

Зәлифә Янышева
Үтәлмәгән бурыс
(Хикәйә)
Кеҫә телефоны шылтыраны. Тертләп, ҡурҡып китте Рәхимә. Һәр саҡ көтмәгәндә, кинәт шылтыраған кеүек ошо телефон. Һис өйрәнә алмай шуға, ҡыңғырау кеүек тәьҫир итә ошо зымбырлау. Ғүмере буйы бер минут та һуңламаҫҡа өйрәткән ҡыңғырау буйынса йәшәгәнгәлер, моғайын. “Иртә менән кем шылтырата икән, әллә атайыма берәй хәл булғанмы?“ – тигән уй үтте башынан. Таныш-белештәре, әхирәт-дуҫтары уның йәй буйына өлкән улы Марсель менән ҡаланан ситтә урынлашҡан лагерҙа эшләгәнен, балалар менән мәж килеп, ваҡыты юҡлығын белә. Кем әйтмешләй, туҙға яҙған-яҙмаған барлы-юҡлы хәбәр сурытып, борсомайҙар. Кисен балалар йоҡоға талғас ҡына әҙерәк һөйләшеп алырға форсаты сыға. Эске һиҙемләүе алдамаған Рәхимәне, был шылтыратыу юҡҡа түгел, таныш булмаған кеше ине ул:
- Һаумыһығыҙ, һеҙ Резеда Һәүбәновнамы, һеҙҙе фәлән район тәфтишсеһе борсой. – Бәйләнештең теге осонда ҡалын ғына тауышлы ҡатын-ҡыҙ ине.
- Нисек тинегеҙ, Резеда Һәүбәновна? Юҡ-юҡ, мин Рәхимә Сабировна, һеҙ яңылышҡанһығыҙ. – Уның аяҡ быуындары хәлһеҙләнеп, ҡаушай төштө. Рәхимәнең донъяла иң ҡурҡҡаны – полиция вәкилдәре. Алыҫтан машиналарын күреп ҡалһа ла, ситкә тайпыла, яҡындан осрашһа, энә осондай кере булмаһа ла, ниңәлер, ғәйепле кеше һымаҡ, ҡойола ла төшә, һис ҡасан йөҙҙәренә күтәрелеп ҡарамаҫ.
- Рәхимә Сабировна, трубканы һалмай тороғоҙ, Мансур Миңлеғолов һеҙҙең улығыҙмы?
- Эйе, минең улым, ниңә шылтыратаһығыҙ? Нимә булды, ни эшләгән ул?
- Рәхимә Сабировна, әлегә тынысланығыҙ, исемегеҙҙе алдап әйтәлер тип уйлағайным шул улығыҙҙы. Мөмкин тиклем тиҙерәк тыуған районығыҙға ҡайтырға тырышығыҙ, улығыҙ һаҡ аҫтында, беҙ уны ваҡытлыса изоляторға ябып торорға мәжбүрбеҙ.
- Һаҡ аҫтында? Ниңә, ни өсөн, ул нимә эшләгән?
- Ғәфү итегеҙ, килгәс, һөйләшербеҙ. Әле ул һаҡ аҫтында, ғәйебе бармы-юҡмы, асыҡланыр.
- Нимә эшләгән һуң, ниңә әйтмәйһегеҙ, серме ни?
- Урамда торған еңел машинаны алып киткән һәм башҡа эштәр менән дә шөғөлләнеүе ихтимал.
Рәхимә тирә-яғына ҡарап алды. Әлдә эргәһендә балалар юҡ, уның төҫө үҙгәреүен шунда уҡ һиҙерҙәр ине. Ул көс-хәлгә күкрәген тишеп сығырҙай булып дарҫлап типкән йөрәген уң ҡулы менән ҡапланы. Хәлһеҙ тауыш менән үҙ алдына:
-Эй, Аллаҡайым, бир сабырлыҡ, түҙ, йөрәгем, – тине лә, ҡолағын телефонына терәгән килеш бер һүҙ өндәшә алмай, тыңлап тора бирҙе.
- Һеҙ әле ҡалаламы, эштәме әллә ялдамы? Ҡабатлап әйтәм, мөмкин тиклем тиҙерәк ҡайтырға тырышығыҙ, минең һеҙгә һорауҙарым бар, –телефонын йә һүндереп ҡуйыр, әйтеп ҡалайым әле, тигәндәй, теге остағы ҡатын ашығып һөйләй башланы.
- Мин лагерҙа, йәйге лагерҙа эштә. Ҡалала түгелмен. Тиҙ генә, ҡасан ҡайтырға? – тип әллә һораны, әллә иҫбатланы Рәхимә, кинәт ауыр итеп тын алды, шылтыратыусының үҙен дә, хәбәрен дә уйынан алып ташларға теләгәндәй, тынын сығарып бөттө.
- Эштән бушағас та ҡайтырға тырышығыҙ, – тип ҡабатланылар теге оста.
- Аңланым, аңланым, иртәгә лагерҙы ябыу тантанаһы була, шунан һуң ҡайтырмын. – Әсәнең тауышы, әллә нисә ҡаршылыҡты йырып сыҡҡандай, тоноҡ ҡына ишетелде. Ә баш мейеһе, моғайын, үрмәксе ауына эләгеп, сығып ҡотолор урын эҙләгән себен кеүек, мең төрлө һорауҙар менән сыбарланғандыр: “Ниңә, ҡасан, кем менән ундай юлға баҫҡан, берәйһе ҡотортто микән әллә? Үҙе генә булдымы икән? Ҡасан күҙҙән ысҡындырҙым икән быныһын да? Быға тиклем уның шундай ғәҙәте барлығын ниңә һиҙмәнем һуң? Тәрбиәләп ултырҙыммы һуң мин уларҙы? Ете ят кеше балаларының көйөн көйләп, ялын ойоштороп, үҙ балаларыма ваҡытым ҡалдымы һуң? Юҡ бит, юҡ! Ғүмере буйы аҡса алған эшемде еренә еткереп үтәргә кәрәк, тип, тиҙ һәм теүәл үтәлергә тейешле партия-комсомол бурыстары, пионер ойошмаһының хәстәре менән йәшәнем, яндым-көйҙөм бит мин егерме йыл буйы”. Мәктәптә тәрбиә эштәрен ойоштороусы булғас, өйгә ҡайтып та инмәгәнгә шулай яҙмыш уны дөмбәҫләйме? Ул бите буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен тиҙ генә һөрттө лә, балалар янына сығып йүгерҙе. Өлкәнәйеп бөткәс, ошолайтып пионер лагерында эшләп йөрөүенең сәбәбе лә өлкән улы Марсель өсөн бит.
…Марсель – институттың дүртенсе курсында, Мансур унынсыла уҡып йөрөй. Бөтәһе лә һәйбәт кеүек. Мәктәп һәм институт уҡытыусылары менән берлектә үткәрелгән, яңы методикалар индереү буйынса педагогик уҡыуҙарҙа, президиумда янында ултырған таныш фән кандидаты һүҙ араһында ғына һорай ҡуйҙы:
- Марсель ниңә уҡырға йөрөмәй? Әллә ауырыймы, берәй яҡҡа киттеме?
- Йөрөмәйме ни, ауырып тора шул, – әсә булып та, балаһының ҡайҙа икәнен белмәй тиер тип, Рәхимә үҙен тиҙ генә төҙәтә һалды.
Педагогик уҡыу ҡайғыһы китте, аҙаҡҡа тиклем ул үҙен көскә тыйып ултыра алды. Өйгә ҡайтһа, Марсель картуф ҡыҙҙыра, Мансуры үҙ бүлмәһендә дәрес ҡарай. Сисенеп тә тормай, Рәхимә кухнялағы ултырғысҡа килеп ултырҙы, тишерҙәй итеп Марселгә ҡарап:
- Уҡыуҙар нисек бара, улым? – Рәхимә мөмкин тиклем тынысыраҡ булырға тырышып һораны.
- Нормально, – тине улы, йөҙөнә битарафлыҡ билдәһе сығарып.
- Бөгөн ниндәй дәрестәр булды? – тип ҡысҡырыбыраҡ һораны әсә, был юлы ул асыуын тыйып тора алмай ине.
- Өс пар булды, өсәүһе лә лекция, – тип алданы улы, күҙен дә йоммай.
- Улым, оят түгелме һиңә әсәйеңде алдау? Дөрөҫөн әйт, дәрестәргә бармай ҡайҙа йөрөйһөң?
Марсель өндәшмәне. Уның өсөн Мансур яуап бирҙе:
- Һин һиҙмәнең шул, әсәй. Эшеңдән бушаманың. Ул бит автоматта уйнай. Аҡса ҡайҙа булды икән, тиһең дә ҡуяһың. Нимәгә тотонғаныңды яҙып бармайһың.
- Аҡса кәрәкме? Күп аҡса кәрәк булдымы һиңә? Еңел генә байырға уйланыңмы? Эшләп алған фатирың бармы, шуны елгә осорорға булдыңмы? Күпме, нисә мең бурысың йыйылды инде? – Рәхимә әллә ниҙәр әйтергә тип уйлағайны, бөтөнләй кешелек сифатымды юғалтырмын тип, тыйылды. – Мин арыным, бөтәһе тураһында ла иртәгә һөйләшербеҙ…
***
…Институттың икенсе курсында уҡығанда уҡ өйләнеште улар Зиннәт менән. Рәхимә педучилище тамамлап, мәктәптә ике йыл уҡытып килгәйне институтҡа. Имтихандар тапшырырға килгәндә автобуста таныштылар. Күргәс тә бер-береһенә ғашиҡ булды ике йәш йөрәк. Зиннәт оҙон буйлы, һорғолт бөҙрә сәсле. Март айындағы күк йөҙөләй зәп-зәңгәр күҙҙәрен, ҡуйы ҡара ҡаштарын күргәс тә, был егет башҡорт түгел, беҙҙең районға килгән башҡа милләт кешеһелер, тип уйлағайны Рәхимә.
- Һылыу, һиңә алыҫҡамы, килтер сумкаңды үҙем күтәрәйем, – тип ул Рәхимәнең юл сумкаһын автобусҡа мендерергә ярҙам иткәйне.
Шул саҡта Рәхимәгә уның сөсөләнеп “һеҙ” тип тормай, үҙ кеше итеп ”һин” тигәне лә, инициативаны үҙ ҡулына алып, хужаларса эш иткәне лә оҡшаны. Рәхимә лә төшөп ҡалғандарҙан түгел: буй-һыны ла килешле, кейгән кейеме лә ҡып итеп тора. Әллә ҡасанғы таныштар кеүек һөйләштеләр ҙә киттеләр. Өсөнсө курста уҡығанда Марсель тыуҙы. Йәш әсә ирекле рәүештә дәрестәргә йөрөү рөхсәте алды. Бала бағыу уҡыуына хилафлыҡ килтермәне йәш әсәнең. Сабыйын өйҙә яңғыҙ ҡараманы. Курсташ ҡыҙҙары ла килеп, ярҙам итешеп торҙо. Зиннәт тә эшенән йүгерә һалып ҡайтыр ҙа улын әүрәтергә тотонор ине. Матур көндәрҙә өсәүләп урамда йөрөүҙәре тәмле төш кеүек кенә күңелендә уйылып ҡалған уның. Рәхимәгә уҡыу еңел бирелде, педучилище тамамлап, белемеңде практик йәһәттән ҡулланып, мәктәптә балалар менән эшләп килеү методиканы өйрәнгәндә ныҡ ярҙам итте. Июнь айында бөтә уй-ынтылыштар һынауҙар менән бәйле булды: Рәхимә сығарылыш имтиханын тапшырғанда, Зиннәт нефть институтының киске бүлегенә инер өсөн һынау тотто. Йүгерә-йүгерә эшенә лә барҙы Рәхимә, Марселде балалар баҡсаһына ла үҙе илтеп, алып ҡайтырға ла өлгөрҙө, шәмбе көндәрендә хатта мәктәпкә лә йөрөтә торғайны. Донъя йөгөн үҙе тартты: йырлай-йырлай ашарға әҙерләне, һауыт-һаба, кер-иҙәнен дә ялт итттереп “һә” тигәнсе йыуып ҡуйыр ине. Шатлығының сиге юҡ: һөйгәне лә тиҙҙән дипломлы инженер буласаҡ! Ҙурыраҡ фатир ҙа бирерҙәр, юғиһә был балаһыҙ бәләкәй ғаиләгә тәғәйенләнгән фатирҙа боролор урын юҡ хәҙер. Уҡыуында ла ярҙам итте Зиннәткә Рәхимә: белгәндәрен үҙе башҡарҙы, “теше” үтмәгәндәрен физматта уҡыған таныш егеттәрҙән эшләтеп алды. Зиннәт дүртенсе курсты тамамлаған көндө шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, икенсе улдары Мансур тыуҙы. Хәҙер Рәхимә лә өйҙә генә. Зиннәтте инженер итеп үрләттеләр.Үрләтеүен-үрләттеләр ҙә, әммә етәксе инженер токарь эш хаҡының яртыһын ғына ала булып сыҡты. Нисек йәшәргә һуң ҡала ерендә 120 һум окладҡа? Атай-әсәйҙәре лә ҡартайып килә, мал тота алмайҙар, уларҙан һорауы уңайһыҙ. Рәхимә кейеп, үтә таушалмаған кофталарын һүтеп, магазиндан еп алып ҡушып, ойоҡбаш-бирсәткәләр, кәпәстәр бәйләп һатты. Оҫта кеше һәр яҡлап та уңған, булдыҡлы бит ул. Бәйләгән әйберҙәре магазиндыҡынан һис ҡайтыш түгел ине. Таныш-белештәренә күлдәк-салбарҙар ҙа текте, ҡулъяулыҡтар ҙа сикте. Күрше фатирҙа йәшәгән, мәктәптә өлгәшмәгән балаға дәрес әҙерләшеп тә аҡса эшләне. Бала йоҡлаған арала йүгереп барып, үҙҙәренең урамындағы китапхананың иҙәнен дә йыуып килде. Тик Зиннәте генә уҡып бөтһөн, беҙҙең урамда ла байрам булыр, тип өмөт итте. Зиннәт ғаиләгә был кәрәк, тегеһе юҡ тип һис ни хәстәрләмәне, белмәне лә, ҡыҙыҡһынманы ла, сөнки Рәхимәһе уны бындай ваҡ мәсьәләләр менән борсоманы. Эштән ҡайтыуына йылы аш, таҙа кейем көттө, ашап-кейенеп яһанды ла уҡырға китте. Һәр саҡ ит менән бешерелгән аш талап итте, ҡайҙан, ҡасан алдың, тип һораманы. Ул заманда ни хәҙергесә магазиндар, баҙар тулып ит ята инеме ни? Баҙарҙа булһа ла, ҡиммәт, янына яҡын барырлыҡ түгел. Зиннәт үҙе йыуынып сыҡҡас та, ваннаны таҙартып ҡуймай, Рәхимә өлгөрмәһә, ни эшләп бысраҡ ул, ни эшең бар, өйҙә ятаһың бит, тип һуҡраныр булды. Әрпешерәк инеме ҡатын, әллә бүлмә бәләкәй булғанға, өйө лә тиҙ генә боларып китә инеме. Ҡайһы саҡта һауыт-һабаны йыуып ҡуймаһа, көн бөтә ҡатынға, бысраҡ һауыт сүп биҙрәһенә оса. Һәр ғаиләгә хас булған “Ҡасан ҡайтаһың?” тигән һорау был йортта бер ҡасан да яңғыраманы. Атай кеше аҙна буйы балаларҙы күрмәне: иртән иртүк эшкә китһә, уҡыуҙан ярты төн уҙғас ҡайтты. Ял көндәрендә ғәзиздәре аталарын һағынып, шаярырға теләһәләр, асыуланыр, йоҡларға ирек бирмәйһегеҙ, тип ҡысҡырыр ине. Шул балалар менән бергә ултырып бер ҡасан ашаманы, домино-шашка, туп уйнаманы, баҡсаға илтеп ҡуйып, барып алманы. Ул ике бала, малайҙар бит әле, әллә уның өсөн бар, әллә – юҡ! Рәхимә Зиннәтте ғаилә мөхитенә йәлеп итергә тырышып ҡараманы түгел, бик йыш ярҙам һораны унан. Балалар ауырығаны ла, үҙе лә сырхап киткән мәлдәр булғыланы, тик ниңәлер Зиннәт ғаиләнән ситләшә барҙы. Төпсөк булғас, иркәрәк инеме, Мансур кис ятҡанда ла, иртән торғас та гел: “Атайым ҡасан ҡайта ул? Ниңә һаман ҡайтмай? Ниңә улай оҙаҡ уҡый?” – тип һораша торғайны.”Бик аҙ ҡалды инде, уҡып бөтөр, инженер, ҙур кеше буласаҡ атайың”, – тип әүрәтә ине шул саҡтарҙа балаларын Рәхимә. Буш ваҡытын улар менән үткәрергә тырышты, әммә атайҙы алмаштыра алмай ине ул. Китаптарҙа:”Ҡыҙҙар әйткәнде тыңлай, ә малайҙар күргәнде эшләй”, – тип яҙалар, ниндәй ирҙәр эшен күрһәтә алһын инде әсә кеше?
Ҡайта-ҡайта уйлай Рәхимә: яратты микән Зиннәт уны, балаларын? Тормош көтә башлағанда уҡ бөтә эште, мәшәҡәтте үҙ иңемә алып, Зиннәтте үҙем боҙҙоммо икән әллә, тип уйлана. Ҡайтмай ҡалған саҡтары ла булды бит Зиннәттең. Рәхимә кистән арып йоҡлап китә, иртүк тора. Бер нисә мәртәбә ул уянып сыҡҡанда, Зиннәт яҡшы кейемдә сәй ҡуйып тора: “Ҡайҙа йөрөнөң, ниңә ҡайтманың?” – тигән һорауға, курсташым фәләндең өйөндә булдыҡ, һыҙмаларҙы тикшерҙек, тиер ине. Эсеп-иҫереп ҡайтмағас, ышанды шул. Ышанмаһа ла, ышанған кеше кеүек ҡыланды ҡатын, ҡысҡырып әрләшеп асыуланманы, тауыш күтәрмәне. Үпкәләп иларға, тиргәшергә кәрәк булдымы икән әллә? Ҡайта-ҡайта шуларҙы, нисек йәшәгән, нимә тип һөйләшкәндәренә тиклем иҫенә төшөрә хәҙер Рәхимә. Иҫкә төшөрөүҙән ни фәтүә, үкенеүҙән файҙа юҡ, терһәкте тешләп булмай. Зиннәттең балалар менән Рәхимәне ташлап сығып китеүенә лә хәтһеҙ ваҡыт үтте. Декан эргәһендәге осаһын борғолап йөрөгән секретарша менән ғишыҡ-мишыҡ уйнап йөрөгән дә, атом станцияһы төҙөлөп ятҡан икенсе ҡалаға күсеп китте лә барҙы.
***
…Кисә кис ҡаланан автобус менән тыуған йортона ҡайтты Рәхимә. Атай йортонда бөтмәҫ-төкәнмәҫ тауҙай эштәр көтә ине уны. Нисәмә ай ҡатын-ҡыҙ ҡулы күрмәгән өйҙө һүрәтләп тораһы юҡ инде. Сәй эсеп алғас та, һыуын йылытып, ҡатын йортто йыйыштырырға тотондо: ҡаҡҡанын ҡаҡты-һуҡты, елләтте, һеперҙе, йыуҙы, кәрәкмәгәнен сығарып, мунсаға яҡты. Төнө буйы йоҡлай алманы. Юл да арытҡайны, шикелле, хис-тойғоларҙың да төрлөһө сорнағайны уның күңелен. Адвокат, статья буйынса ултыртмайҙар, шартлы рәүештә сикләү булырға тейеш, тип ышандыра ла, прокурор ниндәй ҡарар сығарыр, ҡайҙан беләһең инде? Рәхимә таң алдынан ғына ойоп киткән. Төш күрә: имеш, улар Зиннәт менән икәү бейек тау башында икән. Яҡында ғына яңғыҙ ҡайын үҫеп ултыра. Зиннәт ағасҡа һөйәлде лә, уны үбәм тип, үҙенә тартты. Шул саҡ ҡаты шатырлау-гөрһөлдәү ишетелде, ер умырылды ла ағас төбө-тамыры менән ҡубып, Зиннәтте үҙе менән алып төшөп китте. Иртән торғас та, ниңәлер, ошо төш күҙ алдынан китмәй торҙо. Нимәгә юрарға ла белмәне Рәхимә.
Суд залына иң һуңғы кеше булып килеп инде ул. Шаһиттар ултыра торған тәүге рәт ишек тапҡырына тура килә. Ул ингәндә алдағы ике рәттең һәр береһендә икешәр кеше ултыра ине. Рәхимә, бер кемгә лә ҡарамайынса, берәү ҙә ултырмаған өсөнсө рәтте ҡалдырып, дүртенсе рәткә үтеп ултырҙы. “Кемдәр икән былар, шаһиттармы, әллә бәлә күреүселәрме икән? – тип уйланы ҡатын. Башҡаларҙың да уның кемлеген белергә теләгәндәрен һиҙә ине ул. Рәхимә үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр судта ҡатнашҡас, рәтен дә белеп бөтмәй. Алда ултырыусы берәүҙең үҙенә төбәлгән үткер ҡарашын тойоп, кәүҙәһен турайтып, башын күтәрҙе. Ҡатындың әкрен генә күтәрелгән башын һәм кәүҙәһен күреп, уға төбәлеп ҡараусы кинәт күҙҙәрен ситкә алды. Тимер рәшәткә менән уратылған урын буш, тимәк, әле Мансурҙы алып килмәгәндәр. Кешеләр өҫ кейемдәрен һалып ултырған бит, Рәхимә лә, саҡ ҡына күтәрелеп, еңдәрен беләгенән ысҡындырҙы. Бер аҙҙан, сәпкә эләктергән снайпер кеүек, тәүге рәттәгенең аптырап-ғәжәпләнеүҙең сигенә сығып үҙенә төбәлгәнен шәйләне. “Кем ул, ниңә шул тиклем тишә яҙып ҡарай икән миңә, тимәк, мине таный, ә мин танымайым бит”, – тип уйланы ҡатын. – Бәлә күреүселер, моғайын, шаһит түгелдер, мине ғәйепләйҙер инде. Минең уҡытыусы икәнлегемде белмәһә ярар ине. Бер балаһын тәрбиәләй алмаған мир балаһын тәрбиәләй беләме ни, – ти микән?” Шул саҡ бүлмә ишеге асылып китте һәм ҡулы бығауланған Мансурҙы алып инделәр. Бер кемгә лә күтәрелеп ҡараманы бала. “Һурыла төшкән, йөҙө лә ағарып киткән, былай ҙа нәҙек оҙон бала, тағы ла һонторайған кеүек”, – тип уйлап өлгөрҙө әсә.
- Баҫырға, суд килә! – тигән ҡырҡа тауыш һәммәһенең дә уйын өҙгәндер. Залдағылар бөтәһе лә урындарынан һикереп торҙо. Ҡағыҙҙар тотоп секретарь ҡыҙ инеп, үҙенең урынына баҫты, прокурор инде. Суд билдәле ҡалып буйынса барғандыр: бәләгә тарыусы, шаһиттар, адвокат-прокурор ҙа, тағы әллә кемдәр сығыш яһаны, Мансур һорауҙарға яуап бирҙе. Күтәрелеп ҡараманы Рәхимә, тыңлап ҡына ултырҙы, алғы рәттәге кеше боролоп ҡарар тип ҡыйынһынды. “Кем икән һуң ул? Ни эшләп Рәхимә бер ҙә сырамытмай икән был бәндәне? Күргән-белгән кешегә оҡшамаған. Моғайын, бер мәктәптә уҡығанбыҙҙыр…”
Теге кеше бәләгә тарыусы ине. “Ә-ә-ә, Фаяз бит был, – тауышын ишеткәс кенә таныны уны Рәхимә, – Нисәмә йыл минең арттан йүгергәйне! Танырлыҡ та түгел шул: урта буйлы кәүҙәһе матур ғына итеп ҡолтайған, зауыҡ менән кейенгән, күҙлек тә кейеп алған. Уҡыуға зирәк түгел ине лә, берәй институт-маҙар тамамланымы икән? Берәй урында начальникмы икән әллә?” – Рәхимәнең уй-һорауҙары яуапһыҙ ине әлегә.
Ҡарар бер нисә көндән һуң ғына ҡабул ителәсәк икән, Мансурҙы алып киттеләр, ҡалғандар ҙа таралышты. Тынсыу бүлмәнән йәһәтерәк ҡотолоу юлын эҙләһә лә, Рәхимә иң аҙаҡҡы булып сыҡты. Болдор кеүегерәк итеп эшләнгән урында теге әҙәм тора:
- Һау ғынамы, Рәхимә, ни хәлдәһең? Бына ҡайҙа осраштырҙы яҙмыш беҙҙе күпме йылдан һуң.
- Хәлде ни, һорап торорлоҡ түгел инде. Кем миңә ҡарай икән тип баш ватҡан булам тағы. Фаяз һин икәнһең, тауышыңды ишеткәс кенә таныным. Ҡалай ныҡ үҙгәргәнһең!
- Рәхимә, ә һин бер ҙә үҙгәрмәгәнһең кеүек миңә, кәүҙәң генә бер аҙ ҡалынайған. Бындай урында осрашырбыҙ тип һис ҡасан уйлағаным юҡ ине. Яҙмышың матур булманымы ни?
- Иҫләй китһәң, миңә яҙмыш алдын күрһәтеп кенә алды ла, арты, тиҫкәреһе менән боролоп уҡ баҫты шул.
- Мине һанламай инең йәш сағыңда, хөрт малай үҫтергәнһең. Машинала йөрөп ҡарауын әйтмәйем дә, бәләкәй сағында туйғансы машина менән уйнамаған. Урлашыуын әйтәм: нимәгә, ниндәй сүп-сарға, аккумуляторға күҙе ҡыҙған бит!Һинең малайың икәнен белһәм, билләһи, тим, ғариза яҙмаҫ инем, полицияһына әйтеп тә тормаҫ инем. Район үҙәге ҙур бит, киткән-ҡайтҡан йәштәрҙе, хатта өлкәндәрен дә танып бөтөп булмай. Минең ҡыҙҙар урам һуғарып йөрөмәй, танса-мансаға ла сыҡҡандары юҡ. Икеһе лә институтта уҡый, әле яңыраҡ ҡына Төркиәлә булып ҡайттылар, кесеһе Америкаға барам, тип ныҡыша. – Фаяз, тыңлаусы булғанда маҡтанып ҡалайым әле тигәндәй, бындай хәбәрҙе ишеткәс, миңә кейәүгә сыҡмағанына үкенеүен күрһәтерме икән, тип, Рәхимәгә текләп ҡараны.
- Хәҙер ни бер нәмә лә эшләп булмай инде, ҡулы менән эшләгәнде иңе менән күтәрһен, бәлиғ булған бит ул, – тиеүҙән уҙманы Рәхимә.
***
…Һай, ғүмеркәйҙәр! Тормошоң көйлө булһа, аҡҡан һыу кеүек, ғүмерҙең үткәне һиҙелмәй икән ул. Марселдең бер йылға алған академ ялы үтеп, институттың һуңғы курсына уҡырға барҙы. Балалар менән эшләүҙең нескәлектәрен белде, үҫмерҙәр психологияһын тәрән өйрәнеү кәрәклегенә инанды. Һәр бер сараны, ҙурмы-бәләкәйме, ойоштороп, үҫмерҙәрҙе нимәгәлер өйрәткәндә, тыңламаған уҡыусылар менән эшләүҙең көсөргәнешле мәлдәрен үҙ тиреһендә татыны ул. Аҡсаның еңел генә юл менән эшләп алып булмағанын тойҙо, әсәһенә элеккегә ҡарағанда ла ҙурыраҡ хөрмәт менән ҡарай башланы. Мансур шартлы рәүештә бер йылға хөкөм ителгәс, Рәхимә атаһын ҡалаға күсереп алып килде. Улар икәүләп балалар баҡсаһында урам һепереүсе, ҡарауылсы булып эшләнеләр. Олатаһының тормош дәрестәре, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булыуы, Мансур элек иғтибар ҙа итмәгән телебеҙҙең матурлығы, үҙенсәлектәре ҡала балаһының күңеленә һары май булып ятты. Үҙгәрҙе Мансур, аҡыл ултырҙы, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан нығынды, ваҡыттың, тормоштоң, иректең ҡәҙерен белергә өйрәнде. Тыуған йортон һағынғанын бик белгертмәне оло кеше. Эргәһендә балаһы, ейәндәре булғас, күңел тыныслығы тапты, йөҙө асылды.
Ғәҙәттәгесә, шаулап-гөрләп яҙ килде. Күңелдәр күтәрелде, ҡояш нурҙары, йылы елдәр, йәшел үлән, хуш еҫле сәскәләр йәшәргә теләк уятып, тәьҫир итте. Ҡыш буйына өндәшмәгән кешенең һағыныуы сиктән аштымы, атаһының борсолоуы йөҙөнә сыҡты, йоҡлай алмай башланы. "Ҡайтам да ҡайтам” тигән атаһын тыуған йортона май аҙаҡтарында алып ҡайтып китте Рәхимә. Бер нисә көндән атаһы эргәһенә Себер тарафтарында йәшәгән һеңлеһе ҡайтырға тейеш. Өйҙө бер аҙ ипкә килтерҙе лә, Рәхимәнең ҡайны-ҡәйнәһен барып күргеһе килде. Улар ҙа ошо уҡ район үҙәгенән алыҫ ҡына ятҡан ауылда йәшәй бит. Күрмәгәненә лә биш былтыр булғандыр. Иҫенә төшөрөргә тырышты Рәхимә: “Ҡасан ҡайттыҡ икән ул Зиннәт менән уларға? Егерме йыллап барҙыр. Эйе-эйе, иҫенә төштө шул, Мансурға йөклө ине бит. Зиннәт бесән эшләште. Мансурға тиҙҙән ун туғыҙ йәш”. Автобустан төшкәс, дүрт саҡрым урман юлынан барырға кәрәк, ҡайным ул саҡта ат менән ҡаршы килгәйне. Шул замандарҙан бирле барғаны юҡ бит Рәхимәнең ҡәйнәһе йортона. Малайҙар ни һәр йыл һайын тиерлек каникул ваҡытында был олатай-өләсәләренә лә ҡайта торғайнылар. Аталары менән дә осраштылар, уның бала тапмаған биҙәү йәш ҡатынын да күрҙеләр. Атай була тороп атай була белмәне шул Зиннәт! Балалары менән ултырып бер һөйләшһә, нимә менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ, кем булырға хыялланаһығыҙ, киләсәккә ниндәй пландарығыҙ бар, тип һораһа икән! Йылан кеүек ҡатынының ыҫылдағанын ишетергә теләмәгәнме? Шул ваҡыттарҙа Зиннәт исмаһам берәй һум аҡса бирһәсе балаларына! Тәтәй ҡатын шулай аҡсаһын һанап, йомарлап торғандырмы, әллә аталары үҙе теләмәнеме икән балаларын шатландырырға? Алименты ваҡытында килә торғайны былай, уныһын инде ул эшләгән заводында бухгалтерҙары хәстәрләп еренә еткереп үтәгәндер.
…Рәхимә автобустан иң һуңғы булып төштө, ут ҡапҡандай ашығып-сәбәләнеп төрлө яҡҡа йүгереп киткән кешеләрҙән айырмалы рәүештә, бер килке тик кенә торҙо, тирә-яғына ҡарап алды. Төшкән кешеләр таралышып бөткәс, асыҡ урында бер үҙе тороп ҡалды. Шул саҡ туҡталышҡа артыҡ ҡабаланмай ғына оло йәштәге бер кеше килеп етте лә:
- Ҡыҙым, һин Ғәлиәкбәргә ҡайтмайһыңмы? – тип һораны.
- Эйе, бабай, шунда барам, – тине ҡатын. Үҙе: “Минең ҡайҙа барыуым йөҙөмә яҙылдымы икән әллә?” – тип уйланы.
- Әйҙә, ҡыҙым, ылау тегендәрәк тора, мин юлаусы эҙләйем.
- Рәхмәт инде, бабай, рәхәтләнеп бер атҡа ултырып ҡайтырмын.
“Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына”, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит инде, ҡалай йәтеш булды”, – тип уйланы ул. Ғәйнетдин бабайҙың көн дә ике тапҡыр автобусты ҡаршыларға килгәнен белмәй ине әле.
- На, малҡай, әйҙә өйгә! – Бабайҙың көр тауышын ишеткән ҡола бейә асфальт урамдан һәлмәк кенә атлап китте. Бер нисә минуттан ат урман юлына төшөп, тигеҙ генә юртыуға күсте. Кәмәлә барғандай тойҙо үҙен Рәхимә. Тирә-яҡтағы йәшеллек, һиллек, саф һауа, хуш еҫле бесән өҫтөндә ултырып, аяғыңды һәлендереп барыу ожмахтан кәм түгел бит!
Бабай йырлап ебәрҙе. Һуғышта алған контузияһы йылдар үткән һайын көсәйә бара инеме, әллә ҡартлыҡ ғәләмәте тупһаһында ишек ҡағып торамы, көн дә үткән юлын шулай ҡыҫҡартырға өйрәнеп алғайнымы икән, бер үк йырҙы, гел шул урынға еткәс, йырлап ебәрер булды. Һөйләгәне лә бәйләнешһеҙерәк ине бабайҙың. Русса йырлайым әле тиер ҙә, телен шартлатып, тыныс ҡына моңло тауышы менән һуҙыбыраҡ йырлар:
Эх, яблонька,
Күтәрә алмайһың,
Ҡатының үлмәйенсә,
Ҡыҙ ала алмайһың.
Ошоно йырлар ҙа ике тапҡыр көйөн һыҙғырыр ине. Әҙерәк барғас, икенсе көйгә йыр башлар:
Твоя любовь, моя любовь
Арҡан менән бәйләнгән, –
тиеп ҡуйыр.
Шағир әйтмешләй, йырҙың йыртығы юҡ инде, көйө лә урыҫ таҡмағы кеүек килешеп тора, һүҙҙәре лә дөп-дөрөҫ. Ысынлап та, Фәриҙә Ҡудашева йырлағанса, йыр оҙон юлды ла ҡыҫҡарта, ауырлыҡты ла еңеләйтә икән. Тиҙҙән урман араһындағы ауылдың тәүге йорттары күренде. Күстәнәсенең бер өлөшөн бабайға бүлеп бирҙе юлдаш ҡатын:
- Рәхмәт, бабай, мең йәшә, ауырыма-һыҙланма, йыр менән һиҙелмәй ҙә ҡалды юл.
- Үҙеңә рәхмәт, ҡыҙым, яҡты йөҙөңә, яҡшы һүҙеңә рәхмәт. Донъялыҡта рәхмәт алыуҙан да сауаплыһы юҡтыр.
Онотмаған Рәхимә ҡәйнәләренең йортон, тиҙ тапты, бәләкәй ҡапҡа асыҡ тора. “Тиҙ генә әйләнермен тип, берәй ергә сыҡтымы икән әллә ҡәйнәһе? Ҡайным ҡайҙа икән?” Ул ошоларҙы уйлап, күпереп үҫкән үләнле һуҡмаҡтан ипләп кенә баҫып атлап үтте лә соланға инде. Бер яҡ мөйөштә яртылаш шаршау менән ҡоролған карауат тора, эргәһенә ултырғыс ҡуйғандар. Ултырғыс өҫтөндә эселеп бөтмәгән сәйе менән сынаяҡ, тәмәке төпсөгө һалынған консерва һауыты тора. Йәшен тиҙлегендә Рәхимәнең мейеһен “Кем ята икән ул? Ҡайныммы икән әллә?”– тигән уй ярып үтте. “Зиннәтме икән?” тип уйларға ла ҡурҡты ул. Һаҡ ҡына баҫып, карауат янына килде. Мәйет төҫө ингән һын ята. Йөрәге жыу итеп ҡалды. Һап-һары йөҙ. Ҡапыл күҙ алдына Лениндың һыны килеп баҫты. Институтта уҡығанда Мәскәүгә барғас, ингәйнеләр бит Мавзолейға. Берәр лампочка ғына янған лабиринт кеүек бүлмәләрҙән урап-урап бараһың. Дүрт яғында ла ҡыҙыл уттар янған быяла саркофаг аҫтында бәләкәй генә кәүҙә ята. Рәхимәнең күҙе томаландымы ни һуң? Ленин һынына оҡшап кем ята һуң? Зиннәт бит! Ҡайһылай ябыҡҡан! Танауы ғына ҙурайып киткән, өңрәйеп тора.
- Зиннә-ә-әт, – тине Рәхимә, “ә” өнөн ул ғына шулай һуҙыбыраҡ әйтә. Иренә арҡаланаһы, иркәләнәһе килеп шулай әйтә. Ғүмер буйы үҙен һәм малайҙарын яҡлар, ҡурсалар, яратыр, өф итеп кенә торор, һаҡлар ҡая булыуын теләгәйне бит Рәхимә.
Таныны Зиннәт, әммә башын бороп ҡараманы, бора алмай инеме, әллә теләмәнеме? Рәхимә эйелеп Зиннәттең маңлайынан үпте. Мәйетте үпкән кеүек килеп сыҡты. Зиннәт ниңә был хәлгә төшкән? Ҡасан? Нисек? Ҡуҙғала ла алмаймы? Бер аҙҙан икеһе лә тынысланғандай булды. Ҡатын сумкаһынан ҡулъяулығын алып, тәүҙә үҙенең, шунан Зиннәттең йәштәрен һөрттө. Рәхимәнең йомшаҡ ҡулдарын эләктереп тотоп алды Зиннәт. Һағынғайны ул был еҫте, нисек һағынғайны! Һаҡ ҡына тартты ҡулын Рәхимә, үҙе лә тартылды. Ҡаршылашманы Зиннәт. Иренең аяҡ осона ултырҙы ла һораулы ҡарашын уға төбәне ҡатын:
- Ни булды, ни эшләнең, Зиннәт? Тора алмайһыңмы ни?
- Юҡ, тора алмайым, умыртҡа һөйәге һынған, өҫтөмә бетон плитә төштө, – тине тегеһе, үҙе башын ситкә борҙо. – Ғәфү ит һин мине, Рәхимә, ғәфү ит, булдыра алһаң. Һинең рәнйештәрең төштөмө, малайҙарҙыҡымы? Ғәйеплемен һеҙҙең алда.
Өндәшмәне Рәхимә. Нимә тип әйтергә тейеш һуң?
Был тиклем дә ауыр хәлдән ҡотолоу юлы бер генә – Рәхимә тиҙерәк сығып китергә булды. Күҙҙәре менән ҡулына тотҡан күстәнәсте ҡуйырға урын эҙләй ине, Зиннәт:
- Ҡуй, кәрәкмәй, ҡалдырма, һин килгәнде әсәйем белмәһен, – тине.
Былай ҙа ҡанһырап торған әсә йөрәгенә яра һалмаҫҡа уйланы Рәхимә. Ата-әсә өсөн үлем түшәгендә ятҡан ғәзизеңде бағыу, үҙеңдән алдараҡ балаңды ерләүҙән дә ауыр яза юҡтыр ер йөҙөндә.
Ғүмерем буйы ошо кешене яратҡанмын, көткәнмен бит! Әле генә шуны аңланы ҡатын. Һөйөү, һағыныу хисен үлсәр өсөн берәй яйланма уйлап тапманымы икән ни Кешелек? Физикала көстө нимә менән үлсәйҙәр һуң әле? Иҫкә төшә тиме ни тиҙ генә?! Ни эшләп берәй Джемс Уайтт һағыныу хисен үлсәй торған прибор уйлап тапманы икән? Ул физик бер ҙә яратып ҡараманымы, айырылышып тороп, һағынманымы икән ни? Үлсәп булһа, нисә тонна, нисә киловатт һағынғанмын икән мин ошо бәхетһеҙ йәнде? Ниҙәр эшләйем, нимәләр ҡылайым һуң? Нисек терелтәйем? Нисек ярҙам итәйем? Күкрәгенә ятып бер илай ҙа, һырыла, ҡосаҡлай ҙа алмайым бит!
Китте Рәхимә, китте, артына әйләнеп ҡараманы. Донъялыҡта ҡылған гонаһтары өсөн ғазаптарын да фанилыҡта кисерергә тейештер шул әҙәм балаһы.
…Үҙе ултыртып алып ҡайтҡан ҡатынды тәҙрә аша күрҙе Ғәйнетдин бабай. Йәһәтләп урамға сыҡты:
- Әйҙә, ҡыҙым, беҙгә ин, сәй эсербеҙ, икенсе автобус килгәнсе ваҡыт бар әле, – тине. Аҡыллы кеше кәрәкмәгән һорауҙар биреп, ҡатынды борсоманы.
- Күстәнәс һеҙгә тәғәйен булған икән, бабай, – тине Рәхимә.
- Ҡуй, ҡыҙым, күстәнәс өсөн йөрөмәйем дә мин. Ярай инде, әләйһәң.
Йырламаны бабай кире юлда. Икәүһе лә үҙ уйҙарына сумып, шым ғына ултырып барҙылар, ара-тирә аттың бышҡырған, себен-күгәүен ҡыуған тауыштары ғына тынлыҡты боҙа ине.
Автобусҡа ултырғас ҡына бер аҙ тынысланды Рәхимә. Уны бер генә һорау борсой: малайҙарға әйтергәме, юҡмы? Әсә кеше малайҙарында аталарына ҡарата нәфрәт, асыу кеүек тойғолар тәрбиәләмәне. “Атаһына нәфрәтле бала аждаһаға оҡшай”, тигән һүҙҙәрҙе бер ҡасан да иҫенән сығарманы. Бәләкәй саҡтарында тиҫтерҙәренән урамда туҡмалып ҡайтҡан ваҡыттарҙа, башҡа балалар кеүек: “Атайыма әйтәм мин һине!” – тип әйтә алманылар. Шул саҡтарҙа әсә:
- Атай кәпәсе менән алыҫ китә алмаҫһығыҙ, үҙегеҙҙе үҙегеҙ яҡларға өйрәнегеҙ. Спорт менән шөғөлләнегеҙ, – тиер ине.
Ҡараңғы төндәрҙә һыуыҡ карауатта Зиннәттең ҡайнар тынын әҙ һағынманы Рәхимә. Һирәкләп кенә уның күңелен күрергә тырышҡан ир заттарын ул Зиннәткә үс итеп кенә ҡабул иткәндер. Күңел төпкөлөндә һәр саҡ Зиннәт һаҡланған бит! Йәш, сибәр, аҡыллы, зәңгәр күҙле, оҙон буйлы булып!
* * *
- Апай, телефонығыҙ шылтырай, – тип кемдер уға ике тапҡыр өндәште.
- Миңә шылтыраталармы? – тигән һораулы ҡарашын уға төбәне лә телефонын ҡулына алды: – Тыңлайым, Мансур улым.
- Әсәй, мин ҡотолдом, бөгөн билдәләнергә һуңғы тапҡыр барҙым, эште яптылар.
- Һәйбәт булған, улым. Мин автобуста ҡайтып киләм.
- Ҡайтып киләһең, ҡалай шәп! – был Марселдең тауышы. – Әсәй, ҡотла, мин имтиханды “биш”кә бирҙем!
- Һай, балаҡайым, бөтөнләй онотҡанмын бит, ҡотлайым, ҡотлайым, ике-өс сәғәттән ҡайтып етермен. Берәй нәмә бешерә тороғоҙ!
- Әсәй, беҙ бөтәһен дә алдыҡ, әҙерләнек инде, һине генә көтәбеҙ.
- Ярай, улайһа, – шул саҡ яңынан телефон шылтыраны.
- Рәхимә Сабировна, ғәфү итегеҙ, һуң булһа ла шылтыратам, – мәктәптең уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары тауышы ине был, – Һеҙгә Президент премияһы биргәндәр! Ҡотлайым, ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!