

Абдуллин Рәмил Рәйес улы 1961 йылдың 22 октябрендә Үзбәкстандың Андижан ҡалаһында тыуа. Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетында юғары белем ала һәм уны 1992 йылда тамамлай. «Март» ижади төркөмө ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәссамдар союзы ағзаһы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты.
Рәмил Рәйес улы 1981 йылдан алып төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре Өфөлә, Вассала (Финляндия), Яр Саллыла, Берлинда үтә. Эштәре Рус сәнғәте музейы (Нью-Йорк), Башҡорт һәм Сыуаш дәүләт художество музейҙарында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси тупланмаларҙа һаҡлана.