Шоңҡар
+13 °С
Ясно
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Августа , 03:55

Һарыҡай Автобиографик повесть (тулыһынса) Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА

Оло сәфәргә йыйыныу еңел булманы Гөлзиләгә. Һәр бер нәмәне хәтерендә тотоп, әйбер һалған һайын ҡабара барған ҙур сумкаһын бер асып  бер япты. Нимәнелер иҫенә төшөрөп, тағы өҫтәп һалды, сумкаһы ябылмағас,   әйберен кире тартып сығарҙы. Юлына кәрәк-яраҡ ризыҡ та һалып алырға онотманы. Ун көнлөк сәфәр, юл хәлен белеп булмай. Ниһайәт, әҙерләнеп бөттө, шикелле. Оло юлға сығырға әҙерләнеүенә өс ай инде, шуға өйҙәгеләре лә өйрәнеп бөтте, артыҡ борсоусы булманы.

Һарыҡай Автобиографик повесть  (тулыһынса) Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВАҺарыҡай Автобиографик повесть  (тулыһынса) Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА
Һарыҡай Автобиографик повесть (тулыһынса) Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА

Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА

 

Һарыҡай

Автобиографик повесть

 

 

1 бүлек

                                                                                                                     

Әсе елдәр иҫһен, үтһен дауыл,

Шаҡылдатып урам ҡапҡаһын.

Яуһын ямғыр, ыжғыр буран ҡалҡһын,

Яҙмыш еле генә ҡаҡмаһын....

 

Оло сәфәргә йыйыныу еңел булманы Гөлзиләгә. Һәр бер нәмәне хәтерендә тотоп, әйбер һалған һайын ҡабара барған ҙур сумкаһын бер асып  бер япты. Нимәнелер иҫенә төшөрөп, тағы өҫтәп һалды, сумкаһы ябылмағас,   әйберен кире тартып сығарҙы. Юлына кәрәк-яраҡ ризыҡ та һалып алырға онотманы. Ун көнлөк сәфәр, юл хәлен белеп булмай. Ниһайәт, әҙерләнеп бөттө, шикелле. Оло юлға сығырға әҙерләнеүенә өс ай инде, шуға өйҙәгеләре лә өйрәнеп бөтте, артыҡ борсоусы булманы.

Сәфәргә Гөлзилә бер үҙе сығып китте. Поезд менән ике тәүлектә Мәскәүгә килеп етте. Бара торған “Сәйәхәттәр иле” тип аталған агентлыҡты таба алмаҫмын тип борсолғайны ла, әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Тик бына шыпа тулған сумкаһын күтәреп барыуы ғына ауырыраҡ. Әле был сәфәрҙең башы ғына бит...

Метронан сығып бер нисә квартал үтеүгә, күҙенә “Сәйәхәттәр иле”  тигән яҙыу салынды. Әһә, дөрөҫ киләм  шикелле, тип дәртләнеп китте ҡатын, ауыр сумкаһы ла еңеләйгәндәй тойолдо. Агентлыҡ янында ике ҡатлы матур автобустарҙы күреү менән, арығанлығы ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты. Эргәһендә өймәкләшеп торған сәйәхәтселәр, әйтерһең дә, уны ғына көтөп торғандай, берәмләп автобусҡа инә лә башланы. Гөлзилә офисҡа инеп, үҙенең килгәнен белдереп, кәрәккән документтарҙы күрһәтеп сыҡты ла, еңел һулап, автобусҡа инеп ултырҙы.

Туристар менән лыҡа тулы автобус, ниһайәт, урынынан ҡуҙғалды. Бер-береһе менән гәпләшеп, сыр-сыу килгән кешеләр, автобус ҡуҙғалып китеү менән, тынып ҡалды. Билдәһеҙ ерҙәрҙе күреү, сәйәхәт итеүҙе күҙаллап, һәр кемеһенең күңеле елкенде. Ҙур автобус тәгәрмәстәре Мәскәү урамдары буйлап тәгәрәне. Юлсылар ҡыҙыҡһынып, баш ҡала урмдарын ҡарап барҙы. Алда әле күпме үтелмәгән юлдар, күрәһе мөғжизәләр көтә уларҙы! Автобус эсендә бөтә шарттар ҙа бар, оҙон юл буйына ҡарап барыр өсөн салонда телевизор ҙа ҡуйылған. Әммә сәйәхәтселәрҙе телевизор ҡыҙыҡтырманы, уларҙың ике күҙе тәҙрәлә булды. Баш ҡаланы ҡалдырып, асыҡ ерҙәргә килеп сыҡҡан автобус  ҙур тиҙлек менән көнбайышҡа ҡарай юл алды.

Автобустың икенсе ҡатында, тәҙрә янында ултырған Гөлзилә тыштан күҙен алмайынса, гүзәл тәбиғәт күренештәрен күҙәтте. Хәтфә болондар, тауҙар, ҡалҡыулыҡтар, урман-ҡырҙар, йылғалар кинолағы кадрҙар кеүек алмашынып, артта ҡала барҙы. Йәшел туғайҙарҙы – ҡый үләне баҫҡан яландар, аҡҡоштар йөҙгән зәңгәр күлдәрҙе торналар йөрөгән һаҙлыҡтар алыштырҙы. Ҡатын үҙенең алдында хасил булған һәр күренешкә ҡыуанды, зәңгәр күлдәрҙә йөҙгән аҡҡоштарға ҡарап һоҡланды. Йомшаҡ креслоға уңайлы итеп ултырып, бер ниндәй хәсрәтһеҙ, уйһыҙ, гүзәл тәбиғәт күренештәрен күҙәтеп барсәле! “Әкиәт, хас та әкиәт инде”, – тип ҡыуанды. Рәсәй киңлектәренең ҙурлығына һәм төрлөлөгөнә хайран ҡалды.

Зәңгәр автобус хәтһеҙ араны үтте, көн яҡтыһы кискә ауышты. Офоҡтағы шәфәҡ ҡыҙыллығын сөмгөллөк алыштырҙы. Йоҡлар алдынан тирәклектә сөңкөлдәшкән ҡоштарҙай, туристар бергилке сыр-сыу килеп алдылар ҙа татлы йоҡоға талдылар. Автобус эсендә тынлыҡ урынлашты. Талғын ғына бәүелеп килә торғас, юл мәшәҡәттәренән арыған Гөлзилә лә  күҙҙәрен йомдо.

 

*   *   *

 

Әллә төш күрә Гөлзилә, әллә ысынбарлыҡ... Болоттарҙы йырып балҡыған ҡояш нурҙары араһынан берәү уға ҡарап йылмая. Үҙенең йөҙө шундай яғымлы... Кем икән был?

Ҡатын, күҙҙәрен асып, үҙенең ҡайҙа икәнлеген хәтерләргә тырышты. Салон эсендә тоноҡ ҡына ут яна, эргәһендә йәш балалай мыш-мыш килеп, сәйәхәтселәр йоҡлай. Ошо тынлыҡҡа ләззәтләнеп, Гөлзилә тағы күҙҙәрен йомдо, әммә уны йоҡо алманы. Әле генә күргән төшөн ҡабаттан күҙ алдынан үткәрҙе. Әсәһелер, моғайын. Ул һәр саҡ уны күҙләй, быны   бала сағынан һиҙә. Йөҙө нурлы ине әсәһенең. Тимәк, ҡыҙы өсөн ул ҡыуана, сит илгә китеп барыуына ризалыр, күрәһең. Гөлзилә тәҙрәгә текәлеп, нисәмә йылдар күңеленә тынғылыҡ бирмәгән хәтирәләренә тағы ла бер бирелеп, үткән бала сағына ҡайтып әйләнде...

...Август аҙағы. Йорт алдында бик күп кеше йыйылған. Өй эсенән илаған, сеңләгән тауыштар ишетелә. Иҙән уртаһындағы һәндерәлә аҡ кәфенгә төрөлгән йәш кенә ҡатын кәүҙәһе ята. Бәләкәй генә ҡыҙсыҡ уның һәленеп төшкән ҡара оҙон сәс толомдарын йыйып маташа. Һарыҡай аңламай: ни эшләп барыһы ла илаша икән? Апаһы ла, ағаһы ла илай. Әсәһе йоҡлап ята бит, уятып ҡуймаһындар инде.

Бер аҙҙан балаларҙы тышҡа сығарҙылар. Ихата тулы халыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар урам алдындағы йәшел үләнгә сүгәләп ултырған да балауыҙ һыға. Өләсәһе улар янына барып ултырҙы, ул да ни эшләптер һамаҡлап-һамаҡлап илай. Тик Һарыҡай ғына иламай. Ул бер талай илашҡан кешеләргә ҡарап торҙо ла  өләсәһенең алдына килеп башын һалды. Башҡалар уға ҡарап: “Ииии, бисара балаҡай, әсәһенең үлгәнен дә аңламай шул...” – тиештеләр. Быны ишеткән ҡыҙ был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен йүнләп аңламаһа ла, битен ҡаплап илаған булып ятты. Йәнәһе, күрегеҙ, мин дә һеҙҙең һымаҡ илай беләм... Бына ошолай килеп инде бәләкәй ҡыҙсыҡтың мейеһенә тәүге хәтирәләре, ошондай тәьҫораттар менән зиһене асылды.

“Һарыҡай” ҡушаматы уға тыуғас та йоҡҡан. Атаһы ла, әсәһе лә ҡара сәсле, ҡара күҙле. Ә апаһы менән ағаһы уларға оҡшағандар! Тик иң бәләкәстәре генә ҡартатаһына – атаһының атаһына оҡшап, зәңгәр күҙле, сәсе ҡылғандай һап-һары булып тыуған. Йөҙө лә ҡояштай түп-түңәрәк...

 

*   *   *

 

Автобус елгән ыңғайға Гөлзиләнең дә уйҙары бала сағына елде. Улар әсе ел кеүек ҡатындың күңелен өттө. Күңелен ауыр тойғолар биләп алды, ирекһеҙҙән күҙҙәренә йәш тамсылары эркелде. “Эй-й-й, балаҡайым... – тине ул бышылдап ҡына, шул бәләкәй ҡыҙсыҡты йәлләп. – Күпме ҡайғы-хәсрәт кисерергә тура килде һиңә, апайыңа, ағайыңа... Нисектәр генә түҙҙегеҙ икән?!” Хәтер ебен артабан һүтте Гөлзилә.

...Иҫендә ҡалған икенсе ваҡиғаны хәтеренә төшөрҙө. Шул уҡ өй, бер нимә лә үҙгәрмәгән. Ишек янында шул уҡ мейес, өй түренең ике яҡ мөйөшөндә ике тимер карауат тора, уртала ауылса оҙон өҫтәл. Уның төпкө яғына таҡтанан эшләнгән оҙон эскәмйә ҡуйылған, биръяғында – бер-ике бүкән. Йәй. Төшкө аш ваҡыты. Мөхәмәттең ғаиләһе иҙән уртаһына йәйелгән иҫке балаҫ өҫтөнә ултырып, төшкө тамаҡ ялғай. Самауыр артында – уның йәш бисәһе. Асыулы йөҙ менән сәй яһай. Ғәрифә әбей янына береһенән-береһе бәләкәй өс бала теҙелешеп ултырған. Ололарҙың ҡысҡырып һөйләшеүен ишетһә лә, Һарыҡай нимә тураһында һүҙ барғанын аңламаны. Ҡарсыҡ, яҙғы ташҡын ваҡытына ҡарамай, балаларҙың атаһы менән һөйләшергә тип килгәйне. Уны тик бер уй борсой: балаларҙы үҙенә алып көтөргә. Әммә был юлы ла һөйләшеү килеп сыҡманы, Ғәрифә әбей илай-илай Сыуаҡлыға ҡайтып китте.

 

*   *   *

 

Көн яҡтырҙы. Автобус тәүге ялға туҡтаны. Сәйәхәтселәр төшөп, ҡулдарын болғай-болғай, яурындарын һелкетә-һелкетә күнегеүҙәр яһап, тәнен яҙҙырырға тырышты. Һәр кемеһе сумкаларын аҡтарып, юлға тигән ризыҡтарын сығарып, ситтәрәк ҡуйылған эскәмйәләргә теҙелде. Гөлзилә лә ризыҡ һалған пакетын сығарып, эскәмйәләрҙең береһенә барып ултырҙы. Үҙе эргә-тирәһендәге юлсыларға күҙ йүгертте, әммә үҙенә иптәш булырҙай юлсыны күрмәне. Һәр кемеһенең пары бар, уның кеүек япа-яңғыҙ сығып китеүселәр юҡтыр, күрәһең. Һәр береһе төркөм-төркөм булып, бер-береһе менән аралаша. Гөлзилә уларға моңһоу ҡараш ташлай-ташлай тамаҡ ялғаны ла урынына инеп ултырҙы. Автобус оҙаҡ торманы, пассажирҙары ул-был эштәрен тамамлауға, юлын дауам итте. Юҡ, Гөлзилә яңғыҙ түгел. Уны уйҙары яңғыҙ итмәй, һәр ваҡыт баш мейеһен ниндәйҙер уй өйкәй. Әле лә телевизор ҡабыҙғандай, тағы уйҙарын ҡабыҙып ебәрҙе.

Ғәрифә ҡыҙының балаларын үҙенә алырға теләп, Сыуаҡлы  менән Ҡарғалы араһын тапаны. Анһат булманы уға йәйәүләп байтаҡ араны әленән-әле йөрөргә, әммә ейәнсәрҙәрен үҙенә алыу теләге көслө ине. Ҡыҙсыҡтарының ҡурҡышҡан йөҙҙәре күҙ алдынан китмәне. “Һис шикһеҙ, алырға кәрәк балаларҙы, ҡул ҡаушырып ултырһаң, бер нимә лә килеп сыҡмаҫ”, – тип уйланы ул. Ике ауыл араһын тапаһа тапар, әммә балаларҙы барыбер үҙенә аласаҡ! Ошондай уйҙар, теләктәр менән ул һәр көндө намаҙ уҡыны. Берҙән-бер йыуанысы – намаҙҙары бар. Ҡайғыларын доғалар менән баҫты, Аллаһы Тәғәләгә һыйынды. Юғиһә, берҙән-бер улының һуғышта ятып ҡалыуын, инде килеп ҡыҙының да үлемен нисек күтәрер ине? Ҡайһы саҡта үҙ алдына һөйләнеп, илаулап та ала. Әле лә ул: ”Сәғәҙәтем һуғыштан ҡайтмағанға күрә, исмаһам, Нуриям иҫән булһасы!” – тип һамаҡлай-һамаҡлай урындыҡҡа килеп ятты. Иртәгеһенә таң менән елп-елп баҫып күршеһе Хәмдиә әбей килеп инде. Уның артынса ҡаршыһында йәшәгән Маһира ла күренде.

– Йә, ни хәл Ғәрифә? Нисек йөрөп ҡайттың?  – тине Хәмдиә, күршеһен имен күреүенә ҡыуанып.

–       Кисә ҡайтҡаныңды тәҙрәнән күреп ҡалдым да бит, ҡапыл йүгереп инеп буламы ни, көн кисләне лә ҡуйҙы, – тип Маһира ла һүҙгә ҡушылды. – Мынау ташҡын мәлендә йөрөмә тип әйттем инде, ултырып түҙмәйһең шул...

–       Эй-й-й, түҙеп ултырырлыҡмы ни? Ошондай мәлдә генә барып тотмаһаң кейәүҙе, көнө-төнө эштә бит! Тиҙҙән ер асыла бит. Яҙғы сәсеү башланһа, унан йәйге бесән мәле – уны тотоп та булмаясаҡ! Ул өйҙә саҡта өлгөрәйем, үҙе менән һөйләшәйем  тип киттем шул.

–       Шунан? Өйҙә тота алдыңмы һуң? – тине Хәмдиә түҙемһеҙләнеп.

– Һөйләшә алдыңмы? – тип өҫтәне Маһира. 

–       Бирмәнеләр, тәки бирмәнеләр... – тине Ғәрифә моңһоу тауыш менән.

– Нимә тиҙәр? – Күршеләре икеһе бер юлы һорау бирҙе.

– Һай яман ҡатыны, һай телдәр... Сарылдап ултыра! Мөхәммәткә һүҙ ҙә йоҡтормай!

–       Нимә тигән була инде?

–       Балалар үҙебеҙгә лә кәрәк, ти!

–       Үҙенең түлһеҙ икәнен белә! Балаһы булмағас, кеше балаһын йомшарға итә!

–       Эй, бигерәк бәләкәс бит әле ҡошсоҡҡайҙарым! Һарыҡайға өс йәш тә юҡ бит әле, иҫе инмәле-сыҡмалы. Ҙурына биш йәш. Ул балаларҙы нисек йомшамаҡ кәрәк?!

–       Эйе шул, дөрөҫ әйтәһең.

–       Йөрөүеңде туҡтатма! Йөрөгән таш аҫтында һыу ятмай!

–       Эйе шул, бирерҙәр, бирмәй ҡайҙа барһындар...

Әбейҙәр, сынаяҡтарын түңкәреп, ҡайтырға сыҡты.

*   *   *

 

Рәсәй туристары менән лыҡа тулы автобус Белоруссия киңлектәре аша, Брест ҡалаһы янынан туҡтамай ғына үтеп китте.  Гөлзиләнең  күҙ алдынан совет һалдаттарының атыша-атыша барғаны, олатаһының, ҡартатаһының йөҙҙәре сағылып киткәндәй булды. Һуғышта ятып ҡалғандарҙың һөйәктәре ошо ерҙәрҙә яталыр, моғайын, тип оҙаҡ уйланып барҙы ул. Ҡайһы тарафтарҙа башын һалды икән уның Сәғәҙәт олатаһы? Ғәрифә әбейҙең берҙән-бер бөртөк улы, түңкәрелеш йылында тыуып, ғүмере гел ғәрәсәттә, гел алышта, ут эсендә булды.

Дальный Восток урамынан

Табып алдым бер йоҙаҡ.

Китеүҙәре тиҙ булһа ла,

Ҡайтыуҙары бик оҙаҡ, – тип яҙған Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп йөрөгәнендә. Эйе, Сәғәҙәт Хәкимовҡа тыныс тормошта йәшәргә тура килмәй. Дүрт йыл әрмелә йөрөгәндән һуң Фин һуғышына ебәрәләр. Унан һуң тура Бөйөк Ватан һуғышына инеп китә. Яу башынан алып аҙағынаса үтә, тик тыуған өйөнә ҡайтып инергә генә яҙмай. Бөйөк Еңеү алдынан хәбәрһеҙ юғалып ҡуя. Тормош ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәргән был әбейҙәр йот йылындағы аслыҡты ла, дәһшәтле һуғыш афәтен дә үҙ баштарынан үткәрә. Һынауҙарҙы еңеп сыҡҡан инәйҙәрҙе хәҙер һуғыш афәте ҡайыҙлай, күҙ ҡараһылай ҡарап үҫтергән улдарын тартып ала.

 

*   *   *

 

Ҡыш. Ғәрифәнең йөҙөндә бөгөн нур уйнай. Көтә ул, көтә...

Мейескә утын өҫтәне лә, тағы тәҙрә янына килде. Өйө уның һәр ваҡыт йылы: мунса ҙурлығындай өйҙө йылытыуы еңел – бер ҡосаҡ утын етә. Әммә был юлы ул мейесенә тағы ла утын өҫтәне. Уға бәләкәс кенә, әммә бик ҙур һәм ҡәҙерле ҡунаҡтар киләсәк. Әбей түҙемһеҙләнеп, йөрәкһеп, ураған һайын тәҙрәгә күҙ һалды. Сал сәстәрен аҡ таҫтары аҫтына рәтләй-рәтләй тәҙрә янына килеүгә, бырауылканан килеп сыҡҡан ылауҙы шәйләне. Ат уның урамы яғына боролдо. Сананың буш түгеллеген дә абайлап өлгөрҙө хужабикә. “Сөбханаллаһ!” – тип, башына теткеләнеп бөткән иҫке дебет  шәлен бөркәнеп  тышҡа атылды.

– Тр-р-р... – Рамаҙан атты туҡтатып та өлгөрмәне, Ғәрифә сана янында ине инде.

Толоп эсенән ике баш күренде: береһе – ҡара, икенсеһе – һары.

“Ҡараҡай” менән “Һарыҡай”ҙы күтәреп өйгә индерҙеләр. Ғәрифә шатлығынан туҡтауһыҙ: “Сөбханаллаһ! Сөбханаллаһ!” – тип ҡабатланы.

–       Төклө аяғығыҙ менән, балалар! – тине, Рамаҙан өйгә ингәс тә.

–       Эй-й-й, ҡошсоҡтарым минең! Һеҙҙе күрер көн дә бар икән! – тип Ғәрифә ҡыҙҙарҙың әле береһен, әле икенсеһен алып ҡосаҡланы. Ҡыуанысынан ул нимә эшләргә белмәне. – Әйҙә, әйҙә, Рамаҙан улым, түрҙән уҙ! Ниндәй ҙур эш атҡарҙын, балаҡайым, ниндәй ҙур сауап алдың ейәнсәрҙәремде барып алып! Мәңге ризамын һиңә, мәңге ризамын.

Әбейҙең шатлығын бүлешергә күршеләре Хәмдиә менән ҡаршылағы Маһира күстәнәстәрен тотоп, йүгереп килеп етте.

Ошо көндән алып ике ҡыҙсыҡ өләсәләре ҡулында бик бәхетле ғүмер кисерә башланы. Тик ағалары ғына Ҡарғалыла тороп ҡалды. Әсәһе үлгәндең икенсе көнөнә Нурфәиз 1-се класҡа уҡырға барырға тейеш ине, мәктәпкә барҙымы ул, юҡмы – уныһын Һарыҡай иҫләмәй. Ағаларын улар бик-бик ярата ине.  

  Ҡыҙҙарының килеүенә һөйөнөп бөтә алмаған Ғәрифә хәл белергә ингән һәр кешегә үҙенең шатлығын систе:

–       Толоп эсенән ике баш күренде! Береһе – ҡара, икенсеһе –  һары.... – тине ҡыуанып. 

–       Нурфәизе күренмәй! Уныһын бирмәнеләрме? – тип һорай ҡуйҙы килеүселәрҙең береһе.

–       Бирмәнеләр шул! Ярай, ярай, аҙаҡтан улымды ла алырбыҙ, Алла бойорһа. Алырбыҙ, алырбыҙ... – тип үҙен йыуатҡан булды Ғәрифә.

–       Ярай әле был икәүҙе биргәстәре...

–       Аһ-аһ, бирмәй ни, аталары көнө-төнө эштә, балалар бит үгәй ҡулында! Үгәй  үгәй инде, балаларҙы ҡыйырһыта тип ишеттем.

*   *   *

 

Ғәрифә бөтә хәсрәтен, ҡайғыһын ике бәләкәй ҡыҙсыҡҡа баҫты. Тегеләре үҙҙәрен ошо бәләкәй генә өйҙә иркен тойҙолар, ҡыуандылар, шатландылар. Үгәй әсәйҙәренән ҡурҡҡан йәндәре бер аҙ тынысланып, матур ғына йәшәп алып киттеләр. Уйнанылар, йырланылар, бейенеләр – өләсәләренә бар һөнәрҙәрен күрһәттеләр.

Йәй етте. Ҡыҙҙар әбейгә эйәреп яҡындағы урманды, ялан-ҡырҙарҙы ҡыҙырып, еләк-емешкә йөрөнө. Ғәрифә ауыл янындағы еләкле урындарҙы яҡшы белде – буш ҡайтманылар.

–       Өләс, өләс, кил йәһәтерәк! Мин еләкле урынды таптым! Еләк кү-ү-үп! Бында килегеҙ! – тип ҡысҡырҙы Һарыҡай.

–       Минең янға килегеҙ! Минең янда ла еләк күп! Суҡмалып ята! – тип ҡысҡырҙы Умырзая.

–       Йыйығыҙ, йыйығыҙ! Кемегеҙ тиҙерәк һауытын тултырыр икән? – тип уларҙы ҡеүәтләне әбекәй.

Ике ҡыҙсыҡ урманды яңғыратып ҡысҡыра-ҡысҡыра, ярышып еләк йыйҙы. Төш ауыуға улар һауыттарын тултырып, ҡайтырға сыға инеләр.

Алып ҡайтҡан еләктәренән өләсәләре ҡаҡ ҡойҙо, бетәүләй киптерҙе. Йәйге емештән эшләгән тәмлекәсте ҡышҡы оҙон көндәрҙә сәйгә ҡушып эсерҙәр ине. Йоҙроҡтай ҙур шәкәрҙе көс-хәл менән ярыуы үҙе бер ҡыҙыҡ була торғайны. Йәй буйына яланаяҡ йөрөп, сәнскеле үләнгә баҫҡан саҡтары ла күп булды.

Бер көндө өләсәләре уларға эйәреп Һаҡмар буйына  килде. Яр буйында соҡор ҡаҙып, эргә-тирәнән сыбыҡ-сытыр йыйып  ут яҡты. Ҡыҙҙарҙан төрлө шифалы үләндәр йыйҙырҙы.  Уларҙы ут янып бөтөп, көл-күмергә ҡалғас, соҡор эсенә һалды ла  ҡайнаған һыуҙы ҡоя-ҡоя, быҡтырҙы. Аҙаҡ әбей шул соҡорҙағы үләндәргә күмелеп ятты...

...Ҡар күҙе төшөүгә уларға урыҫ знакумыйҙары килеп инде. Урыҫ тигәс тә, башҡортса һөйләшә. Йыйып алынған көҙ-байлыҡ баҙға инеп ятыуға, йыл һайын ауылға килә икән. Был юлы ла ул Ғәрифә әбейгә һуҡлыҡты, картуфҡа алыштырырға матур-матур һауыт-һаба алып килгән. Баҙға төшөп  бер нисә биҙрә картуф йыйып алды. Ҡарсыҡтың етем ҡыҙҙарҙы япа-яңғыҙы үҫтереүен күреп, өҫтәп тағы ике пар сынаяҡ ҡалдырҙы. “Береһе – Ҡараҡайға, икенсеһе – Һарыҡайға”, – тине ул.

–       Эй-й, ҡайһылай матусҡайҙар! – тип ике ҡыҙсыҡ сынаяҡтарҙы тотоп ҡараны.

–       Быныһы миңә! – тип Умырзая үҙенә ҡыҙыл сәскәлене һайланы.

–       Ә быныһы минеке була! – Һарыҡай күк сәскәлеһен оҡшатты.

 

*    *    *

 

Йәмле шул Сыуаҡлы ауылы! Бер түгел, өс йылға аға – ике бәләкәйерәге Һаҡмарға ҡоя. Балалар йәй буйына һыуҙан сыҡмай, сыр-сыу килеп һыу инә. Һарыҡай йөҙөргә өйрәнер өсөн ырымға ышанып, бәләкәс балыҡты йотҡаны булды. Әллә оҫталығы булды, әллә ырым килеште – тиҙ арала өйрәнеп китте. Ирендәре күгәргәнсе һыу инеп, туғайлыҡта сабып йөрөп, арып-талсығып ҡайтып инерҙәр ҙә, өләсәһе әҙерләгән ыумасты ашап, йоҡлап китерҙәр ине. Эй, балаларҙың бәхетле генә  саҡтары...

Бер көндө Ҡарғалыға барып, ағаларын күрергә булдылар. Өләсәләре уларҙы Һаҡмар аша күперҙән алып сыҡты ла  Һәрешҡужа итәген буйлатып  урау юлдан йәйәү алып китте. Бер ҡулы менән таяҡ таянып, икенсеһен бөкөрәйгән биленә ҡуйып, ейәнсәрҙәрен эйәртеп, Ғәрифә ҡыҙы килен булып төшкән ауылға ҡарай атланы. Ҡыҙҙар һикерешә-һикерешә өләсәләре  артынан эйәрҙе. Таң менән сығып киткәйнеләр, ял итә-итә барып, төшкә ҡарай килеп тә еттеләр. Атаһы йәшәгән йорт янына барып, ҡойма аша ағаһының утын ярғанын ҡарап торҙолар. Уныһы уларҙы күрһә лә, яҡын килергә ҡурҡты – күрмәмеш булды. Шуны асыҡ хәтерләй Һарыҡай. Тыуған йорттарына инмәне ҡыҙҙар, өләсәләре ике өй аша йәшәгән Миңлебикә инәйҙәренә алып барҙы. Икенсе көндө нисек ҡайтҡандыр, уныһын хәтерләмәй Һарыҡай: әллә арыуҙан, әллә ағаһы менән күрешә алмағанға тетрәнеүҙән иҫе инмәле-сыҡмалы ине.

Башына һәр ваҡыт ап-аҡ таҫтар ураған Ғәрифә әбей дини кеше булды. Биш намаҙын да ваҡытында үтәп, йыл һайын ураҙа тотоп, Аллаһы Тәғәләгә һыйынып көн итте. Һарыҡай өләсәһе менән бергә ултырып намаҙ уҡып маташты. Ураҙа ваҡытында уның ыңғайына иртән тороп сәхәр ашаны, унан һуң әллә нисә тапҡыр тамаҡ ялғай-ялғай ҡояшты байытып, ауыҙ асты. Ҡыҙсыҡ өләсәһе ҡуйынында бәхетле бала саҡ кисерҙе.

Һаман да хәтерләй, ураҙа ваҡытында ул көн һайын өләсәһенән:

–       Ураҙа тоттоңмо? – тип һорап ҡаҡшатты.

–       Тоттом, – тиер ине уныһы.

–       Ҡайҙа? Йә күрһәт! – тип теңкәһенә тейә торғас, бер көндө өләсәһе уны үҙенсә ҡыҙыҡ итергә булды. Кискә ҡарай ейәнсәрен дөм-ҡараңғы соланға алып сыҡты ла:

–       Ана тора, – тип мөйөшкә төртөп  күрһәтте.

Ҡараңғы мөйөштә күҙе йызлап торған бапаҡты күргәндәй булып, Һарыҡай аҡырып өйгә йүгереп инеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ошонан һуң ул өләсәһен  “Ураҙаны күрһәт!” тип ҡаңғыртманы. 

Ниһайәт, Һарыҡай тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып инде. 1-се сентябрь көнө тәүге ҡыңғырауҙы унан бирҙерттеләр.  “Нишләп мин икән? Ана, мәктәп алдында әллә күпме бала теҙелеп тора, бөтәһенең дә әсәләре бар, тик минеке генә юҡ...” – тип уйланы ул һәм күңеле болоҡһоп китте.

Бер көндө Һарыҡай ырғый-һикерә мәктәптән ҡайтып инде лә, мәктәп сумкаһын урындыҡҡа ырғытып, өләсәһенә:

–       Алла юҡ! Алла юҡ! Үәт! – тип телен күрһәтте.

–       Уй, тиҙерәк яп ауыҙыңды! Хәҙер Хоҙай башыңа һуға! – тине уға өләсәһе. 

–       Юҡ, юҡ! Уҡытыусы апай “Алла юҡ “тип әйтте!

Шулай тип әйтеүе булды, башына балсыҡмы, ташмы килеп тә төштө. Һарыҡай ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрҙе:

–       Хоҙай бар! Хоҙай бар!

Ошо  ваҡиғанан һуң ул ғүмере буйына Алланың барлығына ышанып йәшәне.

Ҡарғалыла ҡалған ағаһы йәйге каникулдарҙан һуң атай йортонан Сыуаҡлылағы өләсәһенә ҡасып килде. Мунса кеүек бәләкәй генә өй эсе балалар шатлығы менән тулды. Бөтә күңеле менән Аллаһы Тәғәләгә һыйынған Ғәрифә улының һәм ҡыҙының ҡайғыһын ошо өс балаға баҫты.

Эй-й, күңелле шул ағалары менән! Кәзә бәрәстәре менән уйнайҙар, һәр береһенең үҙ бәрәсе бар – “Ванька”, “Манька”, “Санька”.  Урыҫса бер ауыҙ һүҙ белмәһәләр ҙә, уларға был исемдәр матур тойолдо.

–       Аҡ бәрәс минеке! – тине Һарыҡай.

–       Ә ҡараһы минеке! – тине Умырзая.

–       Ә ағайыма ниндәй бәрәс ҡала? – тине һәр ваҡыт ағаһын хәстәрләгән Һарыҡай.

–       Ә уның “Санька”һы бар! – тип Умырзая ағаһына алдараҡ тыуған бәрәсте тәғәйенләп тә ҡуйҙы.

Ә малды ашатырға ҡышҡыһын бесәне лә кәрәк! Нурфәиз өләсәһен арбаға ултыртып, ике һеңлеһен эйәртеп, яҡындағы яланға бесән сабырға йөрөнө. 7-се класты тамамлаған малай салғы менән бесән сапты. Ҡыҙҙар шишмәнән һыу ташыны, өләсәләре мәтрүшкә һалып, тәмле итеп сәй әҙерләне.

 

*   *   *

 

Ҡыш. Ҡояш ярсығы күктә саҡ ҡына эленеп торҙо ла  юҡҡа сыҡты. Әкренләп эңер төштө. Көндөҙ тауҙа сана шыуып арығын балалар, салбар балаҡтары туңып, танау остары, сикәләре ҡыҙарып, өйгә ҡайтып инделәр. Һарыҡайҙың бөгөн тамағы сиҡаҡлай ҙа сиҡаҡлай.

– Әәәә, Һарыҡайҙы кемдер һағынған! – тине Умырзая.

– Күстәнәс ашарһың, – тине өләсәһе.

Ысынлап та, Һарыҡайҙың күңеле нимәлер һиҙҙе: ниндәйҙер бер һағыш, юҡһыныу йөрәген өттө. Бер аҙҙан алыҫ-алыҫтан трактор гөрләгәндәй булды. Тауыш ишетелһә лә, ел һыҙғырып юҡҡа сығарғандай. Һарыҡай яҫтыҡтан башын күтәреп, ҡолаҡтарын ҡарпайтты.

 – Буран сыҡты... – тине өләсәһе.

Трактор тауышы тағы ҡабатланды, тағы... Ҡыҙ тороп ултырҙы ла:

–       Өләс, өләс, буран түгел, атайым килә ята!  – тине.

–       Мынау төндә нишләп йөрөһөн ул? Ят, йоҡла!

Һарыҡай ятһа ла, ҡолаҡтарын ҡарпайтып, ҡырҙан ишетелгән гөрләүҙе тыңланы. Трактор тауышы яҡынайғандан-яҡыная барып, уларҙың өйө янына килеп туҡтаны. Кескәй ҡыҙ ырғып торҙо ла  ялан аяҡ ишеккә йүгерҙе. Үҙе шатлығынан:

–       Өләсәй! Өләсәй! Атайым килде! – тип ҡысҡырҙы.

–       Ишбулдыға ҡырҙан бесән  алып килгәндәрҙер! Торма ишек төбөндә ялан аяҡ, кил бында! – Был хәбәргә ышанмаған әбей уны тынысландырырға ашыҡты.

Тик Һарыҡай ишек төбөнән китмәне. Шул саҡ тыштан ҡар шығырҙағаны ишетелде, һаҡ ҡына ишек ҡаҡтылар. Ғәрифә әбей тороп, ишек келәһен ысҡындырҙы. Ишектән Мөхәммәт килеп инде. Инде лә  ишек төбөндә яланаяҡ торған кинйәкәй ҡыҙын күтәреп алды.

Бәхет менән ҡайғы, аҡлы-ҡаралы һыҙат икән – алмаш-тилмәш йөрөй. Балаларҙың бәхетле көндәрен тағы ҡара ҡайғы алыштырҙы: өләсәләре ауырып түшәккә ятты. Бөгөнгөләй хәтерендә: был төндө ике ҡыҙ ҙа иҙәндә йоҡланы. Урындыҡта ауырыған өләсәһе ята, янында әбейҙәр теҙелеп ултырған. Иртәнсәк Һарыҡай бышылдап ҡына һөйләшкән әбейҙәр тауышына уянды.

–       Эй-й, бахыр балалар, хәҙер ҡайҙа ғына барырҙар инде...

–       Аһ-аһ, ҡайҙа тип ни, аталары бар ҙа баһа!

–       Үгәй әсәләре бик уҫал, тиҙәр. Аталары көнө-төнө ҡырҙа, балалар көнө буйына үгәй ҡулына ҡала инде...

–       Эй, яҙмыш, яҙмыш... Ни хәл итмәк кәрәк, күрәсәген күрәләр инде, ҡошсоҡҡайҙар.

Әбейҙәрҙең һөйләшеүен тыңлап ятҡан Һарыҡай сеңләп илап ебәрҙе. Апаһы ла ишетеп ятҡан икән уларҙың һөйләшеүен, ул да шым ғына илай башланы. Соланда йоҡлаған ағаһы ла ҡушылды.

Һарыҡай 3-сө класты тамамлаған йылда, йәмле йәй башында, еләк бешеп кенә өлгөргән мәлдә, өләсәләре уларҙы тағы ла етем ҡалдырып, донъя ҡуйҙы. Уға ни бары туғыҙ йәш ине. Әсәһе үлгәндә иламаған ҡыҙсыҡ,  был юлы үкһеп-һыҡтап иланы ла иланы. Балаларҙың кескәй генә йөрәктәренә оло ҡайғы шулай килеп инде. Улар өсөн тағы ла ҡайғылы көндәр башланды...

 

*    *    *

 

Ауыр уйҙарын башынан алып ташларға теләгәндәй, Гөлзилә башын сайҡап ҡуйҙы ла юлдаштарына баҡты. Йоҡлап туйған туристар ҡыҙыҡһынып тирә-яҡты ҡарап бара. Автобус Белоруссияны үтеп, Польшаға етте. Юл буйына еңел һәм йөк машиналары теҙелгән. Сикте үткәндә алты сәғәт торҙолар. Һәр береһенең сумкаларының төбөнә тиклем төшөп  тентенеләр, документтарын тикшерҙеләр, үҙҙәрен ҡапшап ҡаранылар. Тикшереү үткәндән һуң барыһы ла еңел тын алып ҡуйҙы. Ниһайәт, ҡуҙғалып киттеләр.

Алыҫ-алыҫта матур йорттар теҙмәһе күренеү менән, Гөлзиләнең кәйефе күтәрелде. Балкондарҙағы ҡыҙыл ярандар уның бөтә иғтибарын йәлеп итте. Сәскәләр әллә ҡайҙан йәм бөркөп, үҙенә саҡырып тора! Ҡатындың моңһоу күңеленә өмөт, нур тулғандай булды.

Автобус боролоп инеп, ял итеү урынына туҡтаны. Бында ҡапҡылап алырға матур кафе бар. Хатта һыу ҡойоноп алырға ла була икән. Гөлзилә  ҡул йыуырға  тип һыуҙы ҡайҙан ағыҙырға белмәй бергилке аптыранды. Кран борғосон эҙләп хәтһеҙ маташҡандан һуң, ҡулын һелтәп, инде китәйем генә тигәйне, сөбөрҙәп кенә һыу ағып китте. Ҡатын аптырап тора бирҙе лә  тағы ла кран аҫтына ҡулын һуҙҙы – тағы һыу аға башланы. Берәү ҡарап торһа, эсен тырнап көлөр ине. Гөлзилә ҡыҙыҡ күреп, байтаҡ ҡына һыу менән булашып торҙо. “Үәт әкәмәт, Европа ошолай була икән...” Һәр яңылыҡ уның зиһенен яҡтыртты, кәйефен күтәрҙе.

Туристар йомоштарын йомошлап бөтөп, автобусҡа инеп ултырҙы. Йыуынып, ҡапҡылап алған сәйәхәтселәр йәнләнде, һәр кем үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Гөлзилә иһә оҙон юлда оҙон уйҙарын тағатты.

 

*   *   *

 

Ҡырҙа ер һөрөп йөрөгән Мөхәммәткә ҡәйнәһенең үлеүе тураһында хәбәр еткерҙеләр. Ул бер юлы балаларын күсереп ҡайтыу ниәте менән машина яллап Сыуаҡлыға килде. Әбейҙең барлы-юҡлы донъяһын тейәп алырға ла иҫәбе бар ине. Донъя тип, әллә ни артыҡ нәмәһе лә юҡ  инде. Ҡаралты, Ғәрифәнең үҙ ҡулдары менән һуҡҡан балаҫтар, аҡ кейеҙ, үҙе күбегән юрғандар һәм һандыҡ. Ҡашығаяҡты ла тейәп алды. Һарыҡай:

– Бармайым, бармайым, өләсәй янында ҡалам! – тип үкһеп иланы. Аҙаҡ күрше инәһенә мөлдөрәп ҡараны. – Маһира инәй, мине алып ҡалығыҙ!

Әммә  яҙмышына яҙылғанды үтергә, күрәсәген күрергә тейеш булғандыр. Ике ҡыҙҙы ултыртҡан, әбейҙең ҡаралтыһын тейәгән машина ҡуҙғалып китте лә  ауыл осонда туҡтаны. Мөхәммәт күптән күрмәгән Мөхөтдин ҡайнағаһын күрергә инеп китте. Шул саҡ ауыл малайҙары машина башынан берәм-берәм ҡаралтыны алып ҡаса башланы. Төнгө ай яҡтыһында өләсәһенең һандығын ике яғынан тотҡан малайҙарҙың шәүләһен күреп  ҡалды Һарыҡай. Өйҙән Мөхәммәт йүгереп килеп сыҡты, әммә малайҙар тырым-тырағай ҡасышып, кемеһе ҡайҙа инеп юғалғайны...

Төнләтеп кенә машина Ҡарғалыға килеп инде. Балалар тыуған йорттарында йылдар үткәс тағы ла төн уҙғарҙы. Иртәнсәк торғанда аталары өйҙә юҡ ине. Улар шым ғына үгәй әсәләре менән сәй эсте. Өҫтәлдәге ашамлыҡҡа һис үрелмәй, ҡоро сәй менә генә сикләнделәр. Иҙәндә кисә тейәп алған әйберҙәрҙең малайҙарҙан ҡалған өлөшө ултыра ине. Өләсәһенең ярсылып бөткән сынаяҡтарын күреп, Һарыҡайҙың йөҙө моңһоуланды. Умырзая ла һағышлы күҙҙәре менән ҡарап ҡуйҙы. Бәхетле бала саҡтары ошо сынаяҡ ярсыҡтары кеүек селпәрәмә килеп ватылды. Ошо көндән башлап етем ҡалған өс бала өсөн тағы ла ҡайғылы көндәр, һағышлы төндәр башланды. Әсе нужа һурпаһын услап ҡына түгел, һоҫоп-һоҫоп эсергә тура килде сабыйҙарға. Бик оҙаҡҡа һуҙылды шул уларҙың ҡара ҡайғылы мәлдәре.

 

2-се бүлек

 

“Ваҡыт дауа, тиһәләр ҙә, етемлек һалған яралар һаман да төҙәлмәй икән ул. Иҫкә төшһә, әле лә йөрәк әрней”, – тигән уйҙар менән Гөлзилә күҙҙәренә тулған йәштәрен һөрттө.

Германияға улар бик тиҙ килеп етте. Ил территорияһына инеү менән гәпләшеп килгән туристар тынып ҡалды. Һуғышты үҙ күҙҙәре менән күрмәһәләр ҙә, һәр кемдең йөрәгендә немецтарға ҡарата нәфрәт тойғоһо һаҡлана ине. Һәр хәлдә, был ерҙәр аша үтеү күңелгә шом һалды, һуғыш дәүерен хәтерләтте. Бөйөк Ватан һуғышы үткән юлдар буйлап киләләр бит улар!  Оноторлоҡмо ни ул дәһшәтле һуғышты? Совет яугирҙәренең ҡаһарманлығын, күбеһенең ошо ерҙәрҙә башын һалыуын һис оноторлоҡ түгел. 

Илгә инһәләр ҙә,  Берлинға тиклем байтаҡ барҙылар. “Совет ғәскәрҙәре нисә көндә барып етте икән?” Кинәт Гөлзиләнең башына ошо һорау килде. Күҙҙәре немец ерҙәрен байҡаһа ла, күңеле ошо ерҙәрҙе мылтыҡ тотоп, йәйәү үткән ҡартатаһын иҫләне. Көн эҫе булыуына ҡарамаҫтан, көтмәгәндә килеп ҡалҡҡан ел уның сәстәрен туҙғытып үтте лә  тынып ҡалды. Был, бәлки, уның яу яланынан ҡайтмаған Сәғәҙәт йәки Әсәтулла олаталарының рухылыр?! 

 

*   *   *

 

Әбдрәхмәндең өйө тау түбәненә ҡарай Һаҡмар буйында урынлашҡайны. Ата-әсәһен граждандар һуғышы ваҡытында атып, Сереккүлгә ырғыталар. Етем ҡалған өс малай аслы-туҡлы йәшәп, үлемдән саҡ ҡотолоп ҡалалар. Илдә сәпсек үлмәй, тигәндәй, малайҙар үҫеп етеп, һәр кемеһе үҙ тормошон ҡора. Әбдрәхмәнде иртә өйләндерәләр. Ҡатыны Гөлъямал да етем була. Улар бала ғына көйө бергә йәшәй башлайҙар. Йәш ҡатын ауырға ҡалғансы апаруҡ йылдар үтә. Тәүге бала булып ҡыҙҙары Заһира, унан һуң  улдары Мөхәммәт тыуа. Уларҙан һуң тағы ла ике бала донъяға килә, әммә аслыҡтан бер-бер артлы йән бирә. Сабыйҙары артынан Гөлъямал да аслыҡтан мәрхүм булып ҡуя. Ялан эшендә йөрөгән Әбдрәхмән бесәнселәргә кәшәүәр булып йөрөгән Ҡәмәриәне өйөнә алып ҡайта. Унан тағы бер ҡыҙ бала донъяға килә.

Аталары ҡырҙа колхоз малдарына бесән саба, Мөхәммәт малай ғына көйө ялан аяҡ тауҙан-тауға йөрөп, һарыҡ көтөүен көтә. Заһира өйҙә үгәй әсәһенең балаһын ҡараша, көнө буйы йорт эштәре менән була. Бер көндө мөлдөрәмә тулы ауыр биҙрәләр күтәреп килгән Заһираны атаһы саҡырып ала ла:

–       Ҡыҙым, әллә кейәүгә бараһыңмы? Һине һоратырға килергә теләйҙәр, – тип өндәшә.

14 йәше яңы тулған ҡыҙ ул турала ишетергә лә теләмәй.

–       Уй, юҡ-юҡ, бармайым! – тип йылға буйына сығып ҡаса.

Күп илауҙан буҫлығып, арып-талсығып, кискә табан ғына ҡайтып инә. Ашарға әҙерләп йөрөгән үгәй әсәһе ризаһыҙлығын ҡарашы менән генә түгел, теле менән дә еткерә:

–       Өйҙә былай ҙа әрәмтамаҡтар күп!

Шым ғына тамаҡ ялғайҙар ҙа  һәндерәгә менеп яталар. Атаһы шәмде өрөп һүндерергә ынтылғанда, ҡыҙының тауышы ишетә:

–       Ярай, атай, барырмын... 

Бер-ике көндән ата-әсәһе менән кейәү егете килә. Мейес артына йәшенгән Заһира  ишектән ингән был өсәүгә күҙ һала. “Кейәү буласаҡ кешеһе йәш икән!” Атаһы уны ҡарт бабайға бирә икән, тип уйлаған ҡыҙҙың күңеле тынысланғандай булды.

–       Ҡыҙым, ҡайҙаһың? Кил әле яныбыҙға? – тип Әбдрәхмән ҡыҙын саҡырып алды.

Иҫке-моҫҡо ғына кейем кейгән Заһираның матурлығын күреп, егеттең йөрәге елкенеп ҡуйҙы. Уның һылыулығы кейемендә түгел, йөҙөндә ине. Ҡыҙ оялып ҡына өҫтәл янына килеп ултырҙы. Егеттең атаһы Имелбай һүҙ башланы.

–       Бына, улыма үҙем яусы булып килдем әле, ҡорҙаш. Бер-беребеҙҙе күптән беләбеҙ. Әсәтулла улыма һинең ҡыҙыңды һоратабыҙ.

–       Ярай, ярай. Изге эш, бик мәслихәт, – тип йөпләне уны Әбдрәхмән ҡарт.

Ҡәмәриә өҫтәлгә тамаҡ теҙҙе, әсегән балын да сығарып ҡуйҙы.

–       Беҙҙән –  тауар, һеҙҙән – ҡыҙ, – тип Имелбай өҫтәлгә янсыҡ сығарып һалды. – Ҡорҙаш, һин беләһең, беҙ  улым менән Шура йылғаһы буйында алтын йыуыу менән шөғөлләнәбеҙ. Ул миңә ҙур терәк, ярҙамсы. Донъя хәлен белеп булмай, үҙем иҫән саҡта, башлы-күҙле  итеп ҡуяйым  тием. Килен дә беҙгә ярҙам итеп йөрөр, кәм-хур булмаҫбыҙ...

Ошолай тамамланды уларҙың килешеүе.

 

*   *   *

 

Шура йылғаһы буйында алтын йыуып йөрөгән Әсәтулла балсыҡты ҡулы менән иҙә-иҙә, кәләшенең ҡояшҡа янған йөҙөнә күҙ һирпте. Бөгөн ул бойоҡ. Имелбай ҙа һүҙһеҙ тынып ҡалған. Бер аҙҙан ҡарт ҡомдо иләк аша үткәреү менән мәшғүл ҡатынға һүҙ ҡушты:

–       Килен, атайыңды ла һуғышҡа алалар икән. Иртәгә оҙатырға барырһығыҙ....

–       Эйе, китә шул, – тине Заһира бойоҡ ҡына.

–       Эй-й был ҡәһәрле һуғыш! Бер башланғас, туҡтар тимә. Оҙаҡҡа һуҙылыр инде ул...

Ҡара көҙҙөң ҡара көнө. Машзавод янына йыйылған халыҡтың йөҙөн ҡара һөрөм ҡаплаған, берәү ҙә һөйләшмәй. Улар араһында Әбдрәхмән дә бар. Заһира ире менән уны оҙатырға килде. Ирҙәр шым ғына баштарын эйеп, партия етәксеһенең телмәрен тыңлай. Ул һүҙен:

 – Фашистарҙы дөмөктөрөп, илебеҙҙе, еребеҙҙе немец илбаҫарҙарынан азат итеп, еңеү яулап ҡайтығыҙ! – тип йомғаҡланы.

–       Илебеҙ алдындағы бурысты намыҫ менән үтәргә тырышасаҡбыҙ. Ышанысығыҙҙы аҡларбыҙ, еңеү менән әйләнеп ҡайтырбыҙ! – тип ант итә һуғышҡа китеүсе ир-аттар.

Ғәзиздәрен һуғышҡа оҙатырға килеүсе ҡатын-ҡыҙҙар яулыҡ остары менән күҙ йәштәрен һөртөштөрә башланы. Әбдрәхмән кейәүе менән ҡыҙы янына килеп, кейеп йөрөгән итеген сисеп, ҡыҙына һондо:

–       Мә, ҡыҙым, һиңә ҡалдырам. Бында кәрәге тейер...

Заһира өндәшмәй генә аяғындағы сабатаһын сисеп, кирза итекте кейеп алды. Әбдрәхмән бер аҙ уларға ҡарап торҙо ла  кейәүенә боролдо:

–       Һуғыш оҙаҡҡа һуҙылыр, ахырыһы. Һине лә алып китеүҙәре бар, әҙер тор, – тине.

Һуғышҡа китеүселәр машинаға тейәлә башланы. Әбдрәхмән   тағы бер ҡараш ташланы ла  улар артынан атланы. Ылау ҡуҙғалыуға оҙатыусыларҙың ҡайһы берҙәре машина артынан йүгерҙе, ҡайһылары күҙ йәштәренә төйөлөп, һыҡтап иланы. Машина күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдылар. Һәр кемдең йөрәгенә оло ҡайғы һарылғайны.

Әбдрәхмәндең һүҙе дөрөҫкә сыҡты: күп тә үтмәй Әсәтулланы ла һуғышҡа алдылар. Күңелен йыуатырҙай балаға ла үҙа алмай ҡалды ҡатын, бик аҙ йәшәнеләр шул...

Заһира алтын йыуыуҙан китмәй, ҡайныһы менән бер-береһенә ярҙам итә-итә эшләйҙәр. Береһе ирен уйлап янһа, икенсеһе берҙән-бер улын уйлап борсола. Иҫән булыуын белдереп, һирәкләп булһа ла Әсәтулланың хаты килеп торҙо. Көндәрҙең береһендә уларға ҡара ҡағыҙ килтерҙеләр. Улының үлемен ишеткәс, Имелбай ергә ятып иланы.

–       Әсәтулла! Әсәтулла! – тип ҡысҡырҙы ул.

Ҡайғыны күтәрә алманы ҡарт, күп тә үтмәй үҙе лә гүр эйәһе булды.

–       Улының үлемен күтәрә алманы, ауыр ҡайғынан Имелбайҙың бауыры өҙөлгән! – тине ауылдаштары.

Бабайы артынан ҡәйнәһе лә яҡты донъя менән хушлашты. Заһира сит ауылда бер үҙе тороп ҡалды. Ҡайны-ҡәйнәһен ерләгәндән һуң, ул Таулы ауылына, үгәй әсәһе янына, ҡайтты. Унда ла аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрә ине. Ирҙәр һуғышҡа китеп бөткәс, ауылдағы бөтә эш ҡарт-ҡоролар, ҡатын-ҡыҙҙар, 10 – 13 йәшлек кенә  үҫмерҙәр иңенә ҡалған. Тал сыбығындай йәш ҡыҙҙарҙы бесәнгә алып сығалар, уныһы бөтөүгә ураҡ эштәре башлана. Игенде лабогрейка менән сабып, рига менән ташыйҙар. Аттар ҙа һуғышҡа китеп бөткән, үгеҙ егергә тура килә. Ҡыш үтеп, яҙ етһә, һабан һөрөргә сығалар. Ә иген баҫыуын билсәндән таҙартыу бала-саға иңенә төшә. Бер яҡтан – ауыр эш, аслыҡ, икенсе яҡтан ваба ауырыуы көсәйә, кеше күпләп ҡырыла.

Ҡәмәриәне Бөрйәнгә ағас ҡырҡырға ебәрәләр. Заһираның ҡулында ҡустыһы менән һеңлеһе тороп ҡала. Һуғыш башланғас, Мөхәммәт тә ҙурайып киткәндәй, ауыр эштәрҙе башҡара. Шуға ла уның ауырлығы әллә ни һиҙелмәй йәш ҡатынға. Ә өс айҙан һуң ағас ҡырҡып йөрөгән ерендә имгәнгән үгәй әсәләрен өйөнә ҡайтаралар.

“Ҡарғалыла ат һолоһо бар!” Ауылда таралған был хәбәрҙе ҡолағына һалып йөрөгән Заһира оҙаҡ уйлана. Күптәр 46-сы ат заводына барып эшкә урынлаша башлай. Бәхетен һынамаҡ булып, бигерәк тә ҡустыһын йәлләп, ул да Ҡарғалыға барып  эшкә төштө. Мөхәммәт өйҙә үгәй әсәһе менән тороп ҡала. Ҡырҙа нимә үҫә шуны ашап, тауҙан йыуа, әтнәкәс табып, урман араһынан еләк-емеш менән генә туҡланып, аслыҡ менән көрәште. Үгәй әсәһе тапҡан ризығын үҙенең балаһынан арттыра алмай. Бер мәлде Мөхәммәт “бойҙай станцияһы”на барырға ниәтләне. Ауыл малайҙарының: “Яҡындағы ҡалала поезға иген тейәп оҙаталар. Вагондарға тейәгән ваҡытта аҙ ғына булһа ла ашлыҡ ҡойолоп ҡала. Станцияға барып, шуны ашайбыҙ”, – тигән һүҙҙәрен ҡолағына һалып ҡуйғайны инде. Үҙен үҙе ҡарарлыҡ ҡына көс табыр, иҫән ҡалырға тырышыр! Аслыҡтан эсе күбеп үлгән ауылдаш балалар һаман күҙ алдынан китмәй. Уларҙы иҫләүе була, малайҙың күҙҙәренә йәш эркелә. Бер көн түҙмәне, өйҙәгеләргә лә әйтеп тормайынса, ауылдан 40 – 45 саҡрымда ятҡан станцияға китте. Кистән, ҡара таңдан торорға  тип әҙерләнеп ятҡан малай, йоҡлап ҡалмайым, тип борсолдо. Шуғалыр йоҡоһо өҙәрем-өҙәрем булды. Ниһайәт, таң беленә башланы. Үгәй әсәһен уятып ҡуймайым тип,  һаҡ ҡына тороп тышҡа сыҡты ла  урман яғына китте. Ул тураға – тауҙар аша тартылды. Хәтһеҙ ер йүгереп барҙы, тауҙы төшөп асыҡ юлға килеп сыҡҡайны, бәхетенә күрә, арбалы ат килеп сыҡты. Ултыртып алдылар – апаруҡ ер юл айҡан икән. Малай, һораһалар ҙа, ҡайҙа төбәп барғанын өндәшмәне. Ылау үҙ ауылына боролғас, арбанан төшөп ҡалып, тағы йүгерҙе, тау артынан тауҙы артылды. Һанда-һаяҡ осраған емеш-еләк менән тамаҡ ялғаны, шишмәләрҙән һыу эсте. Кискә ҡарай ғына ҡалаға килеп инде ул. Тамам арығайны үҙе, шулай ҙа бар көсөн туплап, малайҙар һөйләгән станцияны эҙләп тапты. Алдамағандар икән – ерҙә һибелеп ҡалған бойҙай бөртөктәре күренә. Ул асығыуынан ҡомһоҙланып, уларҙы сүпләп-сүпләп ашай башланы. Шул саҡта эргәлә генә уға берәү өндәште:

–       Улым, ипләберәк ҡылан, эсең күбеп ҡуймаһын! Ерҙең саңы тамағыңа һырылып, тын юлыңды ҡапламаһын, тием.

Йомшаҡ тауышҡа Мәхәммәт күтәрелеп ҡараны. Аҡ һаҡаллы бабай бына-бына ашаған игенен тартып алырҙар төҫлө тойолдо уға.

–       Олатай, мин асмын. Асыҡтым... – тип, мөлдөрәп кенә уға ҡараны.

–       Мә, тәүҙә һыу эсеп ал. – Бабай уға ҡулындағы көрөшкәне һуҙҙы.

Малай уның изге кеше икәнен төҫмөрләгәйне инде. Тынысланып, көрөшкәгә һуҙылды. Һыу эскәс, тәненә йән ингәндәй булды, ҡурҡыуы ла баҫыла төштө.

–       Улым, ҡайһы ауылдан килдең? – тип һораны бабай, ҡулына һепертке алып.

–       Таулынан...

–       Ә-ә-ә, бик алыҫтан икән. Нисек килеп еттең ул тиклем араны?

–       Йүгереп, олатай. Егеүле ат та осораны, – тине ул, үҙе тағы бойҙай сүпләп ашай башланы.

–       Ипләберәк һоғон, эсеңә тейеп ҡуймаһын.

–       Мин... Минең ашағым килә шул, олатай...

–       Атайың ҡайҙа?

–       Һуғышта.

–       Әсәйең бармы?

–       Үгәй әсәй һеңлекәшем менән өйҙә ҡалды.

–       Улай икән... Саҡ ҡына һуңлап килһәң, мине тап итә алмаҫ инең. Ошо тирәне йыйыштырам, һеперәм мин. Бөгөн саҡ ҡына һуңлабыраҡ киттем, һинең бәхетеңәлер. Бына, эшемде тамамлап, ҡайтырға йыйынам әле.

–       Олатай, саҡ ҡына ашайым инде. Тағы бер аҙ көт инде, – тине малай ялбарыулы тауыш менән.

–       Ярай-ярай, ҡабаланма. Ҡара әле, һинең бит ҡуныр урының юҡ, әйҙә беҙгә. Әбейем ашарға әҙерләгәндер, йыуынып та алырһың. Арығанһың бит, йоҡлап ҡайтырһың.

Мөхәммәт һүҙһеҙ генә ризалашты. Хәле лә мөшкөл ине шул. Тик ҡапҡанан инеүгә ул аяҡтан яҙҙы. Көнө буйы атлап хәле бөттөмө, әллә эҫе үттеме – башы сатнап ауыртты, уҡшыны. Хужабикә бабайы ҡайтыуына аш әҙерләгән ине – өйгә тәмле һурпа еҫе таралған. Мөхәммәт ашарлыҡ хәлдә түгел ине. Нисек кенә теләмәһен, башын күтәрә алманы. Уҡшый-уҡшый хәле бөтөп, йоҡлап китте.

–       Ҡайҙан таптың был баланы?

–       Таулы ауылынан йәйәү килгән бахырҡай. Атаһы һуғышта йөрөй, үгәй әсәһе бөтөнләй ҡарамаған. Ана бит, аслыҡтан хәле бөткән.

–       Меҫкен бала... Ярай алып ҡайтҡанһың.

– Бәхетенә, бөгөн һуңғараҡ ҡалдым шул. Иген килә лә килә, тейәп бөтөп булмай. Был малай ныҡ ас. Мине лә күрмәй, инеү менән ергә ятып бойҙай ашай башланы.

–       Эсе күбеп, үлеп ҡуймаһа ярай ҙа.

–       Күпмәҫ, һыу эсерҙем бит.

Икенсе көндө Мөхәммәт төш ауғас ҡына тәмле ризыҡ еҫенә күҙҙәрен асты. Асты ла, күптән бындай татлы еҫте тойғаны булмағас, бер килке ҡайҙа ятҡанын аңламай, иҫен йыя алмай ятты, ипләп кенә үҙен ҡапшап ҡараны. Кисәге хәлдәр хәтеренә төшкәс кенә башын ҡалҡытып ҡараны. Өҫтәл артында йылмайып әбей ултыра ине.

– Мин ҡайҙа ул?

–       Кисә олатайың һине станциянан үҙебеҙгә алып ҡайтҡайны бит. Әйҙә тор, йыуынып, ашап ал. Тәмле итеп бутҡа бешерҙем.

–       Ә-ә-ә... – Малай йылмайып ебәрҙе.

Йоҡоһо туйған, хәл ингән, ауырыуы ла үткән. Шатлығынан Мөхәммәт йүгереп тышҡа сыҡты, битен һалҡын һыу менән йыуып алды ла  “һә” тигәнсә өҫтәл артына килеп ултырҙы. Тәүҙә һөтлө сәйҙе бер тында эсеп бөттө, шунан бутҡаға ынтылды.

–       Аша, аша, улым, һинең өсөн генә бешерҙем.  – Ҡомһоҙланып бутҡа ҡапҡан малайҙы тынысландырырға тырышты. – Ипләп аша, йәме. Бер кем дә һинән ризыҡты тартып алмай.

Мөхәммәт тәмле бутҡаны ҡабаланмай ашап бөттө. Тәрилкәне ялап ҡуйҙы ла, оялып, башын ситкә борҙо, шым ғына рәхмәт әйтте. “Инде бирешмәҫ”, – тип уйланы әбей эстән генә. Ҡунаҡ малай мунсала йыуынап алғас, хужабикә уға төҫө уңған булһа ла бөтөн кейем-һалым, итек бирҙе. Кискә ҡарай арып-талып  эштән бабай ҡайтып инде.

–       Йә, улым, бөгөн хәлең нисек?

Малайҙың йөҙө яҡтырып китте, йылмайып рәхмәт әйтте.

–       Һәйбәт, Аллаға шөкөр, иртәнге тамаҡты ашап алды былай, – тине әбейе, бабайының итеген һалдырып.

Итек эсенән иҙәнгә ем ҡойолдо, ҡарсыҡ уны шунда уҡ сүпләп алды.

–       Былай булғас, бирешмәҫ. Ашаған малда өмөт бар.

Иртәгеһенә бабайға ултырып Мөхәммәт тағы станцияға килде. Ниәте ауыл яғына ҡайтыу ине.

–       Бәлки, беҙҙә ҡалырһың? Эшләргә эш табылыр, миңә ярҙамсы кәрәк. Тамағың да ас булмаҫ ине.

–       Ҡайтырға кәрәк, өйҙәгеләргә әйтмәй киттем бит, юғалтҡандарҙыр. Бәлки, тиҙҙән һуғыш бөтөп, атайым ҡайтыр. Ә мин өйҙә булмай ҡуйырмын...

Ҡарт башын сайҡаны – һуғыш афәтенең тиҙ генә бөтмәҫен һиҙә шул.

–       Йә, ярай улай булғас. Хәҙер, һеҙҙең яҡҡа барған берәй ылау белешеп ҡарайым. Юлың ҡыҫҡарыр. – Атаһының ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көткән малайҙың хәлен аңланы ул. Аҙаҡ  юлға оҙатҡанда ҡулына төйөнсөк тотторҙо. – Бына һиңә күстәнәс, Фирая әбейең әҙерләп бирҙе.  Ҡайтҡас һеңлекәшең менән бүлешеп ашарһығыҙ. 

Мөхәммәт “бойҙай станция”һына барып, туйып ҡайтып килә. Эйе, донъяла изге кешеләр бар бит ул! Шуға ла йәшәүе матур, ауырлыҡтар ҙа еңелерәк тойола! Тамағы туҡ булғас, малайҙың тауышы ла көр сыға. Йырларға ярата ул. Атаһының ҡурай тартып ултырғанын күҙ алдына килтерҙе. Бер мәжлестә бал эсеп алған ҡунаҡтар оҙон көйҙәрҙе һуҙып, моңло итеп йырлағанын ишек ярығынан иҫе китеп тыңлап торғайны. Заһира апаһы ла уны йыш ҡына йырлата. Үҙе, күҙ йәштәрен тыя алмай, һеңкелдәп илап ебәрә. Береһе илап, береһе йырлап  – шулай ҡайғыларын тараттылар.

Мөхәммәт тау башына менде лә  үҙе лә һиҙмәҫтән йырлап ебәрҙе:

Тау башына менеп бер йырланым,

Моңдарымды ебәреп алыҫҡа.

Йырлағым да килеп йырламайым,

Эскенәйем тулы ла һағышҡа...

Аҙаҡ  һарыҡ көтөүе көткәндә лә ул атаһынан ишеткән оҙон көйҙәрҙе һуҙып, үҙ алдына йырлай-йырлай йөрөнө. Күңелен һағыш баҫһа, шулай таратыр булды.

–       Эй моңло шул беҙҙең Мөхәммәтебеҙ! – тип һоҡланырҙар ине уны ишеткәндәр. – Тауышы әллә ҡайҙан ишетелә!

–       Мөхәммәт, һиңә йырсы булырға кәрәк. Һуғышта йөрөгәндәр янына барып, әллә йырлап ҡайтаһыңмы? – тип шаяртыусылар ҙа булды.

 

*   *   *

 

46-сы ат заводына килеп эшкә төшкән Заһира, бөтә таһыллығын һалып, һуғышҡа китә торған аттарҙы ҡарай, уларҙы тәрбиәләй. Уйында тик өйҙәгеләре. Ҡустыһын, үгәй әсәһен ҡыҙы менән Ҡарғалыға күсереп алып килергә ниәтләй. Тик әлегә үҙенең дә йәшәр урыны юҡ, кешелә өйҙәш тора. Шундай уйҙар менән ул ҡышты сыҡты.

Яҙға табан барактан бер бүлмә бирҙеләр, шунан ул ниәтен тормошҡа ашырып, туғандарын янына күсереп алып килде. Атҡа тигән һолонан бер аҙ үҙҙәренә лә өлөш сығарып, аслыҡтан ҡотолоп ҡалдылар. Һоло күптәрҙе шулай үлемдән ҡотҡарҙы, шуға ла күптәр бында күсеп килде лә инде. Ҡарғалы ауылы ҙурайғандан-ҙурайҙы.

 

*   *   *

 

Хәйбулланы һуғыштан бронь менән ҡалдырҙылар. Ат заводына килеп эшкә урынлашыуына байтаҡ ваҡыт үтте, тик һаман ғаиләһен алып килә алмай ыҙалай. Эше бик яуаплы шул. Көн һайын тигәндәй НКВД-нан килеп тикшереп торалар. Аттар ҡорсаңғынан ҡырыла башланы. Етмәһә, йоғошло  сир  тейеп, үҙе лә бер аҙ ауырып алды. Ир көн һайын өйҙә ҡалған балаларын уйлап әсенде. Тирә-яҡта аслыҡ хөкөм һөрә, күптәр үлә. Ә ул урман төпкөлөндәге ауылда ҡатынын туғыҙ бала менән ҡалдырып  бында китте. Эшкә урынлашҡас та ҡайтып алырмын тигәйне лә бит, һис форсаты сыҡмай.

Ҡар һыуҙары ағып, бер аҙ ер ҡороғас ҡына Хәйбулла НКВД начальнигы менән һөйләшеп, ат алып, йөҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Урманлыға ҡайтып китте. Өйөнә ҡайтып инһә, ни күрә: ҡатынының күҙҙәре эскә батҡан, балалары ҡоро һөйәккә тороп ҡалған, ҡабырғалары беленеп тора. Бәләкәй улы шешенеп үлгән. Әгәр тағы бер-ике көнгә һуңлаһа... Уйлауы ла ҡурҡыныс. Ошоларҙы күреп, ғаилә башлығының йөрәге һулҡылданы. Шунда уҡ өйҙәгеләрен арбаға тейәй ҙә башланы. Бер көн эсендә ғаиләһен алып, кисләтеп кенә Ҡарғалыға кире килеп тә инде. Көллөһө бергә барактағы бер бүләмәгә һыйҙылар. Бында, исмаһам, ат һолоһон ашап, балалары тере ҡалыр...

Тиҙҙән малайҙары, ысынлап та, теремекләнеп киттеләр. Юҡ, улар аталарынан ғына көтөп ятманы, аяҡҡа баҫыу менән ауыр эшкә егелделәр. Тауҙан-тауға, урман-ҡырҙар буйлап ялан аяҡ көтөү көтә торғас, табандары таштай ҡатты. Булған ғына ризыҡ һуғышҡа китеп торҙо. Халыҡ “Бөтәһе лә – һуғышҡа! Бөтәһе лә – Еңеү өсөн!” тигән лозунг аҫтында көн итте. Үҙҙәре аслы-туҡлы йәшәһә лә, һәр кемеһе ризығын ауыҙынан өҙөп фронтҡа ебәрергә тырышты.

Аттар ҡорсаңғынан ҡырылды. Ауырыу улар янында йөрөгән кешеләргә лә йоҡто. Малҡайҙар үлә башлағас, Хәйбулла бик ҡурҡты. Һәр ат өсөн башың китеүе бар. Үткән ҡыш бергә эшләгән  Ишбулдыны шулай оҙаттылар. Аттарҙы мәкегә һыу эсерергә алып барған да, айғырҙар үҙ-ара тибешеп китеп, береһе боҙҙа тайып имгәнгәйне. Йәрәхәтләнгән айғыр өсөн төрмәгә ултыртҡайнылар, киткән еренән ҡайта алманы – үлеп ҡалды.

Хәйбулла аттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә көсөн һалды. Ҡоро-һары таҡтанан үҙе эшләгән лапаҫ аҫтына ҡыуып индерҙе лә, өҫтәренә дус һипте. Ошо рәүешле бик күп малды ҡотҡарҙы ул. НКВД начальнигы көн аша килеп хәлде үҙе тикшереп торҙо.

Бер төндө Хәйбулла улы Фәритте уятты ла, аттар торған һарай яғына ыңғайланы. Малай өндәшмәй генә уның артынан эйәрҙе. Атаһының ҡайҙа алып барғанын белә инде. Был юлы ла һарайҙы үтеп китеп, киндер үҫкән шырлыҡ араһына инеп киттеләр. Соҡорға күмелгән ат мәйетен кире ҡаҙып, ҡабырғаһын тунап алдылар ҙа, тоҡҡа һалып, өндәшмәй генә өйгә ҡарай атланылар. Сафия уларҙы самауыр ҡайнатып көтөп тора ине инде. Ир алып ҡайтҡан итте бүлгесләп, самауыр эсенә һалды һәм еҫе таралмаһын өсөн, торбаһын мейес ауыҙына ҡаратып ҡуйҙы. Кеше йоҡлағанда ғына шулай тамаҡ туйҙырып ала ғаиләһе. Ас саҡта малдың нисек үлеүе мөһим түгел, ашарға ғына яраһын...

Барак стенаһының теге яғында ғына йоҡлап ятҡан Мөхәммәт ит еҫенә уянып китте.

–       Боҫоп ҡына төнөн ит бешерәләр... Бер семтем булһа ла, исмаһам, балаларға өҙөп бирһәләрсе. Мәрхәбәгә барып әйтһәм, Хәйбулланың башы төрмәгә китә бит инде, – тип һуҡранды Ҡәмәриә.

Малай өндәшмәһә лә, һуғышта йөрөгән атаһының тиҙерәк ҡайтыуын теләне. “Ҡасан ҡайта инде?.. Беҙ ҙә ит ашап, бер туйып алыр инек...” – тип уйланып ята торғас, ҡабат йоҡлап китте.

 

*  *  *

...Яланда сәсеү эштәре менән булып йөрөгәндәр йән фарманға сабып килгән һыбайлыны күреп, бигерәк тә ҡулын болғап аңлайышһыҙ ҡысҡырыуын аңлар өсөн бер аҙға туҡтап ҡалдылар. Яҡынлашҡан һайын уның тауышы асыҡ ишетелде.

– Һуғыш бөттө! Һуғыш бөттө! – тип һыбайлы малай һөрәнләй-һөрәнләй ары сапты.

Был һүҙҙәр кешеләрҙең аңына йәшен тиҙлеге менән барып етте: бер-береһен ҡосаҡлап илайҙар, ҡатын-ҡыҙҙар яулыҡтарын сисеп болғай башланы. Барыһының да күҙҙәрендә шатлыҡ ҡатыш сыҡҡан аһ-зар йәштәре.

–       Ишеттегеҙме, һуғыш бөткән?!

–       Һуғыш бөткән! – Мөхәммәт шатлығынан нимә эшләргә белмәй, эргәләге сауҡалыҡтағы ҡайын башына үрмәләп менде лә  бар көсөнә ҡысҡыра башланы. –         Һуғыш бөттө! Һуғыш бөттө!

Ил өҫтөнә ябырылған фашистарҙы өңөнә тиклем ҡыуып, совет яугирҙәре ҡайһыһы   сулаҡ килеш, ҡайһыһы аҡһап өйҙәренә ҡайта башланы. Кисәге фронтовиктар яралары уңалыр-уңалмаҫ эшкә сыҡты. Әбдрәхмән дә ике таяҡҡа таянып, Һаҡмар буйындағы ауылына түгел, тура Ҡарғалыға ҡайтып төштө. Заһира менән Мөхәммәттең ҡыуаныстарының сиге булманы.

Ҡарғалы ауылына килеп төпләнгән Әхтәм Шәрипов егет ҡорона ингән малайҙарҙы трактор йөрөтөргә уҡыта башланы. Заһира ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренселәрҙән булып ошо һөнәрҙе үҙләштерҙе һәм тракторға ултырҙы. Бер аҙҙан уға ҡустыһы, улай ғына түгел, башҡа ҡатындар ҙа ҡушылды.

1954 йыл иген емерелеп уңды. Халыҡ иген эшенә йомолдо, туйғансы икмәк ашап ҡалды. 46-сы ат заводы хәлләнеп, “Баймаҡ” совхозына әүерелде. Әбдрәхмәнде кладауай мөдире итеп ҡуялар. Ире һуғыштан ҡайтҡас, Ҡәмәриә тағы ла бер-бер артлы өс бала тапты. Тыныс, икмәкле тормош башланды.

Мөхәммәт әрме хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта дүрт йыл буйы үтте. Ҡайтҡас та тракторға ултырҙы. Хеҙмәттәш дуҫына кәләш әйттерергә Сыуаҡлы ауылына килгәндә осратты ла инде ул һыу һөлөгө кеүек Нурияны. Зифа буй-һын, аҡ йөҙөндә нурлы ҡара күҙҙәр балҡый, икенән ярып үрелгән оҙон ҡара сәс толомдары ҡупшы кәүҙәһенә төшөрөп һалған. Тәү күреүҙән уға ғашиҡ булды егет.

 Кәләш күҙләп йөрөгән Мөхәммәт тә ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ егет. Күпереп торған ҡуйы ҡара сәс, бөгөлөп торған оҙон керпектәр аша ҡараған һоро матур күҙҙәр – Нурия ла уны оҡшатты. Өйләнеү мәсьәләһен оҙаҡҡа һуҙманы йәштәр. Киләһе йомала уҡ егет дуҫын эйәртеп тағы ла Сыуаҡлыға, был юлы инде үҙенә кәләш әйттерергә килде. Йәш ғаилә тәүҙә баракта йәшәне, унан иҫке булһа ла бура һатып алып, өй һалып сыҡты. Мөхәммәт көнө-төнө тракторҙа сиҙәм ерҙәрен һөрөп, баҫыу иңләне. Көҙлө-ҡышлы ағас ташыны. Ғаиләне ишәйтеп, бер-бер артлы өс бала донъяға килде. Йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит... Тик йәш кәләш ҡапыл ауырып китеп, өс балаһын етем ҡалдырып, 27 генә йәшендә донъя ҡуйҙы.

Иргә ауылдаштары түлһеҙ ҡатынды димләне. Һылыу Нуриянан һуң уртаса матур   Фәтхиәне ысын күңелдән яратманы ул. Шуға ла күңелен эш менән баҫты – таң һарыһынан баҫыуға сығып китә.

Мөхәммәттең яҙмышы ергә бәйләнгән. Илгә иген кәрәк. Ғаиләһенән йыраҡлашты, балаларын тома етем хәленә ҡалдырҙы, ә бына ерҙән айырыла алманы. Илебеҙ ҡаҙнаһын байытыусы, халыҡты иген менән тәьмин итеүселәрҙең береһе булды ул. Көнө-төнө ер эшенән айырыла алмайынса, балаларын да ҡайтып күрмәйенсә, Мөхәммәт ил хәстәре менән йәшәне.

 

*   *   *

 

Көҙгөләй ялтырап ятҡан асфальттан барған автобус тәгәрмәстәре Берлин уртаһындағы ҙур майҙанға килеп туҡтаны. Туристар төштөләр ҙә  алдарында торған емерек бинаға текәлделәр. Яу иҫтәлеге булған был таш ҡәлғә һуғышты хәтерләтә. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән оҙаҡ ҡарап торҙолар. Баш мейеһе төрлө кисерештәрҙән ҡайнағандай тойолғас, Гөлзилә артабан ҡала буйлап йәйәү генә йөрөп килергә булды. Берлин һынлы Берлин урамдарын ҡарап барһын әле! Совет һалдаттарының һуңғы туҡталышы. Бөйөк Еңеү яуланған ҡала!

 

                      3-сө бүлек

 

Атайһыҙ үҫкән – ярты етем, әсәйһеҙ үҫкән – мең етем.

Умырзая менән Һарыҡай көнө буйына үгәй әсәй ҡарамағында булды.  Көндөҙ – икеһе лә мәктәптә. Фермала эшләгән Фәтхиә Һарыҡайҙы үҙе менән һауынға алып йөрөнө. Кескәй ҡыҙ уға ферма эштәрендә ярҙамлашты: күнәк менән һөт ташыны, һыйыр аҫтындағы тиҙәкте түкте. Нисек кенә ярарға тырышмаһын, барыбер үгәй әсәһе һәр эшенән кәмселек тапты. Ояһына ситтән килеп ятҡан ҡошсоҡто хәтерләтте Һарыҡай. Ҡурҡыуҙан гел йөрәге ҡалтыранды.

 Умырзая өй мәшәҡәттәре менән булды. Бер көндө ул мәктәп китапханаһынан китаптар алып ҡайтты. Уҡытыусы әҙәби әҫәрҙәр менән танышырға ҡушҡайны. Әммә ул китап уҡыу түгел, өйгә эштәрен дә әҙерләй алманы. Китапты ҡулына алыуы булды, үгәй әсәһе әрләй ҙә башланы:

–       Ниңә бушты бушҡа ауҙарып, китапҡа тексәйеп ултыраһың? Буштамаҡ! Һинең эшеңде мин эшләргә тейешме ни?

Умырзая өндәшмәй генә китапты япты. Кискеһен Мөхәммәт эштән ҡайтҡас, Фәтхиә уның ҡолаҡ итен ашай башланы.

–       Умырзаяң һис тыңламай, көнө буйына китапҡа тексәйеп ултыра!

Атаһы ҡыҙына ҡарашын йүнәлтте:

–       Ҡайҙа, күрһәт әле, ниндәй китап уҡыйһың? Бала китапты йәшереп ҡуйған урынынан сығарып, атаһына һондо.

– Зәйнәб Биишева “Кәмһетелгәндәр”.

– Уҡы, ҡыҙым, уҡы. Аҙаҡтан миңә һөйләрһең...

–       Ярай... – тине ҡыҙ ишетелер-ишетелмәҫ кенә итеп, үҙе шатлығынан нимә эшләргә белмәне. 

Иртәгеһенә ире эшкә киткәс, өйҙә ел-дауыл ҡупты: ҡатын оло ҡыҙҙы пыр туҙып әрләне.

–       Уҡытырмын мин һине, уҡытмай ҙа! Ҡара һин уны, эш эшләмәй,  китап уҡып ултырмаҡ була! – Ул китапты янып ятҡан мейескә ырғытты.

Умырзая китап артынан утҡа уҡталды.

– Ә-ә-ә, һин шулаймы әле? – Фәтхиә мейес янындағы йәмкәне утта ҡыҙҙырып алды ла  ҡыҙға яҡынлашты. – Хәҙер мин һине... Сис ыштаныңды, хәҙер артыңа мисәт һуғам!

Ул ҡыҙҙы баҫтыра башланы. Умырзая нисек етте шулай өйҙән сығып ҡасты. Быуыны ла ултырмаған бала күрше ауылда йәшәгән Заһира инәһенә барып һыйынды. Мөхәммәт хәлде һорашып ҡарағайны ла, бисәһе үҙенсә аңлатты. Эштән арып ҡайтҡан ир төпсөнөп торманы, Һарыҡай ҙа был турала ләм-мим өндәшмәне. Апаһының китеүенә үҙе үтә бошондо – өйҙәге янъялды хәҙер уның бер үҙенә күтәрергә тура киләсәк.

Йәй етте. Мәктәп балалары йәйге каникулға сыҡты. Сыуаҡлыла Һарыҡай менән Умырзая эргәһендә гел ҡыҙҙар була торғайны, бергә-бергә уйнанылар. Һарыҡай хәҙер япа-яңғыҙ: апаһы китте, ә атай йортоноң эргә-тирәһендә уның менән уйнарлыҡ, һөйләшеп ултырырлыҡ бер ҡыҙ юҡ. Күңеле болоҡһоно ҡыҙҙың. Иптәштәре менән уйнаһа, исмаһам, ҡайғыһы таралып, әсәһен юҡһыныуы бер аҙға ғына булһа ла баҫылыр ине. Кис етһә, уның йөрәген һағыш баҫты. Бигерәк тә эңер мәлендә ныҡ илағыһы килде. Ана-а, ҡояш тағы Һәрешҡужа тауы артына тәгәрәп, Сыуаҡлы ауылына төшөп, йоҡларға ятты. Көн һайын Һарыҡай ҡояшты оҙатып, үгәй әсәһенә күрһәтмәй генә илап алыр ине. Өләсәһе ауылы яғына тилмереп-тилмереп ҡараһа ла, ҡайта алманы.

Фәтхиә Һарыҡайҙы уятты ла  иртә менән һауынға китте. Ҡыҙ тороп өйҙө рәтләне, иҙәндәрҙе йыуып алды. Тышҡа сыҡһа, ҡапҡа янында ағаһы тора. Һағынған ине, ҡаршы барып, ҡосаҡлап уҡ алды.

–       Ағай, ҡайҙа йөрөйһөң?

–       Эй, Һарыҡай, һорама. Ҡайҙа тип ни, ҡайҙа етте, шунда йөрөйөм инде... Туғаным, мин ныҡ асыҡтым. Әйҙә, һарайҙағы тауыҡ ояларын ҡарайыҡ әле. Йомортҡа булһа, тиҙ генә бешереп  ашап алайыҡ!

–       Эй, ағай... Үгәй әсәйҙән ҡурҡам бит әле...

–       Эх-х, һин!.. Йә ярай, улайһа бер нәмә лә кәрәкмәй. – Нурфәиз йәне әрнеүгә түҙмәй, илай-илай ҡапҡанан сығып китте.

 

*   *   *

 

Йәй урталарында үгәй әсәһенең Шөгөр ауылында йәшәүсе бер туған һеңлеһе килеп төштө. Үҙе менән туғыҙ йәшлек ҡыҙын да эйәрткән. Мәстүрә Һарыҡайға бер аҙ турһайып ҡарап торҙо ла, телен күрһәтеп, әсәһе артынан өйгә инеп китте. Бер кис йоҡлағас, Мәхтимә ҡайтып китте. Мәстүрәне бер аҙға ҡалдырып торҙо. Һарыҡайҙың ҡыуанысының сиге булманы, иптәшле булдым, тип шатланды ул. Бергә-бергә уйнарҙар, үгәй әсәһе лә ҡунаҡ янында уны рәнйетмәҫ.  Был уйҙан йөрәге йылынды.

Кис етте. Хужабикә ҡыҙҙарҙың икеһенә бер карауатта йоҡларға урын әҙерләне. Һарыҡай ҡунағын төпкә һалып, үҙе ситкә ятты. Әммә Мәстүрәгә был оҡшаманы. “Мин ситтә ятам!” – тип еңмешләнеп, һүҙен һүҙ итте. Ә Фәтхиә аҙаҡ:

–       Нишләп ҡунаҡты ситкә һалып, үҙең хан ҡыҙылай төпкә ятып алғанһың, ә?! – тип ҡысҡырҙы.

Һарыҡай өндәшмәне. Ҡыҙҙар ҡабат урындарын алмашып ятты. Икенсе көнөнә лә шул уҡ хәл ҡабатланды. Мәстүрә үҙенең һүҙе һәр ваҡыт өҫтөн булыуына, инәһе уның һәр бер ҡыланышын хуплауына ҡыуанды. Хәҙер уның бар теләге: инәһенән Һарыҡайҙы туҡматыу. Иртә һайын йоҡонан ошо уй менән торҙо, үҙенсә план ҡорҙо һәм уны бойомға ашыра торҙо.

Ике ҡыҙ ихаталағы йәшел үләндә уйнап ултыра ине. Һарыҡай Сыуаҡлынан күсенеп килгәндә ватылған сынаяҡ ярсыҡтарынан (уларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлай – өләсәһенән ҡалған берҙән-бер ҡомартҡы) “табын” ҡорҙо ла, ҡунаҡ саҡырҙы.

–       Әйҙә, ҡәҙерле ҡунағым, сәй эсергә. Бына, кәнфиттән ауыҙ ит, – тип ул Мәстүрәнең алдына һый теҙҙе.

Кәнфит  тигәне ромашка сәскәләре ине. 

–       Һин ниңә минән көләһең, ысын кәнфит бирмәйһең?! Хәҙер инәйемә ошаҡлап, туҡматтырам һине, үәт! – тип сәрелдәп, илай-илай өй яғына ыңғайланы.

Илаған тауыш ишетеп, Фәтхиә килеп сыҡты.

–       Тағы нимә булды?! Нишләп илайһың? – тине лә ҡыҙҙы ҡосаҡлап алды.

Мәстүрә Һарыҡайға төртөп күрһәтте.

–       Анау мине туҡмай! Уйынсыҡтар менән уйнарға бирмәй!

Сабый йөрәге ҡурҡыуҙан леп-леп итеп ҡуйҙы.

–       Ах, башың ҡороғор ! Нишләп туғанымды туҡмайһың ? – тип үгәй әсәһе уны тибеп осорҙо. Мәстүрәнең йөҙөндә ҡәнәғәтлелек сағыла ине. Тик был хәлдән һуң ике ҡыҙҙың һөйләшмәй йөрөүе бер көнгә лә һуҙылманы – улар тағы ярашты. Уйнап туймаҫ саҡтары, шул тиклем уйнағылары килә. Бала күңеле кенә тотмай, оҙаҡ үсегеп йөрөй алмай шул.

Ихата эсе хәтфә йәшел үлән. Был юлы ҡыҙҙар үләндән алҡа эшләне. Һарыҡай уны күптән эшләй белә. Был юлы Мәстүрәне лә өйрәтте. Тик уның алҡалары матур килеп сыҡмай. Маташып-маташып та килеп сыҡмағас, үсегеп, ҡунаҡ ҡыҙ йән асыуы менән уның ҡолағындағы алҡаны йолҡа тартып алды. Ҡолағы ныҡ ауыртһа ла, Һарыҡай түҙергә тырышты. Илап ебәрмәҫ өсөн башын эйгәйне генә, Мәстүрә башына тондорҙо. Һарыҡай ҡаршы һуғырға ла өлгөрмәне, кәртә артынан Фәтхиәнең эштән ҡайтып килгәне күренде. Мәстүрә аҡырып илап уға ҡаршы йүгерҙе.

–       Нимә булды?

–       Мине Һарыҡай туҡмай... – тип сеңләне ҡунаҡ ҡыҙы.

–       Ах, ас бет, ҡаҡшаттың бит! Күрмәгәнеңде күрһәтәм бит хәҙер!

Тирә-яҡты байҡауға, ҡатындың күҙенә быҙау ҡыуғанда ҡулланған шыйыҡ сыбыҡ салынды. Шуны эләктереп, Һарыҡайҙы туҡмай ҙа башланы. Фәтхиә тотош донъяға булған асыуын ошо бәләкәс ҡыҙҙан алырға уйланы, ахырыһы – һуҡты ла һуҡты.

– Мә, ал кәрәгеңде, мә, мә! Тағы ла  Мәстүрәгә тейһәң, башыңды бороп ырғытам! – тип һеңлеһен етәкләп, өйгә инеп китте.

Сыбыҡ эләккән ерҙәре әрнеп һыҙлаһа ла, ҡыҙ улар алдында иламаны. Уға бер кем дә ярҙам итмәҫен һәйбәт белә. Бары тик быҙау эҙләгәндә генә урманға инеп, кеше күрмәгәндә туйғансы күңелен бушатып алды.

Мәстүрәнең килеүе Һарыҡай өсөн ғазапҡа әүерелде. Ата-әсәһе ҡуйынында ҡайғының ни икәнен дә белмәгән еңмеш ҡыҙ тиктомалдан үсегеп, инәһенә ошаҡлап, уны туҡматыуҙы ҡыҙыҡ күрҙе, хатта тантана итте. Унынсы көн  тигәндә, ниһайәт, кәртә артындағы баҫыу юлынан килгән Мәхтимә күренде. Уйнап ултырған Мәстүрә илай-илай әсәһенә ҡаршы йүгерҙе. Өйҙән Фәтхиә килеп сыҡты:

–       Ҡалай тиҙ килеп еттең? Каникулда ҡыҙың беҙҙә йөрөй бирһен ине! Тәүҙә тыныс ҡына бесәнеңде эшләп бөтһәңсе...

–       Ҡу-уй, берҙән-бер бөртөгөмдө һағындым. Мәстүрәне әйтәм, әле нисек түҙеп йөрөнө, тиң? Түҙмәҫ, һағынып илар  тиһәм. Улай оҙаҡҡа ҡалғаны юҡ ине бит! – тип әйтеүе булды, ҡыҙы ҡабат сеңләп иларға тотондо:

– Әсәй, мине Һарыҡай көн һайын туҡманы...

–       Күрмәгәнен күрһәтәм әле мин уға... – Фәтхиә үгәй балаһына йоҙроҡ күрһәтте. – Әйҙә, туғаным, өйгә ин. Юлдан һуң сәй эсеп ал.

Мәхтимә сумкаһынан перәник сығарып үҙ ҡыҙына тотторҙо ла, Һарыҡайға әйләнеп тә ҡарамаҫтан, апаһы артынан эйәрҙе. Мәстүрә әсәһе алып килгән күстәнәсте тәмләп-тәмләп ашап бөттө лә, валсығын юрамал уның өҫтөнә һирпеп, өйгә инеп китте. Һарыҡай етемһерәп йәшел үләндә ултырып ҡалды. Хәйер, уның ашағыһы ла килмәне – йөрәген ҡурҡыу биләп алғайны. Алда нимә көтәсәген алдан һиҙемләне...

Икенсе көнөнә иртәнсәк Мәхтимә ҡыҙын етәкләп  ҡайтырға сыҡты. Фәтхиә кәртә артындағы баҫыуға тиклем уларҙы оҙата барҙы. Һарыҡай, күҙ яҙлыҡтырмай, уларҙы күҙәтте. Хушлаштылар. Бына үгәй әсәһе өйгә табан боролдо ла  шәп-шәп атлап килә башланы. Һарыҡай ҡурҡышынан ҡаса ла алманы, хәрәкәтһеҙ ҡалды. Ҡатын уның сәсенән эләктереп алды ла  һөйрәп өйгә индерҙе һәм төпкө бүлмәнең иҙәненә ырғытты. Дарҫ-дорҫ атлап барып  ишекте япты, келәһен төшөрҙө. Ҡыҙ ҡасырға теләп   карауат аҫтына инеп киткәйне лә, яһил бисә аяғынан ғына һөйрәп сығарҙы. Фәтхиә ҡорбанына ташланған йыртҡыстай ине был мәлдә. Үсе ҡанғансы ҡыҙҙы туҡманы, башын иҙәнгә бәрҙе.  Һарыҡай нисек кенә ҡысҡырмаһын, нисек кенә ялбармаһын, үгәй әсәһе ишетмәне – туҡмауын белде. Эстәге енен сығарып бөткәс кенә иҫһеҙ ятҡан ҡыҙҙың кәүҙәһен ашатлап, ишек яғына йүнәлде...

Ҡыҙ күпме ваҡыт иҙәндә ятҡандыр, белмәй, үгәй әсәһенең  аяғы менән төртөүе генә аңына килтерҙе.

–       Менеп ят карауатыңа! Хәҙер атаң ҡайтыр, күҙенә күренәһе булма! – тип ҡәтғи тауыш менән бойороҡ бирҙе уныһы.

Һарыҡай көс-хәл менән ауыртҡан тәнен һөйрәп  карауатҡа менеп ятты ла, күгәргән йөҙөн, ҡанаған танауын күрһәтмәҫ өсөн, юрғанын бөркәнде. Эштән арып ҡайтҡан атаһы йыуынып алғандан һуң  өҫтәл янына килде.

–       Һарыҡай йоҡлаймы ни? – тине ул, карауатта ятҡан ҡыҙы яғына ымлап.

–       Йоҡламай нишләһен ул, һине көтөп ултырһынмы?  Өйҙә бер нәмә эшләмәй, быҙауҙы ла урмандан үҙем барып алдым.

Ир көрһөнөп ҡуйҙы, әммә өндәшмәне, ҡалаҡҡа ынтылды. Һүҙһеҙ генә тамаҡ ялғанылар. Һарыҡай мышнарға ла ҡурҡып, юрған аҫтында дерелдәп ятты. Атаһы янына ла килмәне, уятырға ла маташманы. Ҡатынына:

 – Иртәгә урман төпкөлөнә утын ҡырҡырға китәм, тамаҡ йүнәтеп, сумкаға һалырһың, – тине лә урындыҡҡа барып ятты.

Мөхәммәт ҡара таңдан тороп, тракторы менән өс-дүрт көнгә урманға сығып китте. Һарыҡайҙың ниндәй хәлдә икәнен белмәне лә, күрмәне лә. Ә ҡыҙ бала бер нисә көн урынынан торманы. Тәне һыҙланы, башы ауыртты.

Көнө-төнө эшләһә лә, ирҙең һис аҡсаһы булманы. Хәйер, ул осорҙа кемдең аҡсаһы булһын инде?  Балалары өсөн Мөхәммәттең күңеле һыҙҙы. Фәтхиәнең балаларына ҡаты булыуын һиҙеп йөрөнө, әммә бер нимә лә эшләй алманы. Ошондай ҡыҙыу эш ваҡытында ҡатын уны ташлап ҡайтып китер  тип ҡурҡты – донъяһы ҡарауһыҙ тороп ҡаласаҡ. Ә үҙе балаларҙы ҡарап өйҙә ултыра алмай, көнө-төнө эштә.

Йөҙөнөң күгәреүе бер аҙ бөткәс, Һарыҡай урман янындағы бәләкәй тауға менеп, күҙе талғансы Сыуаҡлы яғына ҡарап торҙо. Һағынды ул үҙенеке күргән өләсәһе ауылын. Иң бәхетле саҡтарын шул тиклем һағынды... Ә бер көндө   түҙмәне, картуфлыҡ яғына сыҡты ла  кәртә артынан туп-тура Һәрешҡужаға ҡарай йүгерҙе. Туҡтамайынса, хәле бөтөүгә лә ҡарамайынса йүгерҙе лә йүгерҙе. Үгәй әсәһе артынан баҫтырып килә кеүек тойолдо. Һаҡмарға килеп еткәс кенә туҡтап  тын алды. Үҙенең ҡылығына үҙе ҡыуанды ҡыҙ. Бына ниндәй ҡыйыу ул! Үгәй әсәһенән ҡасырға батырлыҡ тапты бит тәки!  Тәрән һыуҙан да ҡурҡманы, йөҙөп сыҡты! Йылға уны батырмаясаҡ – Һаҡмары уны таный! Һаҡмар – уның яҡлаусыһы, уға насарлыҡ теләмәйәсәк. Йөҙөргә өйрәнер өсөн бәләкәй генә селбәрә йотҡайны бит, бына шул хәҙер һыуҙы йөҙөп сығырға ярҙам итәсәк! Ҡурҡмайынса һыуға инде, тәрән булһа ла, бәләкәс ҡулдары менән ишә-ишә йөҙөп сыҡты. Ярға сыҡҡас, күлдәген һығып кейҙе лә  артабан атлап китте.

“Ана, бәләкәй Һәрешҡужа битләүендә Сыуаҡлы малдары ята, эргәһендә көтөүсеһе лә йөрөй. Моғайын, Дәүләтбай ағайҙыр. Ул ауылдың көтөүсеһе була торғайны. Эйе, ысынлап та ул! Үҙе үк ҡаршы килә ята ла баһаң!”

–       Һаумы, Һарыҡай! Бер үҙеңме ни?

–       Һаумы, Дәүләтбай ағай! Эйе, бер үҙем!

–       Һаҡмарҙы нисек сыҡтың?

–       Йөҙөп сыҡтым!

–       Һин шулай йөҙә беләһеңме ни? Нисек йөҙөп сыҡтың?

–       Бына ошолай! – тип, Һарыҡай бәләкәй ҡоластарын йәйеп күрһәтте.

–       Кемдәргә бараһың?

–       Үҙемә, Дәүләтбай ағай, үҙемә... – тине лә  ары атланы ҡыҙ, йүгереп арығайны инде.

Көтөүсенең: “Беҙгә кил!” – тигән һүҙҙәрен дә ишетмәне ул. Һарыҡай өсөн тотош ауыл уныҡы: ҡайһы ишеккә барып инһә лә ҡыуып сығармаясаҡтар! Быға уның иманы камил. Үҙәндәрҙән, йылға буйҙарынан, туғайлыҡтарҙан тыуған яҡ еҫе бөркөлә. Юл ыңғайында йыуа, әтнәкәй ашап алырға тауға менгәйне, бер талай ауылына ҡарап торҙо. Шундай йәмле бит уның тыуған яғы, шундай тәмле! Ысын ожмах булған ошо ерҙәрҙе күрер өсөн, тыуған яҡ һауаһын һулар өсөн үгәй әсә ҡулынан ҡаса-ҡаса ҡайтып килеүе бит тыуған яғына!

Бына уның ауылы, бәхетле бала сағы. Былтыр ғына ул ошо ауылда йәшәй ине! Һарыҡайҙың күҙҙәре йәшкә мансылды. Эй, яҙмыш, яҙмыш...

Ашҡына-талпына барып инде ауылына. Бырауылканы үтеп, уңға боролдо ла туп-тура өләсәһенең өйөнә ҡарай йүгерҙе. Ихатаға инде лә өйҙөң тәҙрәһенә барып ҡапланды:

– Өләсәй! Мин ҡайттым!

Бер аҙ тынысланғас, тәҙрәнән өй эсенә күҙ һалды: шул уҡ мейес, оҙон урындыҡ... Тик өләсәһе генә юҡ. Бына-бына өйҙән өләсәһе йүгереп сығыр ҙа  Һарыҡайын ҡосаҡлап алыр һымаҡ тойолғайны ла... Мәңге бик күрмәгән ишеккә ҙур йоҙаҡ эленгән. Һарыҡай ергә сүгеп ултырҙы ла  үкһеп илап ебәрҙе. Күңеле булғансы, туйғансы иланы. Үгәй әсәһенән ҡурҡып илай алмай йөрөгән ҡыҙ, был юлы йәштәрен иреккә ебәрҙе. Үкһей-үкһей бар хәстәрен сығарҙы ла  тынысланып ҡалды. Кискә тиклем шулай ултырыр ине лә, ҡапҡа шығырҙап асылғанға, башын күтәрҙе. Етеҙ хәрәкәттәр менән Хәмдиә инәһе килеп инде.

–       Аһ, ҡыҙым килгән икән дәһә! Нишләп беҙгә бармай  бында ултыраһың? Әйҙә, ҡыҙым, сәй эсеп алайыҡ! – тип ул Һарыҡайҙы үҙҙәренә алып ҡайтты.

Яратҡан инәһендә сәй эсеп алғас, йөрәге йылынып киткәндәй булды. Тәҙрәнән ике күҙе атылырҙай булып  урамды күҙәтте. Бергә уйнаған ҡыҙҙарҙы ла һағынғайны ул. Мөңгөрҙәшеп  көтөү ҡайта башлау менән тышҡа сыҡты. Ауылдаштары фәҡәт уны ғына көтөп торған тиерһең! “Һарыҡай ҡайтҡан!” – тигән хәбәр ауыл буйлап таралды. “Һә” тигәнсә янына йән дуҫы Фәйнә йүгереп килеп етте лә  һыға ҡосаҡлап алды. Һарыҡай бәхеттең етенсе күгенә менгәндәй тойҙо үҙен.

Иртәгеһенә таң менән дуҫы тағы ла килеп, уны үҙҙәренә алып ҡайтты. Рәхәтләнеп уйнанылар, һыу буйына төшөп килделәр. Дуҫының әсәһе Сәйбә инәй ҙә Һарыҡайҙы йылы ҡаршы алды, ҡунаҡ килгән  тип, бутҡа бешергән. Улар менән бергә сәй эсеү ҙә күңелле ине.

Ишек алдына сыҡтылар ҙа бейек тупһаға ултырҙылар. Дуҫы еләк тулы табаҡты уның алдына ҡуйҙы.

–       Кисә көндөҙ апайымдар менән еләккә барҙыҡ. Аша әйҙә! – тип Һарыҡайҙы һыйланы.

–       М-м-м, тәмлекәй генә, – тип, ҡыҙ ҡып-ҡыҙыл еләкте алып ҡапты ла саҡ илап ебәрмәне.

Былтыр ғына ошо мәлдә ул урмандан тәүге еләкте алып ҡайтып, түшәктә ятҡан өләсәһенең ауыҙына ҡаптырғайны. Бер йыл элек кенә... Яңы емеш ауыҙ итергә тамһынып ҡына ятҡандыр, ахырыһы, иртәгеһенә китеп тә барҙы. Ошоларҙы иҫләп, Һарыҡайҙың илағыһы килде, шулай ҙа тыйылды.

Ҡыҙ ҡараңғы төшкәнсе дуҫы менән уйнап, күҙ бәйләнгәс кенә Хәмдиә инәһенә ҡайтып инде. Уйынға әүрәгәнгә микән, уның бар ҡайғылары ҡул менән һыпырып ташлағандай  юҡҡа сыҡты. Уйнап туймаҫ сағы шул ҡыҙсыҡтың. Өйҙә уйнай ҙа алмай бит, уйнаһа, бәлки, ҡайғыһы таралыр ине... Һарыҡай һаҡ ҡына ҡапҡаны асып өйгә инде лә  Хәмдиә инәһе урындыҡҡа һалған урынға ятты. Көнө буйына уйнап, ныҡ арығайны. Төшөндә ҡояш нурҙары араһынан матур йөҙлө апай уның баш осонда оҙаҡ йылмайып торҙо...

 

*    *    *

 

Эй, яҙмыш, яҙмыш, берсә ҡайғыларға батырып, ҡара гүрҙәргә төшөрә, берсә ҡыуандырып, зәңгәр күктәргә күтәрә... Оҙон юл буйына Гөлзилә уйҙарына батып барҙы, быға тиклем ауыҙ асып бер кемгә һөйләмәгән хәлдәрҙе яңынан кисерҙе. Әйтерһең, оҙон сәфәргә ул ошо уйҙарын тағатыр өсөн генә сыҡҡан. Уйҙары, йомро-йомро йомғаҡтай, тағы ла үткәндәргә тәгәрәп китте.

...Яңы уҡыу йылына атаһы ике ҡыҙын да мәктәп-интернатҡа юлланы. Үҙ хәлдәрен әйтмәһәләр ҙә, уларҙың хәлен белеп йөрөнө. Ике бала көн  һайын мәктәп-интернаттан яуап көттө. Ниһайәт, ауыл почтальоны өйҙәренә ике төргәк ҡағыҙ алып килеп ҡалдырҙы. Береһендә –  Умырзаяның документтары, икенсеһендә – Һарыҡайҙыҡы. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡырға ала алмайбыҙ – урын юҡ. Документтарҙы кире ҡайтарабыҙ”. Күҙ йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн ҡыҙҙар урман төпкөлөнә барып иланы.

Йәй өйҙәге ваҡ-төйәк эштәрҙе эшләп, урманда быҙау эҙләп, бер ниндәй уйынһыҙ, шатлыҡ-ҡыуанысһыҙ үтеп китте. Уҡыу йылы башланды. Башҡалар мәктәпкә шатланышып барһа, Һарыҡайҙың йөрәгендә һис бер шатлыҡ әҫәре булманы. Уҡытыусылары Фазылйән ағай:

–       Быйыл арабыҙҙан берәү юҡ, Сәғитте интернатҡа уҡырға алдылар, – тине.

Шул саҡ кемдер берәү Һарыҡайға өндәште:

–       Ә һин ниңә барманың?

Уның һорауы яуапһыҙ ҡалды – ҡыҙ үкһеп илап ебәрҙе. Уҡытыусылары уны төрлөсә тынысландырырға теләне, тик йыуатырлыҡ һүҙҙәр табылманы. Былай ҙа Һарыҡайҙың уйы тик шул турала булды: “Ниңә мине алманылар икән? Сәғиттең бит атаһы ла, әсәһе лә бар, өйҙә әрләүсе лә, туҡмаусы ла юҡ! Мине алһаларсы...”

Ҡыҙҙың бәхетенә күрә, уҡыуҙар башланып, ун көн үтеүгә класҡа шат йылмайып, Сәғит килеп инде. Уны күреп, бөтәһе лә шаҡ ҡатты. Уға бер-бер артлы һорауҙар ябырылды.

  – Нимә булды? Ниңә уҡыуыңды ташлап ҡайттың? – тип һораны Фазылйән ағай.

–       Эй, миңә унда оҡшаманы! Һағындырҙы!

Эйе, атайлы, әсәйле булған Сәғиттең урыны ауылда, ата-әсәһе, дуҫтары, класташтары янында. “Ә мин ҡайтмаҫ инем! Таш яуһа ла ҡайтмаҫ инем!” – тип уйлап ултырҙы Һарыҡай, шат йылмайған класташына ҡарап. Әммә уйҙарын һиҙҙертмәҫ өсөн шым ғына ултырҙы ул. Тәнәфес ваҡытында уны мәктәп директоры Шәрифйән Ғәҙелшин кабинетына саҡыртып алды.

–       Класташың Сәғит интернаттан уҡыуын ташлап ҡайтты. Урынына һине ебәрәбеҙ, бараһыңмы?

–       Эйе, барам!  – тине ҡыҙ шым ғына.

Ә үҙенең йөрәге дарһлап типте, ҡыуанысынан илап ебәрмәҫ өсөн, башҡа өн сығарманы. Иртәгеһенә Мөхәммәт эшенән көн һорап алып, ҡыҙын интернатҡа үҙе алып китте.

Бына улар атаһы менән мәктәп-интернаттың директоры кабинетында баҫып торалар.

–       Балларҙың әсәһе мәрхүм булып ҡалды... – тип үҙенең хәлен һөйләне Мөхәммәт.

Директор уны диҡҡәт менән тыңланы, үҙе ҡыҙға ҡарап-ҡарап алды. Һарыҡайҙың тулған айҙай ап-аҡ түңәрәк йөҙөндәге мөлдөрәп ҡараған зәңгәр күҙҙәре: “Мине уҡырға алығыҙ инде...” – тип әйтәләр, юҡ, ялбаралар төҫлө.

Алдында баҫып торған ҙур кешенең – директорҙың киң күңелле булыуын ҡыҙ үҙенең кескәй йөрәге менән тойҙо. Дәү ағай секретарь ҡыҙҙан 5-се класс тәрбиәсеһен саҡыртып килтерҙе.

–       Эйе, класта 29 уҡыусы ҡалды. Бер уҡыусы ҡайтып китте, – тине уныһы.

–       Бына һеҙгә тағы бер уҡыусы килә, ҡабул итеп алығыҙ, – тип директор ҡыҙҙың документтарын уның ҡулына тотторҙо.

 Һарыҡайҙы мәктәп-интернатҡа алдылар. Үҙе өсөн күңеле тынысланды, хәҙер инде апаһы өсөн борсола башланы. Ололарҙың һөйләшкәнен һүҙһеҙ генә тыңлап торҙо. Атаһы хушлашып, ишеккә йүнәлгәйнеләр инде, ҡыҙ түҙмәне:

–       Минең апайым бар, уны  ла уҡырға алығыҙ инде... – тине, директорға ялбарыулы ҡараш ташлап.   

–       Апайың нисәнсе класта уҡый?

–       7-лә...

Мәктәп директоры тағы ла секретарына өндәште:

–       Тиҙ генә 7-се класс тәрбиәсеһен саҡырып килтерегеҙ!

Директор кластағы балаларҙың һанын белеште лә  журналға күҙ һалды.

–       7-се класта 30 бала уҡый. Урын юҡ... – тигән һүҙҙе ишетеүгә, Һарыҡайҙың зәңгәр күҙҙәре көл төҫөнә инде, тулы айҙай балҡыған йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡапланы.

Ҡыҙҙағы үҙгәреште барыһы ла күрҙе. Директор тағы тәрбиәсегә ҡараны. Уныһы тиҙ генә:

–       Бер ҡыҙ уҡырға килеп күренде лә  ҡайтып китте. Кире килерме, юҡмы – әлегә әйтә алмайым, – тине.

Директор Һарыҡайға йылмайып ҡараны ла:

–       Ҡайтҡас, апайыңа әйт: һинең менән бергә уҡырға килһен! – тине. Ҡыҙҙың йылмайыуына бүлмәгә ҡояш нуры ингәндәй булды. Етем баланы ҡыуандыра алғанына мәктәп директоры үҙе лә ныҡ һөйөндө.

Ҡыҙҙары өсөн борсолған Мөхәммәттең дә йөҙө яҡтырҙы. Юнир Самат улына мең-мең рәхмәттәр әйтеп  хушлаштылар. Шулай ыңғай хәл ителде ҡыҙҙарҙың яҙмышы...

 

*   *   *

Күмәк балалар араһында Һарыҡай үҙен яңғыҙ тойманы. Үгәй әсәһенән ҡурҡып, һығылып үҫкән ҡыҙҙың йөрәге ҡурҡыуҙан туғарылды. Уҡытҡан уҡытыусылары, тәрбиәселәре балаларға шундай иғтибарлы булды, һәр бала өсөн оло яуаплылыҡ тойҙолар.  Гүйә, улар үҙҙәре өсөн йәшәмәне. Уҡыусыларҙы үҙ балаларынан да артыҡ күреп тәрбиәләнеләр. Мәктәп директорынан алып  уҡытыусы, тәрбиәсе, хатта ашнаҡсыһына тиклем – бөтәһе лә йәнен-тәнен фиҙа ҡылып, тырышып эшләне. Йылдар үткән һайын Һарыҡай ошо турала йыш уйлана: әйтерһең, уларҙың үҙҙәренең шәхси тормошо булмаған. Ҡыҙ бигерәк тә няняһын яратты. Төнгө йоҡоларын һаҡлап йөрөгән ҡатын кис һайын уның янына килеп, арҡаһынан һөйөп китер ине. Бер көндө ҡолағына зәңгәр ҡашлы алҡалар таҡты.

– Һинең күҙҙәрең дә ошо алҡа ҡашылай зәп-зәңгәр. Был төҫ һиңә бик тә килешә. Минең Рәзинәмдең төҫө итеп, ҡыуанып тағып йөрө, –  тип арҡаһынан һөйөп-һөйөп китте.

Ҡырҡтан ашыу ҡыҙ беренсе ҡаттағы бүлмәлә йоҡлап йөрөнө. Барыһы ла етем: кемеһенең – әсәһе, кемеһенең атаһы юҡ.

5-сенән алып 10-сыны бөткәнсе уларҙың тәрбиәсеһе Маргарита Ивановна Батырҡаева булды. Көн тип тормай, төн тип тормай, һәр ваҡыт балалар янында  йөрөнө. Көслө бурандарҙа, һыуыҡта йәйәүләп эшкә килделәр, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып киттеләр. Мәктәптә  көслө тәртип, режим, бөтә ерҙә таҙалыҡ.  Балалар үҙҙәре көн һайын кластарҙы йыуып-йыйыштырып торҙо. Мәктәп ашханаһында өс тапҡыр ашаттылар, балалар ҡәнәғәт ине. Төштән һуң дәрес әҙерләйҙәр. Ике сәғәт буйына 30 баланың һис бер тауышы сыҡманы: һәр кем үҙе генә түгел, башҡалар өсөн дә яуаплылыҡ тойоп, шым, тәртипле генә ултырҙы. Һәр йомала дәрестән һуң уҡыусылар актовый залда линейкаға теҙелде.

–       Комсомолдар, пионерҙар, смирно! Ҡыҙыл Байраҡты индерергә! – тигән команда яңғырауға,  залдағылар тып-тын ҡалып, смирноға баҫты.

Борғо ҡысҡыртып, барабан ҡағып, ассистенттары менән бергә биш уҡыусы байраҡ тотоп залға килеп инә һәм уртаға барып баҫа. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге пионер дружинаһы рәйесе алдына барып, һәр бер отряд командиры рапорт бирә.

–       Әҙеһәм Әлибаев исемендәге отряд уҡыусылары линейкаға теҙелде!  Отрядта бөтәһе 30 уҡыусы уҡый, артта ҡалыусылар, тәртип боҙоусылар юҡ!

–       Александр Матросов исемендәге отряд уҡыусылары линейкаға теҙелде! Отрядта бөтәһе 30 уҡыусы уҡый, артта ҡалыусылар, тәртип боҙоусылар юҡ!

Һуңынан дружина рәйесе рапортын өлкән пионервожатый ҡабул итә. Өлкән кластарҙың комсоргтары мәктәп комсоргына рапорт тапшыра. Һәр класс рапортын тамамлағас, мәктәп директоры Юнир Самат улы һүҙ ала:

–       Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙҙең алдығыҙҙа ҙур бурыс тора: тырышып уҡырға, тәртипле булырға, мәктәп тормошонда актив ҡатнашырға, илебеҙҙең ышаныслы граждандары булып үҫергә! – тип тамамлар ине ул үҙенең һәр бер сығышын.

Уның артынса директор урынбаҫары, мәктәптең өлкән пионервожатыйы Көнһылыу апай пионерҙарҙы “Тимур командаһы” эшендә ҡатнашырға әйҙәп сығыш яһай:

–       Пионер эштәренә һеҙ әҙерме? – тигән тауышҡа, уҡыусылар уң ҡулдарын маңлайҙарына ҡуйып, бер булып: 

–       Һәр ваҡыт әҙер! – тип яуап бирә.

–       Ҡыҙыл Байраҡты залдан сығарырға!

Залда теҙелеп тороусылар тып-тын ҡалып, смирноға баҫа. Борғо ҡысҡыртып, барабан ҡағып, залдан байраҡты сығаралар...

Йәйге каникулдарҙы балалар Һаҡмар буйында урынлашҡан лагерҙа үткәрҙе. Уларҙы хәстәрлекле тәрбиәселәр, комсорг һәм пионервожатыйҙар ҡаршы алды. Уҡыусы балалар өсөн таҡтанан ике ҙур торлаҡ һалынған, береһе – малайҙар өсөн, икенсеһендә ҡыҙҙар йәшәне. Тәрбиәселәрҙең йәшәгән урыны айырым, ашхана бинаһы ла алыҫ түгел. Каникулдар булыуға ҡарамаҫтан, балалар бында ла режим менән йәшәне.

Балалар килеп урынлашҡас, лагерҙы асыу тантанаһы үтте. Алдан малайҙар урмандан ҡоро утын ташыны, ҡыҙҙар йыр-бейеү әҙерләне. Ниһайәт, кис етте. Байрам костер яғыу менән башланды. Балаларҙың “Взвейтесь кострами, синие ночи...” тигән яңғырауыҡлы йыры костер төтөнө менән бергә, алыҫ-алыҫтарға таралды.

Төшкө аштан һуң ике сәғәт ял итеү, йоҡлау ҡаралған. Әммә ҡайһы бер ҡыҙҙар вожатыйҙарына күренмәй генә  Һаҡмар буйындағы туғайға инеп сумырҙар ҙа  телдәре ҡап-ҡара булғансы муйыл ашап  килеп сығырҙар ине. Ял сәғәтенән һуң еңелсә ҡапҡылап алыу ҡаралған. Артабан һыу буйындағы уйһыулыҡҡа ултыртылған кәбеҫтәләргә һыу ҡоялар. Көн һайын шулай. Яр буйына теҙелешеп, малайҙар, ҡыҙҙар сылбыр төҙөп, бер-береһенә һыу тулы биҙрәләрҙе тапшыралар. Яр башындағылар йүгереп йөрөп кәбеҫтә төптәренә һыу ҡойоп сыға. Был эште һәр кем уйын күреп, күңелле итеп, ҡыйынһынмай ғына башҡара.

Бер көндө лагерҙа йыр буйынса конкурс иғлан иттеләр. Киске эңер төшөүгә ҡыҙҙар сәхнә янына ашыҡты. Һарыҡай Заһира инәһенә ҡунаҡҡа барғанда пластинканан Әлфиә Афзалова йырлаған “Моңһоу ай”ҙы отоп алғайны. Бөгөн конкурста шуны йырлаясаҡ. Һағышлы, моңһоу булыуы менән ҡыҙҙың күңеленә ятты, шунда уҡ отоп та алды. Тап үҙенең күңеленә, булмышына тап килгәндәй тойолдо.

Бер нисә баланың сығышынан һуң:

–       Сәхнәгә Гөлзиләне саҡырабыҙ! Ул һеҙгә “Моңһоу ай” тигән йырҙы башҡарасаҡ! – тип иғлан иттеләр.

Һарыҡай оялып ҡына сәхнәгә сығып баҫты ла  йырлап ебәрҙе. Бик оҡшаттылар сығышын. Йырлап бөткәс, барыһы ла ихласлап ҡул сапты. Уға 1-се урынды бирҙеләр, сәскә гөлләмәһе бүләк иттеләр. Һарыҡай сәхнәнән төшөүгә, бер малай уның ҡулына ҡағыҙ киҫәге тоттороп китте. Асып уҡыйым ғына тигәйне, янына килеп еткән ҡыҙҙар көлә-көлә уны тартып алды. Ҡағыҙға  “Мин һине яратам!” тигән һүҙҙәр яҙылған ине, аҫтына йөрәк төшөрөлгән. Ҡыҙҙар:

–       Кем яҙған һиңә был хатты? – тип   зыҡ ҡупты.

–       Белмәйемсе... – тине Һарыҡай ишетелер-ишетелмәҫ.

Ҡыҙ бындай хаттарҙы көн һайын тигәндәй йә кейем кеҫәһенән, йә яҫтыҡ аҫтынан тапты. Уҡый ҙа, башҡалар күргәнсе тип, йыртып ырғыта. Ә үҙенә шундай рәхәт... “Кемдер мине оҡшата, ярата-а!” – Был уйҙар уны ҡанатландырҙы, йөрәген елкендерҙе.

Лагерҙы ябыу тантанаһы ла костер менән тамамланды. Шунда шым ғына  бер малай янына килеп торҙо. Һарыҡай уға күтәрелеп ҡарарға ла оялды. Әммә кемдеңдер уның янында тороуы, яратыуы, уның тураһында уйлауы ҡыҙ күңеленә бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхәтлек бирҙе.

Лагер тамамланып, интернатҡа ҡайтыуҙарына уҡыу йылы ла башланды. Дәрес ваҡытында Һарыҡай класс тәҙрәһенән тышҡа, күҙ күреме иңләп етмәгән яланды ҡарап ултырырға ярата. Элек был тирәлә аэропорт булған. Хәҙер аэродром бинаһы ғына тора, ә самолеттар осмай. Уның ҡарауы, ошо яланда райондың спорт ярыштары үтә. Ҡышҡыһын – саңғы, йәйгеһен һәм яҙлы-көҙлө йүгереү буйынса көс һынашалар. Мәктәп-интернат уҡыусылары ярыштар буйынса районда һәр саҡ алдынғылар рәтендә килде. Физкультура уҡытыусылары линейка һайын ярышта еңеүселәрҙең исемдәрен атаны. Улар араһында Һарыҡай ҙа бар.

Бер шулай физкультура дәресендә иҫтә ҡалырлыҡ хәл булды. Йүгереү буйынса ярыш үткәргәйнеләр, малайҙар араһында – Буранбай, ҡыҙҙар араһында Һарыҡай 1-се булып килде.

 – Ә хәҙер икеһен бергә йүгертәйек! Кемеһе алдан килер икән? – тине физкультура уҡытыусыһы.

Секундомерына күҙ һалып, “старт” биреүгә, Буранбай менән Һарыҡай кемуҙарҙан йүгереп китте. Ҙур мәктәп бинаһы артына боролғас та, Буранбай уны туҡтатты:

–       Әйҙә, шулай һөйләшәйек: бөгөн мин еңгән булайым, ә һин минең артымдан килерһең.

–       Ярай, – тип ризалашты ҡыҙ ҙа.

Тик финишта уларҙы көтөүсе юҡ ине: класташтары ла, уҡытыусы ла спортзалға инеп киткәйне...

Көҙгө ярыштар башланды. Уларҙа йыл һайын Һарыҡай ҙа ҡатнаша. Был юлы бер километр аралыҡта йүгерергә тейеш. Балалар күп, ауылдарҙан килеүселәр байтаҡ. Финишҡа 1-се булып килгән Һарыҡайға кемдер исемләп өндәште:

–       Һарыҡай, һинме был? Ҡайһылай үҫеп киткәнһең?

–       Эйе, мин, – тине ҡыҙ, тыны ҡурылып.

–       Мине танымайһыңмы? Сыуаҡлы ауылынан Айсыуаҡ ағайың булам!

–       Эйе шул, Айсыуаҡ ағай, бына хәҙер таныным...

–       Мин дә бына балаларҙы ярышҡа алып килдем.

–       Сыуаҡлынан да килделәрме ни? – Һарыҡай, дуҫтарын күрергә теләп, тирә-яғына ҡаранды. 

–       Юҡ, мин бит хәҙер Татлы ауылы мәктәбендә эшләйем.

–       Ә-ә-ә, – Ҡыҙҙың өмөтө аҡланмағанға кәйефе төштө.

–       Шәп йүгерәһең икән, маладис! – Ағаһы уның күңелен күтәрергә тырышты.

–       Рәхмәт, ағай. Ауылдағыларға минән сәләм тапшыр!

–       Һис шикһеҙ тапшырырмын!

 Ауылын, бергә уйнаған дуҫтарын һағынғанда һәр ваҡыт Сыуаҡлы кешеләрен осратырға өмөтләнә торғайны. Бына, ниһайәт, ауылдашы Айсыуаҡты осратты, ағаһының класташы бит ул!

Һәр кесаҙна көндө тәрбиәсе апалары уларға Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәткән пионерҙар, комсомолецтар тураһында кластан тыш дәрес үткәрҙе. Уҡыусылар уларҙы һәр ваҡыт көтөп алды. Александр Матросов, Олег Кошевой, Зоя Космодемьянская – йәш ҡаһармандар тураһында һөйләгән Маргарита апайҙарын мөкиббән китеп тыңлап, үҙҙәре лә улар кеүек батыр булырға хыялландылар, бер нимәнән дә ҡурҡмаҫҡа, алдарына оло маҡсат ҡуя белергә өйрәнделәр. Бындай дәрестәр балаларҙа үҙ иленә һөйөү тәрбиәләне, нисек кенә ауыр булғанда ла түҙергә, сабыр, батыр булырға өндәне. Тыуған илгә, ергә һөйөү тәрбиәләгән, һәр уҡыусыла патриотик тойғолар уятҡан кластан тыш дәрестәр аҙна һайын үткәрелде.

...Йылдар үтә торҙо. Һарыҡай ҙа, Умырзая ла күңелдәрен уҡыуға баҫып, мәктәп-интернатында тырышып белем алды. Әммә етемлек тойғоһо уларҙы ҡалдырманы. Каникул ваҡыты етһә, һис кенә лә үгәй әсәләре янына ҡайтҡылары килмәне. Интернатта тороп ҡалған саҡтары ла булды. Ҡайһы берҙә Умырзая күрше ауылдағы Заһира инәләренә ҡайта. Ә Һарыҡай класташ ҡыҙҙарының кемеһе алып ҡайта, шуларға бара торғайны. Бер йылы йәйгелеккә ул класташы Фәнүзәгә эйәреп, ер аяғы ер башында ятҡан күрше районға сығып китте. Юлаусы мотоциклға йә иһә машинаға ултырып, йәйәүләгән ерен йәйәүләп, байтаҡ килделәр. Асыҡтылар, талсыҡтылар, әммә күңелдәрен төшөрмәнеләр. Фәнүзәнең Ҡырҡты тауы башына менеп  йырлап ебәргәне һаман иҫендә Һарыҡайҙың. Класташының моңло тауышын ишетеп, ҡыҙ аптыраны.

– Ҡайһылай матур, моңло тауышың?! Ниңә бер ваҡытта ла концерттарҙа йырламаның ул?

–       Эй, оялмайынса, йырлап торам, ти! Ҡара уны, минең йырлағанды берәүгә лә әйтмә, йәме!

–       Ярай... – тине Һарыҡай күңелһеҙ генә. Бер аҙҙан ул: –        Минең дә йырлағым киләсе... – тип, күптән күңелендә йөрөгән, үҙе сығарған йырҙы һуҙҙы.

Эй, Сыуаҡлым, мәңге сыуаҡһың һин,

Йүгереп кенә ҡайтһамсы үҙеңә.

Һағыштарҙан өтөлөп, мин йырлайым,

Йөрәккәйем, йөрәгем, түҙ генә, – тип йырлап бөттө лә  түгелеп илап ебәрҙе. Фәнүзә уны нисек йыуатырға белмәне.

–       Һарыҡай, илама йәме, һин илаһаң, минең дә илағым килә...

–       Ярай, иламайым.. – тине ул күҙ йәштәрен һөртә-һөртә.

Ысынлап та, йырлап та, илап та алғас, уның күңеле бушанды, тиҙ генә тынысланды. Ике ҡыҙ етәкләшеп тауҙан йүгереп төшөп киттеләр. Оло юлға төшөүгә йөк машинаһы тап булды. Кабинаһының ишеген асып, шофер:

–       Ҡара урманда нишләп яңғыҙ йөрөйһөгөҙ? Айыу килеп сыҡһа әле! – тип, ҡыҙҙарҙы бер аҙ шелтәләп, кабинаһына ултыртып алды.

Эй, ҡыҙ балаҡайҙар, уны-быны уйлап тормайынса, оло юлға сыҡтылар шул. Һарыҡай класташының шулай алыҫ йәшәүен белмәне. Фәнүзәнең иһә ауылына, әсәһе янына тиҙерәк ҡайтып еткеһе килде. Һағынғайны. Иптәшкә әхирәте булғас, бер нимәнән дә ҡурҡманы. Әсәһенең донъяһын, малын ташлап (етмәһә, өйҙә тағы ла ике бәләкәй ҡустыһы бар), ҡалдырып сығып китә алмаҫын да белде. Ҡышҡы каникулда апаһы килеп алғайны. Дөрөҫөн әйткәндә, интернатҡа ҡабат бармаҫҡа уйлап йөрөй ул.

Ҡыҙҙарҙың көн оҙоно хәтһеҙ юл үтеп, имен-һау ҡайтып инеүенә Фәнүзәнең әсәһе шатланып бөтә алманы. Балаһына иптәш булып килгән Һарыҡайҙы ул ҡыуанып ҡаршы алды. Үҙенең кемгәлер терәк була алыуы етем ҡыҙҙың да күңелен күтәрҙе. Арып-талып, асығып ҡайтып ингән балаларҙың өйҙәге тәмле һурпа еҫенә ауыҙ һыуы ҡойолдо. Күптән, бик күптән өй ашы ашағаны юҡ уларҙың. Өй еҫе, ҡайһылай ҙа тәмле, танһыҡ өй еҫе! Ҡыҙҙар ирәүәнләнеп   ашарға ултырҙы. Фәнүзәнең ҡайтыуына ҡыуанған ике ҡустыһы уларҙың янынан китмәне.

Икенсе көндө ҡыҙҙар кәртә артындағы картуф баҫыуына сыҡты. Ауыл урман эсендә ултырған, эргә-тирәлә кәкүк тауышы ишетелә. Йәй башы. Ауылда рәхәт, күңелле.

Өйҙәге эште гел икәүләп эшләнеләр, көн һайын ауыл эргәһендәге йылғаға һыу инергә йөрөнөләр, ике малай арттарынан ҡалманы. Яр буйындағы малайҙар менән ярышып балыҡ та тоттолар, еләк эҙләп урман-тауҙарҙы ла ҡыҙырҙылар. Һарыҡайҙың ул йәйе шулай күңелле, өй йылыһында үтте.

Ҡыҙҙарын йәйге каникулға көтөп йөрөгән Мөхәммәт, улар ҡайтмағас, тәүҙә борсолдо. Умырзаяның ярай  туғанында икәнен хәбәр иттеләр. Ә Һарыҡайҙы эҙләп ҡайҙа барырға ла белмәне. Үҙенсә эстән янды, көйҙө, әммә ҡыҙыу эш мәлендә бер ҡайҙа ла йөрөй алманы. Бары тик: “Өйгә ҡайтмаһа ла, имен-һау ғына йөрөһөн. Интернатта уҡығас, бирешмәҫ. Яман хәбәр булһа ишетелер ине...” – тип уйлай-уйлай ер һөрөүен белде. Ҡара яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем ҡыр эшендә булған ир өсөн иген үҫтереү мөһимерәк булды, күрәһең.

 

                                *   *    *

 

Йәйге каникулдар тамамланды. Балалар тағы интернатҡа йыйылды. Уҡыуҙар башланды. Һарыҡайҙың класташы Фәнүзә ҡабат интернатҡа килмәне. Әсәһенән, туғандарынан шул тиклем алыҫлыҡҡа сығып китәһе килмәне уның. Бер йыл элек: “Балам уҡыһын, кеше булһын”, – тип берҙән-бер ҡыҙын уҡырға ебәргән әсәһе лә был юлы Фәнүзәне өйҙә ҡалдырыуҙы хуп күрҙе. Ҡыҙ үҙе лә өйҙәгеләрҙең ярҙамға мохтаж икәнен, ике малайҙы үҫтерешәһе, өй эштәрендә ярҙам итергә, һыйыр һауырға, мал ҡарарға кәрәклеген белә ине. Һарыҡай әхирәтенең был ҡылығын аңлап ҡабул итте. “Әсәйем иҫән булһа, миндә өйҙән һис китмәҫ инем...” – тип уйланы ул.

Бер көндө Һарыҡайҙы уйламағанда вахтаға саҡырттылар.

–       Һиңә кемдер килгән! Бар, йәһәтерәк вахтаға төш! – тине тыны бөтөп йүгереп килгән Мәҙинә.

–       Миңә бер кем дә килмәй, яңылышаһыңдыр...

–       Ысын, валлаһи-биллаһи! Һине саҡыралар! Бар, тиҙерәк төш!

Быға тиклем уға бер кем дә килгәне юҡ ине, шуға күрә был хәбәргә ышанманы. Башҡаларға ай һайын туғандары килеп тора, күстәнәс тә алып киләләр. Ә Һарыҡай менән Умырзаяға килеүсе булманы. Кем килде икән? Һарыҡай ике баҫҡысты бер ашатлап  вахтаға йүгерҙе. Өҫтәл артында йөн ойоҡ бәйләп ултырған вахтерҙан башҡа бер кем дә күренмәгәс, кире боролғайны ғына, уны вахтер ҡатын күреп ҡалды. 

–       Һарыҡай, туҡта!  Нишләп китәһең? Һиңә бит килгәндәр!

–       Ҡайҙа, кем килгән? – тине ул түҙемһеҙләнеп. 

–       Ана бит, тышта тора!

Ҡыҙ тышҡа атылды. Һалдат кейемендә берәү арты менән баҡса яғына ҡарап баҫып тора. Ишек асылған тауышҡа башын борҙо. 

–       Һарыҡай!

–       Ағай!

Ул йүгереп барып  ағаһының ҡосағына сумды, шатлыҡтан күҙ йәштәре атылып килеп сыҡты. Ағаһының да күҙҙәрендә йәш күренде. Ҡосаҡлашып торған ике йән эйәһе  ниндәй ауырлыҡтар аша үткәнен үҙҙәре генә белә.

–       Ҡайһылай ҙур булып үҫеп киткәнһең!  – тигән булды ағаһы. 

–       Ә һин ниңә оҙаҡ килмәнең? Ҡайҙа булдың?

–       Хеҙмәт иттем, ике йыл армияла булдым бит. Өшөйһөң бит, әйҙә, эскә инәйек!

Улар вахта янындағы эскәмйәгә ултырып, һөйләшүен дауам иттеләр. Ағаһы һеңлеһенә алып килгән күстәнәстәрен бирҙе.

 – Мә, ҡыҙҙарың менән бергәләп ашарһың. Һин яратҡан хәлүә лә бар.

Һарыҡай һорау биреүен дауам итте. 

–       Рәхмәт, ағай. Ә һин ҡайҙа хеҙмәт иттең? Ауыр булдымы?

–       Ленинград ҡалаһында булдым. Йә, һин үҙең һөйлә! Нисек уҡып йөрөйһөң?

–       Тырышып уҡыйым. Йүгереү буйынса гел беренсе киләм. Һинең класташың  Айсыуаҡ ағайҙы күрҙем. Минең беренсе килеүемә ышанмаһаң, унан һорарһың, – тине, ҡыҙ йөҙөнә йылмайыу сығарып.

–       Ышанам, әлбиттә, ышанмаҫҡа әллә... Сыуаҡлыла флаг алыш уйнағанда һиңә етеүсе булмай торғайны.

–       Ә-ә-ә, иҫләйһең икән! Берәүҙе лә алға сығармай торғайным  ивет, ағай. Тағы ла иҫләйһеңме, черта һикергәндә йөҙ баҫҡысты бер аяҡ менән ыһ та итмәй һикереп сыға торғайным!

–       Иҫләйем, иҫләйем! Кәзә бәрәсе кеүек һикерә торғайның шул!

Бүлмәләш ҡыҙҙары уға кем килгәнен белер өсөн ишек янына килеп, ҡарап-ҡарап киттеләр.

–       Ағай, ә иҫләйһеңме беҙҙең кәзә бәрәстәрен?

–       Иҫләмәй ни... Беҙҙең кәзә бәрәстәре...

–       Һәр беребеҙҙең үҙ бәрәсе була торғайны, ивет?

Уларҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.

–       Иҫләйһеңме, һин ҡышҡыһын уйылған мәкенән төшөп, боҙ аҫтында юғалдың? Беҙ һине юғалтып, һыуға батҡанһың, тип илап бөттөк. Ә һин боҙ аҫтындағы ҡоро ерҙә бәрәс менән уйнап йөрөгәнһең...

–       Эйе шул. Унда йылы ғына ине. Тыныс ҡына йылға ағып ята, ә боҙ бейееек! Сығып ятҡан ҡырсынташтар менән уйнағым килгәйне лә, яҡында ғына кәзә бәрәсе тауышы ишетелде. Минең юғалған бәрәс тауышы!

– Ярай әле Умырзая һинең шул яҡҡа киткәнеңде күреп ҡалған. Мин дә үҙемдең бәрәсемде тауышынан таный торғайным. 

Улар шулай бала саҡ хәтирәләрен яңыртып, байтаҡ ултырҙы. Нурфәиз һеңлеһен ҡосаҡлап алды, үҙе күрһәтмәй генә күҙ йәштәрен һөрттө. Һарыҡайҙың да күңеле тулды. Үҙҙәре генә белә хәлдәрен, үҙәре генә аңлай... Улар шым ғына хушлаштылар. Ағаһын тәҙрәнән үрелеп-үрелеп ҡарап, оҙатып ҡалды ҡыҙ.

 

*   *   *

 

Мәктәп-интернатты тамамлаған Умырзая апаһы  ауылына барып эшкә төштө. Артабан уҡырға хыялланһа ла, тәүге йыл эшләп, өҫтөн бөтәйтеп алырға уйланы ул.

Уҡыу йылы башлынып, бер аҙ ваҡыт үтеүгә Һарыҡайға хат килеп төштө. Тышҡы адресына ҡарағайны, Өфө тип яҙылғанын күреп, аптыраны. Кем булыр икән – был ҡалала уның бер кеме лә юҡ. Хатты асып ҡараһа, апаһының яҙыуы.

“Һаумы, Һарыҡай! Һағынышлы сәләмдәр менән һиңә хат яҙа апайың. Нисек уҡып йөрөйһөң? Минең хәлгә килгәндә, бик яҡшы: мин уҡырға индем. Хәҙер Өфөлә йәшәйем, үәт! Сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә инеү өсөн конкурс бик ҙур булды. Йөҙ кеше араһынан уныбыҙҙы ғына һайлап алдылар. Киләсәктә мин театр артисы буласаҡмын!..”

Апаһының хатын уҡып, Һарыҡай шатлығынан нимә эшләргә лә белмәне. Тағы күҙенә йәштәр эркелде. Беренсенән, хәбәр алыуына ҡыуанһа, икенсенән, уның шундай ҙур ерҙә уҡып йөрөүенә һөйөндө. Ҡыҙҙар уны шунда уҡ һырып алды.

–       Кемдән хат алдың, кем яҙған?

–       Апайымдан.

–       Нимәләр яҙа?

–       Беләһегеҙме, ул хәҙер Өфөлә йәшәй! Уҡырға ингән!

–       Ҡайҙа уҡый?

–       Артислыҡҡа уҡыйым тип яҙған!

–       Ә-ә-ә?!

Был хәбәр йәшен тиҙлеге менән мәктәпкә таралды. Яңылыҡты ишеткән мәктәп завучы Руфа Харрас ҡыҙы Һарыҡай янына килеп етте.

– Һарыҡай, апайың уҡырға ингән тип ишеттем, ысынмы был?

–       Эйе, ысын. Бына хаты, фотоһын да һалған. – Ҡыҙ уҡытыусыға апаһы ебәргән хат менән фотоны һондо.

–       Ҡайһылай ҙур ҡыуаныс! Маладис та инде беҙҙең Умырзая!  – тип ысын күңелдән шатланды уныһы. – Ниндәй һылыу беҙҙең уҡыусыбыҙ, артист булырлыҡ та шул!

 

*  *  *

Һарыҡайҙар ҙа һуңғы класҡа аяҡ баҫты. Тырышып уҡыған уҡыусылар, намыҫ менән эшләгән уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, бөтәһе бер коллектив булып, тыныс тормошта йәшәне. Яңы йыл байрамында класс етәксеһе Гөлсара Искәндәр ҡыҙы Һарыҡайҙы Ҡарһылыу итеп кейендерҙе. Ҡыуанысынан ҡыҙ ап-аҡ күлдәктә, аҡ ҡанаттарын елпеп, осоп тигәндәй йөрөнө. Уның бәхетле саҡтарын күктән күҙәтеп, әсәһе ҡыуанғандыр, моғайын. Эх, иҫән булып, ҡыҙының ошондай бәхетле саҡтарында ул янында булһын ине ул! 

Тыныс аҡҡан тормош алға тәгәрәне. Яҙ етте, 1 Май яҡынлашты. Интернат балалары байрамға алдан уҡ әҙерләнә башлай. Триколарының ике яғына аҡ сепрәктән аҡ таҫма тегеп, спорт кейемендә, майҙандан маршҡа баҫып үтәләр. Һәр йылдағыса быйыл да улар ҡала үҙәгендәге майҙанға демонстрацияға сыҡты. Был юлы майҙанға Һарыҡайҙы класташы менән ике велосипед уртаһына ҡуйылған таҡтаға баҫтырып, ураҡ-сүкеш тоттороп сығарҙылар. Велосипедтарҙы ике егет этеп барҙы. Ураҡ тотоп барған ҡыҙҙың йөрәгенә шатлыҡ ташҡындай урғылып инде.

Мәктәпте тамамлаған көндө лә яҡшы хәтерләй Гөлзилә. Аҡ алъяпҡыс таҡҡан ҡыҙҙар һәм аҡ күлдәктәге егеттәр мәктәп ишеге алдындағы бейек тупһаға сығып баҫты. Уҡыусыларҙы тәбрикләп, уҡытыусылар, класс етәкселәре, әсәй урынына булған тәрбиәселәре бер-бер артлы изге теләктәрен еткерҙе, уларҙың оло тормош юлына аяҡ баҫыуҙары менән ҡотланы, киләсәк тормоштарында уңыштар, бәхетле яҙмыш теләне.

Ике параллель класс уҡыусылары, алтмыш ҡыҙ һәм егет һуңғы тапҡыр мәктәп тупһаһында баҫып тора. Һуңғы һүҙҙе директор Юнир Самат улы алды:

–       Ҡәҙерле уҡыусылар! Бына мәктәп менән хушлашыу ваҡыты ла килеп етте. Һәммәгеҙ ҙә уҡыу буйынса һынауҙарҙы үтеп, ҡулығыҙға өлгөргәнлек аттестаты алдығыҙ, артабан һеҙҙе тормош һынауҙары көтә. Беҙ, мәктәп коллективы, һеҙҙе оло тормош юлына әҙерләнек. Йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫһегеҙ, тормош һынауҙарын үткәндә һынатмаҫһығыҙ, алдығыҙға оло маҡсаттар ҡуйып, тырышып эшләрһегеҙ, илебеҙҙең ышаныслы терәге, таянысы булырһығыҙ, тип ышанып ҡалабыҙ! Аҡ юл һеҙгә!

 

*   *   *

 

“Аҡ юл һеҙгә. Аҡ юл, балаҡайҙар!” – тип ҡабатланы Гөлзиләнең ирендәре. Елдәй елгән автобус тәгәрмәстәре тигеҙ асфальттан тәгәрәй.  Оҙон юл буйы уйҙарын тағатып, тәҙрәнән күҙен алмай килгән Гөлзиләнең йөрәгенә Альп тауҙарын сағылдырып балҡыған ҡояш нурҙары үтеп инеп, барлыҡ ауыр уйҙарынан арындырҙы. Бейек тау башында Гөлзилә үҙен яңы тыуған балалай хис итте. Уйҙары яҡтырҙы, йөрәгенә урғылып шатлыҡ бөркөлдө. Күкрәген тултырып, еңел һулап, алдындағы өмөт бөрккән ап-аҡ тауҙарға баҡты.

 

                           Эпилог

 

Совет осоронда мәктәп-интернатты тамамлаған пионерҙар һәм комсомолдар бер ваҡытта ла һынатманы. Уларҙы уҡытҡан уҡытыусылар, көн һайын яндарында йөрөгән тәрбиәселәр, вожатыйҙар, тотош мәктәпте хеҙмәтләндереүселәр – бөтәһе бер команда булып, мәктәп директоры Юнир Самат улы Әҙеһәмовтың оҫта етәкселеге аҫтында эшләне. Етем ҡалған һәм яҡлауға мохтаж балаларға улар атай ҙа, әсәй ҙә ине. Балалар интернаттан кеше булып сыҡтылар, күптәре юғары уҡыу йорттарына уҡырға инделәр. Аҙаҡ илдең төрлө тармаҡтарында Ватанына тоғро хеҙмәт итте, үҙҙәренә алмашҡа балалар тәрбиәләнеләр. Тыуған еренең ныҡлы терәге булдылар.

Сабый саҡтан әсәйһеҙ ҡалған ике ҡыҙсыҡ – Умырзая менән Һарыҡай, Баймаҡ мәктәп-интернатын тамамлап, тормошта үҙ урындарын тапты. Ағалары Нурфәиз генә яҡты донъянан бик йәшләй китеп барҙы. Умырзая Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында белем алып, 50 йылға яҡын ғүмерен Сибай дәүләт башҡорт театрына бағышланы, лайыҡлы рәүештә Башҡортостандың халыҡ артисы исемен йөрөтә. Һарыҡай, Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетын тамамлап, мәктәп балаларына инглиз, немец телдәренән белем бирә.

Етем ҡалған балаларға әсе ғазап һурпаһын услап ҡына түгел, һоҫоп эсергә тура килде. Яҙмыш елдәре уларҙы өләсәһе ҡулында бәхетле балалыҡ кисергән ауылдан айырҙы, әммә, илдә сәпсек үлмәй тигәндәй, улар бирешмәй алға барҙы. Һарыҡай тормоштағы иң ҙур хыялын тормошҡа ашырып, Һаҡмар буйындағы Сыуаҡлы ауылынан өй һатып алды. Теләгән ваҡытта шунда ҡайтып, бәхетле көндәрен үткәрә. Бөгөнгө көндә ҡыҙҙар икеһе лә бәхетле яҙмыш кисерә. Сөнки яҙмыш – уларҙың үҙ ҡулында.

Һарыҡай Автобиографик повесть  (тулыһынса) Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА
Һарыҡай Автобиографик повесть (тулыһынса) Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас