Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Сентября , 16:10

Үтенес Юмореска Венер ИСХАҠОВ

“Йыл уҡытыусыһы” конкурсында районда еңеп сыҡҡайным, иртәгә Өфөлә республика буйынса була. Унда район­дың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ кил­термәҫкә кәрәк. Үҙем бер нисек тә яҙа алмайым. Былтыр беренсе урынды алған кешегә лә докладты ниндәйҙер ғалим яҙып биргән, тигәйнеләр...  

Добавить в предпочтительные источники Google
Үтенес Юмореска Венер ИСХАҠОВҮтенес Юмореска Венер ИСХАҠОВ
Үтенес Юмореска Венер ИСХАҠОВ

– Кеше хәҙер китап уҡы­май бит, – тигән булалар. Буш һүҙ ул! Ана, яңыраҡ ҡына кеҫәһенә университет дипломын һалған Айнур Нурмөхәмәтовтың тәү­ге повесы сығып та өлгөр­мәне — ҡырылышып алып бөттөләр. Өлгөрмәгәндәре зыҡ ҡубып китапты эҙләй.

– Һинең повесың кәрәк ине, – тип авторҙың үҙенә килеп етәләр. Алыу ғына­мы әле! Йәш әҙипте төрлө райондарға осрашыуға саҡы­ралар. Ә инде үҙен күр­гәс, күҙҙәре бәзләп ки­тә. Тегенеһен-быныһын төп­сөнөп, һорашып һүҙҙә­ре бөтмәй.
Бына бөгөн дә йәш әҙип алыҫ райондан осрашыу­ҙан ҡайтып, киҫелгән ағас кеүек карауатына ауғайны ғына, телефоны шылтыраны.
– Һаумыһығыҙ, Айнур һеҙ булаһығыҙмы? – Йәнә таныш булмаған апай шылтырата ине.
– Эйе.
– Улайһа, бик шәп. Бына, туғаным, телефоныңды саҡ таптым, әй. – Унан апай повесть хаҡында һайраны.
– Һине яман шәп әҫәр яҙған тип бөтәһе лә маҡ­тай. Кеше тәк зерәгә һөй­ләмәйҙер. Беҙҙең район­ды­ҡылар насар яҙа белмәй ул. Ана бит хәҙер тағы бер яҙыусы өҫтәлде! Маладис, туғаным! Кәнишне, әле әҫәреңде үҙем уҡымаған­мын. Ярай, берәй тыуған яҡҡа юл төшкәндә миңә лә шул китабыңды керетеп сығырһың, йәме! Автограф яҙып тороп бирерһең. Теге ваҡыт үҙеңде телевизор­ҙан да күрһәттеләр.
Унан апай бер килке тынып ҡалды ла йәнә һүҙ башланы:
– Туғаным, һиңә бик ҙур үтенесем бар ине. Уйланым-уйланым да һинән дә шәберәк кеше булмаҫтыр, тинем…
– Ниндәйерәк йомош? – тип һораһа ла Айнур, апайҙың тел төбөн төҫмөр­ләне инде, моға­йын, осра­шыуға саҡыралыр.
– Миңә ете минутлыҡ ҡына доклад кәрәк ине, балаларҙы тәрбиәләү те­ма­һына. Иртәнге унға тиклем өлгөртһәгеҙ, бик шәп булыр ине.
Йәш әҙип уйға ҡалды. Нимә эшләргә? Тәк, ете минутлыҡ тинеме әле? Уны яҙыу өсөн дә барыбер ва­ҡыт кәрәк. Арытылған. Үл­тереп йоҡо килә. Юҡ, нисек кенә ярҙам итергә теләһә лә, яҙа алмаҫ. Унан ят апайға уңайһыҙланып ҡына яуапланы:
– Уй, апай, бер нисек тә булдырып булмаҫ ул. Бе­ренсенән, мин мәктәптә бер көн дә эшләгән кеше түгел, унан өлгөрә лә алмам. Тота килеп кенә доклад яҙып булмай ҙа инде. Ниндәйҙер сығанаҡтар кә­рәк.
Айнурҙың был һүҙенә яҡташ апайҙың иҫе китте шикелле.
– Сығанаҡ тиһегеҙме ул?! Китсәле! Анау тиклем китап һынлы китап яҙған кешегә шул ете минутлыҡ доклад яҙыу нимә генә инде ул!
– Юҡ, апай! Бер нисек тә ярҙам итә алмам. Һеҙ мине ғәфү итегеҙ, йәме!
– Тырышырбыҙ инде, – телефондың теге осондағы апай ризаһыҙ ғына шулай тине. Гүйә, күптәнге танышы кәрәк кенә ваҡытта уға ярҙам итмәгән. – Ярай, һеҙ ярҙам итергә теләмәгәс, икенсе яҡташ яҙыусынан һорармын.
Шул саҡ Айнур ярҙам һораусынан:
– Ул доклад ниңә кәрәк булды һуң ҡапыл? – тип һорап ҡуйҙы.
– Үҙем өсөн булһа, аптырамаҫ та инем. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында районда еңеп сыҡҡайным, иртәгә Өфөлә республика буйынса була. Унда район­дың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ кил­термәҫкә кәрәк. Үҙем бер нисек тә яҙа алмайым. Былтыр беренсе урынды алған кешегә лә докладты ниндәйҙер ғалим яҙып биргән, тигәйнеләр...

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас