+9 °С
Ясно


Китапҡа исем биргән юмористик повеста автор тормошта инде йәм тапмаған, үлем килгәнен генә көткән Зифа әбей менән ғүмере әле генә башланып, дәрт-дарманы ташып торған Данил исемле үҫмер мажараларын һүрәтләй. Ә "Клен" әҫәре ҡатмарлы ғаилә мөнәсәбәттәрен, эскелеп проблемаһын күтәрә.
Йыйынтыҡта шулай уҡ йәш авторҙың юмор һәм сатира өлкәһендәге "эштәрен" дә уҡып кинәнерһегеҙ.
Яңы китапты "Китап" нәшриәтенең магазинында алырға була.