан артыҡ булһын инде. Әйҙәгеҙ, хәҙер Мәһәҙейгә әйтермен дә, ҡушылығыҙ өмәгә. Кистән бесәнгә оло  ҡара һарыҡты ла һуйҙыҡ, Рәхимә килен ашарға бешерер. Бик яҡшы булыр.

Һыу аша ятҡан Рәсүл туғайына ике арбалы атҡа теҙелешеп ултырып сыҡтылар. Ир-егеттәр саңҡылдатып салғы сүкегәнсе,  усаҡ әҙерләгәнсе, ҡатын-ҡыҙҙар самауыр   ҡайнаттылар, йәшел үләнгә балаҫ йәйеп,  ашъяулыҡ һалып, сәй эсергә әҙерләнеләр, ҡаҙан аҫып, аш та һалдылар.  Рәхимәгә, ҡыҙын бәүетергә тип, ағасҡа сәңгелдәк тә элеп ҡуйҙылар.

Ысыҡ күтәрелеүгә, сабыусылар салғыларын күтәреп бер  рәткә теҙелгәндәр ине. Иң беренсе ең һыҙғанып,  иң көслөһө, иң бейеге Хөсәйен баҫты. Уның артынса Сәғәҙей, Мәһәҙей,  Ғәлимәнең ире Ирғәле, уның өлкән улы   Булат, уның артынса Әбдерәхмән, Ғәлимә, иң аҙаҡ – Зәнзәбилә.  Мәһәҙей башта доғаһын уҡып алды ла, битен һыпырып:

– Бисмиллаһирахманрахим! Эшебеҙ уң булһын, бесән мул  булһын! Әйҙә, Хөсәйен улым, башла! – тип бойорҙо.

Шуны ғына  көткән кеүек, Хөсәйен, киң итеп алдырып, үләнде төбөнән  ҡырҙырып саба ла башланы, уның артынан башҡалар ҡушылды. Һауаға яңы сабылған  һутлы йәшел үлән, баллы сәскәләр, ер еләге еҫе таралды. Туғай киң, үлән ҡуйы  ғына. Икешәр рәтте сабып үтеү менән салғылар үтмәҫләнә лә башланы, туҡтап  салғыларын  янып алдылар. Егеттәр бер-береһен ҡыуып  сабалар:

– Тиҙерәк  бул, үксәңде сабам, – тип тә ҡысҡырышалар, көлөшәләр.

Ибраһим да эшһеҙ ҡалманы. Тимер сәйнүк менән  шишмә һыуын ташып ҡына торҙо сабыусыларға. Кемдер туйғансы шишмә һыуын эсеп ала, кемдер башы аша һалҡын һыу менән ҡойоноп та ебәрә. Эш бик ҡыҙыу һәм күңелле барҙы.

Рәхимә лә, ҡыҙы сәңгелдәктә йоҡлап китеү менән, улы Рәшитте етәкләп, бесән сабыусылар  янына ашыҡты. Рәхимә, ике бала әсәһе булһа ла, тал сабығы кеүек йоҡа  ғына, йәш ҡыҙҙар кеүек төҫөн ташламай бер ҙә. Уны белмәгән кеше, уға   ун һигеҙҙән күпте бирмәҫ тә ине. Рәхимә тиҙ генә еләктәрен дә йыйып ашата улына, сәскәләрҙән таж да үреп кейгән башына. Сәғәҙей бисәһенән күҙен   ала алмай, йә еләк, йә сәскәләр өҙөп бирә Рәхимәһенә.

Ғәлимә менән Зәнзәбилә  шаярып төрттөрөп тә алдылар быларҙы:

– Һай, һай, Сәғәҙей ҡустым, шул тиклем  яратаһың киленде! Башың-күҙҙәрең тик Рәхимәң яғына боролоп тик тора. Алдағы кешенең яңылыш үксәһен сапма, – тип урман яңғыратып көлдө Ғәлимә.

Ярай, яратышһындар, уларҙың әле шундай мәле. Беҙҙең Рәхимә килен яратмаҫлыҡ түгел. Сәғәҙей ҙә бик тырыш. Уҡымышлы, аҡыллы, аҡсаһын да эшләп тора, хәҙер хужа ла булып китте эшендә, ғаиләһен дә  ҡарай, сөбханалла!  – тип маҡтап алды Зәнзәбилә.

– Шулай, еңгәй,  һинең менән миңә сәскә, еләк биреү түгел, бер рәтте  үткәреп ебәр, ял итеп ал, тип әйтеүсе лә юҡ, – тип төрттөрҙө Ғәлимә.

–  Туҡтаһаң, тән ҡата ла ҡуя. Шуға һеҙҙе йәлләп, туҡтатмайбыҙ,– тип көлөп ебәрҙе Ирғәле.

Ғәлимә иренең  яланғас арҡаһына шап иттереп  яулығы менән һуғып алды.

– Ғәлимәкәй, нишләп һуғышаһың! – Ирғәле бисәһен көслө ҡулдары менән күтәреп алды ла, өйрөлтөп-өйрөлтөп,    кире  ергә төшөрҙө.

Башы әйләнгән Ғәлимә көлә-көлә үләнгә ауҙы:

– Иркәй, мин  күгәүенде генә һуҡтым бит!

– Мин дә һинән күбәләк яһаным, – тип шаярып  яуапланы Ирғәле.

Болон тултырып көлөү, шаярыу һүҙҙәре яңғырап торҙо. Төшкөлөккә ҡаҙанда мөлдөрәп кенә бешкән ит ашанылар, һурпа эстеләр ҙә сабыуҙы   дауам иттеләр. Төштән һуң, көн апаруҡ эҫеткәйне, егеттәр Йылайыр буйына  төшөп, һыуға сумып сыҡтылар. Ҡатын-ҡыҙҙар  аҡ яулыҡтарын еүешләтеп   иңдәренә төшкәнсе йәйеп ябындылар.

Кискә саҡлы түңәрәк болон сабылып бөттө, тик ағас аралары – соҡоп саба торған урындар ғына ҡалды. Ҡояш батыуға табан тәгәрәне. Тирле тәндәрҙе  күгәүен, серәкәйҙәр тешләй башланы. Тик берәү ҙә туҡтаманы сабыуҙан. Бер аҙҙан Мәһәҙей,  устарын ҡашына ҡуйып, тирә-яҡты байҡап алды ла:

– Ярай, бөгөнгә етер! Соҡой торған ерҙәр күп түгел, аҙағыраҡ Хөсәйен менән  сабып бөтөрбөҙ әле. Әйҙәгеҙ, ҡайтыу яғына  йүнәләйек, тиҙҙән көтөү ҙә ҡайтыр.   Ғәйниямал апай  мунса яғып ҡуям тигәйне, йыуынып та алырһығыҙ ҡараңғы төшкәнсе, – тип ҡайтырға рөхсәт бирҙе.

Ҡышҡылыҡҡа бик яҡшы бесән әҙерләнеләр,  ташып та ҡуйҙылар. Утыны ла етерлек булды. Көҙ аҙағында,   Хөсәйенгә бата уҡытып, Ишбулды ауылынан Йәмилә исемле килен дә алып ҡайттылар. Йәштәрҙе йорттоң иң төпкө бүлмәһенә урынлаштырҙылар.

Эсен саҡ күтәреп йөрөгән Зәнзәбиләгә  килен алып ҡайтыу бик ҡулай булды. Хәҙер инде дүрт иргә ашарға йүнәтеү, табаҡ-һауыт йыуыу, килен елкәһенә төшә башланы.

Ҡыш башында Зәнзәбилә тағы бер  малай тапты. Исемен, төшөндә атаһы ҡушҡанса, Исмәғил тип ҡуштылар. Исмәғил тыумыштан   бик теремек, һөймәлекле  бала булды. Бер йәшенә тиклем үк атлап китте, теле лә   иртә асылды. Ағалары барыһы ла Мәһәҙей кеүек тыныс,төплө булһалар, Исмәғил, бәләкәйҙән бик шаян һәм шуҡ малай булып үҫте. Уның яңғырауыҡлы тауышы өйгә һыймай, бөтә урамға яңғырап ишетелә. Ҡысҡырып илаһа ла, көлһә лә, аҫҡы урамдар Исмәғилде тауышынан таныйҙар.  Мәһәҙейҙең оло дүрт малайы  Исмәғил ҡустыларын   үҙҙәренсә   яратып, иркәләп  “Исмаҡ” тип йөрөтә башланылар.

 

* * *

 

1941 йыл. Бөйөк Ватан һуғышы, тетрәндергес ваҡиғалар, Ҡашҡар ауылында йәшәгән күп ғаиләләрҙе, шулар иҫәбендә  Мәһәҙей  менән Зәнзәбилә ғаиләһен дә, урап үтмәне. Һуғыштың башында уҡ, иң беренселәрҙән булып Сәғәҙей, өсөнсөгә  ауырлы Рәхимәһен, ике балаһын ҡалдырып, һуғышҡа китте. Ике йылдан һуң, ауыр яраланып, тылға ҡайтты. Ярты йыл үткәс Хөсәйенде лә  алдылар.

Ул көндө Зәнзәбилә мәңге онотмаҫ, сөнки Йәмилә килене  менән Хөсәйендең хушлашыуы уның йөрәгендә мәңгелек ауыр яра булып уйылып ҡалды.

Ҡырпаҡ ҡар яуған көҙгө иртә ине. Мәһәҙей,  аяғы һыҙлап, төнө буйы йүнләп йоҡлай алманы. Аптырағас, башҡаларға ҡамасауламайым тип, иртә менән тоҙаҡтарын ҡарарға урманға сығып китте.

Зәнзәбилә лә, ире сығып киткәндән, йоҡоһон юғалтты, нишләптер үҙенә урын тапманы, шуға күрә тороп самауыр ҡуйҙы ла, икмәк һалырға тип мейескә ут тоҡандырҙы.

Күп тә үтмәй,  ҡаты һуғып  ишек шаҡынылар, йортҡа   хәрби кейемдә бейек ир менән  колхоз бригадиры Яманғол ағай килеп инделәр.

– Әле һаумыһығыҙ! – тип ҡысҡырып  иҫәнләште Яманғол ағай.

Мейес артында эш менән булышҡан Зәнзәбилә тыштан ингән кешеләргә ҡаршы сыҡты.

– Еңгәй,  һаумы! Мәһәҙей ағай өйҙәме?

– Әле һаубыҙ, Яманғол ағай! Юҡ, Мәһәҙей ағаң тоҙаҡ ҡарап ҡайтырға урманға китте, шикелле.

– Хөсәйен өйҙәме һуң?

– Эйе, әле тормағандар..төпкө  яҡта килен менән...

– Еңгәй, бар, уят! Сыҡһын әле Хөсәйен мында.

– Хәҙер, һеҙ урындыҡҡа үтеп ултырығыҙ.

Күп тә үтмәй төпкө яҡтан һомғол буйлы,киң күкрәкле Хөсәйен, уның артынан, бәләкәй генә буйлы, нескә билле Йәмилә лә күренде. Сит кешеләрҙе  күреп, Йәмилә оялышынан ире артына йәшенде.

– Кашкаров Хусаин Магадеевич,  1918 года рождения, это Вы? – тип һораны руссалап хәрби кейемле әҙәм.

Хөсәйен  һораулы ҡарашын Яманғол ағайға төбәне.

– Да, да, это он! – тип  Хөсәйен  урынына яуапланы Яманғол ағай.

– Я вручаю Вам повестку о всеобщей мобилизации на фронт! – тип ят кеше  Хөсәйенгә ҡағыҙ тотторҙо.

– Как я понял вы охотник?

Хөсәйен урынына Яманғол ағай яуап бирҙе:

– Да, да охотник! Самый хороший он у нас!

– Тогда собирайтесь, Вам полчаса на сборы, мы за Вами скоро заедем!

– Хөсәйен ҡустым, аңлағанһыңдыр, тиҙ генә йыйына тор, һуғышҡа китәһең, хәҙер бер нисә кешегә инеп сығабыҙ ҙа ҡуҙғалабыҙ, – тип Яманғол ағай, ят кеше менән тиҙ генә йыйынып сығып та киттеләр.

Йоҡонан әле генә уянып, йәш кәләшенең йылы ҡуйынынан айырылып өлгөрмәгән Хөсәйен, аптырап урынында тора бирҙе.

Ул  арала Зәнзәбилә йүгерә башланы:

– Йәмилә  килен, сәй ултырт! Уй әттәгенәһе, атайың ҡайһы яҡҡа китте икән. Әбдерәхмән,тор әле, бар йүгер атайыңдын эҙен ҡараштыр. Тап тиҙерәк, Хөсәйен ағай һуғышҡа китә тигән! Ҡайтһын!

Зәнзәбилә мейес башынан ун-ун биш баш кипкән ҡорот тартып төшөрҙө:

– Эй, Аллам, икмәк бешереп тә өлгөрмәйем бит. Кипкән ҡорот ҡына бар. Нишләргә? Ибраһим, бар Ғәлимә апаңдарға йүгер, икмәктәре булһа, алып тор! Тиҙ бул!

Хөсәйен  кейенә башланы. Йәмилә нисек аптырап торһа,ишек яңағына терәлеп шулай тора бирҙе.

– Килен, сәй ҡоя башла. Нишләп башыңа тай типкән кеүек тораһың?! – тип ҡысҡырҙы Зәнзәбилә, үҙе ҡайҙандыр башалтайҙар, бейәләйҙәр сығарып төрә башланы:

– Хөсәйен, икешәр башалтай, бейәләйҙәр. Алмашлап кей.  Еүешләнһә, киптереп тор.

– Килен, мынауында  талҡан бар, көлдөксәгә ҡуйып май эрет тә, тиҙ генә майлап ал. Ашап сығыр, исмаһам, Хөсәйен  юлға.

Шул  арала  ярты икмәк тотоп Ғәлимә менән Ибраһим йүгереп килеп инделәр:

– Аһ, аһ, Хөсәйен, һине лә әпкитәләрме ни? Уй Аллам, ҡалай ҡапыл булды. Мына, еңгәй, ярты ғына икмәгем ҡалған, сәй эсергә генә  етер инде. Ҡалай ҡапыл булды был! – тип һөйләнде Ғәлимә.

Зәнзәбилә сәй яһаны, Ғәлимә икмәк тураны. Йәмилә  ишек яңағына терәлеп, күҙ йәштәрен тыя алмай, тауышһыҙ ғына иланы ла иланы. Шул арала  тышта машина тауышы ишетелде.

Хөсәйен, эҫе килеш ярты кәсә сәйҙе йотто ла бисәһен ҡосаҡланы:

– Ярай, Йәмилә, илама, йәме! Ярай, һау булығыҙ, мин йүгерҙем! Атайыма әйтерһегеҙ...

– Хөсәйен, еҙнәңде күрһәң, әйт! Беҙ имен-һау тип, йәме, ҡустым! – Ғәлимә  үҙенең Ирғәлеһенә сәләм еткерә башланы.

Хөсәйен йорттан сығып китте. Зәнзәбилә икмәк һынығын тотоп,  Хөсәйендең артынан йүгерҙе:

– Туҡта әле, Хөсәйен, мә икмәктең яртыһын тешлә! Ризығың йортта көтөп ятһын....

Уның артынан ялан аяҡ, ялан баш Йәмилә йүгереп сыҡты, ҡулдарын һуҙып бергилке машина артынан йүгереп барҙы ла үҙәк өҙгөс тауыш менән ҡысҡырып юлға ауҙы:

– Хөсәйен, Хөсәйен! Мине лә ал бергә, мин дә барам! Ҡалдырма мине...

Тик машинаның артынан ҡарлы елдәр генә уйнап ҡалды. Юлға иҫһеҙ ауған Йәмиләне Зәнзәбилә менән Ғәлимә һөйрәп тигәндәй өйгә индерҙеләр ҙә  Хөсәйендән һуң һыуынып та өлгөрмәгән урынға һалдылар. Йәмилә яҫтыҡҡа башын терәп, иренең еҫен  еҫкәй-еҫкәй, һулҡылдап иланы ла иланы. Йәш киленен  йәлләп, мейес артына ҡасып, тауышһыҙ ғына  Зәнзәбилә лә   һыҡтаны.

Хөсәйен һуғышҡа киткәндән һуң, күп тә үтмәй Йәмиләне лә Силәбе яғына заводҡа эшкә алып киттеләр. Бер йыл да үтмәне, сибек кенә Йәмилә   заводта үпкәһенә һалҡын тейҙереп, яҡты донъянан китеп барҙы...

1943 йылдың март айында Ленинград ҡалаһы өсөн барған ҡаты һуғышта  снайпер  Хөсәйен  Мәһәҙей улы Ҡашҡаров геройҙарса үлеп ҡалды. Хөсәйен менән  Йәмиләнең һөйөр балалары ла, донъялары ла ҡалманы.  Ҡәһәрле һуғыш  бер-береһен һөйгән ике йәш йөрәкте мәңгелеккә айырҙы.

Дүрт йыл барған  һуғыш  1945  йылдың майында тамамланды.  Әкрен генә ауылға һалдаттар ҡайта башланы.  Кемеһе ҡулһыҙ, кемеһе аяҡһыҙ, күптәрен танырлыҡ түгел, олоғайып, олпатланып  киткәндәр.

“Һуғыштан ҡайтып төшкән”, тигән хәбәр  ауылда тиҙ генә тарала.  Ауыл кешеләре өйөндә  ниндәй күстәнәс таба, шуны тота һалып,  һалдат  күрергә баралар. Кемдең яҡындары  ҡайтып етмәгән ”минекен  күрмәнеңме” тип һорашалар, кемдекеләр  мәңгегә ятып ҡалһа ла,    “бәлки,  күргәндер, бәлки, берәй хәбәре барҙыр” тип киләләр...

Алдараҡ ҡайтҡандар “яңы  ҡайтҡанды  сәләмләп, һуғыш ҡырҙарын бергәләп иҫкә алып  ултырырға йыйылалар. Һуғышта күргән төрлө хәлдәрҙе һөйләшәләр,   юғалған, һуғыш яланында ятып ҡалған туғандарын, ҡорҙаштарын, дуҫтарын иҫкә төшөрәләр. Ҡайһы саҡ, беренсе донъя  һуғышында ҡатнашҡан олораҡ ағайҙар,  үҙҙәренсә  һүҙгә ҡыҫылып, йәштәргә аҡыл өйрәтеп маташалар.

Әммә был  һуғыштан ҡайтҡандар, күбеһенсә, тәмәкеләрен һурып, ауылына, йортона тере ҡайтҡанына шатланып, ололарҙы бүлмәй генә тыңлап, тормоштан рәхәт табып  ултыралар. Күпте күргәндәр, күпте кисергәндәр улар, тик үҙҙәре генә белә  ниндәй һынауҙар үткәндәрен!

Шулай бер көн  үрге яҡтағы  Әхмәттең йортона йыйылдылар. Ул бик оҙаҡ госпиталдә ятып, яңы саҡ ҡайтып төшкәйне. Әхмәтте күрергә ауылдаштары ғына түгел, Матрай аръяғынан  ҡәйнеше  Рәхимйән дә  килгән ине.

Һүҙ араһында Рәхимйән һуғыш башында  снайпер булып хеҙмәт иткәнен иҫкә алды, аҙаҡ ҡаты яраланып госпиталгә эләккәнен һөйләне. Ҡапыл иҫенә төшөрөп: “Һеҙҙең ауылдан Хөсәйен тигән егет тә минең менән булғайны башта. Ул ҡайтманымы әле?”– тип һораны. Ауылдаштар өндәшмәй генә Мәһәҙей яғына ҡараны. Мәһәҙей, үҙенә текәлгән күҙҙәрҙе күреп, ишетер-ишетелмәҫ кенә:

– Хөсәйен, минең улым, ул 1943  йылда үлеп ҡалды... – тип,  башын аҫҡа эйеп, һүҙһеҙ ҡалды.

Рәхимйән Мәһәҙейҙе ҡосаҡлап алды ла һүҙен дауам итте:

– Ә һеҙ беләһегеҙме, ул нисек оҫта ата торғайны! Күптәр мылтыҡты тотоп та ҡарамағандар, нисек патрон ҡуйып, нисек төбәп атырға ла белмәйҙәр ине. Барыһын да Хөсәйен өйрәтте. Ә бер ваҡыт, һуғыш башында, беҙгә ҡамауҙа ятырға  тура килде. Әллә өс көн ашаған юҡ, эстә бүреләр олой... Хөсәйен ҡаты ҡорот сығарҙы ла, һәр беребеҙгә берәр тешләм бүлеп бирҙе. “Һуңғы ҡорот был, сәйнәмәгеҙ, һурып ҡына йөрөгөҙ”, – тине. Их башҡорт ҡорото тағы булһа ине, – тип көлөшә торғайныҡ  аҙаҡтан. Хөсәйен күп һөйләмәй ине, әммә урманда бөтә ят еҫте тоя, ят тауышты   тиҙ генә ишетә ине. Беҙҙе  ҡамауҙан да ул алып сығышты. “Ете ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә ишетәһең”, – тип уны разведкаға ла саҡырғайнылар, әммә беҙҙең командир ебәрмәне...

Өндәшмәҫ Мәһәҙей, былай ҙа бөтә ҡайғыһын, хәсрәтен эсенә йәшереп өйрәнгән ине күптән. Әммә  ваҡыт үткән һайын Хөсәйенде һағынғаны, юҡһынғаны  һиҙелә башланы. Ул улының мылтығын майлап, таҙалап, оҙаҡ итеп ҡарап, ниҙер иҫләп ултырғылай. Йә булмаһа, Хөсәйен эшләгән тоҙаҡтарҙы теҙеп һалып, һай, Хөсәйен һәйбәт эшләгән, был тоҙаҡтар мәңгелек,  тип  маҡтап ҡуя. Ҡай саҡ Ибраһимға: “Әйҙә Хөсәйен ағаңдың юлынан  йөрөп ҡайтайыҡ”, – тип уны  алып, урманға сығып китә. Ибраһимдың һунарсылыҡҡа артыҡ оҫталығы булмаһа ла, атаһының ҡорамалдарын күтәреп йөрөргә генә эшкинә инде. Ваҡыт үткән һайын Мәһәҙей үҙенә урын тапмай, бошондо.

Әбейҙәр сыуағы башланғас, бер көн  иртәнге сәй ваҡытында Мәһәҙей һүҙ башланы:

– Зәнзәбилә, Сәғәҙейҙәргә әйтеп ебәр әле, йыйылышып ҡайтһындар балалары менән был йомаға. Ауылдағыларға ла әйтәйек, йома көнө Хөсәйен менән киленгә бағышлап ҡорбан салайыҡ, йәндәре йәннәттә булһын.

Өсөнсө балаға ауырлы Зәнзәбилә, саҡ-саҡ йөрөһә лә, иренең һүҙен ҡыйманы:

– Ярай, әйтермен. Ғәлимә менән бергәләп әҙерлек башларбыҙ. Көн торғанда ҡорбан салып, уҡытып ҡалһаң, яҡшы булыр.

Йома көнө иртә менән оло һарыҡ салынды, Айҙар мулла  Хөсәйен менән Йәмиләнең рухтарына бағышлап доғалар уҡыны. Ҡаҙанда бешкән бишбармаҡты  өлкәндәр өйҙә, йәштәр имән аҫтына йыйылышып  ултырып ашанылар. Бауырһаҡ менән сәй эсеп алғас, ишек алдына сығып ултырҙылар.

Сәғәҙейҙең  хәҙер өс балаһы бар: бер малай ҙа  ике ҡыҙ. Рәхимәһе   дүртенсегә ауырлы, шуға тик кенә ултырып  тора. Балалар шау-гөр килеп ишек алдында уйнайҙар, йүгерешәләр. Бигерәк  тә  Мәһәҙейҙең кесе улы  Исмәғилдең тауышы көр сыға, ул Сәғәҙейҙең ике ҡыҙын ҡыуып йөрөтә, үҙенән оло булһа ла,   Рәшиткә лә бәйләнеп ҡарай. Тик Рәшит,   Мәһәҙей ҡартатаһы кеүек, бик  тыныс малай, Исмәғилдең шаярыуына, төрткөләшеүенә һыр биреп бармай.

Бала-сағаны ҡарап, һоҡланып ултырған  Мәһәҙей ҡартты Рәшит күберәк йәлеп  итте:

– Мынау  Рәшит улым йәш саҡтағы Хөсәйенгә оҡшап китәсе... – тип ҡуйҙы Мәһәҙей.

Атаһының эргәһенә теҙелешеп ултырған малайҙары бер һүҙ  ҙә өндәшмәнеләр, сөнки аталары яу ҡырында ҡалған Хөсәйенде   һағынып, уның һыҙаттарын  башҡа балаларында  эҙләгәнен  белеп торалар  ине.

Һуңғы ваҡытта Мәһәҙей ҡарт  Баймаҡҡа Сәғәҙейҙәргә лә йышланы, сөнки олоғайған һайын  үҙенең өлкән улы менән һөйләшер уртаҡ һүҙҙәре лә күбәйҙе, донъяға ҡараштары ла бер ине, улының балаларында ниндәйҙер йыуаныс та  таба ине.

Зәнзәбилә колхоз быҙауҙарын ҡарауын дауам итте.  Элеккесә, бар  эшкә тиҙерәк  өлгөрөр өсөн, һаман  Буҙат менән сабып йөрөй. Ауылдаштары Һыбайлы Зәнзәбиләгә өйрәнеп бөткән  инде, хәҙер береһе лә аптырамай, шулай кәрәк һымаҡ ҡабул итәләр сабып йөрөгән атлы ҡатынды.  Өсөнсөгә ауырлы Зәнзәбилә, кешеләргә һиҙҙермәйем тип, эсен ныҡ итеп яулыҡ менән бәйләп йөрөр  булды атта.

Бер көн шулай, эңер төшкән ваҡытта, колхоз кәртәһе янында аты, нимәнәндер  ҡапыл өркөп, һикереп китте. Зәнзәбилә ат башынан осоп барып  төштө.  Ат ҡараңғылыҡҡа сапты. Ҡатын ауыртыуҙан ыңғырашып ерҙә ята бирҙе. Күп тә үтмәй тауышҡа ферма яғынан  йәш кенә ҡыҙыҡай йүгереп килде.

– Уй  Аллам, апай, атыңды өркөттөм, шикелле! Йә Хоҙай, имгәнмәнеңме?

Ҡыҙыҡай Зәнзәбиләнең аяҡ-ҡулдарын һәрмәп ҡараны:

– Ҡайһы ерең ауырта, туҡта,  ултырып тор, ашыҡма!

Зәнзәбиләнең эсенең аҫҡы яғы  үҙәк өҙгөс итеп һыҙлай ине.

– Ауыртһа, һинең ни эшең бар! Йөрөйһөң ҡараңғыла ат өркөтөп! –  Зәнзәбилә  ризаһыҙлыҡ күрһәтеп, мығырлап алды.

– Һөт айыртып сығып килә инем. Кем уйлаған ат өркөр тип, – ҡыҙыҡай   уңайһыҙланып ҡына  яуап бирҙе.

Зәнзәбилә урынынан торорға уйланы, әммә  ҡырҡып алған кеүек эсе сәнсеп ебәрҙе,     кире ултырырға мәжбүр булды.

Ҡыҙыҡай, башындағы  дебет шәлен сисеп Зәнзәбиләнең аҫтына йәйҙе:

– Туҡта, ашыҡма. Мә, шәл өҫтөнә ултырып тор! Һыуыҡ ерҙә ултырма! Хәҙер Шәрифә апайҙы  саҡырам! Ул сепарат йыуа ине. Ҡыҙыҡай  һарайға инеп китте. Бер аҙҙан һарай яғынан ике шәүлә күренде. Зәнзәбилә Шәрифәне,  эңер булһа ла, таныны. ”Был бит теге Әбдерәхмәнде баҡҡан ҡатын!” – тип уйлап ҡуйҙы.

– Ҡайһы төшөң ауырта? – тип һораны Шәрифә аяҡ-ҡулын ҡапшап ҡарағас.

– Эсемдең аҫ яғы, – тип  яуап бирҙе һыҙланыуға саҡ түҙгән Зәнзәбилә.

Шәрифә йомшаҡ ҡына ҡулдары менән эс тирәһен баҫҡылап ҡараны һәм уның алдында ятҡан ҡатындың йөклө икәнен шунда уҡ аңлап алды.

– Нәзирә, бар арбалы ат тап, ятҡырып ҡына йортона илтеп ҡуйыр кәрәк!

Нәзирә  тигәне ат артынан йүгерҙе.

– Һин бит ауырлы! Нисә айлыҡ һуң  ауырың?

– Ете булып килә...

– Ништәп һыбай йөрөйһөң һуң? Күп ҡалмаған бит бушанырға... – Шәрифә үҙенсә Зәнзәбиләне әҙерәк әрләп алды.

Зәнзәбиләне арбалы атҡа тейәп өйөнә алып ҡайттылар. Шул уҡ төндә  ул тағы бер малай  тапты, әммә ул етлекмәй тыуғанға микән, бик  көсһөҙ, бәләкәй генә булып тыуҙы ла, ярты көн дә йәшәмәй, яҡты донъянан  китеп тә барҙы. Зәнзәбилә,   бала тапҡандан һуң, бер нисә көн ҡанһырап ятты. Шәрифә   уны  яңғыҙ ҡалдырманы,  эргәһендә өҙгөләнде, ниндәй генә үлән төнәмәләре эсереп ҡараманы, әммә шыйығайған ҡанды тиҙ генә туҡтатып булманы.

Әбдерәхмән, Ибраһим, Исмәғил, ҡайғырышып, ситтән генә әсәләрен күҙәттеләр.  Уларға һәр ваҡыт йүгереп йөрөгән, тура һүҙле, уҫал  әсәләрен был хәлдә күреү бик ауыр  ине. Ағарынып, хәлһеҙләнеп киткән Зәнзәбилә өсөнсө көн  таңға табан саҡ йоҡлап китте.  Төшөндә Зәнзәбиләгә бейек тауҙан тағы ла өс пәйғәмбәр төштө.Уларҙың араһында  Зәнзәбилә атаһын таныны. Ул  ҡулына  аҡ йөҙлө,  һары сәсле, күк күҙле малай күтәргән.

– Ҡыҙым, һинең улың Сөләймән минең менән.

– Атай, нишләп ул Сөләймән?

– Һин бит үҙең, малай тыуһа, атайымдың исемен ҡушам тип ниәт иткәйнең. Ҡыҙым, был улыңа һин бик кәрәк, ул бәләкәй, әйҙә беҙҙең менән!

– Атай, минең башҡа балаларым да бар бит, уларҙы нисек ҡалдырайым һуң? Исмәғил әле бәләкәй бит..

– Ҡыҙым, уларҙың яндарында аталары бар, ҡайғырма!

Зәнзәбилә күҙҙәрен асты, уның янында баштарына һыулы сепрәк ҡуйып, ауыҙына үлән төнәтмәһе тамыҙып   Шәрифә ултыра ине. Зәнзәбилә, бөтә көсөн йыйып, уға бышылданы:

– Шәрифә, Мәһәҙей ҡайҙа ул? Саҡыр әле!

Шул арала ишектән Мәһәҙей күренде. Ҡайғыһынан  ҡара янып, һурылып киткән Мәһәҙей, тағы ла ҡартайып, бәләкәйләнеп ҡалған кеүек. Ул Зәнзәбиләгә эйелде лә ҡалтыранған тауыш менән   өндәште:

– Мин мында, Зәнзәбилә.

Зәнзәбилә тәрән һулыш  алды ла  һүҙен дауам итте:

– Мәһәҙей, мин ат ҡойроғона бәйләнеп, илап килһәм дә, һинең менән, малайҙар менән  ҙур ғаиләле булып, бәхетле йәшәнем...  Ошо нигеҙгә ныҡ  беректем... Һеҙҙе ҡалдырып киткем килмәй, ләкин атайым саҡыра... Малайҙарҙы аяҡҡа баҫтыр инде, йәме, Мәһәҙей!

Зәнзәбиләнең күҙҙәренән йәш тамсылары  күренде:

–  Мине бер  етемде ҡаҡманың, һуҡманың,  рәхмәтлемен, ризамын   һиңә, Мәһәҙей...

Зәнзәбилә хәлһеҙләнеп күҙҙәрен йомдо, башҡаса уның күк күҙҙәре асылманы...

Уның йәне күбәләк кеүек еңел  генә осоп китте,  барып иң бейек  ташҡа ултырҙы.

“Ана-а-а уның Яманташы... Ана-а-а уралып-уралып, ҡая таштарға һуғыла-һуғыла  Һаҡмар аға. Уның аръяғында һомғол ҡарағай урманы, уңғараҡ ҡараһаң, апаһы менән еләк йыйған йәшел болондар,  өҫкәрәк баҡһаң, сите-ҡырыйы офоҡтарға барып терәлгән зәп-зәңгәр күк йөҙө,  унда берәм-һәрәм йөҙөп йөрөгән  ап-аҡ ҡына йомшаҡ болоттар...”

Яманташтан тирә-яҡ   ус төбөндәге кеүек   кенә күренә.

Зәнзәбилә Һынташ өҫтөнән осоп үтте. Аҫта кемдәрҙер ҡул болғай... Әсәһе бит... янында ҡартәсәһе лә бар... Сабирйән дә ҡайтҡан... барыһы ла бергә йыйылғандар...

Туҡта, минең бала саҡтан ҡалған бер хыялым бар ине – күк көмбәҙен асып ҡарарға! Зәнзәбилә  ҡулдарын күтәреп, бейеклеккә уҡталды! Бына ул зәп-зәңгәр көмбәҙ. Зәнзәбилә   күк көмбәҙен эткеләп ҡарамаҡсы булды.  Әммә ул йомшаҡ яҫтыҡ кеүек,   икһеҙ-сикһеҙ зәңгәрлектән тора  икән, ҡул менән генә этеп асып булмай, сумырға кәрәк.  Зәнзәбилә ҡулдарын һоноп,  шатлана-шатлана шул сикһеҙ зәңгәрлеккә сумды...

 

Зәнзәбилә Повесть (7, аҙағы) Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Зәнзәбилә Повесть (7, аҙағы) Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Автор:
Читайте нас