

Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА
Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА (ҒИЛМАНОВА) Баймаҡ районының Ҡаратал ауылында тыуған, Сыңғыҙ ауылында үҫкән. БДПУ-ны һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Уҡытыусы һәм телевидение режиссеры булып эшләй. Биш китап авторы, Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Һарыҡай
Автобиографик повесть
1 бүлек
Әсе елдәр иҫһен, үтһен дауыл,
Шаҡылдатып урам ҡапҡаһын.
Яуһын ямғыр, ыжғыр буран ҡалҡһын,
Яҙмыш еле генә ҡаҡмаһын....
Оло сәфәргә йыйыныу еңел булманы Гөлзиләгә. Һәр бер нәмәне хәтерендә тотоп, әйбер һалған һайын ҡабара барған ҙур сумкаһын бер асып бер япты. Нимәнелер иҫенә төшөрөп, тағы өҫтәп һалды, сумкаһы ябылмағас, әйберен кире тартып сығарҙы. Юлына кәрәк-яраҡ ризыҡ та һалып алырға онотманы. Ун көнлөк сәфәр, юл хәлен белеп булмай. Ниһайәт, әҙерләнеп бөттө, шикелле. Оло юлға сығырға әҙерләнеүенә өс ай инде, шуға өйҙәгеләре лә өйрәнеп бөтте, артыҡ борсоусы булманы.
Сәфәргә Гөлзилә бер үҙе сығып китте. Поезд менән ике тәүлектә Мәскәүгә килеп етте. Бара торған “Сәйәхәттәр иле” тип аталған агентлыҡты таба алмаҫмын тип борсолғайны ла, әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Тик бына шыпа тулған сумкаһын күтәреп барыуы ғына ауырыраҡ. Әле был сәфәрҙең башы ғына бит...
Метронан сығып бер нисә квартал үтеүгә, күҙенә “Сәйәхәттәр иле” тигән яҙыу салынды. Әһә, дөрөҫ киләм шикелле, тип дәртләнеп китте ҡатын, ауыр сумкаһы ла еңеләйгәндәй тойолдо. Агентлыҡ янында ике ҡатлы матур автобустарҙы күреү менән, арығанлығы ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты. Эргәһендә өймәкләшеп торған сәйәхәтселәр, әйтерһең дә, уны ғына көтөп торғандай, берәмләп автобусҡа инә лә башланы. Гөлзилә офисҡа инеп, үҙенең килгәнен белдереп, кәрәккән документтарҙы күрһәтеп сыҡты ла, еңел һулап, автобусҡа инеп ултырҙы.
Туристар менән лыҡа тулы автобус, ниһайәт, урынынан ҡуҙғалды. Бер-береһе менән гәпләшеп, сыр-сыу килгән кешеләр, автобус ҡуҙғалып китеү менән, тынып ҡалды. Билдәһеҙ ерҙәрҙе күреү, сәйәхәт итеүҙе күҙаллап, һәр кемеһенең күңеле елкенде. Ҙур автобус тәгәрмәстәре Мәскәү урамдары буйлап тәгәрәне. Юлсылар ҡыҙыҡһынып, баш ҡала урмдарын ҡарап барҙы. Алда әле күпме үтелмәгән юлдар, күрәһе мөғжизәләр көтә уларҙы! Автобус эсендә бөтә шарттар ҙа бар, оҙон юл буйына ҡарап барыр өсөн салонда телевизор ҙа ҡуйылған. Әммә сәйәхәтселәрҙе телевизор ҡыҙыҡтырманы, уларҙың ике күҙе тәҙрәлә булды. Баш ҡаланы ҡалдырып, асыҡ ерҙәргә килеп сыҡҡан автобус ҙур тиҙлек менән көнбайышҡа ҡарай юл алды.
Автобустың икенсе ҡатында, тәҙрә янында ултырған Гөлзилә тыштан күҙен алмайынса, гүзәл тәбиғәт күренештәрен күҙәтте. Хәтфә болондар, тауҙар, ҡалҡыулыҡтар, урман-ҡырҙар, йылғалар кинолағы кадрҙар кеүек алмашынып, артта ҡала барҙы. Йәшел туғайҙарҙы – ҡый үләне баҫҡан яландар, аҡҡоштар йөҙгән зәңгәр күлдәрҙе торналар йөрөгән һаҙлыҡтар алыштырҙы. Ҡатын үҙенең алдында хасил булған һәр күренешкә ҡыуанды, зәңгәр күлдәрҙә йөҙгән аҡҡоштарға ҡарап һоҡланды. Йомшаҡ креслоға уңайлы итеп ултырып, бер ниндәй хәсрәтһеҙ, уйһыҙ, гүзәл тәбиғәт күренештәрен күҙәтеп барсәле! “Әкиәт, хас та әкиәт инде”, – тип ҡыуанды. Рәсәй киңлектәренең ҙурлығына һәм төрлөлөгөнә хайран ҡалды.
Зәңгәр автобус хәтһеҙ араны үтте, көн яҡтыһы кискә ауышты. Офоҡтағы шәфәҡ ҡыҙыллығын сөмгөллөк алыштырҙы. Йоҡлар алдынан тирәклектә сөңкөлдәшкән ҡоштарҙай, туристар бергилке сыр-сыу килеп алдылар ҙа татлы йоҡоға талдылар. Автобус эсендә тынлыҡ урынлашты. Талғын ғына бәүелеп килә торғас, юл мәшәҡәттәренән арыған Гөлзилә лә күҙҙәрен йомдо.
* * *
Әллә төш күрә Гөлзилә, әллә ысынбарлыҡ... Болоттарҙы йырып балҡыған ҡояш нурҙары араһынан берәү уға ҡарап йылмая. Үҙенең йөҙө шундай яғымлы... Кем икән был?
Ҡатын, күҙҙәрен асып, үҙенең ҡайҙа икәнлеген хәтерләргә тырышты. Салон эсендә тоноҡ ҡына ут яна, эргәһендә йәш балалай мыш-мыш килеп, сәйәхәтселәр йоҡлай. Ошо тынлыҡҡа ләззәтләнеп, Гөлзилә тағы күҙҙәрен йомдо, әммә уны йоҡо алманы. Әле генә күргән төшөн ҡабаттан күҙ алдынан үткәрҙе. Әсәһелер, моғайын. Ул һәр саҡ уны күҙләй, быны бала сағынан һиҙә. Йөҙө нурлы ине әсәһенең. Тимәк, ҡыҙы өсөн ул ҡыуана, сит илгә китеп барыуына ризалыр, күрәһең. Гөлзилә тәҙрәгә текәлеп, нисәмә йылдар күңеленә тынғылыҡ бирмәгән хәтирәләренә тағы ла бер бирелеп, үткән бала сағына ҡайтып әйләнде...
...Август аҙағы. Йорт алдында бик күп кеше йыйылған. Өй эсенән илаған, сеңләгән тауыштар ишетелә. Иҙән уртаһындағы һәндерәлә аҡ кәфенгә төрөлгән йәш кенә ҡатын кәүҙәһе ята. Бәләкәй генә ҡыҙсыҡ уның һәленеп төшкән ҡара оҙон сәс толомдарын йыйып маташа. Һарыҡай аңламай: ни эшләп барыһы ла илаша икән? Апаһы ла, ағаһы ла илай. Әсәһе йоҡлап ята бит, уятып ҡуймаһындар инде.
Бер аҙҙан балаларҙы тышҡа сығарҙылар. Ихата тулы халыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар урам алдындағы йәшел үләнгә сүгәләп ултырған да балауыҙ һыға. Өләсәһе улар янына барып ултырҙы, ул да ни эшләптер һамаҡлап-һамаҡлап илай. Тик Һарыҡай ғына иламай. Ул бер талай илашҡан кешеләргә ҡарап торҙо ла өләсәһенең алдына килеп башын һалды. Башҡалар уға ҡарап: “Ииии, бисара балаҡай, әсәһенең үлгәнен дә аңламай шул...” – тиештеләр. Быны ишеткән ҡыҙ был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен йүнләп аңламаһа ла, битен ҡаплап илаған булып ятты. Йәнәһе, күрегеҙ, мин дә һеҙҙең һымаҡ илай беләм... Бына ошолай килеп инде бәләкәй ҡыҙсыҡтың мейеһенә тәүге хәтирәләре, ошондай тәьҫораттар менән зиһене асылды.
“Һарыҡай” ҡушаматы уға тыуғас та йоҡҡан. Атаһы ла, әсәһе лә ҡара сәсле, ҡара күҙле. Ә апаһы менән ағаһы уларға оҡшағандар! Тик иң бәләкәстәре генә ҡартатаһына – атаһының атаһына оҡшап, зәңгәр күҙле, сәсе ҡылғандай һап-һары булып тыуған. Йөҙө лә ҡояштай түп-түңәрәк...
* * *
Автобус елгән ыңғайға Гөлзиләнең дә уйҙары бала сағына елде. Улар әсе ел кеүек ҡатындың күңелен өттө. Күңелен ауыр тойғолар биләп алды, ирекһеҙҙән күҙҙәренә йәш тамсылары эркелде. “Эй-й-й, балаҡайым... – тине ул бышылдап ҡына, шул бәләкәй ҡыҙсыҡты йәлләп. – Күпме ҡайғы-хәсрәт кисерергә тура килде һиңә, апайыңа, ағайыңа... Нисектәр генә түҙҙегеҙ икән?!” Хәтер ебен артабан һүтте Гөлзилә.
...Иҫендә ҡалған икенсе ваҡиғаны хәтеренә төшөрҙө. Шул уҡ өй, бер нимә лә үҙгәрмәгән. Ишек янында шул уҡ мейес, өй түренең ике яҡ мөйөшөндә ике тимер карауат тора, уртала ауылса оҙон өҫтәл. Уның төпкө яғына таҡтанан эшләнгән оҙон эскәмйә ҡуйылған, биръяғында – бер-ике бүкән. Йәй. Төшкө аш ваҡыты. Мөхәмәттең ғаиләһе иҙән уртаһына йәйелгән иҫке балаҫ өҫтөнә ултырып, төшкө тамаҡ ялғай. Самауыр артында – уның йәш бисәһе. Асыулы йөҙ менән сәй яһай. Ғәрифә әбей янына береһенән-береһе бәләкәй өс бала теҙелешеп ултырған. Ололарҙың ҡысҡырып һөйләшеүен ишетһә лә, Һарыҡай нимә тураһында һүҙ барғанын аңламаны. Ҡарсыҡ, яҙғы ташҡын ваҡытына ҡарамай, балаларҙың атаһы менән һөйләшергә тип килгәйне. Уны тик бер уй борсой: балаларҙы үҙенә алып көтөргә. Әммә был юлы ла һөйләшеү килеп сыҡманы, Ғәрифә әбей илай-илай Сыуаҡлыға ҡайтып китте.
* * *