Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Сентября , 06:00

Бәхил бул, Риф ағай!

Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Риф Сафа улы тураһында иҫтәлектәр халҡыбыҙҙың йөрәк түрендә һаҡланыр. 

Бәхил бул, Риф ағай!Бәхил бул, Риф ағай!
Бәхил бул, Риф ағай!

Риф Сафа улы 91-се йәшендә арабыҙҙан китте. 

Риф Сафа улы Сөләймәнов 1936 йылдың 9 июнендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районыЛағыр ауылында тыуа. Легендаларҙа һөйләнгән, йырҙарҙа йырланған йәмле Әй йылғаһы буйында үҫкәнгә күрә, бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ була. 1950 йылдарҙа етенсе класты бөткәндә уға тальян гармун һатып алып биргәс, Әй буйҙарын яңғыратып гармунда уйнай, таҡмаҡтар теҙә. Ҡытаутамаҡта һөнәрселек училищеһында уҡығанда йыр-моңдан айырылмай. Художестволы үҙешмәкәр коллективтарҙың сығыштарында ихлас ҡатнаша[2]. Өфө музыка-педагогия училищеһына уҡырға инә һәм уны 1962 йылда тамамлай[3]. Училищела уҡыған саҡта күп кенә музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеүгә бик ифрат ҙур тырышлыҡ һала. Пионер һарайындағы оркестрға йөрөй, күнегеүҙәр ала. Училищенан һуң Салауат районының Малаяҙ интернат-мәктәбендә, Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбендә уҡыта[2]. Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, юғары белем алыу хыялы менән Ҡазанға юллана.

1968 йылда Ҡазан дәүләт педагогия институтының музыка-педагогия факультетын тамамлай. Юғары белемле белгес Өфө музыка тәрбиә биреү мәктәп‑интернатында уҡыта.

1970 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына ғилми хеҙмәткәр булып күсә һәм унда өлкән (1990), төп (2007) ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1973—1976 йылдарҙа Риф Сафа улы Рәсәй Фәндәр академияһының Урал фәнни үҙәге аспирантураһында уҡый[4].

1981 йылда СССР Композиторҙар союзы ағзаһы итеп ҡабул ителә[2].

Фәнни хеҙмәттәре башҡорт халыҡ йырҙары, йолаларының жанр үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, шулай уҡ думбыра, дөңгөр, ҡыл ҡумыҙҙы тергеҙеү мәсьәләләренә арналған. БашҡортостанКуйбышев (Һамар)ҠурғанСиләбеҺарытау һәм Ырымбур өлкәләре буйлап фольклор экспедицияларында 3 меңгә яҡын башҡорт музыка фольклоры әҫәрҙәрен йыйған һәм 500‑ҙән ашыуын нотаға һалған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар, урта һәм юғары музыка уҡыу йорттары өсөн башҡорт музыка фольклоры, думбырала уйнау буйынса уҡытыу‑методик әсбаптар авторы. Риф Сөләймәнов 30 томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» һәм 14 томлыҡ «Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте» ғилми тупланмаларының фәнни етәкселәренең һәм яуаплы башҡарыусыларының береһе[4].

Башҡорт думбыраһын тергеҙеү, уны халыҡ араһында пропагандалау маҡсатынан сығып, Риф Cөләймәнов башҡорт думбыраһы һәм унда уйнау ысулдары тураһында «Башҡорт думбыраһы» исемле китап баҫтырып сығара. Был хеҙмәтендә ул йәш быуында башҡорт думбыраһында уйнарға өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм үҙенең күп йыллыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлаша[5].

Тыңғыһыҙ ғалим Риф Сафа улы Сөләймәнов йыйылған халыҡ ынйыларын системаға һалыу, эшкәртеү өҫтөндә ал-ял белмәй эшләй, улар менән халыҡты гәзит-журнал биттәрендә таныштыра, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы аша думбырала уйнап, ҡобайырҙар әйтә, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара[2].

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас