

...Көҙгө ямғырлы көн. Электричка менән ауылға ҡайтып барам. Студент саҡта Өфө менән ауылды бәйләгән берҙән-бер транспорт. Станциянан тағы 20 саҡрым ҡайтырға кәрәк. Беҙҙең яҡҡа автобустар йөрөмәй, шуға күрә бер көн алда Ленин урамында урынлашҡан ҡала-ара һөйләшеү пунктынан ауылға хәбәр итә инек. “Бижбуляк! ... кабина” тигәндәрен ҙур тулҡынланыу менән көтөүҙәрем... Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле өс минуттың шул тиклем тиҙ үтеүҙәре... “Иртәгә ҡайтам, станциянан атайым ҡаршы алырмы?” – тип, күҙ йәштәрен йота-йота, осрашыу мәлдәрен өмөт итәһең.
Йома көндө, уҡыуҙар тамамланыу менән, ауылдан килгән ҙур сумкаға буш банкалар тултырып, ҡаланың бер ҡара икмәген, әсәйемә бер ҡап сәй, туғандарыма прәнник алып, вокзалға ашығабыҙ. Электричкаға өлгөрөү, вагонға үтеп инеү - үҙе бер һынау, бер бәхет. Һинең кеүек йөҙләгән студенттарҙы ҡосағына алып, әйтерһең дә, шар һымаҡ ҙурайған вагондың ишеге саҡ ҡына ябыла. Нәҡ һуңғы баҫҡысына эләгеп, бер аяҡта баҫып ҡайтаһың...
Ә иң иҫтә ҡалғаны: Ағиҙел йылғаһы аша үткәндә, электричканың да тауышы башҡаса яңғырай ине, “Уф, а! Һау бул, көтә мине ауыл!” – тип ҡыуанғандарым. Беләм бит: ике көндән инде ошо күперҙе ҡабат үтәсәкмен, башым шул тиклем түбән эйелер, аңлатып булмаҫлыҡ ауырлыҡ, моңһоулыҡ иңдәремә ятыр инде. Ә уға барыбер! “Тағы килдең бит!” – тип, көлөп ҡаршы ала мине Өфө!
Өфөнө бик оҙаҡ яратырға өйрәндем. Күңелемдән мең ҡабат уфтанып, “Уф, а!” тип өндәшкәнмендер... Шул тиклем оҙаҡ һәм ныҡлы яратырға өйрәндем, хатта һуңынан башҡа ҡалаға алмаштыра алманым!
Дүрт сәғәтлек юл... Бер вагондан икенсеһенә билет тикшереүселәрҙән ҡасып ҡайтып барған студенттар, өләсәйҙәр бешереп һатҡан бәлештәр еҫе... Поезд тәгәрмәстәре тыҡылдауына күпме яҙмыш, күпме тарих ҡушыла, күпме серҙәр сиселешә. (Һуңынан бер нисә хикәйәмдең геройҙары ла нәҡ ошо электричканан аҡ ҡағыҙға күсерелделәр).
Электричка класташтар, ауылдаштар осрашыу урыны ла ине. Аксен станцияһына яҡынлашҡанда, беҙ ашҡынмайбыҙ. Ә бына миәкәләр өсөн тағы ла старт! Юҡҡа ғына беҙҙең станцияны “Спортивная” тип атамайҙар?! Уларҙы автобус көтә, тағы урын алырға, нисек тә эләгергә кәрәк! Беҙҙе һабантуй майҙанына йыйылған кеүек бер сафҡа теҙелеп киткән машиналар көтә! Беҙҙе атайҙар көтә!
Белмәйем, нисек шулай тура килгәндер, әммә һәр ваҡыт нәҡ мин ултырған вагондың ишеге асылыу менән, ҡаршымда, атайым, һин баҫып тора инең! Әллә ҡыҙыл булып, йәшелгә буялған, әллә йәшел булып, ҡыҙылға буялған “копейка”ң, ярай әле, ҡабынған, атайым мине ҡаршы алырға килгән! Мине генә түгел, ауылыбыҙҙан тағы кемдәр бар, кемде ҡаршы алмағандар – һинең машинаңда һәр кемгә урын етә.
...Ә был юлы ауылға ҡайтыуымды алдан хәбәр итмәнем. Беләм, ауырып ята инең, үҙ хәлеңде үҙеңдән дә яҡшыраҡ аңлаған кеше булмағандыр, ундай ваҡытта руль артына ултырмай инең. Юл буйы уйламаҫҡа тырышһам да, бик борсолдом: электричканан төшкәс, ауылға нисек ҡайтырмын? Кемдең атаһы мине үҙ машинаһына ултыртыр? Ауылдаштарҙы ла осраттым. “Мине алырһығыҙ әле?” – тип, урын да белешеп ҡараным. Нисектер: “Ярай, беҙҙең менән ҡайтырһың, борсолма!” – тип, ныҡлап әйтеүсе булманы.
Көҙгө кис тә ҡараңғыраҡ, ямғыры ла яуып торғас, тағы ла моңһоуыраҡ ине. Бәхетемә, бер үҙемде станцияла ҡалдырманылар, күрше ауылға тиклем ҡайтыусы машинала урын табылды. Унан тағы өс саҡрым ҡайтырға. Ике ауыл бер-береһенә шул тиклем яҡын урынлашһа ла, аралағы туғайлыҡ һәр ваҡыт күңелгә шом һала ине. Юл буйындағы бер генә бағанаһында ла уты булманы. Ағастарҙың шырт иткән тауышы ишетелһә, йөрәктең тибеше тамаҡ төбөнә килеп ултыра торған. Белмәйем, бәлки, мин генә ҡараңғыла ул туғайҙан үтергә шул тиклем ҡурҡҡанмындыр...
Ябай һәм бер ҡатлы күңелем был көндә станциянан улдарын ҡаршы алған атайҙың: “Ҡараңғы, ямғыры ла яуып тора, ҡыҙ бала, бер үҙе, йә ҡурҡыр, юлдан һуң арығандыр ҙа, күрше ауылдың башына тиклем генә булһа ла илтеп ҡуйырға кәрәктер”, - тип уйлар тип өмөт итте. Әммә боролошта машина туҡтағас, миңә төшөргә кәрәклеген аңлап, рәхмәтемде әйтеп һаубуллаштым.
Күрше ауыл урамынан атлап барам. Тәҙрәләрҙә уттар. Күкрәк тултырып тыуған яҡ һауаһын һулайым. Ҡыуанырға кәрәк, ә ҡысҡырып илағым килә! “Һеҙҙең киленегеҙ булмаҫ инем”, - тип уйлайым, ямғыр аҫтында ҡалдырған атай тураһында...
Бына мин ҡурҡҡан туғайлыҡҡа ла килеп еттем. Үҙем атлайым, белгән доғаларымды уҡыйым. Ярты юлды үтеүгә, бысраҡҡа лап-лап баҫҡан итек тауыштары ишетелә башланы, ҡаршыма ҡара шәүлә килә ине. Туҡтап ҡалдым. Әллә кире күрше ауылға йүгерергә?.. Шул ваҡыт: “Ҡыҙым! Һинме? Ҡурҡма!” – тип өндәштең... иң ҡәҙерле “шәүләм” минең!
Түҙмәгәнһең, күңелең һиҙгән! Ауырып ятҡан урыныңдан тороп, мине ҡаршы алырға сыҡҡанһың. Ҡулыңда – ҡулсатыр! Әтейемдең ҡулсатыры аҫтында шундай йылы һәм рәхәт ине!.. Һинең кеүек атайҙар һирәктер! Һин яратып та, йыуатып та, илатып та өлгөрҙөң... Ҡулсатыр тотоп ҡараңғы төндә ҡаршы алған мәлең күҙ алдымда һаман да тора...
Ғүмеремдең яртыһын атайһыҙ атлап барам... Ямғыры ла яуа, ҡар-бураны ла... Электричка менән ауылға ҡайтҡаныбыҙ юҡ. Ҡараңғыла туғайлыҡты ла йәйәү үтмәйбеҙ. Ләкин ҡулсатыр тотҡан атайым ғына янымда юҡ.
Дилә МӨХӘРРӘМ-ХӘЙРЕТДИН.