

Була ла һуң ер йөҙөндә ҡыҙыҡ кешеләр! Егерме йылға яҡын самаһы хәбәрсе булып эшләү дәүерендә Рәлисте был тиклем дә аптыратҡандары юҡ ине. Ниндәй генә кешеләр менән аралашманы ла, ниндәй генә яҙмыштар менән осрашманы! Журналист булараҡ Чечняла барған ҡан ҡойошта ла булырға тура килде. Бәғзеләренең тетрәндергес яҙмышы үҙенән-үҙе хикәйә һорап, кеше яратып уҡыған китаптарға әүерелде. Бөгөн үҙенән күпкә йәшерәк егет тотто ла шул һорауҙы бтрҙе. Хәҙер йәштәр ҡыйыу ҙа, әрһеҙ ҙә шул.
Сираттағы командировкаға яҙғы баҫыу эштәре хаҡында яҙыу өсөн Мәләүезгә килгәйне. Хужалыҡ менән бер аҙ танышып, агроном менән әңгәмәләшеп ултырғанда 25 йәштәрҙәге егет әллә шаяртып, әллә ысын:
– Ағай, һеҙҙең һөнәрҙән дә еңел, рәхәт эш юҡ, – тимәһенме!
– Ни эшләп улай тип уйлайһың?
– Ни эшләп тип ни, ручканан ауыр нәмә тотмайһығыҙ. Йылыла ғына ултырып эшләйһегеҙ. Беҙҙең кеүек саң-туҙанға ла батып йөрөмәйһегеҙ.
– Шулай тиһең инде! Әйҙә улай булғас, һөнәрҙе алмашып торайыҡ.
– Әйҙә! – Тракторист ихлас йылмайҙы. Уның йөҙөндә, и-и-и, шул да булдымы эш! Хәҙер яҙам мин уны. Ә бына һин булдыра алырһыңмы һуң, тигән фекерҙе уҡырға мөмкин ине.
– Бына һиңә ручка, бына дәфтәр! Баҫыу эштәре хаҡында мәҡәлә яҙа тор.
Егет ағас төбөндә ултырып ҡалды. Агроном менән Рәлис трактор янына ыңғайланы. Хәбәрсенең былай тәүәккәлләүенә агроном шикләнеп ҡараһа ла, ҡаршы һүҙ әйтергә ҡыйманы.
Бына хәбәрсе трактор янына килде лә ипләп кенә тимер атты ҡабыҙҙы. Унан йәһәт кенә кабинаға һикереп менде лә, тегеләй-былай баҫҡылап, еңел генә ҡуҙғалып та китте. Агроном иһә уның хатта һабанды тейешле кимәлдә ергә батырып, гөжләтеп сығып китеүенә аптырап тороп ҡалды. Бына хәбәрсе егет баҫыуҙың теге яҡ башынан кире әйләнеп килде. Үҙенең йөҙө ҡояштай балҡый. Ул артабан да эшен дауам итер ине лә, агроном, етәр тигәнде белдереп, ҡулын һелтәне.
– Етәр инде! Бөтә баҫыуҙы һөрөп бөтөргә уйлайһыңмы әллә? Һине бөгөндән тракторға ултыртырға була. Ана бит, ерҙе күпме тәрәнлектә һөрөргә кәрәклегенә тиклем беләһең, – тине агроном. – Мин хәбәрселәрҙе матур итеп һөйләй, матур яҙа белә икән, тип уйлаһам. Бына ниндәй шәп тракторсы ла улар. Бөгөндән үҙеңде республика ярышына ебәрергә була! – Агроном ихласлап Рәлистең ҡулы ҡыҫты.
Улар гәпләшә-гәпләшә ҡайын янында ултырған тракторсы егет янына ыңғайланы. Рәлис армияға тиклем тракторсыға уҡыуын, бер аҙ колхозда эшләп алыуын һөйләп алды.
– Ә хәҙер һинең ижадыңды күрәйек. Нимәләр ижад иттең? – Рәлис тракторист егеткә ҡараны. Тракторсы егет бер һөйләмдә яҙылмаған ап-аҡ ҡағыҙ битен күрһәтте...